Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ибраһим Ҡыпсаҡ

Түңәрәк өҫтәл

Бер тау башына барып менеү менән гөмбәҫләнеп, күгемһерәп ята торған Һарайса тигән тау әле һаман күҙ алдында тора. Уның ҡаршыһында – аралары ете-һигеҙ саҡрым самаһында, тирә-яғы суҡаҡ тауҙар, имән, саған ағастары менән осланып ята торған Серәкәй тигән тауҙар бар. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа был тауҙы данлыҡлы тауҙар тип һөйләй торғайнылар.

“Гүйә, бер ваҡыт Һарайса тауы башынан, икенсе бер ваҡыт Серәкәй тауы башынан тороп, бер-береһенә ҡаршы уҡ менән атышҡандар. Береһе атҡанын икенсеһе кире ҡайтарған, шулай итеп, батырҙар һөнәрҙәрен күрһәтә булғандар” тип һөйләй торғайнылар.

Ғәжәп бер матур күренеш.

Юлда арбала килә инек. Ырымбурға барабыҙ, өс-дүрт көнлөк юл. Эргәмдә Йәнтүрә ағай. Ул да, был күренештең матурлығына ҡыҙығып микән, әллә инде башына башҡа уй килепме, тауҙы менеп еткәс, ҡыҫталып килгән тура атын туҡтатып, үҙе лә бер аҙ хәл алды ла алда күренгән бөтә тау, бөтә йылғаларҙың исемдәрен һанарға тотондо:

– Ана Серәкәй тауы ята. Бына Һарайса тауы ята. Ана араларынан уралып-уралып ян-яғы туғай менән тулған күгелйем булып, әллә ҡайҙан күренеп ята торған Эйек һыуы аға... Ана тегендәрәк Урал тауҙары араһынан сығып, бейек ҡыҙыл тауҙар буйлап ағып Инәк йылғаһы килеп ҡушыла. Беҙҙең ҡаршыла Ете-Булаҡ, уң яҡҡараҡ ҡараһаң – күренеп ята торғандары Үрген, Һаҙ, Бәләкәй абыҙ йылғалары булалыр. Ана тегендә, ике йылға тамағы уртаһында, йылғаны ярып килгән пароход һымаҡ итәктәрен ике яҡҡа йәйеп ебәреп, мороно менән был яҡҡа ҡарап ята торған Ҡыҙҙар тауы ла бар. Уның теге яғынан Эйек һыуы килә. Был яғын Наҡаҫ буйы, тиҙәр. Ҡаршыбыҙҙа күренеп ятҡаны Кәмә тауы тип атала. Унан Урал тауҙарына инеп китәһең. Ана тегендә, уның ар яғында, әллә нисәмә ҡатлы – бере өҫтөнә бере теҙелеп, урман менән ҡапланып, башы яланғас булып Бүйләү буйҙары күренеп ята. Ә бына был беҙ баҫып торған ергә Яңы урыҫ тауы тиҙәр. Уң яҡта суҡаҡ булып осланып ятҡан тау Ямаша тауы була. Һулаҡай яғыбыҙҙа Һарайса артында күренгән ҡара урманды Биҙалау урманы тиҙәр. Тимаш баяр ерҙәре... Вот ғүмерҙәр, – тине Йәнтүрә ағайым. – Ҙурайғас, бер дурак ағайым бар ине, тип әйтерһең, исмаһам. Эйек буйҙарын күргәс, Тимаш баярын иҫкә төшөргәс, күңелгә әллә нәмәкәйҙәр килеп китте әле. Оҙаҡ булһа ла, уның ҡарауы юл ҡыҫҡа булыр, баштан уҙғандарҙы һөйләйем әле. Әле һинең башың йәш әле, мырҙам. Замана хәҙер һеҙгә еңелгә ҡалды. Элек беҙҙең заманда ине ул этлектәр. Ниҙәр күрмәне беҙҙең баштар: ҡамсыһын да күрҙек беҙ, төрмәһен дә күрҙек беҙ. Себергә лә барып ҡайттыҡ беҙ. Донъяның әсеһен бик ныҡ татыныҡ беҙ. Бөтәһе лә бына шул Тимашов баярҙары, үҙебеҙҙең аралағы байҙар арҡаһында булды, – тип һөйләп алып китте Йәнтүрә ағайым. Әллә нигә үҙен шул минуты менән ҡыҙғанып киттем. Майланып ялтырап ҡатҡан кәзәкейенә, кәзәкейе арҡыры беленеп торған ҡалаҡ һөйәктәренә, тәпән ҙурлығында ҙур кәпәсенә күҙем төшөп, тәрән уйға баттым. Йәнтүрә ағайым тәрән итеп һулыш алды ла тағы ла һүҙ башланы:

