Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Василь БЫКОВ

Пасха йомортҡаһы

Хикәйә

Уның фамилияһы Выползков ине: һуғыштан һуң килеп төпләнгән был ҙур, юл буйлап һуҙылған белорус ауылын да Выползок* тип атанылар. Был ҡушаматҡа ул тиҙ өйрәнде, ғәҙәттә, ярһып, йыш ҡына екереп, ҡайһы берҙә яуабына уҫал һүгенеү һүҙҙәре лә өҫтәне. Ләкин уның нисек яуап ҡайтарыуы барыбер ине – һуғышта кешеләр һүгенеүгә лә, ҡысҡырыуға ла өйрәнде – үҙҙәренекенә лә, полицайҙарҙыҡына ла, немецтарҙыҡына ла, шулай уҡ партизандарҙыҡына ла. Кешеләр өйрәнде, мал-тыуар күнекте, бигерәк тә аттар. Ҡайһы береһе һүкмәйенсә урынынан да ҡуҙғалмай, ҡарты ла, йәше лә, ир-аттар ҙа, бисә-сәсәләр ҙә берҙәй һүгенергә оҫтарып алды. Түрәләрҙе әйтеп тораһы ла түгел.

Ул иртәлә Выползок, йоҡлап ҡалыуын аңлағас, өйрәнгән ғәҙәте буйынса ҡысҡырмай ғына үҙ алдына һүгенде. Кистән, йоҡларға ятҡанда, иртәрәк торорға ниәтләгәйне, ләкин килеп сыҡманы. Бысраҡҡа ҡатҡан һалдат һырмаһын ситкә ырғытҡас, эскәмйәгә ултырҙы, өйҙәге иртәнге һиллеккә ҡолаҡ һалды. Ганка шкаф артында бәләкәй ҡыҙҙары менән йоҡлай ине әле, ә ул һыңар ҡулы менән етеҙ генә өҫтөнә һырмаһын һалды ла яҙғы яланғас, әле ҡарағура баҫып өлгөрмәгән ишек алдына сыҡты. Һәр ваҡыттағыса, иртә таңдан колхоз хәстәрлектәре көтөп тора, шуларға бөгөн йәнә Пасха ла өҫтәлде. Кисә һуң ғына райкомдың әле генә ҡабул ителгән ҡарары менән сапҡын килеп китте – байрамға юл ҡуймаҫҡа, күпләп тиреҫ сығарыу ойошторорға. Асылда, тиреҫ сығарыуҙы бригадир ойошторорға тейеш, ләкин кисә бригадирҙы бер ҡайҙа ла таба алманы, бөгөн эҙләргә тура киләсәк. Етмәһә, бригадир, нигеҙҙә, үҙенең бригадаһын тәшкил иткән ҡатындар менән етәкселек итә белмәй. Рәйес Выползоктың ҡатындар менән эшләүҙә тәжрибәһе ҙурыраҡ – һуғышҡа тиклемге заманда колхоздар ойошторҙо, һуңынан партизандарҙа ла ҡатындар етерлек ине. Хәйер, ир-ат менән дә, ҡатындар менән дә төрлөһө булды, кемдәр менән еңелерәк булғандыр – әйтеүе ҡыйын.

