Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Утҡа ташланырмынмы йәки Донъяның режиссеры булһам…

“Бәхәс” рубрикаһы сиктәрендәге яңы проект “Донъяның режиссеры булһам...” тип атала. Унда иң беренсе нәүбәттә театрҙар, киностудиялар, филармониялар, мәҙәниәт йорттары режиссерҙары сығыш яһар, тип көтәбеҙ. Башҡа һөнәр кешеләре лә: яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, уҡытыусылар, табиптар, бер һүҙ менән әйткәндә, ҡуйылған проблемаға битараф булмаусылар был проектта ҡатнаша ала. Уларҙа журналист мотлаҡ рәүештә: “Донъяның режиссеры булһаң, уны нисегерәк итеп ҡорор инең?” – тигән төп һорауҙы бирәсәк.

Бисмиллаға билдәле актер һәм режиссер, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры директоры Азат ЙЫҺАНШИН менән әңгәмәне һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

 

– Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” драмаһын ниндәй генә заманда сәхнәгә ҡуйһаң да, ул көнүҙәк булыуҙан туҡтамаясаҡ. Совет осоронда беҙ был сәхнә әҫәрен атеистик күҙлектән ҡуйылған вариантын ҡарағанда коммунистар сафына баҫып муллаларҙы һүкһәк, хәҙер уны дини күҙлектән сығып сәхнәгә ҡуйырға ла мөмкин икәнлеген дә аңлайбыҙ. Режиссер был осраҡта, пьесаның тексын үҙгәртмәйенсә генә, төп акцентты дини әһелдәр яғына күсерә. Ул саҡта Ғәлиә менән Закир дини йолаларҙы инҡар итеүсе зина ҡылыусылар булып һынлана.

Төптән уйлап ҡарағанда, тормош та шул уҡ сәхнә әҫәре кеүек. Тәҡдирҙе Аллаһы Тәғәлә билдәләй. Уның сценарийы буйынса һәр бер кеше үҙенең тормошон ҡора, икенсе һүҙ менән әйткәндә, яҙмышын яҙа. Бәндә акцентты ҡайһы урынға ҡуя, уның яҙмышы ла шул йүнәлеш буйынса китә. Был йәһәттән, Азат, һинең ниндәйерәк фекерҙәрең бар?

– Дингә мин бик сетерекле мәсьәлә тип ҡарайым, ни өсөн тигәндә динле булыу ғына иманлы булыуҙы аңлатмай. Мин бөгөн нимәгәлер ышаныуҙан һәм дингә моданан ҡурҡам. Мин үҙемде динле кеше лә, Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанмаусы кеше лә, тип әйтә алмайым. Минең һымаҡтар хәҙерге заманда бик күп. Әгәр ҙә беҙҙең һымаҡ кешеләрҙе космополит тип атаһалар, мин Хоҙай Тәғәлә менән бергә булған космополит.

Беҙ иң бәләкәй хәреф менән яҙылған кешеләр төркөмөнә инәбеҙҙер ул. Бәлки, әле тулыһынса кеше булып та бөтмәгәнбеҙҙер. Хәҙерге заман кешеләре ҡорал яһай, бер-береһенә ҡаршы һуғыш алып бара, территориялар бүлешә. Йыһандың барыбыҙ өсөн дә бер йорт булғанлығын аңлап бөтмәйҙәр микән ни? Улар: “Дәүләт булғас, һаҡларға ҡорал кәрәк?”– тип әйтерҙәр, мине дөрөҫ фекер йөрөтмәүҙә лә ғәйепләрҙәр, бәлки. Тик мин уларға: “Ә кемдән һаҡланырға кәрәк һуң беҙгә?” – тип һорауҙарына һорау менән яуап ҡайтарасаҡмын. Беҙ бит сит планета вәкилдәренән түгел, үҙ-үҙебеҙҙән һаҡланыр өсөн ҡорал яһайбыҙ. Беҙ үҙ илебеҙҙә, дәүләтебеҙҙә генә түгел, ғаиләбеҙҙә лә тәртип урынлаштырып бөтә алмайбыҙ...

