Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рауил Бикбаев

Америка көндәлеге

Һәр йыл үҙенсә ҡыуаныстар һәм борсолоуҙар менән үтә. Уҙған 2014 йылда тормошомда байтаҡ уңыштар булды. Шиғырҙар яҙылды, рес­публика матбуғатында тиҫтәнән ашыу мәҡәләләрем ба­ҫы­лып сыҡты. Ҡә­ләмдәштәрем менән Ырымбур яҡтарында яҡ­таш­тарым ара­һында ос­ра­шыу­ҙарҙа булып ҡайттыҡ. Дағстанда бөйөк Рәсүл Ғам­за­тов ижады тыуҙырған, инде егер­ме һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған «Аҡ торналар» байрамында икенсе тап­ҡыр ҡат­наштым. Баш­ҡор­тос­тан­дың төр­лө райондарында уҡыусыларым ме­нән ара­лаштым. Был­тыр­ғы ва­ҡи­ғалар араһында минең өсөн иң ныҡ иҫтә ҡа­ласағы, әл­биттә, Аме­рика Ҡушма Штаттарына бер айлыҡ сәйәхәтебеҙ булды.

Беренсе тапҡыр был илдә 1997 йылдың апрель аҙаҡтарында бул­ғай­ным. Азия яҙыу­сыларының ҙур йыйынында утыҙ өс илдән килгән өс йөҙләп әҙип ара­һын­да миңә лә ҡатнашырға насип итте. Ҡытай, Япония, Төркиә, Һиндостан, Ко­рея, Индонезия, Монголия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Әзер­бай­жан, Ҡырғыҙстан, Төрк­мәнстан, Тажикстан һ.б. илдәр яҙыусылары, Ва­шинг­тонға килгән илдәрҙең ба­ры­һын да һанап тормаһам да, әле атал­ғандары буйынса ла был әҙәби форумдың ҡо­ласын күҙ алдына кил­те­рергә мөмкин. Төрлө тарафтарҙан килгән яҙыусылар ара­һында элекке таныштарымды күреп ҡыуандым.

Рәсәйҙән беҙ ун кеше ҡатнаштыҡ. Бер нисә көн буйына ижади бәй­лә­неш­тәр, тра­дициялар, әҙәбиәт, әхлаҡ һәм кеше хоҡуҡтары, шәхестең рухи яуап­лылығы, тәр­жемә мәсьәләләре буйынса йөкмәткеле докладтар тың­ла­ныҡ, ҡыҙыҡлы фе­кер алышыуҙар барҙы. Күпселек ваҡытыбыҙ үҙебеҙ йәшәгән ҡунаҡхананың ир­кен, еләҫ залындағы пленар ултырыштарҙа, шулай уҡ төрлө аудиторияларҙағы сек­циялар эшендә үтте. Бик үҙен­сәлекле китаптар биргәйнеләр, төндәрен шу­ларҙы ентекләп уҡыным.

Вашингтон бик ыҡсым, тыныс ҡала, бында шау-шыу ҙа, небоскребтар ҙа юҡ. Ошон­дағы арала башҡаланың тарихи урындарын күрҙек, Ка­пи­то­лия ҡал­ҡыу­лы­ғын­да, Аҡ йорт янында булдыҡ. Ләкин күпселек ва­ҡы­тыбыҙ барыбер ул­ты­рыштарҙа үтте.

Байтаҡ сәйәхәттәрҙән һуң тәьҫораттарымды мин юлъяҙмаларымда теркәйем. Ва­шингтонға барғандан һуң да шулай булды, «Мәскәүҙә лә бул­дыҡ беҙ, Ва­шинг­тон­ды ла күрҙек беҙ» тигән күҙәтеүҙәрем яҙылды. Улар «Ағиҙел» журналында баҫыл­ды, «Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән» тигән сә­йә­хәт­намә китабыма, биш том­лыҡ һайланма әҫәрҙәремдең өсөнсө то­мына инде.

Һәм бына 2014 йылдың 28 ноябрендә ҡатыным Фәриҙә менән Америка Ҡуш­ма Штаттарына юлландыҡ. Шулай итеп, ун ете йылдан артыҡ ваҡыт үткәндән һуң был илгә минең икенсе сәйәхәтем башланды. 1997 йылда мин бик күп Азия ил­дәренән килгән яҙыусылар йыйынына барһам, был юлы беҙ ҡатыным менән ейә­небеҙ Артур Айҙар улы янына, үҙе менән, ғаиләһе менән күрешергә китеп ба­рабыҙ.

