Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Флүр Ғәлимов

Аҙғын тәүбәһе

Трилогия

Беренсе китап

ТӘН ҒАЗАБЫ

Өсөнсө бүлек

Эшҡыуарҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш-мәшәҡәттәре менән көнө буйы сабыулап, Салауат киске сәғәт туғыҙҙа ғына өйөнә ҡайтып инде. Йыуынып-сайынып алғас, киске ашты ашап та тормайынса, кисә һөйләшелгәнсә, каналға баҫты ла күҙҙәрен йомдо. Сөнки каналдар аҫтында күҙҙәрҙе йомоп тороу шарт ине.  Ныҡлы тулҡынланыу кисерҙе, йөрәкһеү тойғоһона бер аҙ ҡыҙыҡһыныу ғәләмәте лә ҡушылғайны.

Лилиә эзотерик музыка уйнатып ебәрҙе. Үҙе белгән серле код һүҙҙәрен ауыҙ эсенән генә шыбырлағандан һуң устарын уның күкрәгенә ҡуйҙы. Шунда уҡ тиерлек устарынан йылы ағылды. Бер-бер артлы бөтөн чакраларын да асып ебәргәс,  Лилиә ире эргәһенән китеп, ҡаршылағы диванға барып ултырҙы.

Салауат күңелгә ятышлы моң ыңғайына еңелсә генә сайҡала башланы, гүйә, талғын ғына диңгеҙ тулҡындарында бәүелә…

Уйҙар, уйҙар... “Ситлек-тәгәрмәс эсендәге тейен кеүек сабам. Донъя тәгәрмәсе бер туҡтауһыҙ әйләнә лә әйләнә. Көн артынан көн, аҙна артынан аҙна, ай артынан ай, йыл артынан йыл уҙа. Ваҡыт тигән арғымаҡ шундай етеҙ елә, артынан етермен тимә. Ваҡыт-арғымаҡҡа тағылған донъя тәгәрмәсен кем генә ҡыуып етә алған икән?..

Ҡалаға ҡабат күсеп ҡайтыуыбыҙға ете йыл тулып килә. Был йылдар күҙ асып йомған арала үтте. Ете йыл буйына мал артынан ҡыуып, мөғжизәле ижад донъяһынан алыҫлашҡандан алыҫлашам. Тәүҙәрәк, үҙемде ғәйепле тойоп, ғазаплана инем. Аҙағыраҡ, бына ошо ғына мөһим эштәремде теүәлләйем дә, күптән яҙырға хыял иткән картинама тотонасаҡмын, тип үҙемде йыуатҡан була торғайным. Йылдар үткән һайын йөрәгем ялҡыны һүрелә барып, ижад ҡомары ла һыуынғандан-һыуына барҙы. Ә ниндәй ғәжәйеп, кинәйәле ижади төштәр керҙе миңә… Һәм төштәремдә күҙ йәштәрем түгелде. Ҡайһылай бай фантазиялы ине ул төштәр. Талантым, музам нисә тапҡыр төштәремә инеп, ижадҡа әйләнеп ҡайтырға саҡырҙы бит мине…

Өҫтән мәғлүмәт төшөрҙөләр: картиналарыңа тотонмаһаң, Аллаһы Тәғәлә талантыңдан мәхрүм итәсәк, тигәйне Лилиә иртәнсәк. Ҡатынымдың был һүҙҙәре йөрәгемде өтөп алды. Эй, Аллам, ҡарарыңды кисектереп тор инде, зинһар! Мин ижадҡа әйләнеп ҡайтасаҡмын. Миңә бағлаған өмөтөңдө аҡлармын, иңдәремә һалынған бурысымды үтәрмен, тик үҙем генә яҙа аласаҡ әҫәрҙәремде ижад итермен.

Эй, Хоҙай Тәғәләм, мине яҡты донъяға яралтҡаның, ҡатыным, балаларым өсөн сикһеҙ рәхмәт инде үҙеңә.

