Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр - Үтәбай

«Башҡорт рухлы урыҫмын...»

Лев Толстой үҙенең «Тәүбәгә килеү» («Исповедь») тигән автобиографик әҫәрендә Һамар губернаһының Кәрәлек башҡорттары араһында булыуы хаҡында яҙа. Уны бында бик ауыр кисерештәр алып килә. Ғүмеренең был осоронда яҙыусы йәмәғәтселеккә, сиркәүгә, батшалыҡҡа протест белдереп, сиркәүҙән һәм яҙған әҫәрҙәренән баш тартып, хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыр сиккә етә. Башҡорттар араһына ул ҡайныһының тәҡдиме буйынса ҡымыҙ эсергә, һаулығын нығытырға тип 1862 йылдың май аҙағында килә. Кәрәлек буйында ул барлығы ун тапҡыр була.

Әйтергә кәрәк, автобиографик әҫәрендә яҙыуынса, тап башҡорттар араһында булыу Лев Толстойҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйынан ҡотҡара ла инде. Дуҫы шағир Фетҡа яҙған хатында ул шулай ти: «Һоҡланғыс матур төбәк, үҙенең йәше, байлығы, һаулығы һәм бигерәк тә ябайлығы, халҡының боҙолмағанлығы буйынса әле сафлығын юғалтмаған ҡыҙ кеүек кенә. Һөт менән туҡланыусы скифтар хаҡында ентекле итеп яҙған Геродотты уҡыйым. Улар араһында үҙем хәҙер йәшәйем дә инде. Башҡорттарҙан Геродотлыҡ аңҡый...»

Башҡорттар араһында йәшәп, кире тормошҡа һәм ижадҡа ҡайтҡан әҙип үҙенең бар донъяға танылған «Һуғыш һәм солох» романына тотона.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын быйыл тамамлаусы Ырымбур ҡалаһы егете Вячеслав Чернев менән осрашып, оҙайлы әңгәмәләшеү Лев Толстойҙың нәҡ шул автобиографик әҫәрен иҫкә төшөрҙө лә инде. Ни өсөн тигәндә, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныуын һәм махсус рәүештә башҡорт телен өйрәнә башлауын Вячеслав тормошоноң тәрән мәғәнәле сәхифәһенә, яҙмышын ҡырҡа боролошҡа алып килеүсе шатлыҡҡа тиңләй. Тағы ла шуныһы: өс сәғәткә яҡын барған әңгәмәлә Вячеслав килтерелгән миҫалдарҙан, цитаталарҙан, репликаларҙан тыш урыҫса бер һүҙ ҙә әйтмәне. «Ағиҙел» журналында Вячеслав Чернев ҡунаҡта булып китте. Башҡорт теле, халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәтебеҙ, башҡорт менталитеты, хәҙерге заман проблемаларыбыҙ хаҡында өс сәғәткә яҡын барған ҡыҙыҡлы әңгәмәлә ул (килтерелгән миҫалдарынан, цитаталарҙан, репликаларҙан тыш) телмәрендә бер урыҫ һүҙе лә ҡулланманы. Уның менән булған әлеге әңгәмәне уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәм. Вячеслав Чернев 1994 йылдың 11 декабрендә Ырымбурҙа тыуған. БДПИ-ға уҡырға килгәнсе Ырымбур дәүләт университетының роман-герман телдәре факультетында белем алған.

 

– Вячеслав, һин ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында башҡорт йәмәғәтселегендә танылыу яулап өлгөрҙөң. Быға һин ҡайһы бер башҡорттар үҙҙәре лә илтифат итеп бармаған башҡорт теленә ҡарата булған ихтирамлы мөнәсәбәтең менән өлгәштең. Бик хуп. Һәр бер йорттоң нигеҙе, йылғаның сығанағы булған һымаҡ һинең башҡорт телен өйрәнә башлауыңа нимә сәбәпсе булды? Һәр хәлдә, осраҡлы ғына йә булмаһа, башҡа эшең булмағандан ят телде өйрәнә башламайһың инде ул...

