Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәки Әлибаев

Ышаныслы аҙымдар менән

(Рәлис Уразғоловҡа – 50 йәш)

Бөгөнгө башҡорт прозаһында һәлмәк аҙымдары менән атлап барған Рәлис Ураҙғолов ижады уҡыусыларға яҡшы таныш. Республикабыҙҙың ваҡытлы матбуғат баҫмаларында заманыбыҙҙың актуаль темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләре, очерктары менән оҫта журналист булып танылһа, һуңғы йылдарҙа проза өлкәһендә лә ярайһы уҡ уңыштары бар. Рәлис Ураҙғолов хикәйә, повесть жанрҙарында ла эшләй. “Бормалы яҙмыштар” тигән тәүге йыйынтығы хаҡында ла әҙәби тәнҡиттә ыңғай ҡараштар булды, “Аслыҡ” тип аталған романын да ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алдыҡ.

Рәлис Ураҙғолов үҙенең йыйынтығын юҡҡа ғына “Бормалы яҙмыштар” тип атамай, сөнки хикәйә геройҙары – ҡатмарлы характерлы, тормошҡа үҙенсәлекле ҡараш менән баҡҡан, ғәжәп тә, ҡыҙыҡ та. Улар барыһы ла яҙмыш ҡуласаһының иң ҡатмарлы урынында артабан нисек булыр, тип бар ғаләмгә төбәлгәндәй тойола.

Әйтәйек, “Гонаһлы ғәйеп“ хикәйәһенең геройы Ғәлиулла оҙаҡ йылдар күңел ғазабы кисерә. Автор үҙ геройына ҡәтғи сиктәр ҡуймаған, шуға ла уның хәрәкәтендә объектив ҡараш, төрлөлөк ярылып ята. Ләкин был яҙыусының фекер тарҡаулығынан түгел. Динамикалы был сюжетта һәр хәрәкәт үҙ аллы, ләкин бер маҡсатҡа йүнәлтелгән.

Ысынлап та, ижад кешеһенә үҙенсә генә ҡараш, ваҡиғаларҙы баһалау, кешеләр араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе аңлау һәм кисереү кеүек сифаттарҙы үҙгәртмәй, заман шауҡымына тура ҡарап барыу – яҙыусының әҫәрҙәрендә ярылып ята.

“Йән ғазабы” хикәйәһендә автор замандың ҡотолғоһоҙ бәләһе – эскелек проблемаһын өс быуын ҡатын-ҡыҙ образы аша күтәреп сыға. Ул матур тойғо, изге хыял, яҡты өмөттәрҙең тормош ҡараңғылығын, үтә лә йәмһеҙ күренештәрҙе еңгәнлеген тормошсан ваҡиғалар аша һүрәтләй. Нәфисәне һуңғы аҙым – фажиғәғә ынтылыуға уны уратып алған яҡындарының битарафлығы, күңел матурлығын аяҡ аҫтарына һалып тапауҙары илтә. Әсәһенең әсе яҙмышы, өләсәһенең ҡотолғоһоҙ бәләгә тарыуы ла хикәйәнең проблематик тәрәнлеген арттыра. Шуныһы ҡыуаныслы: әгәр ҙә беҙ Ноғман Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романында төп геройҙың трагик фажиғәһен күрһәк, Рәлис Ураҙғоловтың “Йән ғазабы”нда сиселеш күпкә яҡтыраҡ. Нәфисә Мөхәббәт тауына үҙ-үҙенә ут төртөргә тип менһә лә, ҡурҡыныс аҙымдан йән өҙгөс тауыштар аралап ҡала. Ул да булһа – әсәһе һәм өләсәһенең ауаздары. Автор фекеренсә, эскелек һаҙлығынан ҡотолорға тәүге аҙым – тап ошонда башланалыр. Сөнки күҙ йәштәре – рухи таҙарыныу билдәһе.

