Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Шакир ЯНБАЕВ

Боҙ тамуҡ

Хикәйә

Мин үҙем башҡортмон, тик күп ғүмерем үзбәктәр араһында үтте. Шуға күрә һөйләгәндә ҡайһы бер үзбәк һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәрһәм, аптырамағыҙ. Мәңге уңалмаҫ яра булып күкрәгемдә һаҡланған, төштәремә инеп яфалаған ваҡиғалар – үзбәк туғандар хаҡында. Егерме дүрт йәшемдә баҫмасылар менән һуғышта яраланып, икенсе группа инвалид булып, тороп ҡалдым мин Фирғәнәлә. Ошонда үҙебеҙҙең Уралдан яҙмыш елдәре ташлаған Ғәйшә исемле ҡыҙҙы осратып, өйләндем, бергәләп донъя көтә башланыҡ. Инвалидмын тип өйҙә ятманым, төҫлө металдар базаһында мөдир булып эшкә урынлаштым. Бер беҙҙең генә түгел, барлыҡ әҙәм балаларының күп ҡыйынлыҡтарҙы баштарынан үткәргән көнитмеше арыуланды, йәшәү көндән-көн йәмләнде. Гел генә шулай булһа икән дә бит! Юҡ шул, оят-хаяны белмәгән фашизм көтмәгәндә илебеҙгә әкиәти Дәжжәл кеүек ташланып, тормошобоҙҙо ҡыйратырға, ауыл-ҡалаларыбыҙҙы яндырырға, ҡан ҡойорға тотондо.

Һуғыш башланған ҡара көн – 1941 йылдың 22 июне бөгөнгөләй хәтеремдә: Фирғәнә ул көндө йәннәттең үҙе кеүек хозур ине. Бейек чинар ағастары күләгәһендә ҡояштың ҡыҙыуы һүрәүләнә, ярыҡтарҙан сылтырап аҡҡан һыу еләҫлеге, төрлө сәскәләрҙең хуш еҫтәре йәнде-тәнде иркәләй. Ә баҙар һуң, баҙар ниндәй! Ожмах емештәрен татығың килһә, Фирғәнә баҙарына ғына кил ине бит... Үзбәк иленән алыҫта ҡупҡан ғәрәмәт шауҡымы, һуғыштың ҡара һөрөмө шул минутында Фирғәнәгә лә килеп етте, һүнде матурлыҡ, ер-һыуҙың ҡото-бәрәкәте, аштың тәме, кешеләр йөҙөндәге нур ҡасты. Һәр өйҙә йөрәкте өҙгөс илау-һыҡтау, военкоматтар тирәһе туҙҙырылған ҡырмыҫҡа иләүенә оҡшап ҡалды. Яуға китеүсе ир-егеттәр, уларҙы оҙатыусылар ҡайнаша. Тимер юл станцияһында көтөп торған эшелондарға оҙатыу – мәңгелеккә айырылышыу минуттары таш бәғерле әҙәмдәрҙе лә тетрәтерлек ине.

