Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Замир Низаметдинов

Шишмә юлы – оло юл башы

(Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына – 95 йыл)

Гүзәл тәбиғәтле Башҡортостандың Шишмә районы тарихында Келәш ауылы айырым урын алып тора. Ә уның урыны һәр ваҡыт түрҙән: был ауылда Башҡортостандың ике халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары – Мостай Кәрим һәм Сәйфи Ҡудаш, шулай уҡ илаһи моңо менән барлыҡ ғаләм-йыһанды таң ҡалдырған халыҡ йырсыһы Фәриҙә Ҡудашева тыуып үҫкән. Ниндәй ғәжәп: улар өсөһө лә бер ауылда, бер урамда донъяға киләләр, тәпәй баҫып, бергә уйнап үҫәләр. Ул ғынамы һуң: Сәйфи Ҡудаш менән Фәриҙә Ҡудашеваның атаһы Йәһүҙә бер туған булалар, Мостафа (Мостай) менән Фәриҙә бер парта артында ултырып бер синыфта уҡығандар...

Борма-борма ғүмер-тормош юл-һуҡмаҡтары

Фәриҙә (ғәрәп һүҙе, ул «ынйы бөртөгө, бриллиант» тигәнде аңлата) 1920 йылдың 15 декабрендә Рәхимә һәм Йәһүҙә Ҡудашевтар ғаиләһендә донъяға килә. Уның бала сағы йәмле Дим йылғаһы һәм Аҡманай күле буйҙарында, ап-аҡ ҡайын урмандары һәм яҡты-күркәм аҡлан-болон-туғайҙар ҡуйынында уҙа. Ҡоштар һайрауына, һандуғас, былбылдарға ҡушылып йырларға һәм көйләргә ярата ул.

«Йырға мөхәббәт тә, күрәһең, беҙгә нәҫелдән, тамырҙарҙан аҡҡан ҡан менән бирелгәндер, – тип хәтерләй ине Фәриҙә ханым. – Әсәйемә бабаһы матур йырлағаны өсөн башмаҡ бүләк иткән, әсәйем, оялып, шаршау артынан ғына йырлай торған булған. Сәйфи ағай (Йәһүҙә, Сәйфи Ҡудаш һәм Әхиәретдин бер туғандар – З. Н.) шулай һөйләй торғайны. Атайымдар ун бер малай үҫкәндәр. Барыһы ла оҙон буйлы, сибәр, ҡайһыһы гармунда уйнай, ҡайһыһы – мандолинала. Атайымдың бәләкәй ҡустыһы Әхиәр (Әхиәретдин) ағай ауылда бер үҙе ҡалды. (Фәриҙә апай менән бихисап әңгәмәләребеҙ, осрашыуҙарыбыҙҙың әлегеһе 1994 йылда булғайны – З. Н.). Ул да заманында йырларға яратҡан. Туғандарының ҡайһы берҙәре йәшләй үлгән, таралышып та бөткәндәр. Ә ул саҡтарҙа ауылды гөрләтеп йәшәгән улар. Ғәйшә апай өйөндә һәммәһе йыйылышып «Ғәлиәбаныу»ҙы ҡуйғандар. Бер ағаһы – Хәлилде, икенсеһе – Исмәғилде, өсөнсөһө – Бәҙриҙе уйнаған. Уңған, эшлекле, булдыҡлы, алдынғы кешеләр итеп хәтерләй уларҙы ауыл халҡы. Сәйфи ағай Ҡудаш мәҙрәсәлә уҡығандан һуң ауылдан сығып киткән. Ун бер баланың  иң олоһо булып атайым ҡалған. Атайым сауҙа бүлеге мөдире булып күп райондарҙа эшләне. Шуға ла беҙгә йыш ҡына ауылдан ауылға, райондан районға күсенеп йөрөргә тура килде. Ниңә шулаймы? Ихтимал, яуаплы эштә эшләүсе кеше, бер урында оҙаҡ ултырып үҙенең янына әшнәләрен, ярандарын йыймаһын өсөндөр. Ул замандың ҡанундарын кем белеп бөтһөн. Әхиәр ағайымдың улдары ла үҙе кеүек тырыш, булдыҡлы: береһе университетта педагогия фәнен уҡыта. Ә Ҡудашевтарға килгәндә, атайым ғаиләһенән Ғаттар исемлеһе һуғышта үлгән, иң оҙон ғүмерлеһе Сәйфи ағай булды (ул, әйтеүебеҙсә, 1993 йылда 99 йәшендә вафат булды)».