Бына хәҙер ҙә Пасханы көтөп алдылар ҙа йоҡо һимертәләр. Әйтерһең, төнгө ғибәҙәттән һуң. Юҡһа, бында төнгө ғибәҙәттең дә, көндөҙгөһөнөң дә күптән булғаны юҡ. Күршеләге ҙур ауылда сиркәүҙән ҡарағура баҫҡан нигеҙ генә тороп ҡалды – утыҙ өстә тәреләрҙе ҡолатҡандан һуң... Ә бына көнкүрештә ғөрөф-ғәҙәт ныҡлы һаҡлана әле, тип уйланы колхоз рәйесе. Кисә кис эңерҙә ул ауыл буйлап үтте, һуҡыр шәм яҡтыһында ҡайһы бер өйҙәрҙә байрамға әҙерләнделәр, йомортҡа буяғандарҙыр, күрәһең. Әҙерләрлек нәмә лә юҡ инде, колхозсыларҙа он да, ит тә юҡ, йомортҡаһын да ҡайҙан алаһың – һуғышта бөтә тауыҡтар ҙа тип әйтерлек ҡырылып бөттө. Башҡа ерҙәрҙә ауылдар ҙа ҡалманы, барыһы ла үртәлде, ә был ауыл һаҡланып ҡалды – немецтар сигенгәндә ун ике бер иш өйҙөң яртыһы янды. Бәхетле ауыл тип әйтергә мөмкин, шуға күрә уға талаптар ҙа башҡа – илде ашатырға тейеш. Ләкин ашатыр өсөн ең һыҙғанып эшләү һәм аңлы булыу талап ителә. Аңлылыҡ яғынан уның колхозсылары һыр бирҙе. Йыш ҡына мәжбүр итергә, аңлатырға, күҙ-ҡолаҡ булырға тура килә. Тиреҫ менән дә шулай килеп сыҡты. Ауылда тиҫтәнән ашыу һыйыр бар, ә тиреҫте колхоз баҫыуына ташымайҙар. Бирмәйҙәр, үҙҙәре өсөн – үҙҙәренең баҡсаһы өсөн һаҡларға тырышалар.

Һил ауыл өҫтөндәге болотло күктә таң ҡыйылды, һалҡын түгел, гел көнбайыштан иҫкән ел дә иртәнгә тынған. Ә урамда элеккесә бер кем күренмәй. Бригадир, ғәҙәттә, үҙенең нарядын йыйған келәт эргәһендәге бүрәнә лә буш, бригадир ҙа күренмәй. Уны, рәйесте лә, бер кем дә күрмәйме икән ни? Выползоктың асыуы ҡабара башланы. Күрәләр, әлбиттә, ләкин ҡасалар, сөнки ҡурҡалар. Был уй, нисек кенә сәйер булмаһын, рәйестең күңеленә саҡ ҡына булһа ла йылы бирҙе, сөнки, үҙе аңлауынса, ҡурҡалар икән – тимәк, хөрмәт итәләр. Ә һәр ваҡыт лайыҡлы, абруйлы, рухы ла, тәне лә һау кешеләрҙе хөрмәт итәләр. Выползок тән һаулығына әллә ни маҡтана алмай, сөнки яраланғандан һуң һул ҡулын тулыһынса тиерлек фалиж һуҡты, хәҙер ул саҡ-саҡ ҡыбырлай. Уның ҡарауы, рухы нисек еңелмәҫ булһа, шул килеш ҡалды. Ысын большевик рухы – колхоз рәйесе үҙен һәр ваҡыт шулай тойҙо.

Бысраҡ, сүп-сар ташланған быуаны урап уҙғас, Выползок тишек-тошоҡло, һелкенеп торған түшәмәле күперҙән үтте лә  бригадир Козич йәшәгән болдорҙоң тупһаһына йүгереп менде. Теге һаман йоҡлай ине булһа кәрәк. Ләкин бригадир был ваҡытта күптән аяҡ өҫтөндә булырға тейеш. Ҡыш көнө үк әле Выползок идарала бригадирҙы алыштырыу тураһындағы мәсьәләне күтәреп сыҡты, әммә идара ағзалары ризалыҡ бирмәне: йәш коммунист, наградалары бар, Берлинды алған. Ә ныҡ һалырға яратыуын иҫәпкә алманылар. Йәнәһе, кем яратмай? Сирле йәки ҡойоп бирмәгәндәр генәлер. Бригадирға иһә туҡтауһыҙ ҡойҙолар.

