Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәйтүнә Шәрипова

Азат тормош хаҡына

Ибраһим Ҡыпсаҡ – башҡорт йәштәренең, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәген ҡайғыртҡан, йәнен-тәнен аямай көс түккән арҙаҡлы азаматтарыбыҙҙың береһе. Үткән быуаттың 20-се йылдарында  ҙур әҙип булараҡ танылып, исем-шәрифтәре башҡорт әҙәбиәте тарихында аталып йөрөһә лә,  уның яҙыусылығын күрһәткән бер генә әҙәби яҙмаһы ла тиҫтә йылдар буйы баҫылғаны булманы. Бының сәбәптәре хәҙер бер кемгә лә сер түгел. Утыҙынсы йылдар башҡорт интеллигенцияһының иң сағыу бер вәкиле һәм һәләтле дәүләт эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ, уның ғүмере лә сәйәси репрессия машинаһы тарафынан юҡҡа сығарыла. Ниндәйҙер аңғармаҫтан ебәрелгән хатаға йәки уҫал ниәт менән ҡылынған яуызлыҡҡа бәйле түгел ул. Башҡорт автономияһын рәсми танытып, милли республика төҙөүгә йәне-тәне менән бирелеп көс түккән, совет иленең сәскә атыуы өсөн барлыҡ тырышлыҡтарын һалған Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Вәлиулла Мортазин, Ғөбәй Дәүләтшин, Төхвәт Йәнәби, Булат Ишемғол, Имай Насыри һәм бик күптәргә тағылған кеүек, уға ла “Совет власының дошманы, контрреволюцион ойошма ағзаһы” тигән үлемесле сәйәси мөһөр баҫыла. “Ни өсөн, кем, ҡайһылай, нисек” тигән һорауҙарға хәҙерге тикшеренеүселәр хеҙмәттәрендә оҙон-оҙаҡ яуаптар яҙылған. Ҡыҫҡартып әйтһәк, уларҙың барыһы ла илдең дөйөм ижтимағи-сәйәси ҡоролошона, партия-дәүләт сәйәсәтенә бәйле. Милли азатлыҡ, башҡорт халҡы бәхете хаҡына йәндәрен фиҙа ҡылған үрҙә һаналған аҫыл заттарыбыҙҙың бар “ғәйебе” – З. Вәлиди етәкләгән Башҡорт хөкүмәте эшендә лә, Совет власы ойошторған хөкүмәт эшендә лә үҙәрен аямай хеҙмәт итеү. Ул осорҙоң ҡот осҡос атмосфераһы күҙ алдына баҫыу менән “хәҙер һәм киләсәктә бер ҡасан да шулар ҡабатлана күрмәһен” тип ҡат-ҡат теләге килә. 

Сәйәси золом ҡорбандарының береһе Ғабдулла Ибраһимов хаҡында мәғлүмәттәр “Башҡорт энциклопедияһы”, айырым публицистик мәҡәләләр аша киң ҡатлам уҡыусыға билдәле була бара. Әйткәндәй, уның яҡты шәхесе, З. Биишеваның хәтирәләрендә теркәлеүенсә, халыҡ яҙыусыһының “Яҡтыға” трилогияһында комиссар Ғимранов образында яратып мәңгеләштерелгән, ә Фәрит Иҫәнғоловтың “Артылыш” романында ғәскәри башлыҡтарҙың береһенең прототибы итеп алынған.

