Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Йыһат Солтанов

БОЛАН БАЛАҺЫ

Драма 3 шаршауҙа

Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында “Аҡ тирәк – Күк тирәк”, “Сөйөмбикә-һылыу”, “Ил Инәһе”, “Болан балаһы”, “Арҡайым”, “Башҡорттар” тигән пьесаларымды ижад итергә ниәтләндем. Тәүге икеһе яҙылып та, бер ҡайҙа ла үтмәгәс, ҡалғандары йә уйланылғын, йә башланған да ташланған хәлендә йөрәгемдә төйөрләнеп йөрөгәйне, һикһән йәшем тулыр көндәрҙә ошоноһон осларға насип булды. Сәхнәгә менмәһә лә, әҙәби әҫәр кимәлендә ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайым.

Автор.

Ҡ а т н а ш а л а р:

Муллахмәт Ҡолахмәт улы Ҡоләхмәтов – танылмаған әҙип, һуғыш ветераны

Гүзәлиә – Муллахмәттең ҡатыны

Байрас, Наҙлиә – уларҙың улы менән ҡыҙы, үҫмерҙәр

Вилким Иваныч Киреев – танылған әҙип, партия эшмәкәре, һуғыш ветераны, Муллахмәттең ҡорҙаш ут күршеһе

Тамара – Вилкимдың ҡатыны.

Ивис, Вилор – уларҙың улы менән ҡыҙы, үҫмерҙәр

Ганна Михайловна – украин милләтле һуғыш ветераны, элекке военврач

Стреляев – һуғышта махсус бүлек “смерш” (“смерть шпионам”) капитаны

Степан Бондаренко – һуғышта һалдат шағир, Муллахмәттең хеҙмәттәше

Шәфҡәт туташы

Хәрби корреспондент

Егерь

Милиционер

Алкаш Ғәләүи

Санитар

Типтереүсе йәш-үҫмерҙәр төркөмө

Ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫән, эшсән осорҙа бара. Шаршау асылыр алдынан залға тылсымлы ҡурай моңо – “Илсе Ғайса” көйө ағыла.

БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

Муллахмәттең ҡышҡы урманға терәлгән дүрт сутыйлыҡ ябай ғына “дача”һы: мүкләнгән шифер ҡыйыҡлы иҫке бүрәнә өй, толь ябыулы лепәшкән мунса, ағас рәшәткә (штакетник) менән кәртәләнгән артҡы планда артҡапҡа, суҡайған таҡта бәҙрәф. Уң яҡтағы Вилким-ут күршеләрҙең урман майҙанын өңөп алған оло ихатаһы ҡара тимер рәшәткәле ҡойма менән уратылған, мунса янында күршеләргә инеп-сығып йөрөмәле ишек бар. Ҡойма аша ялтыр ҡалай түбәле мөһәбәт йорт, зиннәтле мунса, семәрле беседка һ.б. йыһазлы ҡоролмалар күренә.

Гүзәлиә (мунсанан атлығып сыға). Сәсрәп китмәгере малай, элеп ҡуйған миндектәремде тәләфләп бөтөргән бит – мунса яҡһам нишләрмен, йәнә Алкаш Ғәләүигә  ялбараһы ҡала инде. Иҫерек баш, тиһәң дә, иҫе дөрөҫ кәнәлйәнең – һәр бәйләме өсөн ат хаҡы һорай, нисек итеп аҡса еткермәк кәрәк! Ир тигәнең (уткүрше яҡҡа ымлап) анауыныҡы һымаҡ көрәп алғыс булһасы!

Теге яҡтан ҡойма аша Тамараның башы ялбырлап күренә.

Тамара. Бәй-бәй-бәй, минең иремдә ни эшең? Үҙеңдеке етмәйме?

Гүзәлиә. Етмәй шул, ҡәләме осонан төшөргән берен һинең уҫлап ауыҙлың һупылдатып йотоп торғас. Партияһының Аҡ йортонда елкә кимереп һимереүе етмәгән, әҙип даны, гонорары ла бик кәрәк имеш уға. Минең иҫәрем арҡаһында танылған яҙыусы булды.

Тамара. Тфү, ҡойолдороҡ! Ғүмерегеҙ буйына минең иремдең усын ялап донъя көтөүегеҙ етмәгән икән һиңә, оятһыҙ!

Гүзәлиә. Күн бит, минме оятһыҙ?

Тамара. Тфү, кем иренә артылып быуаҙының?!