Үҙен ауырыу итеп тоймаһа ла, Выползок эсмәне, тапшырылған эшкә һәр ваҡыт яуаплы ҡараны. Уға төрлө, йыш ҡына ауыр эштәр йөкмәтелде, ләкин ул зарланырға күнекмәгән – ҡушылғанды еренә еткереп башҡарҙы. Әле ул ҡыйшайған ишектең тотҡаһын тәүәккәл тартты, әммә ишек асылманы. Ишекте ныҡ һәм талапсан шаҡыны, бындай шаҡыуҙы ишетмәү мөмкин түгел ине. Ысынлап та, бер аҙҙан ишек асылды, солан ҡараңғылығында биленә тиклем шәрә бригадир күренде.

– Нимә?

– Нисек... нимә? – Колхоз рәйесе тыйыла алмай ҡысҡырырға кереште. – Әллә ҡасан яҡтырҙы, ә халыҡ ҡайҙа? Йоҡлайҙар, байрам итәләр, инәләрен орайым! Тиреҫте кем сығара?

– Сығарырҙар...

– Нисек – сығарырҙар? Ҡасан сығарырҙар? Кисә райком бюроһында...

– Пошел ты на ...! – Бригадир ишекте шартлатып япты.

Выползок бер минут самаһына шаңҡып ҡалды – ул быны көтмәгәйне. Үҙенән ике тапҡырға йәш, ҡыш ҡына партияға алынған ошо егет рәйесте өс хәрефкә олаҡтырырға баҙнат итһен әле?! Күптәнән бирле уны ауылда ла, районда ла, хатта урманда партизандарҙа ла былай олаҡтырғандары юҡ ине әле. Һәр ваҡыт хөрмәт итмәһәләр ҙә, һис юғы, ҡурҡһындар ине, унан ҡурҡмаһалар, партиянан... Ә был? Танкист, имеш. Хатта танкист та колхоз рәйесенән юғары була алмай, бригадир шуны аңламай тиһеңме ни? Аңламаһа, тиҙҙән аңлар!

Тулҡынланыуҙан ул ярһыны, ниҙер ҡылырға уҡталды. Нимәлер ҡылыу өсөн шунда уҡ сараһын күрергә кәрәк ине. Үҙе килтереп сығара алмаһа, башҡаларҙы мәжбүр итергә кәрәк. Пугачев урманындағы хәтеренә уйылып ҡалған осраҡтағы һымаҡ. Немецтар менән полицайҙар өҙлөкһөҙ ағастарға атты, урман яңғырап торҙо. Боҫҡонға эләккәс, партизандар, әлбиттә, тейешле яҡҡа түгел, ә үҙҙәренә хәүефһеҙерәк булып күренгән яҡҡа йүгерҙе. Кемдер ҡырҡындыла патрондар йәшниген ташлап ҡалдырҙы, барыһы ла уның янынан йүгерешеп уҙҙы. Иң һуңғылар булып ҡасып барыусы Выползок ҡамалышта ҡалған примак* Лыщикты туҡтатты, наганын сығарҙы: йәшникте ал! Дөрөҫ, Лыщик нимәлер күтәргәйне инде, ялтанмаҡсы булды, Выползок уның баш өҫтөнә атты... Атыу тәьҫир итте. Лыщик йәшникте эләктерҙе, ләкин барыбер ғүмере өҙөлдө – полицайҙар атып үлтерҙе. Патрондар ҙа юҡҡа сыҡты. Ләкин Выползокҡа берәү ҙә дәғүә белдерергә ҡыйманы, ул был осраҡта дөрөҫ эш итте – боеприпастарҙы дошманға ҡалдырырға ярамай. Йәрәхәтләнгән ҡулы бәйләп ҡуйылғанлыҡтан, ул уларҙы үҙе ала алмай ине. Йәнә ул ябай партизан түгел, ә түбәнге звенола булһа ла командир. Командир иһә йөк күтәреп йөрөргә тейеш түгел. Бының өсөн ябай яугирҙар һәм партизандар бар.

