Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Журнал уҡыусылар ижады

Хәлиҙә Шәйәхмәтова

Киләсәккә аманат

Атай-бабайҙарҙың аманаты,

Хоҙай бүләк иткән изге тау.

Борон заман илгә яу килгәндә

Ҡалҡан булып торған Торатау.

 

Үләне лә уның шифа ғына,

Тәнгә сихәт бирә һауаһы.

Хозурлығы күҙҙең яуын ала,

Быны тағы ҡайҙан табаһың?

 

Бында әүлиәләр ҡәберлеге,

Күпме аҡыл бында тупланған.

Күрә тороп оло гонаһ ҡылып,

Кем ҡулдары уға уҡталған?

 

Юрматылар бында ҡор йыйғандар,

Ҡаҙан аҫҡан һәр яҙ аҫаба.

Аҡһаҡалдар кәңәш ҡорор булған,

Бар халыҡты йыйып шул тауға.

 

Бында ил яҙмышы хәл ителгән,

Саф һөйөү ҙә бында яралған.

Торатау һәм Иҙел мөхәббәте

Кешеләргә шунан таралған.

 

Торатауым бөтһә Иҙел ҡорор.

Баҙат итеп ҡояш ҡалҡырмы?

Телем бөтөр, телһеҙ халыҡ бөтөр,

Яҡынайыр заман ахыры.

 

Шүлгән менән һөйләшеү

Мәмерйәгә инеп байтаҡ ҡына

Шүлгән менән торҙом һөйләшеп.

– Күңелең һалҡын һинең, Урал менән

Йәшәйһеңме һаман әрләшеп?

 

Улай тиһәм, үҙең күрәһеңдер,

Уралға ла еңел түгел дә,

Йылғалары ҡорой, урман бөтә,

Бөркөт кәмей зәңгәр күгендә.

 

– Мине лә талайҙар, емерәләр

Урал азат иткән кешеләр.

Һаҡламайҙар беҙҙе, исрафлайҙар,

Йәнлектәрҙе ҡырып бөттөләр.

 

Беҙ бит Урал менән бер туғандар,

Ат менһә, туғандар яраша.

Яуызлыҡҡа ҡаршы торасаҡбыҙ,

Тигән икебеҙ бер ҡарашта.

 

Бары бер аҙ ғына үҙгәртһендәр

Ине халыҡ беҙгә ҡарашты.

Юғиһә бит улар ҡырыҫлығы:

Бысыу, ҡырҡыу, талау ялҡытты.

 

Беҙҙә үҫкән уҫаҡ, ҡарағайҙар

Сикһеҙ оҙатыла сит яҡҡа.

Балта тауыштары туҡтамай бит

Ҡолаҡтарҙа, торһаҡ, ятһаҡ та.

 

Өҫтәүенә бынау туристары

Бик йыш үртәп ҡуя яҡ-яҡты.

Бар ерҙә лә үҫеп ултырмай бит

Оҫҡон, артыш, йыуа йә ҡаҡы.

 

Беҙҙә әле,

Урал итәгендә

Халҡын туйындырыр ризыҡ бар.

Шуны һаҡлап алып ҡалыу бурыс,

Белһен ине нәҫел-ырыуҙар.

 

Үҙ мөхитем

Нөгөш тулҡындары һипле генә

Ярҙарына килеп ҡағыла.

Бында тик бер тапҡыр булғандар ҙа

Ошо яр буйҙарын һағына.

 

Ҡыр өйрәге себештәре менән

Яндан үтеп китте, ҡурҡманы.

Уларҙың бит бында үҙ мөхите,

Тик үҙенең генә һуҡмағы.

 

Нөгөш буйҙарының гүзәллеге

Алып китә алыҫ-алыҫҡа.

Был төбәкте башҡа ерҙәр менән

Һалып булмай шул бер ҡалыпҡа.

 

Матур ерҙәр күп ул, ә шулай ҙа

Үҙеңдеке һәр саҡ үҙәктә.

Ашҡынабыҙ Нөгөш буйҙарына

Ҡайҙа ғына ғүмер итһәк тә.

 

Ысын һөйөү

Ысын һөйөү күҙ йәштәрһеҙ булмай,

Аянысһыҙ булмай мөхәббәт.

Шатлыҡтан да, ҡайғы-һағыштан да

Илап йәшәй кеше мең ҡабат.

 

Ысын һөйөү ғүмерлеккә була,

Илатһа ла ғүмер-ғүмергә.

Йөрәгеңде өтә ғүмер буйы,

Әйләндереп уттан күмергә.

 

Ысын һөйөү йылдар буйы һинең

Йөрәктә сер булып һаҡлана.

Үҙ сафлығы, матурлығы менән,

Тиле йәшлек менән аҡлана.

Хәлиҙә Шәйәхмәтова – хаҡлы ялда. Мәләүез ҡалаһында йәшәй.

  

Әлфиә Садиҡова

Миҙгелдәрем

Һағыштарым ята томан булып,

Ысыҡ булып төшә күҙ йәшем.

Аһ, яҙҙарым, ахыры, һеҙ булдығыҙ

Ялтлап ҡына үткән бер йәшен.

 

Йәйҙәремдә булдым мин бер ҡатлы,

Яҙмыш көлдө, әллә алдашып.

Үҙ юлымды үҙем таба алмай,

Ҡай тарафта ҡалдым аҙашып?

 

Аҡыл төбө – һары япраҡтармы?

Быҫҡып яуған ямғыр – түҙемме?

Көҙҙәремдән йыуаныстар эҙләп

Маташыусы әллә үҙемме?

 

Ҡая

Ҡыҙҙырғанда ҡош та ҡунмаҫ итеп,

Туңдырғанда түҙҙе сатнатып.