– Тормош һәр төрлө осраҡлыҡтарҙан торһа ла, башта үҙең өсөн ят булып тойолған телде өйрәнә башлау осраҡлы булмайҙыр ул. Ни өсөн тигәндә, төрки телдәре менән мин ун бер йәшемдә үк махсус рәүештә мауыға башланым. Милләте буйынса татар Ихсанова Флүрә Ҡасим ҡыҙы Ырымбурҙың мин белем алған мәктәптә математиканан уҡыта ине. Математика фәнен яратҡас, мин уның өҫтәмә дәрестәренә йөрөй башланым һәм татар теле менән дә ҡыҙыҡһынып киттем. Уҡытыусым миңә «Татарса һөйләшергә өйрәнеү» китабын да биргәйне. Сприпкала уйнарға ла өйрәнә инем. Шул саҡта ҡулыма ноталар йыйынтығы килеп эләкте. Йыйынтыҡ ике телдә ине. Бер яғында урыҫ телендә яҙылһа, икенсе яғындағы яҙыуҙы ниндәйҙер төрки телдә икәнлеген асыҡланым. Был төрки телендәге «ҙ», «ҫ» хәрефтәренә иғтибар иттем. Флүрә Ҡасим ҡыҙы йыйынтыҡтың икенсе теленең башҡорттоҡо икәнлеген әйтте. Шунан яйлап башҡорт теле тураһында мәғлүмәт туплай башланым. Иң тәүҙә «Башҡорт википедияһы» менән таныштым. Ул ваҡытта был википедияла 300-ләгән генә мәҡәлә бар ине. Тора-бара мин «Башҡорт википедияһы»ның хакимы, йәғни администраторы булып киттем. Хәҙерге ваҡытта википедияла 34 меңдән ашыу мәҡәлә бар.

– Һин белем  алған педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға килеүсе ҡаҙаҡ егеттәре һәм ҡыҙҙары 2-3 ай эсендә башҡорт телендә иркен аралашырға, һөйләшергә өйрәнә тиҙәр. Әлбиттә, бында уларҙың телгә тиҙ өйрәнеүендә ҡаҙаҡ һәм башҡорт телдәренең яҡынлығы булышлыҡ итәлер, икенсенән, уларҙың факультетта белем алыусы башҡорт йәштәре менән бер тел мөхитендә аралашып йәшәүе лә ҙур роль уйнайҙыр. Ә бына башҡорт тел мөхите үтә һирәк булған Ырымбур ҡалаһында йәшәп һәм уҡып, һин нисек итеп ҡыҫҡа ғына арала башҡорт телендә һөйләшергә, уҡырға-яҙырға өйрәндең һуң?

– Мин башҡорт телен өйрәнеүгә теория аша килдем. Был маҡсатымды тормошҡа ашырыуымда «Башҡорт википедияһы» ҙур таяныс булды. Башҡорт теле грамматикаһын Интернеттан алдым да, шундуҡ википедияға мәҡәләләр яҙа башланым. Иң башта грамматикам ныҡ аҡһағас, бер нисә мәҡәләмде юйҙылар. Һуңынан мәҡәләләремде төҙәтә башланылар, юймаҫҡа тырыштылар. Был миңә үҙемдең хаталарымдан ҡотолорға ярҙам итте. Башҡорт теленең төҙөлөшөн, уның асылын ошо рәүешле төшөнә башланым. 500-се мәҡәләм унда инглиз теле хаҡында булды. Тәүге осорҙа мәҡәләләр яҙғанда бар иғтибарымды грамматикаға йүнәлтеп, уларҙың йөкмәткеһенә айырата иғтибарым аҙ ине. Хәҙер иһә, ике йәһәттән дә камиллашыу өҫтөндәмен.

– Татар телен белгән башҡа милләт вәкилдәре, бигерәк тә урыҫтар, сыуаштар, мариҙар татар телен өйрәнеү башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарағанда еңелерәк булыуын әйтәләр. Быны улар башҡорт телендәге әйтелеше үҙҙәре өсөн ауыр бирелгән үҙенсәлекле «ҙ», «ҫ», «ҡ», «һ», «ғ» өндәренә бәйләп аңлата. Бына һинең, татар телен дә яҡшы белгән кеше булараҡ, был мәсьәләгә ҡарата фекерең нисегерәк? Башҡортсаға өйрәнеү, ысынлап та, ауырмы ни?

