Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Светлана Чураева

Графоман менән ҡыҙыҡай

Повесть 

Был китапта бар кешеләр, урын-ваҡыт һәм ваҡиғалар – ып-ысындар. Ҡай бер фекерҙәр һәм һығымталар ғына автор тарафынан өҫтәлгән. Шулай кәрәк булды. Бер исем дә ғәйепһеҙҙәрҙе аҡлау маҡсатында үҙгәртелмәне, сөнки Аллаһы Тәғәлә ғәйебе булмағандарҙы һаҡлауҙы үҙенең күктәрҙәге бурысы тип һанай.

Курт Воннегут.

 

«Марта, шапылдама, ултырғысты ҡыйшаңлатма, ҡабаланма, аяғың менән шайтан саҡырма, өҫтәлгә терһәкләнмә, көмрәймә, сәйгә шәкәрҙе күп һалма, йылы ыштан кейергә онотма, ят кешеләр менән һөйләшмә, юҡ-бар бытылдама!» – һәр иртәнең ун тыйыуы былар. Йөҙәрләгән «ярамай»ҙарҙың тәүге тиҫтәһе. Тап шулар был болғансыҡ донъяла тормошҡа бер аҙ йүнәлеш бирә. «Шапылдама, ҡыйшаңлама…» – ошо ялыҡтырғыс өгөттәр көйөнә күпме йылы ыштан туҙҙырылған. Ә тормош үә донъя һаман үҙгәрешһеҙ ҡала килә, хатта ыштандар ҙа ҙурайыуҙан туҡтаған инде хәҙер.

Марта һәр иртәне ултырғыста бәүелеүҙән башлай ҙа, шәшкегә ике ҡалаҡ шәкәр һалғандан һуң өсөнсөгә лә үрелә…

– Осонма, хыялый, – тип тыя әсәһе, махсус бәке менән йәтеш кенә итеп алманы ҡабығынан әрсеп.

Ләкин Марта осонмай ҙа, хыялланмай ҙа – ниндәй хыял булһын? Нимә тип хыялланырға? Ул әсәһенең асыуына тейергә тырышып сәйен шөбөрләтә, ҙур йомшаҡ башмаҡтар кейгән аяҡтарын киң болғанлап, «шайтан саҡыра». Был башмаҡтарҙы атаһы Баҡынан алып ҡайтҡайны.

Улар – әсәле-ҡыҙлы ике ҡарсыҡ – кескәй генә аш бүлмәһендә шулайтып ғәҙәти көндәрен башлай.

Улар тураһында бер кем дә әкиәттәр уйлап сығарып ултырмаҫ. Был икәү ошо аш өҫтәлен уратҡан кескәй донъянан ситкә сығып, ете диңгеҙ аръяғына сәфәр ҡылғандары юҡ. «Борон-борон заманда» тигән әйтем дә улар өсөн түгел – стеналағы сәғәттәре көн дә, сәғәт һайын тын текелдәп, уҡсалары бер яйға әйләнеп тик тора.

Кеше йөрәктең нисек эшләгәнен күрмәй, донъяның нисек әйләнгәнен белмәй. Шуға ла Марта менән әсәһе бөгөнгө һоҡланғыс иртәне лә ғәҙәттәгесә генә ҡаршыланы. Ҡыҙы аяҡ ослап баҫып, осаһына йылы ыштан эләктергәнсе, әсәһе өгөтөн дауам итә торҙо: «Һуңлайһың, трамвайҙар тағы туҡтап торалыр!»

Ә мин был арала ҡыҙыҡай менән графомандың, әкиәттәгесә, оҙон-оҙаҡ йәшәп, бер көндә әхирәткә күсеүҙәре тураһында тарихты бәйән итә торайым.

 

Күңелһеҙ башланған бер көндө шағир Мәннәновҡа Ғайса пәйғәмбәр һуғылды.

– И-эх, Мәннән, – тине Изге зат. – Ҡыйынмы һиңә?

