Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зөлфиә Ханнанова

Күңелемә һеңгән сөхбәттәр

Бисмиллаһир-рахмәнир-рәхим.

1-3 майҙа Башҡортостанда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдиндың саҡырыуы буйынса Кипрҙан Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) нәҫеленән булған Мәүләнә, Солтан Әүлиә Шәйех Мехмет Әҙил әл-Наҡшбәнди хәҙрәттәре булып китте.  Үҙ сәфәрен ул Миәкә районындағы изге Нарыҫтауҙағы Зәйет ибн Зөбәйер һәм Зөбәйер ибн Абдрахман сәхәбәләрҙең, Иҙеүкәй менән Мораҙым хандарҙың мәҡәменә зыярат ҡылыуҙан башланы.

“Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, берәүегеҙҙең дә дәрәжәләре сәхәбәләр кимәленә етә алмаҫ. Улар бик дәрәжәле кешеләр. Пәйғәмбәребеҙ(с.ғ.с.) ҡушыуы буйынса сәхәбәләргә һәр ваҡыт хөрмәт менән ҡарарға, ихтирамлы булырға кәрәк. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Пәйғәмбәр әфәндегә (с.ғ.с.) һәм уның сәхәбәләренә иғтибарлы булдылар, шуның арҡаһында бөгөнгө көнгә тиклем динебеҙҙе матур итеп һаҡлап алып килә алдыҡ. Һеҙҙең милләт тә тап шул әүлиәләренә итәғәтле булған милләт, шуның өсөн дә был халыҡ – Аллаһу Тәғәләнең һөйөклө ҡолдары.

Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) юлын дауам итеүселәр – тура юлға әйҙәүселәр. Уларҙан башҡа берәүҙәрҙең исламға бер ярҙамы юҡ. Уларҙан зыян һәм зарар ғына. Һеҙҙә дин артыҡ үҫешмәгән осорҙа ла тәриҡәт юлы һеҙҙе ҡотҡара килде. Тап тәриҡәт әһелдәре – ысын әүлиәләр. Ваһһабиттарҙа ла, салафиттарҙа ла, башҡа йүнәлештәрҙә лә әүлиәләр юҡ. Тап ошонда Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) ҡушыуы буйынса сәхәбәләр килеүе бик әһәмиәтле ваҡиға. Шуға ла ата-бабаларығыҙ Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) фатихаһында йәшәгән. Аллаһ юлында йөрөүселәрҙе бер ниндәй бәләләр ҙә, бер ниндәй кешеләр ҙә ҡурҡыта алмай. Аллаһу Тәғәләгә һыйынығыҙ һәм башҡа бер ниҙән дә ҡурҡмағыҙ! Бер ниндәй иҡтисади көрсөк тә ҡурҡытмаҫҡа тейеш. Ризыҡтарыбыҙ Аллаһу Тәғәлә тарафынан алдан билдәләнгән, артығы булмай. Шуға ла бары тик ризыҡ артынан йөрөүселәрҙең иманы зәғиф. Бөтәһе лә Аллаһу Тәғәләнең әмере буйынса эшләнә. Ҡайғырмағыҙ, иманығыҙҙы нығытығыҙ! Тура юлдан, хаҡ юлдан барығыҙ! Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) ике көнгә бер тапҡыр матурлап ашай ҙа алмаған, шуға ҡарамаҫтан, тура юлда булған. Кем Аллаһу Тәғәләнән ҡурҡа, ризыҡ уйламаған ерҙән килә. Ризыҡ Аллаһу Тәғәләнән, шуға артыҡ донъя мәшәҡәттәренә уранмағыҙ! Аллаға шөкөр, йәшәгән ерегеҙ, илегеҙ бәрәкәтле илдәрҙән, төбәктәрҙәндер. Тура юлдан барыусылар бәрәкәтендә тағы ла бәрәкәтлегә әйләнер. Ҡайһы бер кешеләрҙең 100 мең аҡсаһы булһа ла бәрәкәте булмаҫ, 5-6 мең аҡсаға ла бәрәкәтле итеп йәшәгән кешеләр бар. Шуға күрә иртәнге намаҙға баҫып, ике рәҡәғәт булһа ла уҡып ҡуйығыҙ. Яйлап исламға килерһегеҙ, ҡалған намаҙҙарҙы ла яйлап уҡый башларһығыҙ. Бисмилла әйтеп, үҙегеҙ белгәнсе доға ҡыла башлағыҙ. Бисмиллаһир-рахмәнир-рәхим тип, өйҙән сығығыҙ.