– Ошолай йәйҙең оҙон көндәрендә бөтә халыҡтың күберәге яланда эш өҫтөндә ине. Ураҡ ваҡыты ине. Ауылға ҡыңғырауҙар таҡҡан пар атта началник килеп төштө. Ер үлсәүгә бер нисә кеше кәрәк. Тиҙ генә бирегеҙ, тине.

Беҙҙең халыҡты беләһең бит, ауыҙҙарын да аса алманылар, кемгә, ни өсөн, кем һатҡан ул ерҙе – уны ишетеү юҡ, ауылдың бер-ике кулагы: “Ладна... Делайым“, – тип риза булдылар ҙа ҡуйҙылар.

Шунда уҡ бер нисә кешене тотоп ебәрергә булдылар. Араларына мин дә эләктем. Эштең ҡайнап торған заманы. Ураҡ етешкән, иҫке ашлыҡ юҡ. Бала-саға ас ултыра, яңы ашлыҡты урыр кәрәк. Уны ҡарау юҡ, землемер ашыҡтырҙы, земский менән кулактар яҡшатлы булған булдылар. Уларға ҡаршы берәү ҙә һүҙ әйтә алманы. Ҡултыҡтарына ҡыҫтырған кәпәстәрен кейә-кейә китергә йыйындылар.

Дүрт-биш кеше бер ат егеп алып киттек, ҡайҙа барабыҙ, кем беҙҙе көсләгән, бала-сағаны кем туйҙыра, ҡасан ҡайтабыҙ, ашлыҡты кем урасаҡ, һис береһен белгән юҡ. Үрәсәләргә аяҡтарҙы һалындырып, бер-беребеҙгә арҡаларыбыҙҙы терәп ултырып барабыҙ.

– Биҙалаү урманына, Тимаш баяры еренә барығыҙ, унда землемер үҙе күрһәтер, – тинеләр ауыл ҡуштандары, кулактар.

Киң дала, киң һулыш, саф һауа. Саф һауа эсендә тулҡынланып һабан турғайы йөҙә, бер яҡтан үткер ҡылыс һымаҡ ҡарлуғас сығып китә. Аллы-гөллө төрлө күбәләк сәскәнән-сәскәгә күсеп йөрөй. Тауҙар лаҡым1 кеүек алыҫтан һыу кеүек йәйелеп, күгәреп яталар.

Тирә-яҡты әйләндереп алған хәтфә кеүек йәм-йәшел үләндәр араһынан арбала тыҡыр-тыҡыр китеп барабыҙ. Көн матур. Йәмле ялан, ләкин берәү ҙә күҙгә күренмәй, беҙҙең күҙ ике яҡлап өлгөргән ашлыҡтарҙа. Суҡланып, баштарын күтәрә алмай юлдың ике яғынан һалынып төшкән башаҡтар эсте тырнай, ни хәл итәһең, хәлле халыҡ урып өлгөргән, ҡырлыҡ, ҙурат һалғандар, ҡайһы берҙәре ташый ҙа башлағандар. Уларҙың эш көслө – вайранда, ә беҙҙең эш – хайранда... Ана шулай итеп ауыҙға төшкән ашлыҡты ашай алмай, бала-сағаны ас ҡалдырып, Тимаш баяры саҡыра, тип Биҙалаү урманына һалып ултырабыҙ. Килеп еттек.

