Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сафуан Әлибаев

Күренекле шағир Сафуан Әлибай үҙенән һуң бай ижади мираҫ ҡалдырҙы. Уның блокноттарында, дәфтәрҙәрендә бығаса бер ҡайҙа ла баҫылмаған шиғырҙары бик күп.

Һүҙгә, шиғриәткә үтә лә талапсан шағир, бәлки, уларҙың барыһын да уҡыусы хөкөмөнә сығарырға кәрәк тә тапмағандыр. Бәлки, ғүмер буйы көнө-төнө эш өҫтөндә ҡайнаған кеше булараҡ, ваҡыты ла булмағандыр... Шуларҙың бер ни тиклемен уҡыусы хөкөмөнә еткерге килде.

 

                Фәрҙиә Әлибаева,

                               шағирҙың тормош юлдашы.

 

Сафуан Әлибай башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә күп көс һалған талантлы шағир ине. Донъяға йылмайып баҡҡан аҫыл зат булды. Мин бер ҙә уның кешеләргә ҡаш йыйырып баҡҡан сағын хәтерләмәйем.

Беҙ бергә университеттың әҙәби түңәрәгенә йөрөп дуҫлашып киттек. Етмәһә, беҙ икебеҙ ҙә бер төйәктән тиерлек. Сафуан милли батырыбыҙ Салауаттың тыуған еренән, ә мин күрше Дыуан районынан.

Балалар өсөн дә ижад итте: уларҙың телен белә, күңеленә үтерлек һүҙҙәр таба... Минеңсә, балалар шағиры булып та тыуырға кәрәктер.

Уның шиғырҙарына байтаҡ йырҙар яҙылды. Үҙе лә моңсол ине: халыҡ йырҙарын йырлаһамы – иҫтәр китә, күңелде тетрәндерә. Ә иң мөһиме: уның йырҙары әле лә йәшәй, тимәк ул беҙҙең арала ҡала.

 

                                                                              Тимер Йосопов,

                                                               Башҡортостандың халыҡ шағиры.

* * *

Һалҡынсалап елдәр иҫә әле

Һәм килтерә таңғы һалҡынды.

Яңы ғына ҡар әрселгән ерҙә

Тәүге сәскәләр ҙә ҡалҡынды.

 

Балауыҙҙың әкиәт донъяһынан

Осоп сыҡты тәүге бал ҡорто,

Сәскәләргә ҡарай, яҙ хаҡында

Белеп ҡайтмаҡ булып ул осто.

 

Тиҙҙән микән килер был яҡтарға

Ҡәҙерле һәм матур яҙ-ҡунаҡ,

Тиҙҙән микән ҡайын-бөҙрәкәйҙә

Күренер йомшаҡ баллы япраҡ,

Тиҙҙән микән туғай йәшелләнер,

Хуш-еҫ бөркөп муйыл сәскәләнер...

                                               7. 1. 1968 й.

* * *

Уралымда урман һирәгәйгән

Ябырылған һайын дошмандар

Йәйә булып муйыл һығылғанда,

Ҡарамалар уҡтар булып яуға осҡандар.

 

Һөңгө булып осҡан һәр шыршыһы,

Дошман күкрәгенә төбәлгәс.

Донъяларҙы нурлар аҡ  ҡайындар

Пушкаларға булған тәгәрмәс.

 

Уралымда һаман шаулай урман,

Ҡоромаған ҡалай ул күптән.

Һәр бөртөгө уның ҡабат шытҡан

Изге ерҙә тыуған өмөттән.

Онотолор, тинем...

Һағынып көткән хатың күңелемә

Килтерә ине бары яҙ ғына.

...Ләкин  бер саҡ, көҙгө япраҡ булып,

Һуңғы хатың төштө алдыма.

 

Һуңғы һүҙең: «Мине онот... Ғәфү...

Нисек әле ҡапыл  көҙ етте?

Бергә булған көндәр ҡайҙа китте?

Устарымды минең ни өттө?

 

Хаттарыңды шул саҡ әрнеп йырттым

Утҡа һалдым – ниңә осраттым.

Ҡара янып улар, йомарланып,

Йөрәгемдәй, утта ҡорошто.

 

Күҙ алдымда томан таралғандай,

Төтөндәре осто, юғалды.

Йылдар үткәс, инде бөтәһе лә

Онотолор, тиеп йыуандым.

 

Юҡ, ул көндәр һаман тынғы бирмәй,

Ҡалһалар ҙа алыҫ-алыҫта.