– Ике телде лә өйрәнгән кеше булараҡ, мин был фекер менән килешмәйем. Башҡорт телендә һәр бер өн, фонема графикала сағылыш таба. Был телдә «уы» өнөнән тыш, барлыҡ фонемалар өсөн үҙенсәлекле, үҙ аллы хәрефтәр бар. Шуныһы яҡшы һәм уңайлы, йәғни беҙ башҡорт телендә нисек ишетәбеҙ, шулай яҙабыҙ. Мин уҡыған университетта элекке студенттар хаҡында шундай хәлде ишетергә тура килде. Татар милләтле йәки татар тел мөхите араһында йәшәүсе башҡорт милләте вәкилдәре имтиханды татар телендә түгел, ә башҡорт телендә тапшырыуҙы ҡулай күргән. Сәбәбе – графикала. Мәҫәлән, татар телендәге өс өнлө ижек биш хәреф менән яҙыла. Әйтәйек, башҡорт телендәге «ғилми» һүҙе татарса «гыйльми» тип яҙыла. Башҡорт телендә иһә «ғилми» һүҙенең әйтелеше менән яҙылышы тулыһынса тап килә.

– Бынан сығып нимә әйтмәксе булаһың: татар телен өйрәнер өсөн күп һандағы ҡағиҙәләрҙе, уларға бәйле иҫкәрмәләрҙе ятларға, уларҙы иҫтә ҡалдырырға кәрәк тиһеңме?

– Нәҡ шулай. Ә башҡорт телендә, алда әйткәнемсә, асылда, нисек ишетәбеҙ, шулай яҙабыҙ. Беҙҙең башҡорт телендә лә иҫкәрмәләр бар, әммә улар бик күп түгел.

Тел ғилеме, нисек кенә булмаһын, совет иле сәйәсәте аҫтында үҫешкән. Шуға күрә был сәйәсәтте үткәреүселәр телдәрҙе өйрәнеү үтә еңел булмаһын өсөн ҡайһы бер хәрефтәрҙе халыҡтарҙың алфавитына индермәй ҡалдырған. Әзербайжандар, мәҫәлән, Сталин үлгәндән һуң «ц», «щ», «е», «ю», «я» хәрефтәрен алфавиттарынан алып ташланы һәм 1954 йылдан башлап уларҙың графикаһы фонетикаға тулыһынса тап килде. Беҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай реформа булманы. Әхмәр ағай, һиңә лә бер һорауым бар: минең телевидение аша алып барған «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ» тапшырыуҙарын ҡарап барҙыңмы? Улар хаҡында ниндәй фекерҙәрең бар?

– Һинең был тапшырыуҙарыңдың уңышлы яғын мин шунда күрҙем: башҡорт теле нигеҙҙәрен һин төрлө милләт вәкилдәренә төшөндөрөргә тырыштың һәм улар туған телебеҙҙе үҙҙәренең туған телдәре менән сағыштырып өйрәнде. Минеңсә, һинең был тапшырыуҙарыңдың уңышы шундалыр тием: һин уларҙы башҡа милләт вәкиле булараҡ, башҡорт телен өйрәнеүҙең төп ауырлыҡтарын һәм нескәлектәрен үҙ практикаңда үтеп әҙерләгәнһең. Әйтәйек, башҡорт кешеһе өсөн бындай нескәлектәр һәм проблемалар бөтөнләй таныш түгел. Сөнки уға туған теле әсә һөтө менән бергә һеңешә, тыуып үҫкән мөхите уны үҙенән үҙе шул телдә һөйләшергә өйрәтә.

Атаҡлы ҡурайсыбыҙ Юлай ағай Ғәйнетдинов менән ҡурай, милли асыл хаҡында әңгәмә ҡорғанда («Ағиҙел», 2014, 11-се һан, «Баҡыр алтындың варианты була алмай...») шундай фекер әйткәйне: «Ҡайһы берәүҙәр, ҡурай беҙҙең музыка ҡоралы, тип сәхнәгә сығып уйнай, китаптар, энциклопедиялар, белешмәләр сығара ул. Әммә уны нисек кенә үҙләштереп маташмаһындар, ниндәй генә китаптар сығарылмаһын, барыбер ҙә ысынбарлыҡтан китеп булмай. Сөнки ҡурай үҙенең башҡорт ерлегенән башҡа ҡурай түгел. Ҡурайҙы ерлегенән айырһаң, ул биш тишекле һыбыҙғы ғына. «Ерлек» тигән һүҙ үҙенә бик тәрән мәғәнә һыйҙыра. Ерлек – ул беҙҙең тарих, көйҙәребеҙ, ул беҙҙең меңәр йылдар һуҙымында тарихыбыҙҙы, йырҙарыбыҙҙы хәҙергегә килтереп еткергән данлыҡлы ҡурайсылар. Беҙ уларҙың исемдәрен беләбеҙ. Башҡа халыҡтар иһә, был беҙҙең ҡурайсыбыҙ, тип бер кемде лә әйтә алмай, уларҙың ҡурайҙа уйнай торған көйҙәре лә юҡ…» Тағы ла «Башҡорт халыҡ йырын башҡарыр өсөн кәмендә башҡорт булып тыуырға кәрәк», тигән Татарстандың халыҡ артисы Илһам Шакиров. Ә бит ҡурайға, башҡорт халыҡ йырына ҡарата булған ошондай уҡ рухи мөнәсәбәт башҡорт теленә лә ҡағыла. Ни өсөн тигәндә башҡорт телендәге үҙенсәлекле өндәрҙе әйтеп, шул телдә фекер йөрөтөр өсөн ошо халыҡтың тарихын, менталитетын өйрәнмәйенсә, образдарын йөрәгеңә һеңдермәйенсә, был мөмкин дә түгелдер. Йәғни башҡортса механик рәүештә генә һөйләшеп тә, фекер йөрөтөп тә булмайҙыр, тим.