Фәриҙә ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағалары Миҙхәт һәм Радик ҡыҫҡа ғүмерле булалар, ә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн педагогия училищеһын тамамлаған һеңлеһе Хөршиҙә ауылда мәктәп директоры булып эшләп йөрөгән еренән үҙе теләп фронтҡа китә һәм 1943 йылда комсомолка, шәфҡәт туташы, Сталинград янында барған ҡаты бәрелештә, яралыларҙы яу эсенән алып сыҡҡанда, йөрәгенә снаряд ярсығы тейеп һәләк була.

«Илай-илай «Мин ҡайтырмын, көтөгөҙ!» – тип яҙа ине хаттарында. Күрешергә насип булманы», – тип йыш хәтерләй ине Фәриҙә апай, ҡайнар күҙ йәштәрен һөртөп...

1930 йылдарҙа Фәриҙәнең атаһы Йәһүҙә, ауылдағы ҡустыһы Сәйфетдин, дуҫы Ғәли Усманов менән бергә кооперация эштәрен ойоштороу менән шөғөлләнә, волость ер идараһында ағза була. Ә әсәһе Рәхимә, ауыл Советы ағзаһы булараҡ, ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҡытыусылар Мәғфүрә Ҡудашева һәм Фәсәхәт Мөхәмәтйәнова менән бергә, ағартыу эштәре алып бара, уҡый-яҙа белмәгәндәр өсөн «ликбез» түңәрәге ойоштора.

Утыҙынсы йылдарҙа кулактарҙы һөрөргә тигән әмер килгәс был ел тырыш, эшсән ун бер малай үҫкән Ҡудашевтар ғаиләһенә лә ҡағыла. Әхиәретдиндең ғаиләһен, өләсәләре Шәмсебәҙәрҙе лә кулак тип табалар. Сират Йәһүҙә ғаиләһенә лә килеп етә. Уларҙың да хужалығын емереп, әйберҙәрен һатып бөткәс, шағир булараҡ күтәрелеп килгән Сәйфи Ҡудаш партия Өлкә Комитетының икенсе секретары Иҫәнсуринға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә, Йәһүҙә Ҡудашевтың таратылған мөлкәте кире ҡайтарыла. Ошо башҡарылған эштәрҙән һуң Йәһүҙә үҙенең ауылында ҡалғыһы килмәй. Өфөгә Башпотребсоюзға эш һорап килә. Һәм уны Баймаҡ районының сауҙа бүлеге башлығы итеп тәғәйенләйҙәр.

Фәриҙә ханым хәтирәләренән: «Әле лә иҫемдә: аҙан әйткән ваҡыт. Моңһоу, яманһыу! Илайһы килә, телгә әллә ҡайҙан йыр ҡуна. Рәнйеү, үпкә тынды быуа. Ниндәй ғәҙелһеҙлек! Тыуған-үҫкән ерҙәрҙән, беренсе уҡытыусым Хөснә апай Бикбулатованан (шул райондың Сәфәр ауылы ҡыҙы мөғәлимә Хөснә түбән, күкрәктән сыға торған моңло тауышы менән бик матур йырлай, гармунда ла оҫта уйнай; «ай-урағың һалып иңбашына» тигән йырҙы Фәриҙә унан ишетә һәм ота – З.Н.) һис айырылаһым килмәй. Күкрәгемә, тамаҡ төбөнә төйөр тығыла, күҙҙәремдән ҡайнар йәш бөртөктәре тама.

Китермен илегеҙҙән,

Тынырмын һүҙегеҙҙән.

Сәхрәләрҙә аҡҡош булһам,

Һыу ҙа эсмәм күлегеҙҙән...

Дөрөҫ, бер ай үтмәне – беҙҙе аҡланылар: йәғни кулак түгел, ә урта хәлле крәҫтиән икәнлегебеҙҙе раҫланылар. Әммә атайымдың күңеле төшкәйне инде, ауылдан һис шикһеҙ китергә ҡарар итте...»

Фәриҙәгә ун йәшендә тыуған ауылын ташлап, яратҡан матур тәбиғәтле тыуған яғы, Аҡманай күле, сылтырап аҡҡан шишмәләре менән хушлашып Баймаҡ яғына юл тоторға тура килә. Баймаҡта ул өсөнсө синыфҡа уҡырға бара, һеңлеһе Хөршиҙә беренсегә. Ҡыҙҙар икеһе лә мәктәптә тырышып уҡый, бейеү түңәрәгенә йөрөйҙәр. Кисәләрҙә ҡатнашалар. Баймаҡтың тәбиғәте лә, оҙон халыҡ көйҙәре лә Фәриҙәне әсир итә.