Артур 2014 йылда Америка Ҡушма Штаттарында бер йыл уҡыу өсөн ҙур конкурста еңеп, грантҡа лайыҡ булғайны. Йәйҙән бирле ул Мичиган университетында үҙенең иҡтисад һөнәре буйынса белемен арттыра. Сентябрҙә ға­иләһен – Сабина киленебеҙҙе, Асҡар бүләбеҙҙе, Әсил бү­лә­сә­беҙ­ҙе үҙенең яны­на күсерҙе. Әле бына уларҙың барыһын да бик һағынып юлға сыҡтыҡ.

1997 йылдың апрелендә көндәребеҙ фәлсәфи, әхлаҡи лекциялар тыңлап, ижа­ди фекер алышып үтте тигәйнем. Унан һуңғы юлъяҙмаларым да нәҡ шул рухта яҙыл­ды.

2014 йылғы сәйәхәттә Америка Ҡушма Штаттарындағы тормош ме­нән бәй­лә­не­шебеҙ бөтөнләй башҡаса булды. Тәүге килгәнемдәге һымаҡ ижади мө­хит­тә бик­ләнмәгәнбеҙ, аралашыу йышыраҡ көнкүреш аша бар­ҙы. Күберәк йө­рө­нөк, ки­серештәребеҙ, тәьҫораттарыбыҙ ҙа көндәлек тор­мош менән ны­ғыраҡ бәй­ләнгәйне. Бындағы донъя менән яҡын­да­ны­раҡ, төр­лөсәрәк та­ныш­тыҡ. Шу­лар­ҙың күбеһен мин көндәлектәремдә яҙып ба­рырға тырыштым. Бына ошо яҙ­ма­ла­рым­ды уҡыусыларға ла еткергем килә.

2015, ғинуар.

29 ноябрь 2014 йыл. Шәмбе.

Беҙҙеңсә әле көндөҙгө дүртенсе ярты, бындағыса Артурҙар йәшәгән East Lansing-та (Мичиган Штаты) иртәнге алтынсы ярты. Шулай уҡ 29 ноябрь.

Кисә тәүлегебеҙ 14 сәғәткә артты. Көнө буйы ҡояш яҡтыһында остоҡ: Өфө-Мәс­кәү-Париж-Детройт. Өфөлә ҡараңғы – 6.45 сәғәт, Мәскәүҙә яҡтырғайны. Ун­да ике сәғәт көттөк, Парижға 3,5 сәғәт остоҡ, унда өс сәғәт көттөк, унан һуң Дет­ройт­ҡа туғыҙ сәғәт остоҡ, Атлантик океаны өҫтөнән. Артурҙар ҡаршы алды, то­тош ғаилә менән килгәндәр. Бер бәләкәй сумаҙаныбыҙ багажда тороп ҡалған, шу­ның мәшәҡәте менән ығы-зығы килеп сыҡты. Ярар Наташа тигән рус ҡыҙы тап булды. Бындағы аэропортта эшләй икән, үҙе Нижний Новгородтан. Шул тик­лем ихлас ярҙам итте, Артурҙарҙы үҙе сығып эҙләп тапты. Сумканы иртәгә кил­те­рергә тейештәр тине.

Артурҙарға 150 км. самаһы барҙыҡ. Улар беҙҙе ҡаршыларға килгәндә күҙ ас­ҡы­һыҙ буран булған, юлда машиналар осҡан. Беҙ ҡайтҡанда ҡар иреп бөткәйне. Юл­дары бик яҡшы, һәр яҡтан дүрт рәтле.

Бында килгәс, ниһайәт, ҡараңғы төштө, шуға тирә-яҡты ныҡлап ҡарап бул­ма­ны.

Һауала 15 сәғәтләп остоҡ. Гел яҡты, шуға йүнләп йоҡлап булманы. Ар­тур­ҙар­ҙың квартираһы матур. Күрешеү шатлыҡтары: беҙҙеке, балаларҙыҡы. Икеһе лә күп, ҙур, сағыштырып үлсәп булмайҙыр. Асҡар бүләбеҙ менән Әсил бүләсәбеҙ ҙу­ра­йып киткән һымаҡ. Әсил хәҙер һин дә мин һөйләшә.