Бына һин, Слава, башҡорт телен өйрәнгәндә был халыҡтың тарихын, менталитетын нисек өйрәндең? Һин башҡортса фекер йөрөтә беләһеңме? Был процестар һиндә нисек барҙы?

– Әлбиттә, мин башҡортса фекер йөрөтә беләм. Белмәгән булһам, һинең менән һөйләшә алмаҫ инем. Миңә ҡалһа, тел өйрәнеүҙең ике яғы бар. Улар: форма һәм йөкмәтке. Формаға телдең ҡағиҙәләре, нормалары, принциптары инә. Уларҙы белмәйенсә, телде тулыһынса өйрәнеү мөмкин түгел. Ә йөкмәткегә килгәндә инде, ул мөхиткә бәйле. Сөнки мәҙәниәтһеҙ тел булмай. Хатта яһалма тел булып һаналған эсперанто теленең дә үҙ мәҙәниәте бар. Хәҙер был телдә бер нисә миллион кеше һөйләшә.

Мәҙәниәтһеҙ тел булмаған кеүек, тарихһыҙ мәҙәниәт юҡ. Шуға күрә башҡорт телен өйрәнгәндә мин башҡорт халҡының тарихын да өйрәндем. Сөнки тел йөкмәткеһе тарихҡа үҙенән үҙе өйрәтә, ул һуңыраҡ килә. Телде өйрәнер өсөн тарихты махсус өйрәнеү ҙә кәрәкмәй хатта. Тарихтың образдарын белер алдынан беҙ телдең төҙөлөшөн белергә тейешбеҙ. Тел тарихтан айырылғыһыҙ.

– Мин, мәҫәлән, Баймаҡ ерлегендә, башҡорт теле мөхитендә тыуып үҫһәм дә, үҙ телмәремдә урыҫса һүҙҙәрҙе ысҡындырам һәм, үҙемде нисек кенә контролдә тотһам да, бынан ҡотола алмайым. Был – башҡорт телле башҡорттарҙың күбеһенә хас сифат. Ә бына, һин, Ырымбур ҡалаһының урыҫ теле мөхитендә тыуып үҫһәң дә, башҡортса аралашҡанда бер урыҫ һүҙе лә әйтмәйһең. Үҙеңде нисек контролдә тотаһың? Таҙа башҡортса һөйләшеүеңдең сере нимәлә?

– Телдең асылы менталитетта һәм уй-фекер ҡалыптарындалыр. Уй-фекер ҡалыптарын ҡабул итмәйенсә, һин теге йәки был телдә һөйләшә алмайһың. Был йәһәттән минең шундай кәңәшем бар: ниндәй телдә һөйләшәһегеҙ, шул телдә уйларға тейешһегеҙ. Мин, мәҫәлән, урыҫса һөйләшкәндә – урыҫса, башҡортса һөйләшкәндә башҡортса уйлайым. Был – үҙенән үҙе килеп сыҡҡан хәл. Мин барлығы 8 телдә иркен аралашам, 15 телде уртаса беләм, тип әйтә алам, ә ябай һорауҙарға яуап бирерлек кимәлдә белгән телдәремдең һаны – 28.