– Ҡыйын, Ғайса бабай, – тине ул йәшермәй. Шағир был ваҡытта, ҡоҫҡоһо килеүен баҫыр өсөн, тәҙрәне асып ҡына тәмәке көйрәтә ине. Ҡунаҡтары ҡайтып киткән, дуҫтары хырылдап йоҡлай. Береһе, Хәйеров, башы менән йомшаҡ сүп һауытына терәлгән, ә икенсеһе, иҙәнгә һуйлайып, бер үҙе ике бүлмәгә йәйрәп ята.

– Тыуған көнөм, Ғайса бабай, – тип аңлатҡан булды Мәннән сәйер был күренеш сәбәбен. Был бысраҡ донъяға килеү көнөн билдәләүҙең ни тиклем мәғәнәһеҙ икәнлеге хаҡында һөйләргә теләгәйне ул пәйғәмбәргә. Күңел асырға түгел, иларға кәрәк тәһә. Әсәһе иҫән саҡта тыуған көндәр ҙә башҡасараҡ үтә ине. Шунан һуң Еҙем буйындағы ожмах донъяһын ҡалдырып, ошонда күсергә тура килде. Унда, бейек ҡуйы үләнле, урман-таулы илдә Илдар Мәннәнов исемле малай ялан аяҡ йөрөй торғайны, һәр йәнлеккә, бөжәккә лә үҙе ҡушҡан исем менән өндәште. Ошолар хаҡында ентекләп һөйләргә ине лә, тик бына хәле генә юҡ, тел дә әйләнмәй.

Хәйер, Аллаһ илсеһе шағирҙы һүҙһеҙ ҙә аңлап тора.

– Йәнең сирле һинең, – тип аңлатты аҡыллы пәйғәмбәр.

Мәннәнов төпсөгөн тәҙрәнән сиртеп осорҙо, уныһы йондоҙҙай атылып, ергә төшөп етмәҫ элек һүнеп ҡуйҙы.

– Теләк телә, – тине Изге.

– Бер ниндәй теләгем юҡ, Ғайса бабай, ғәфү ит.

– Улайһа, минең көймәмә ултыр, – тип тәҡдим яһаны йомарт пәйғәмбәр. – Мин һине шағирҙар еңел йәшәгән ергә алып китәм.

– Рәхмәт, – тине Илдар һәм тәҙрә аша сығып, Аллаһтың алтын көймәһенә атланы…

 

– Алдағанмы ни һине теге дуңғыҙ? – тип мөңгөрләне Хәйеров дуҫы, Мәннәнов дауаханала күҙҙәрен саҡ асып, иртәнге осрашыуы хаҡында һөйләп бирә алғас.

– Юҡтыр, – тип яуапланы Илдар, бер аҙ уйланып ятҡас. –  Уның көймәһе булмаһа, мин осоп төшөп онталыр инем. Күрәһең, пәйғәмбәр абзый кире уйлағандыр, алып бармаҫҡа уйлаған мине шағирҙар рәхәт йәшәгән ергә...

– Мәннәнов бара алмай, – тине баш мөхәррир үҙ-үҙенә. Тап ошо ваҡытта Марта, ғәҙәттәгесә, сәғәтенә ҡарап алып, икенсе ҡулы менән бәҙрәфтәге бауҙы тартты ла һыу ағыҙып ебәрҙе. Был ваҡытта ул үҙен яңы көндө башлаусы карап капитаны ла, кисәге көн менән хушлашыу салютын бирергә ҡул иҙәүсе генерал да итеп тоя. Кисәге көнөң ағып киткән һымаҡ ошо торба эсенә тығылып шаулаған һыу ташҡыны менән – әйтерһең дә, әләм менән ҡапланған табут тантаналы рәүештә крематорий ауыҙына инеп китә. Ә алда – яңы көн, яңы офоҡтар.

