Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Гүзәл Хамматова

Алтын бөртөктәрен таратып…

(Яныбай Хамматовтың тыуыуына – 90 йыл)

Атай тураһында уйлағанда, уның яҙмаларын ҡарап ултырғанда һәр саҡ уның тәрән мәғәнәгә эйә ҙур күҙҙәренең ҡараштарын, асыҡ һәм матур йылмайыуын тоям. Әйтерһең, ул минең эшмәкәрлегемде күҙәтеп, ҡеүәтләп йәки тәнҡитләп тора. Һәм, үҙенән үҙе хәтирәләргә биреләһең.

Атайыбыҙ бик йомарт һәм ҙур булмаған ғаиләһе өсөн өҙөлөп торҙо. Ғаилә менән күмәкләп – әсәй, мин, ейәнсәре һәм улы кеүек күргән кейәүе йыйылған саҡта ихлас һөйөнә, был бәхеттең үҙе бит, тип һанай торғайны. Ә кемебеҙҙер ҡайтырға сыҡһа, тәҙрә янына барып, ҡараштары менән оҙатып ҡала. Әйтерһең, һәр беребеҙ өсөн юлдарҙың уңын теләп, эстән генә ғибәҙәт ҡыла.

Хәҙер атайымдар йортона барған һайын мин һағынып, уның кабинеты тәҙрәһенән ҡараған һынды эҙләйем. Ул беҙҙең өсөн тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡ, ихласлыҡ, йылылыҡ булды. Ләкин был нурҙар һүнһә лә, атай менән рухи бәйләнеш өҙөлмәгән, сөнки беҙ гел генә уның ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ижади тормошо менән йәшәнек, бергә шатландыҡ, борсолдоҡ. Ғаиләлә һәр саҡ ижади рух хөкөм һөрҙө, күп төрлө ижади эшмәкәрлек хупланды. Йылдар үтһә лә, ул һаман да беҙҙең янда кеүек, хәтирәләрҙә тере килеш һаҡлана.

Атайым минең рәссам булыуымды йә үҙенең юлын дауам итеүен теләгәйне. Икенсеһенең булыуы мөмкин түгеллеген тулыһынса аңлай инем, ләкин уның фиҙаҡәрлегенең йөҙҙән бер өлөшө лә миндә юҡ һымаҡ. Тағы ла минең өсөн уның үҙенә хас ижади масштаблығы тормошҡа ашмаҫтай бейеклек булып тойолдо. Ҡай саҡ атай ижади эш менән шөғөлләнергә өндәгән саҡта, мин икеләнеүемде белдереп, миңә лә үҙе һымаҡ ауыр һәм мәшәҡәтле тормош теләй микән, тип уйлай торғайным.

Билдәле, яҙыусы хеҙмәте үҙенән үҙе еңел түгел, ә атайымдың ижади яҙмышы бик ябай  булманы. Тәүге романынан башлап, күрәһең, бер әҫәрен дә көрәшһеҙ донъяға күрһәтә алмай ине, буғай. Быларҙың барыһына ла күпме көс, һаулыҡ һәм тәрән кисерештәр киткәнлеген беҙ – яҡындары ғына беләбеҙ. Шуныһы һөйөндөрә ине: атайымдың китаптары бер ваҡытта ла китапхана кәштәләрендә, китап магазиндарында саң йыйып ятманы. Улар тиҙ арауыҡта Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә лә бер нисә тапҡыр баҫылып, һатылып та бөтөп, тәнҡитселәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды.

Күптәр атайҙың емешле эшмәкәрлегенә аптырай торғайны, сөнки ул китап артынан китап сығара. Әлбиттә, был бөтәһенә лә оҡшап етмәй. Ситтән ҡарағанда Яныбай Хамматов бик уңышлы яҙыусы булараҡ күҙ алдына баҫа. Ләкин беҙ уңыштың артында нимә торғанын яҡшы белә инек. Алһыҙ-ялһыҙ, байрамдарһыҙ эш, эш, эш. Уға бигерәк тә тәүге әҫәрҙәрен ижад иткәндә ауыр булғандыр. Көнө буйы хеҙмәттә тотҡарлана ла, тик кистәрен генә яҙырға ултыра.

