Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мәжит Алкин

МӘҒӘФҮР ХИСМӘТУЛЛИН ЙЫРЛАЙ

(Тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата)

Мәғәфүр Хисмәтуллин йырлай. Яғымлы тауышы күңелдәрҙе берсә һағышландыра, берсә елкендерә. Башҡорт халыҡ йырҙарын  уның башҡарыуында тыңлағанда уларҙың бөйөклөгө бөтә тулылығында күҙ алдына баҫа, тамырҙарыбыҙҙың ниндәйен тәрәнлектә ятҡанына һоҡланаһың, шул халыҡ вәкиле булыуыңа ғорурланаһың.

Ысын йырсы ысын музыкант та булырға тейеш. Был фекерҙе испан йырсыһы һәм вокал педагогы Мануэль Гарсиа әйткән. Ысын йырсы үҙенә генә хас вокал оҫталығы, бер кем менән дә бутап булмай торған тауыш тембры, башҡарыу манераһы, артистың күңел донъяһына ауаздаш репертуары менән дә айырылып тора. Мәғәфүр Хисмәтуллин ошо юғары талаптарға тулыһынса яуап биргән талантлы шәхес булды.

 Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллин 1915 йылдың 23 (10) ғинуарында Иглин районының Яңы Ҡобау ауылында тыуған. Атаһы Беренсе Донъя һуғышында һәләк булғас, әсәһенә өс балаһын яңғыҙына үҫтерергә, байтаҡ нужа күрергә тура килә. “Башҡорттоң ҡыуанысы ла, байлығы ла йыр ине. Йырҙар аша халҡыбыҙҙың данлы үткәнен белдек, Салауат, Батырша, Алдар кеүек батырҙарын данланыҡ. Бәләкәйҙән йырланым. Төртмә йырҙарҙы ла ҡалдырманыҡ Ғаяз тигән гармунсы менән. Бер бабай:”Фатиханың малайы урыҫ бейәләйе хәтлем, тауышы ҡайһылай сыға”, – тип асыуланып ҡуйғайны, әсәйем: “Етем балаға барыһы ла бара, йырлаһын”, – тине”. Бала сағын ошолай хәтерләй Мәғәфүр ағай. Йырсы, бейеүсе, гармунсы, бер һүҙ менән әйткәндә “әртис” егет 1931 йылда сәнғәт техникумының театр бүлегенә уҡырға инеп, өс йылдан уны тамамлай. Башта Башҡорт академия драма театрында эшләп ала, унан Баймаҡ колхоз-совхоз театры сәхнәһендә сығыш яһай башлай. Күңеле  йыр-моңға тартылһа ла, спектаклдәрҙә  драматик артист булараҡ ҡатнаша. Бындай шарттарҙа Мәскәү консерваторияһының  Башҡорт опера студияһына һәләтле йәштәрҙе һайлап алыу өсөн килгән комиссия уның вокал һәләтен һәм артист булараҡ оҫталығын юғары баһалай. Шулай итеп, Мәғәфүр 1936 йылда Мәскәүгә уҡырға йүнәлә.

Мәскәү консерваторияһында Е. В. Еноховичтың класында белем алыу йылдары йырсы өсөн баһалап бөткөһөҙ мәктәпкә әүерелә. Аҡыллы остаз булараҡ, Енохович уҡыусыһының йәнле һәм матур тембрын нығытыу, милли колоритын һаҡлау, төрлө вокал күнекмәләр аша оҫталығын арттырыу сараһын күрә. Тауыштың тәбиғилеге, талғынлығы, үҙенсәлекле пластикаһы – данлы итальян белькантоһының ғына түгел, башҡорт һәм рус халыҡ йырҙарының да үҙенсәлеге. Тимәк, талантты тулыһынса асыуға өлгәшеү өсөн милли үҙенсәлектәрҙе ҡара-ҡаршы ҡуйыу йәки күрмәмешкә һалышыу түгел, киреһенсә, уларҙы файҙаланыу, үҫтереү талап ителә. Енохович уҡыусыһының башҡорт  характеры, башҡорт тәбиғәте шарттарында формалашҡан бай лирик-драматик теноры бөтә тулылығы менән асылһын өсөн барыһын да эшләй.

Енохович Мәғәфүргә  көн һайын үҙ аллы шөғөлләнеү ғәҙәтен һеңдерә. Башта ауыр була, әлбиттә. Ә тиҙҙән үҙ аллы хеҙмәт тәмен тоя. Шөғөлләнгән һайын фекер ҡеүәһе үҫә, оҫталығың арта, үткәнгә кире ҡайтмайынса артабанғы үрҙәргә күтәреләһең бит.