“Ҡатын” хикәйәһендә авторҙың күңел йылылығы, һәр образды оло ихтирам һәм иғтибар менән һүрәтләүе күренеп тора. Әҫәрҙең сюжеты ғәҙәти ваҡиға, көндәлек тормоштоң бер мәлен генә һүрәтләй, әммә автор  ғаиләнең иң бәхетле, илаһи саҡтарын сағылдыра. Хикәйә героиняһы Сәриә ире Ғәзим менән итәк тулы бала үҫтереп, ауылда һәүетемсә генә йәшәп яталар. Был ғаиләнең бәхете Сәриәнең ғәҙәтилектән дә илаһи мәлдәрҙе тоя белеүе, донъяға мөхәббәт менән бағыуында. Сәриәгә класташы Суфияның: “Бәхетлеме һин?” – тигән һорауы сюжеттың төйөнләнеүе лә, ваҡиғаларҙы бер йүнәлештә хәрәкәткә килтереүе лә. Автор әҫәрҙә юмористик ваҡиғаны ла оҫта һәм урынлы ҡуллана. Шуға ла хикәйә бер тынала уҡыла. Композицион яҡтан йыйнаҡлыҡ, үҙенсәлекле персонаждар ҙа хикәйәнең фекер тығыҙлығын тәьмин итә.

“Һандыҡ” хикәйәһенең героиняһы Ғәшүрә Сәриәнең тап киреһе. Автор әҫәрҙә уның образын асыу өсөн бик шәп художестволы деталь – һандыҡты тапҡан. Тормошта һандыҡ үҙ эсенә күп әйберҙәр һыйҙырған серле ҡоролма. Әҫәрҙә Ғәшүрә лә бар ғүмере буйы аҡса, байлыҡ туплаған. Уның күңелендә туғанлыҡ кеүек хис-тойғолар күптән томаланып бөткән. Башына ла ошо ҡомһоҙлоғо етә. Хикәйәлә Ғәшүрәнең ярты көнө генә һүрәтләнә, әммә беҙ был ҡарсыҡтың тотош ғүмерен күҙаллайбыҙ. Яҙыусы героиня характерын төрлө йүнәлештәге ваҡ ҡына ваҡиғалар аша аса. Әммә улар сюжет тарҡаулығын тыуҙырмай, киреһенсә, бер епкә туплап, әҫәрҙә фәлсәфәүи барлыҡ яҫылығында ҡуйыла.

Прозаиктың һутлы теле, донъяны үҙенсә күрә белеүе, үткер социаль проблемаларҙы һүрәтләүе ылыҡтыра. “Рәнйеш” хикәйәһендә лә автор герой характерының үҙенсәлекле яҡтарын тос фекер, тығыҙ сылбырлы композиция аша бирә. Әҫәрҙе яҙыусы әҙәбиәттә традицияға әйләнгән төш алымы менән башлап ебәрә. Хикәйәнең төйөнләнеүе – Әһли төшөндә быҙау күреп, хафаланып уяна.  Тик төш ябай түгел, ә гел дә ошо ваҡиға аша төйнәп, артабан персонаждар хәрәкәтен тәьмин итә. Әһлиҙең ҡатыны Гүзәл: “Мал күреү – байлыҡҡа!” – тиһә, үҙе быға тиклем булып үткән бик үк күңелле булмаған ваҡиға менән бәйләй. Ауыл быҙауҙары ужым баҫыуына төшөп йонсотҡас, Әһли үҙенең уйҙарын колхоз рәйесе Насрый Ғәлләмовичҡа еткерә. Быҙауҙарҙың арҡаһын ярып, тоҙ һибеп ебәрергә уйлайҙар. Рәйес риза була. Күмәк быҙауҙар араһынан Шәрәфтекен һайлап, тәжрибә үткәрәләр. Әһли үҙенең төш боларыуын ошоға бәйләй, сөнки күрәҙәсе әбей ҙә:“Мал рәнйеше. Тәүбәгә килмәһәң, уныһы ебәрмәүе мөмкин”, – тип хужаларына әжерен бирергә өндәй. Ошо юҫыҡта барған ваҡиғаларҙың аҙағын автор бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бора. Район үҙәгенә юлланған Әһли, Исмәғил ауылын үткәс, бәләкәй генә мышы балаһына осрай. Яңы ғына тыуған быҙауҙы машинаһының артҡы яғына һалып, борола башлай. Ләкин ата менән инә мышы машинаны ике яҡтан ҡамап, емерергә тотона. Әһли тәүбәгә килә, ишекте саҡ-саҡ аса. Бына ҡайҙа малдың рәнйеше килеп төшә уға!