Атай һәр яҡтан тәртип яратты. Хеҙмәт урынынан ялға китеп, ике ҡулына бер эш ҡалғас та һәлкәүләнмәне. Ижади эшмәкәрлектә лә үҙенә ҡаты талаптар ҡуйып, көндәлек нормалар билдәләп эшләгәндә, режимы боҙолһа, бик асыуланыр ине. Ауырыған йәки илһам килмәгән саҡтарҙа ла эш өҫтәле артына ултырып яҙышырға ихтыяр көсө таба.

Беҙҙең атай көсөргәнешле хеҙмәт итте, ижадҡа һуңлап килеү сәбәпле, барыһына ла өлгөрөргә тырышты. Ни тиһәң дә, ул әҙәбиәткә йәш шағир-романтик булып түгел, ә башҡаларға оҡшамаған үҙенсәлекле биографиялы, тормош тәжрибәһе туплаған, күп йыллыҡ темалары һәм бай материалдары булған 40 йәшлек ир-уҙаман булараҡ аяҡ баҫа. Һәр нәмәлә сама белеү, нәфсене тыйып тотоу, үҙенә ҡаты талаптар ҡуйыу – атайымдың принциптары булды. “Минең башҡаларҙан нимәм артыҡ?” – тигән ҡараш та йыш ҡабатланды.

Уның тормоштағы ла бер ҡәтғи талабы: ”Әгәр ҙә мин түгел икән, ә кем?”– тип тырышлыҡ менән башҡорт халҡының ҡаһарман үткәне, уның иң шәп шәхестәре хаҡында күберәк белһендәр өсөн тарих төпкөлдәрен айҡау. Ошонан ғына сығып, шуны аңларға мөмкин: ул бер ваҡытта ла аҡса йәки осһоҙ дан артынан ҡыуманы. Данға ҡойонор, тиҙ арала танылыр өсөн ике-өс романы ла етер ине. Ләкин беҙҙең атайға ижад итеү, яҙырға мөмкинлек булыу, күп йыллыҡ һәм күп һанлы уй-ниәттәрен тормошҡа ашырыу төп  йәшәү рәүешенә әйләнгәйне. Ижади маҡсаты, Борис Пастернак һүҙҙәре менән әйткәндә, “тулыһынса ижадҡа бирелеү”, ә “шау-шоу, дан артынан ҡыуыу түгел”. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ул үҙендә әҙәбиәтте яратты.

Атай өҫтәл артында ғына хеҙмәт итмәне. Уның китап өҫтөндәге төп эшмәкәрлеге – уйланыу. Ул күпселек осраҡта көндәлек саф һауала йөрөгәндә була торғайны. Шул саҡта ул үҙ-үҙенә бирелеп, уйҙарына сума, хатта таныштарын да шәйләмәй. Бер мәл шундай сағында минең ҡырҙан да өнһөҙ үтеп китә яҙҙы.

Ул яңы романға тотонор алдынан энәһенән-ебенә тиклем йөкмәткеһен һәм композицияһын уйлап, баштан алып аҙаҡҡа тиклем һөйләй алыуы ғәжәпләндерә торғайны. Ә роман хикәйә түгел бит!  Уның романдарында эпик ҡолас, төрлө-төрлө тарихи һәм заман ваҡиғаларында ҡатнашҡан күп һанлы герой яҙмыштары полифоник сюжетҡа уҡмаша. Атайҙың тәрән аҡылы, иҫ китәрлек хәтере ижадта ла, яратҡан уйыны шахматта ла күренә ине.

Шулай уҡ уның ижади хыялының байлығы мине һәр саҡ аптырата торғайны. Халыҡ йырының бер строфаһы йәки берҙән-бер биографик факт аша тотош бер бүлек, йәки тарихи геройҙың әҙәби тормошон күҙ алдына баҫтырыр өсөн ниндәй талант кәрәк?! Ләкин күпселек материалдарҙы уға архивтар, китапханалар, сәфәрҙәр йәки шәхсән кисерештәр биргәндер.