***

Ғабдулла1 Ғәлләм улы Ибраһимов (Ибраһим Ҡыпсаҡ) 1895 йылда элекке Ырымбур губернаһының (хәҙерге Күгәрсен районы) Сапыҡ ауылында мулла ғаиләһендә донъяға килә. Уның атаһы Ғәлләм хәҙрәт заманаһы өсөн алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы зат була. Тирә-яҡҡа даны таралған уның мәшһүр мәҙрәсәһендә дөйөм ятаҡ, ҡунаҡ йорттары булған.  Үҙе тағы ла бер нисә хәлфә төрлө тарафтарҙан йыйылған шәкерттәргә дин өйрәтеүҙән тыш, күпмелер дәрәжәлә донъяуи белем дә бирергә тырышҡан. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева (Ғәлләм Ибраһимовтың Фәғирә исемле бер туған һеңлеһенең ҡыҙы) үҙенең “Хәтер сатҡылары” исемле иҫтәлектәрендә уның хаҡында түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдырған:

“…1912 йылда минең атайым Абдулла Биишевты, политик ғәйепләп, егерме дүрт сәғәт эсендә Бөрйән-Ҡыпсаҡ волосынан ҡыуып ебәргәс, Ғабдулла Ибраһимовтың атаһы, революцияға хәтле   2-се Ҡара-Ҡыпсаҡ волосы Сапыҡ ауылындағы хәҙрәт, атайыма үҙ мәхәлләһенә ингән Исем ауылында йәшәргә рөхсәт итә. Тимәк, беҙҙең ғаиләне үлемдән ҡотҡара. Совет власы тәү урынлашҡан йылда уҡ, мәҙрәсәһен, бөтә донъяһын Совет власына тапшыра ла Коммунистар партияһына инә. Ябай совет кешеһе булып, ғүмеренең ахырына хәтле шул юлға тоғро булып йәшәй...“

Ғабдулла башланғыс белемде үҙ ауылында алғас, Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә, бер юлы Уҡытыусылар әҙерләү курсын да тамамлай. 1914 – 1916 йылдарҙа Ҡарғалы мәктәбендә, Һәйетҡолдағы рус-башҡорт училищеһында уҡытыусы булып эшләй, батша армияһына хеҙмәткә алына. Империалистик һуғыш яландарынан ҡайтҡас, 1917 йылдың көҙөнән бер йыл самаһы Башҡорт шураһының фарманы менән Ҡыпсаҡ кантонының мәғариф бүлеген етәкләй, уҡытыусыларҙы туплау, уҡыу әсбаптарын хәстәрләүгә тотона. Граждандар һуғышы башланып китеү менән 1918 йылдың аҙағында хәрби хеҙмәткә саҡырыла, яңы ойошҡан Башҡорт ғәскәрендә типография-нәшриәт эштәре йөкмәтелә: сәйәси-агитацион мөрәжәғәттәр, аңлатмалар, листовкалар әҙерләп баҫтыра, һалдаттарҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙең әһәмиәтен аңлап, уларҙың рухын үҫтерерлек әҙәби текстар ҙа өҫтәп ебәрә. Башҡорт хөкүмәте 1919 йылдың март айында Совет власы менән Башҡортостан автономияһын булдырыу хаҡында Килешеү төҙөгәндән һуң Ғ. Ибраһимов Башҡортостан хәрби комиссариатына күсерелә.

1919 йылдың йәйендә Ғ. Ибраһимов Мәскәүгә Свердлов исемендәге университетҡа уҡырға ебәрелә, әммә Петроград тирәһендә һуғыш хәрәкәтенең көсәйеүе арҡаһында ул тағы ла хәрби хеҙмәткә ылыҡтырыла. 1919 йылдың сентябрендә Петроград бик хәүефле хәлдә ҡала: бер яҡтан, генерал Юденич ғәскәре һөжүм башлай, икенсенән, фин армияһы сикте боҙоп, баҫып инеү маҡсатынан көс туплауын тиҙләтә. Ошо шарттарҙа В. И. Ленин күрһәтмәһе менән Көньяҡ фронттан 10 меңгә яҡын һалдатлы Башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа күсерелә һәм октябрь аҙаҡтарына Гатчина, Ямбург, Павловск ҡалаларын, тиҫтәләгән ауылдарҙы дошмандарҙан азат итә. Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн Башҡорт ғәскәрҙәре командиры Муса Мортазин, Башҡорт бригадаһы комиссары итеп тәғәйенләнгән Ғабдулла Ибраһимов, шәхсән батырлығы өсөн Ғ. Төхфәтуллин тигән һалдат Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә башҡорт полкына 7-се армия реввоенсоветының Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла.

