Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Финзирә Хәйрисламова

Бар шундай ағайым

(Актер Хәмит Яруллинға – 80 йәш)

Оло таланттар – халыҡ араһынан, гүзәл тәбиғәт ҡосағында тыуа. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына 55 йыл ғүмерен биргән, ошо театрҙың даны, ғорурлығы булған һәм оҙон, ялҡынлы, тулы ҡанлы ижад ғүмере үткән актер Хәмиҙулла Яруллинға – 80 йәш. Ул 1935 йылдың 25 февралендә Башҡортостандың күркәм төбәге – Салауат районы Ахун ауылында күп балалы ярлы крәҫтиән Ғатаулла менән Зөбәйлә ғаиләһендә тыуған. Хәмит ғаиләлә 15-се – 10 ҡыҙ, 5 ир балалы ғаиләлә тыуа.

Аталары Ғатаулла ҙур ғаиләне хеҙмәт менән тәрбиәләгән, иртәнге таңдан кискә тиклем эш, эш, эш... 1935 йылға тиклем ауыл ситендәге утарҙа йәшәйҙәр. Унда ауыл тимерлеге булған. Ауылға 1935 йылда күсә, тимерлекте лә ауылға күсереп, ауылдаштары Тажетдинов Бәғдәт, Әбдрафиков Насирҙы тимерлектә эшкә өйрәтә, күмәкләп колхозға ярҙам итәләр.

Хәмиттең өлкән апайҙары ҡустыларын бик ярата, иркәләп тәрбиәләшә. Рәхимә, Мәфрүзә, Бибинур, Маһруза, Быдбыд, Гөлнур, Сәмәриә, Ҡәмәриә, Гөлфарудан апайҙары башҡорт халыҡ йырҙарын бик матур йырлаған. Колхозда эшләп, заманында ураҡ урып, 70-шәр көлтә бәйләп, маҡтаулы стахановсы булғандар.

Аталары ғаиләлә татыулыҡҡа, әҙәпкә ҙур иғтибар бирә. Үҙе таңдан тороп эш ҡоралдарын йүнәткән, балыҡ тотҡан, һунарға йөрөгән, сөнки анауы тиклем балаларҙы туйындырырға кәрәк бит. Ҡөрьән дә уҡый белгән, намаҙын да ҡалдырмаған. 1935 йылда беренсе булып район үҙәге Малаяҙҙа урман хужалығын ойоштора, урмандарҙы һаҡларға, ишәйтергә күп көс һала, 38 йыл эшләй.

Хәмит бәләкәйҙән атаһынан бер аҙым да ҡалмай, күп эшкә өйрәнеп үҫә, бик зирәк бала була. Сабата ла үрә, умарта рамдарын эшләргә лә өйрәнә, сөнки атаһы үҙе генә өлгөрә алмай. «Эшкә өйрәнеү үҙем тормош көткәндә бик тә ярап ҡуйҙы, шуға ла атайыма бик рәхмәтлемен, – ти Хәмит. Атайым бик матур йырлай торғайны. «Ағиҙелкәй», «Ашҡаҙар» йырҙарын уның кеүек үҙенсәлекле, ихлас, үтә лә еренә еткереп йырлаған кешене осратҡаным юҡ», – ти ул. Атаһынан күрмәксе Хәмит тә ағастарға, хайуандарға, ҡоштарға, тәбиғәткә бик һаҡсыл, яратыу менән үҫә. Бәрәкәтле тыуған ерҙән һут алып, хозур тәбиғәт ҡосағына һыйынып ултырған Йөрүҙән йылғаһы буйындағы Ахун ауылының уңдырышлы тупрағында тыуып, ошонда буй еткергән ул. Ҡаратауҙа атаһы үҫтергән ҡарағайҙар күптән инде өй һалырлыҡ булып үҫкән, улар бөгөнгө көндә лә үҫеп ултыралар. Ул ҡарағайҙар үҙе бер йыр кеүек.