Һуғыш башланғандың тәүге көндәрендә үк ике ҡустым, ике кейәүем китте яуға, бер нисә ғаиләгә ир затынан үҙем генә тороп ҡалдым, шулай итеп, бөтә туғандарҙы үҙ ҡанатым аҫтына алыу, хазинамды барыһы менән бүлешеү, һәр ҡайһыһы хаҡында хәстәрлек күреү минең өҫтөмә төштө. Дошман баҫып алған яҡтарҙан, Мәскәү, Ленинград ҡалаларынан күсеп килеүселәргә лә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк ине, беҙгә лә бер бүлмәгә генә ҡыҫылып, ике ғаиләне фатирға индерергә тура килде. Бөтәбеҙҙең дә башында – бер ҡайғы, күңелдәрҙе уртаҡ хәүеф кимерә. Ҡала халҡы иртән тора ла, ҡыуаныслы хәбәр ишетмәмме, тип үҙәк майҙандағы репродуктор тирәһенә йыйыла. Әҙ генә булһа ла күңелде тынысландырырлыҡ хәбәр ишетмәмме, тип ашҡынып килгән кешеләрҙе көндән-көн ҡурҡынысыраҡ хәбәр ҡаршылай: беҙҙең ғәскәрҙәр сигенә, ауыл-ҡалаларыбыҙҙы ҡалдыра. Дошман Мәскәүгә тиклем килеп етте, Ленинградты уратып алды, тарихта күрелмәгән ҡан ҡойош Волга ярында Сталинград урамдарында бара. Ошо саҡта беҙҙең ҡалаға Донбасс яғынан Никитовский руднигы күсеп килгәйне. Яңы урында рудниктың ҡорамалдарын ултыртыу, эшләтеп ебәреү, рудник менән бергә килгән белгестәрҙе фатир табып урынлаштырыу беҙҙең металлобаза өҫтөнә төштө. Фронтҡа йәһәтерәк ярҙам итеү теләге арыу-талыуҙарҙы оноттора ине. Бер нисә тәүлек буйы өйгә ҡайтмай, йоҡоһоҙ-ялһыҙ эшләгән саҡтар ҙа әҙ булманы. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булыуым сәбәпле, военкоматта иҫәптә тормай инем, шунлыҡтан, яу ваҡытында ошондалыр инде минең урыным, тип фронтҡа мөмкин тиклем күберәк ярҙам итеү уйы менән йән-тән аямай эшләп йөрөй инем. Көтмәгәндә миңә военкоматтан повестка килтереп бирҙеләр. Ҡармаҡҡа эләккән балыҡ һымаҡ нисек кенә тыпырсынһаң да, һуғыш ырғағынан ысҡына алмайһың икән. Базала мәсъүл булыуымды, (йәғни материаль яуаплы эш башҡарыуымды) әйтеп ҡараһам да тыңлаусы булманы. Асҡыстарыңды, документтарыңды бухгалтерияға тапшыр, улар үҙҙәре һинән башҡа ла туғрылыҡларҙар, тинеләр. Военкоматтан сығыу менән туп-тура баҙарға барып, иртәгә үк хеҙмәт армияһына оҙатылыуымды әйттем, бергә эшләгән иптәштәремдең һәммәһе менән хушлаштым. Хеҙмәткә алынғанымды, иртәгә шалонға тейәп, себер яғына оҙатасаҡтарын өйөмә ҡайтып әйткәс, көтөлмәгән хәбәрҙән Ғәйшәм албырғап ҡалды, ҡара күҙҙәре мөлдөрәп йәшкә тулды. Уның шулай тауыш-тынһыҙ һулҡылдап илағанын күреү минең өсөн дә еңел түгел ине, яҙғы ташҡын һымаҡ быуаларҙы йырып атылырға торған күҙ йәштәремде көскә тыйып ҡалдым.

– Йә, илама, бер беҙҙең өҫкә төшкән ҡайғы түгел, сабыр итәйек, – тип йыуатҡас ҡына, Ғәйшәмдең күңеле бер аҙ тыныслана төшөп, юл хәстәрен әҙерләй башлауға тотона алды. «Һалҡын яҡҡа бараһығыҙ, юлығыҙ бик алыҫ, йылыраҡ кейенергә, аҙыҡты мөмкин тиклем күберәк алырға тырышығыҙ», – тип военкоматта әйткәйнеләр. Ҡапыл ғына ҡайҙан йылы кейем табып өлгөрәһең, мамыҡтан һырыған бер көпө бар ине, шуны төйнәгән булып, хазинала бар ризыҡты тоҡҡа тултырып, ауыҙын бәйләп, йоҡларға яттыҡ. Минең армияға китеүемде балаларға әйтмәҫкә булдыҡ. Иртәгәһенә мәктәпкә йыйынған ике ҡыҙыма: «Мин командировкаға барып ҡайтам. Яҡшы уҡығыҙ, әсәйегеҙҙең һүҙенән сыҡмағыҙ, кәрәк ерҙә әсәйегеҙгә ярҙам итегеҙ», – тигән һүҙҙәр менән,  үбеп, оҙаттым. Ҡалған икеһе, минең алыҫ сәфәргә сығыуымды һиҙептерме, муйыныма килеп аҫылдылар. Уларҙың да маңлайынан алмаш-тилмәш үбеп, сабыйҙарҙы нисек тип йыуатырға ла белмәй, көскә айырылдым. Күңелем йомшарһа ла, күҙ йәшемде күрһәтмәҫкә тырышып, йәһәтерәк өйҙән сығып китеү яғын ҡараным. Ғәйшәм менән икәү юл хәрәзен йөкмәп военкоматҡа килеп етеүгә, уның эсе-тышы халыҡ менән шығырым тулы ине. Һораша-һораша үҙемдең команданы табып, бергә китәсәк иптәштәремә аралаштым. Оҙаҡ та үтмәне, минең фамилиямды ҡысҡырып, военкомға саҡырҙылар. Арҡамдағы ризығымды иптәштәр янында ҡалдырып, военком алдына индем. Ул мине Красноярский крайынан һалдаттар алырға килгән хәрби командир менән таныштырҙы. Фамилияһы әле лә иҫемдә һаҡлана – Новоженов, урта йәштәрҙә, бик мөләйем кеше. Ул дүрт йөҙ егерме кешене военкоматта үҙенә оформить итеп алған икән. Ул ҡалдырған адрес буйынса үҙебеҙ барырға тейеш булабыҙ. Военком мине отряд командиры итеп тәғәйенләне, юлда кәрәкле документтарҙы ҡулыма тапшырҙы. Исемлек буйынса дүрт йөҙ егерме кешенән торған отрядты стройға теҙеп, алып киттем тимер юл станцияһына.