Ижад итеүҙән туҡталып ҡалыуҙы ҡасандыр оло фажиғәгә тиңләй инем. Сөнки ул минең өсөн һәр саҡ иң беренсел булды. Хатта ғаиләмде лә икенсе урынға ҡуя торғайным. Ғаиләм – тәүмаҡсат булһа, ижадым – төпмаҡсат ине. Ләкин алтын буғаға атланып, бөтөн донъябыҙҙы бәреп-емереп килеп ингән ҡырағай капитализм ғали йәнәптәре был ҡарашымды “һә“ тигәнсе сәғәт-минутта үҙгәртеп, ғаиләмде беренсе урынға күсертте. Сөнки, ир-егет булараҡ, ғаиләмде фәҡирлектә йәшәтә алмай инем.

Ижад – бөтөн күңелеңде, йөрәгеңде, аҡыл көсөңдө үҙенә һалыуҙы, хатта тормошоңдо үҙенә бағышлауҙы талап итә. Һораған ҡорбанын алмаһа – йүнле емештәрен бирмәй. Алтын буға ла шул хаҡты көҫәй. Улар икеһе лә еңел-елпе менән генә мөрхәтһенмәй шул…

Миңә ижад итә башларға ҡушылған… Был – бит минең иң мөҡәддәс хыялым. Сүллектә аҙашып, һуңғы сиккә етеп сарсаған, бер йотом һыу уртларға зар-интизар мосафир һымаҡ хыял итәм дәһә ижад тураһында. Ижадтың татлы ғазаптары, илерткес шатлыҡтары – улар бит минең өсөн иң хозур нәмәләр ине. Донъяның иң мауыҡтырғыс рәхәтлектәренән дә өҫтөнөрәк торған юғары ләззәт ине. Әҫәр яҙған саҡтарымда ниндәй ҡәнәғәтлек, эске кинәнес, рухи күтәрелеш тоя инем. Ҡанатланған йәнем ете ҡат күктәргә ашып кәйелеп оса торғайны.

Ижад бәхетен тағы ла татырға насип булырмы миңә?.. Әле ай кәмеүгә бара. Шуға күрә ниндәйҙер яңы әҫәр башлауҙан тыйылыбыраҡ торормон. Бөгөн 2001 йылдың  14 марты, ә яңы ай  26-да тыуа, шул көндө яңы әҫәргә тотонормон. Йылдар буйына эсемә йыйылған хис-тойғолар бушағансы, рәхәтләнеп яҙырмын.

Нисәмә йылдар буйына тотҡарланып торғандан һуң ижади стихияға ҡабаттан инеп китеүе анһат булмаясағын яҡшы аңлайым. Мин бит бәғзеләр һымаҡ ҡасан теләйем, шул саҡта яҙа алмайым. Яҙа башлар алдынан әллә күпме ваҡыт күңелемде, йәнемде көйләйем әле.

Их, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса, кеше һүҙенән дә өркмәйенсә, ни теләйем – шуны яҙа алһам ине! Минең өсөн иң хәтәр цензор, әлбиттә, Лилиә инде… Әҫәрҙәремде үҙенсә аңлап, ул көнләшәсәк һәм үсегәсәк. Был – көн кеүек асыҡ. Әҫәрҙәрем менән ҡатынымды ҡыйырһытыуҙан ҡурҡам икән, тимәк, тулыһынса ижади азатлыҡҡа ирешеп етмәгәнмен әле. Эске азатлығы ҡыҫылған рәссам ысын ижадсы бейеклегенә күтәрелеп, бөйөк әҫәрҙәр яҙа аламы икән һуң?.. Ғүмерҙә лә онотолмаҫ беренсе мөхәббәтемдең йәш саҡтағы портретын берәй заман яҙа алырмынмы икән? Мин бит был турала ғүмер буйы хыял иттем.

Тормошом бит ваҡиғаларға иҫ киткес бай, ҡатмарлы булды. Шул арҡылы күңел сәхифәләрем – ғәжәйеп, ә тормош тәжрибәм – уникаль. Сюжеттарым – ғүмер буйы яҙһам да бөтөрлөк түгел. Теге этюдтарымды эҙләп табып, иң түргә һалып ҡуясаҡмын. Ижадҡа әйләнеп ҡайтыр, ижад стихияһына инеп китер өсөн  эште этюдтарҙан башларға кәрәк…

Бизнес… Алтын буға, аҡса ҡөҙрәте үҙенән ысҡындырырға теләмәй шул, ныҡ тота. Ул мине тулыһынса әүрәтеп, ғүмер буйы артынан эйәртеп йөрөтөп, бер мәлде бөтөнләй аҙаштырып, ижадымдан мәхрүм иттермәҫме икән? Нисек тә, быға юл ҡуймаҫҡа тейешмен. Ә бәлки, кәсебемде сәғәт һымаҡ көйләп, ышаныслы идарасы яллаһам, ижад менән шөғөлләнә алырмын?..