– Мәсьәлә асыҡлана төшә. Әйтәйек, һин башҡорт телен иң башта уҡ сит тел булараҡ өйрәнә башлағанһың. Ә Рәсәй шарттарында йәшәгән башҡорт кешеһе өсөн урыҫ теле сит тел түгел, ә бала саҡтан, балалар баҡсаһына, 1-се класҡа уҡырға барғандан алып туған тел менән йәнәш өйрәнелгән параллель, халыҡ-ара аралашыу теле. Тап шуның кеүек әгәр ҙә мин һин башҡорт телен өйрәнгән кеүек, әйтәйек, инглиз йә немец телдәрен өйрәнә башлап, телмәремдә немец, инглиз телдәре араһына башҡорт һүҙҙәрен ҡатыштырып һөйләһәм, әйтәйек, «гутен так», урынына «гутен иртә» тип әйтһәм, бик мәрәкә һәм мәғәнәһеҙ бер телмәр килеп сығыр ине. Һинең таҙа итеп башҡортса һөйләшә алыуыңдың бер сере ошонда ла ята буғай. Икенсе бер һорауым: һиндәге полиглотлыҡ нимәнән килә? Һәләттәнме, әллә хәтерҙәнме?

– Минеңсә, бында һәләттән һәм хәтерҙән бигерәк иң мөһиме теләк кәрәк. Теләк булмаһа, тел өйрәнеп тә, һүрәт төшөрөп тә, ғөмүмән, бер нәмә лә эшләп булмай. Ә башҡорттарҙың үҙ телмәрендә урыҫ һүҙҙәрен ҡулланыуға килгәндә был совет осороноң һөҙөмтәһе. Ишетеүемсә, совет осоронда хатта тик башҡорттарҙан ғына торған коллективтарҙа ла йыйылыштарҙы урыҫ телендә үткәргәндәр. Шуға күрә лә башҡорт кешеһенең урыҫса фекерләгәне һиҙелеп тора. Мәҫәлән, «Һин башҡорт теле буйынса белгес булып китәһеңме?» тип минән башҡорттар һорай. Ошо һөйләмдә нимә тәбиғи түгел, тип иҫәпләйһең?

– Рәсми кимәлдә булмаған даирәлә башҡорттар үҙ телмәрендә «буйынса» тигән һүҙҙе ҡулланмай шикелле ул.

– Тап шулай. Был һөйләм башҡортса «Һин башҡорт теле белгесе (башҡорт теленән белгес) булып китәһеңме?» була. Сөнки телдең буйы, арҡырыһы юҡ. Поновский тигән тел белгесе ошондай һүҙҙәрҙе «канцелярщина» тип атап йөрөткән. Ундай һүҙҙәр рәсми ҡағыҙҙарҙа күп йөрөгәнлектән беҙҙең башҡорт теленә лә көсләп индерелгән.

– «Беҙҙең башҡорт теле» тигән һүҙбәйләнешеңде ишетеүе йөрәккә май булып ятты. Һин башҡорт телендә аралашҡанда, башҡортса фекер йөрөткәндә үҙеңде ниндәй кимәлдә башҡорт итеп тояһың? Был осраҡта үҙеңдең милли асылың онотолоп торамы? Әллә башҡортса ниндәйҙер һүҙҙе әйтер алдынан фекереңде башта урыҫса уйлап тәржемә генә итәһеңме? Был бик ҡатмарлы психологик процесс, күрәһең...

– Юҡ, улай тәржемә итергә ярамай. Ярамай ғына түгел, был мөмкин дә түгелдер. Сөнки был осраҡта һинең күпселек ваҡытың һәм иғтибарың фекерләүгә түгел, ә тәржемәгә китәсәк. Был осраҡта телмәреңдең логикаһы юҡҡа сығасаҡ, фекерең тарҡаласаҡ. Мин башҡортса һөйләгәндә, әлбиттә, үҙемде башҡорт рухлы кеше итеп тоя аламдыр. Сөнки башта әйткәнебеҙсә, фекер йөрөтөү образға, менталитетҡа һәм тарихҡа бәйле рәүештә генә килеп сыға. Әйтәйек, урам буйлап бер-ике-өс һаңғырау кеше килә икән, ти. Улар үҙ-ара ишара телендә аңлаша-һөйләшә. Улар беҙгә нисек булып күренә?