Бөгөн Аллаһу Тәғәләнең ризалығы өсөн, ошо йыйынға килдегеҙ, Аллаһу Тәғәлә һеҙҙән риза булһын!” – тип йыйылған халыҡҡа өндәште шәйех Мехмет хәҙрәттәре.

Был уның Башҡортостанға өсөнсө сәфәре. Һәр сәфәрендә лә сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтауға мотлаҡ рәүештә килеп, доғалары менән халыҡтың күңелен паклап, иман нурҙары менән яҡтыртып китә. Быйыл да оло ҡунаҡты күреп ҡалыр өсөн изге Нарыҫтау итәгенә 5-6 меңдән ашыу ватандаштарыбыҙ йыйылғайны. Кем генә юҡ ине улар араһында: билдәле сәнғәт, әҙәбиәт әһелдәре лә, фән эшмәкәрҙәре лә, арҙаҡлы сәйәсмәндәр ҙә. Солтан Әүлиәнең фатихаһына ирешеү маҡсатында Ҡаҙағстандан, күрше Татарстан, Удмуртия, Мәскәү, Санкт-Петербург, Омск, Һамар, Силәбе, Пермь тарафтарынан килгән ҡунаҡтар ҙа бар ине. Зекер мәжлесендә ихлас ҡатнашып, изге төйәгебеҙ Башҡортостанға яуған бәрәкәтте улар ҙа уртаҡлашты. Нарыҫтау итәгендә тәриҡәт юлында йөрөгән мосолман ҡәрҙәштәребеҙ тарафынан Аллаһу Тәғәлә ризалығы өсөн тиҫтәнән ашыу ҡорбан салынды, йыйында ҡатнашҡан һәр кемгә етерлек бәрәкәтле ризыҡтар әҙерләнде. Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, Айгиз Ханов, “Ҡурайсы” этнотөркөмө, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Әс-сәләм” төркөмө һ.б. ҡатнашлығындағы иманға өндәүсе бай йөкмәткеле концерт программаһы күңелдәрҙе сафландырҙы.

Әлшәй районының үҙәк мәсетендә булып, Дәүләкән районындағы Ярыштауҙағы әүлиәгә зыярат ҡылғандан һуң оло ҡунағыбыҙ Өфөнөң Туҡай урамындағы Ғәбделҡадир Джәйләни (беренсе йәмиғ) мәсетендә аҡшам намаҙын үткәрҙе.

“Ошо гүзәл республикаға өсөнсөгә килеүем. Рухи һәм әхлаҡи өлкәләрҙә күп ыңғай үҙгәрештәр күрәм. Әле күптән түгел халыҡта дини ғилем самалыраҡ ине, шунан файҙаланып, килгән-киткәндәр дини йәмғиәттә буталыш (хаос) тыуҙырҙы. Бындай кешеләр тәү сиратта диндең тышҡы атрибуттарына иғтибар бүлә. Ислам тураһында тулы ғилемдәре булмаған әҙәмдәр башҡаларҙы кафырлыҡта ғәйепләп, уларҙы аҙаштыралар. Иң тәүҙә улар Аллаһу Тәғәләнең берлегенә ышандырырға тейештәр ине. Һуңынан инде иманды артабан камиллаштырырға. Минең өсөн иң аяныслыһы: һеҙҙең регионда үҙ-үҙеңә ҡул һалыу осраҡтарының күбәйеүе булды. Аллаһты танып белмәгән кешеләр, иманһыҙ килеш Әхирәткә күстеләр. Был донъя бер мәл кеүек кенә бик ҡыҫҡа. Ниндәй генә бәлә-ҡазаларға юлыҡһағыҙ ҙа Аллаһу Тәғәлә һеҙҙең гонаһтарҙы ярлыҡап, һеҙ әхирәттә йән тыныслығы таба аласаҡһығыҙ. Ниндәй кеше булыуығҙға ҡарамаҫтан. Ләкин үҙ-үҙенә ҡул һалған кешегә Аллаһу Собханә Тәғәлә яза бирә. Ниндәй яза буласағы Уның бер үҙенә генә билдәле. Нисек итеп бәндә үҙ-үҙенә ҡул һалған: өҫкө ҡаттан ырғығанмы, маңлайына төбәп атҡанмы, ошо хәл үлгәс тә уның менән Ҡиәмәт көнөнә тиклем ҡабатланып тик торор. Үлем кеше ғүмеренең һуңғы нөктәһе түгел, киреһенсә, ул уның башы. Кешеләр был донъяла йоҡлаған кеүек, үлгәндән һуң улар уянып китә. Һеҙҙең ата-бабалар сабыр йәнле булған. Иманлы кеше бер ҡасан да үҙ-үҙенә ҡул һалмаясаҡ. Суицид – иманһыҙҙар өлөшө. Әхирәттә уларҙы яза көтә. Теракттар ойоштороп гонаһһыҙ сабыйҙарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, оло йәштәгеләрҙең ғүмерен ҡыйыусыларҙың да урыны – тамуҡта. Хаҡ иманлы кеше бер ҡасан да был юлға баҫмаясаҡ. Ундай юлға баҫҡан әҙәмдәр Аллаһтың берлеген танымай, Әхирәтте лә инҡар итә. Аллаһу Тәғәлә һәр беребеҙҙе уникаль итеп яралтҡан. Һәр беребеҙ үҙенең ошо донъяла кәрәкле икәнен белергә тейеш.