Алты йәштән үк Хәмит моңға ғашиҡ булып, Сәмәриә апаһының мандолина ҡылдарын тартып ҡарап, көйҙәр сығара башлай. Сәмәриә апаһы Мәсәғүт педучилищеһын тамамлап, күрше ауылда уҡытыусы булып эшләй һәм эш хаҡына ҡустыһына гармун бүләк итә. Хәмит тиҙ арала гармунда өҙҙөрөп уйнай башлай. Башланғыс белемде Ахунда ала, 5-се синыфты ауылдан 7 саҡрым алыҫлыҡтағы Мәсетле ауылына йөрөп уҡый. 6-сы синыфты Илтәй ауылында, ә 7 синыфты Мәсетле ете йыллыҡ мәктәбендә отличноға уҡып тамамлай. Урта мәктәпте ауылдан 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡаратаулы урта мәктәбендә (хәҙерге Малаяҙ урта мәктәбе) уҡып бөтә. Яҙлы-көҙлө 4 сәғәт йәйәүләп, ҡыш саңғы менән ял көндәренә өйгә ҡайтып йөрөй. Буш ваҡытында радио, фотоға төшөрөү менән, ағаларының мотоциклы менән ҡыҙыҡһына. Атаһы улының инженер йә табип булыуын теләй.

Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юғары белем алыуға юллана, документтарын Ауыл хужалығы институтына тапшыра. Бер танышы уға Мәскәү театр институтына йәштәр ҡабул итеүҙәре тураһында әйтә. Сәнғәт менән ҡыҙыҡһынып үҫкән егет күңел түрендәге хыялын һынап ҡарамаҡсы булып, Өфөләге опера театрына имтиханға бара. Мәскәүҙән килгән ҡабул итеү комиссияһы төрлөсә һынап ҡарай уны. Имтиханды уңышлы биргәс, яҙмыш уны Мәскәүгә алып килә. Данлыҡлы ГИТИС-тың тәүге ҡарлуғасы булыу бәхетенә ирешә. Атаһы улының теләгенә ҡаршы килмәй, ризалаша, сөнки үҙе лә сәнғәтте бик ярата.

1954 – 1959 йылдарҙа Хәмит Мәскәүҙә Луначарский исемендәге Дәүләт театр-сәнғәт институтында Башҡортостандан килгән талантлы йәштәр: Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Шамил Рәхмәтуллин, Роза Шәйхетдинова (Кәримова), Наил Тибеев, Фәрдүнә Ҡасимова, Зинира Атнабаева, Әмир Абдразаҡовтар менән бергә уҡый. Уҡыу йылдарын Гөлбаныу Мәһәҙиева былай тип иҫкә ала: «Башҡортостандан килгән йәштәр бик талантлы ине: Әмир Абдразаҡов скрипкала уйнай, бик матур, сәхнә өсөн тыуған Хәмит Яруллин гармунда һыҙҙыра, эшләпә кейгән, йөҙө итальян кешеһенә оҡшаш Наил Тибеев беҙҙең менән башҡорт бейеүҙәрен ҡуя ине, Муллаян Һөйәрғолов – Бөрйән егете, бик оригинал, Илшат Йомағоловтың артист тәжрибәһе бар, Шамил Рәхмәтуллин бик юморлы, күңелле, Гүзәл Мәғәфүрова матур, һөйкөмлө. Бер айҙан беҙгә Роза Шәйхетдинова килде, ул үҙенең матурлығы менән барыбыҙҙан да айырылып тора ине, уҡыуҙа ла, этюдтарҙа ла гел алдынғы булды. Сығарылыш спектаклендә (диплом эше) К. Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»ндә ул Мардолина ролен уйнаны, ә Фабриционы Хәмит Яруллин бик оҫта уйнап, итальян характерын, темпераментын бик дөрөҫ бирҙе. Улар иҫ китмәле талантлы пар ине!»

Б. В. Бибиков, О. И. Пыжова кеүек талантлы профессорҙарҙан белем алалар. 5 йыл уҡыу дәүерендә баш ҡала театрҙарына йөрөп, В. Тихонов, Н. Мордюкова, И. Макарова кеүек артистар менән осрашалар, уларҙың нисек уйнауҙарын күреү бәхете тейә.

