Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фәрит Мусин

«ЭШТЕ ҮҘЕБЕҘҘӘН БАШЛАЙЫҠ...»

(Әҙәбиәт йылы айҡанлы Күгәрсен районы хакимиәте башлығы

Фәрит Мусин менән әңгәмә)

– Фәрит Мырҙагилде улы, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан һеҙ етәкләгән районда ниндәй әҙәби-мәҙәни саралар үткәреүҙе күҙ уңында тотаһығыҙ? Ундай сараларҙың район халҡының тормош-көнкүрешен, социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуҙағы практик әһәмиәте нимәлә, тип уйлайһығыҙ?

– Ысынлап та, быйылғы Әҙәбиәт йылы барыбыҙ өсөн дә, айырыуса, Күгәрсен районы халҡы өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә. Беренсенән, барлыҡ кешелек донъяһы быйыл  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй, икенсенән, Әҙәбиәт йылы иғлан ителде һәм Күгәрсен районының барлыҡҡа килеүенә 85 йыл тула. Ошо бер йылда тап килгән өс мөһим ваҡиға айҡанлы районыбыҙҙа бик күп әҙәби-мәҙәни, спорт-һауыҡтырыу саралары үтәсәк. Уларҙы тематик яҡтан берҙәм, бер бөтөн итеп үткәреү ҙә сараларға үҙенсәлекле тон бирәсәк.Тимәк, был өс мөһим ваҡиғаның бер йылда тап килеүе лә юҡҡа ғына түгелдер. Уларҙы бергә тоташтырыусы, берҙәм итеүсе төшөнсә – ул рух. Илебеҙ халҡының ҡаҡшамаҫ рухы булмаһа, Бөйөк Еңеүгә лә өлгәшә алмаҫ инек, әҙәбиәт тә тыумаҫ ине, быйыл оло юбилейын билдәләгән районыбыҙға ла нигеҙ һалынмаҫ ине.

Әйтергә кәрәк, йыл башында йыллыҡ план ҡабул ителеп, шуға ярашлы саралар февраль айында ойошторола ла башланы. Мәҫәлән, февралдә ауыл биләмәләре араһында «Еңеү салюты» фестиваль-эстафетаһы иғлан ителде. Бөйөк Еңеүҙең 70 һәм райондың 85 йыллығына арналған был фестивалде Ялсы ауыл биләмәһе асып ебәрҙе. Эстафета талаптарына ярашлы, ауыл биләмәләре йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләй, 6 спорт төрө буйынса урындарҙа ярыштар үткәрә. Иң мөһиме: ошо рәүешле райондың төрлө ауылдарында йәшәүсе кешеләр йәнле аралаша, тормош-көнкүреш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, фекер алыша, бер-береһенең хәлен белешә, йәшәгән ауылына, донъяһына ҡарап, белмәгәнен өйрәнеп, сәмләнеп йәшәй башлай. Байрамдар, тантаналар була ла, үтә лә китә, ә бындай осрашыуҙарҙың һәм сараларҙың практик әһәмиәте тап шуға, тәжрибә уртаҡлашыуға ҡайтып ҡала  ла инде.

Күптән түгел Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына тантаналы шарттарҙа юбилей миҙалдарын тапшыра башланыҡ. Май айына тиклем 565 ветеранға иғтибар күрһәтеп, ҡотлап, түштәренә миҙалдар тағыу күҙаллана. Ә был эстафетаға 9 май көнө район үҙәгендә бөтә ауыл биләмәләре ҡатнашлығындағы Еңеү парады һәм ҙур байрам концерты менән йомғаҡ яһаласаҡ. Фестивалдең тағы ла бер әһәмиәтен билдәләп үтергә кәрәк, ул да булһа, мәҙәниәт кимәлен үҫтереү, йыр-моңға маһир һәләтле яҡташтарыбыҙҙы асыҡлау, атай-олатайҙарыбыҙҙың, яугирҙарыбыҙҙың, батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйеп,  йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү, үткәнебеҙҙе, тарихыбыҙҙы ихтирам итеү, төплө итеп өйрәнеү.

Ә Әҙәбиәт йылына килгәндә инде, районда был күркәм исемле йылға арналған байтаҡ саралар ойошторола башланы. Хатта йыл иғлан ителеп тә өлгөрмәне, мәктәптәрҙә Әҙәбиәт йылын ҡаршылауға бағышланған үҙенсәлекле саралар үткәрелде. Йыл дауамында түңәрәк даталарын билдәләгән шағир, яҙыусыларҙың ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисәләр, семинарҙар, тематик күргәҙмәләр уҙғарыласаҡ.