Ләкин бөгөн «капитан»дың кәйефе юҡ ине, шуға ла тантаналы салют урынына сәйер пышылдау килеп сыҡты. Һыу иһә, үҙ ҡанундарына ярашлы, өҫтән аҫҡа тәртипле генә ағып китеп, бурысын атҡарып ҡуйҙы. Әлбиттә, ҡаҙна бәҙрәфе өйҙәге һымаҡ түгел, шулай ҙа эш – эш инде, Марта редакцияға ваҡытында йөрөй, тик бына бәҙрәф теләге генә ҡай саҡ һуңғараҡ булып китә лә, кәйефте боҙоп ҡуя. Тик бөгөн был саҡ ҡына һуңлау эсендә бер ниндәй ҙә яңылыҡ булманы, иртәнге ғәмәлдәр үҙ яйы менән башҡарылды. Үҙ ваҡыты менән Бөрөнән бер иҫәүән шылтыратты:

– Барыһы ла тәртиптә, – тине алйот. – Хыялмандар тәһәрәт алып, эшкә әҙерләнә. Путин һәр ваҡыт поста, уға иртәнге ашҡа тиклем полк табибы ярҙам итеште. Ә мин япа-яңғыҙым иблистәр менән алышам. Дүрт мең йыл буйына инде шулай.

Был иҫәүән үҙен алйот тип атағандарын яратмай.

– Мин – иҫәүән! – тип ҡысҡыра ул әллә меңенсе тапҡыр. – Беҙ, иҫәүәндәр, ерҙе иблистән һаҡлайбыҙ әле, тик беҙ әҙәйә барабыҙ, ә иблистәр һаны ерҙә 54 процентҡа еткән! Етмәһә, йыһандан да һөжүм итеп торалар. Мөхәббәттә һәм һуғышта барыһы ла аҡылһыҙ, тик ғүмер бит – тауыш түгел, уны тота һалып өҙөп булмай.

Ошоларҙы әйтеп бөткәс, алйот әҙәм әҙәпле генә итеп хушлашты ла, тиҙ арала тағы ла шылтыратырға вәғәҙә биреп, трубканы һалды.  Марта ла трубканы һалды һәм унға тиклем һанай башланы – «ун» тигәндә ул яңынан шылтыратып өлгөрә торғайны.

– Ҡыҫҡаһы, мин бер нәмәне аңланым, – тип дауам итте алйот, ҡабаттан бәйләнеш булдырылғас. – Әгәр ҙә кешене алйот тип гел тылҡып торһаң, тиҙҙән үҙеңде алйоттар рәтенә индерәсәктәр. Ә мин бынан ҡурҡмайым, сөнки бының өсөн үлтерә лә алам, бер ни булмаясаҡ. Ә хәҙер һеҙ ҡурҡмағыҙ – һеҙҙең менән иблис һөйләшәсәк.

Марта ҡурҡмай, сөнки белә: иблис һүҙҙе ҡыҫҡа тота.

– ЫАЭУ! – тип тамуҡ киҫәүеләй ажғырҙы иблис. Уға, күрәһең, кеше тамағы сығарған тауыштар килешле түгел, шуға ул тауышын бер аҙ көйләп ала. – АУЭ!..

Трубкала тауыш көйләнгән арала Марта яңы ҡулъяҙманы асып һалды. Шайтан теге оста буталыбыраҡ китте ахыры, кинәт нәҙек кенә тауыш яңғыраны:

– Ҡыҙыҡайғынам, уян, уян!

– Иблистәр нисек кенә иблисләнмәй? – тип аңлатты был үҙгәреште алйот. –  Өсөнсө донъя һуғышы кәрәк, бөтә кешелеккә ҡаршы. Ярай, хәйерле көн, беҙ Путин менән постабыҙ әле.

Ошо һүҙҙәрҙән һуң Марта эшкә тотона ала. Ҡаршыһындағы президент менән премьер портреттарына ҡарап уйланып алды, өҫтәлгә беркетелгән ҡәләм ослағыста өйөрөлтөп сығарып, беҙҙәй  ҡоралын ап-аҡ ҡағыҙ өҫтөнә һалып ҡуйҙы. Һәм бәҙрәфкә йүнәлде… Эйе, эштә барыһы ла үҙ яйы менән бара. Өйҙә лә тәртип. Ике төймәсек дарыу – бәләкәй һәм ҙурыраҡ – аш алдынан. Тағы берәү – ашағандан һуң. Йомортҡа Анкхар гимнастикаһы буйынса һулышты көйләгәнсе бешеп сыға. Трамвайға тиклем юл – дүрт йөҙ ун биш аҙым…

«Трамвай» һүҙенә еткәс, Марта уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерҙе лә, был тойғо тиҙ үк арала ғорурлыҡҡа әйләнде. Сөнки ҡыҙ бөгөнгө көндөң сәйерерәклегенең серен асыҡлай алды. Трамвайҙа бит бәлә – ямаҡайланған!