Минең атайым кеүектәрҙе эшһөйәр тип атайҙар. Бала саҡтан хеҙмәттә сынығып үҫкән атай аҡыл һәм физик эште лә хөрмәт итте, юғары баһаланы. Ҡайһы берҙә һаулығы ҡаҡшау сәбәпле эшләй алмаһа, башҡаларҙы ҡарап тороу – язаға тиң, тиер ине. Ул бигерәк тә тәбиғәтте тойҙо, ерҙе яратты һәм сәғәттәр буйы баҡсала эшләй торғайны. Шуға ла яратҡан халыҡ мәҡәлен йыш ҡабатлар ине: “Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит!”

Тормош юлында атайым ҙур урман ултыртҡандыр ул. Бәләкәй генә сәтләүектән беҙҙең баҡсала кедр үҫтереп, барыһын да хайран иткәйне. Ағастарға уның үҙенә бер төрлө ҡарашы булды. Биолог булмаһа ла, һулып барған ағасты ла терелтеп, икенсе ғүмер бирер ине. Ошо хаҡта уйлағанда, күңелем әсенеп: ”врачтар араһында ошондай ихласлыҡ һәм зирәклек булһа икән,” – тип ҡуям.

Үҙенең мәшәҡәттәре күп булыу сәбәпле, бал ҡорттары аҫрай алмауына бик үкенде. Сөнки ул тыумыштан ҡорт ҡараусы, уның барлыҡ эштәрен бик яҡшы белә торғайны. Баҡсалағы Миша ағайға бал ҡорттарын ҡарашырға ихлас йөрөр ине.

Ә үҙенең хеҙмәт юлын сабый саҡта уҡ үҙенсәлекле һөнәргә өйрәнеп, алтын приискаларында башлаған. Артабан был “эшмәкәрлек” уға киң танылыу тапҡан “Бөртөкләп йыйыла алтын” пенталогияһын яҙырға ярҙам иткән. Комсомол эшмәкәрлегенә лә күпме көс, йәшлек дәрте, энергияһын йәлләмәгән атай. Уны хатта эшкә лә һанамай, тәүге айҙарҙа эш хаҡы алырға оялып йөрөй. Шулай уҡ партия эшендә лә янып эшләй. Партияның өлкә комитетының ойоштороу бүлегендә инструктор булып эшләп, күп ваҡытын ситтә, командировкаларҙа уҙғара ине. Әбйәлил райсоветының башҡарма комитетын етәкләгәс, беҙ өйҙә бөтөнләй күрмәй ҙә торғайныҡ уны.

Хрущевтың ҡарары менән райондарҙы берләштергәс, атайымдар Өфөгә ҡайтырға булды. Тап ошоға бәйле бер эпизод хәтерҙән юйылмай. Шул ғинуар иртәһендә ҡапҡанан сыҡҡас, аптыраныҡ. Әйтерһең дә, барлыҡ ауыл беҙҙең йорт тирәләй йыйылған. Асҡар ауылы халҡы элекке етәксе менән хушлашырға килгәйне. Кешеләр килеп атайҙың ҡулын ҡыҫа, нимәлер әйтәләр. Беҙ машинаға ултырғас, уның янына врач ҡатын килде лә: “Һеҙҙең ғәҙел ҡулдарығыҙҙы ҡыҫырға рөхсәт итегеҙ!” – тине. Атайым үҙе был ваҡиғаны оҙаҡламай онотҡандыр, бер ҙә хәтерләмәне, ә мин был һүҙҙәрҙе ғүмер буйы иҫтән сығармайым. Аңлатма биреү ҙә урынһыҙ. Ауылда етәксе кешенең тормошо күҙ өҫтөндәге ҡаш кеүек, атайымдың ғәҙел, ябай, намыҫлы, ихлас икәнлеген күрмәй булдыра алмағандарҙыр.