Районыбыҙ республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмай, төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яулай, быйыл да һынатмаҫтар, тип ышанам. Көҙгөһөн инде һәр йылдағыса күренекле йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһын тапшырасаҡбыҙ.

– Күгәрсен районы, тигәндә беҙ иң тәүҙә Зәйнәб Биишеваны, Зәйнәб Биишева, тигәндә Күгәрсен ерен, Эйек буйҙарын күҙ алдына килтерәбеҙ. Киләсәктә лә ошо төбәктә биишевалар үҫеп сыҡһын өсөн нимәләр эшләргә мөмкин, тип уйлайһығыҙ? Ғөмүмән, ижадсыны, был осраҡта яҙыусыны, махсус шарттар тыуҙырып, йыл исемдәрен Мәҙәниәт, Әҙәбиәт тип атап ҡына тәрбиәләп буламы икән?

– Һеҙҙең менән килешәм, Күгәрсен еренең – иң ҙур ғорурлығы, байлығы  ул хеҙмәт һөйөүсән һәм талантлы халҡы, айырыуса районыбыҙҙың данын күтәргән әҙибәбеҙ Зәйнәб апай Биишева, Шәһит Хоҙайбирҙин, беренсе Президентыбыҙ хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һәм башҡа күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирҙар, йырсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре. Уларҙың барыһы ла республиканың үҫешенә тос өлөш индерә.

Ғөмүмән, Күгәрсен ере кеүек матур төбәктә тыуып үҫеп тә, шиғриәткә, сәнғәткә ғашиҡ булмау мөмкин түгелдер. Сөнки, матур тәбиғәтле, күҙ ҡамаштырыр аллы-гөллө сәскәле яландары, урмандары, ҡырҙары, тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары, күҙ йәшендәй саф һыулы шишмәләре, йылғалары, хеҙмәт һөйгән кешеләре менән дан тотҡан был төбәк кешегә һүнмәҫ-һүрелмәҫ илһам бирәлер. Тимәк, киләсәктә беҙҙең төбәктә Зәйнәб апай кеүек ижадсылар тыуыр әле. Халҡыбыҙ йәшәгәндә уның күңел юғарылығын билдәләгән шағирҙары, прозаиктары, сәнғәт әһелдәре һәр саҡ буласаҡ.

Ижадсылар өсөн быйылғы йылдың әһәмиәтле булырына шигем юҡ, сөнки, был да үҙенә күрә әҙиптәребеҙгә иғтибарҙың бер төрө. Һүҙ, ҡәләм оҫталарының хеҙмәтен баһаларға, күрергә, шуның менән уларҙы яңы үрҙәргә, еңеүҙәргә, уңыштарға илһамландырырға ла кәрәк бит әле! Минең менән, моғайын да, килешерһегеҙ, һәр ижадсының – шағир булһынмы ул, яҙыусымы, журналисмы, йырсымы – үҙенең аудиторияһы була, әммә был аудиториянан тыш уның эшмәкәрлегенә етәкселек тә баһа бирергә тейеш. Шул осраҡта ғына кешегә үҫергә мөмкинлек буласаҡ. Йылдарҙың исемле булыуы иһә әҙиптәребеҙҙе борсоған проблемаларҙы билдәләргә, уларҙы дәүләт кимәлендә хәл итеүгә лә юл асалыр, тип уйлайым.

– Хәтерегеҙҙә булһа, үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Рәсәй Федерацияһының тәүге Президенты Борис Ельцин «Культура подождет» тигән үҙенең киң билдәле һүҙҙәрен әйткәйне. Был осраҡта ил башлығы иң беренсе нәүбәттә ил иҡтисадын үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡайны. Хәҙер килеп, илебеҙ иҡтисады ла йылдам үҫешмәне, кеше иғтибары ла китаптан айырылып өлгөрҙө. Нисек уйлайһығыҙ, беҙ 2015 йылды Әҙәбиәт йылы итеп иғлан итеп һуңламаныҡмы икән?

– Рәсәйҙең тәүге Президенты бөтә иғтибарын, тип әйтәйек, ил иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтте, был да шул осорҙа кәрәкле булған сәйәсәттәрҙең береһе булғандыр, тип уйлайым. Тик был күренеш кенә халыҡты китаптан айырҙы, тип әйтә алмайым. Ошо осорҙа илебеҙ халҡының иғтибары бер ни тиклем кимәлдә китаптан ситкә күскән икән, бында башҡа электрон мәғлүмәт сараларының йылдам үҫешенең дә йоғонтоһо бар.

