Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Журнал уҡыусылар ижады

Флүрә ХӘЛИЛОВА

Шиғриәт

Үҙең теләгән ваҡытта

Булһа ла бәйләп бәйләм,

Тәбиғәт бирмәһә һәләт,

Шиғыр яҙалмай ҡәләм.

 

Шиғыр ул – йөрәк ялҡыны –

Тынғы бирмәҫ йән икән.

Шиғырҙы яҙайым тиһәң,

Илһам да кәрәк икән.

 

Шатлыҡ тулҡындарын бәреп,

Хистәрем тора ярһып.

Тойғоларым йөрәгемдән

Сығалар ташып-ташып.

 

Йөрәк һүҙе

Йоҙаҡҡа хужа – асҡысы,

Бейеккә күтәрә – баҫҡысы,

Еләк-емеш – баҡсаныҡы,

Мөхәббәт – баланыҡы.

Яҙыусының йөрәк һүҙе –

Уртаҡ, барыбыҙҙыҡы.

 

Тилерткес

Их, көмөшкә, көмөшкә,

Теңкәләргә тейәһең.

Әҙәмдәрҙе аҙаштырып,

Ғүмерҙәрен өҙәһең.

 

Һалып алғас көмөшкә

Иҫ тә китмәй бер эшкә.

Тормошоң да ал да гөл,

Көндәр буйы уйна, көл.

 

Тик был юлдың аҙағы

Терәлә бит упҡынға.

Эскесене көтәлер

Тамуҡтағы ут ҡына.

 

Аң-зиһенде томалаусы

Шайтан һыуы иҫерткес.

Бәлә-ҡаза сығанағы,

Көмөшкә – йән тилерткес.

 

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН

 

Илаһи зат

Ҡатын-ҡыҙҙар ошо ер йөҙөнә

Нисек килгән, ҡайһы тарафтан?

Бар ҡараһаң, улар «фәрештә»ме,

Әллә... шайтан уны яралтҡан.

 

Ошо «шайтандар»ға, «фәрештә»гә

Беҙ йәшәйбеҙ ғүмер табынып.

Уларһыҙ бит йәшәү – йәшәү түгел,

Яратабыҙ һәр саҡ һағынып.

 

Һағынабыҙ һутлы ирендәрен,

Нурлы йөҙөн, ынйы тештәрен.

Уҡтай керпек, ҡыйғас ҡара ҡашын,

Йылы ҡуйындарын кистәрен.

 

Яратабыҙ наҙлы күҙҙәрен дә,

Тығыҙ, уймаҡ, матур түштәрен.

Гел һағынып тәмле еҫтәрен дә

Һаташабыҙ хатта төштәрен.

 

Хыянат

Һөйләнәһе һүҙҙәр һөйләнелгән,    

Йырланаһы йырҙар йырланған.

Минең мөхәббәтем, бәхеткәйем

Хыянатың аша урланған.

 

Мөхәббәтте нәфрәт алмаштырҙы,

Түгеләһе йәштәр түгелгән.

Дөрләп янған һөйөү хистәре лә

Көлгө ҡалып инде һүрелгән.

 

Мин бит шундай бәхетлемен инем,

Талмаҫ кеүек ине пар ҡанат.

Яңғылышыу еңел аҙһа күңел,

Теләп эшләнең һин хыянат.

 

Яҙмыштарға берүк һылтанмайыҡ

Үкенерһең әле бер килеп.

Күп нәмәне ғәфү итеп була,

Хыянатты булмай кисереп.

 

Ҡуласа

Кисен тәҙрәң ҡаҡтым...

                                  ҡымшанманың

Атаң сыҡты һинең урынға.

Ул ҡыуғанда мине, һине уйлап,

Эләгерһең, тинем ҡулыма. 

 

Әйтеүҙәрем Хоҙайымдың амин

Тигәненә тура килдеме?

Өйләнештек... Әһә, хәҙер, ҡыҙый,

Һин ҡулымда, тинем, белдеңме?

Йәшәй-йәшәй, асыу килгән саҡта

Иҫкә төшә атаң ҡыуғандар.

Ирмен, йортҡа хужа ла мин хәҙер,

Мин хөкөмдар, закон, туғандар.

 

Донъя ҡуласа, йәнем, тинем бер,

Атаң ҡыуҙы, һине мин ҡыуам.

Мин әйткәнгә «бейе», мәсьәләне

Ҡабырғаһы менән мин ҡуям.

 

Тағын ҡымшанманы, эй, Хоҙайым,

Мөхәббәтем, мине нишләттең?

Дүрт яғың ҡибла, тине ҡатын,

Ана тора сөйҙә бишмәтең.

 

Ҡуласа, һинән ҡыҫыла торғас,

Зиһен, аҡылдарым бәйләнә.

Был ҡуласа ниңә гел бер яҡҡа

Ҡатын файҙаһына әйләнә?

 

Әлиә Булатова (Әмирова)

***

Бәхетлемен, мин әсәмдең

Иң һөйөклө ҡыҙымын.

Атайымдың көтөп алған

Ғүмерлек бер йырымын.

Бәхетлемен, иптәшемә

Наҙлы, тоғро кәләшмен,

Йорт-ҡурала – хужабикә,

Тормошонда серҙәшмен.

Бәхетлемен, балаларға

Хәстәрлекле әсәмен,

Минең наҙым менән улар

Тоя донъяның тәмен.

Бәхетлемен, дуҫ-иштәргә

Кәңәшсе әхирәтмен,

Шатлыҡта ла, хәсрәттә лә

Мин уларға кәрәкмен.

Һөйөнөп тә, һөйөлөп тә

Йәшәйем был донъяла,

Ер шарында бер нур булып

Балҡыр өсөн тыуғанға.

 

Көҙ

Эй, алтын көҙ, мыжыҡ

                                               булдың быйыл,

Берсә көләс, берсә илаҡһың.

Аяҙ көнөң маҡтап күҙһендеңме?

Һүҙ тейгеҙеү һиңә хилафмы?

Ник үҙгәрҙең һары төҫлө миҙгел,

Ҡойонаһың ямғыр һыуына.

Йәй буйына йыйған байлыҡтарың

Күпме сереп ерҙә йыуыла.

Һуңғы сәскәләрҙең йәмен юйып,

Боҙло ҡырау эшкә егелде.

Ҡаты һынауҙарға сыҙай алмай,

Матурлыҡтың башы эйелде.

Сеү... Ғәфү ит. Әллә аңғармаҫтан

Һинең йомартлыҡты тойманым,

Булды ла һуң матур, аяҙ көнөң,

Ҡояш нурҙарында уйнаның.

Әбей сыуаҡтары йылы ине,

Үрмәксенең ауы осҡанда.

Кире яҡты ғына күрәбеҙ шул,

Илаҡ, тибеҙ ямғыр яуғанда.

 

Ғүмер биҙәге

Ике балам – йөрәгемдең

Ике ялҡыны.

Йәшәү дәрте өҫтәп торған

Тормош тулҡыны.

Шатлыҡтарым, хәсрәттәрем

Күңел түрендә.

Балҡып янған ҡояштарым

Яҙмыш күгендә.

Балаларым ҡанаттарым

Күҙем нурҙары.

Улар ғына хаҡындалыр

Минең уйҙарым.