Мин Аллаһы Тәғәлә хаҡында һәр ваҡыт уйлап йәшәйем. Ҡайһы ваҡыт Хоҙай менән һөйләшәм. Ул мине ишетә. Донъяла бер нәмә лә осраҡлы түгел, барыһы ла Унан килә. Минеңсә, кеше эске яҡтан үҙгәрергә тейеш һәм Хоҙай быны беләсәк, ишетәсәк, күрәсәк. Был осраҡта тик ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек кенә һинең ярҙамсың була ала. Мин шуны ла беләм: килер бер көн – мин намаҙ ҙа уҡый башлармын. Әммә быны бер кем дә белмәйәсәк. Мин хатта бер тапҡыр намаҙ уҡыһам да, быны ихлас итеп башҡарасаҡмын.

Ә Аллаһы Тәғәләгә ышаныуға бәйле спектаклдәргә килгәндә, мин был хаҡта бер ни ҙә әйткем килмәй. Был минең өсөн бик яуаплы ғәмәл. Дингә түгел, ә дин әһелдәренә килгәндә иһә, театрҙа уларҙан көлгән байтаҡ сәхнә әҫәрҙәре бар. Театр бит диндән һәм Аллаһы Тәғәләнән көлмәй, муллаларҙан көлгән осраҡта ла уларҙы кәмһетмәй, юҡҡа сығарып ташламай, бары кәмселектәрен генә күрһәтә. Ирония, минеңсә, һәр нәмәлә лә булырға тейеш, шунһыҙ үҫеш булмаясаҡ. Театрҙың шулайтырға хаҡы ла барҙыр, сөнки театр борон-борондан кеше етешһеҙлеген фашлай килгән. Мин дә муллаларҙың төрлөһөн күргәнем бар, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен дә күҙәткәнем булды.

Беҙ, кешеләр, өҫтән ҡырмыҫҡаларҙың тормошон күҙәтергә яратабыҙ. Уларҙың тормошо шундай камил ойошторолған. Эшселәре лә, һаҡсылары ла – барыһы ла үҙ урынында. Әммә беҙ үҙебеҙҙең бәләкәй генә бер һаҡһыҙ ҡыланыш йәки юрый ғәмәлебеҙ менән ошо ҡырмыҫҡалар иләүенә ахрызаманды килтерә алабыҙ. Бының өсөн иләүгә ут төртөү ҙә, иләүҙәренең өҫтөнә ағасты бысып ауҙарыу ҙа етә. Был осраҡта ҡырмыҫҡаларҙың яҙмышы бер кешегә генә бәйле. Әгәр ҙә беҙ ошо яуаплылыҡты аңлап, үҙебеҙҙең аңға һәм йәнгә һеңдерһәк, кешелек донъяһында күп кенә фажиғәләрҙән һаҡлана алыр инек...

– Кешенең яҙмышын уның холҡо, характеры билдәләй тиҙәр. Йәғни характерың ниндәй булһа, яҙмышың да шундай. Әйтәйек, кеше үҙенең кире сифатын еңер өсөн бер нисә көн һуҙымында шул кире сифатына ҡапма-ҡаршы ғәмәлде башҡарһа, ғәмәле ҡылыҡҡа, ҡылығы холоҡҡа, холҡо характерға әүерелә. Диндә был ғәмәлде башҡарыуҙың мөҙҙәтен 40 көнгә тиңләйҙәр. “Ҡырҡ” һүҙенең килеп сығышы ла “ҡырҡылыу”ҙан, йәғни элекке хәлеңдән арыныуҙы, үҙгәреүҙе аңлаталыр, тип уйлайым. Ғүмерҙең ҡырҡ йәшлек баҫҡысы ла йәшлек менән мәңгелеккә хушлашыуҙы, “йәшлегеңдең ҡырҡылыуы“н аңлатыуы бәхәсһеҙ. Ошоларҙан сығып фекер йөрөткәндә кеше үҙенең холҡон ҡырҡ көн һуҙымында үҙгәртә алғас, яҙмышты ла үҙгәртеп булалыр.