Йәһүҙәнең ғаиләһен, ҡыҙы бишенсе синыфты тамамлағас, Ҡыйғы районына эшкә күсерәләр. Ошо районда Ҡудашевтар ғаиләһенә ауыр ҡайғы килә. Ҡатыны Рәхимә операцияны күтәрә алмай үлеп китә. Өй эштәре иң оло ҡыҙ, 13 йәшлек Фәриҙәнең елкәһенә төшә. Йорт эштәре, үҙенең туғандарының өҫ-баштарын таҙа тотоу, икмәк бешереү, атаһының кейем-һалымын йыуыу барыһы ла үҫмер ҡыҙҙың ҡулында була. Әсәһенең күлдәктәрен бәләкәйләтеп һеңлеһе менән үҙенә кейемдәр тегергә әүәҫләнә.

Ҡудашевтарҙы тағы ла икенсе районға күсерәләр. Был саҡта Фәриҙә етенсе синыфтың тәүге яртыһын тамамлаған була. Быныһы инде Дүртөйлө районы була. 1935 йылда Фәриҙәгә ун биш йәш тулғас, атаһы ҡыҙын табиплыҡҡа уҡырға өндәй. Был турала кәңәшләшергә ҡустыһы Сәйфи Ҡудашҡа Өфөгә килә. Фәриҙә артислыҡҡа уҡырға теләгәнен Сәйфи ағаһының ҡыҙы Сөйөмбикәгә әйтә. Ағаһы ла быны хуплай, һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың Фәриҙәне тыңлап ҡарауын үтенә. Шулай итеп Фәриҙә сәнғәт техникумына уҡырға инә. Бында атаҡлы уҡытыусылар: Хажи Бохарский, Вәли Ғәлимов, Ғабдулла Шамуков, Зәки Шәрәфетдинов, Сабир Ҡадиров, композитор Солтан Ғәбәши кластарында дәрес ала. Сәнғәт техникумын тамамлағас, Дөртөйлө районының колхоз-совхоз театрына эшкә ҡайтарыла. Фәриҙәнең тәүге ижад емеше – Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас» спектаклендә Ҡарлуғас роле.

Талантлы ҡыҙыҡайҙы Башҡорт дәүләт драма театрына эшкә саҡыралар. Һуғыш башланыр алдынан ул ошо театрҙың артисы һәм режиссеры Фәиз Вахитовҡа кейәүгә сыға. Оҙаҡ йәшәп өлгөрмәйҙәр, Фәизде армияға алалар. Фәриҙә ауырлы булып ҡала. Ренара исемле ҡыҙ таба. Өс айлыҡ бала менән гастролдәргә йөрөргә мәжбүр була. Бала ҡарарға һеңлеһе Хөршиҙә ярҙам итә. Һуғыш башланыу сәбәпле, алты ҡатын-ҡыҙҙы эштән бушаталар. Шулар араһында Фәриҙә лә була. Эшһеҙ ҡалғас өйҙәге әйберҙәрен һатып көн күрергә мәжбүр була...

Ошо ваҡытта Башҡортостан радиоһы йырсылар араһында конкурс үткәрелә. Һәм ошо конкурста Фәриҙә еңеүсе, тип табыла һәм радиокомитетҡа солистка итеп эшкә саҡырыла. (Бында комитет рәйесе Лотфулла Гадиловтың ярҙамы ҙур була. Лотфулла Закир улы дипломат Кәрим Хәкимовтың йәшлек дуҫы һәм ҡәрҙәше, 1931–1937 йылдарҙа «Коммуна» – хәҙерге «Ҡыҙыл таң» – гәзитендә бүлек мөдире һәм мөхәррир урынбаҫары булып эшләй, ә 1942–1949йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡаршыһындағы Башрадиокомитетҡа етәкселек итә. Ул 95 йәшендә вафат булды.) Шулай итеп Фәриҙә ҡапыл ғына йырсы булып китә һәм «Райхан», «Зәңгәр күҙҙәр», башҡа йырҙары менән халыҡ һөйөүен яулай.