Ваҡыт үткән һайын уҡытыусыһы алдында оялсан уҡыусы түгел, ә һәр әҫәргә, яңылыҡҡа үҙ фекере булған сәнғәт кешеһе үҫеп сыға. Уның музыкаға, башҡарыу үҙенсәлектәренә, манераһына үҙ ҡарашы формалаша. Был хаҡта Мәғәфүр ағай бына нәмәләр һөйләй: “Евгений Владимирович менән шөғөлләнеүебеҙ бик уңышлы барҙы. Профессор минең һәр нәмәгә үҙ аңым менән барып етергә ынтылыуымды аңлай ине. Бер ҡасан да  үҙемә оҡшаған ария йәки романс биреүен һораманым. Сөнки уның тап әлеге этапта талап ителгән әйбер тәҡдим итәсәген белә инем. Тора-бара үҙемдең хаҡта “Хисмәтуллиндың тауышы матур” тип йыш ишетә башланым. Ә бына Лемешев тураһында “йырлауы үҙе бер мөғжизә” тиҙәр. Мин Ҙур театрға спектаклдәргә йөрөп, бының серен аңланым, буғай. Лемешев һүҙҙәргә эмоциональ йәһәттән айырым баҫым яһамай, матур, тормошсан, ихлас, ғәжәйеп итеп тотош һөйләмде, юлды гармония менән башҡара ине.

Ҡатмарлы партияларға тотонорға тейешле әҙерлек алғас, миңә Башҡорт дәүләт опера театры спектаклдәрендә ҡатнашыу өсөн Өфөгә ҡайтып йөрөргә рөхсәт иттеләр.”

Шулай итеп, консерваторияла уҡыу йылдарында рус һәм көнбайыш музыкаль классикаһы әҫәрҙәрен өйрәнеп, вокаль оҫталығын үҫтереп, ул 1939 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә ҡайта. Әммә белем алыуы шуның менән генә тамамланмай, ул ныҡышмалы рәүештә эҙләнеүен, юғарыға ынтылыуын дауам итә.

Йәш йырсының, ғәҙәттә, ижади дәрте ташып тора, көсө етәме, юҡмы, ул һәр ҙур эшкә тотонорға атлыға. Әммә бейеклектәрҙе берәмләп яуларға кәрәк, юғиһә, уңышһыҙлыҡҡа осраһа, йырсының үҙенә ышанысы юҡҡа сығыуы ихтимал.

Мәғәфүр Хисмәтуллин ижад юлын ҙур булмаған партияларҙан башлай. “Евгений Онегин” (Трике), “Батша килене” (Бомелий), “Кенәз Игорь” (Ерошка) операларында йәш йырсы эпизод ролдәр башҡара. Ул үтә ҡыҙыҡлы образдар тыуҙырыуға өлгәшә, үҙенең башҡарыу оҫталығын үҫтерә, иҫтә ҡалырлыҡ сағыу характерҙар пәйҙә була.

“Беҙ, артистар, ул ваҡытта алһыҙ-ялһыҙ ғәйәт ҙур рухи күтәренкелек менән эшләнек, – тип һөйләгәйне был йылдар хаҡында йырсы үҙе. – Ярым ҡараңғы, йыш ҡына яғылмаған театрҙағы сығыштарҙы ҡулына ҡорал алып фронтҡа китеүселәр алдындағы концерттар менән аралаштыра инек. Ихлас ҡаршы алыуҙар, иҫ киткес иғтибар менән тыңлаусылар беҙҙең өсөн иң ҙур награда ине”…

Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ижади тормошо йылдан-йыл емешлерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара. Опера репертуарында яңы партиялар, яңы әҫәрҙәр барлыҡҡа килә, оҫталығы арта, таланты сағыуыраҡ балҡый. Әҫәрҙең премьераһы образ өҫтөндә эштең тамамланыуын аңлатмай, уңыштар хуш күңеллелеккә килтермәй.

Әүҙем сәхнә тормошо, радио аша сығыштар уға халыҡ араһында танылыу килтерә. Уның тауышын ишеткәндән һуң бер кем дә битараф ҡала алмай. 1949  йылдың мартында уға Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы,  1953  йылдың декабрендә – Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы исеме бирелә. Мәскәүҙә 1955 йылда үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы баш ҡала тамашасыһына “Салауат Юлаев” операһын күрһәткәйне. Ҙур театр сәхнәһендә Салауат партияһын башҡарған Мәғәфүр Хисмәтуллинға РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы  исеме бирелде. 1969 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге республика Дәүләт премияһы бирелде.