Нисек булһа ла, үҙемдең төп шөғөлөмә, йәшәү мәғәнәмә, ижадыма әйләнеп ҡайтып, үҙ миссиямды үтәргә бурыслымын...”

Ошо мәл үҙен диңгеҙ тулҡындарында талғын ғына сайҡалған кәмә һымаҡ хис иткән Салауатты күҙгә күренмәгән ниндәйҙер көс ҡапыл дер һелкетергә тотондо. Әйтерһең, әле генә тыныс бәүелгән диңгеҙҙә көтмәгәндә шторм башланды. Был хәлдә ун биш минут самаһы хитланғандан һуң, ниһайәт, бөгөнгө сеанс тамамланды.

Салауат, аһ та уһ килеп, диванға ултырҙы. Маңлай тирен һөрткәс:

– Үәт кәрәкте бирҙеләр – дер һелкеттеләр, – тине.

– Ошолай дер һелкетеп, йылдар буйы йыйылған бысраҡтарынан, гонаһтарынан, зина ҡылыуҙарынан таҙартабыҙ, үҙ асылына ҡайтарабыҙ, тигән мәғлүмәт төшөрҙөләр өҫтән, – тип аңлатты Лилиә.

– Ике аҙна буйына дер һелкетерҙәрме   ни?

– Үҙҙәре беләләрҙер инде…

Ошолай итеп, Салауатты “посвящение“ға әҙерләүҙең тәүге көнө үтеп китте.

* * *

Икенсе көндө лә Салауат киске туғыҙҙарҙа ғына ҡайтып инеп, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрен теүәлләгәс, каналға баҫып, күҙҙәрен йомдо һәм күңеленә үтеп инерлек моң ыңғайына әкрен генә тибрәлә башланы. Ғүмере буйы хәтер һандығында ҡәҙерләп һаҡлаған балалыҡ хәтирәләре күңел күҙе алдынан үтте.

Өй эсе яп-яҡты ине. Салауат бишектә ята. Ул бөтөн тәнендә еңеллек, рәхәтлек тоя. Әммә бер аҙҙан уға ҡыйын була башланы. Сөнки һикелә йоҡлаған әсәһенә һыйынып ятҡыһы килде.

Салауат шул уҡ сәңгелдәктә. Өйгә ингән һәр кеше “мәкән” тип йылмайып, уның танауын ҡыҫа. Салауатҡа уларҙың был ҡылыҡтары бик тә оҡшамай. Сөнки “мәкән” һүҙен ишетһә – күҙ алдына ҡарағусҡыл һары төҫ килә. Ә ул был төҫтө яратмай. Бер аҙ үҫә төшкәс, һары төҫтә булған өсөн бал да, май ҙа ашаманы. Ҡағыҙы һары булһа – хатта кәнфиттән дә йөҙөн борҙо.

Апаруҡ йылдар үткәс, әсәһе әйтте: “Бәпес сағыңда бигерәк мәкән инең. Күрше апайҙар менән танауыңды ҡыҫып, һиңә танау яһаныҡ”.

Салауат тәҙрә төбөндә, урамда сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән малайҙарҙы күҙәтеп ултыра. Көн шул тиклем   яҡты. Тәҙрә алдындағы ҙур ғына күләүектә боҙ киҫәктәре йөҙөп йөрөй. Бер малай эйелеп, уларҙың береһен ҡулына алғайны, боҙ киҫәге ҡояш нурҙарында сағылып, емелдәп-емелдәп китте. Малай боҙҙо ауыҙына ҡабып тәмләп ҡараны ла, йөҙөн йәмерәйтеп, күләүеккә кире ташланы. Шунан Салауатты шәйләп ҡалып, тәҙрә төбөнә килде, бер аҙ ҡарап торғас, ҡапыл “Та-а!” тип ҡурҡытты. Бер нисә көндән Салауат та урамға сыҡты. Быймалары менән шаптырҙатып, теге күләүекте кисеп сыҡты. Һалҡынса һыу быймаһы аша аяҡтарына рәхәт итеп үтте.