«Әсәйем «Ашҡаҙар»ҙы, «Уйыл», «Дим буйы», «Бөҙрә тал»ды бик яратып башҡара ине. Баштан уҡ мин дә шуларҙы йырланым, – тип хәтерләй ине Фәриҙә ханым. – Фәиз һуғыштан ете йылдан һуң ғына ҡайтты. Әммә яман һуғыш йылдары айырған юлдар яңынан ҡушыла алманы. Күңелдәрҙәге ялҡын һүрелгән ине инде. Беҙҙең ғүмер юлдарыбыҙ айырылды...»

Башҡорт дәүләт драма театрына яңынан саҡырыуҙарына ҡарамаҫтан, Башҡорт дәүләт филармонияһында солистка булып эшләй башлай Фәриҙә. Был осор – Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр ваҡыты. Филармонияла артист йылына 200 концертта ҡатнашып сығыш яһарға тейеш! Буранлы, ямғырлы көндәрҙә арбаға йә санаға тейәлеп, бала күтәреп, ауылдар буйлап төрлө кешегә фатир төшөп, йырларға мәжбүр булаһың...

Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсин

Виртуоз аккордеонсы һәм буласаҡ күренекле композитор Бәхти Ғайсин менән Фәриҙә Башҡорт академия театрында осраша. Ул театрҙа музыкант булып эшләй. Һары етен сәсле, зәңгәр күҙле, гел генә йылмайып торған теремек егет спектаклдә Фәриҙәгә көй уйнай. Һуңыраҡ Бәхти Ғайсин филармонияла музыкаль етәксе булып эшләй башлай. Фәриҙә ханым менән бер бригадала гастролгә йөрөйҙәр. Фәриҙә Ҡудашеваның халыҡ араһында популяр булыуының төп сәбәбе ул башҡарған йырҙарҙың моңлолоғонда һәм Бәхти Ғайсин менән хеҙмәттәшлек итеүендәлер, улар араһындағы мөхәббәттер, моғайын.

1964 йылда Фәриҙә ханым менән Бәхти өйләнешә. (Был ваҡытҡа Бәхти Ғайсин беренсе ҡатыны Фәһимә менән айырылған була. Розалия исемле ҡыҙы бар. Фәһимә ханым һуңғы йылдарҙа Өфөлә «Луч» кинотеатрында, хәҙерге

 «Ихлас» мәсете, директор вазифаһын башҡара.)

Улар һоҡланырлыҡ парҙар ине. (Фатирҙарында сәй эсеп ултырғанда Фәриҙә апай: «Әй, Замир ҡустым, Бәхти ағайың менән бер-беребеҙҙе ныҡ яраттыҡ инде, һөйөшөп туя алманыҡ! – тигән ине.) Бер-береһен ихтирам итеү, аңлау, илаһи моң донъяһы, рухи һәм ижади уртаҡлыҡ, бер-береһенең талантын таныу ғүмергә уларҙы бергә бәйләй.

Фәриҙә ханым хәтирәләренән: «Сәнғәткә, йыр-моңға мөхәббәт яҡынлаштырҙы беҙҙе. Яҙмыштарҙа ла оҡшашлыҡ бар. Ул да йәтим үҫкән. Үҙен хәтерләй башлағанда ауыр һынауҙар алдында ҡалған малай төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәнгән. Шуға күрә ижадта ла, тормошта ла ифрат егәрле, түҙемле булды. Эшкә тотонһа, сәғәттәр буйына урынынан ҡуҙғалмай, йырҙы тамам еренә еткермәйенсә тынысланмаҫ ине. Ул оҫта музыкант, композитор башҡарыусы-солист ҡына түгел, үҙенең башҡарыуы менән йырсыға ярҙам итеүсе аккомпаниатор ине. Ә бит ҡайһы бер аккомпаниаторҙар сәхнәлә үҙен күрһәтергә тырыша, солировать итә башлайҙар. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йөрөнөк. Бәхти менән булғанда мин юл йөрөүҙең ауыр мәшәҡәттәренән азат булдым. Ул минең кәйефем менән ныҡ иҫәпләште. Күңел төшөнкөлөгөн һиҙеп ҡалһа, төрлөсә йыуатырға тырышыр ине. Һалҡын тейеп йәки артыҡ көс килеүҙән тамаҡ ҡарлыҡҡан саҡтарҙа, бөтөн күңелен биреп, ярҙамға килә, көйҙөң айырыуса ауыр боролмаларын еңеләйтергә тырышып уйнар ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул минең тын алышыма ҡәҙәр тойҙо.