Сағыу талантлы вокалист һәм драматик артист булараҡ, ул күңел төпкөлөндәге иң тәрән хистәрҙе аҡтарып сығарырлыҡ, тамашасыны таң ҡалдырырлыҡ тәьҫир көсөнә эйә ине. Был сифаттар уға башҡорт опера сәнғәтенең алтын фондына ингән онотолмаҫлыҡ сәхнә образдары галереяһын тыуҙырырға булышлыҡ итте. Заһир Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” операһындағы Салауат образы уның башҡарыу оҫталығының иң бейек нөктәһе булды, әлбиттә. Артист башҡорт халҡының ҡаһарманлығына, ныҡлығына, Ватанын һөйөүенә дан йырланы.  Ул образының рухи донъяһын асыҡ сағылдырыуға өлгәшә, ҡабатланмаҫ тауышы эске һәм тышҡы гармония синтезын күрһәтте. Бай тауыш, урынлы мимика, акцент, интонациялар – һәр йәһәттән гармониялы һәм тулы образ тыуҙырыу өлгөһө булды. Салауат образын унан да яҡшыраҡ тыуҙырыуы мөмкинме һуң?

Сәхнәгә килеп сығыу менән Хисмәтуллиндың Салауаты тамашасылар иғтибарын үҙенә йәлеп итә һәм аҙаҡҡа тиклем көсәйә барған көсөргәнештә тота.  Артистың Исмәғилевтың музыкаһын ғына түгел, образын, тарихты ентекле өйрәнеүе күҙгә ташлана. Салауат образына тотонған бер генә тенор ҙа һуңынан Хисмәтуллин тыуҙырған образ тәьҫиренән  ситкә китә алмай, сөнки ул композиторҙың уй-ниәттәрен бөтә тулылығында асып,  уны икенсе юҫыҡта күрһәтеү өсөн бер ниндәй мөмкинлек ҡалдырмай. Заһир Исмәғилев ошондай фекер әйткәйне:

“Утыҙ йыл ул минең Салауатымды йырланы. Унан да яҡшыраҡ Салауат булманы, моғайын, булмаҫ та. Унан яҡшырағын мин үҙем дә күҙ алдына килтерә алмайым”.

Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ҡабатланмаҫ матур тауышын тыңлаған саҡта, гүйә, 1956 йылға әйләнеп ҡайтҡандай булам. Тап ошо йылда мин, һигеҙенсе синыф уҡыусыһы, Заһир Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” операһын ҡарау, Мәғәфүр Хисмәтуллинды тыңлау бәхетенә ирешкәйнем. Был мөғжизәле кисте тормошомдоң иң бәхетле мәлдәренең береһе тип иҫәпләйем. Бынан һуң мин Хисмәтуллин ҡатнашҡан  спектаклдәрҙе ҡарап барыу өсөн бөтә тырышлығымды һалдым, уның ижади юлын күҙәтә барҙым. Күп йылдар үткәс концерттарҙа бергә сығыш яһарбыҙ, Өфө дәүләт сәнғәт институтында бер кафедрала эшләп, тығыҙ аралашып йәшәрбеҙ тип башыма ла килтермәгәйнем, әлбиттә.

Мәғәфүр Хисмәтуллин тарафынан төрлө опера һәм музыкаль комедияларҙа алтмыштан ашыу төрлө характерҙағы партиялар тыуҙырылды. Заһир Исмәғилевтың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһындағы Яппар үҙе ни тора. Яппар ҡарт – эсергә әүәҫ, шылғаяҡ, мут әҙәм. Уның ролендәге Мәғәфүр Хисмәтуллин спектаклдең төп биҙәгенә, йәменә әүерелә, ул сәхнәлә саҡта залда көлкө тауыштары тынмай. Уның сәхнә геройҙары үҙ тойғолары, характерҙары булған тере кешеләр кеүек күҙ алдына баҫа, тамашасыларҙы ошо тойғолар менән солғап алып йә иларға, йә көлөргә мәжбүр итә ине.