Тәм-томдар менән бик матур итеп ҙур күркә әҙерләгәндәр. Был илдә күркә ите милли аш тиерлек. Аллаға шөкөр, Артур тартмай ҙа, эсмәй ҙә. Ниһайәт, йоҡ­лап алдыҡ. Әле тороп ултырҙым.

 

Китер алдынан Маяковскийҙың «Мое открытие Америки»һынан өҙөктәр, Есе­ниндың «Железный Миргород»ын уҡып алдым. Горькийҙы өл­гөр­мәнем. Мая­ковскийҙың яҙыуындағы АҠШ-тың асылы уның заманынан бөгөнгөгә тик­лем үҙгәрмәгән: донъяны баҫып алыу.

1997 йылда Вашингтонға килер алдынан уларҙы яңынан уҡыу башыма ла ин­мә­гәйне. Һәм кәрәге лә булмаған. Унан ҡайтҡас тыуған юлъяҙмаларымда ижа­ди, фәлсәфи уйланыуҙар, күҙәтеүҙәр.

Был сәфәрҙән һуң нимәлер яҙһам, Маяковскийҙарға һылтаныу, бәлки, кәрәк тә бу­лыр. Бөгөн заман ваҡиғалары башҡасараҡ.

Детройтҡа килеп төшкәс, паспорт тикшереүҙән үткәндә полицейский һорай:

– Эсәһеңме, тартаһыңмы, наркотиктар ҡулланмайһыңмы?

Хатта ҡулымдағы татуировкаға ла иғтибар итте. Улар күҙ алдына кил­тер­гән­дәгесә рус, Рәсәй стандартына тура килеп торамдыр, күрәһең.

Көнө буйы болоттар өҫтөнән остоҡ. Мәскәүгә осҡанда аҫта болоттар ҡар яла­ны һымаҡ. Шул яланда бер урында, әйтерһең дә, юл ярылып ята. Беҙҙең Аҡ­бу­лаҡ­тан ҡышҡы каникулға ике көн буйы станциянан ауылға санала ҡайтҡандарҙағы һы­маҡ.

Ул юлдарым күптән иреп аҡҡан,

Һауаларҙа ғына ҡалған эҙҙәр.

Юлда байтаҡ уҡылды: самолеттағы ҡалын йылтыр журнал, гәзиттәр, Яҙыу­сы­лар союзының 80 йыллығына Зөфәр Вәлит менән Лариса Абдуллина әҙерләп сы­ғар­ған брошюра. Хаталар байтаҡ. Һәйбәт әҙерләнгән, әммә баҫылған ма­те­риалдарҙа һүҙ күберәк элекке үткәндәр тураһында, хәҙерге әҙәби процесс, әй­­терһең дә, юҡ. Та­рих­тағы билдәле факттарҙы теҙеүгә ҡарағанда, хәҙерге кү­ре­неш­­тәр тураһында фекер йөрөтөүе күпкә ауырыраҡ шул. «Ағиҙел» тураһындағы мә­ҡәләлә Хәким Ғи­ләжев, Булат Рафиҡов һымаҡ иң талантлы, ҙур эштәр ойош­тор­ған баш мө­хәр­рир­ҙәрҙе лә хөрмәт менән телгә алырға кәрәк ине. Тарих ту­раһында яҙғанда баш­ҡаларҙың хеҙмәтен тейешенсә баһаларға кәрәк бит.

Кешенең иң ҙур байлыҡтарының береһе – уның хәтере. Иң ҙур хыянаттарҙың бе­реһе – хәтереңә хыянат итеү. Хәтереңде юғалтыу – уныһы тәбиғәттән килгән фа­жиғә. Ә бына хәтерең камил була тороп та, иҫеңдә тоторға тейеште онотоу – бы­ныһын ниндәй һүҙ менән аңлатырға?

Самолетта «Истоки» гәзитен ҡарап киләм (26.11.14.). Шунда Нина Яго­дин­це­ваның (Силәбе) «Перевод: Мосты и скрепы» тигән мәҡәләһе. Был исемде Лариса Аб­дуллинаның һөйләүе буйынса белә инем. Лариса тураһында берәй нәмә әйтер был тип (һүҙ тәржемә тураһында бара бит), уҡый башланым.