Бәхтиҙең тағы бер үҙенсәлеге бар ине. Яңы йыр яҙһа йәки үҙенә оҡшаған көй ишетһә, туҡтауһыҙ уйнай ҙа уйнай. Минең йырлауымды теләһә лә «йырла» тип әйтмәй. Шул тулҡынға минең тәбиғи рәүештә ҡушылып китеүемде сабырлыҡ менән көтә.

Ҡыҫҡаһы, Бәхти бик яҡшы артист, талантлы композитор ине. Ул кеше булараҡ та иҫ киткес яҡшы күңелле, бар эште булдыра торған иптәш, ҡайғыртыусан һәйбәт ир ине. Башҡорт театрына эшкә килгәндә ул аккордеонсы ине. Спектаклдәргә көйҙәр яҙа. Бәхти миңә уйнай, ә мин уның көйҙәрен йырлай башланым. «Ике аҡҡош», «Бөгөлә ҡайын» халыҡ араһында бик тиҙ таралды, уны отоп алып, яратып йырлайҙар...

Бәхти сәхнәгә сыҡһа – сәхнә яҡтырып, нурланып китә. Сәхнәне тултырып тора ине. Ул йылмайһа ҡояш сыҡҡан кеүек була. Халыҡта «Бәхти йылмайыуы» тигән ҡанатлы һүҙ ҙә таралды. Өлкән йәштәге тамашасылар: «И, шул йылмайыуҙары!» – тип «аһ» итәләр ине. Яраталар ине уны: йылмайыуын да, уйнауын да, көйҙәрен дә... Беҙ икәү бер бөтөн булып бөткәйнек. Концерттар тамамланғанда ауырлыҡты һис тоймай, һауаға күтәрелгәндәй булып ҡала инек халыҡ яратыуынан...

Бәхти үлер алдынан (Ул ни бары 61 йәшендә – 1991 йылдың 5 октябрендә вафат булды: ни ғәжәп Фәриҙә апай үҙе лә октябрь айында донъя ҡуйҙы –        З. Н.) бер аҙна буйы гел йыр йырлатты:

Зәңгәр сәскә ата торған

Гөлдәребеҙ бар ине.

Һөйләшеп тә туялмаған

Көндәребеҙ бар ине...

Һин йөрөгән юлдарға быйыл да

Май айы сәскәләр килтерҙе.

Һине бит ҡайтыр, тип уйлай ул,

Миңә лә ҡайтырһың шикелле...

Беренсеһен йырлап ҡына бөтөрәм: «Сәскәһе күплектән күрәм, гөлөмдөң бөгөлгәнен...» тип әйтеп ебәрә...

Инде ул йырҙарҙы бүтән йырлай ҙа, иламайынса тыңлай ҙа алмайым. Телемдә тик бер йыр: «Һағыныуҙарым биниһая, һағынам – түҙәм инде...»

***

Фәриҙә апай Ҡудашева затлы нәҫелдән. Оло шәхестәр менән аралашып йәшәгән ханым, халыҡ йырҙарына яңы ғүмер биргән, яратып башҡарған талант эйәһе ине. Тормошта ла, сәхнәлә лә яҡты күңелле кеше, нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ булып күңелебеҙҙә уйылып ҡалды. Ул – моң Алиһәһе!

«Моң ул – ҡайғырыу, зарланыу, һыҡраныу-һыҙланыу, ғазапланыу, меҫкенләнеү, ҡыҙғандырыу-йәлләтеү генә түгел, моң – ул ошо йырҙың һүҙҙәре, шиғырҙары, кешенең шул һүҙҙәренең эстәлегенән һәм мәғәнәһенән тыуған эске хәләте, тышҡы тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте, шиғырҙы йырсының үҙенсә ҡабул итеүе (ә һәр шиғырҙың үҙ эске донъяһы һәм психикаһы, үҙ фәлсәфәһе һәм мәғәнәүи йөгө, аң-ҡарашы, үҙ тәбиғәте һәм холҡо, үҙ тарихы һәм яҙмышы – үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге бар бит әле, шуларҙы ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк – З. Н.) ысынбарлыҡ менән хыялдың бергә осрашыуы, уны башҡарыусының эске рухи донъяһы сағылышы. Шуға күрә моңдоң тәрәнлеге һәр кемдә төрлөсә булалыр, тип уйлайым. Сөнки бер үк шиғырҙы һәр кем, эске донъяһына һәм аң-ҡарашына ҡарап, төрлөсә һәм үҙенсә ҡабул итә...» тигәне булыр бөйөк йырсының.

Фәриҙә Ҡудашева ана шундай илаһи сихри көскә һәм тылсым-мөғжизәгә эйә ине...