Их, булмай шул күңел тигәнеңде

Йыртып ташлап, утҡа яғып та!..

21. 2. 1967.

* * *

Тып-тын ҡалып яңғыҙ ятам әле

Күптәр инде күптән йоҡланы.

Ә мин һаман асыҡ ишетәмен

Ҡулымдағы сәғәт һуҡҡанын.

 

Уның эше минут, сәғәт һанау,

Мин һанайым көндәр үткәнен.

Һәр таң алыҫ офоҡтарға бағып,

Сит ерҙәрҙә йөрәк  үртәнем.

 

Сыйырсыҡтар менән ҡайтҡым килде,

Ҡанаттарым йәйеп Уралға.

Уралымдан урап, тыуған төйәк –

Тирмәнемә уйҙар уралған.

 

Әсәйемдең тәҙрә ҡаршыһында

Бер һайрағым килде өҙҙөрөп.

Атай ат эҙләгән һуҡмаҡтарҙан

Ҡайтһаң ине тағы бер йөрөп.

 

Бер ҡарайһы ине мөлдөрәшкән

Япраҡтарҙың күҙе – ысыҡҡа.

 

Һаҡлайҙармы ошо сафлыҡты, тим,

Уйҙар менән бағам офоҡҡа.

 

Шул яҡтарҙан елдәр иҫәме, тим,

Иҫәнме, тим, ғәзиз Уралым.

Әйтерһең, мин оҙаҡ ҡайтмай торһам,

Уралымда ниҙер юғалыр.

 

Ил хаҡына

Хыялдарым бөгөн күңелемдә

Ташҡын булып тора ташҡынып;

Мин уларһыҙ – алға барыр юлһыҙ, –

Ҡалыр инем ҡатҡан таш булып.

 

Хыялдарым! Улар  күпме булһа,

Бөтәһе лә илем хаҡына.

Шуғалыр ҙа йөрәк көн-төн тынмай,

Ашҡына ла һаман ашҡына.

 

Улар буйлап күпме үтәһе бар,

Күпме кәрәк әле уҙырға...

Хас Салауат күпере булып улар

Алыҫ киләсәккә һуҙылған.

 

Изге күпер!.. Әйҙә, ыҙанлы ла,

Туҙанлы ла юлдан ул үтһен;

Мин әҙергә мәҙер булып түгел,

Ә тыуғанмын шундай юл өсөн!

 

Мин бит беләм, барыбер тик бәхеткә,

Аҡ бәхеткә уның илтерен;

Шул күперҙән мин

                                     бөгөн дә тере

Салауаттай елеп үтермен.

 

Шул күперҙән көн-төн елермен мин,

Төшөү белмәм

                илем хаҡына

Үҙем тотоп бөгөн эйәрләгән

Елдән етеҙ заман атынан!

12. 9. 63 й.

 

* * *

Тейер-теймәҫ ерҙә, халҡым, тиеп, –

Күкрәк һуғып тамаҡ ярманым.

Һөйөү һүҙен күпме йөрөткәнде

Ышанамын һүҙһеҙ аңларын.

 

Ә шулай ҙа тик бер, һөйәм, тиһәм,

Юҡ, кәрәкмәҫ уны ҡабатлау.

Ағиҙелем төҫлө мең бормалы,

Урал тауы һымаҡ мең ҡатлау.

 

Ә шулай ҙа бөгөн йыр башланым,

Халҡым, тиер хаҡым булғанға.

Ғәйепләмә, моңдарымда күберәк

Һыҙланыуҙар булһа уҙғанға...

* * *

Ғүмер баҡый талпынамын,

Ашығам да ашығам.

Бәләкәстән бәпкә төҫлө

Сыҡтым ҡапҡа аҫтынан.

 

Шул көндәрҙән был донъяны

Гиҙәмен дә гиҙәмен.

Офоҡтарҙа бөтмәй сиктәр

Килә-килә һиҙәмен.

 

Мин юлдарға сыҡҡанмындыр

Һине генә эҙләргә.

Бына-бына батырмындыр

Һин йөрөгән эҙҙәргә.

 

Йондоҙҙарым ҡырсын төҫлө

Шығырҙашып ҡалалар.

Был донъялар, янам-көйәм,

Һуштарымды алалар.

 

Онотола аҙаптары

Талпындырған юлдарҙың.

Мөхәббәтме, мәрхәмәтме

Булһа ғына  йылдарың.

23. 11. 06 й.