Һәм уҡыйым: «Одно из совещаний АсПУр познакомило нас с молодой баш­кирской поэтессой Ларисой Абдуллиной. Она тогда перевела на башкирский наши стихи, уфимская газета выделила им целый разворот. И я вслед за Свет­ланой Чураевой начала переводить стихи Ларисы. А потом случилось большое маленькое чудо. Решая свой труднейший жилищный вопрос (семья с ма­лень­ки­ми сыновьями ютилась в комнатке общежития), Лариса отправила письмо – прось­бу и приложила книгу переводов своих стихов на русский. И поскольку баш­кирскую поэтессу оценили в России, ей выделили двухкомнатную квартиру, куда она переехала с двумя детьми, сейчас растит уже третьего сына».

Яҙыусылар союзының 75 йыллығы алдынан ҡала башлығы Качкаевҡа инеп, уның менән ошо ваҡиға айҡанлы беҙҙең ойошмаға фатир биреү тураһында һөй­ләшеп, шуға күндергәйнем. Баҡһаң, беҙ тырышып йөрөмәгәнбеҙ, барыһын да Ягодинцеваларҙың тәржемәләре хәл иткән икән. Кешенең үҙ хәтеренә хыянат итеүеме был хәл, әллә башҡаса баһаланырға тейешме икән? Уныһы минең эш тү­гел, ошоно уйлап сығарғандар, хатта ошо хаҡта матбуғат аша халыҡҡа ет­кер­гән­дәр, әйҙә, үҙҙәре хәл итһен.

30 ноябрь 2014 йыл. Йәкшәмбе.

Бына икенсе төндө Америкала үткәрергә тырышам. Үткәреүе ҡыйын, адап­та­ция тигәндәренә ошондай саҡтарҙа нығыраҡ төшөнәһең. Әле уларса төнгө өстә то­роп ултырҙым, был беҙҙеңсә киске биштәр була инде.

Ара һәм ваҡыт тигән мәңгелек төшөнсәләр. Элекке замандарҙа уларҙы бер-бе­реһенән айырып булмаған. Араһына ҡарап, араһына бәйле тейешле ваҡыты. Элек­ке тиҙлектәрҙә һин йәшәгән ерҙең ваҡыты (мәҫәлән, көн) һин барған ерҙең тө­нөнә ҡапыл ғына әйләнә алмаған, ундай тиҙлектәр булмаған. Элек халыҡтар кү­сенһә, йылдар буйы яйлап күсенгән, шуға ваҡыт та улар өсөн яйлап үҙгәргән, дө­рөҫөрәге, яңы урындағы үлсәүҙәргә күскән. Хәҙерге тиҙлектәр заманында хәл­дәр бөтөнләй башҡаса. Ара менән ваҡыт араһындағы гармония ғәләмәт тиҙ­лек­тәр арҡаһында бик тиҙ емерелә. Әлеге донъялағы дисгармонияларҙың ар­ты­уын­да, бәлки, ошоларҙың да йоғонтоһо барҙыр?

Мичиган, Юҡатан, ацтек, ирокез, Ниагара, Майама – был һүҙҙәрҙә ниндәйҙер төр­кисә яңғыраш бар. Эҙләй башлаһаң, улар бик күптер инде ул. Беринг аша бо­ронғо, бик-бик боронғо – 20-30 мең йылдар элек төркиҙәрҙең бында күскәнлеге, шу­ларҙан индеецтәр тыуғанлығы тураһындағы гипотезаларҙа ныҡлы ерлек бар һымаҡ. Ҡыҙыҡлы тема.

 