– Мин үҙ холҡомдоң барлыҡ кире, етешһеҙ яҡтарын беләм һәм таныйым. Ҡайһы ваҡыт кешенең күңелен аямайынса ҡырҡыу ҙа булам, бының нимәгә килтерен белә тороп, барыбер, әйтер һүҙемде әйтеп ҡуям. Ғәфү үтенергә лә тура килә. Был яҙығым өсөн Аллаһы Тәғәләнән дә ғәфү үтенәм, уның да ярлыҡауын һорайым.

Ә характерыңды үҙгәртеп, яҙмышыңды үҙгәртеү мәсьәләһенә килгәндә, бында төрлөсә фекер йөрөтөргә була. Әлбиттә, был ҡыҙыҡлы һәм ҡатмарлы һорау. Шул уҡ ваҡытта был һорауға бары тура яуап биреп кенә була, борғаланып булмай. Аллаһы Тәғәлә маңлайыңа яҙған буйынса ғына нисек дөрөҫ итеп бара алаһың һуң? Кем белә, бәлки, һин дөрөҫ тип тапҡан юлың тәҡдиреңә тап килмәйҙер йәки киреһенсәлер... Был осраҡта “Беҙ алдан белергә теләйбеҙ, әммә Хоҙай барыһын да үҙенсә эшләй” тиҙәр. Шуны белергә ине: үҙенең дөрөҫлөгө менән йәшәгәндәр менән Аллаһы Тәғәлә нисек мөғәләмә итә икән?

Әйтәйек, революцияға ихлас ышанған кешенең янына шул революцияның ысын сәбәптәрен, маҡсаттарын белгән кешене ҡуйып ҡарайыҡ. Һәр береһенең – үҙ хәҡиҡәте. Уларҙың ҡайһыһы аҡ та, ҡайһыһы ҡара? Был осраҡта революцияға ихлас ышанған кеше күберәк симпатия уята. Бында ниндәй булһа ла революция хаҡында һүҙ бара. Революция ниндәй генә эҙемтәләргә килтереүгә ҡарамаҫтан, тимәк, уға мохтажлыҡ булған, һәм уның үҙ дөрөҫлөгө, үҙ инанысы бар. Ул үҙенең ошо хәҡиҡәте менән, үҙенең изге ниәттәре менән алға бара, шул уҡ ваҡытта уның янында тороусы икенсе кеше был революцияның артында байлыҡҡа, аҡсаға ынтылыу ятҡанын яҡшы белә, уны ҡулға эләктереүҙе оҫта ойоштора ала. Шуға күрә лә ул власть тарафынан ғәфү ителәсәк, ә революцияға ихлас ышаныусы кеше ҡан ҡойошто ойошторған өсөн язаһын татыясаҡ.

– Һин, Азат, “Революцияны берәүҙәр яһай, уның ҡаҙанышы менән башҡалар файҙалана” (“Всякую революцию задумывают романтики, осуществляют фанатики, а пользуются ее плодами отпетые негодяи”) тигән ҡағиҙәне иҫкә төшөрҙөң. Әгәр ҙә донъяла антогонизм тигән күренеш барлыҡҡа килгән икән, уның да объектив сәбәптәре бар. Беренсенән, әгәр ҙә ҡара төҫ булмаһа, беҙ аҡ төҫтө аҡ тип таный алмайбыҙ, төн булмаһа, көн юҡ, яуызлыҡ булмаһа, изгелек үҙенең әһәмиәтен юғалтасаҡ. Миҫал эҙләп әллә ҡайҙа барырға түгел. Шул уҡ “Урал батыр” эпосында изгелек Урал батыр, яуызлыҡ Шүлгән йөҙөндә сағыла. Бер үк ваҡытта Урал менән Шүлгән – бер туғандар, бер ата менән бер әсәнән тыуғандар. Эпоста Урал батыр күп тапҡырҙар ағаһы Шүлгәнде ҡулға төшөрә. Ағаһының илгә, үҙ халҡына ҡаршы яуызлыҡ ҡылып йөрөгәнен белһә лә, ул уны үлтермәй, язаламай, иреккә ебәрә. Шүлгән иһә һаман да яуызлыҡ ҡылыуын дауам итә бирә. Һин нисек уйлайһың: әллә яуызлыҡ та шул уҡ изгелек кеүек кешелеккә кәрәкле институтмы?