Гүзәлиә. Үҙеңде бел, һөйрәлтке! Кем ул обком сәркәтибе менән курортта ятты? Көш-ш-ш! (Рәшәткәгә һөйәүле һуйылды матҡып.) Олаҡ күҙемдән, томшоғоңдо емермәҫем борон!

Ҡағыҙ-ҡәләмен услап, Муллахмәт уҙаман өйҙән елтерәп сыға.

Муллахмәт. Етер һеҙгә, етер! Вилким Иванычтан оят.

Тамара. Ояты һеҙгә ҡыйбат, ә беҙгә бото һуҡыр тин уның (юғала).

Муллахмәт (ҡатынына). Был ни хәл, күпме әйтәм…

Гүзәлиә. Һин, тонғанбаш, тәүҙә, ана, уланың-боланыңа әйт! (Иренең ҡулынан ҡағыҙ-ҡәләмен йолоп, өйгә олаға).

Муллахмәт. Уланым, боланым!

Байрас. Әү, атайым! (Йышҡы тотҡан килеш мунсанан сыға).

Муллахмәт. Ни әтмәләйһең әле?

Байрас. Саңғым һынды лаһа, атайым. Һыңарын юнғылап маташам.

Муллахмәт. Магазинда юҡмы ни?

Байрас. Бар ҙа ул…

Муллахмәт. Йә, ярар, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Гүзәлиә (ишектән күренеп). Мунса яҡһаҡ, йомосҡаһы менән сабынырһыңмы икән?

Муллухмәт. Был ни тигән һүҙ тағы?

Наҙлиә (әсәһенең артынан һонолоп). Уланың-боланыңдан һора. Әсәйемдең йыйнап элгән миндектәрен болан балаһына ашатып бөтөрҙө.

Муллахмәт. Ысынмы?

Байрас (уткүршеләр яғына ишаралап). Анауы Вилким Иванычығыҙ инәһен атып үлтергәс, асы сеңләп асығып йөрөнө бит… ҡыҙғандым…

Гүзәлиә. Аяҡлы ҡаза булды был болан балаһы!

Наҙлиә. Ҡойма буйыбыҙҙа шуны ашата.

Муллахмәт. Инәһенән етем ҡалып интеккән болан балаҡайын ҡулға эйәләштерҙе шул. (Улының башынан һыйпап). Маладис, уланым-боланым, кеше булып үҫкәнһең. Бар, эшеңдә бул. (Байрас китә).

Гүзәлиә. Үҫеүен үҫкән дә ул, ботона кейер әҙәм эрәтле салбары юҡ. Тиңдәштәре араһында ыстырам! Көнө-төнө өҫтәл артында суҡайып, ҡағыҙ-ҡәләм туҙҙырып, миндеклек тә тапмайһың, ә маладислап тораһың.

Наҙлиә. Байрасыңды гел иркәләйһең…

Муллахмәт (ҡыҙының арҡаһынан һөйөп). Ағайымды, тип әйт, урыҫ булдыңмы әллә?

Наҙлиә. Үҙегеҙ урыҫ мәктәбенә бирҙегеҙ бит.

Муллахмәт. Шунан башҡаһы булмағас…

Наҙлиә. Булмаһын, чортыма ла кәрәкмәй! Әсәйем әйтә, урыҫса уҡыған анауы Вилким Иваныч кем дә башҡортса уҡыған бынауы кем, ти. Һеҙ ҙә Вилким Иваныч кеүек ҙур түрә булырһығыҙ, ти.

Муллахмәт. Күпме туҡыйым: ағай, тип әйт!.

Наҙлиә. Ул үҙе бит, Иваныч, тип әйттертә. Тамараһы ла, әсәйемдең “Сиражиевна” тигәнен яратмай, Сергеевна, тип әйтегеҙ, ти. Эйеме, әсәй?

Гүзәлиә. Миңә тимәгәйе, Иблисиевна булһын.

Муллахмәт. Һе!

Өйгә һепереләләр. Тимер рәшәткәле ҡойма артында шаян ҡыҙый көлөүе: “Хи-хи-хи!”

Тамара (боҫоп тыңлап торған ерендә тертләп). А?! Кто?! Что?!

Вилор. Это я, Тамара Иблисиевна.

Тамара. Сәсрәмәгере, ауыҙыңа һуҡмағыры! Сергеевна, тиергә телең көрмәләме?

Вилор. Минең өсөн один черт, Иосиф Виссарионович Сталиның әйтмешләй.

Тамара. Ләхәүлә, ниңә сурытаһың, ИВИС, тип кенә әйтһәң ни була? Иосиф Виссарионович Сталин тигән бөйөк исемдең баш хәрефтәренән теркәлгән Ивис бит ул. Үҙең дә ВИЛОР ғына.