Асҡар аҙнаһына дүрт тапҡыр мәктәпкә йөрөй. Зирәк бала күренә, күп нәмәне хә­теренә һеңдергән. Бер-ике инглиз һүҙе әйткәйнем, һин быны ҡайҙан беләһең тип аптыраны. Шунан тағы ла байтаҡ һүҙҙәрҙең мәғәнәһен һораштым. Аҙаҡ үҙе ми­не тикшерә башланы. Бына бит ул мөхит һәм ата-әсәйең үрнәге. Әгәр беҙҙең илдә һәр милләт балалары ошондай үрнәктәрҙә тәрбиәләнһә, бөтә милләт ба­ла­лары ла, моғайын, үҙҙәренең туған телен белер ине. Бында тормоштағы мән­фә­ғәт күп нәмәне хәл итә. Рәсәйҙә төрлө милләттәрҙең туған теле баланың ар­та­бан­ғы үҫешендә, уларҙың шәхес булараҡ үрләүендә ниндәй бик мөһим мәсь­ә­ләләрҙе хәл итә ала? Дәүләт даирәһендә, хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә прин­ци­пиаль әһәмиәте нисек? Асылда юҡ дәрәжәлә бит. Әгәр уларҙың йоғонтоһо бик ҙур булһа, ата-әсәләрҙең дә, шуға ҡарап балаларҙың да туған телгә мө­нә­сә­бә­те бөтөнләй башҡаса, бик талапсан, бик ҡәҙерле, тормоштоң киләсәген хәл иткес булыр ине. Инглиз телендә бөгөн бөтөн халыҡ-ара аралашыу, яңы мәғ­лү­мәт тех­но­логиялары һ.б. Шуға ла ул донъяны нығыраҡ яулағандан-яулай, хатта ха­лыҡ-ара бөйөк телдәрҙе лә (мәҫәлән, француз, немец, рус һ.б.) ҡы­ҫы­рыҡлай. Париждағы де Голль исемендәге аэропортта Детройт рейсына ул­ты­рырға тейеш­ле урынды эҙләп бер осонан икенсе осона байтаҡ саптыҡ. Фәриҙә ин­глизсә өндәшеп ҡарай, француздар бик үк һөйләшеп бармайҙар. Етмәһә, кә­рәк урынды дөрөҫ күрһәтмәгәндәр. Теләһә-теләмәһә лә бындай алыҫ сәфәрҙәрҙә хә­ҙерге ке­ше­гә шул инглиз теле аша аралашырға тырышырға тура килә инде.

Артурҙар йәшәгән урын бик ыҡсым, бер-береһенә игеҙ һымаҡ оҡшаған йорт­тар­ҙан – ике ҡатлы биналарҙан тора. Һәр береһендә унлап фатирҙыр. Элек хәр­биҙәр йәшәгән. Унан Мичиган университетына биргәндәр. Бик тыныс, таҙа урын. Мөһабәт ағастар, аяҡ аҫтында йомшаҡ үлән. Әллә сәскәндәр, һәр хәлдә, бик тәрбиәле. Кисә иртән сыҡҡанда бер тейен йүгереп үтте. Бында боландар ҙа кү­ренә икән. Ағастарҙан бик мыҡты ҡарағайҙарҙы ғына таныным. Башҡалары үҙ­ҙәренсә. Япраҡ ҡойғандар, тик япраҡтары беҙҙәге ағастарҙыҡына оҡшамаған. Таныштарҙан саған ғына осраны, япраҡтары ерҙә ята ине.

Артур килгәс тә тотонолған «Тойота» алғайны. Беҙ ярҙам иткәйнек. Хаҡы ла бик ҙур түгел, беҙҙә ул аҡсаға емерелеп бөткәнде генә алып була. Шул машинала ҡар­шы алды. Өр-яңы һымаҡ. Бында машинаһыҙ йәшәүе бик ҡыйын, хатта мөм­кин түгел тиерлек. Артурҙың уҡыған ере бик үк алыҫ түгел тинеләр, тик Ас­ҡар­ҙың мәктәбе алыҫ ҡына икән.

Кисә барыбыҙ ҙа күмәкләшеп бик ҙур супермаркетҡа барҙыҡ, бер багажник те­йәп аҙыҡ-түлек алып ҡайттыҡ. Тәбиғи ашамлыҡтар һайланыҡ. Әлбиттә, хаҡ­та­ры беҙҙекенән ҡыйбатыраҡ. Аҙна һайын баралар икән Артурҙар. Машинаһыҙ уларҙы нисек ташыйһың? Беҙҙәге һымаҡ эргәлә генә ваҡ магазиндар юҡ.

1 декабрь 2014 йыл. Дүшәмбе.

Кисә иртән ике сәғәт тәбиғәттә йөрөнөм. Бик алыҫ түгел балалар май­ҙан­сы­ғы, баскетбол, волейбол уйнай торған урындар бар. Аҙ ғына ла сүп-сар кү­рен­мәй.

Фәриҙә менән Сабина билмән эшләне. Мин балаларҙы алып баяғы май­ҙан­сыҡ­та бер сәғәт йөрөнөм. Рәттән сынйырлы дүрт бәүелсәк эшләнгән. Асҡар ме­нән Әсилде оҙаҡ бәүеттем.