Моғайын, таң ҡыйылғандан һуң байтаҡ ваҡыт үткәндер, ә урамда кешеләр күренмәне. Евсюктың келәте янында  бер кем дә юҡ, бригадир йоҡлап ятҡанда, кем килһен инде. “Хәҙер мин һеҙҙе уятам, – тип уйланы рәйес, талағы ташып. – Мин һеҙгә байрамды күрһәтәм әле, инәгеҙҙе орайымдар!”

Ул өйгә тәүәккәл йүгереп инде. Йәш ҡатыны Ганка йоҡламай, балалары менән булыша, уларҙы кейендерә ине. “Әллә байрам итергә йыйынамы?” – тип уйланы Выползок. Ҡатыны иренә мөләйем йылмайҙы, ләкин был урынһыҙ йылмайыу уның һарыуын ғына ҡайнатты. Һандыҡ янына йүгереп барып, ҡулын кейем-һалым өйөмө араһына тыҡты ла унан наган килтереп сығарҙы. Ваҡыт үтеү менән, уға ҡоралды ҡулына һирәк алырға тура килде, ә һуғышҡа ҡәҙәрге йылдарҙа һәм һуғышта янынан ҡалдырманы. Шулай ҙа ул белә ине: коллективлаштырыуҙа, Совет власы өсөн көрәштә, партизандарҙа ярҙам иткән кеүек, наган ярҙам итәсәк. Наган – тормошта ҡайһы берҙә бик кәрәкле көс ул.

– Һин нимә? – тип ғәжәпләнде Ганка, шунда уҡ йөҙөндәге ҡыуаныслы йылмайыуҙы юйып. Ул яуап бирмәне, наганын гәләфи кеҫәһенә тығып, өйҙән сыҡты.

Ул урамдан боролоп ингән беренсе ихатала Пелагея Дворчиха йәшәй. Йәше апаруҡ булһа ла эштән ҡалғаны юҡ, көс-ҡеүәте ташып барған тол ҡатын, кәртә артындағы баҡсаһы һәйбәтләп эшкәртелгән. “Ҡасан өлгөрә икән?” – тип уйланы рәйес, асыуланып. Быныһы яҡшыраҡтар ҙа, бәлки, – уны колхоз баҫыуына ҡыуып ебәреү еңелерәк булыр. Пелагеяның тиреҫе юҡ ине, сөнки күптән инде һыйыр тотмай. Выползок өҫтәленә аҡ ашъяулыҡ түшәлгән, байрамса йыйыштырылған таҙа өйгә инде. Бында бер кем дә юҡ ине, ул солан аша ихатаның икенсе яғына сыҡты. Ситән артында Пелагея иңкәйеп ерҙә соҡона ине – түтәлдәргә үрсетмә ултырта.

– Эшеңде ташла! – тип ҡырҡа бойорҙо Выползок. – Нарядҡа. Йәһәт бул!

Пелагея шунда уҡ турайып баҫманы, ни әйткәнен аңламай уға аңшайып ҡарап торҙо.

– Нимә?

– Нарядҡа, тим. Ишетмәйһеңме әллә? Йәһәтерәк бул!

– Ниндәй наряд ти ул, бөгөн изге Пасха ла баһа, – Пелагея, ашыға-ашыға, ғәйепле кешеләй һөйләнде. – Пасха көндө эшләү – гонаһ...

– Ә үҙ түтәлдәреңдә соҡоноу гонаһ түгелме?

– Улары үҙебеҙҙеке бит. Үткән аҙнала ваҡыт еткереп булманы, гел баҫыуҙа ла баҫыуҙа. Байрамға тороп ҡалды инде...

Выползок тыңлап бөтмәне.

– Тиҙ бул! Бер, ике – мин көтәм!

– Әй, бригадир әйтте лә баһа, төшкә тиклем...

– Мин һеҙҙе бригадирығыҙ менән!.. – Ҡысҡырып, Выползок наганын сығарҙы. Ләкин уны ҡатынға төбәп өлгөргәнсе, тегеһе йылғыр ғына ситкә, түтәлдәр араһынан елдертте. Уның йәштәрсә етеҙлегенә ғәжәпләнеп, уйланы: оккупанттар өйрәткән быны! Блокадала сабыулап йөрөгәндер, күрәһең...