Аттан төшөп, балталарыбыҙҙы ҡулға алдыҡ, землемерҙы көтәбеҙ. Оҙаҡламай землемер килде, ул килеү менән бер аҙ арлы-бирле йөрөп, әйләнеп килде лә, ике сажен киңлегендәге урманды ҡап уртанан туп-тура ҡырҡып алып китергә ҡушты. Ҡыйшатып бер ағасты ла артыҡ ҡырҡмағыҙ, ҡарағыҙ уны, тип, бармай янай биреп тә ҡуйҙы.

Йыуан-йыуан имәндәрҙе йығып, ҡалын урманды көрәк ярған кеүек ярып ҡырҡып барабыҙ. Землемер үлсәй, беҙ ҡырҡабыҙ, ҡалын урман, бер нәмә лә күренмәй, әйтерһең, аҙаштырылған баш. Ҡалын урман аҫты сытырсылыҡ, өҫ-баш ҡалманы, балталар кителеп бөттө. Һаман барабыҙ. Бер көн, ике көн, өс көн үтте. Шулай итеп, аҙнаһы ла уҙып китте. Үҙебеҙҙең ашарға рәтләп алынмаған бит әле. Ҡоро икмәк, уныһы ла бөттө. Эш ауыр, бала-саға иҫкә төшә башланы. Яланда ятып ҡалған ашлыҡ бик ныҡ борсоно. Асыу килде. Землемерҙы бәреп йығырҙай булабыҙ, батырсылыҡ етмәне. Йә бер-бер бәләгә дусар булырһың, тип уйланыҡ.

Шулай ҙа:

– Кем өсөн был ер, ҡасан ҡайтабыҙ? – тип бер-ике һүҙ ҡыҫтырып ҡарағайныҡта, землемер өндәшмәне. Тағы ла һорап ҡараныҡ, әйләнеп тә ҡарамай, ишетмәмешкә һалыша. Ахыры, мин түҙә алманым, йәшерәк ваҡыт, күп уйлап торманым, барҙым да землемерҙың үлсәп йөрөгән тимер арҡанына баҫтым. Ул арала арҡандың бер башы менән землемер минең сикәгә килтереп бәреп тә ебәрҙе. Күҙҙән уттар күренде, шунда бер аҙ һушһыҙ булып ятҡанмын, һушҡа ингәс торһам, бит тулы ҡан, ғәрлектән асыуым килеп, землемерҙың яғаһынан барып алырға теләгәндә иптәштәрем тыйып ҡалды.

– Яҡшы булмаҫ... был эшең, – тинеләр.

– Булмаһа булмаҫ, артыҡ беҙ эшләмәйбеҙ, беҙ ҡайтабыҙ! – тинем. Башҡалар ҙа шул уйҙа торалар икән:

– Правильно! – тейештеләр.

Китергә уйлап, борола башланыҡ. Землемер тыштан көлгән, эстән ҡара янған төҫлө ҡапыл ғына арҡанын ҡумтаһына урай башланы.

– Черт с вами, – тине.

– Беҙгә ул да ярай, – артыҡ һүҙ тартыштырып тормай, шатлана-шатлана – ашлыҡты тиҙерәк урып ала һалайыҡ тигән уй менән бик тиҙ генә ҡайттыҡ та эшкә тотондоҡ. Ауыл ҡуштандары:

– Ай-һай... Һеҙ берәй эште боҙоп ҡайтманығыҙ микән, бөтәгеҙ бер тотамдан ҡайтып килгәнһегеҙ, тиктәҫтән түгелдер был эшегеҙ, – тинеләр.

Көндәр үтте. Аҙ ашлыҡҡа күпме генә ваҡыт кәрәк, бик тиҙ урып алдыҡ. Шулай бер көн эш бөтөрөп арып ҡайтып ишек алдына ат туғарып торам, кис ине, бисәкәй һыйырын һауа. Алыҫтан ҡыңғырау тауышы килде. Бер аҙҙан ул ауылға килеп инде.