– Кем белә, бәлки, яуызлыҡтың да үҙ хәҡиҡәте барҙыр. Ни өсөн тигәндә, беҙ яуызлыҡты шундуҡ ғәйепләй башлайбыҙ. Ысынлап та, яуызлыҡ үҙенән-үҙе, былай ғына барлыҡҡа килмәйҙер. Барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәләнең балалары булғас, тимәк был юҡҡа ғына түгел. Изгелек үҙен нисек һаҡлаһа һәм яҡлаһа, яуызлыҡ та шундай уҡ маҡсат менән эш итә. Шул уҡ ваҡытта, кем өсөндөр изге булған нәмә, башҡа өсөн яуызлыҡ, һәм киреһенсә... Бында ысын хәҡиҡәт ҡайҙа? Быға беҙ яуапты “үҙ йортобоҙ“ға ҡайтҡас, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһына барғас ҡына таба алабыҙҙыр. Был осраҡта Хоҙай ҡаршыһына баҫҡан “яуыз“дың да үҙ хәҡиҡәте буласаҡ. Изге өсөн дә, яуыз өсөн дә бер үк Хоҙай, бер үк ҡояш. Яуыз үҙенең яуызлығы ярҙамында изгелектән һаҡланғас, уның да йәшәргә хоҡуғы бар түгелме?

– Тәүратта (Библияла) “Хәҡиҡәт – ул Аллаһы Тәғәлә” тип әйтелә. Исламда беҙ Аллаһы Тәғәләне Хаҡ Тәғәлә тип тә атайбыҙ...

– Эйе, беҙ иртәгә үҙебеҙ менән ни булырын белмәйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең хаҡлымы-түгелме икәнлегебеҙҙе лә белә алмайбыҙ. Әммә мин бер нәмәне таныйым: Хоҙайға кешенән күп нәмә кәрәкмәй. Уға минең йөрәгем һәм Үҙенә инаныуым, теләктәремдең ихласлығы ғына кәрәк.

– Шул уҡ ваҡытта яуыз да, изге кеше лә Аллаһы Тәғәләне бер үк кимәлдә яратһа...