Автор геройының психологияһын төрлө штрихтар аша бирә. Ҡатыны Гүзәлгә, башҡа ҡатындарға мөнәсәбәте лә әленән-әле сағылып ҡала. Р. Ураҙғолов кеше характерының иң нескә, иң ҡатмарлы яғы – нәфсе аша герой образын аса. Яҙыусы фекере – хикәйәләге ваҡиғалар тығыҙлығында ла, хәрәкәттәр динамикаһында ла. Кешенең кеше булып ҡалыуы йыш ҡына беҙҙең менән йәнәш йәшәгән хайуандар, йәнлектәр аша таныла. Тик, үкенескә ҡаршы, бик һуңлап ҡына. Сатирик алымдар, психологик монологтар ҙа хикәйәнең тулылығын, фекер тәрәнлеген барлыҡҡа килтерә.

Яҙыусы художестволы алымдарҙы урынлы ҡуллана, ваҡиғаларҙы сурытмай. Образ характерын юллағанда әҫәр проблемаһы бик оҫта, үҙ яйы менән килеп тыуғандай күренә. Был авторҙың оҫталығынан да киләлер.

 

Рәлис гәзиттәрҙә эшләгән саҡта буласаҡ эпик ҡоласлы әҫәрҙәренә материал тупланы. Ҡайҙа ғына командировкаға сыҡһа ла, “йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигәндәй, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле яҙмалар алып ҡайта ине. Шуларҙың һөҙөмтәһе булып, “Аслыҡ” романы ла ошо уңдырышлы ерҙә шытып сыҡты.

Романдың структур яҡтан йыйнаҡ, композициялағы конфликт сюжеттарҙың бер фокусҡа тупланып, арауыҡты, фекерҙе эпик киңлектә алып барыуына һайлап алынған персонаждар һәм геройҙар булышлыҡ итә. Әҫәрҙәге ваҡиғалар ике йыл эсендә барып, беҙҙе ХХ быуаттың иң ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы 20-се йылдарына алып ҡайта. Заман кеүек, роман геройҙары ла ҡапма-ҡаршылыҡлы, төрлө ҡарашлы.

Автор әҫәр геройҙарын статик планда түгел, динамик характерҙа күҙ алдына баҫтырып ҡалмай, ә төрлө композицион алымдар аша уларҙы тулыландыра, психологик йәһәттән байыта. Тап ошо юҫыҡта яҙыусының оҫталығы, жанр сиктәрен яҡшы тойоуы, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер йомшаҡ яҡтары хаҡында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

“Аслыҡ”тың тәүге биттәренән үк осорҙоң социаль картинаһын тыуҙырыуҙа ҡыҙыҡлы ғына алым – Кәшфулланың ғәҙәти иртәһе, уйҙары, иҫтәлектәре, хыялы – барыһы ла бөгөнгө менән үрелеп, артабанғы ваҡиғаларға ерлек әҙерләй.