Балалар билмәнде бик ныҡ һағынған, сей көйө ашарға әҙерҙәр. Бында бил­мән бөтөнләй юҡ икән. Беҙ төшкө аштан тороуға әлеге юғалған сумаҙанды ла кил­тереп еткерҙеләр. Сәбәләнеп эҙләп йөрөүҙең кәрәге булманы. Сумаҙан һа­уа­ла беҙҙән бер тәүлеккә артҡа ҡалып осто, айырма шул ғына.

Ҡараңғы төшә башлағанда Артур уҡыған Мичиган университетының билә­мә­ләрен ҡарарға киттек. Ике сәғәткә яҡын йөрөгәнбеҙҙер. Уҡыу йорто бик ҙур, йор­то түгел, йорттары, уҡыу ҡалаһы тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. 48 мең студент уҡый, был университет 10 мең кешегә эш урыны бирә икән. Үҙенсә ҡаланы то­топ тороусы, йәғни «градообразующее предприятие» инде. Ял көнө булһа ла, бик мөһабәт китапхананың уттары балҡып тора. Беренсе ҡаты аша үттек, бик ир­кен, яҡты.

«Аҡ имән» тигән ҙур ағас янында туҡтап торҙоҡ. Яҙыулы тамғаһы бар. Беҙҙең имән­дәргә оҡшамаған. Бында ағастарҙың тышы шымараҡ, ботаҡтарын бик киң йәйеп үҫкәндәр, улар олондан вертикаль килеп сыҡҡан һымаҡ.

Ҡыҙыл кедр тигән йылға аша һалынған йәйәүлеләр күперенән атлап үттек. Кедр тигәндәрен ныҡлап күргәнем юҡ, мин күргән бик мыҡты ҡарағайҙар, бәл­ки, шуларҙың туғанылыр. Йылғаның ике яғында ла бик тәпәш яр. Аҡҡаны ла һи­ҙелмәй, канал һымаҡ. Тик бер урында шаулап аҡҡан шарламаны күреп, был йыл­ғаның көс-ҡеүәтен аңлайһың. Был шарлама яһалма түгелме икән, тип уйлап ҡуй­ҙым.

Беҙҙең Соранда ла Ҡунаҡбай ме­нән Яңауыл (Ғәбдрәфиҡ) ара­һын­да шарлама бу­ла торғайны. Да­ла ере ташлы түгел, шуға был шарлама үҙә­нен ашай-ашай йыл­ғаның үренә табан күсә барҙы ла Яңауыл тирмәненә етәрәк юҡҡа сыҡты.

Таулы урындарҙағы шарлама­ларҙы, бигерәк тә Ниагара һымаҡ бө­йөктәрен ҡаты таштар һаҡлай, әлбиттә. Ләкин таштар ҙа мәңгелек түгел, был бөйөк шар­ла­малар ҙа мәң­ге шауламаҫ. Тик бер кем дә улар­ҙың үҙгәргәнен үҙ күҙҙәре ме­нән күрмәҫ, сөнки был үҙ­гә­реш­тәр янында кеше ғүмере үтә лә сик­ләнгән.

Мичиган университетының спон­сорҙары бик күп икән. Тәү­геләренән үк исем­дәрен һаҡлағандар. Бер урын­да йыуан таш бағана – стел­лалар теҙелеп кит­кән, шунда спон­сор­ҙар, күрһәткән ярҙамдарының кү­ләме, йылы-ваҡыты яҙыл­ған. Исем­­лек бик ҙур.

Мичиган университеты дәүләт уҡыу йорто иҫәпләнһә лә, хөкүмәт бүлгән аҡса бик күп түгел. Төп сығанаҡ – ошо спонсорҙар һәм уҡыу өсөн ҙур түләүҙәр икән. Сит илдән килгәндәр өсөн уҡыу хаҡы айырыуса ҙур, тип һөйләне Артур.

Уның әйтеүе буйынса, Гарвард университетының бюджеты Рә­сәй­ҙәге берәй рес­публика бюджетынан күп тапҡырға ҙурыраҡ, имеш. Аҙаҡ бик бай булып кит­кән­дәрҙең күп­тәре ошонда уҡыған. Улар даими яр­ҙам итеп торғас, Гарвард уни­вер­ситеты үҙенең байлығы буйынса баш­ҡаларҙан ныҡ айырылып тора икән.