Юденич ғәскәрҙәрен тар-мар иткәндән аҙаҡ, Башҡорт дивизияһы Новгород эргәһендәге Муравьев казармаларына күсерелә, дивизия комиссары Ғ. Ибраһимов гарнизон начальнигы итеп тәғәйенләнә. Республиканан ситтә саҡта ла, Көндәлек ғәскәри бурыстарҙан тыш белем биреү,  тәрбиә-ағартыу йәһәтенән дә күп ойоштороу эштәренә етәкселек итә Ғ. Ибраһимов. Ситтә булһалар ҙа, ғәскәр Башҡортостандан айырылмай, барлыҡ  хәл-ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнаша. 1920 йылдың йәйендә шул уҡ казармаларҙа хеҙмәт итеүҙәрен дауам иткән башҡорт ғәскәрҙәренең армия съезы  гарнизон начальнигын Советтарҙың Беренсе Бөтә башҡорт съезына делегат итеп ебәрә. Съезд тамамланып та бөтә, ойоштороу-етәкләү эшмәкәрлегенә һәләтле, ҙур тәжрибә туплап өлгөргән  Ғабдулла Ибраһимов РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарары менән республиканың социаль тәьминәт бүлеге комиссары вазифаһына ҡуйыла. Был хеҙмәте Ғабдулла Ибраһимов өсөн  иң ауыры, иң көсөргәнешлеһе булғандыр, тип уйларға кәрәк, сөнки 1921 йылғы ҡот осҡос аслыҡ менән көрәшергә тура килә уға. Ғ. Ибраһимовтың был осорҙағы эшмәкәрлеген архив белгесе Р. Вәлишин “Башҡортостан” гәзитенең 2006 йылдың 29 мартында сыҡҡан “Күҙәүле мунсаҡ ерҙә оҙаҡ ятмаҫ” тигән мәҡәләһендә бик ентекле һүрәтләй:

“…РКП(б) Башҡортостан өлкә комитеты секретары Ш. Хоҙайбирҙин етәкселегендәге “аслыҡтан интегеүселәргә ярҙам итеү” комиссияһы рәйес урынбаҫары    Ғ. Ибраһимовҡа барлыҡ тәьминәт эштәре – аҙыҡ-түлек табыу, аҡса юллау өҫтөнә миллионлап килгән банка-консерваларҙы, игенде ғәҙел бүлеү-таратыу эштәре өйөлә… Балаларҙы аслыҡтан ҡотҡарыу өсөн махсус йорттар ойошторола, ярҙам фондтары төҙөлә. 21443 бала өсөн 240 балалар йорто асыла, 25 мең бала күрше губерналарға таратыла, 55 меңгә яҡын кеше Себергә күсерелә. Республикала йәмәғәт туҡланыуы ойошторола: 213 мең кешегә 992 ашхана тәғәйенләнә һ.б. Бер туҡтауһыҙ Мәскәүгә, күрше губерналарға социаль тәьмин комиссары сифатында продукция даулашып йөрөүҙән тыш, республикала А. Ибраһимовҡа бер нисә өҫтәлмә вазифаны – (РКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире ярҙамсыһы, республиканың Үҙәк дәүләт архивы мөдире, РСФСР-ҙың милләт эштәре комиссариаты вәкиле вазифаһын башҡарырға тура килә“.