Күҙгә күренмәгән ниндәйҙер дәһшәтле көс беҙҙең ихтыярҙы үҙенә тотош буйһондороп, бер генә аҙым да ситкә тайпылырға йәки әҙгә генә туҡтап торорға ирек бирмәй, билдәһеҙлеккә, беҙ күрмәгән-белмәгән яҡтарға әйҙәне. Йәнәшәбеҙҙән оҙатыусылар илай-һыҡтай һуңғы хушлашыу һүҙҙәрен, изге теләктәрен, быға тиклем һис ҡуҙғатмай йөрәк түрендә һаҡлаған һөйөү тойғоларын әйтеп ҡалырға ҡорт күсе һымаҡ геүләп эркелә. Бөгөнгә тиклем ҡыйыҡ аҫтында кәңгер-көңгөр донъя көткән был әҙәм балаларын һуғыш зил-зиләһе ҡайҙарға илтеп ташларҙы, алда ниндәй ауырлыҡтар күрәсәкте, ниндәй ғазаптар кисерәсәкте бер кем белмәй. Ғаиләһе менән бергә һуңғы сынаяҡ сәй эселгән, арҡаларындағы тоҡҡа тултырып алған өй ризығы күпмегә генә етер, шуны ашап бөтһәләр, тыуған төйәктә ашарға яҙған ашы-әүкәте лә өҙөлә. Ҡайҙа, кем туйҙырыр, бер сүмес кәбеҫтә һыуы өсөн кем күҙҙәренә ҡарап тилмерер был кешеләр?..

Мин, Уралда тыуып-үҫкән кеше, ҡыштың ни икәнен беләм, үзбәк иленең йылы ҡояшы аҫтында үҫкән, әле бик еңелсә генә кейенгән юлдаштарымды себерҙә зәһәр һыуыҡ көткәнен күҙ алдына баҫтыра ала инем. Үҙ ҡайғым көслө булғандыр, ул хаҡта уйламаным, Ғәйшәм менән айырылыу минуттары яҡынлашҡанды һиҙеп йөрәгем туланы, күҙемде үҙ ихтыярымдан тыш эркелгән йәш томаланы.

Эргәмдән атлаған Ғәйшәмдең дә сөм-ҡара күҙҙәрендә йәш мөлдөрәй, керпектәрен ҡаҡҡан һайын ҡояшҡа ялтырап эре тамсылар һығылып сыға ла ике бите өҫтөнән тәгәрәй. Исмаһам, ҡысҡырып илаһасы, күкрәгендәге аһ-зары тышҡа сығыр ине. Уны йыуатыр берҙән-бер һүҙем шул: «Һуғыш тамуғына – ут эсенә барып инергә түгел бит, себер яғына эшкә ебәрәләр, иҫән булһаҡ, йөрөр ҙә ҡайтырбыҙ», – тигән булам, дөм-ҡараңғы төндө яҡтырта алмаған алыҫтағы йондоҙ-өмөт осҡоно менән әүрәтергә тырышам. Бүтән әмәлем юҡ, яҙмышты үҙгәртер сарам да юҡ – айырылабыҙ, бер-беребеҙҙе һағыныр, ҡайнар йәштәр түгер, хаттар көтөр, яңынан күрешеү сәғәтен көндәр, айҙар, йылдар һанап көтөр өсөн айырылабыҙ...

