Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Юлай Ғәйнетдинов

Беренсе Донъя һуғышы башланыуға –100 йыл

«Ир баштары ҡайтмаҫ ер түгел...»

1939 йылда Вена Фәндәр академияһы тарафынан немец телендә “Рәсәй әсирҙәренең йырҙары” исемле ике томлыҡ хеҙмәттең икенсе бүлеге баҫылып сыға. Башҡорт йырҙарына бағышланған был китаптың барлығы Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы, тарих фәндәре докторы, профессор Иҫәнбикә Туған аша билдәле булды (“Рәсәй әсирҙәренең йырҙары”. Зилиә Рәйемғужина, Әхәт Сәлихов. “Ватандаш”, 1998 йыл, №4).

Был йырҙарҙы Беренсе Донъя һуғышы йылдарында әсиргә төшкән башҡорт һалдаттарынан немец ғалимдары яҙып алған булған. Башҡортса йыр текстарының транскрипцияһы һәм тәржемәһе доцент доктор Герберт Янски һәм доктор Ғәлимйән Таған тарафынан эшләнгән. Был турала Герберт Янски бына нисек яҙа:

“Был томдың икенсе бүлегендә, тәүҙә уйлағанса, Ҡазан татарҙары, мишәр һәм көнбайыш себерҙәрҙең йырҙары түгел, ә башҡорт йырҙары баҫылды. Алдан уйланған пландың үҙгәртелеүенә ҡыуаныслы сәбәп шул. 1930 йылдан алып 1931 йылға тиклем Венала минең хөрмәтле башҡорт дуҫым доктор Ғәлимйән Таған әфәнде туҡтаны. Алда һүҙ барасаҡ башҡорт йырҙарын эшкәртеү ауырлығы бар ине. Эшемдең башынан уҡ был ауырлыҡты тойоп маҡсатымды башҡарып сыға алырмынмы, тигән уйға ҡалдым. Уның хеҙмәттәшлеге тәүге планды алмаштырырға мәжбүр итте. Башҡа йырҙар быларҙан һуң да сыға алыр. Доктор Ғәлимйән Тағандың көсө һәм ҡатнашлығы ошо эшкә уңыш килтерҙе. Был баҫмабыҙҙы ул үҙ иленең йырҙарын үҙе йырлап күрһәтеп байытты һәм беҙ профессор Лах тарафынан йыйылған йырҙарҙы бергәләп баҫтыра алдыҡ. Томдың баһаһын күтәргән тулыландырыуҙарға рөхсәт биреүҙәре өсөн үҙем һәм Ғәлимйән Таған исеменән Бөйөк Вена Фәндәр академияһына, профессор Лах әфәндегә рәхмәт әйтәбеҙ.

Был бәхет йондоҙо аҫтында башланғайны. Ул аҙағына тиклем беҙгә ярҙам итергә тейеш ине. Һәм эшебеҙ бөтөүгә яҡынлашҡас, һис кем түгел, ә халҡының бөйөк улы, дуҫым, профессор, доктор Әхмәтзәки Вәлиди килеп сыҡты. Венала булған сағында ул минең менән осрашты, эшем хаҡында һөйләште, ҡиммәтле кәңәш һәм аңлатмалар бирҙе. Аңлатмалар яҙғанымда уларға ҙур иғтибар бирҙем. Халҡы менән тығыҙ бәйле, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен, шулай уҡ хәҙерге фән методикаларын белгән ике башҡорт ғалимы ҡатнашлығында ошо китаптың баҫылыу шарттарын идеаль тип әйтеүҙән тағы ла ҙурыраҡ баһалама юҡтыр. Ваҡыттарын һәм тырышлыҡтарын һалып, халҡының йырҙарынан һәйкәл ҡуйыу теләгенән башҡа теләктәре булмаған дуҫтарыма тағы ла бер мәртәбә рәхмәт әйтәмен. Том өҫтөндә тырышып эшләүҙәре, дуҫтарса бер күңелдән башҡарыуыбыҙ, уртаҡ хәтирәләребеҙ, фән өлкәһендәге дуҫлығыбыҙ мине бик ныҡ ҡәнәғәтләндерҙе.”