Мәскәүҙә Совет республикаларының сәнғәт декадалары ла йыш була, уларҙың сығыштарын йәштәр һәр ваҡыт ҡарап бара. 1955 йылда Мәскәүҙең Ҙур театрында үткән Башҡортостандың әҙәбиәт һәм мәҙәниәт декадаһында Хәмит беренсе тапҡыр үҙенең буласаҡ ҡатыны, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Зилара Әйүпованы осрата. Ул халыҡты хайран ҡалдырып «Бишбармаҡ» бейеүен бейей.

1959 йылда Хәмит Яруллин институтты тамамлай, драма һәм кино актеры дипломы менән Өфөгә ҡайта, Башҡорт дәүләт академия театрына эшкә урынлаша. «Миңә заманында беҙҙең Башҡорт драма театрына нигеҙ һалған, уны иң юғары академик кимәлгә күтәргән, йөҙөн билдәләгән өлкән быуын сәхнә оҫталары менән эшләргә тура килде», – ти Хәмит Яруллин. Оло быуын артистары Хажи Бохарский, Ғәлимйән Ҡарамышев, Әмин Зөбәйеров, Бәҙәр Йосопова, Таңһылыу Рәшитова, Зәйтүнә Бикбулатова, Рәғиҙә Янбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Ғәлим Туҡаев, Хөсәйен Ҡудашевтар менән бергә дәррәү эшкә тотона. Ололар йәштәрҙе йылы ҡаршылай, театр яҙмышына, репертуарына ныҡлы терәк килә, йәштәр арҙаҡлы артистарҙың эстафетаһын дауам итә.

Үҙенең диплом спектакле К. Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»ндәге Фабрицио роленән һуң Хәмит башҡорт академия театрында тәүге бирелгән ролдәрҙе профессиональ артист кеүек оҫта башҡара, тамашасыларҙы ышандыра, уларҙың һөйөүен яулай. Оҙон буйлы, ғәжәп матур тауышы менән тамашасыларҙы арбаған, төҫкә матур артисты тамашасылар бик ярата, бигерәк тә йәштәр.

Башҡортостандың легендар артисы Арыҫлан Мөбәрәков менән бер нисә спектаклдә бергә эшләргә тура килә уға. Ә. Атнабаевтың «Ул ҡайтты» пьесаһында, Н. Погодиндың «Ленин Октябрҙә» спектаклендә улар бергә уйнай. «Ул ҡайтты» спектаклендә Марат ролен Хәмит ифрат оҫта башҡарыуы менән тамашасыларҙың  ихтирамын яулай. Актер тамашасыларҙы Марат менән бергә көлөргә, шатланырға, ә ҡайғы килгәндә уны уртаҡлашырға мәжбүр итә.

Артист үҙенең ижад юлында йөҙәрләгән төрлө образдар тыуҙыра. Башҡорт классикаһынан М. Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендә – Закир, И. Абдуллиндың «Ялҡынһыҙ яна йөрәк» пьесаһында – Идеал, «Йөрәк менән шаярмайҙар»ында – Раззаков, «Онотолған алтын»ында – Рәсих, «Бажалар»ҙа – Сафонов, А. Абдуллиндың «Онотма мине, ҡояш!» пьесаһында – Сергей Чекмарев, «Ун өсөнсө председатель»дә – Байымов, Н. Асанбаевтың «Зәйтүнгөл»ендә – Айбулат, «Ҡыҙыл Паша»ла – Әбүбәкер, «Фәйзи»ҙә – йәш Фәйзи, «Аҡ сирень»дә – Баян, «Алтын бишек»тә – Макар, М. Кәримдең «Салауат»ында – Каратель, «Ҡыҙ урлау»ҙа – Ильяс, «Айгөл иле»ндә – Илдар, «Ташлама утыңды, Прометей!»ҙа – Әҙәмшах, «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар»ҙа – Ярулла, «Салауат»та – Ю. Аҙналин, Ә. Атнабаевтың «Игеҙәктәр»ендә – Рушан, «Әсә хөкөмө»ндә – Мансур, «Шоңҡар»ҙа – Шоңҡар һ.б. ролдәр.