“Урядник килде...” – тинеләр.

Атты туғарып, еп-ешеүҙе йыйнаштырып алып, тамаҡҡа әҙерләгәнсә ат ебәреп киләйем әле, тип, атҡа менеп китергә генә тора инем, ашыға-ашыға стражник килеп:

– Йәнтүрә, ҡайҙа ҡасаһың?!. Әйҙә, урядник саҡыра, – тине.

Бына шул тороштан донъяһы ла, бала-саға ла тороп ҡалды. Хатта әҙер ашты ла ашай алманым. Бисәкәйҙең:

– Атаһы, ашарға ҡайт! – тигән тауышын да яҡшылап абайламаным, шул китештән киттем, урядник кире ҡайтарманы, илтеп ултыртып ҡуйҙы.

Унан Себергә ебәрҙеләр, унда ғүмер уҙҙы, күп нужалар күрелде. Шулай итеп, ғүмерҙең сәскәһе Себерҙә серене.

Йәнтүрә ағай бик ауыр итеп көрһөндө, күҙҙәренән мөлдөр-мөлдөр йәш бөртөктәре күренде:

– Бәхетһеҙ булды минең баш, – тине.

Себерҙән ҡайтып килеп төшһәм, үҙ алдыма донъя көтөрлөк рәт ҡалмаған, бөтә донъя емерелгән, ҡараусылары булмағас бала-саға хәлдән тайып ауырып, ҡырылып бөткән, бисәкәй икенсе иргә киткән.

– Йәнтүрә башы ҡайтмаҫҡа китте инде... Землемер арҡаны шулай була шул, тигәндәр кулактар. Шулай итеп уҙҙы беҙҙең ғүмерҙәр... Уйлама инде, уйлаһаң ҡыйын, хәсрәт яңыра, – тип ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙы Йәнтүрә ағай.

Көн кисләне. Ҡояш та төрлө яҡҡа йәйеп ебәргән ҡанаттары менән байырға яҡынлашты. Һауа һалҡыная төштө. Һыу буйы былай ҙа һалҡын булғанлыҡтан, Йәнтүрә ағай көнө буйына мейене ҡайнатып килгән ҡояш ҡыҙыуынан бер аҙ хәл алып китте.

– Һалҡында әҙерәк юртырға кәрәк хайуан, – тип дилбегәһен ҡапыл алды.

Бер аҙҙан ҡараңғы төштө. Күҙ алды ҡараңғылана башланы. Берәр ауылдамы йәки яландамы туҡталып, ҡунып китергә тура килде.

– Бынауындай сәхрә ваҡытта өйгә төшөп ҡунып йөрөргә ни, тотабыҙ ҙа бына ошонда йәм-йәшел үлән араһында ятып тороп йоҡлайбыҙ уны, ат өсөн ҡурпыһы яҡшы, аҫҡа түшәк кәрәкмәй, йомшаҡ үлән, сәскәне еҫкәп йоҡлап китһәң матур төштәр ҙә күрерһең, ҡустым, – тип мәрәкәләп ҡуйҙы Йәнтүрә ағай.

Тирә-яҡты бер тигеҙ әйләндереп алған ҡараңғылыҡ, киске тынлыҡта туғайҙы тултырып яңғыратып һайраған һандуғас, кәкүк, башҡа ҡош-ҡорт тауыштары менән тулған йәмле матур бай тәбиғәт, бөтә донъяны тултырып нурҙарын балҡытып торған ҡуйы йондоҙҙар менән биҙәкләнгән тып-тын күк шәүләһе, йоҡо бирмәй, әллә ниндәй тәрән уйҙарға, төрлө хыялдарға төшөрә ине.

***

Ҡышҡы оҙон төндәрҙә йоҡо алдынан оҙон-оҙон әкиәттәр – ҡара һүҙ һөйләү, боронғо заманда ҡышҡы төндәрҙең биҙәктәренән, шарттарынан була торғайны. Ҡара һүҙ һөйләүсе махсус әбейҙәр – әкиәтселәр:

Елбер арбам, ел арбам, ел арбам,

Етер ергә ет арбам...