“Беләһеңме, Хәйерниса, быйыл ерҙе Ермолай урыҫтарына биргән аҡсаға ҡара бейә алам”. “Ҡатыраҡ бәрелдем, ахырыһы, – тип ҡуйҙы ул эстән генә. –  Нисауа, аҙыраҡ ҡаҡҡылап-һуҡҡылап тормаһаң да булмай. Ирҙәр ҡулы тейгән ере тамуҡта янмаҫ”. “Ир тағы ла татлы хыялдарға бирелде. Күҙ алдына Моратшаның йәш кәләше Бибиәсмә килеп баҫты”. Тик Хәйернисаның һүҙҙәре генә бер аҙ уйға һалмай ҡалмай: “Йыл һайын ерҙе бирәбеҙ ҙә ҡыш буйы ошоноң хаҡына йәшәйбеҙ. Аҙаҡ үҙебеҙҙең еребеҙҙә ураҡ урырға ялланабыҙ. Бәлки, үҙебеҙгә лә сәсергәлер, тим... ”

Кәшфулланың хәрәкәттәре, уй-хыялдары ла йүгерек, бер береһенә әллә ни бәйләнмәгән дә кеүек, әммә ошонда уҡ сюжеттың бер нисә төйөнләнеүен күрергә мөмкин. Автор арауыҡты бер яҫылыҡта, эпизодта һүрәтләр өсөн төш һәм хәтирәне лә уңышлы файҙалана. Тәүгеһендә күберәк социаль пландағы ваҡиғалар һүрәтләнһә, икенсе бүлектә сәйәси ваҡиғалар Абдулла образына бәйле һүрәтләнә. Романда һәр персонаж үҙенең ҡабатланмаҫ һыҙаттары менән хәтерҙә уйылып ҡала. Илебеҙ тарихындағы 20-се йылдар художестволы әҙәбиәттә бер йүнәлештәрәк сағылыш тапҡан. Ә Рәлис Ураҙғолов үҙенең романы аша икенсе төрлө ҡараш, ысынбарлыҡҡа күп төрлө баһалар менән бағырға ярҙам итә. Тәү ҡарашҡа романдың беренсе бүлегендә төп геройҙар менән таныштырып сыға, хатта уларҙың исемдәре менән бүлексәләрҙе атай: “Кәшфулла”, “Абдулла”, “Зөләйха”, “Моратша”. Замандың үҙе кеүек үк төрлө социаль ҡатлам кешеләре. Ләкин уларҙың башланғысына уҡ ниндәйҙер һыҙаттар уйылып һалынған. “Был ваҡытта ул бөтә донъяға үсле ине. Әле лә, нисәмә йыл үткәс тә, үсе ҡанманы. Киреһенсә, тора-бара нәфрәткә әйләнде”, – ти Абдулла хаҡында. Тап ошондай ҡараш характерҙы һәр яҡлап аса, уны нигеҙләй.