«Ә. Атнабаевтың ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабичҡа арналған «Шоңҡар» драмаһында Хәмит Яруллин милли мәҙәниәтебеҙҙең талантлы бер вәкилен иҫ киткес дәртле уйнаны. Уйнаны тип әйтеү урынһыҙ кеүек: актер герой тормошо менән йәшәне. Шағир Шоңҡарҙың бер аҙ хаталарын да, рухи төшөнкөлөккә бирелеп китеүен дә, әммә аҙаҡтан барыбер халыҡ йырсыһы булып ҡалыуын тамашасыға ҙур оҫталыҡ менән еткерҙе. Мин шағир Бабичты тап шулай күҙ алдына килтерәм. Тамашасылар Хәмит Яруллинды ошо спектаклдә бигерәк тә яратып ҡабул иткәйне. Байтаҡ ваҡыт уны үҙ исеме менән атамайынса, Шоңҡар тип йөрөтөүҙәре һис тә ғәжәп түгел», – тип яҙа яҙыусы Зөһрә Алтынбаева. Шағир Риф Тойғонов: «Шоңҡар»ҙа Хәмит – Шоңҡар, тәрән, бер ҡараһаң мәңгегә иҫтә ҡалырлыҡ образ тыуҙырған. Юғары гражданлыҡ хисенә эйә булған Шоңҡар тамашасыны уйға һалды», – тип яҙа. Драматург Х. Вәхиттең «Ҡайҙа һуң һин?» пьесаһында Хәмит ябай эшсе, маляр, үҙешмәкәр композитор егет Шәүкәт образын уйнаны. Бар булмышы менән сәнғәткә тартылған, музыкаға ғашиҡ был ябай эшсе егетте тормош йыш һынай. Артист башҡарыуында ул – аҡыллы, кешелекле, саф мөхәббәт менән һөйә белгән изге һәм нескә күңелле лирик образ.

Б. Лавреневтың «Атайыңдың ҡәҙерен бел» спектаклендәге Мәҡсүт образын артист үҙ эшенә мөкиббән киткән йәш белгес, үҙенең йәмғиәт алдындағы бурысын яҡшы аңлаған гражданин булып иҫтә ҡалдырҙы. Ул ғүмерен йәлләмәйенсә атом нурына эләкһә лә, халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләй.

Х. Ибраһимовтың «Башмағым» спектаклендә ул – Хәйрүш, «Кейәү»ҙә – Ғәнибай, И. Йомағоловтың «Нәркәс»ендә – Байымбәт, «Торналар ҡайта»ла – Хәсән, Р. Сафиндың «Тилекәй» пьесаһында – Тилекәй, Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә – Ғилмитдин, Ә. Мирзаһитовтың «Күршеләр»ендә – Урал, «Ғүмер ике килмәй»ҙә – Хәйернас, Н. Ғәйетбайҙың «Аты барҙың дәрте бар» спектаклендә – Ҡотлобай, Ғ. Шафиковтың «Операция»һында – Ғиндуллин,   Р. Кинйәбаевтың «Атыңды үтескә бир»ендә – Сынтимер, Ф. Бүләковтың  «Онотолған доға»һында – Буран, Б. Рафиҡовтың «Париж башҡорто»нда – Муса, Н. Иҫәнбәттең «Һижрәт»ендә – Абдуллин һ.б. ролдәр.