Вилор. Юҡ, тулы исемем менән өндәшегеҙ миңә! Владимир Ильич Ленин Октябрьская Революция, тип әйтеүегеҙҙе теләйем!

Тамара. Хай-хай, тел биҫтәһе!

Вилор. Мамочка, но я все услышала.

Тамара. Что? Нимәне?

Вилор. Только что һинең менән телләшкән тетя Гузелия, кеше иренә артылып, Байрасчигы менән Назочкаһын үҙ иренән тапмағанмы ни?

Тамара (ҡыҙының ауыҙын усы менән ҡаплап). Сеү, сәсрәмәгере! (Ҡулынан һөйрәкләп өйгә алып инеп китә).

Ҡойма ишеге янына Ивис килә, ҡабат пәйҙә булған Вилор уны йәшенеп күҙәтә.

Ивис. Боря, ҡайҙа һин?

Байрас (мунсанан сығып). Боря түгел – Байрас мин.

Ивис. Один черт, ләкин һинең исемдән тел тотлоға. Ярай, Байрас булһын.

Байрас. Шунан?

Ивис. Ултырған да шыуған, Алкаш Ғәләүи әйтмешләй. Теге болан балаһы килдеме әле?

Байрас. Юҡ, ул кисләтеп кенә йөрөй.

Ивис. Шуны күрәһе ине.

Вилор. Байрасчик, не покажи! Болан балаһынан шашлык яһарға хыяллана ул. Тап беҙҙең предок Вилким Иваныч уның инәһен стрелять иткәне кеүек. Атаһынан күргән – стрела юнған, тиҙәрме әле?

Ивис. Не болтай! Иваныч эштән генә ҡайтһын, арт һабағыңды уҡытыр!

Байрас (көлөп). Иваныч та Иваныч – атаһы Иванмы ни?

Ивис. Ҡартатаюшкабыҙ Ғилван булғас, Ғилваныч, тип йөрөткәндәр, ти тәүҙә. “Вилким”ға иш килмәй, тип предок үҙе “Иваныч”ҡа шымартҡан, сөнки замана талабы.

Вилор. Байрасчик, ә һинең атаюшкаң ниңә Муллахмәт тә Ҡолахмәт килеш йөрөй, беҙҙең предок әйтмешләй, “махровый башкирский националист” булғаны өсөнмө?

Ивис. Вилор, телеңә баҫып һөрлөкмә, матушкабыҙ әйтмешләй. Бар, тай бынан!

Вилор. Һорарға ла ярамай… (китә).

Ивис. Киттек, дуҫ, трофейыңды күрһәт.

Байрас. Киттек.

Иңгә-иң терәшеп, мунсаға йүнәләләр, кире сыҡҡандарында Байрастың ҡулында һыңар көбәкле һунар мылтығы.

Ивис. Ух әй, патрондары ла бармы?

Байрас. Тулы патронташы ла ята, саң баҫып.

Ивис. Ух әй, Муллахмәт Ҡолахмәтыч шәп һунарсы булғандыр.

Байрас. Юҡ та. Һуғыштан һуң ауылдарында бүре өйөрө үрсеп, колхоздың бер юлы илле һарығын боғаҙлап киткәстәре, шуны ишеткән атайым һунарсылар йәмғиәтенә яҙылған да, ошоно һатып алып, бүреләрҙең кәрәгенә биреп ҡайтҡан.

Ивис. Сулаҡ ҡулы менәнме?

Байрас. Һуғышта ҡыйыу разведчик, мәргән атыусы булған ул.

Ивис. Минең предок та герой – бер часта хеҙмәт иткәндәр.

Байрас. Шулай.

Ивис. Ниңә, минең предок кеүек, бында ла дөңкөлдәтмәй?

Байрас. Бүреләр юҡ бит бында.

Ивис. Болан, ҡуян, ҡоралай?

Байрас. Уларҙы ҡыҙғанабыҙ.

Ивис. Пүстәк! Беҙҙең Иваныч…

Артҡапҡанан Алкаш Ғәләүи инә. Байрас мылтыҡты йәшерә.

Ғәләүи (ҡах-ҡох йүткерә). “Ич” та “мич”, “тыч” та “сыч” – түрәләрҙең “предок”тары эсеп-сысып йәшәгәндәр, тиерһең.

Ивис. Һинең һымаҡмы, Алкаш? Фу, самогон еҫе аңҡый.