Абдулла – заман геройы. Үҙе баш, үҙе түш. Ауылда барыһы ла уның ауыҙына ғына ҡарап тора кеүек. Яңы власть тап Абдулла кеүектәрҙе юғары сөйҙө. Тик юғары баҫҡысҡа үрләгәндә ҡорбандар аша атларға тура килә, ләкин аптырап ҡалмай. Тиңдәше, ауылдашы Иҙристе ҡотҡармай, әммә үҙен үҙе яҡларлыҡ сәбәп таба – Зөләйха. Һуңлап булһа ла мөхәббәт өсмөйөшө уның файҙаһына хәл ителә. Бер юлы – ике еңеү! Әммә, барыһы ла Абдулла уйлағанса ғына килеп сығырмы? Яҙыусы үҙенең геройын – йәмәғәт эшмәкәре, үҙ тормошон яйға һалырға тырышыусы ир, яңылыҡтарҙы үтә лә бер ҡатлы аңлаусыны – тәрән психологик кисерештәр аша бирә. Заман нисек үҙгәрә, Абдулла ла шулай. Ә бәлки, замандың үҙгәреүен үҙ мәнфәғәтендә генә файҙаланғандыр? Шуға ла шәхси тормошон күпме генә яйлап ҡараһа ла, осон осҡа бәйләй алмай. Абдулла идеология ҡоло түгел, ә үҙенең аңһыҙ, бик түбән булмышының тышауҙарына сырмалған. Яҙыусы ошо һыҙаттарын ваҡиғалар үҫешендә тулыһынса һүрәтләй. Абдулла – ауылдағы яңы власть вәкиле. Ә ауылды, тирә-йүнде аслыҡ афәте быуа. Кеше тәғәм ризыҡҡа зар-интизар, ә власть әһеленә продналог йыйыу мөһимерәк. Романдың конфликт тәбиғәте ошо ерлектә ҡырҡыулаша, тәрәнәйә. Ул ғына ла түгел, Абдулланың шәхсән ҡараштарында ла донъяға булған үсе таша ғына бара. Сөнки яҙмыштың һәр боролошона ла ғәйеплеләрҙе ситтән эҙләй башлай, ә улар табылып ҡына тора. Тик уйҙарыңа азатлыҡ ҡына бир. Иҙрис ҡорбандың башы булһа, байтаҡ ауылдаштарының астан үлеме лә уның намыҫында. Зөләйхаға ла ынтылып ҡарай, тик өмөттәре аҡланмай. Ҡатындың ихтыяр көсө, рухи юғарылығы еңеп сыға. Әлбиттә, Зөләйханың еңеүе лә еңел бирелмәй, аҙым һайын аслыҡ һағалап торған “тоҙаҡтарынан” ҡотолор өсөн ҡорбанһыҙ булмай: һыйырһыҙ ҡала, ҡәйнәһе вафат була. Ләкин һынауҙар Зөләйханы сыныҡтыра, Иҙрискә булған ышанысын нығыта.

Илгә ябырылған афәткә ҡаршы торор өсөн берләшеү, иңгә-иң тороу мөһим. Шуға ла ауылда Абдулла һәм уның ише Вилдан кеүек әҙәм аҡтыҡтары ғына түгел, ә Моратша кеүектәр ҙә бар. Үҙ ерендә ныҡлы баҫып торған, ҡолас-биләмәһендә яҡындарының яҙмышын хәл итер ир-уҙаман. Әҙәбиәттәге яңы тип геройҙы Рәлис Ураҙғолов бик ентекле, бар тулылығында, хатта яратып уҡ һүрәтләй. Моратша ябай түгел. Сөнки уның иңдәрендә – яҡындары, ауылдаштары яҙмышы икәнен тоя, белә. Уға Абдулла кеүек ниндәйҙер шәхсән иҫәптәрҙе барлау түгел, ә дәүер һынауҙарын иңгә-иң терәп, ауылдаштары менән еңә барыу мөһимерәк. Моратша менән Абдулла образдары быға тиклемге әҙәбиәттә осраған традицион образдарҙан алыҫ. Автор бында ла ҡалыптарҙан ҡотолоп, художестволы яҫылыҡҡа яңылыҡ, үҙенсә төҫтәрҙе өҫтәгән. Ике образдың да ерлеге, уны формалаштырған ысынбарлыҡ та яҙыусы өсөн бик мөһим. Шуға ла Моратша ил-еренә килгән аслыҡ афәтен үҙ иңдәрендә күтәреп, бар күңеле менән ауылдаштарына ынтылһа, Абдулла ошо мәлде үҙ мәнфәғәттәрендә иң ҡулай осор тип уйлай. Моратшаның ил ағаһы кимәле – уның нәҫеленән. Һәр быуыны тыуған ер, Ватан, тиеп тир түккән, ҡәҙерен белгән, киләсәккә аманат итеп тапшырған. Юҡ, Абдулланың нәҫеле лә килмешәк түгел, бил дә бөккән, ләкин хәйерселек уларҙы һағалап торған. Ни өсөн? Яуапты Моратшаның атаһы Нәжметдин бер аҙ асыҡлай:“Ҡасандыр бөтәбеҙҙең дә атайҙар, олатайҙар тигеҙ ғүмер кисергән. Ләкин берәүҙәр булған малын, үҙе тәүге йылдарҙа аслы-туҡлы торһа ла, һаҡлаған, икәү, өсәү иткән – ишәйткән. Ерендә лә көнө-төнө соҡсонған: сәскән, утаған. Ә кемдер һуңғы һыйырын да һуйып ашаған, ерен тәүҙә арендаға биргән, аҙаҡ бөтөнләй үк һатып бөткән. Шунан кем байырға тейеш һуң, балаҡай? Эйе, эйе, ерен һатҡан әҙәмдең тәүҙә үҙенең ғүмеренә етерлек тигәндәй аҡсаһы булған. Ләкин ул һис ҡасан да, балаларымды ерһеҙ ҡалдырам, ейәндәремдең өлөшөн һатам, тип уйламаған”.