Томға профессор Лах әсирҙәр лагерында фонографҡа Шәһәрғәзе Күсәмешевтан (крәҫтиән, 35 йәш, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Бөрйән волосы Булат ауылында тыуған, хәҙерге Әбйәлил районы) яҙып алған өс йыр, Исмәғил Ғәлиәхмәтовтан (крәҫтиән, 33 йәш, Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе Тамъян-Түңгәүер волосы Амангилде ауылында тыуған, атаһы – Ғәлиәхмәт, әсәһе – Көнсөбикә, хәҙерге Әбйәлил районы Амангилде ауылы) яҙып алған ете йыр, Солтанғәзе Мәүлетовтан (сығышы тураһында мәғлүмәт юҡ. Профессор Лах был, шикһеҙ, оҫта йыраусыны бер нисә тапҡыр фонографҡа яҙа. Үҙе тураһында мәғлүмәттәр яҙып өлгөрмәгән, сөнки һуңғы килгәнендә Солтанғәзе Мәүлетов икенсе лагерға күсерелгән була – Ю.Ғ.) яҙып алған егерме ике йыр, шулай уҡ Герберт Янски менән бергә эш мәлендә Ғәлимйән Тағандан яҙып алынған ун өс йыр ингән. Был йырҙарҙың ғәрәп һәм латин яҙмаларында башҡортса тексы һәм шулай уҡ немец теленә тәржемәһе, нота яҙмалары (Ғәлимйән Тағандан яҙып алынған йырҙарҙың нота яҙмалары юҡ, күрәһең әҙерләп өлгөрә алмағандар – Ю. Ғ.) баҫылған. Йырҙарының паспорттарынан күренеүенсә, Шәһәрғәзе Күсәмешев һәм Исмәғил Ғәлиәхмәтов бер үк көндә, бер-бер артлы йырлап яҙылғандар. Күрәһең, яҡташтар әсирлектә бер-береһенән айырылмаҫҡа тырышҡандар, хатта бергә килеп йырлағандар. Фонографҡа яҙылған информаторҙарға сигарет кеүек ваҡ-төйәк гонорарҙары ла булған, ә тартмаған кеше сигаретты лагерҙа икенсе нәмәгә алмаштыра ала бит инде. Гонорарға ҡыҙығып йырлағандары ла булғандыр инде. Шуға ла иғтибар итергә кәрәктер: Күсәмешевтың да, Ғәлиәхмәтовтың да, Мәүлетовтың да репертуарында “Ашҡаҙар” йырының булыуы шул дәүерҙә “Ашҡаҙар” йырының ни хәтле популяр булыуы хаҡында һөйләй. Оло йәштәге яҡташтарынан һорашып ҡараным, Шәһәрғәзе Күсәмешев һәм Исмәғил Ғәлиәхмәтов тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт әйтә алманылар, ә Солтанғәзе Мәүлетовтың ҡайҙан икәне лә билдәһеҙ. Шулай ҙа, Солтанғәзе Мәүлетовтың репертуарында “Һаҡмар” йырының булыуы, ә был йыр Һаҡмарҙың түбәнге ағымында, үҫәргәндәрҙә, сыҡҡан, шул төбәктә таралған, уның сығышы тураһында фараз итергә мөмкинлек бирә.

2008 йылда Вена һәм Берлин фонограммархивтарында (Был архивтар XX быуат башында ойошторола, тәүге осорҙа йәмәғәт башланғысында эшләй. Әйтәйек, Ер шарының төрлө тарафтарына юлланған миссионерҙарға фонограф биреп сығара торған булғандар һәм һәүәҫкәрҙәр тарафынан яҙылған шул яҙмалар бөгөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Беренсе Донъя һуғышы башланғас, әсирҙәрҙең лагерҙарында әллә ҡайҙарға бармай ғына ла төрлө халыҡтарҙың рухи ҡомартҡыларын яҙып алыу мөмкинлеген файҙаланырға булалар. Этнограф, музыка белгесе, лингвист һ.б. белгестәрҙән торған комиссия төҙөлә, махсус һорауҙар әҙерләнә һәм йөҙәрләгән милләт вәкилдәренең һөйләү үрнәктәрен, ауыҙ-тел ижады өлгөләрен, шул иҫәптән йырҙарын яҙып алалар.), Берлинда Гумбольд исемендәге университеттың Лаутархивында һаҡланған башҡорт йырҙарының яҙмаларын юллап сыҡҡан сәфәребеҙҙә Вена фонограммархивында, шул иҫәптән Ғәлимйән Тағандың йыр яҙмаларын (“Әрме”, “Матур ҡыҙ”, “Искәндәр”, “Төхфәт кантон”, “Елгилде”, “Зәки Вәлиди” йырҙарының яҙмалары һаҡланған – Ю.Ғ.) тыңлау һәм уларҙың күсермәләрен алып ҡайтыу бәхете эләкте. Шуныһын әйтеп үтмәһәм яҙыҡ булыр: был сәфәрҙең уңышлы барып сығыуы, ғөмүмән, сәфәрҙең булыуы халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыларының әһәмиәтен тәрән аңлаған, ул саҡтағы Башҡортостан хөкүмәте министры Фәтих Мөхәмәтйән улы Ҡаҙаҡбаевтың ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине.