Ғәләүи. Үҙеңдән һарҡый, “тыч-сыч”! Нишләп мин алкаш булайым?

Байрас. Миләш тирергә сыҡтыңмы, олатай?

Ғәләүи. Эйе лә, әбейемдең ҡан баҫымын төшөртөргә.

Ивис. Беләбеҙ. Первачыңа төнәтеп, коньяк, тиеп һатырға. Тауыҡ буғы ҡушып эшләһәң, көслөрәк булыр ине.

Ғәләүи (тумбытыуға иғтибар итмәй). Болан балаһы гиҙә гелән ошонда… Бахыр инәһен бынауының ҡәһәр һуҡҡыр атаһы “ыч” атты бит.

Ивис. Законная лицензия менән ул!

Ғәләүи. Утыҙ етенсе йылда шундай законная лицензия менән минең һикһән йәшлек атайымды аттылар… милләтсе, зәкивәлидовсы, тип.

Ивис. Тап шундай булғандыр ҙа!

Ғәләүи. Ошо ҡойма тирәһен таҡырлаған, бисара. Мал балаһы бит – ашаған еренә ылыға.

Ивис. Эйе, һинең һаҫы апараңа түгел.

Ғәләүи. Бахыр әсәһенә алмашҡа иҫән-һау ғына үҫһен инде. Болан балаһы, тимен.

Байрас. Үҫер, олатай, үҫер.

Ғәләүи. Һин шулай тиһең дә бит…(Ивисҡа төбәп). Атаһынан күреп уҡ урынына буҡ юнғандар ҙа бар был донъяла (китә).

Ивис (төкөрөп). Черт пьяный! Дуҫҡай, башы осона көбәгеңдән гөрһөлдәтәйек берҙе, ыштан төбөнә шыр ебәрһен.

Байрас. Ярамай, болан балаһы ҡурҡыр.

Мунсаға инеп китәләр. Өйҙән ҡулына оло хужалыҡ сөмкәһе тотҡан Гүзәлиә, тағылып Наҙлиә сыға.

Наҙлиә. Әсәй, туҡтасы, ут ҡаптымы әллә?

Гүзәлиә. Ҡапты шул, көндөкөн-көнгә ҡаба. Ыйыҡлатылған бейәләй, көндөкөн-көнгә дөкәндән-дөкәнгә морон төртөп, һеҙҙең туймаҫ тамаҡтарҙы туйҙырырға кәрәк тәһә.

Наҙлиә. Байрасыңды йүгерт, һуң.

Гүзәлиә. Йүгерҙе, ти. Шөғөлөнән йолма, ти бит атаҡайы.

Наҙлиә. Үҙе тәпәйләһен, алайһа.

Гүзәлиә. Кем?

Наҙлиә. Атаҡай, һуң.

Гүзәлиә. Пөш-ш-ш, әйттең һүҙ. Ҡуҙғатырһың ул тутыҡҡан тәрене! Яҙа ла һыҙа, яҙа ла һыҙа, ә әжеренә – һуҡыр тин. Көткән донъяһын ҡара: дүрт сутыйҙа ергә сүккән серек өй ҙә лепәшкән ҡара мунса, эт инеп һеймәҫлек бәҙрәф… Ыстырам!

Наҙлиә (әсәһен ҡосаҡлап). Әсәкәйем, илама! Үҙем барып киләйем!

Гүзәлиә. Бәпескәйем, әхирәттәрең көтә. Бар-бар! (Ҡыҙының артынан текләп ҡала). И бала-бала, үҙем, ти бит әле ул. Әсәһенең һәр тин өсөн ҡалтыранып йәшәгәнен белмәй шул… (китә).

Өй эсендәге Муллахмәт тәҙрәнән “йылт!” итеп ҡарай ҙа юғала. Шул арала ҡурай моңо һыҙылып, “Илсе Ғайса” йыры ағыла тышҡа:

Аҙаштырған болан балаһылай,

Яңғыҙ башым ситтә интегәм.

Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,

Аңлар икән мине кемгенәм…

Мунса алдында ҡушарлап баҫып торған Байрас менән Ивис быны тын ҡалып тыңлай.

Байрас. Атайымдың яратҡаны… Яңғыҙы ғына ҡалғанында ошо моңдо донъяһын онотоп һуҙа.

Ивис. Да, понимаю. Моң…

Байрас (моңайып, аҡрын ғына ҡабатлай) Аҙаштырған болан балаһылай…

Ивис (һөйәүле мылтыҡты ҡулына алып). Болан балаһы… болан балаһы…