Оҙаҡ көттөрмәне, һуҡты ул сәғәт. Станцияла үҙемдең отрядтағыларҙы исемлек буйынса барлап, вагондарға ултырта башлауға ҡайҙалыр ғәйрәт йыйып көтөп торған дәү паровоз килеп сығып, составты эләктереп тә алды. Әйтер һүҙҙәр әйтеп бөтөлмәне, ҡарап танһыҡтар ҡанманы, ҡуҙғалды паровоз, рәхимһеҙ көс менән тартып, ҡәҙерле кешеләремдән айырып алып китте. Ил йылыһы, өй йылыһы, күңел йылыһы – һәммәһе тороп ҡалды, үҙем менән Ғәйшәмдең айырылышыу ғазабы кисергән йәшле ҡарашын ғына алып киттем.

Урта Азиянан Себергә тиклем юл оҙон. Һанһыҙ-хисапһыҙ һымаҡ тойола башлаған вокзал-станцияларҙы үттек, ҡом далалары, тауҙар, эреле-ваҡлы йылғалар артта ҡалды, ә беҙ һаман барабыҙ, поезд инде ҡар ҡаплаған, бурандар ҡоторған, бығаса күптәрҙең төшөнә лә инмәгән һалҡын, ҡырыҫ, ят ерҙәрҙән елдерә. Был тиклем һыуыҡ күреп өйрәнмәгән юлдаштарымдың күңелен күтәрмәк булып: «Һуғыш тамуғына илтеп тыҡмайҙар бит беҙҙе, эшкә алып баралар, йылы кейем дә бирерҙәр, һыуыҡҡа нисек тә түҙербеҙ», – тип, Ғәйшәмде йыуатҡан һүҙемде ҡабатлайым, үҙемде ирәбе тоторға тырышам.

Нисәмә көндәр әҙ-әҙгә генә туҡтап килә торғас, бер ҙур вокзал ҡаршыһына килеп туҡтаныҡ. Ни өсөн икәнен әйтмәй, төшөргә тигән команда булды. Барыр еребеҙгә килеп еттек микән әллә, тип юрауыбыҙ бушҡа сыҡты, әле саҡ Новосибирскиға ғына еткәнбеҙ икән. Вагондарҙан төшөп, строй менән вокзалға индек тә, бер мөйөштә команданы туплап, артабан ни эшләргә, ҡайҙа барырға әмер көттөк. Мунса инергә туҡтатҡандар икән, йылынып та өлгөрмәҫтән, стройға теҙеп, мунсаға алып киттеләр. Барған еребеҙҙең исеме генә мунса, берәр тас һыуҙа йыуынып ҡойондоҡ та, тимер мискәлә ҡайнар быу менән бешекләгән өҫ кейемдәребеҙҙе кейеп, йәнә строй менән вокзалға ҡайтып индек. Таш иҙәндә төн үткәреп, иртәгәһенә таң менән йәнә эшелондарға тейәлдек, йәнә вокзал-станцияларҙы һанай-һанай, сиге булмаҫтай тойола башлаған сәфәребеҙҙе дауам иттек. Беҙҙең отрядта минән башҡа ике татар, дүрт еврей, ун ике рус, ҡалғандары – күбеһе ҡышлаҡтарҙан килгән үзбәктәр. Оло Фирғәнә каналын ҡаҙыуҙа ҡатнашып, орден, миҙал алғандар байтаҡ. Мамыҡ үҫтереүҙә дан алғандар ҙа бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, үзбәк иленең терәге булған егәрле ир-ат йыйылған. Улар араһынан һүҙ тыңлатырлыҡ бер нисә кешене үҙемә ярҙамсы итеп алғайным. Шулар арҡаһында ыҙғыш-талаш, тәртип боҙоуҙар булманы. Тәғәйен станцияларҙа төшөп алған сухой паекты хәрәмләшмәй, ғәҙел бүлеп биреү ҙә татыулыҡты нығытҡандыр.