Йәнемде ҡыуандырған әйберҙәр ҙә бар. Һуңғы арала дини колледждар, университеттар күпләп асыла башлаған. Кешеләрҙең йөҙҙәрендә Аллаһу Тәғәләгә булған инаныу сағыла. Кешенең һәйбәтме, түгелме икәнлеге йөҙөнән билдәле бит ул. Әлхәмдуллиләһ, мөфтөй хәҙрәттәренең һәм башҡа хәҙрәттәрҙең йөҙҙәрендә нур балҡый. Иман нуры ул.

Һәр төйәктә хаҡ иман юлында булған һәм халыҡтың рухын нығытҡан һәйбәт имамдар булырға тейеш. Һеҙ ихлас булһағыҙ, Аллаһу Тәғәлә ярҙамынан ташламаҫ. Хаҡ юлда йөрөгәндәр менән бергә булһағыҙ имамдарҙың да, ата-әсәләрегеҙҙең дә фатихаһында булырһығыҙ.

Һәр кемдең ерҙә үҙ тәғәйенләнеше бар. Ошо төбәк өсөн һеҙ үҙегеҙ яуаплы. Беҙ һирәк кенә килеп-китеп йөрөйбөҙ. Ошо ауыр вазифа һеҙгә йөкмәтелә. Мөфтөй хәҙрәттәренең бөгөн беҙҙең арала булыуы оло ихтирам билгеһе. Ул һәр ваҡыт көрәштә. Барыһы ла Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте буйынса барһын өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Ул дәүләт сәйәсәтенә лә ҡаршы тормай, дин эштәрендә лә тырышлыҡ күрһәтә.

Иң мөһиме: тыныслыҡ һәм именлек. Дин өсөн һуғыш осоро үтте. Иншаллаһ, һеҙ азат тормошта йәшәйһегеҙ, барлыҡ дини йолаларыбыҙҙы үтәү, байрамдарыбыҙҙы үткәреү мөмкинлеге бар. Пәйғәмбәр әфәндебеҙ(с.ғ.с.) ҡушҡанса тыныслыҡта һәм именлектә йәшәгеҙ! Тәриҡәттә булығыҙ! Күршеләрегеҙ менән дуҫлыҡта, татыулыҡта йәшәгеҙ, бөтә Кешелеккә хеҙмәт итегеҙ! Ислам – тыныслыҡ дине. Саф, ихлас исламға өҫтөнлөк бирегеҙ! Кешенән ҡасып китеп була, Аллаһу Тәғәләнән йәшеренеп булмай. Шуның өсөн дә беҙ Аллаһу Тәғәләгә шәһәҙәт килтерәбеҙ һәм ул беҙҙең яҡлаусыбыҙға әйләнә. Иманығыҙ хаҡ һәм камил булһын!”– тине үҙ сөхбәтендә Солтан Әүлиә.

