Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Журнал уҡыусылар ижады

Харис Сәғитов

Тәүге ямғыр

Күк ҡабағы тишелгәндәй булды,

Йәшендәре күкте күкрәтте.

Шыбыр-шыбыр яуған яҙғы ямғыр

Тәбиғәтте тағы йәшәртте.

 

Тымды ямғыр. Ҡояш йылмайыуын

Әйтерһең дә, көтөп торғандар:

Сыр-сыулашып ҡыйыҡ аҫтарынан

Күтәрелде шаян турғайҙар.

 

Ҡабындымы йәшлек ялҡындары:

Балҡыны, күр,

                               йәйғор нағышы.

Әлүктән үк өтә бәғеремде

Үткән-киткән яҙҙар һағышы.

 

Мин китмәмен

Мин китмәмен. Әйләнермен бары...

                                         Р. Бикбаев

Мин китмәмен.

Һуңғы минуттарҙы

Һанаһа ла ғүмер сәғәтем.

Ҡара тупраҡтарға әйләнермен...

Елдәр менән осмам сәбәпһеҙ.

 

Мин ҡалырмын инде ошо ерҙә

Бер ҡарыштай урын табылһа,

 

Ейәнсәрҙәр тарафынан әгәр

Ҡартатай тип иҫкә алынһам.

 

Мин китмәмен. Һеҙҙең менән ҡалам.

Туҡтағансы хәтер сәғәте.

Ҡара тупраҡтарға әйләнмәҫмен,

Елдәр менән осмам сәбәпһеҙ.

 

Юнир АҘНАҒОЛОВ

Көтөп торсо, ваҡыт, саҡ ҡына

Тыуған ауылым,

                               изге атай йорто...

Тулҡынланып ҡапҡа асамын.

Хужа түгел ваҡыт

                               шул мәл миңә,

Йылдар аша кире осамын.

«Ни хәл, балам, нисек

                               ҡайтып еттең?» –

Әсәй мине шулай ҡаршылай.

Бала ғына булып

                               баҫып торам,

Өндәшкәндә әсәй гел шулай.

Әйтерһең дә,

                               мин олатай түгел,

Сәстәремә ҡарҙар яумаған.

Йылдар йөгө,

                               юлдар туҙандары

Маңлайыма эҙҙәр һалмаған.

Ишек алды – үҙе сихри донъя,

Һин шаһиты бала сағымдың.

Ергә баҫтым һиндә

                               беренсе ҡат,

Беренсе ҡат һиндә абындым.

Ялан аяҡ баҫһам үләнеңә,

Арыуҙарым осоп юғала.

Атай йорто һаман

                               бишек миңә

Иҫән саҡта әсәй донъяла.

«Әйҙә, балам, сәй эсәйек,» –

                               тиеп,

Әсәй мине өйгә саҡыра.

Ниндәй ғәжәп – мин бит

                               бала ғына,

Көтөп торсо, ваҡыт,

                               саҡ ҡына.

               

Юҡһыныу

Бер яңғыҙым. Шомло тынлыҡ.

Тик уйҙарым – тоғро кәңәшсе,

Өҙгөләнәм ниҙер етмәгәндәй,

Ниңә шулай? Күңел, әйтһәңсе!

Көн дә әйткән шаян

                               һүҙҙәр ҡайҙа?

Шат йылмайыу ҡайҙа

                               юғалды?

Ниңә бөгөн йәшәү

                               туҡтағандай?

Бөтәһе лә һүҙһеҙ тын ҡалды.

Шәмемдең дә нуры  

                               ҡайтҡан һымаҡ

Ҡараңғылыҡ һиҙәм бүлмәмдә.

Гел юҡһынып йөрәк

                               ниҙер эҙләй,

Һин булмаһаң шулай эргәмдә.

Мирсәйет ҠЫЛЫСОВ

Һин – минең киләсәгем

Мирсәйет ҠЫЛЫСОВ һүҙ.