Мичиган университетында баш­ҡорт китаптары бар тип яҙ­ғай­ны­лар беҙҙең Со­юздың 80 йыллығына ар­налған брошюрала. Ниндәй ки­тап­тар икән, асыҡла әле тигәйнем Артурға. Ул минекеләрҙе эҙләүҙән башланы, бындағы күп уни­вер­ситеттарҙа, шулай уҡ Германияла, Ан­глияла, Канадала, Польшала ми­нең бик күп китаптарымдың бул­ғанлығын (әле таралған ерҙәре асыҡ­лағаны утыҙҙан ар­тыҡ) белеп, ап­тырап киттек. Мәскәүҙә сыҡ­ҡан­дары ғына түгел, Өфөлә баш­ҡорт­са, Ҡа­занда татарса сыҡҡандары ла бар. Ә беҙ был хаҡта бер ни бел­мәй­беҙ. Был мәсьәләне берәй йәш белгес махсус өйрәнһен ине. Әлегә был хаҡта мәғлүмәт бө­төнләй аҙ, тик дөйөм һүҙ генә.

Иртә ваҡыттар, иркә ваҡыттар.

Үҙәк урамдан байтаҡ атлап барҙыҡ. Тротуар ситендә бер генә машина ла тормай. Беҙҙә бит урамға ҡуйылған машиналар араһынан үтерлек түгел. Бында күп ҡатлы түләүле парковкалар төҙөлгән. Хаҡтары ла аҙ түгел икән.

Ҡыҙыл Кедр йылғаһы янында ағастар күп кенә. Әммә араларында беҙҙәгесә ваҡ ҡыуаҡтар юҡ, барыһы ла тап-таҙа. Шундайҙы Германияла ла күргәйнем. Мин быларҙы уларҙа һәр ерҙә тәртип, беҙҙе сүп-сар баҫып бөттө, тип әйтер өсөн яҙ­майым. Нисек кенә булһа ла, үҙеңдеке үҙеңдеке инде. Үҙебеҙҙе хурлап, баш­ҡа­ларҙы маҡтарға теләмәйем. Бары күргәндәремде генә дәфтәремә теркәйем.

Фәриҙә Асҡарға Михаил Пляцковскийҙың «Большая пиратская книга»һын уҡый. Ҡыҫҡа ғына ваҡиғалар. Һәр береһе «История» тип аталған. Шуларҙың бе­ре­һен Асҡар ҡат-ҡат уҡыттыра. Үҙе рәхәтләнеп көлә. Был «тарих»тың мәғәнәһе шу­лайыраҡ: бер пират ҡытайса беләм тип маҡтана. Бәлки, белгәндер ҙә, әммә тик­шерерлек кеше караптарында юҡ. Бер портта уларға бер ҡытай сауҙагәре ки­лә. Ҡытайса беләм тигән пират быға бик ҡыуана: хәҙер белгәнен күр­һә­тә­сәк! Ҡы­тайға «Мин-цынь-фань, щупь-фипь-мань» тип өндәшә. Әммә күҙлекле ҡарт ҡытай уға аптырап ҡарай һәм тиҙерәк китеү яғын самалай. «Бер нәмә лә аң­ла­майым», – тигән һымаҡ башын ғына сайҡай. Иптәштәре пираттан: «Һин ал­даҡ­сы!» – тип хахылдашып көлә.

Боцман был ҡытайҙы ҡыуып етә лә инглизсә һорай, беҙҙең алдаҡсы ҡытайса һөй­ләмәнеме әллә ти. Теге саф инглиз телендә яуап бирә: «Мин ҡытайса бел­мәйем, мин бит Лондонда тыуҙым».

Балалар өсөн яҙылған был мәҙәкте ишетеп, мин уйланып ултырҙым.

Берәй заман берәй сит ил кешеһе башҡортҡа башҡортса өндәшһә, ул, бәлки, яуап бирә алмаҫ. Лондонда тыумаһа ла, Башҡортостанда, әйтәйек, Өфөлә тыуып үҫһә лә, бәлки, яуап бирә алмаҫ, сөнки уларҙың байтағы башҡортса белмәйәсәк.

Асҡар көлә-көлә тыңлаған был хикәйә мине бына нимәләр хаҡында уй­лан­дырҙы.

2 декабрь 2014 йыл. Шишәмбе.