Хисмәтуллин Башҡорт опера һәм балет театрындағы тәүге йырсы-артистарҙың береһе булды. Операла барыһы ла музыкаға бәйле. Хисмәтуллиндың уйыны музыкаль образға тулыһынса тап килә ине. Театрҙағы вокалист кем булырға тейеш – йырлаусы артистмы йәки уйнаусы йырсымы – бәхәсле һорау. Спектаклдә Мәғәфүр Хисмәтуллин ҡатнашҡан саҡта уның өсөн уйнау йәки йырлау мөһимерәкме тип һорарға бер кемдең дә башына килмәҫ ине. Сөнки уның музыкаль һәм сәхнә образы ғәжәйеп гармонияла, һәр йәһәттән тәбиғи һәм тулы ине.

Эйе, Хисмәтуллин драматик, лирик, комедия геройҙарын сәхнәлә берҙәй үк уңышлы башҡарҙы. Әлбиттә, оло талант эйәһе опера репертуары менән генә сикләнмәне. Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рәүеф Мортазин, Рафиҡ Сәлмәнов, Халиҡ Заимов, Нариман Сабитов, Таһир Кәримов, Хәбибулла Ибраһимов, Мәсәлим Вәлиев, Камил Рәхимовтарҙың йырҙары һәм романстары тап уның башҡарыуында халыҡ һөйөүен яуланы. “Урал”, “Һандуғас”, “Азамат”, “Каруанһарай”, “Ирәндек”, “Ҡаһым түрә”, “Байыҡ”, “Ағиҙел”, “Сәлимәкәй”, “Ялсығол”, “Сибай” кеүек халҡыбыҙҙың алтын фондын тәшкил иткән йырҙары Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡарыуында шул тиклем һоҡланғыс һәм тәбиғи яңғырай. Был йырҙарҙа халҡыбыҙҙың милли характеры сағыла. Тормош һынауҙарын сабыр ғына күтәреү, тыуған ергә сикһеҙ мөхәббәт, яҡшылыҡтың, изгелектең яманды еңеүенә тәрән ышаныс бар. Башҡорт йырында халыҡ аҡылы сағыла, ул һәр саҡ образлы, тәбиғи. Күңел түрендәге тойғоларҙы асыҡ сағылдыра. Әйтәйек, “Һандуғас” йырын тулҡынланмайынса тыңлау мөмкин түгел. Был йырҙа – ысын башҡорт рухы, тәбиғәтебеҙҙең сикһеҙ матурлығы һәм киңлеге. Мәғәфүр Хисмәтуллин ниндәй генә сәхнәлә сығыш яһамаһын, үҙ сығыштарына ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны. Опера партияһын башҡарһынмы, романс йәки йыр йырлаһынмы, бар күңелен һәм оҫталығын һалды.

Кешене камиллыҡҡа ынтылыш, туҡтауһыҙ эҙләнеү үҫтерә. Шуға күрә элекке ижад багажы менән генә йәшәгән сәнғәт әһеленең киләсәге юҡ. Мәғәфүр Хисмәтуллин  үҙен режиссурала ла  һынап ҡарарға була. Сәхнә ҡағиҙәләрен яҡшы белеү, эргәһендәге оҫталарҙан туҡтауһыҙ өйрәнеү, эҙләнеү, ҡуйған маҡсатҡа  бөтә көсөн һалып ирешеү ғәҙәте уға ныҡ ярҙам итә. Опера режиссеры музыканы тәрән аңлау өҫтөнә һәр йырсының ижади мөмкинлектәрен, тәбиғәтен яҡшы белергә тейеш. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Мәғәфүр Хисмәтуллин тарафынан барлығы ун опера, шул иҫәптән Ж. Бизеның “Кармен”, П. Чайковскийҙың “Пиковая дама”, А. Бородиндың “Кенәз Игорь” кеүек классик шедеврҙар ҡуйылды. Хисмәтуллиндың спектаклдәре режиссер фантазияһы, ҡатмарлы ҡуйылышы менән шаҡ ҡатырмай, ябай ғына. Әммә спектаклде ҡараған һайын, ул үҙенең образдары донъяһына нығыраҡ алып инә бара, күңелеңде яулап ала. Һәр тамашаһы – башынан аҙағынаса ентекле уйланылған сәнғәт әҫәре. Сәхнәгә ҡуйыу техникаһы буйынса уның өсөн асылмаған серҙәр юҡ ине, буғай. Рәссамға ла, балетмейстерға ла  талаптары аныҡ булды, спектаклде балҡытыу өсөн нимә талап ителгәнен ул яҡшы белә ине.