Сит ил һәм рус классикаһынан уйнаған ролдәре:

К. Гальдониҙың «Ҡунаҡхана хужабикәһе»ндә – Фобрицио, Ф. Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә – Фердинанд, И. Кариенконың «Бәхетһеҙ мөхәббәт»ендә – Гнат, У. Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һында – Тибальд,     В. Гюгоның «Мария Гиндор»ҙа – Гильберт, А. Б. Чеховтың «Иванов»ында – Львов, М. Горькийҙың «Һуңғылар»ында – Яков, Н. Островскийҙың «Бәлә кеше башынан йөрөй»ҙә – Бабаев, Паристың «Афродита утрауы»нда – Рольф Оуэнс, Лаврентьевтың «Атайыңды хөрмәт ит!»тә – Мәҡсүт, С. Айытматовтың «Һау бул, Гөлсары»һында – Кәримбеков, У. Шекспирҙың «Макбет»ында – Банко, Чепуриндың «Йөрәгем һинең менән»ендә – Мефодьев, Коломбаевтың «Ҡырағай фәрештә»һендә – Петр I, А. Толстойҙың «Тере мәйет»ендә – Каренин, Дударевтың «Рядовойҙар» пьесаһында – Солянин, А. Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»ҙә – Муров, У Шекспирҙың «Ричард III» пьесаһында – Король Эдвард, В. Аллендың «Хәйерле иртә, Энид!»тә – Джерри, Гавриловтың «Шамбала» пьесаһында – Батыр, Г. Запальскаяның «Улар дүртәү»ҙә – Ир образы, һ.б.

Күренекле драматургтар И. Абдуллин, Н. Асанбаев, сәнғәт белгесе Һ. Сәйетов, драматург Н. Ғәйетбаев актер хаҡында йылы фекерҙәр әйтеп, Башҡортостан матбуғатында сығыш яһаны.

Тамашасы – бер, ә драматургтар артистың ролде башҡарыуына, уның тел оҫталығына үҙҙәренең күҙлегенән ҡарай. Шағирә Л. Абдуллина былай тип яҙа: «Хәмит Яруллиндың актер булараҡ йәнә бер сифатын билдәләп үткем килә. Ул – актерҙың телмәре! Һеҙ уның телде боҙоп, һүҙҙәрҙе бутап, ауыҙ эсендә бутҡа бешереп һөйләгәнен ишеткәнегеҙ бармы? Мин – юҡ. Хатта башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ яңғырауын ишетер өсөн генә лә уның телмәрен тыңларлыҡ! Был уның телде һөйөүенән килә. Йомшаҡ, матур яңғырашлы әҙәби башҡорт теле генә сәхнә теле була ала. Башҡорт сәхнәһе теленең өлгөһө кемдә тиһәләр, һис икеләнмәй, Хәмит Яруллин телендә тиер инем».

Х. Яруллиндың геройҙары – тәрән аңлап, аҡылда һәм күңелдә тыуған образдар. Уны ювелир актер тип атаһаҡ, һис тә хата булмаҫ. Актер ижад иткән һәр ролде алып ҡараһаҡ, уларҙа тырышлыҡ, талант сағыла. Актер үҙенең уйнаған ролдәрендә кемде уйнаһа ла, дөрөҫлөккә ысын күңеле менән ынтыла. Иҫ китмәле дикция, артикуляция, оҫталыҡҡа эйә ул. Ул телдең, башҡорт теленең ҡәҙерен, бәҫен белә. Театр – ул актер һәм драма. Театр – ҡыйыу һүҙ, тетрәткес уйҙар, ситуациялар, шуларҙы Хәмит Яруллин үҙенең йөрәге аша үткәрә.

Актер һәр ваҡыт өлгөлө формала, бөгөн дә ул тамашасыларҙы үҙенең таланты менән шатландыра. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Бәләкәй залында Эльвира Юнысова менән уйнаған психологик дуэт – «Хәйерле иртә, Энид!» спектакле генә лә ни тора!