тип, һүҙ араһында көйләп ебәрер, ҡараңғы төндәр уртаһында ҡара урмандар үтеп, дауыллы диңгеҙ тулҡындарын ярып, утта янмай, һыуҙа батмай һауаларҙа йөҙгән атһыҙ арбаларҙа йөрөгән “батырҙарҙы” хәтерләтеп, тыңлап ятыусыларҙың йоҡоларын ҡасырып, тәрән хыялдарға батырып шаҡ ҡатыра торғайнылар.

Тыңлаусылар, һөйләүсенең һүҙҙәренә иҫтәре китеп, ышанаһылары килмәй, ләкин әкиәтселәр оҫта була шул, төн күпме оҙон булһа ла, әкиәт аҫтында ойоп китеп, тыңлаусылар йоҡоға киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалалар.

Ә бына хәҙер ҡара инде, хыял ысынға әйләнде. Элек елбер арба тип һөйләгәндәр төптө булмаған нәмәкәй, ә хәҙер ҡара ана автомобилде...

Елбер арбам, ел арбам,

Илтер ергә ет арбам...

тип, көйләһәң дә, көйләмәһәң дә етеп ултыра, аралары әллә нисә мең саҡрымдар булған Мәскәү менән әллә ҡайҙағы ҡом сәхрәһе ҡара-ҡом араһын бернисә көн эсендә әйләнеп сыға. Ана, һауаларҙа аэроплан йөҙә. Ана тағы – бөтә донъяны ете көн эсендә әйләнеп сыға торған гидроплан. Тәрән ҡарҙарға ҡарамайынса, көрт ярып, ҡышҡы көндә саң туҙҙырып шыуа аэросана, катерпиллер, диңгеҙ тулҡындарына көлөп ҡарап үтеп китә торған дирижабль, йыуан ағастарҙы үлән ярған кеүек ярып сығып китә торған танкылар һәм шуның кеүек боронғо әкиәт һүҙҙәрендәге аптырап тыңлаған әллә ни тиклем хыялдар. Элеке хыял – “ҡара һүҙ” тип һөйләгән нәмәләр бөгөнгө көндә күҙ алдында тулып ята. Бөтәһе лә ысын.

Боронғолар – боронғолар шул инде, хыялланып, шул хыялдарынан тәм тапҡандар, ысын һүҙ юҡ, ҡара һүҙ – әкиәт, ҡулдарынан һөнәр сығарырға тырышыу юҡ, үҙ араларынан сығырға теләгән һөнәрле ҡулдарға, ысын батырҙарға иҫтәре китмәй, әллә ҡайҙағы, әллә ҡасанғы – булмаған алпамыша, йылан батшаһы, шомбайҙар менән маҡтанғандар.

Кем ул батырҙар? Ҡайҙан килгәндәр? Ҡайһы илдә булғандар, нәҫел-нәсәптәре кем? Нимәгә улай итеп ел ҡыуғандар? Уны тикшереү юҡ, әбей бабайға, бабай ағайға, ағайҙар малайҙарға, әбей килене, килендәр ҡыҙҙарға һөйләгәндәр. Шулай итеп, әкиәт ул ваҡыт үҙенә күрә көслө бер төҫ алған. Йәш үҫмерҙәр, киленсәктәр бер өйгә йыйналашып алһалар, ошондай әкиәттәрҙе бик матурлап һөйләгәндәр, шунан тәм тапҡандар.

Тап ана шул әкиәт батырҙары һымаҡ, батшаны төшөргәс, Керенский заманында ла ошондай әкәмәт батырҙар кеүек булып уҙҙылар, был ваҡытта ла боронғолар һымаҡ үҙ араларынан сығырға теләгән өмөтлө йәш батырҙарға иҫтәре китмәй, бик күп халыҡ боронғоса алпамыша һәм шомбайҙар менән маҡтанған кеүек, ошо ваҡыттағы әкәмәт батырҙар менән маҡтанып уларҙың әкиәттәренә бирелделәр. Әгәр революцияның тәүге көндәрендә булған нәмәләрҙе уйлап ҡараһаң, иҫ киткес нәмәләр күрәһең. Бынан бернисә йыл уҙғас, йәш быуын быларҙы боронғо алпамыша, шомбайҙар әкиәте урынына һөйләйәсәктәр әле.