2 май көндө мәртәбәле ҡунағыбыҙ тәриҡәт әһелдәре оҙатыуында Мишкә районының район үҙәгендә урынлашҡан “Әнисә” мәсетен ҡарап сыҡты, Асҡын районының Асҡын ауылында йыйылған халыҡ мәсет эсендә лә, ихата эсендә лә туп-тулы ине. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе ихлас сәләмләп: “Тәриҡәт тураһында төрлө фекерҙәр йөрөй. Ул – юл. Ул юлда йөрөүҙе насип итһен тип, Аллаһу Тәғәләнән һәр рәҡәғәт һайын һорайбыҙ. Шайтан беҙҙе юлдан яҙҙырыр өсөн бар көсөн һала, хатта беҙҙең менән намаҙҙа ла ҡатнашырға маташа. Башҡортостанда Аллаһу Тәғәлә йорттары артҡандан арта бара. Был бик һәйбәт. Лондондың үҙендә генә етмеш урында зекер урыны бар”, – тип, мосолман ҡәрҙәштәребеҙҙе сәләмләне баш мөфтөй. Артабан һүҙҙе Шәйех Мехмет хәҙрәттәре дауам итте:”Кеше Аллаһу Тәғәләнән йүнәлеш ала, нур таба. Рухи аҙыҡһыҙ ул артабан үҫешә алмай. Рухи аҙыҡ булмайынса тороп кеше Әхирәткә алып барып еткерерлек хазина туплай алмай. Кешенең йәне тәненән айырылып Әхирәткә күскәс, ул йә йәһәннәмгә, йә йәннәткә тапшырыла. Һәм кемдең күңеле гел изге ниәттә, ғәмәлдә булһа, теге донъялала йәннәткә эләккәс, махсус урындан донъялыҡта үҙе йәшәгән ерҙе күҙәтә ала. Һәр йәнгә Аллаһу Тәғәлә дәрәжәһен бирә. Дәрәжәһенә ҡарап, мәртәбәләр бирә. Һәм беҙҙең әүлиә шәйех-әфәнеләребеҙҙең рухтары бик юғары мәртәбәле булыу сәбәпле, ете тапҡыр нығыраҡ күтәрелә. Ошо әйтелеп киткән әүлиә заттарҙың рухы юғары дәрәжәләргә ирешеүе сәбәпле һеҙгә лә тәьҫире бик ҙур. Уларҙан рухи аҙыҡ килә. Йома көндө ата-әсәләр ҡәберенә зыярат ҡылыу – был иң тәүҙә әһле сөннәт әһелдәренең, ысын мосолмандарҙың Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) сөннәтен дауам итеүе. Мосолман был донъяла ла, теге донъяға күскәс тә ихтирамға лайыҡ. Беҙ бит мәрхүмдәрҙе ерләйбеҙ, ташлап ҡуймайбыҙ. Юғиһә, кеше үлеп киткәс бер ҡиммәте лә юҡ, тип әйтеүсе бәндәләр ҙә бар. Зыяратҡа барыуҙың да үҙ тәртибе бар. Зыяратҡа килгәс, әруахтарҙы сәләмләү тейешле. Ә инде бер “Фатиха”, өс “Ихлас” уҡыһаҡ, был үҙ сиратында был донъяла кешегә аҡса бүләк ителгән кеүек, иң яҡшы бүләк була. Шул ыңғайҙан һиңә лә сауап, әруахтарға ла сауап. Ошонда ниндәй яңылышлыҡ бар!? Ошо тәғлимәтте яңылыш тигәндәр үҙҙәре яңылыш кешеләр. Пәйғәмбәр әфәндебеҙ (с.ғ.с.) әйтте: “Әхирәткә күсеп, ғәмәл дәфтәрҙәребеҙ ябылғас та өс әйбер юғалмай. Улар өсөн һаман да әжер-сауаптар яуып ҡына тора: таратҡан ғилемең менән ҡулланыусылар булһа, иманлы нәҫел-нәсәп тәрбиәләп ҡалдырһа, йәмғиәткә ҡалған хеҙмәттәре булһа: мәсеттәр, күперҙәр төҙөһә, һ.б.” Ҡәберҙәрҙә уҡыған доғаларығыҙ ҙа ғәмәл дәфтәренә яҙыла торған ғәмәлдәрҙән. Һәм беҙ ҡылған зекерҙәр ҙә. Зыяратҡа ингәс, беҙ әруахтарҙан бер ни һорамайбыҙ. Аллаһу Тәғәлә алдында улар ҡылған доғалар нисек ҡабул булған, беҙҙекеләр ҙә шулай ҡабул булһын, тип һорайбыҙ ғына. Ошо тәғлимәттәрҙе кем инҡар итә, улар сөннәт әһелдәре түгел. Быны инҡар итеүселәр ҙур яңылышлыҡта. Ибраһим ғәләйһи сәләмде утҡа ташларға йыйынғас, уның янында Ябраил фәрештә хасил булып, ярҙам тәҡдим иткән. Ибраһим ғ.с. бер Аллаһу Тәғәләгә генә ышанам, барса эшемде уға ғына тапшырам, тигән. Ошо ваҡытта Аллаһу Тәғәлә ҡушыуы буйынса дөрләп янып ятҡан ут: “ Иң матур һәм һыуыҡ бул!” – тигән әмерҙе ишетеп, Пәйғәмбәргә теймәй. Бөтә әйберҙәр кеүек ут та Аллаһу Тәғәләгә буйһоноу сәбәпле, яныуын туҡтата.