Бирешмәне ҡая, ҡылт итмәне,

Йәшен атҡанда ла шартлатып.

 

Тора ҡая, мәңгелек бер һиллек

Һирпелгәндәй уның ташынан.

Халҡым минең ошо ҡая һымаҡ,

Ни үтмәгән уның башынан.

 

Ә ул йәшәй һаман үҙ илендә,

Атаһынан ҡалған ер-һыуы.

Ер тип ябырылған аждаһаның

Үҙ башына етер үҙ ыуы.

 

Әрүахтар илай

Әрүахтар илай доға көтөп…

Көтә улар ҡыҙы, улынан.

Кисектереп тороп донъя көткән,

Уҡырмын, тип, намаҙ һуңынан.

 

 

Белеп ҡылған, белмәй ҡылған гонаһ,

Гүркәйҙәрен итһә ҡараңғы,

Илаталыр икеләтә тағы

Тыумай ҡалған күпме яралғы.

 

Әрүахтар илай доға көтөп…

Әгәр йәшәп булһа яңынан,

Доға менән көндө башлар ине,

Аҙан әйтеп һәр бер таңынан.

 

Улын, ҡыҙын ҡуйып яндарына,

Доғаларҙы көн дә өйрәтер.

Мосолманса тәрбиәләр биреп,

Үҙ телендә генә һөйләтер.

 

Иман нурын бала күңеленә

Һалған булһа шулай нағышлап,

Үҙе үткәс, балалары уға

Уҡыр ине аят бағышлап.

 

Әрүахтар илай доға көтөп…

Тереләргә әле һуң түгел.

 

Әлфиә Садиҡова – һөнәре буйынса уҡытыусы, Мәләүез ҡалаһында йәшәй.

 

Ҡарлуғас Ишемғолова

Уяныу

Боҙҙар китә моңһоу йырын йырлап,

Юлдар ярып аға гөрләүек.

Морон төртөп умырзая сыға

Саф күңелле йәш бала кеүек.

 

Ҡояшҡайым йомарт нурын һибә,

Өҙөлөп-өҙөлөп һайрай һандуғас,

Мөғжизәле, моңло бер йыр тыуа

Тамсыҡайҙың сыңы ҡушылғас.

 

Тау биттәре ҡалды шоҡорайып

Йылы, йомшаҡ юрған юҡ булғас.

Ә ҡайындар тора маһайышып

Йәшел суҡлы яулыҡ ябынғас.

***

Бөгөн ике йәйғор

Ерҙе ҡосаҡланы,

Гүйә, был донъяның

Йәмен ҡурсаланы.

Гүйә, Ер шарына,

Бәхет-татыулыҡҡа,

Дуҫлыҡ-тыныслыҡҡа

Ныҡлы һаҡсы булды.

 

Бөтә ғаләм бөгөн

Пак йөрәкле тыуҙы,

Нурлы күҙҙәрендә

Осҡон янып торҙо.

Ғәҙел һүҙҙәрендә

Өмөт-ышаныслы,

Ғорур үә намыҫлы

Сатҡы уйнап торҙо.

 

Бөгөн ике йәйғор

Ерҙе ҡосаҡланы.

Гәлсәр нурҙарында

Беҙҙе ҡойондорҙо.

Наҙлы нурҙарына,

Таҙа уйҙарына,

Алтын туйҙарына

Беҙҙе һыйындырҙы.

 

Моңһоулыҡ

Болотло көндәрҙе яратам.

Күңелдә әйткеһеҙ тыныслыҡ.

Мин уйсан, мин азат, вайымһыҙ,

Баш түгел ул саҡта ҡырыҫлыҡ.

 

Күңелһеҙ ямғырҙы үҙ итәм.

Нисектер ул мине йыуата.

Үҙемдең уйҙарға биреләм,

Рәхәтлек йөрәкте илата.

 

Моңһоулыҡ моңома бик яҡын.

Әллә улмы минең юлдашым?

Улайһа өҙөлмәҫ бер ҡасан

Тәҙрәгә төбәлгән ҡарашым.

 

***

Тәбиғәттең әллә ниндәй сағы,

Берсә ямғыр яуа, берсә ҡар.

Көҙҙәгеләй моңһоу тыуған яғым,

Берсә шатлыҡ ялмай, берсә зар.

 

Моңһоулығын аңлай кеүек күңел,

Ебәргеһе килмәй аҡлыҡты.

Яҙҙарына ҡаршы килеп түгел,

Ә һағынып ҡышҡы паклыҡты.

 

Тик шулай ҙа, үҙ ҡануны көндөң…

Алыштан һуң килер моңло яҙ.

Йылы нурын ҡабул итер күңел,

Бүләк итер өсөн күпме наҙ.

 

Торналар киткәндә

Торналар киткәнен күңелем аңламай.

Әрнеүле ҡарашын офоҡтан ал(а) алмай,

Сәғәттәр буйына ҡоштарҙы күҙәтә,

Әйтерһең, үҙ-үҙен юрамал йөҙәтә.

 

Әйтерһең, ул үҙе шул ҡоштар тубына

Эйәргән дә оса ҡағына-ҡағына.

Әйләнеп ҡарамай, ә үҙе һығыла,

Тыуған яҡ ҡырҙарын һағына-һағына.

 

Шул мәлдә күңелде тик бер моң йыуата –

Ҡурайҡай өҙөлөп көйҙәрен яңғ(ы)рата…

Ул көйҙә хуш еҫле икмәген бешереп,

Әсәйем торналар юлына оҙата.

 

Ҡарлуғас Ишемғолова (1985) Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуған. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетының журналистика бүлеген тамамлай. «Башҡортостан» гәзитендә эшләй.