Социаль тәьминәт эштәре күпмелер яйға һалынғас, уны 1922 йылдың көҙөндә Арғаяш кантонына башҡарма комитет рәйесе итеп ебәрәләр. Бер йылдан һуң, 1923 йылда,  уға үҙенең яратҡан төп шөғөлөнә – уҡытыусылыҡҡа кире ҡайтырға мөмкинлек тыуа: Ырымбур ҡалаһына – Каруанһарайҙа асылған Башҡорт педагогия техникумына директор итеп күсерелә. Был ваҡытта яңы ойошҡан Ҡырғыҙ республикаһының баш ҡалаһы ваҡытлыса Ырымбурҙа урынлашҡан була, уларҙың хөкүмәте составына Ғ. Ибраһимов Башҡортостан республикаһының вәкиле булараҡ индерелә, бер үк ваҡытта Ырымбур губерна комитетында, ВКП(б) ҡала комитеттарына ла ағза итеп һайлана. Йәмәғәтселек эше үтә тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул техникумда уҡытыу-тәрбиәләү эшен даими һәм яратып алып бара.

Уның директор ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә уҡытыусы, остаз-кәңәшсе булғанлығын ошо осорҙа белем алған бик күп танылған шәхестәр ололап иҫкә ала. Зәйнәб Биишева үҙенең “Хәтер сатҡылары”нда уға хатта “белемле, хәстәрлекле атай” тип баһа бирә: “…Мин уҡырға килеп ингән йылдарҙа Ғабдулла Ибраһимов (Ибраһим-Ҡыпсаҡ тигән псевдоним менән бер нисә китап сығарып өлгөргән яҙыусы) директор ине. Тап бына ул эшләгән заманда студенттар үҙебеҙҙең тормошто “социализм” тип атап йөрөттөләр. Сөнки ашханала тәмле аш, өҫтәлдә аҡ ҡалас – күпме теләйһең, шул хәтле аша ғына. Аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәгенә үтеп килгән балаларға бынан да яҡшы ниндәй тормош өмөт итергә мөмкин?! Ысынлап та, беҙҙең өсөн был тормош социализм ине. Туйғансы ашаталар, кейендерәләр, уҡыталар… Ҡасан, ҡайҙа бындай тормош булған әле беҙҙең халыҡҡа?!..

Ғабдулла Ибраһимов  кешелекле, оҫта ҡуллы директор ғына түгел, студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы ла, әҙәбиәт белгесе лә, яҙыусы ла ине ул; һәр яҙ уҡыуҙы бөтөрөп сығыусыларҙы Мәскәүгә, Ленинградҡа, Кронштадҡа экскурсияға үҙе алып барып, тарихи урындарҙы, Пугачев ғәскәренең Ырымбурҙы ҡамап ятҡан урындарҙы күрһәтеп йөрөр ине, ләкин уны тиҙҙән Өфөнән алдырҙылар…”

Ошолай илһамланып эшләп йөрөгән талантлы педагогты, уның ойоштороу һәләтен һәм ҙур тәжрибәһен күҙ уңында тотоп, тағы ла Өфөгә күсерәләр. 1926 йылда һөнәри Кооперативтар союзы һәм уға ингән берекмәләрҙең эшен юлға һалыу өсөн   Ғ. Ибраһимов идара рәйесе итеп һайлана. 1930 йылда “Башстрой” дәүләт төҙөлөш ойошмаһына рәйес урынбаҫары итеп күсерелә, халыҡ хужалығының эре объекттарын төҙөү эштәре әүҙемләшкән осорҙа була был. 1931 йылда ВКП(б) ҮК-ты ҡарары менән Өфөлә моторҙар заводын ҡороу башланғас, Ғ. Ибраһимовтың ойоштороу тәжрибәһе тағы ла иҫәпкә алына һәм ул заводтың административ-хужалыҡ бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә. Педагогик эшмәкәрлектән ситләшеп, сәнәғәт өлкәһенә ылығыуының эске сәбәптәре лә булғандыр, тип уйларға кәрәк. Быны уның һеңлеһе Зәкиә Ибраһимова ла раҫлай. Уның хәтирәһен билдәле журналист Рәүеф Насиров яҙып алған һәм “Уҙамандарҙы эҙләйем” (Өфө, 1997) китабында баҫтырып сығарған:

“Ағайым Башҡортостандың мәҙәниәтен үҫтереү тураһында хыялланды, мин уны сәскә атыусы республика итәсәкмен, ти ҙә йөрөй торғайны, – тип иҫләй Зәкиә апай. – Һәм уның “сәскә атыуын” ни өсөндөр архитектура менән бәйләне. Беҙгә архитекторҙар кәрәк, үҙем тырышып ҡарайым әле, тине ул. Был хаҡта аҙ уйламаған, күрәһең, сөнки тиҙҙән, Өфөлә Халыҡ Мәғарифы министерствоһында эшләп йөрөгән еренән, тотто ла, Промышленность академияһында уҡыйым тип, Мәскәүгә сығып китте. Тик керә алманы, промышленноста эшләп алыу кәрәк икән. Уны Белоретҡа завод директоры урынбаҫары итеп ебәрҙеләр. 1933 – 1934 йылдарҙа ағайым шунда эшләне.

Шунан һуң, мине кейәүгә биреп, тормошомдо яйға һалырға ярҙамлашты ла (ул күп туғандарына ярҙам күрһәтте), фатирын минең ҡарамаҡҡа ҡалдырып, ғаиләһен эйәртеп, тағы Мәскәүгә юлланды…”

* * *

Үҙе хыялланып, теләп барған Бөтә Союз Сәнәғәт академияһын тамамлап, күңеле тартҡан һөнәре буйынса туған халҡын яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары мнән ҡыуандырырға яҙмай уға. Ҡәһәрле 1937 йыл еле уның өмөттәрен селпәрәмә килтерә. 1937 йылдың 27 июлендә, “контрреволюцион баш күтәреү ойошмаһында ҡатнашыуҙа” ғәйепләнеп,  Мәскәүҙә ҡулға алына, 27 сентябрендә үлем язаһына хөкөм ителә һәм, шул уҡ көндә атылып, Мәскәүҙәге Донской ҡәберлегендә ерләнә.  Архивта һаҡланған “расстрельный” исемлегендә күрһәтелгәнсә, хатта әсирҙәрҙе язалауҙың ниндәйҙер “Сталин исемлеге” буйынса “категорияларға” бүлеп башҡарылғаны тетрәткес ғәжәпкә ҡалдыра.

СССР НКВД-һының 1937 йылдың 30 июлендә баҫылған №00447 ҡарары буйынса ниндәй енәйәттәр өсөн репрессиялау тейешле икәнлеге һаналғандан һуң, ҡулға алынған ҡорбандар ике категорияға бүленергә тейеш була. Беренсе категорияға Совет власына үтә ҡаршы “сығыш яһаусылар“ индерелеп, уларҙы “тройка“ хөкөмө нигеҙендә атыу, ә икенсе төркөмгә индерелгәндәрҙе 8 – 10 йылға төрмә-лагерҙарға ябыу ҡарала. Шул уҡ ҡарарҙа илдең барлыҡ административ берәмектәренә план төшөрөлгән. БАССР-ға – 500 кешене I категория, 1500 кешене – II категория буйынса хөкөм итеү планлаштырылған.

Ғ. Ибраһимов сәйәси ҡорбандарҙың беренсе категорияһында күрһәтелгән. 1958 йылдың 25 февралендәге ҡарар менән, ғәйепһеҙ икәнлеге асыҡланып, аҡланған.

***

Яуаплылыҡ һәм рухи көс, күп ваҡыт һәм ҡаты ихтыяр талап иткән шундай ҙур вазифаларҙа эшләүенә ҡарамаҫтан, Ғабдулла Ибраһимов әҙәби ижад менән шөғөлләнергә лә форсат тапҡан. Ибраһим Ҡыпсаҡтың әҙәби эшмәкәрлеккә әүәҫлеге шунда ла күренә: ҡайһы ғына өлкәләге эшкә тәғәйенләнмәһен, унда барғас та ваҡытлы матбуғат ойошторорға тотона, әҙәби-мәҙәни көстәрҙе барлай һәм туплай башлай. Белорет заводына килеү менән ул башҡортса “Металл өсөн” гәзитен ойоштора. Уның ике йыллыҡ уңайы менән, Афзал Таһировтың ижади эшмәкәрлегенә 25 йыл тулыуға арнап, 1934 йылда “Белорет йырҙары” исемле альманах (төҙөүсеһе – Б. Фәйзи тип күрһәтелә) баҫтыралар. Был йыйынтыҡ заводта эшләгән һәм райондың төрлө ауылдарында йәшәгән йәштәрҙең шиғырҙарынан, хикәйәләренән, айырым мәҡәләләренән төҙөлгән.

