Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Бер минутлыҡ әңгәмә

Нисек, ҡәләмдәш, йәйгә пландарың?

Сәрүәр Ғәләүетдинов,

шағир, Бөрйән районы:

Әҙәбиәт йылында йәйге пландарым йырып сыҡҡыһыҙ. «Ауылым тарихы – халҡым тарихы» исемле китабымды Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына үҙнәшер менән Учалыла сығарырға әҙерләп бирҙем. Йыйынтыҡҡа ауылдың тарихы, арҙаҡлы шәхестәре, уңғандары һәм Беренсе Донъя һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәбәрһеҙ юғалған, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар тураһында мәғлүмәт бирелә. Йыйнап ҡына әйткәндә, китапта ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө сағылдырыла.

Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары менән ауылдарҙа әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыу һәм Бөрйән районы ауылдарында ла бындай сараларҙа ҡатнашыу көтөлә. Бынан тыш өй тирәһендә емеш-еләк, йәшелсә үҫтереү, йорт-ҡураны рәтләү эштәрен атҡараһы бар. Быйыл көҙгә үҙемдең юбилей кисәһен дә үткәрергә йыйынам.

 

Айгөл Иҙелбаева,

Баймаҡ ҡалаһы:

– Мин әлеге ваҡытта үҙемдең ижади процесты өс өлөшкә бүләм: үҙемдеке, үҙем етәкләгән «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһенеке һәм районыбыҙҙа яҙышҡан йәштәрҙеке. Шуға ярашлы, эшемде лә ошо өс йүнәлештә алып барам.

 

Шәхси ижадым буйынса. Аллаға шөкөр, 5 йыл туплаған шиғырҙарымды һәм балалар өсөн әҫәрҙәремде яҙ айҙарында «Китап» нәшриәтенә алып барып тапшырҙым. Хәҙер һөҙөмтәһен көтөргә ҡала инде. Әммә китап ҡасан сыға тип көтөү юҡ, шөкөр, Әҙәбиәт йылы уңышлы килә, шиғыр, йырҙарым шауҙырлап ҡойолоп ҡына тора. Йәй айҙары ла ошо матур тулҡында үтер, тип өмөтләнәм.

 

«Йәнгүҙәй»ҙәргә килгәндә, уларҙың «Ирәндек гәүһәрҙәре» тип аталған икенсе йыйынтығын әҙерләйем (тәүгеһе 2009 йылда баҫылғайны). Моғайын, йәй айҙарына ул үҙебеҙҙә донъя күрер һәм көҙгә табан уның исем туйын туйларбыҙ, тип ышанам.

 

Өсөнсө йүнәлешем – йәштәр. Мәғлүм булыуынса, республика буйынса «Әҙәби нағыш» фестивале йәнле генә бара. Йәй аҙаҡтарында уны ҡабул итеү буйынса сират беҙгә етәсәк. Шуға күрә февралдән алып был эшкә ихлас тотондом. Был йәһәттән «Бәйләнештә» селтәренең булыуы ныҡ ярҙам итә. Сөнки матбуғат аша мөрәжәғәт итеп кенә халыҡтың, бигерәк тә үҙҙәренең ижадына битараф булған йәштәрҙең, йөрәгенә барып етеүе ҡыйын. Был реклама булып яңғырамаһын. Ысынлап та, ошо селтәрҙә үҙемдең («Устарыңа шиғыр яҙғым килә...») һәм «Йәнгүҙәй» әҙәби-ижад берекмәһенең төркөмдәрен булдырҙым. Халыҡ бик әүҙем уҡый, баһа ҡуя. Әлбиттә, фекер яҙырға берәү ҙә яратмай. Шулай ҙа «йөрәк» – лайк баһаларын да ҙур итеп ҡабул итәм. Тимәк, йөрәк ҡылдарын сирткәндер, тип ҡыуанам.

 

Унан, Баймаҡ ҡалаһында йәшәһәм дә, уның ауыл яғында торабыҙ беҙ. Баҡса үҫтереү кеүек ауыл мәшәҡәттәре лә беҙгә ят түгел. Йәй буйына шунан сыҡмайбыҙ балалар менән. Шулай ҙа Әҙәбиәт йылында яҙыусыларҙың ижади эшмәкәрлеге йәйге каникулға китмәҫ, тип уйлайым, төрлө сараларға саҡырырҙар, ҡатнашырға теләк бар.

 

Раят Вәлиев,

Межгорье ҡалаһы:

Ҡыш буйы ижади илһам менән йәшәлде: «Цех» тигән күләмле сәсмәүер тамамланым. Цех, тимәк, металлургтар тормошо... Хәҙер бына «Ағиҙел»дәге ағайҙар әҫәрем хаҡында ни әйтерҙәр, тип борсолоп та алғылайым.

Йәмәғәт эштәренән дә ситләшмәҫкә тырышам. Мәҫәлән, быйыл июндең һуңғы шәмбеһендә Ғафури районының Ташбүкән ауылында кирәй-ҡыпсаҡ башҡорттарының бишенсе йыйыны уҙғарыла. Унда миңә гер күтәреү ярышын ойоштороу йөкмәтелде. Шулай уҡ Вәлиевтар шәжәрәһен алып барыу ҙа – минең елкәлә. Сөнки боронғо Вәли, Мәҡсүт олатайҙарыбыҙ ХVIII быуат баштарында нәҡ Ташбүкәндән Алатау моронондағы Хәйбулла (халыҡ телендә – Һаралы) ауылына күсенгәндәр. Үкенескә күрә, хәҙер был ауылда унлап ҡына өй ҡалған, Белорет яғынан да, Красноусол тарафтарынан да әҙәмсә юл юҡ. Тирә-йүндә урман массивтары була тороп та, ни Хәйбулла, ни Баҡый төбәгендә, исмаһам, бер лесник йә егерҙы осратмаҫһың. Маҡар, Егәҙе, Ташлы лесничестволары был хаҡта уйлап та бирмәйҙәр, буғай, уйлаһалар, шикле ойошмаларҙың урмандарҙы тәләфләүенә аҙмы-күпме сик ҡуйылыр, өҫтәүенә, яҡташтарым «беҙҙе лә онотмайҙар бит әле» тип ҡупайырҙар ине.

Киләһе ярты йыллыҡҡа «Ағиҙел»гә ихлас күңелдән яҙылдым. Һеҙҙе лә, хөрмәтле замандаштар, журнал менән бергә йәшәүегеҙҙе теләйем.