Шундай уҡ һыҙаттары Эске эштәр министрлығының кадрҙар бүлегендә эшләгәндә сағыла. Наградаға бирелгән исемлектән үҙенең фамилияһын һыҙып ырғыта.

Ул бик талапсан һәм үҙенең көсөнә генә ышанған, бер кемдән дә ярҙам һорамаған шәхес. Барыһы ла уның башҡаларға ғына түгел, иң беренсе үҙенә талапсан һәм принципиаль булыуын белә ине. Ул биргән вәғәҙәһен үтәй, бер ваҡытта ла һуңламай, ә башҡаларҙың улай булмауына асыулана торғайны. Германияла ижади командировкала оҙатып йөрөгән тәржемәсе атайымдың пунктуаллеге менән немецтарҙы уҙып китеүенә һоҡлана.

Эш хаҡы таратҡан кассирмы, магазинда һатыусымы артыҡ аҡса бирһә, сығырынан сыға. Уларға кире ҡайтарып бирмәйенсә, тынысланмай. Ошо рухта мине лә тәрбиәләнеләр. Атайым хаҡында, ысынлап та, юғары һәм ҡаты мораль принциптарға эйә кеше ине, тип әйтергә мөмкин. Унда һәр ваҡыт тәртип, күңел таҙалығы, әхлаҡлылыҡ, намыҫ кеүек һыҙаттар өҫтөнлөк итеп, иң беренсе ғаиләһендә сағылыш тапты. Мин һәр ваҡыт атайымдың әсәйемә генә тоғро булғанлығына һоҡлана инем. Әсәйем дә уның тоғро ҡатыны ғына түгел, ә иң яҡын дуҫы һәм тәрән аҡыллы кәңәшсеһе лә булды. Әсәй ҙә уның ижадында туранан-тура ҡатнаша, тәүге уҡыусыһы һәм тәнҡитсеһе була, әҫәрҙәренең юлдарын руссаға ауҙарыусы ла – әсәйем. Атайымдың әҫәрҙәренең тәржемәселәре Елизар Мальцев һәм Виталий Василевский әсәйҙең руссаға ауҙарыуын юғары баһалайҙар.  Биш тиҫтәгә яҡын бергә ғүмер иткән атай менән әсәй тормошта ла, ижадта ла пар ҡанат һымаҡ булды.

Беҙҙең ҡыҙыбыҙ Алһыуға йәш тулғас, йыш ҡына атайҙарға ҡалдырып йөрөй торғайныҡ. Ул һоҡланып, минән башҡа шәп “тәрбиәсене” тапмайһығыҙ, тиер ине. Атай яҙыу өҫтәлендә, ә Алһыу ҡурсаҡтары менән мәж килә. “Олатай!” – тиеп килеп иркәләнеп ала. Ижад рухы, ижад ҡомары ҡыҙыбыҙға шул осорҙа һеңгәндер инде. Алһыу олатаһының юлын дауам итә.

Үҙенең бала сағында ата-әсә һөйөүенән бик иртә яҙып, ауырлыҡтарҙы күп күргән. Шуға ла балаларға үтә иғтибарлы һәм ихтирамлы булды. Яҙмыш уны иркәләп тормаһа ла, атайыма тормошта байтаҡ бейеклектәр баш эйә. Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһенән сығып, әҙәбиәт өлкәһендә үҙ һүҙен әйтеп, атайым Яныбай Хамматов гел генә халҡым, тиеп йәшәне, уның киләсәген уйлап хафаланды, туған теле хаҡында борсолдо.

Уның барлыҡ әҫәрҙәре лә  үҙенсәлекле, һутлы, саф башҡорт телендә яҙылыуы менән дә ҡәҙерле.

Атайым тормошта ла, әҙәбиәттә лә үҙ тырышлығы һәм талапсанлығы менән тупланған күңеленең иң түрендәге алтын бөртөктәрен үҙ халҡына, кешеләргә ихлас ҡалдырып китте.