Ниһайәт, күҙ терәп килгән Красноярскийҙы ла үтеп киттек. Злобинск тигән станциянан һуң, Базосково тигән разъезда оҙаҡҡа туҡтаныҡ, буғай. Һеҙҙе йәһәннәм сигенә килтереп еткерҙем, ғәфү итегеҙ, тигәндәй, уфылдап, эшелонды ысҡындырҙы ла ҡайҙалыр китте паровоз.

Ел ыжғырыуын, меңәр километр сабып арыған, ҡаҡшаған вагондарҙың ыңғырашып ҡуйыуын иҫәпләмәгәндә, беҙҙе шомло тынлыҡ солғап алды. «Вагондарҙан төшөргә! Сафҡа теҙелергә!» Команда ла күңелдергә хәүеф һалып, етмәһә, төн уртаһында, үтә лә сәйер, мәғәнәһеҙ һымаҡ яңғыраны. Декабрь төнөнөң иң ҡараңғы сәғәте ине. Бөрөшөп кенә йоҡоға талған кешеләр, теләр-теләмәҫ кенә күҙҙәрен асты, һуҡрана-һуҡрана ҡуҙғала башланылар. Беҙ эшләйәсәк төҙөлөштән вәкил ҡаршы алырға килеп торған. Ул, кирелеп-яҙылырға ла форсат бирмәй, хеҙмәт әрмийстарын стройға теҙеп, исемлек буйынса барлап сығырға ашыҡтырҙы. Һибелмәй-сәселмәй теүәл килеп еткәнбеҙ.

Тирә-яҡта күҙгә төртһәң, бер ни күренмәҫ ҡараңғы, тышта себер һыуығы үҙенең ҡарлы бурандарын ыжғырта-һыҙғырта, юлда оҙаҡ килеп биҙҙергән вагонға кире инеп һыйынырға бик-бик теләһәк тә, хәҙер беҙ ошо остоҡ ҡына рәхәттән дә мәхрүм ҡалғайныҡ. Ҡаршылаған вәкилде алға ҡуйып, уның артынан эйәрергә, тәрән ҡарҙа бата-сума атларға мәжбүр инек. Төндөң ҡараңғылығы, сатлама һыуыҡ, осороп алып китерҙәй булып ыжғырып-һыҙғырған көслө ел йылы яҡта тыуып үҫкән әҙәм балаларына үлем ғазабы булып күренгәндер. Инде артабан аҙым атларға тәҡәт ҡалманы, тигәндә, алда тоноҡ ҡына ут ишараһы күренде. Ҡот осҡос бурандан  ышыҡ вәғәҙә иткән ошо яҡтылыҡ артабан атларға илаһи көс биргәндәй булды. Күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап бара торғас, ут яҡтыһында ҙур-ҙур барактар күренде. Беҙҙең килерҙе көтөп торғандарҙыр, ике барактың тәҙрәләрендә тоноҡ ҡына ут баҙлай ине. Ишекте асыу менән тәҡәтһеҙ өшөгән кешеләр команданы ла көтмәй, ҡыйыҡ аҫтына инә һалырға ашыҡты. Ожмахҡа килеп индекме ни! Барак эсе йылы, яҡты, бер нисә урынға ҡуйылған тимер мейестә сытырлап ут яна. Буйҙан-буйға ике ҡатлы оҙон сәкегә таҡта түшәлгән. Түшәкһеҙ-ниһеҙ ҡаҡ таҡта тип ҡайҙа инде ҡуҫтарланып тороу – беҙҙең халыҡ һәр береһе үҙенә иптәш табып, ҡайһыһы өҫкө, ҡайһыһы аҫҡы ҡатҡа төйәкләнә. Бер нисә урында ҙур бактарға һыу тултырып ҡуйылған икән, кешеләрҙең бер ҡатары үҙҙәренең ҡалай сәйгүндәрендә сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. Ҡапсыҡтарҙағы ризыҡты уртаға ҡуйып, төркөм-төркөм сәй эсеү фасонын килтереп, сәй ҙә эсә башланылар.