– Мәрәкә булып күренә инде. Етмәһә, улар шаяра һымаҡ, башҡа кешеләр алдында ҡыланалар һымаҡ булып күренә әле ул. Икенсенән, маймылдарҙың үҙ-ара аралашыуына, ғөмүмән, уларҙың ҡыланышына беҙ шулай көлөп ҡарайбыҙ. Минеңсә, улар тышҡы ҡиәфәте буйынса нәҡ беҙгә оҡшаған һәм беҙ булып ҡыланһалар ҙа, килеп сыҡмағаны өсөн беҙ уларҙан шулай көләбеҙ шикелле. Кем белә, бәлки, маймылдар үҙҙәре лә беҙҙән «беҙгә оҡшарға тырыша» тип көләлер?

– Тап шулай. Кеше психологияһы шулай ҡоролған. Әлбиттә, мин башҡортса фекерләһәм дә, һөйләшһәм дә, үҙемдең милли асылымдан бер ҡасан да баш тартҡаным юҡ. Урыҫ телле булһам да, сығышым ҡатмарлы булғас, үҙемде тик урыҫ ҡына тип тоя алмайым. Ҡарт ҡартатайҙарым коми халҡынан сыҡҡан. Ырымбур өлкәһенә күпләп поляктар ҡыуып сығарылғанын да беләм, тимәк миндә поляк ҡаны ла булыуы ихтимал. Шуға күрәлерме миндә милләтселек тигән тойғо бөтөнләй юҡ. Телде, милләтте һаҡларға кәрәк. Был үҙебеҙҙән тора. Милли үҙаң хәҙерге ваҡытта милли сығышҡа туранан-тура бәйле булмауы ла бар. Мәҫәлән, милли сығышы башҡорт булып та, тик урыҫса ғына фекер йөрөткән, тик урыҫ милләтенең мәнфәғәте өсөн йәшәгән әллә күпме кеше бар. Шул уҡ ваҡытта Бөрйән, Баймаҡ райондарында тик башҡортса ғына һөйләшкән һәм башҡорт милләтенең мәнфәғәте менән йәшәгән урыҫтар бар.

– Әбйәлил районындағы Мәйгәште тигән ауылға урмансы урыҫтар нигеҙ һалған, тиҙәр. Шул ауылда тыуып үҫеүсе Киселев фамилиялы бер урыҫ егете армияға барғас, ата-әсәһенә: «Һаумыһығыҙ, мин бында башҡорттарҙан бер үҙем генә хеҙмәт итәм», – тип хат яҙған. Был хәбәр йәшен тиҙлегендә бар районға таралған. Башҡорт телле урыҫтар хаҡында һүҙ барған саҡта һәр кем ошо Киселевты иҫкә төшөрә. Ғөмүмән, башҡорттар үҙҙәре менән үҙ телендә һөйләшкән башҡаларға ихтирам менән ҡарай. Башҡалар нисектер?

– Милли үҙаң кешенең тойғоларында, фекерләүендә ята. Йәғни кеше үҙен кем тип таный, шул милләттең вәкиле була ала. Шуға күрә мин үҙемде башҡорт рухлы кеше, тип әйтә алам.

Әгәр ҙә беҙ сит милләт вәкиленә башҡорт телен өйрәтергә теләйбеҙ икән, уларҙың йөрәктәрендә иң тәүҙә башҡорт милләтенә, уның тарихына һәм мәҙәниәтенә иғтибар иттереп, хөрмәт тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк. Шунһыҙ булмай. Ихтирам тойғоһо булмаһа, кеше «нимәгә кәрәк ул миңә?» ти ҙә, бынан баш тарта.

Мин практика үткән ваҡытта бер хәл булды. Үзбәкстандан килеп 9-сы класҡа барған урыҫ ҡыҙы үзбәк телен дә, башҡорт телен дә белмәй ине. 1-се дәрестә үк мин класта башҡорт телен белгәндәр өсөн изложение, белмәгәндәр өсөн диктант яҙҙырҙым. Уның менән бер партала ултырған татар ҡыҙы уға: «Нимәгә улай этләнәһең? Был тел һиңә барыбер кәрәк булмаясаҡ бит», – тине. Шулай тип әйткән ҡыҙҙы мин дәрестән ҡыуып сығарҙым. Ни өсөн тигәндә мин уҡытҡан фәнгә, башҡорт теленә уҡыусыларҙа ихтирам тыуҙырылмаһа, тик кире тойғолар ғына тыуҙырылһа, мин ундай кешене дәресемдә тота алмайым.