Хисмәтуллиндың сәнғәттәге тормошо оҙайлы булды, һәр ваҡыт үҙе булып ҡала алды.

Мәғәфүр Хисмәтуллиндың педагогик эшмәкәрлеккә булған ҡыҙыҡһыныуы уның эске булмышынан килә ине. Йырсыны тәрбиәләү үтә ҡатмарлы эш. Кемгәлер урынлы педагогик алымдар икенсе йырсы өсөн бөтөнләй тура килмәй. Һәр уҡыусың менән рухи яҡынлыҡ булдырыу, бер-береңде ярты һүҙҙән аңлау, йырсы булараҡ үҫтереүҙә өлгәшеү еңел түгел. Хисмәтуллин 1966 йылдан алып Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта башлай, ә 1969 йылдан педагогик эшмәкәрлеген Өфө дәүләт сәнғәт институтында дауам итә. Педагог булараҡ, ул киң ҡарашлы, сабыр,  һөнәри алымдарҙы оҫта белеүе менән һоҡландыра торғайны.

“Вокал педагогикаһында, сәнғәттең башҡа өлкәләрендәге кеүек үк, бер кем дә үҙен генә хаҡлы тип иҫәпләй алмай. Һәр кем үҙ хәҡиҡәтенә, үҙ принциптарына тоғро”, – ти Хисмәтуллин.

Ул үҙ уҡыусыһының үҫешен төрлө яҡлап тәьмин итеү, уны рухи йәһәттән тәрбиәләү, ижадының көслө яҡтарын табыу һәм үҫтереү өсөн бөтә көсөн һала ине. Ул лауреаттар тәрбиәләү, тамашасыны шаҡ ҡатырыу маҡсатын ҡуйманы, моңо күңел ҡылдарын сиртерлек, йөрәккә барып етерлек йырсылар үҫтерергә ынтылды. Сәнғәт донъяһындағы абруйы, данлы исеме педагог булараҡ уға ярҙам итә ине, әлбиттә. Ул уҡыусыларына тауышты камиллаштырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләү зарурлығын, вокал-техник оҫталыҡҡа эйә булыу өсөн туҡтауһыҙ эҙләнеү кәрәклеген төшөндөрә белде. Педагогыңа ышанысың сикһеҙ булһа ла, уҡыу йылдарында уҡ ижадыңды байытыу, үҫеү өсөн үҙ аллы эшләргә өйрәнеү мөһим.

Мәғәфүр Хисмәтуллиндың ижады хаҡында үткән заманда һөйләүе еңел түгел. Күптән түгел генә уның ҡабатланмаҫ моңло тауышын тыңлаған кеүекмен бит.

1995 йылда Мәғәфүр Хисмәтулла улының 80 йәше тулыу уңайынан опера һәм балет театрында Заһир Исмәғилевтың “Салауат Юлаев” операһын ҡуйғайнылар. Мәғәфүр Хисмәтуллин операның беренсе өлөшөндә Салауат партияһын башҡарҙы ла эстафетаны Хәмит Ишбулдинға тапшырҙы. Ә 2004 йылдың 5 октябрендә бөйөк йырсыбыҙ яҡты донъянан китте…

Мәғәфүр Хисмәтуллин – күренекле йырсы, режиссер һәм педагог. Бер кешелә шундай таланттар гөлләмәһе булыуы үтә һирәк осрай. Хисмәтуллин башҡорт операһы өсөн, Ҙур театр өсөн Лемешев, Мариин театры өсөн Ершов кеүек бөйөк күренеш. Башҡорт йыр сәнғәтен шундай юғарылыҡҡа күтәргән башҡа исемде атап та булмай кеүек.

Күптәргә артист тормошо рампа уттары кеүек байрамдан ғына ғибәрәт кеүек тойола. Әммә һәр ҙур талант – көндәлек ныҡышмалы хеҙмәт арҡылы ғына балҡый, яҙмыш бер ҙә иркәләтмәй уларҙы. Мәғәфүр Хисмәтуллиндың йырсы, режиссер, педагог булараҡ ҡаҙаныштары нигеҙендә һайлаған һөнәренә сикһеҙ мөхәббәт, ғүмер буйы камиллыҡҡа ынтылыш һәм ауыр хеҙмәт ята. Уның тормошо – сәнғәткә хеҙмәт итеүҙең, уның сафлығын, бөйөклөгөн һаҡлауҙың иң лайыҡлы өлгөһө ул!