– Мөхәббәт тә төрлөсә була. Һәр ике яҡтың Уны яратыуы үҙенсә. Шуға күрә был донъяла кем көслөрәк, шул еңеп сыға инде. Ә инде Хоҙайҙың ҡаршыһына, теге донъяға барып сыҡҡас, ысынлап та, кемдең еңгәнлеге билдәле булалыр. Шундай баналь ғына миҫал. Әйтәйек, ҡул көрәше буйынса ун тапҡыр донъя чемпионы булған, “ҡара билбау” дәрәжәһенә эйә булған кеше урам буйлап китеп бара икән, ти. Уның янында иҙән йыуыусы ябай ғына ҡатын бара. Шул саҡ бер йорт янып китә, унан ярҙам һораусы кешеләрҙең тауыштары ишетелә. Был ситуацияла нимә күҙәтелә? Ҡатын йорт янына йүгереп барып, янып барған йорт эсенә ташлана. Ул оҙаҡ ваҡыт йорттан сыҡмай һәм бер баланы ут эсенән ҡотҡарып алып сыға. Быларҙың шаһиты булған спортсы янғынға ла, йорттан килгән бала тауышына ла битараф. Минеңсә, тап бына ошонда беҙ хәҡиҡәт менән осрашабыҙ. Унда ике кешенең асылы, кешелек сифаты сағылыш таба. Беҙ үҙ-үҙебеҙҙе, башҡаларҙы тулыһынса беләбеҙ тип уйлаһаҡ та, бер нәмә лә белмәйбеҙ. Беҙ, ғөмүмән, хатта үҙебеҙ хаҡында ла бер нәмә лә белмәйбеҙ. Шуның менән башҡалар хаҡында ниндәйҙер һығымталар яһаған булабыҙ. Мәҫәлән, бына мин үҙем дә шундай уҡ ситуацияла ошо ҡатын һымаҡ янып барған йорт эсенә ташланырмынмы икән? Мин быны белмәйем. Һуғыш барғанда пуляларҙан дуҫымды үҙ кәүҙәм менән ҡаплармын, тип бер кем дә әйтә алмай. Алдан әйтеп булмай. Ә инде әйтәбеҙ икән, был хәҡиҡәткә тап килмәүе лә ихтимал. Шундай хәл килеп сығып, ысынлап та, дуҫыбыҙҙы үҙ кәүҙәбеҙ менән ҡаплаһаҡ ҡына, беҙ хәҡиҡәт менән күҙгә күҙ осраша алабыҙ.

– Элек Ильич лампалары булмаған саҡта, өйҙәрҙе өләсәйҙәр, ҡарсәйҙәр етеле шәм менән яҡтыртҡан саҡта кешеләрҙең күңелендә иман да бар ине. Хәҙер иһә, йорт эстәре төрлө-төрлө лампаларҙан ялтлап тора, әммә йорт эстәрендә “иман һауаһы” ғына шыйығыраҡ. Был хәлдең аңлатмаһын ауылда һәм ғаиләлә тәртип һағында тороусы ололарҙың ҡалмай барыуы, заман йолалары менән дә аңлатып булалыр. Заманы башҡа булғас, заңы ла башҡараҡ шул.

Миңә ҡалһа, аңлатмаларҙың береһе тап шул етеле шәмдәргә лә бәйле. Аңлатып ҡарайым. Бер бөртөк шырпыны сыйып тоҡандырған саҡта ғына ла ялҡынының иң өҫтөндәге температура 750-850 градусҡа тиклем барып етә. Ялҡынға саҡ ҡына тын өрһәң, йәғни унда хәрәкәттәге һауа ағымы барлыҡҡа килһә, ундағы температура 1000 градустан артып китә. Тап шундай юғары температуралы эҫелеккә барып эләккән йән эйәһе янып юҡҡа сыға. Ул урындан ҡасып китеп, үҙ-үҙеңде һәм ялҡынды алдап һәм йәшеренеп булмай. Тимәк хәҡиҡәт тап шул урында. Хәҡиҡәт, тимәк Хаҡ Тәғәлә. Ошо урында ни өсөн сиркәүҙәргә шәм ҡуйыуҙары аңлашыла. Шәм ҡуйыу – унда Аллаһы Тәғәләнең барлығын тәьмин итеү ҙә тип аңлашыла бында. Мосолмандар иһә, ант биргәндә ҡылыс үпкән. Ҡылыстың үткерҙән дә үткер йөҙө шул уҡ ҡасып та, алдап та, йәшенеп тә булмай торған урын.

Ут ялҡыны хаҡындағы миҫалдан сығып, ни өсөн ҡояш ҡалҡҡан һәм батҡан ваҡытта намаҙ уҡырға ярамағанлығы ла аңлашыла.