Көндәр ныҡлы йылынып, йорт алдын йәм-йәшел үлән ҡаплағас, Салауат урамға сыҡҡайны, хайран ҡалды: унда ҡояш төҫөндәге бәләкәс кенә бәпкәләрен эйәртеп ҡаҙҙар йөрөй. Ә ҡыуанысы эсенә һыймаған ата ҡаҙ, ем һауыты өҫтөндә бөтөн донъяһын онотоп, тыпырҙатып бейеп тора. Шундай матур, тере ҡояш йомғаҡтары Салауатты  арбаны. Ул бәпкәләргә яҡын килгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Быны күреп ата ҡаҙ бейеүенән ҡапыл туҡтаны ла, ҡанаттарын йәйеп, оҙон муйынын һоноп “ҡа-ҡа-ҡа!” тип уҫал ҡаңҡылдап, Салауатҡа ташланды. Йәш ярымлыҡ Салауатҡа ата ҡаҙ бик ҙур һәм ҡурҡыныс януар булып  күренде. Ысынлап та, ата ҡаҙ унан байтаҡҡа ҙурыраҡ ине. Ата ҡаҙ ажарланып уны ҡанға туҙҙырып таланы: битен, муйынын, ҡулдарын суҡыны. Салауаттың уға ҡаршылыҡ күрһәтергә лә, тороп ҡасырға ла мөмкинлеге булманы. Ярай әле, өләсәһе өйҙән йүгереп сығып, уны яуыз ата ҡаҙҙан һалдырып алды.

Ата ҡаҙҙың суҡыш эҙҙәре бер аҙ уңалғас, Салауат йәнә ишек алдына сыҡты. Ҡаралты эсендә йөрөштөргәндә мунса соланына инде лә ҡатып ҡалды – унда ҡаҙ бәпкәһе   ята!   Әле ҡасан ғына “Би-пи, би-пи!” тип шатлыҡлы бипелдәй-бипелдәй йәшел үлән суҡып өҙөп йөрөгән, тере ҡояш йомғағылай матур бәпкәнең үлеме Салауатты тетрәндерҙе. Меҫкен бәпкәне йәлләп, ул илай-илай өйҙәренә йүгерҙе.

Салауаттың Ғәли исемле дуҫы бар. Уны үҙенән өлкәнерәк апайҙары “бәлеш” тип атап йөрөтә, ә атаһы “Ғәли батыр” тип осондора. Улар дуҫлашҡан саҡта Ғәли атламай ине әле. Уны Салауат атларға өйрәтте. Бына улар икәүләп ишек алдында уйнап йөрөйҙәр.

– Мин йырларға өйрәндем әле! – тип Салауат шатлығы менән уртаҡлаша. – Йырлап күрһәтәйемме?

– Күлһәт, – ти дуҫы.

Салауат илһамланып “йырлап” ебәрә:

– Лә-лә-лә, лә-лә-лә… – туҡтап, Ғәлигә өндәшә: – Йәле, һин дә йырла.

– Лә-лә-лә-лә, – тип ҡабатлай дуҫы.

Ләкин уның йырлауы бик матур түгел, ауыҙы эсендә бутҡа бешергән һымаҡ.

Салауат уны  арыуыраҡ итеп йырларға өйрәтергә тырыша:

– Улай түгел, ошолай йырлайҙар: лә-лә-лә, лә-лә-лә…

Ғәли дуҫы   тырышып ҡарай, тик килеп сыҡмай.

– Уның улынына, мин һүгенә беләм!

– Йәле, нисек итеп?

– Инәңдең, тип. – Ғәли, өҫтөнлөклө ҡиәфәттә, ауыҙын йыра. – Атайымдан өйләндем. Ул кисә иҫелеп ҡайтҡайны, шулай   һүгенде.

Салауат уйға ҡалды: атайҙар шулай, араҡы эсеп иҫереп, һүгенеп йөрөй торған кеше була микән ни?.. Ул әлегә атаһын бер   ҙә күргәне юҡ. Әммә өләсәһенең  арҡаһынан һөйөп әйткәнен яҡшы хәтерләй: “Атайыңдың йөрөмтәл холҡо арҡаһында тыумаҫ борон уҡ йәтим ҡалдың шул, балаҡайым”.