Юлай ҮҘӘНБАЕВ муз.

«Хушығыҙ хыялдарым» спектаклендә финал йыры

 

Тормошом юлында, яңғыҙым ҡалғанда

Осор ҡанаттарым, арманһыҙ талғанда

Тик һин мине күрҙең, хәлкәйемде һиҙҙең,

Һин яныма килдең, һин миңә ҡул бирҙең.

Таңдарҙың нурҙарын һиндә генә күрәм,

Күңелем наҙҙарын һиңә генә бирәм.

Һин бит минең генә ярһып килгән яҙым,

Һин бит минең генә яҙмыш биргән наҙым.

Ҡушымта:

Һин минең ҡояшым, һин минең нурҙарым,

Һин минең һағышым, һин йырлар йырҙарым.

Яҙмышым томанын тараттың нур булып,

Тормошом ялғанын тараттың йыр булып.

Киләсәк көндәрем һиндә генә күрәм.

Киләсәк яҙмышым барын һиңә бирәм,

Киләсәк ғүмерем – ярһып килгән яҙым,

Һин һуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым.

Йәшлек атыма

Әле килеп йәшлек толпарымдың

Алтын эйәрҙәрен һалдырҙым.

Осҡан саҡтың иҫтәлеге итеп,

Көмөш йүгәнкәйен ҡалдырҙым.

 

Китте сабып саптарҡай атҡайым,

Кемдер атланыр ҙа, мин түгел.

Ваҡыт биргән сик һыҙығын үттек, –

Һин моңайма, хыялый күңел.               

Эй атҡайым, кешнәү ауаздарың

Ишетелә йәшлек үренән.

Үкенһәң дә, илап үтенһәң дә,

Һиңә ҡайтып булмай киренән.

 

Толпарымдың көмөш йүгәнкәйен

Элеп ҡуйҙым өйөм түренә.

Ҡулға алып сылтыратҡанымда

Йәшлек ҡайтыр кеүек күренә.

 

Онотмасы мине, йәшлек атым,

Үкенерҙәй юлдар үтмәнек.

Хәтәр һуҡмаҡтарҙан үткәндә лә

Үҙебеҙҙе кәм-хур итмәнек.

 

Йәшлек дуҫтарыма

Һаҡмар буйында...

                                     минең уйымда–

Аттар еләләр, ҡыҙҙар ял тарай,

Йәшлек атҡайым-тоғро дуҫҡайым

Ниҙер әйтергә мөлдөрәп ҡарай.

 

Эңер йөҙөндә усаҡ яҡтыра,

Алыҫ-алыҫтан мине саҡыра.

Йәшлек дуҫтарым унда йыйылған,

Утын йыяйым, мин дә барайым.

 

Шатлыҡлы йөҙҙәр, һатылмаҫ күҙҙәр –

Таңғы ысыҡтай ихлас саф һүҙҙәр.

Осрашыу менән мине ҡотлайҙар,

Туғай буйында аттар уртлайҙар.

 

Ҡайҙа булдың тип минән һорайҙар

Йәлләп тә ҡурҡып, миңә ҡарайҙар.

Яуап бирә алмай, ҡаттым урында,

Йыйған утыным төштө ҡулымдан.

 

Дуҫҡайҙар минең шул уҡ малайҙар

Көлөп-йылмайып, ҡулдар болғайҙар.

Төндө иңрәтеп, уфтанып ҡуйҙым,

Хатта бер мәлгә аңымды юйҙым.

 

Әллә уяулы килеш һаташам,

Ғүмер ағышын бороп маташам.

Башҡайым эйеп, киттем юлымдан,

Көмөш югәнкәй төштө ҡулымдан.

Әсәйемдең алтын ҡулдары

Бәлә ҡазаларҙан йолоп ала   

Үткән саҡта тормош юлдарын.

Мин бөгөн дә һиңә мохтаж әле,

Әсәйемдең алтын ҡулдары.

