Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зарина БАҒЫШАЕВА

Яҙың булдым

Яҙың булдым  шундай йылы, наҙлы,

Ә һин ниңә үтә бойоҡһоң?

Зинһар, йылмай, шул саҡтарҙа ғына

Донъя йәмен, йәнем, тойорһоң.

 

Ап-аҡ  ҡыштар һаман-һаман һине

Бәүелтәлер һалҡын  бишектә.

... Ҡояш көлә. Нисек түҙәһең һуң

Яҙһылыуҙың  өнөн ишетмәй?!

 

Уян, йәнем! Һөйәм һине генә,

Бар булмышым һиңә бәйләнгән.

Һалҡынлығың менән өтөп алыр

Боҙло һынға берүк әйләнмә.

 

Кил, яҙым!

Сың-сың килә һөйөү ҡыңғырауы,

Сорналамын уның моңона.

Әйтә кеүек ошо серле тауыш:

«Һағынһаң да, зинһар моңайма!»

 

Шуға күрә тырышамын әле

Йылмайырға  тыйып күҙ йәшен.

Һөйгән йәрем, беләм, ишек ҡағып,

Көтмәгәндә, ҡапыл өндәшер.

 

Моңаймайым, юҡ, юҡ, моңаймайым:

Бына көләм, бына йыр яҙам.

Күп ҡалманы ҡышҡы бурандарға,

Һағындырып кил һин, кил, яҙым!

 

Иркәләтһен

Осоп китте күңел күгемдән

Мөхәббәт тә тигән ҡошҡонам.

Көтмәнем шул яҙҙы, көтмәнем,

Йыуатҡанға ап-аҡ ҡыш ҡына.

 

Бәүелтте ул ипләп, иркәләп,

Һалҡынлығын тоя алманым.

Инде  яҙҙар... Ә һин, матурым,

Ҡышта ниңә тороп ҡалғанһың?

 

Ҡурҡма.  Атла. Яһа аҙымың,

Яҙ ҙа беҙҙе ихлас үҙ итер.

Боҙ күңелең ҡояш иретер,

Икебеҙҙе хыял йөрөтөр.

 

Ҡыйманың шул... Мәрмәр ҡыштарҙың

Боҙ һарайы минән артыҡтыр.

Ярай, әйҙә, булһын һинеңсә:

Юлдарыбыҙ түгел уртаҡтыр.

 

Һин – ҡыштарҙа, ә мин яҙҙарҙа

Донъя йәмен күрәм үҙемсә.

Иркәләтһен мине яҙҙарым,

Һинең һалҡынлыҡҡа түҙгәнсе…

 

Яҙым бул

Һинһеҙ инем, һинһеҙ инем,

Һинһеҙ инем, матурым.

Кем һуң белгән хистәремдең

Йондоҙ булып балҡырын?

 

Йондоҙома табындым да,

Яндарыңа талпындым.

Һөйәм һине, үлеп һөйәм,

Тик һин ниңә һалҡынһың?

 

Һалҡынлыҡ бит ҡыштар өсөн,

Бул көләс яҙым ғына.

Айыралыр икебеҙҙе

Бер нисә аҙым ғына...

 

Яҙҙар булып типте йөрәгем...

Ҡышҡы йоҡоһонан уянды ла

Яҙҙар булып типте йөрәгем.

Шунда тойҙом: был донъяла хәҙер

Минең дә бар, бар бит кәрәгем.

 

Шатлығынан ярһый йөрәккәйем,

Белмәй бит ул башҡа бер тынғы.

Һыуыҡтарҙан ҡотолғанмын икән,

Ҡаршылайым бына яҙ таңын.