– Хәҙер физика, химия, математика өлкәһендәге ғалимдар Хоҙайҙың барлығы хаҡында һөйләй башланы. Һәр хәлдә, улар Уның барлығын инҡар итмәй. Миңә ҡалһа, һәр бер кеше дингә кемдеңдер өгөтләүе аша түгел, үҙе килергә тейештер. Бының өсөн уның эстән әҙер булыуы мотлаҡ. Ҡөрьән, Тәүрат китаптары минең өйҙә ята. Миндә уларҙың аудиоварианттары ла бар. Улар минең ихласлыҡ менән ҡағылыуымды көтөп ята. Мин уларға ҡағылған саҡта ихлас булмауымдан ҡурҡам. Мин ул китаптарҙы ҡулыма алып, биттәрен асып уҡығым килә. Миңә Ҡөрьәнде уҡыған кешеләр уның айырым юлдарын, фекерҙәрҙе әйтәләр. Әммә унда яҙылған һүҙҙәрҙе уҡығандан һуң тик намыҫлы ғына йәшәп булалыр, тип күҙ алдыма килтерәм.

Мин Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышанған кешеләр алдында башымды эйәм. Минеңсә, был донъялағы иң ҡатмарлы һәм иң ауыр хеҙмәттер.

– Беҙҙең тормошта Аллаһы Тәғәләгә ихлас ышаныр өсөн суфый булырға, аскетик йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк түгелме? Был – мөмкинме?

– Эйе, әммә был бик ауыр. Сөнки беҙҙең йәшәүебеҙ үҙебеҙҙән тормаған шарттарға ла бәйле. Беҙ ғаиләгә, йәмғиәткә, дәүләткә һәм уның закондарына баш-аяғыбыҙ менән бәйлебеҙ.

– Рәсми мәғлүмәт сығанаҡтары буйынса, Рәсәй батшаһы Александр Беренсе 1825 йылда Таганрогта 47 йәшендә вафат булып ҡала. Ул үлгәндән һуң уның үлеменә бәйле 51 төрлө хәбәр тарала. Уларҙың күбеһендә Александр Беренсенең үҙенең “вафатын ойоштороуы”, икенсе исем менән йәшәүен дауам итеүе хаҡында әйтелә. Булыуы мөмкин, сөнки был хәбәр кире ҡағылмай һәм Петрбургта батшаның ҡәберен асып ҡарағандан һуң унда бер кемдең дә булмауы хаҡында етди дәлилдәр бар. Александр үҙенең атаһын үлтереүҙә ҡатнашыуы арҡаһында выждан ғазабы кисереп, Федор Кузьмич тигән исем аҫтында Томск яғында йәшәй һәм 1864 йылдың 20 ғинуарында һәләк була. Был легенда Федор Кузьмич иҫән саҡта уҡ тарала һәм XIX быуаттың икенсе яртыһында киң таралыу таба. Бында “Утһыҙ төтөн сыҡмай” тип кенә өҫтәргә ҡала. Әлбиттә, батша был осраҡта Аллаһы Тәғәләгә һыйынған. Мәшһүр ғәскәр башлығы Наполеондың ғәскәрен ҡыйратыуға өлгәшкән батшаның был ҡылығын бер ниндәй ҙә сәбәп менән аңлатыу мөмкин түгел. Ә бит ул, бары тик тәхеттән баш тартып ҡына, кешелектән китеп кенә Аллаһы Тәғәләгә һыйыныу мөмкинлеген аңлаған.

– Атеистарҙы динһеҙлектә ғәйепләйҙәр. Улар Аллаһы Тәғәләнең барлығын инҡар итә. Ә бит бында шуны ла аңларға кәрәк: Аллаһы Тәғәләне инҡар итеү – Уның барлығын таныу. Сөнки булмаған нәмәне инҡар итеп булмай.

– Килешәм. Был философияның өсөнсө – инҡар итеүҙе инҡарлау ҡануны. Беҙ, мәҫәлән, тауышты ишетәбеҙ, әммә уны күрә алмайбыҙ, әммә күрә алмағаныбыҙ өсөн генә тауыш юҡ, тип әйтә алмайбыҙ...