Бөгөн Асҡарҙың тыуған көнө – биш йәше тула. Әле ҡасан ғына уның тыу­ға­ны­на ҡыуанып йөрөй инек, бына биш йыл ғүмер үтеп тә киткән. Барыбыҙ өсөн дә матур үткән. Асҡар тыуғанда Артурҙарҙың фатиры ла юҡ ине. Хәҙер беҙҙең янда ғына һәйбәт йортта йәшәйҙәр. Артур был арала әллә күпме илдәрҙә булды. Әле лә уҡыуын Америкала дауам итә. Әсилгә киләһе йыл өс йәш тула. Ғаиләләре ме­нән күп сит илдәрҙә ял иттеләр. Бына Асҡарҙың биш йәшен Америкала Мичиган Штатында улар йәшәгән өс бүлмәле фатирҙа ҡаршылайбыҙ. Фәриҙә менән мин 75 йәшебеҙҙе тултырҙыҡ. Барыбыҙ ҙа иҫән-һаубыҙ. Ошолар бәхет түгелме ни? Аллаға шөкөр. Күҙ теймәһен.

 

Бөгөн төндә арыу ғына йоҡланым. Яңыса ваҡытҡа өйрәнеп килгән һы­маҡ­мын.

Кисә иртәнге алты тулыр алдынан сығып киткәйнем, ике сәғәт буйы йө­рө­нөм. Көн ныҡ һыуытҡан, әсе ел. Перчатка ла алмағайным, еңел кейенгәйнем. Ныҡ ҡына өшөттөрҙө.

Кисә штаттың үҙәгендә булдыҡ, күп тарихи урындарҙа рәсемгә төштөк. АҠШ-та һәр штаттың баш ҡалаһында Вашингтондыҡына оҡшатып төҙөлгән Ка­пи­то­лий бар икән. Вашингтондағының янында элек булғайным, фото ла бар. Бын­дағының эсен бөтә дүрт ҡатын яйлап йөрөп ҡарап сыҡтыҡ. Капитолий бик ка­питаль төҙөлгән, классик стилдә. Депутаттарҙың ике ултырыш залы, гу­бер­на­торҙарҙың ҙур рәсемдәре, йорттоң архитектураһы – барыһы ла бик зауыҡлы һәм тан­таналы. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре лә ошонда ултыра икән. Капитолий янында де­путаттарҙың исем-шә­риф­тәре яҙылып, парковка урыны билдәләнгән – һәр бе­ре­һенеке.

Халыҡ был йортҡа иркен инеп йө­рөй. Бик ихлас ҡаршы алып то­ралар. По­ли­цейскийҙар ба­ла­лар­ға һүрәттәрен буяй торған китаптар бүләк итте.

Күпме хәбәр ишетеп, был илдән

Күңелебеҙ күптән өшөгән.

Күрмәҫтән үк күңел өшөгән.

Бирелмәйсә һис бер шик-шомға,

Ишектәрен аса Мичиган.

Китер алдынан китапханамды аҡтарғанда Лосевтың «Дерзание ду­ха» тигән ки­табы ҡулға килеп эләк­кәй­не. Әллә ҡасан алғанмын, ав­­торҙың үлгән йылында (1893 – 1988) сыҡҡан. Уҡырға форсат бул­маны. Әле ҡараштырып алам. Был ға­лим­дың уҡымышлылығы, күп тел­дәрҙе, боронғо грек телен хат­та ди­алекттары менән белеүе иҫ кит­кес инде. Уның фекерләү тәрән­ле­ге­нә еңел генә етерлек тү­гел. Шулай ҙа мәғлүмәттең күплеге, артыҡ ака­де­мизм, әллә күпме терминдар ға­лимдың фекерләүен аңлауҙы ауыр­лаштыра, ғилмилек ялҡыта баш­лай. «История античной фи­ло­софии» (в 6 т., 1963 – 1980, СССР-ҙың Дәүләт премияһы – 1986) ке­үек хеҙмәттәрҙәге ғилмилек бик урын­лы, әл­биттә. Әммә был китап По­лит­из­дат­та баҫылған һәм киң уҡыу­сыларға тә­ғә­йенләнгән. Иң бө­йөк фәйләсүфтәр ҙә халыҡҡа аң­ла­йыш­лы телдә фе­кер­ҙә­рен әйтә белгән бит.