Утыҙынсы йылдарҙа, ул ваҡытта матбуғатта “Ибраһим Ҡыпсаҡ йәки Ҡараҡыпсаҡ” псевдонимдары аҫтында ваҡытлы матбуғатта йыш ҡына баҫылған яҙыусы публицист булараҡ та киң билдәлелек яулаған. Ҡайһы ғына өлкәлә эшләһә лә, Ғ. Ибраһимов шул даирәгә ҡағылышлы партия сәйәсәтен, теге йәки был партия-хөкүмәт ҡарарының конкрет йөкмәткеһен массаларға аңлатыу, эште дөрөҫ ойоштороу буйынса методик күрһәтмәләрҙе матур тел менән китап формаһында, шаҡтай күләмле итеп, әҙерләп баҫтырып өлгөргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар хәҙерге көндә төрлөһө төрлө урындарҙа һаҡлана.

Кемгәлер, бәлки, мәғлүм дә түгелдер: репрессияланған барса кешеләрҙең, айырыуса дәүләт эшмәкәрҙәренең, яҙыусыларҙың һәм башҡа танылған шәхестәрҙең айырым хеҙмәттәрен, китаптарын ғына түгел, хатта исемдәре телгә алынған гәзит-журнал һандары, китаптар, ҡулъяҙмалар шулай уҡ уларҙың үҙҙәре менән бергә “ҡулға алынған”: йә китаптар “төрмәһенә” бикләнгән йәки бөтөнләй юҡ ителгән. Бәхеткә күрә, осраҡлы ғына һаҡланып ҡалғандары ла бар. Ибраһим Ҡыпсаҡтың Башҡортостан республикаһының Китап палатаһы фондында ике хеҙмәте һаҡлана: “Ауылда совет сауҙаһы”. (Өфө, 1932), “Партия ойошмаһы массалар өсөн” (Өфө, 1932). Бер китабы, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының махсус һаҡланғысында бикле тороп, хәҙер киң ҡулланылышҡа сығарылған. Ул – С. Садыҡов тигән автор менән берлектә яҙылған “Уралда ленинсел милли сәйәсәттең уңыштары”. 110 битлек, күпмелер дәрәжәлә был аналитик хеҙмәт Свердловскиҙа 1932 йылда нәшер ителгән.

Уның байтаҡ хеҙмәттәрен беҙ Мәскәү өлкәһе Химки ҡалаһында һирәк һорала торған архив фондында табып алдыҡ. Бына уларҙың исемлеге:

1. Ауылда совет сауҙаһы. – Өфө, Башгиз, 63 бит.

2. Партияның түбән ойошмаларында массовый эштәр. – Өфө, 1933, 30 бит.

3. Партия уҡыуының методик мәсьәләре тураһында материалдар. – Өфө, 1932, 51 бит.

4. Электрҙың теорияла һәм практикала тотҡан урыны (Егоршиндан Ибраһим Ҡыпсаҡ тәржемәһе). – Өфө, 1932.

5. Башҡорт яңы әлепейе тураһында барлыҡ комиссияларҙың, ойошмаларҙың ҡарарҙары, бойороҡтары, циркулярҙары (төҙөүсеһе – Ибраһим Ҡыпсаҡ).     – Өфө, 1931.