– Тормош – хеҙмәт. Экран аша ғына бәхетле йылмайған кешенең, ысынлап та бәхетлеме-юҡмы икәнлеген беҙ бер нисек тә белә алмайбыҙ. Һәр осраҡта ла намыҫлы кеше булып ҡалыр өсөн дә оло ҡаһарманлыҡ талап ителә.

– “Бәхетле булыуың мөһим түгел, ә бары тик үҙеңде бәхетле итеп тойоу ҙа етә” тигән формулаға нисек ҡарайһың?

– Бәхет, минеңсә, һин ниндәй миҡдарҙа күрә алаһың, шул миҡдарға тиң. “Ҡояш балалары”н (“Даун синдромы” ауырыуы) сирле кешеләр тип атауға мин ҡырҡа ҡаршымын. Уларҙы Аллаһы Тәғәләнең хозурындағы кешеләр, тип тә атайҙар. Улар – изге күңеллеләр. Улар уйҙарында сүп-сар булмаған өсөн изге күңеллеләр. Улар мейеләрен бер ниндәй ҙә фекер менән бысратмайҙар. Үҙҙәренә ҡәләм бүләк итһәң дә, ҡыуаналар, беҙҙән айырмалы рәүештә улар шатланыу һәләтен юғалтмағандар. Беҙ теләһә ниндәй бысраҡ мәғлүмәт менән лыҡа тулыбыҙ һәм шуларҙан ҡотола алмағаныбыҙ өсөн “Ҡояш балалары” кеүек ҡыуана белмәйбеҙ. Әгәр ҙә беҙҙең кеүек кешеләр булмайса, кешеләр фәҡәт улар һымаҡ кешеләрҙән торһа, ул сағында донъябыҙ нисек булыр ине икән? Аллаһы Тәғәлә уларҙы ташлар инеме икән? Минеңсә, “Ҡояш балалары” донъяһында бер ваҡытта ла һуғыштар, ҡан ҡойоштар булмаҫ ине. Һуғыш булмаған урында нәфрәт тә, ҡорал да, балкондан ташланыусылар ҙа, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар ҙа булмаҫ ине. Беҙҙең йәмғиәт кешеләргә шундай ҡапҡандар, тоҙаҡтар ҡорған, улар иһә, бындай шартлылыҡтарға иғтибар ҙа итмәй, сөнки уларҙы Аллаһы Тәғәлә һаҡлай. Беҙгә уларҙың бындай сифатына ҡарап һоҡланырға ғына ҡала.

Щукин институтына уҡырға ингәндә минең бер профессор менән конфликт килеп сыҡты. Мин коллоквиум ваҡытында институт уҡытыусыларына беҙҙең планетаны һаҡлаусы аҡ күгәрсен образын тәҡдим иттем. Изгелек хаҡында күп һөйләүем бер профессорға оҡшамаған икән. Ул миңә: “Һеҙҙең кешелеккә ҡаршы ниндәй дәғүәгеҙ бар?” – тип һораны. Мин уға: “Минең кешелеккә ҡаршы һис бер дәғүәм юҡ. Мин бары тик бер нәмәне беләм: кеше үҙ үҫешендә дөрөҫ булмаған юлдан киткән”, – тип яуап бирҙем. Был һүҙҙәрем уға оҡшаманы. Ысынлап та, бәлки, ул саҡта миңә – абитуриент кешегә кешелек хаҡында фекер йөрөтөргә лә кәрәкмәгәндер. Икенсе бер профессор мине яҡланы. Әгәр ҙә беҙ, ижад кешеләре, изгелек хаҡында ошо рәүешле фекер йөрөтмәһәк, кем был хаҡта баш ватырға тейеш һуң? Улайһа, әйҙә, сәхнәлә әшәкене күрһәтәйек. Шунан һуң ошо әшәкене ҡараған кеше катарсис кисереп, күңелен сүп-сарҙан, бысраҡтан таҙартһын. Театрҙа ундай теория бар. Әммә минең былай итергә ҡулым бармай. Йәшермәйем, минең дә “чернуха”ға ылыҡҡан ваҡытым булды. Унда һыҙланыу ҙур, ҡан күп ҡойола. Минең кешеләргә һыҙланыу, ауыртыныу, фажиғә менән тәжрибә үткәргем килмәй. Миңә бер ҡатлы булһа ла, романтик булһа ла, изгелек кәрәк.