– Хәҙер үк нарядҡа бар! Башҡа ваҡытта өгөтләп тормаясаҡмын! – тип ҡысҡырып ҡалды ҡатын артынан.

Уның юлындағы икенсе ихата урам аша ине, унда ике йәш килене менән Корж ҡарт көн итә. Уның ике улы партизандарҙан һуң фронтҡа эләкте, икеһе лә Пулавы плацдармында ятып ҡалды. Хәҙер өйҙә балалары һәм Корж ҡарт менән килендәре донъя көтә. Корж ҡарт уны тупһала ҡаршыланы.

– Байрам итәһеңме? – Талапсан һораны Выползок, һаулыҡ та һорашманы.

– Изге Пасха менән һеҙҙе, – ҡуштанланып башланы һүҙен  таҙа етен күлдәк кейгән сал һаҡаллы ҡарт, ҡунаҡтың кәйефен һиҙемләмәй.

– Мине бер нәмә менән дә ҡотларға кәрәкмәй, мин атеист. Килендәрең ҡайҙа?

Ҡарт, ҡораллы кешегә аптырап, болдорҙа шым ғына баҫып торҙо. Выползок уға наганын күтәрмәне, Корж һүҙһеҙ генә ҡулдарын йәйҙе.

– Кисә бригадир рөхсәт итте, тип һөйләнеләр... Төшкә тиклем...

– Ә мин рөхсәт итмәйем, – тип белдерҙе рәйес йөҙөн һытып. – Хәҙер үк нарядҡа!

Корж һүҙһеҙ генә боролоп, өйгә инеп китте, уларҙың һөйләшкәнен  килендәр ишетеп торғандыр, моғайын. Барырҙар, тип ышаныслы уйланы Выползок, ҡайнылары ҡыуып ебәрер. Выползок Корждың һуғышта ҙур хата ебәреүен белә – ул блокаданан һуң партизандар төпләнгән төйәккә, Голобородов һаҙлығы аша, оккупанттарға юл күрһәткән. Мәжбүр иттеләр, ти. Ләкин быға нисек ҡарайһың бит әле, тип уйланы рәйес. Был мәжбүр итеүҙә шөрләүҙең һәм үҙ ихтыярының күпме булыуы билдәле түгел. Һуғыштан һуң органдар уға теймәне, ләкин ҡарттың эш-ҡылығын, әлбиттә, ҡәләм осона алдылар – кәрәге тейер типтер. Шуға күрә Корж ҡарт уның ихтыярында ине, ләкин Выползок форсатты ҡулланырға ашыҡманы. Кәрәге сығыр әле.

Косачева Галя менән хөрт килеп сыҡты. Йәш һәм балаһыҙ ҡатын һуғышҡа тиклем ҡалала йәшәне, шунан колхозға ҡайтты. Эшләһә, ул емертеп эшләне – баҫыуҙа ла, ырҙында ла. Тик һәр ваҡытта ла түгел: бисәләр еңмешлеге баҫҡанға, тилеләрсә тиҫкәреләнгәнгә тиклем генә. Тиҫкәреләнһә инде, ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа, хатта түрә лә тәртәгә индерә алманы. Наган менән генә көйләмәһәң. Ул Косачеваның өйөнә инмәне, бары тәҙрәне талапсан туҡылдатты.

– Косачева, нарядҡа. Йәһәт бул!

Унан ишеткән һүҙҙәр бөгөн икенсе мәртәбә Выползоктың сәменә тейҙе.

– А ху не хо? – тинеләр ыҙбанан шым ғына.

– Нимә?

– Ни ишеттең – шул. Пасха бөгөн.

Выползок өндәшмәне. Ҡатын менән әрләшкеһе килмәне, өҫтәүенә, урамда, тәҙрә аша, әҙәмсә әүрәтергә тырышты:

– Пасха булһа ни? Тиреҫ сығарырға кәрәк. Һин нимә, бәләкәйһеңме әллә, аңламайһың?