Зәки Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр”ендә дуҫы, көрәштәше Ғәлимйән Тағандың йыраусылыҡ маһирлығына ифрат юғары баһа бирә: “Ул кистә Ғәлимйән Таған менән дуҫы Горфи Иштван мине һәм Хөсәйен Намыҡты бик яҡшы бер ресторанға саҡырып, мадьяр аштары һәм тоҡай шараптары менән һыйланы. Был ҡеүәтле шарап булып сыҡты, төн уртаһында сәғәт берҙәр тирәһендә ресторандан сыҡҡанда өсөбөҙ ҙә (Абдулҡадир Инан да бергә була – Ю.Ғ.) башҡортса йырлай инек. Доктор Таған ғәжәп моңло итеп бер-бер артлы бик күп башҡорт йырҙарын йырланы. Мадьяр ҡатындары тәҙрәләрен асып тыңлай…”

   (Европанан Төркиәгә. Будапештта. 1925 йыл, май айы.)

2003 йылда Ҡурған өлкәһенең Сафакүл, Әлмән райондарында үҙҙәренең төбәгенең һирәк йырҙарын йырлаған, был төбәккә генә хас булған башҡарыу үҙенсәлектәренә эйә булған оҙон көй оҫталары ҡатнашыуында “Хазина” тапшырыуҙары әҙерләргә насип булды, һәм Вена фонограммархивында һаҡланған Ғәлимйән Тағандың яҙмаларын тыңлағандан һуң, Зәки Вәлидиҙең баһаһында һис кенә лә арттырыу юҡ, тип ҡыйыу раҫлай алам. Тағандың яҙмаларын тыңлағанда шуға инанаһың: Ғәлимйән Таған – үҙ яғының башҡарыу үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен, һирәк йырҙарын тәрән белгән мәшһүр йыраусы булған, юғары тауыш (башҡорт йыраусыларының был үҙенсәлегенә С.Рыбаков һ.б. иғтибар иткән – Ю.Ғ.) менән йырлаған. Һәм тағы: Ғәлимйән Таған йырҙың мәғәнәһен тәрән тойоп, иҫ киткес рухлы йырлай, һөҙөмтәлә уның башҡарыуында йырҙың һүҙ мәғәнәһе һәм көйө бер бөтөнгә әйләнә.

Вена архивында фотодискта шулай уҡ хәҙерге Көйөргәҙе районы Мотал ауылынан Рәхмәтулла Туйгилдиндың йыр яҙмаһы һаҡлана икән, уның күсермәһен дә алып ҡайтырға насип булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙма бик үк яҡшы һаҡланмаған, бер аҙ “йөҙә”, шулай ҙа Рәхмәтулла Туйгилдиндың оҫта йыраусы икәне һиҙелә. Йырының йөкмәткеһе үҙенең яҙмышына ауаздаш булыуынан да, йәғни осраҡлы йыр йырламағанынан (борондан халыҡ сәнғәте маһирҙары урынына, хәл-ваҡиғаһына ҡарап йырын, көйөн башҡарған – Ю.Ғ.) уның йыраусылыҡ кимәле күренә:

Яйыҡ менән Һаҡмар араһында

Арыҫлан, ҡарҫаҡ ятмаҫ ер түгел.

Ҡайғырмайыҡ, дуҫтарым, һис көймәйек,

Ир баштары ҡайтмаҫ та ер түгел…

Рәхмәтулла Туйгилдиндың йыр яҙмаһының паспортында (2612-се һанлы) 33 йәштә, атаһы Мотал ауылынан, әсәһе Ҡунаҡбай ауылынан тип яҙылған. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт тарих архивы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт – Рәхмәтулла Туйгилдиндың тыуыу тураһында метрикаһын таптылар: 1882 йылдың 2 декабрендә Түбәнге Мотал ауылында тыуған, атаһы – Ғарифулла, әсәһе – Фатима. Сығыштары Көйөргәҙе районының Түбәнге Мотал ауылынан булған Туйгилдиндәрҙең байтағы менән танышмын, әммә береһе лә Рәхмәтулла Туйгилдин тураһында белмәй. Тыуған иленә ҡайтырына өмөтләнеп йырлауын йырлаған да ул, ҡайта алғанмы, юҡмы – билдәһеҙ. 

Берлин фонограммархивында фотоваликтарҙа Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Преображенскиҙән (хәҙерге Йылайыр районының үҙәге Йылайыр ауылы) Исламғол Хәмзиндың һәм Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Байыҡ ауылынан (хәҙерге Ишембай районы) Әхмәтгәрәй Хәмитовтың йыр яҙмалары һаҡлана.

Берлинда Гумбольд исемендәге университеттың Лаутархивында (Тауыш архивы) грампластинкаларҙа Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Темәс ауылынан (хәҙерге Баймаҡ районы) Ильяс Ғибәҙәтов башҡортса һандар, төҫтәр, ҡош-ҡорт, йорт хайуандары һ. б. әйтеп яҙҙырған, Силәбе өйәҙе Ҡоншаҡтан Хәйрулислам Бәҙретдинов төрлө көләмәстәр һөйләп яҙҙырған.