Тик заман ошо түбәнселектән Абдулланы юғары сөйә, хатта яҙмыштарҙы хәл итер “кимәлгә” күтәрә. Ләкин аңында, булмышында, зиһенендә – “кисәге Абдулла”. Йәмғиәтебеҙ тарихында тап уларҙың эшмәкәрлеге ҡанлы эҙҙәр, ҡайғылы юл булып ярылып ята. Кешеләр башынан атлап, юғарыға үрләү Абдулла ярҙамында ла хәтәр ваҡиғалар менән билдәләнә. Яуҙан ҡасып барғанда ауылдашы, тиңдәше Иҙрис упҡынға бата, Абдулланан ярҙам һорап, ҡулдарын һуҙа. Ә ул күптәнге “мөхәббәт өсмөйөшө” арҡаһында Зөләйханан ҡолаҡ ҡағасағын иҫкә төшөрөп, ҡотҡарыуҙан баш тарта. Һаҙлыҡта батып үлер әле, тип уйлай. Ауылында Иҙристе үлде тиеп, Зөләйханы алырға уйлай. Автор романда “мөхәббәт өсмөйөшө“н бик уңышлы файҙалана. Шуға ла Абдулла – Иҙрис – Зөләйха мөнәсәбәттәре әҫәрҙең берсә драматик, берсә комик, берсә трагик ваҡиғалар менән сюжетты байыта, роман фекерен үҫтерә. Яҙыусы персонаждарын ғәҙәти ваҡиғаларҙа, ғәҙәти осраҡтарҙа һүрәтләһә лә, уларҙың психологик портретына, күңел торошо үҫешенә лә иғтибар итә. Тәү ҡарауға Абдулла негатив пландағы образ булараҡ күҙ алдына баҫһа, ә ул үҙенең белемһеҙлеге, наҙанлығы хаҡында уйланып ҡына ҡалмай, үс алыу теләген тағы ла ошо юҫыҡҡа йүнәлтә. Рус әҙәбиәтендәге Михаил Булгаков геройҙары хәтергә төшә. Рәлис ниндәйҙер трафарет үткәрмәй, сөнки заман шундай “геройҙар“ҙы тыуҙырған. Әле лә бит шул шауҡымдан һаман арына алмайбыҙ.

Романда өр-яңы образдарҙың береһе – Моратша. Быға тиклемге әҙәбиәттә юғары социаль ҡатлам кешеләре образы бер схемаға ҡоролған булһа, яҙыусы Моратшаны тыуған ер, ил һаҡсыһы, халыҡ таянысы булырҙай шәхес итеп һүрәтләй. Яңы тормош, аслыҡ кеүек ғәрәсәт башланғанда ла ауылдаштары уға күҙ терәп килә, ҡотолоу юлдарын аҡыллы ҡарарҙар аша табырға тырыша.