Оҙаҡламай Салауат күрҙе атаһын тәүге тапҡыр. Әсәһе уны солан алдындағы таш тупһаға баҫтырып, һыу ҡойондороп йыуындырғайны. Әлбиттә, был уға оҡшаманы, сөнки әҙерәк өшәнес булды. Йәйге кистең бер аҙ һалҡынсараҡ, ә һауаның шундай саф булыуын, бөтөн донъяның, нисектер, геүләп торғанын һаман иҫләй Салауат.

Ниһайәт, әсәһе уны ҡултығы аҫтына ҡыҫтырып, өйгә алып инде. Салауат уның ҡулдарынан ысҡынды ла, һике аҫтына кереп ҡасты һәм, әсәһен үсекләп, ҡысҡырырға кереште: “Күнәкәс! Күнәкәс!” Күнәкәс – әсәһенең ҡушаматы ине. Аҙаҡ белеүенсә, төптән йыуантыҡ кәүҙәле булғанға күрә, өләсәһе уның әсәһен “күнәкәсем” тип иркәләгән икән. Быны кемдер ишетеп ҡалған һәм ҡушаматты әсәһенә йәбештергәндәр ҙә ҡуйғандар.

Шул саҡ өйгә кемдер инде. Әсәһе уға әйләнеп ҡарағас, Салауатҡа өндәште:

– Сыҡ, ана атайың һине күрергә килгән.

Салауат ҡыҙыҡһынып, һике аҫтынан ғына үҙҙәренә килгән кешене күҙәтте. Былай матур ғына икән һәм… һәм уның пинжәгенә беркетелгән ялтырап торған нәмәне күреп ҡалып, шул әйбергә төбәлде. Атаһы уны ҡулына алып иркәләне, ә Салауат янып торған нәмәнән күҙен алманы.

Аҙаҡ әсәһе әйтеүенсә, уны арбаған был нәмә “Дружба” значогы булған икән. Атаһы сығып киткәс, әсәһе уға һорау бирҙе:

– Атайың тағы килһенме?

– Килһен, – тине Салауат, “Дружба” значогын күҙ алдына килтереп һәм эсенән уйлап ҡуйҙы: “Атай шулай була икән…”

Аяҙ көн. Әкрен генә йылы ел иҫә. Әсәһе, Шаһиҙулла исемле үгәй атаһы һәм Салауат автобустан төштөләр ҙә, ялан юлы буйлап йәйәүләп киттеләр. Яңыраҡ әсәһе кейәүгә сыҡҡайны, әле үгәй атаһының ауылына йәшәргә китеп барыштары.

Дүрт йәш ярымлыҡ Салауаттың әлегә алыҫ юлға тәпәйләгәне юҡ, шуға күрә уға ауырыраҡ. Бер аҙ атлағас, ул арып та өлгөрҙө:

– Нисауа,  әллә  ни  йыраҡ  түгел,  һигеҙ  генә  саҡрым, – тип йыуатты уны үгәй атаһы. Әҙерәк мыжыштырғылай башлаған Салауатты әүрәтмәк өсөн ул бейек тауға күрһәтте:

– Ҡарале, ниндәй бейек тау, ул – Шәкетау.

Салауат хайран ҡалып Шәкетауға баға. Уның бындай бейек тау күргәне юҡ бығаса. Ғәжәп икән! Тау башында бәләкәй генә уйынсыҡ машиналар йөрөй.

– Уйынсыҡ машиналар нимә эшләп йөрөй унда? – тип һораны Салауат аптырап.

– Уйынсыҡ түгел, улар ысын машиналар – “Белаз”дар, Стәрлегә Шәкетау ташын ташыйҙар, – тип аңлата Шаһиҙулла атай.

– Нишләп ысын булһын инде, ысын машиналар ҙур була, – тине Салауат, уға ышанмайынса.

– Был машиналар ҙа ҙур ул, алтмышар тонналы. Ныҡ бейектә булғанға, уйынсыҡ машина кеүек бәләкәй күренәләр. 

– Ә-ә...

Салауат таң ҡалып  торҙо. Шаһиҙулла атайҙың һүҙҙәрен уның аңы ҡабул итә алмай әле.