***

Мине иң ҡыуандырғаны – Ибраһим Ҡыпсаҡтың “Петроград һуғышында башҡорттар” китабының һәм “Йәшелдәр”, “Түңәрәк өҫтәл” әҫәрҙәренең “контроль экземплярҙары“ның теүәл һаҡланыуы булды. Әҙәбиәт тарихында был әҫәрҙәрҙең исемдәре билдәле булһа ла, текстары юғалған, тип иҫәпләнә килде, шуға ла табышыбыҙға шатлыҡтың сиге булманы. “Петроград һуғышында башҡорттар” яҙмаһы 1927 йылда Өфөлә ике мең дана итеп ғәрәп графикаһында баҫылған 66 битлек тарихи-документаль характерҙағы хеҙмәттән ғибәрәт. 1919 йылдың октябрендә Петроградҡа тупланған башҡорт ғәскәрҙәренең көнкүрешен, ҡаланы ҡотҡарыу менән бәйле хәрби хәрәкәттәрҙең конкрет планы-схемалары аша тасуирлауҙан тыш, фотоһүрәттәр урынлаштырыу, ғәскәриҙәрҙең исем-фамилиялары аталыуы хәрби-публицистик хеҙмәттең фәнни ҡиммәтен бермә-бер арттыра. Башҡорт ғәскәриҙәре өсөн махсус тәғәйенләнгән “Башҡорт”, һуңынан “Салауат” гәзиттәрен ойоштороу ғына түгел, көн һайын тиерлек, оператив мәғлүмәттәр менән тәьмин итеп, уларҙың сираттағы һандарын сығарышыуҙа ла ул үҙе әүҙем ҡатнаша. Китап өсөн фактик материал туплауға уға һалдаттарҙы шәхсән белеүе, документ-ҡағыҙҙар менән эшләү маһирлығы, бәхәсһеҙ, ҙур роль уйнай.

“Ибраһим Ҡыпсаҡ йә иһә Ҡараҡыпсаҡ” псевдонимын ул күберәк әҙәби әҫәренең авторы рәүешендә күрһәткән. Әйтергә кәрәк, әлегә уның ваҡытлы матбуғатта донъя күргән яҙмаларының күләме, уларҙың художество формалары ниндәйерәк икәнлеге табылып-өйрәнелеп бөтмәгән. Ҡул аҫтына ингәндәрен барлап, шуны әйтергә була: ижад эшенең нескәлектәрен ул аңлап-белеп яҙышҡан.  Мәҫәлән, архивтан табылған “Йәшелдәр” әҫәренең жанрын “хикәйә”, “булған хәл” тип билдәләй. Ул айырым китап рәүешендә Өфө дәүләт нәшриәтендә 1928 йылда ике мең дана тираж менән шулай уҡ ғәрәп шрифтында баҫыла. 22 битлек был хикәйә тулыһынса бер башҡорт ауылында барған Совет власын урынлаштырыу өсөн ҡанлы көрәш эпизодын һүрәтләүгә ҡоролған. “Йәшелдәр” отрядының ауылды баҫыуы һәм ҡыҙылдар тарафынан ауылдың азат ителеүе – бына төп сюжет һыҙығы. Командировканан ҡайтышлай тиф менән сирләп, Арыҫлан исемле бер башҡорт өйөндә ятҡан Сафа исемле совет хеҙмәткәренең һәм уның Нурый исемле ағаһының  ҡурҡыныс хәлдә ҡалыуын һәм ябай кешеләрҙең уларға эскерһеҙ ярҙамын автор диалогтар аша психологик яҡтан ышандырырлыҡ хикәйәләй.