– Һин теге профессорға “Кешелек дөрөҫ булмаған юлдан киткән” тигәнһең. Ә бына һиңә донъяны үҙеңсә ҡороу мөмкинлеге, уның механизмдары бирелһә, ошо донъяны нисегерәк итеп ҡорор инең? Һинеңсә кешелек ҡайһы урында дөрөҫ булмаған юлдан киткән?

– Мин ҡорорға теләгән донъяла шул уҡ “Ҡояш балалары” бар, тик уларҙа беҙҙең аң йәшәй. Мин бында рухи үҫеш юлын күҙ уңында тотам. Минең күҙ уңында тотҡан донъяла кешеләр үҙ-ара телефонһыҙ ҙа, зиһен аша ғына аралаша, бәйләнеш тота ала. Кеше Хоҙай, тәбиғәт, йыһан тарафынан үҙенә бирелгән һәләттәрҙең бары тик 5 процентын ғына файҙалана ала. Был мәғлүмәт иҫбат ителгән. Ә ҡалған 95 процент һәләт ҡайҙа һуң? Билдәле, был нисбәт үҙебеҙҙә ултыра. Ә ни өсөн ултыра? Сөнки, әйткәнемсә, беҙ үҙ үҫешебеҙҙә дөрөҫ булмаған юлдан киткәнбеҙ һәм шул 95 процентты техникаға тапшырғанбыҙ, комфорт артынан, матди донъя артынан ҡыуғанбыҙ. Әммә беҙҙә ул запас бар һәм экстремаль ситуацияларҙа ул көстөң ниндәйҙер дәүмәле уяна һәм кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, башҡа ваҡытта башҡарыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмаған ғәмәлдәр эшләй. Әйтәйек, биш метр бейеклегендәге ҡойманы аша һикереп сыға, өҫтөнә ауып килгән бер нисә тонна ауырлығындағы машинаны күтәрә. Аҙаҡтан, күпме тырышһа ла, кеше был ғәмәлде ҡабатлай алмай. Был беҙгә һалынған потенциалдың ниндәй миҡдарҙа булыуы хаҡындағы бәләкәй генә бер миҫал. Әммә һәр осраҡта ла яуап бер төрлө генә: беҙ дөрөҫ булмаған юлдан киткәнбеҙ. Кеҫә телефондары ла, компьютер ҙа кеше уйлана, рухи яҡтан үҫешә алмаһын, ошоларҙы һатып алһын өсөн барлыҡҡа килтерелгән. Барыбыҙға ла мәғлүм: техноген процесс киң үҫешкән XXI быуатта машиналар һаман да һауа өрөп тултырылған тәгәрмәстәр менән йөрөй. Техниканың шундай үҫешкән сағында был – абсурд. Бер ниндәй ҙә ремонт, монтаж һәм һауа тултырыу талап ителмәгән тәгәрмәстәр әллә ҡасан уйлап сығарылған. Әммә һауа тултырмалы тәгәрмәс һатып аҡса туплаған көстәр һаман да быға ҡаршы тора. Икенсенән, беҙ машиналарыбыҙға әллә ҡасан уҡ бензин урынына һыу ҡойоп йөрөй ала инек. Быға юл ҡуймайҙар. Был осраҡта нефть магнаттары көрсөккә ултырасаҡ.