Шулай итеп, күк даръяһында йөҙгән йондоҙҙарға ҡарап, моңло итеп һайраған һандуғас, ҡош-ҡорт тауыштарын тыңлап ошондай һәр төрлө әңгәмәләргә болашып, Йәнтүрә ағай менән йоҡоно онотоп киткәнбеҙ.

– Йоҡо ҡасты ла ҡуйҙы бит... Булмаһа, шул үҙең әйткән һуңғы әкәмәт батырҙарын һөйләп ташлайһыңмы әллә? Үҙебеҙ йоҡламағандан әллә нәмә булмаҫ, уның ҡарауы ат күҙ алдында булыр... һөйләһәм? – тине Йәнтүрә ағайым. Шунан бик оҙаҡ итеп әңгәмәгә тотондоҡ.

***

Бер ваҡыт, Керенский заманында, бөтә губерна крәҫтиәндәр съезына вәкилдәр һайлау өсөн волость сходы йыйылған.

– Йәмәғәт! Йәмәғәт! Йыйылыш асыҡ... Мәсьәлә берәү генә. Бына әле кисә генә Ырымбурҙан ҡайтыусылар бер тоҡ ҡағыҙ алып килгәндәр. Мәркәз шуранан тиҙәрме? Уныһы нәмәлер инде... Хәҙер әйтә алмайым... Әммә бына шул ҡағыҙҙы килтереүсе Мираҫ мулла әйтеүенсә, беҙгә арабыҙҙан хәллерәк кешеләребеҙҙән бер – ике кеше һайлап ҡуйырға кәрәк. Ул мулла үҙе бер – ике көндән әйләнермен тине, шунда ул кешеләрҙең нимәгә кәрәклеге әйтелер тине, – тип ҡысҡырҙы шунда сход алдынан берәү. Ҡарттар һаҡалдарын услап ауыҙҙарына ҡапты...

– Йәгеҙ ҡарттар! Уйлағыҙ!.. Уйлашайыҡ, кемде һайлайбыҙ? – тине, сходтағы халыҡ бер аҙ ҡыймылдашып алғас, аранан ҡупшыраҡ кейенгән бер ҡарт, тәүҙә ике ҡулын ҡаушырып тороп, тамағын ҡырып, бер ҡулын бер аҙ болғап:– Кемде һайлайбыҙ, тип, ни, хәллеләребеҙҙән Ғимад ҡарт инде. Уны һайларбыҙ, ат-тыуары яҡшы уның. Шулай булһа йорт өҫтөнә лә артыҡ ауырлыҡ төшмәҫ, борон-борондан нәсәнниктәр менән дә ҡатнашып өйрәнгән кеше инде... Нәғеҙ үҙе, – тигәс:

– Шулай, шулай... – тейеште бер аҙ халыҡ.

Арала йәшерәк бер егет, кәпәсен ҡырынайтып, кәзәкей сабыуҙарын артҡа ебәреп, бөйөргә таянып алып:

– Ҡуйсәле, нимәһенә батша заманындағы кешене һайларға ти, ваҡытында йөрөп, йортто байтаҡ ашаны бит инде... Етер, хәҙер батша заманы түгел, хөрриәт, – тип һөрәнләп ебәрҙе. Был тауышҡа ҡушылып тағы ла башҡалар бер ауыҙҙан:

– Шулай... Шулай... Хөрриәт... хөрриәт!.. – тип ҡысҡырҙылар.

– Шулай булғас, нимәһенә боронғо ҡылыҡты ташламайбыҙ? Һайлайыҡ бына Баһауҙы, – тип Әтеүләй ҡушаматлы берәү күтәрелде.