Ҡайнар сәйҙән хушланып, инде йоҡлау яғын ҡараныҡ. Ҡаҡ сәкегә барлы-юҡлы кейемдәребеҙҙе йәйеп, арҡаға аҫып килгән ҡапсыҡтарыбыҙҙы баш аҫтына ҡуйып, үлек кеүек йоҡлағанбыҙ. Йоҡо түшәк һайламай тигәндәре шулдыр инде. Икенсе көндө иртүк тороп, йыуынғандан һуң, әлеге ҡалай сәйнүктәргә йәбештеләр. Сиратлап, сәй урынына ҡайнар һыу эсеп хушландыҡ. Ул арала оҙаҡ та үтмәне, үҙҙәре менән таныштырыр өсөн хужалар килеп етте. Улар берәм-берәм беҙҙең алға сығып, бында ниндәй эш башҡарыр өсөн килгәнебеҙҙе аңлатты. Ҡыҫҡаһы, фронт яғынан күсерелгән заводтарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк ошонда ҡороп ултыртырға тейеш булабыҙ. Кем дә кем ихласлығын һалмай, ырыя ғына эшләй, бүтәндәргә һалыша йәки ҡасып китергә уйлай – ундайҙарға аяу булмаясаҡ, тип алдан иҫкәртеп ҡуйҙылар. Өйҙән кейеп килгән еңел-елпе, сыбар кейемдә бик меҫкен, йәлләүес күренгәнбеҙҙерме, ашханаға алып барыуҙан алда, кейендерергә алып киттеләр. Һәр беребеҙгә телогрейка, йылы салбар, кейеҙ итек, ҡолаҡсын бүрек һәм ҡулҡап та бирҙеләр. Шул кейемдәрҙе кейеп, ашханала һигеҙ йөҙ грамм көнлөк икмәкте кәбеҫтә һурпаһына ҡушып ашап алғас, күңелдәр күтәрелгәндәй булды. Фирғәнәгә килеп, беҙҙе ошо төҙөлөшкә тәғәйен иткән таныш Новоженов бындағы хужаларҙың береһе икән, төшкө аштан һуң ул тағы беҙҙең янға килде. Әйтер һүҙе бөтмәгән икән.

– Һеҙҙең данығыҙ бөтөн Союзға мәғлүм, 1939 йылда һеҙ большой ферганский каналды ослап сыҡҡан кешеләр. Шуның өсөн беҙ һеҙҙе бында канал ҡаҙыу эшенә ҡуябыҙ. Төҙөләсәк заводҡа иң тәүҙә электростанция кәрәк. Станцияға кәрәкле һыуҙы Енисей даръяһынан алыу ҡаралған. Иртәгәнән шул каналды ҡаҙа башларға кәрәк булыр, – тине Новоженов.

Иртәгәһенә иртүк, күрһәтелгән сәғәттән бер минутҡа ла һуңламай-һуҙылышмай, эшкә сығырға указание бирелде. Ошоға тиклем әҙ генә булһа ла үҙ форсатыбыҙ менән ятҡан-торған кешеләргә бынан түбән команда буйынса ғына йәшәргә ҡалғанды, үҙ ихтыярыбыҙҙы бөтөнләйгә юғалтҡаныбыҙҙы тойоп йоҡларға яттыҡ.

Таң менән «подъем» ҡысҡырыуға һәммәбеҙ ҙә тиҙ генә тороп, ҡул-биттәрҙе йыуып, өйрәнмәгән яңы кейемдәребеҙҙе кейеп, ашханаға барҙыҡ. Һигеҙ йөҙ грамм икмәкте лә алдыҡ, кәбеҫтә һыуын да эстек, ашхананан сығып, эшкә барыр өсөн сафҡа ла теҙелдек. Шунда минең отрядтағы дүрт еврейҙың кинәт кенә юғалыуы мәғлүм булды. Аҙаҡтан һорашып белдек: бындағы төҙөлөш хужалары үҙҙәренең милләттәштәрен башҡа эшкә алғандар икән, Фирғәнә каналын ҡаҙыуҙа эш тәжрибәләре юҡ, көрәк-кәйлә тота белмәҫтәр, тип уйлағандарҙыр...

