Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәлифә Кашапова

Гүзәллек ҡосағында

Ялан-ҡырҙар балаһы беҙ,

Урман-күлдәр һөйәбеҙ.

Тыуған ерҙән аҙға ғына

Айырылһаҡ – көйәбеҙ.

 

Имән шаулап ҡолас йәйә,

Һалҡын шишмә саҡыра.

Сейәле тауға бармаһам,

Нимәлер күңел ҡыра.

 

Һиртмәле аҡ бишегендә

Наҙлаған әсәм дә һин,

Һиңә ғашиҡ сабыйың да,

Моң һөйгән ҡошоң да мин.

 

Шул гүзәллек ҡосағында

Йәшәүемә шатланам.

Эй, тыуған яҡ, ғүмер һиңә

Бурыслы булып ҡалам.

 

Аңламаҫһың

Ҡайнар мөхәббәтең күптән һүнде,

Утлы йөрәк һыҡрап, шуға күнде.

Янғанымды мәңге аңламаҫһың,

Хатта, һөйәм, тиеп алдамаҫһың.

 

Һалҡынлығың бәғеремде өтә,

Йәш ғүмерем наҙ-һөйөүһеҙ үтә.

Ниңә генә  ҡараттың һуң үҙең,

Бергә йәшәү – тамуҡтарға түҙем.

 

Әле һаман өмөт менән янам,

Йән ҡуҙымды йөрәгеңә һалам.

Күперҙәрҙе яндыраһы килмәй,

Һөйөү ялҡындары һис һүрелмәй.

 

Әллә күҙҙәремде йомоп ҡына

Сит ярҙарға барып һарылырға?!

Һуҡыр ҡош шикелле үрһәләнеп,

Яңғыҙ  һайрап ҡанат ҡағынырға?!

 

Хәтирәләр һуҡмағында

Һағышымды таратам тип,

Килдем урман буйына.

Күбәләктәй  һарғылт япраҡ

Сәстәремә ҡойола.

 

Туҙғып уратып алалар

Яуғандай шифа ямғыр.

Ялҡын алған миләштәрҙең,

Бәлки, дауаһы барҙыр?

 

Парлы миләштәр төбөндә

Ҡалды микән эҙҙәрең?

Хәтирәләр һуҡмағынан

Юҡҡа һине эҙләнем...

 

Таң атҡанда

Күк томандар һырып алған

Тыуған яғым ҡырҙарын.

Һыҙылып таң атҡан мәлдә

Сазын сиртә йырҙарым.

 

Бәллүр офоҡта уйнаҡлап,

Ҡояш күҙҙәрен асыр.

Төндөң ҡосағынан сыҡҡас,

Томан урманға ҡасыр.

 

Моңһоу күңелем дә балҡыр

Ал ҡояш менән бергә.

Ә әлегә, келәм булып,

Ынйы түгелгән ергә...

 

Яттар киҫте араларҙы

Ҡайындарға һарылдым да,

Уйҙарым китте йыраҡ:

Һөйгәнемде юғалттым, тип

Һыҙлай  яралы йөрәк.

 

Гүзәл йәшлек таңдарында

Дуҫлашып йөрөгәйнек.

Ҡуш ҡайындай, парыбыҙҙы

Һаҡларбыҙ, тигән инек.

 

Уртаҡ яҙмыштарҙы телеп,

Уйнаны уҫал елдәр.

Яттар киҫкән араларҙы

Ялғауы ауыр, тиҙәр.

 

...Зар илаша пар ҡайындар –

Ҡауышыу насип түгел.

Зәңгәр хыялдары менән

Хушлаша ғашиҡ күңел.