Үҙен төрлө тимер ҡоршауҙарға төрөп мин көслө тигән берәүҙе үҙенең ваҡыты еткәс бәләкәй генә серәкәй танауына инеп, һәләк итә. Ошо бәләкәй генә мәхлүҡ йән уның мейеһенә инеү менән ҡот осҡос ауыртыу кисерә һәм башыма утын менән һуғығыҙ, тип бойора. Ошо ингән серәкәйҙе бер нисек тә үлтерә алмайынса башын яра һуҡҡас, турғай саҡлы серәкәй килеп сыҡҡан. Ошо риүәйәт аша Аллаһу Тәғәлә һабаҡ бирә. Бәләкәй генә бөжәк кешенең мейеһен ашай алмаҫ ине Аллаһу Тәғәләнең ҡөҙрәте булмаһа. Күп кешеләрҙең кеме шик-шөбһәлә ҡала, кеме әүлиәләргә, кирамәттәргә ышанмай. Улар ислам динендә йәшәйбеҙ икән тигән аңһыҙ бәндәләр. Ахрызаман мөьминдәренә, әйтеп үткән сөннәттә булыусыларға йөҙҙәрсә, меңдәрсә сауап. Ахрызаман мөьминдәренә бирелгән сауапҡа ҡыҙығып: “Ниңә шул заманда тыумағанбыҙ икән!” – тигән сәхәбәләр ҙә булған. “Һеҙ минең тоғро юлдаштарым, ә ахрызаман мосолмандары минең һөйөклө өммәтемдәндер, -тип яуап ҡайтарған Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.).– Ни өсөн тап улар һөйөклө ҡолдар? Һеҙ минең күреп, шаһит ҡылып, мосолман булдығыҙ. Улар мине күреүҙән мәхрүм булып та имандары ныҡ ине”.

Дини кешеләр араһында ла юлдан яҙҙырырға теләгән бәндәләр бар. Улар Пәйғәмбәр әфәндене (с.ғ.с.) ябай бәндә итеп күрһәтергә тырыша. “Мине Аллаһу Тәғәләгә уртаҡ итмәгеҙ. Мин уның хаҡ Пәйғәмбәре һәм ҡоло,” – тигән Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.). Хатта фәрештәләр уға салауат әйтә, һеҙ ҙә салауат әйтегеҙ. Был Аллаһу Тәғәләнән һеҙгә төшкән фарыз ғәмәл. Туранан-тура бойороғо. Был донъяла Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) сөннәтенә буйһонһағыҙ, иншалла, Әхирәттә Аллаһу Тәғәлә Пәйғәмбәренең (с.ғ.с.) шәфәғәтен насип итер. Беҙ Аллаһу Тәғәләнең көсһөҙ, ғәзиз ҡолдары Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) шәфәғәте менән йәшәйбеҙ. Шуның өсөн Пәйғәмбәребеҙҙе (с.ғ.с.) хөрмәт итмәгән кешеләр – ваһһабиттар менән аралашыу түгел, уларға хатта яҡынлашырға ла ярамай. Аллаһу Собханә Тәғәлә барығыҙға ла тура юлды күрһәтһен! Аҙған бәндәләрҙе лә тура юлға күндерһен!”