Төҙөлөш майҙанына сафҡа теҙелеп китеп барышлай, бер урында туҡталып, ҡулыбыҙға кәйлә, зубило, кувалда, тимер көрәктәр алып, канал ҡаҙа торған урынға килеп еттек. Буласаҡ канал урынына күрһәткән билдәләр буйынса ҡулыбыҙҙағы ҡоралдар менән тотондоҡ ҡаҙырға. Көндөң зәңгеткес  һыуыҡлығынан ер метр ярымдан да тәрәнерәк суйын кеүек ҡатҡан ине. Беҙҙең лом, кәйләләрҙең көсө етерлек түгел. Күпме тырышһаҡ та, уймаҡтай ҙа соҡор ҡаҙа алманыҡ, тәүге эш көнөбөҙ шулай аҙапланып ҡына үтте. Уның ҡарауы, байтаҡтар битен-танауын туңдырҙы. Ҡырҡ градусҡа еткән себер һалҡыны кешене иркәләтмәй шул. «Һуғышта окоп-траншеяларҙы һалдат пулялар, снарядтар ямғыры аҫтында ҡаҙа, бында һеҙҙе үлем һағалап тормай, ҡыуанып эшләгеҙ!» – тип төҙөлөш етәкселәре йөпәйтләһәләр ҙә, фәрештә ҡанаты елпеүенән дә бигерәк, рәхимһеҙ үлемдең йәнде-тәнде өшөткән һулышы бында тәүге аҙымдарҙан уҡ беҙҙе эҙәрлекләй башланы...

Йән биргәнгә, йүн биргән, тигәндәй, маҡсатына ирешер өсөн әҙәм балаһы әмәл эҙләп таба икән. Тайганан йыуан-йыуан ҡоро ағастарҙы машиналарҙа килтереп, буласаҡ канал буйлатып һуҙып сығабыҙ ҙа, солярка һибеп яндырабыҙ. Тәүге көндәрҙә утҡа һырлығып, өҫтөндәге кейемен, кейеҙ итеген яндырыусылар ҙа булды. Өтөп алып барған һыуыҡтан ҡасам тип утҡа ла барып инеп булмай шул... Йәндәрен һаҡлар өсөн түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ менән көйҙөргөс ут уртаһында тыпырсынған, унда-бында берлеккән меҫкендәрҙе ниндәй гонаһтары өсөн яҙмыш ошонда әйҙәп килтереп, тереләй гүр ғазабы менән язалай икән. Таш менән кимерергә тура килгәндә лә, канау ҡаҙылырға тейеш. Әгәр ошо бурысты башҡарып сыҡмайһың икән, һин – халыҡ дошманы. Ни тиклем көстө аямай тырышһаҡ та, эшебеҙ алға китмәне. Йомран тишегендәй генә ҡаҙылған соҡорға шартлатҡыс тултырып аттыра башлағас ҡына – туң ер биреште. Һуғыш түгел, ә иртәнән кискә тиклем шартлау гөрһөлдәй, туң ер ҡара ҡойон булып теткеләнеп һауаға күтәрелде лә, ҡурғаш йомролары һымаҡ туптырлап, киренән туң ергә ауа. Бында һуғыш түгел, шулай ҙа кешеләр үлә башланы. Өйҙән алып сыҡҡан күпмегә генә етә инде ул, бөтәбеҙҙең дә ҡапсыҡтар бушаны, ашхана ашына ғына күҙ терәп ҡалдыҡ. Барлыҡ ашаған-эскән ризығыбыҙ – иртән кәбеҫтә һыуы, әйләнә лә кәбеҫтә һыуы, кисен дә шул уҡ кәбеҫтә һыуы. Балыҡ тәңкәһендәй ҙә май әҫәре юҡ. Биргән һигеҙ йөҙ грамм икмәген ҡулыңа алып һыҡһаң һыуы аға, үҙе ҡара, үҙе әсе, икмәк тиһәң, икмәк түгел, нимә булғандыр. Һин уны ашаһаң, ул һинең йөрәгеңде ашай торған бер нәмәнән ғибәрәт ине.