Тап шулай – ямаҡайланған, был әҙәби булмаған һүҙҙе башҡаһына алмаштырып та булмай. Элек трамвай бөтөнләй икенсе ине бит.

Иртәнсәк атаһы уның танауын өкө ҡауырһыны менән ҡытыҡлай торғайны.

– Ир-тә, ир-тә, – тип иркәләп кенә өндәшә ул. Марта көлә лә, танауын усы менән ҡаплай:

– Өкөләр иртәнсәк йоҡларға ята!

– Ә ҡыҙыҡайҙар күҙҙәрен аса!

– Асмайҙар, асмайҙар! – Ҡыҙыҡай күҙҙәрен сытырҙатып йома, әммә атаһы күтәреп үк ала ла өҫкә сөйә.

– Ҡурҡам, ҡурҡам! – тип көлә Марта һәм ярым асыҡ күҙ ҡабағы аша үргә баға – түшәмгә йыраҡмы әле? Бәлки, улар йыһанға уҡ осоп бараларҙыр?

Унан, әсәйҙең ун «ярамай»ынан һуң, аталы-ҡыҙлы урамға сабалар. Алдарында оҙон юл ята. Ул бик киң, ике яҡлап ап-аҡ ҡаялай өйҙәр теҙелгән, улар артында – урман. Алыҫта-алыҫта ҡыңғырауын сыңлатып трамвай йөрөп тора.

Юлға сыҡҡас, атай менән Марта, дейеү йә машина һымаҡ, танауҙарынан бәҫ сығара башлай.

– Минең  төтөн күккә етә! – тип ҡысҡыра атаһы. – Танауымдан!

– Дөрөҫ түгел! Минең шарфым бар!

Атаһының оҙон аяҡтары эре аҙымдар яһай, Марта улар араһында йүгерә. Береһен ҡыуып етеүгә, ул икенсе аяғын күсереп өлгөрә.

– Һин бик шәп бараһың!

– Ә һин өҙәңгегә тотон.

Өҙәңгегә йәйәүле һуғышсының тотоноп атлауы тураһында Марта белә, ул атаһының кеҫәһенә йәбешеп ала. Ә трамвай көткәндә ул атайҙың аяҡтары араһына йәшеренеп тора. Йыраҡтан матур ғына күренгән был үҙйөрөшлө арба, яҡынайған һайын ҡот осҡос тауышлы ғифриткә әйләнеп, быуындарҙы ҡалтырата. Уның эсенә атай менән генә ҡурҡмай инергә мөмкин. Эстән иһә трамвай хәүефле түгел, матур ҙа, йыйнаҡ та. Ишектәре үҙҙәре асылып-ябылып бара. Ауыҙы юҡ, ләкин тауышы бар тәне буйлап тигеҙ яңғырап сыға. Ул күп итеп кешеләр тейәп алып, тиҙлектән ҡалтырана-ҡалтырана, бер ниҙән ҡурҡмай алға елдерә.  Ултырғыс тотҡалары ялтырап тора, ә стеналары – боҙҙан. Бейәләйҙе сисеп, бармаҡ осо менән тейһәң, түңәрәк тишек асыла ла унда төрлө күренештәр барлыҡҡа килә башлай.

Һәм һәр ваҡыт Мартаның күңелен елкендереп, трамвай тантана менән иғлан итә:

– Балалар донъяһы!

Был донъяла әбей менән бабай йәшәй. Атаһы уларҙы  ҡыҙыҡ итеп «ҡарттар» тип атай. Марта килгән ваҡытта улар онло ағас һандыҡты асалар. Ып-ысын ҡош ҡанаты менән һепереп алалар, ахыры – бабай ҡамыр баҫҡанда әбей ҡанат тотоп тора. Шунан улар Марта хөрмәтенә «Наполеон» тигән кеше исемле бәлеш бешерәләр. Ҡыҙыҡай аяҡтарын болғай-болғай ултырғыста ултыра. Уның танауы өҫтәл ситенә саҡ тейеп тора, шунан уға бар өй күренә.