 

Ғүмер уҙған һайын һағындыра

Ғәмһеҙ сағым – сабый йылдарым...

Башым ҡуйып, наҙын тойғом килә

Әсәкәйемдең алтын ҡулдарын

 

Ҡай саҡ һағыштарҙан тартылғанда

Күңелемдең нескә ҡылдары,

Фәрештәләр аша мине һөйә

Әсәйемдең алтын ҡулдары

 

Әсәләрҙең алтын ҡулдарынан

Башлана бит ғүмер юлдары,

Ҡояш  нурҙарынан бөйөгөрәк

Әсәләрҙең АЛТЫН ҡулдары!

Зәкиә Юнысбаева 

Өләсәйем

Өләсәйем уттай һылыу ине

Баҙлап йөрөр ине көноҙон.

Атлас матур күлдәктәрен кейеп,

Яҙып бәйләп кизе яулығын.

 

Бармаҡтары һайын көмөш йөҙөк,

Беләктәрҙә – көмөш беләҙек.

Сәстәренә үргән сәсүргесте

Көмөш тауышынан беләмен.

 

Кәйпәләтеп атлап киткәнендә

Сыңлап китер ине сулпыһы.

Улар сыңы ҡолағымда ҡалды,

Күңелемдә ҡалды юҡһыныу.

 

Ҡайҙан килгән һиңә шундай зауыҡ,

Шундай күркәм инең, өләсәй?

Һинән ҡалған сихри моңдарыңды

Хәҙер балаларға өләшәм.

 

Ынйы-мәрйен аҡ ҡарҙар

 Зәңгәр күктән яҡтылығың сәсеп,

Ҡояш апай тора нурланып.

Ыуыҙ ҡарҙар ялтырашып ята,

Уның нурҙарына сорналып.

 

Әйтерһең дә, ап-аҡ ҡарҙар түгел,

Ынйы-мәрйен ергә түгелгән.

Шундай сағыу итеп йымылдайҙар,

Алып таҡсы беҙҙе, тигәндәй.

 

Иҫем китеп ҡарап торҙом әле,

Ошо мөғжизәгә таң ҡалып.

Күңелемдә ошо шиғыр тыуҙы,

Яҙмайынса түҙә алманым.

 

Баймағым

Ирәндеккәй тауҙың итәгенә

Һыйынып та ята Баймағым.

Талҡаҫ күлең үҙе бер мөғжизә,

Шифаханаң тора нурланып.

 

Сит тарафтан килә халыҡ бында,

Эсер өсөн башҡорт ҡымыҙын.

Йән-тәненә сихәт, ҡөҙрәт ала,

Ҡояшына уның ҡыҙынып.

 

Ҡала үҫә, матурлана бара,

Иман йорто тора саҡырып.

Ситтәр килһен бары ҡунаҡ булып,

Үҙ иленә ҡайтһын ял ҡылып.

 

Һоҡланмай һуң һиңә кемдәр генә,

Тыуған яғым – ғәзиз төйәгем.

Һаҡмар һыуың, Ирәндегең данлап,

Дөп-дөп тибә ҡайнар йөрәгем.

 

Һаҡмар йылға буйлап теҙелешкән,

Күркәм йортло матур ауылдар.

Кешеләре дәүкәр-тәүәккәлдәр,

Әйтерһең дә, тыуған дауылда.

 

Әүлиәләр, мөғжизәләр иле

Эй, һөйөклө ғәзиз Баймағым.

Йәнтөйәгем – тыуған ерем минең,

Һоҡланырлыҡ гүзәл, һай яғым.

 

Даның етте хатта сит ерҙәргә,

Таланттарың менән, Баймағым.

Ҡурай моңо яңғырап та торһон,

Йыр-бейеүгә моңға бай яғым.

 

Хоҙайымдың биргән был бүләген

Оло мөғжизәгә тиңләйек.

Быуын-быуындарға күсә килһен,

Сит-яттарға ғына бирмәйек.