Ихлас, бай колоритлы, ырыҫлы ир-уҙаманы итеп һүрәтләнә Моратша. Автор үҙенең геройҙарын көрәш майҙаны булырҙай, үҙенсәлекле заманда осраштырып, характер һыҙаттарын динамик ваҡиғаларҙа асыҡлай. Илебеҙҙәге аслыҡ ғәрәсәтен Абдулла менән Моратшаның ғына кисереүе түгел, ошо мәлдә уларҙың эшмәкәрлеге – романдың үҙәгендә. Яҙыусы барлыҡ сюжет ептәрен дә ошо проблема тирәләй ойошторған. Композицион яҡтан йыйнаҡ, полифоник сюжет күберәк социаль планда тармаҡлана. “Аслыҡ” алты бүлектән ойошоп, әйләнмәле композицияға ҡоролған. Һәр бүлек исем-атамаһы бирелгән дүртәр бүлексәнән тора. Автор һүрәтләгән ваҡиғаларҙың художестволы йөкмәткеһен байытыр өсөн төш, тәбиғәт күренештәре, фольклор, ырым-йола мотивтарын бик урынлы ҡуллана. Улар әҫәрҙең эске бәйләнешен, моңон барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ романда ислам дине тәғлимәттәре лә ярайһы уҡ урын алып тора. Улар ситтән йәбештерелмәгән, ә халыҡтың йәшәү рәүешенә әйләнгәнлеген яҙыусы матур деталдәр аша биргән.

Романда традицион образдар менән бер рәттән, әҫәрҙең драматик пафосын тәрәнәйтер өсөн Хәҙисә ҡарсыҡ образы ғәйәт ҙур роль уйнай. Иҫәр ҡыҙы арҡаһында ауылда “кендек әбейе” булып изгелектәр генә ҡылған Хәҙисә аслыҡ заманында “кеше ашаусыға” әйләнә, гонаһҡа бата. Ул ғына ла түгел, ҡыҙы әсәһенең башына ла етә. Ҡот осҡос хәл, күҙ алдына килтерә алмаҫлыҡ ваҡиғалар. Романдың һәр бите замандың әшәке, яман, хәшәрәтле күренештәрен кеше яҙмыштары аша сағылдыра. Берәүҙәр һына, бөгөлә, икенселәре – нығына. Ләкин кешелеклелек, кеселеклек мөнәсәбәттәре роман геройҙары өсөн үҙгәрешһеҙ категория.

Ғөмүмән, “Аслыҡ” романы бай тематиканы үҙенсәлекле характерҙар аша асыуы менән шатлыҡлы күренеш. Шулай ҙа авторҙың был жанрҙа тәжрибә аҙлығы ла үҙен һиҙҙертә. Персонаж диалогтарында, ҡайһы бер эпизодтарҙа публицистик стиль өҫтөнлөк итә. Автор заман проблемаларын герой телмәрҙәрендә туранан-тура ҡулланып, дәүер һулышын боҙоп ебәргән осраҡтар ҙа бар. Тағы ла жанрға хас эпиклылыҡ һәм полифоник сюжет бер яҡлы ғына хәл ителгән. Автор күберәк бер ауыл эсендәге ваҡиғаларҙы ентекле тасуирлай, ә йәмғиәт бәйләнештәре күҙ уңынан ысҡындырылған. Роман фекерен тыуҙырған шәхес һәм йәмғиәт ҡаршылыҡтарын эпик яҫылыҡта үҫтерһә, характерҙар сағыу, күп төрлө булыр ине. Яҙыусы ҡайһы бер эпизодтарҙа натуралистик һүрәтләүгә күсеп китә, был иһә художестволыҡ кимәлен кәметә.

Был теләктәргә автор иғтибар итер. Сөнки Рәлис Ураҙғоловтың ҡәләме бар, ул прозаның башҡа жанрҙарында ныҡ ҡына ижади үрҙәргә үрләй. Иң мөһиме – яҙыусы жанрҙы тойомлай, эске ҡанундарын яҡшы үҙләштергән. Шулай булғас, яҙыусы ижадында артабан да роман жанры бик уңышлы, өр-яңы ижади алымдар менән билдәләнер, тип ышанғы килә.