«Әҙәбиәт – күп төрлө тауыштарҙан йыйылған ҙур оркестр ул», – тигән ҡасандыр Баязит Бикбай. Иң беренсе сиратта, халҡыбыҙҙың алтын мираҫын, классикаһын оноторға ярамай. Бергә, берҙәм булып ҡына дөйөм маҡсаттарға ынтылып йәшәһәк, билдәле ҡәләм оҫталарыбыҙ әҫәрҙәре бер ҡасан да үҙ ҡиммәтен юғалтмаясаҡ. Өҫтәп шуны әйткем килә, әҙәбиәтте үҫтереүҙе яҙыусылар, әҙәбиәт белгестәренең иңенә генә ятырға тейеш түгел, минеңсә. Иң тәүҙә эште үҙебеҙҙән башлау зарур.Үҙебеҙҙән тигәнем ул – етәкселәрҙән.

Беҙҙең төп бурыс – йәш быуынды китапҡа, әҙәбиәткә ылыҡтырыу, таланттарҙы асыҡлау, үҫтереү өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эшләү. Уҡыған кеше ниндәй шарттарҙа ла уҡый ул. Ни бары китапҡа һөйөү тәрбиәләргә кәрәк. Ә китапҡа һөйөү иң тәүҙә ғаиләлә, балалар баҡсаһында һалына. Шуға күрә, эште ошонан башлау фарыз. Баланы китап уҡыуға нисек йәлеп итергә һуң? Бына китап, ултыр, уҡы тип кенә һөҙөмтәләргә ирешеп булмай, бала менән бергәләп уҡырға кәрәк, ҡыҙыҡлы китаптар исемлеге менән таныштырырға, бала саҡта үҙең ниндәй әҫәрҙәрҙе яратып уҡының –шуларҙы тәҡдим итергә, мауыҡтырғыс урындарын һөйләп ишеттерергә кәрәк. Ғөмүмән, был юҫыҡта төрлө мауыҡтырғыс алымдар ҡулланырға мөмкин.

– «Ағиҙел» журналын район халҡына яҙҙырыу буйынса ауыл биләмәләрендә эстафета үткәреү идеяһы нисек тыуҙы? Был матур сара бер тапҡыр ғына үткәрелгән акция булып ҡалмаһын өсөн ниндәй өмөттәр бар?

– Был үҙенсәлекле акцияны Ялсы ауыл биләмәһе башлығы Ирек Раял улы Юдаев башлап ебәрҙе. Әле «Еңеү салюты» фестиваль-эстафетаһы сиктәрендә Әҙәбиәт йылын күҙ уңында тотоп, ауыл биләмәләре араһында «Ағиҙел» журналына яҙылыу дауам итә. Был, әлбиттә, бик матур күренеш, киләсәктә, ысынлап та, йолаға ла әүерелеп китеүе ихтимал. Етәкселәргә, ойошмаларға тәҡдим ителер. Әйткәндәй, матбуғатҡа яҙылыуҙы район гәзите лә эстафета рәүешендә ойошторғайны. Ә «Ағиҙел» журналына бөгөнгө көнгә 150-нән ашыу кеше яҙылды.

– Һеҙ үҙегеҙ бала саҡта «Ағиҙел» журналын уҡынығыҙмы? Уның биттәрендә баҫылған ҡайһы яҙыусының ниндәй әҫәре хәтерегеҙҙә һаҡланып ҡалған?

– «Ағиҙел» журналын бала саҡтан яратып уҡыйым. Айырыуса иҫтә ҡалған әҫәрҙәргә килгәндә инде, Фәрит Иҫәнғоловтың «Арыш башағы» романын әле булһа яратып уҡыйым. Яныбай Хамматов, Зәйнәб Биишеваның үлемһеҙ әҫәрҙәре, шағирҙарыбыҙҙың шиғыр йыйынтыҡтары күңелемә яҡын.

Беҙҙең заманда милли матбуғатты алдырмаған ғаилә булмағандыр ул. Почта килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алып, буяу еҫе аңҡып торған журнал-гәзиттәрҙе ғаиләләге балалар бер-беребеҙҙән йәшереп уҡып сыға торғайныҡ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Фәрит Мырҙагилде улы!

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әңгәмә ҡорҙо.