Бына олатай кескәй генә тимер мискә сығара…

Шап! – Оло бысаҡ ҡапҡасты телеп ебәрә.

Шоп! – Кескәй тишектән ҡуйы һөт ағып сыға, унан да татлыраҡ бер ни юҡ донъяла. Мартаның тәмлекәстәр менән ауыҙы тулы, кире килеп сыҡмаһын өсөн, телен саҡ-саҡ әйләндереп әйтә ала:

– Атай, ожмах ошолай буламы?

Аҙаҡ бабай бик оҙаҡ итеп ағас уҡлау менән май бешә, ә әбекәй…

– Әбекәй, ултырығыҙ!

Бөгөн Мартаға трамвайҙа урын бирҙеләр. Әзмәүерҙәй егет үҙенең киң күңеллелегенән балҡый ине. Әрһеҙлек түгел, иҫәрлек булды шикелле был. 

– Нисә йәш һеҙгә, йәш кеше? –  тип әҙәпле генә һораны Марта.

– Беҙгә… Ун туғыҙ…

– Миңә, әйтеүегеҙсә, һеҙҙең өләсәйегеҙ булыр өсөн, урта мәктәптең урта кластарында  әсәй булырға кәрәк ине!

Егет кеше албырғап ҡалды, унан һораны:

– Ултырырға теләмәйһегеҙме?

Бына ошондай бәндәләр менән йөрө инде трамвайҙа.

Өләсәһе менән олатаһында Питер ҡушаматлы һөйләшә белгән бесәй йәшәй. Асыуы килгәндә ул былай тип мырылдай: «Мәғәнәһеҙ!» «Ҡыҙыҡ түгел!» Ҡайтырға йыйынғанда Марта бесәйҙе лә үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыра. Тик Питер барырға теләмәй. «Моғайын, ул трамвайҙа йөрөргә яратмайҙыр», – тип фараз итә Марта. Дөрөҫ уйлаған икән. Бер тапҡыр атаһы бесәйҙе уларға алып ҡайтты. Өйҙә Питер шунда уҡ шкаф аҫтына кереп боҫто ла, тик ыҫылдап ҡына ятты.

– Трамвайҙан һуң шулай ул, – тип аңлатты атай кеше. – Үтер әле.

Тик үтмәне, бесәй үҙе ҡайҙалыр сығып ҡасты, абайламай ҙа ҡалдылар.

– Әйҙә, барып ҡарайыҡ, “Балалар донъяһы“на ҡайтып еттеме икән? – тип бик оҙаҡ үтенде Марта, тик атаһы ниңәлер ишетмәмешкә һалышты. Шунан һуң ҡыҙыҡай атаһын әллә күпме тартҡыслап, трамвай зыңғырлаған  яҡҡа әйҙәп ҡараны, тик бушҡа ғына. Ул үҙе лә әбей менән бабайҙы һағына ине бит – хатта илағанын да күреп ҡалды Марта. Әммә «Балалар донъяһы»на улар башҡаса йөрөмәнеләр. Ә бер тапҡыр атаһы трамвай юлдарының һүтеп ырғытылыуы тураһында хәбәр алып ҡайтты.

– Ә ҡулса хәҙер ҡайҙа һуң? – тип ҡыҙыҡ һорау бирҙе әсәһе. Атаһы ҡул ғына һелтәне – ҡулса тигән нәмә кире ҡайтмаҫ яҡтарға олаҡтырылған, тигәнде аңғартты шулай.

Ә Мартаны әсәһе эргәләге балалар баҡсаһына йөрөтә башланы.

Баҡсала Марта Балалар донъяһын һағынып бер булды. Бер көн көндөҙгө йоҡо ваҡытында ул серле ил тураһында Саша тигән малайға һөйләне. Малай бик телдәр булып сыҡты һәм ул Донъя ҡабат йәнләнеп, баҙыҡланып китте, бихисап һорауҙар аша асығыраҡ төҫмөрләнә башланы.

– Ә уйынсыҡтар бармы унда? – тип төпсөрләнеләр тиҫтерҙәре һәм ауыҙҙарын асып тыңланылар.