Х. Яруллин төрлө характерҙағы, эске донъяһы менән бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ролдәрҙе лә уңышлы башҡарған актер. И. Абдуллиндың «Йөрәк менән шаярмайҙар» спектаклендәге Рәжәпов тап шундай. Үҙ маҡсатына ирешеү өсөн дуҫлыҡ, кешелеклек мөнәсәбәттәрен иҫәпкә лә алмаған, үҙе өсөн генә йәшәгән был образды актер тамашасы күңелендә нәфрәт уятырлыҡ кимәлдә башҡара. Ә Мирзаһитовтың «Әсәйемдең сал сәстәре»ндәге Мәркәздең кисерештәрен ниндәй оҫталыҡ менән аса. Ул ололар, ҡарттар ролен дә бик оҫта башҡара. Мәҫәлән, М. Горькийҙың «Һуңғылар»ында Яков ҡарт роле. Аҙ һүҙле, әммә үҙенең күҙ алдында эшләнгән яуызлыҡтарға, кәмһетелеүҙәргә нәфрәтләнеп йәшәгән, көсһөҙ булһа ла, әҙәпһеҙлеккә ҡаршы көрәшергә тырышҡан образды актер бар күңелен биреп, үҙ геройын ихлас яратып башҡара. Н. Ғәйетбайҙың «Аты барҙың дәрте бар»ҙағы Ҡотлобай ҙа ошондай образдарҙың береһе. Үҙе ҡартайһа ла, күңеле, йөрәге һис ҡартаймаған. Үҙен атынан башҡа күҙ алдына килтермәгән Ҡотлобай ҡарт ябай ҙа, эскерһеҙ ҙә булып күҙ алдына баҫа актер башҡарыуында.

Актер үҙенең эске тойғоларын йүгәнләй, сама, аҡыл менән ижад итә, тамашасыларҙы үҙе менән бергә уйланырға, тулҡынланырға мәжбүр итә. Уның өсөн холоҡ-фиғел, сәхнәлә үҙен тота белеү, яғымлылыҡ, итәғәтлек кеүек сифаттар мөһим. Үҙе ошо сифаттарға эйә, уларҙы урынлы һәм оҫта ҡуллана. Спектаклдә төп ролдәрме, икенсе, өсөнсө пландағы ролдәрме – ул барыһын да иҫ китмәле оҫта башҡарған актер.

1987 – 1992 йылдарҙа башҡорт академия драма театрында, бер үк ваҡытта Башҡортостан дәүләт радио һәм телевидениеһында ла режиссер булып эшләй. Ул уҡыған шиғырҙар бөгөн дә «Ашҡаҙар», «Юлдаш» радиоларында яңғырай. Радио һәм телевидениенан төп ролдәрҙе: К. Мәргәндең «Аҡмулла»һында – Аҡмулла, режиссер Н. Тибеев; Ф. Иҫәнғоловтың «Арыш башағы»нда – төп роль, режиссер Н. Тибеев; «Аҫылйәр»ҙә – Шәрәфетдин, режиссер Р. Фәйзи; К. Тинчуриндың «Американ»ында – Искәндәр, режиссер Р. Фәйзи; «Аҡ ҡалфаҡ»та – Баҡый роле, режиссер Р. Фәйзи; С. Мифтаховтың «Һаҡмар»ында – Һиҙиәт, режиссер Н. Тибеев.

Ай һайын радио һәм телевидениела, өсәр актлы спектаклдәрҙә, көн-төн театрҙа... 1992 – 1997 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт театрында уйнай. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт техникумында йәш актерҙарҙы уҡытып сығара, сөнки ул 1961 – 1974 йылдарҙа Өфөлә 3. Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында сәхнә теле дәрестәрен, сәхнә хәрәкәте, фехтование дәрестәрен дә алып бара. Хәҙер театрҙа эшләгән күп артистарҙың яратҡан уҡытыусыһы булды ул.

Стәрлетамаҡта уйнаған ролдәре: Гавриловтың «Шамбала» спектаклендә – Батыр, Ф. Бүләковтың «Онотолған доға»ла – Буран, Р. Солтангәрәевтың «Теге донъя-был донъя»ла – Өмөтбай, Б. Рафиҡовтың «Париж башҡорто»нда – Муса, Н. Иҫәнбәттең «Һижрәт»ендә – Абдуллин, И. Абдуллиндың «Их, Өфө ҡыҙҙары»нда – Көршун, В. Шекспирҙың «Ричард Ш»дә – король Эдвард, К. Карнайҙың «Талантһыҙ»ҙа – Ҡоҙа, Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәге»ндә – скрипач.