– Бәләкәй түгелмен. Ике йыл кейәүҙә булдым, – тигән яуап ишетелде өйҙән, ләкин тәҙрәгә берәү ҙә килмәне. Тағы ла бер минут көткәс, ул, сабырлығын юғалтып, ҡысҡырырға кереште:

– Инәңде! Йәле сыҡ, тим! Атам! – Һәм нагандың төйҙәһе менән рамға шаҡылдатты.

Косачева уның ҡысҡырғанына шатланды ғына булһа кәрәк:

– Ай, ҡурҡытты! Ата, имеш! Ат, йә... Бына бында, бында...

Шунда уҡ тәҙрәлә күренде, шәп-шәрә, тулышҡан ҙур имсәктәрен оялмайынса уның алдында һелкетте. Выползок, шөрләп, ситкә тайшанды.

– Һин нимә? Атам!

– Ат!

Рәйес хәрби патрондарҙы йәлләп тормай, ҡыйыҡ өҫтөнә ике тапҡыр аллы-артлы атты. Атыуҙар ҡурҡытты шикелле, Косачева юғалды. Ҡайҙалыр урамда ҡатындар, һуғыш ваҡытындағы кеүек, шомланып һуҙып-һуҙып ҡысҡырҙы. Шулай ҙа уларҙың ҡысҡырыуы яҙғы сәсеүҙе өҙөүсе тыңлауһыҙ бригада өҫтөнән үҙенең өҫтөнлөгөн тойған Выползокты борсоуға һалманы. Сәсеүҙе өҙгән осраҡта райкомдың үҙенең башынан һыйпамаясағын белә ине, шулай уҡ бисә-сәсәләргә лә эләгәсәк. Ул иһә тырышасаҡ. Барыһын да аҙағына еткерәсәк.

Үс алыу тойғоһо менән янған Выползок урамдың йыраҡтағы икенсе осона шәп-шәп атланы. Боролоп ҡарағас, Корждың ишек алдынан уның ике килене сыҡҡанын күрҙе. Тегеләр, келәткә китмәйенсә, ҡапҡа төбөндә туҡтап ҡалды. Алда Тарастың ҡураһы артында тол ҡатын Петруханың йылы яулыҡ бәйләгән башы күренеп ҡалды ла юғалды – ҡасып ҡалырға уйланы, буғай. Рәйес уны баҫтырманы, туҡтап ҡысҡырҙы ғына:

– Петруха, мин һине күрәм! Хәҙер үк – нарядҡа!

Ҡатын яуап бирмәһә лә, уның үҙен ишетеүен белде. Ишеткән икән, килер, бер ҡайҙа ла китмәҫ. Үткән аҙнала идараға ярҙам һорап инде, йәнәһе, береһенән-береһе бәләкәй өс бала, ашатырға бер нәмәһе  юҡ. Балаларының иң бәләкәйен немецтар менән уйнаштан тапҡан. Ферманан һөт бирһендәр, ти. Ә күрше ауылдағы фермала һигеҙ һыйыр, уларҙың барыһы ла быҙауламаған, һөт дәүләткә тапшырырға етмәй. Петрухаға бер аҙнанан һуң килергә ҡуштылар, идара ғаризаны ҡарап, ҡарар сығарасаҡ, тинеләр. Ҡарар нигеҙле булырға тейеш, уны ашығып, уйламай сығарыу ярамай, сөнки һөттө барыһы ла таптыра, күптәрҙең йәш балалары бар. Әле бына ошо Петруха ҡаса. Һөт һорап килгәс, мин һиңә ҡасып йөрөүеңде хәтереңә төшөрөрмөн әле, тип уйланы Выползок, асыуланып.