– Ҙу-ур магазин! Донъяның бөтә уйынсыҡтарын йыйһаң да, ундағынан әҙерәк булыр.

Уйлап сығармай ине Марта. Күптән, бик күптән өләсәһе уны үҙҙәренең тәҙрә төбөндәге шул кибеткә алып ингәйне. Иң тәү күргәне – хәс тә Питерға оҡшаған, ҡап-ҡара, йомшаҡ һәм ҙур бесәй булды. Ҡыҙыҡай уны ҡоласы еткән тиклем ҡосаҡлап алды ла, ишеккә табан һөйрәй башланы. Өлкәндәр ҡысҡырып көлөштөләр, өләсәһе өлтөрәп йүгергеләне, аҙаҡтан шулай ҙа алып ҡайтышты. Йәл, ул бесәй барыбер ҡарттарҙың он һандығы өҫтөндә ултырып ҡалды: әсәйең бындай ҙур уйынсыҡты өйҙә тоторға рөхсәт итмәҫ, тип аңлатты атаһы.

– Унда ҡуйыртылған һөт тә күпме? – тип төпсөндөләр балалар.

– Эйе.

Трамвай йөрөмәгәс, «Балалар донъяһы»на йәйәүләп кенә барып етеп булалыр, тигән фекергә килде Марта. Унда ул ожмахтың ни икәнен дә белмәгән иптәштәрен дә алып барырға ниәтләне. Марта алдан төштө, шау-гөр килгән балалар уның артынан төштө. Ҡыуанысы ҙур ине ҡыҙыҡайҙың. Бында аҙашыу мөмкин түгел, белә ул: тыҡрыҡты ғына үтәһе лә, унан трамвайға тиклем ете тапҡыр йөҙәр аҙым һанайһың.

Туҡһан дүртенсе аҙымда кемдер һөрән һалды:

– Атас! Тәрбиәсе!

Асыулы йөҙлө апай йүгереп килеп Мартаны эләктерҙе:

– Ҡайҙа! Ҡайтығыҙ! Артҡа!

Ожмах тураһында хыялланып барған ҡыҙға был һүҙ «тамуҡҡа» кеүек яңғыраны... Был балалар бер ҡасан да кибет тулы уйынсыҡтарҙы күрмәҫ, ҡош ҡанатынан һепертке тотҡан өләсәйҙе, ҙур бысаҡ менән кескәй  мискәнән донъялағы иң тәмле һөттө ағыҙған олатайҙы ла белмәҫ!

Мартаны иптәштәренең үпкә ҡатыш йәлләткес ҡараштары уратты. Йәшәп ҡара ошондай мәсхәрәнән һуң!.. Ул асыулы һәм иламһыраған тәрбиәсе ҡулынан терһәген тартып алды ла, юл уртаһына  ятты, ҡулдарын ҡаушарҙы, күҙҙәрен сытырҙатып йомдо.

– Тын алма, – тип бышылданы Саша. Әлбиттә, үләм тигәс тын  алмайҙар ҙа инде. Ышаныслыҡ  өсөн ул менән танауҙы, ауыҙҙы томаларға мөмкин булыр ине лә, тик улай бигерәк йәмһеҙ килеп сыға.

Өйҙә йәмһеҙерәк килеп сыҡты – әсәһе Мартаны бысраҡ күлдәге өсөн бер нисә көн әрләне.

Өфөлә  хәҙер «Балалар донъяһы» урынында – «Макдональдс».

 

Марта  ҡулъяҙмаға текләне. Бында, әлбиттә, баштан уҡ «ДеL » тигән тамға һалырға була – кәрзингә, тигәнде аңлата ул.

Матур хәрефтәр менән баш ҡуйылған:«Мартаға әкиәттәр».

Әкиәт! Мартаға! Мыҫҡыл бит был. Уға бер иҫәрҙең яҙмаларын тотторҙолар ҙа, үҙҙәре аҫтыртын ғына көлөп ултыралар. Тәүге юлдары уҡ эт ашамаҫлыҡ бит. Марта түҙмәне, күрше өҫтәл артында ултырған Булкинға ҡысҡырып уҡып ишеттерҙе.