– Ярай, әйҙәгеҙ, атлайыҡ, тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк. – Ул, Салауатты  елкәһенә атландырып ултыртты ла, ҡыҙыу аҙымдар менән алға атланы.

Салауатҡа был юл бик оҙон тойолдо. Ниһайәт, барып еттеләр. Өйгә инер алдынан әсәһе уға былай тип өйрәтте:

– Улым, өйҙә беҙҙе бер әбей ҡаршылар. Һин ингәс тә, эргәһенә бар ҙа “Һаумы, өләсәй” тип иҫәнләш, йәме…

– Минең өләсәйем бар ҙа инде, ул ауылыбыҙҙа ҡалды, – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Салауат.

– Ярай инде, һиңә ҡыйын түгел дәһә “һаумы өләсәй” тип әйтеүе, бында тағы бер өләсәйең булыр…

Салауат ризалығын белдереп баш ҡаҡты. Өйгә ингәс тә ул туп-тура үҙҙәрен ҡаршылаған әбей ҡаршыһына барып:

– Һаумы, өләсәй, – тине. Әбей уға аптырабыраҡ ҡараны:

– Мин һиңә өләсәй түгел дә инде…

Өммикамал исемле үгәй өләсәһе уларҙы әллә ни асыҡ йөҙ менән ҡаршыламаны. Ләкин бер аҙ ваҡыт үткәс, Салауатты ныҡ   ярата башланы: урамдан эҙләп алып ҡайтып ашатты, сабындырып мунса индерҙе, күрше ауылда кейәүҙә торған Фәниә исемле оло ҡыҙына ҡунаҡҡа алып барҙы. Үгәй өләсәһенең үҙ ейән-ейәнсәрҙәре лә бар ине, әммә ул, нишләптер, Салауатты яҡыныраҡ күрҙе.

Үгәй атаһы ла Салауатты үҙ балаһындай күреп яратты, ҡайҙа барһа ла эйәртеп йөрөнө, уға ағастан төрлө уйынсыҡтар яһап ҡыуандырҙы. Ял итергә ятып торһа, эргәһенә һалып ятҡырҙы.

Ләкин әсәһе Салауатты иҫкәрткәйне: Шаһиҙулла атайың “Һе-һе” ти башлаһа, шунда уҡ унан ҡас, әтеүсә, быумаһы тотоп, һине яңылыш эләктереп алып, быуып ҡуйыр. Шуға күрә Салауат уның эргәһендә бик һаҡ ятты, үгәй атаһы ауырый башлаһа, шунда уҡ ситкә тартылды. Шаһиҙулла атай, эпилепсия тота башлаһа, ни эшләгәнен үҙе белмәйенсә, ауыҙынан аҡ күбек ағып тулап, тартышып ята. Уның быума өйәнәге теләһә ҡайһы ваҡыт һәм теләһә ниндәй урында тоторға мөмкин.

Яңыраҡ шулай, һыу инергә барғайнылар, үгәй атаһы һыу эсендә ауырып китте лә аяҡ-ҡулдарын тарбаңлатып бата башланы. Сыр-сыу килешеп, бөтөнөһө лә ярға уҡталды. Сыҡҡас, айыу бейетәләрме ни, бармаҡтары менән  күрһәтеп, көлөшөп торҙолар.

Ә Салауат был мәлдә илай-илай яр буйлап йүгереп йөрөнө. Үгәй атаһын ҡотҡарыр ине, уға әле биш кенә йәш шул, бер нисек тә көсө етмәйәсәк. Ни йөҙә белмәй.

Ниһайәт, бер олораҡ егет “тамаша ҡылыусыларҙан” айырылды ла, ҡабаланмай ғына һыуға төшөп, Шаһиҙулла атайҙы ярға сығарып һалды. Үгәй атаһы бер аҙ ятҡас, һыу ҡоҫто ла иҫенә килде.

Йәнә лә сыуаҡ йәйге көн. Үгәй атаһы менән Салауат етәкләшеп ат һарайына китеп баралар. Бесәнгә барыр өсөн уларға ат һорап алырға кәрәк. Салауаттың күңеле күтәренке, сөнки ул уғата ат ярата. Берәй ҡасан үҙҙәренең дә аты булыр, тип хыяллана.