Фондта мин юлыҡҡан икенсе китабына “Түңәрәк өҫтәл” әҫәре лә ингән. Автор уны “повесть” тип нарыҡлаған. Китап 1934 йылда  Башҡортостан нәшриәтендә ике мең данала  баҫылған. 11 бүлектән торған 82 битлек әлеге проза әҫәренең дә сюжеты артыҡ ҡатмарлы түгел.  Ул бер нисә йыл дауамындағы Башҡоростандың көньяғында – Ырымбурҙа барған хәл-ваҡиғаларҙы үҙ эсенә ала. Әҫәрҙәге хикәйәләүсе герой Йәнтүрә исемле кешенең арбаһында Эйек буйындағы  бер ауылдан  Ырымбурға юллана. Сәйәхәт 3 – 4 көн дауам итә, һәм юл буйынса Йәнтүрә ағай үҙенең юлдашына, тирә-яҡтың гүзәл тәбиғәте менән һоҡланыуын, ер-һыуҙы яҡшы белеүен күрһәтә, уларҙың атамалары менән таныштыра. Йәнтүрә ағай башынан үткәндәрҙе, үҙе ҡатнашҡан хәл-ваҡиғаларҙы берсә көлөп, берсә йәне көйөп иҫенә төшөрә, үҙ яҙмышының ауыр мәлдәрен бәйән итә. Батша заманында ер бүлеү, һуңғараҡ Керенский заманындағы “учредилкаға”, аҙаҡтан 1917 йыл дауамында төрлө съездарға, йыйылыштарға һайлау кампанияларының төпкөл ауылдарҙа нисек үтеүен Йәнтүрә үҙенә генә хас юмор менән тәфсилләп һүрәтләй. Мәркәз шура, йәғни 1917 йылда ойошҡан Башҡорт хөкүмәте эшмәкәрлеге лә һүрәтләнә Йәнтүрә исеменән. Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре, ғөмүмән, шул осорҙағы сәйәси сараларҙа һәм башҡорт автономияһы өсөн көрәштә ҡатнашҡан байтаҡ шәхестәр үҙ фамилиялары менән алынған, ошо йәһәттән әҫәр шаҡтай ҡыҙыҡһыныу уята. Тәбиғи, 1934 йылда баҫылған был повеста, башҡорт милли хәрәкәтен сағылдырған байтаҡ авторҙарҙың әҫәрҙәрендәге кеүек үк, Ырымбурҙағы Башҡорт хөкүмәтенең эштәре сатирик планда большевистик күҙлектән һүрәтләнә.

Әҫәрҙең асылда  автобиографик  характерҙа икәнлеген билдәләргә кәрәктер. Төп герой  Йәнтүрә ағай әҫәр сюжетына ярашлы ауылдашы ярлы Баһауға үҙ йомошо менән күҙ төбәп бара, юлдашын уның менән таныштыра. Асыҡланыуынса, Баһауҙың тормош юлы Ибраһим Ҡыпсаҡиҙың үҙенең биографияһына тулыһынса тиерлек тап килә. Ул да, көрәштәрҙә сынығып, белем туплап, Ырымбурҙағы Карауанһарай педтехникумы директоры булып эшләй һәм Совет власының яҡлаусыһы, яңы тормошто актив төҙөүселәрҙең береһе булып сығыш яһай.

Эйек буйҙарының йәйге күренештәрен, реаль геройҙарҙың күргән-белгәндәрен халыҡсан бай тел менән, мәҡәл-әйтемдәр менән тасуирлау әҫәрҙең художество ҡиммәтен бермә-бер арттыра, уҡымлы итә. Ауыл көнкүрешенең тормошсанлығы, этнографик күренештәрҙең, сәйәси мөхиттең сағыу  буяуҙарҙа һәм кешеләр характерының психологик дөрөҫ һүрәтләнеүе, тел-стиль сараларының урынлы ҡулланылыуы авторҙың заманына күрә әҙәби оҫталығы булғанлығын раҫлай һәм милли әҙәби тел өсөн көс һалыуына дәлил.

Хәйер, авторҙың 80 йыл дауамында бер тапҡыр ҙа уҡылмай, хәҙерге китап  уҡыусыһы ҡулының йылыһынан мәхрүм булып, һалҡын кәштәлә зарығып ятҡан әҫәрҙе* уҡып, был хаҡта китап һөйөүсеһе үҙе лә тейешле һығымталар яһар, тигән өмөттәбеҙ.

 

                                                         Зәйтүнә Шәрипова,

 Башҡорт дәүләт университеты  профессоры.