Тамағын юҡҡа ярмаған, күрәһең, колхозсылар уны ишетеп, берәм-һәрәм урамға сыға башланы. Блокаданың һуңғы айында үҙ гранатаһын шартлатып һәләк булған батыр партизандың әсәһе Лузгина Ольга ҡапҡа алдына сығып баҫты. Ул рәйестең ҡысҡырыныуын тыңлап торҙо, ләкин келәткә юлланманы. Выползок туҡталып та торманы, нарядҡа бар, тип ҡысҡырҙы ла саған аҫтындағы яҡындағы эскәмйәгә йүнәлде, унда бер нисә ҡатын ултыра ине. Уларҙың икеһе бындағы тол ҡатын, өсөнсөһө – әле күптән түгел ҡатыны Ганка менән дуҫлашып йөрөгән, йәш, әсе телле Ходоска. Уларҙың дуҫлығын Выползок ҡырҡа тыйҙы, сөнки Ходоска бисәләрсә күп ләпелдәне, аңын-тоңон белмәйенсә ләпелдәп, этлек сығарыуы бар. Ул ҡатындар яғына ыңғайлағас, тегеләре әңгәмәләшеүҙән туҡтаны, әйтерһең, ҡурҡалар. Ҡурҡыуҙары яҡшы, тыңлаусан булырҙар, тип иҫәп тотто рәйес.

– Ниңә аңшайып тораһығыҙ? Айырым саҡырыу кәрәкме әллә? Марш тиреҫкә!

– Ә бөгөн Пасха, – тип хәтергә төшөрҙө Ходоска, уҫаллашып. – Бригадир әйтте...

– Бригадир әйткәнгә төкөрҙөм мин. Пасха булмаясаҡ...

– Нисек? – Барыһы ла бер юлы ғәжәпкә ҡалды.

– Партия ғибәҙәт ҡылыуҙы тыя. Әллә һеҙгә аңлашылмаймы?

Ҡатындар бер минут самаһы сырайҙарын һытып өндәшмәй торҙо, шунан беренсе булып Ходоска телгә килде:

– Ә ни өсөн беҙгә ярамай? Башҡалар байрам итәсәк, ә беҙ тиреҫ ташыйбыҙмы? Үҙеңдең Ганкаңды ебәрмәйһеңдер әле. Беҙ, ҡәһәрләнгән ҡара эшселәр...

– Ганка ла бара! – Ул ҡатынды ҡырҡа бүлдерҙе. – Барығыҙ ҙа бараһығыҙ. Марш!

– Беҙ... яланғас ҡул менәнме? Әллә үҙегеҙҙең партияғыҙ менән иҫәрләндегеҙме? – тип һөрәнләне Ходоска.

– Сеү! Партияға тел тейҙермәгеҙ! – тине Выползок, баҫым яһап һәм наган тотҡан ҡулын күтәрҙе.

Ходоска сәсәгәндәй тынып ҡалды һәм ҡатындар бер-бер артлы ҡурҡа-ҡурҡа урам буйлап һөйрәлде. Башта әкрен барҙылар, шунан үҙҙәре лә һиҙмәҫтән аҙымдарын ҡыҙыулаттылар. Шәберәк атлаһындар өсөн, ҡыуа ла ала ине, ләкин ул быны эшләмәне. Әлбиттә, береһендә лә һәнәк юҡ ине, шулай ҙа уларҙы һәнәк алырға ҡайтарып ебәреп тә булмай, тырым-тырағай ҡасасаҡтар, йыйып алып булмаясаҡ. Иң аҙаҡтан атлаусы Ходоска ризаһыҙ ниҙер мығырланы – уның тураһында, ә, бәлки, партия тураһындалыр, һәм ул, утыҙынсы йылдарҙа эшләп еткермәнек, барыһының да тамырын ҡоротоп бөтөрмәнек, тип әсенеп уйланы. Тиҙҙән шөғөл табыласаҡ. Колхоздарҙы ғына күтәрергә кәрәк, ә шунан инде синфи көрәшкә тотонорҙар, ул ҡырҡыу булырға оҡшаған.