Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әҡсән (Кинйә) Хәлилов

* * *

Яҡшылыҡтан:

яуызлыҡтың тамыры киҫелә –

яуыздың ҡулында тиҫбеләр...

Тиҫкәренән иҫкән тиреҫ елдәре лә

ҡояш сығышынан иҫтеләр.

 

* * *

Аҡылһыҙ һөйләүҙән туҡтаны.

Донъялар тынды. Тыныс.

Дәү тынлыҡ үҙе лә дәү аҡыл.

Дәү аҡыл да ҡурҡыныс.

 

* * *

Йүнле ҡырында йөрөгән

Йүнһеҙ атҡаҙана.

Ҡараңғылыҡты ҡар яҡтырта...

Ҡараңғылыҡ, болотто ғәйепләп,

айға арҡалана.

 

* * *

Үлем үҙе... бәлә түгел,

өшөтә йәнде үлемлек.

Кәфенлекте күреү менән

Үлемһерәй түҙемлек.

 

* * *

Дәрт... Көс... Сәм... Асыу –

 кәңәшмә асыу.

Дарман... Хис... Асыу –

кәңәштән ҡасыу.

 

* * *

Икенсегә ауҙы кәмә күлдә,

дөйә – сүлдә, телмәр – телдә...

Сәбәп: ел-дауыл.

Түңкәрелгән һайын сәбәп артыу –

бил һындырыр билдә  ул.

 

* * *

Үткәнде буяп оялмау оят.

көткәнем буръяҡланһа,

кән аҡлана, – оялыу ят!

 

* * *

Таянһа ла дәү хаким

көсөнә, ҡеүәтенә,

инә барыр ғәр ирҙең

ҡөҙрәте киткән

ғәүрәте сүрәтенә.

 

* * *

Йомшаҡлығым

«таш»тан күлдәк кейҙерә.

Кейемемдең  ауырлығы,

билгә төшөп,

башты түбән эйҙерә.

 

* * *

Иркә, маҡтау йылы, һүҙҙе

эскән кеше –  эскесе!

Эскесе, онотма йығылырҙы!

 

* * *

Бәхәс ҡыҙа,

Яғалаша бәхәс ҡорған түңәрәк.

Хаҡлыҡҡа  ҡамауҙан сығыр өсөн

тишелгән урын кәрәк.

 

* * *

Ғәйеплене лә,

ғәйепһеҙҙе лә, закон үҙе  һағалай.

Йомшаҡлыҡтар – ялағай,

ҡатылыҡтар, – яғалай.

Яҙмыш... ғәйре язалай.

 

* * *

Дөрөҫ әйтә, хаҡты һөйләй,

һаҡ ҡуймағас теленә.

Хөкөмсөһө – үкенес, боҫоп ҡына,

тел артынан күренә.