Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ишйегет Хәсәнов

Ишйегет Хәсәновты яҡындан белеүселәр уның шиғри күңелле, баҫалҡы, әммә ҡайнар йөрәкле итеп  хәтерҙәрендә йөрөтә. БДУ-ны тамамлап, ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, радиола, мәҙәниәт министрлығында эшләһә лә ул ер улы, тәбиғәт балаһы булып ҡала, хисле шиғырҙар яҙа. Яҙмыштың уға күберәк ғүмер бирмәүе ни тиклем үкенесле!

Быйыл уға 75 йәш тулған булыр ине, ә ул 48-ендә генә был донъя менән бәхилләшкән...

Шиғриәт һөйөүселәргә Ишйегет Хәсәновтың бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

 

                                                                              Редакция.

«Урал»ды тыңлағас

«Ай, «Уралым», нисәнсе  ҡат инде,

Һине ғашиҡ булып тыңлайым.

Күпме һине, күпме тыңлаһам да,

Юҡ, туймайым, тыңлап туймайым.

Ниндәй сихри көс бар һиндә, «Урал»!

Һин моңло ла, мәғрүр, бөйөк тә;

Һине тыңлай тынып бар тәбиғәт,

Һине тыңлай урман, кейек тә!

Һинең менән  атам яуға киткән,

Бөтмәҫ илһам, бөтмәҫ көс алып,

Салауаттың көслө күкрәгенән

Һин сыҡҡанһың ярһып, урғылып.

Туған башҡортомдоң йөрәгенә

Һин ингәнһең шиңмәҫ моң булып;

Һине тыңлап, мөмкинме һуң йәшәү

Таш йөрәкле булып, туң булып?!

 

Усаҡ

Төш тиһәң төш: усаҡ яҡтым төштә,

Утлы усаҡ – ишек алдында,

(Атай мәрхүм ҡыуыш ҡороп йөрөй,

Әсәй һый әҙерләй табынға...)

Яҙғы иртә! Өфөм – баш ҡаламдан

Ялға ҡайтҡанмын бит тағы ла;

Күрше-күлән йүгереп инеп тулған,

Ауылдаштар минең янымда.

Яҡташтарым минең табында!

Тыуған яғым! Минең ҡосағымда

Өҫкәлегем, Айғыршыуғаным!

Ситтә йөрөп һеҙҙе һағынғанмын,

Әйтерһең, мин яңынан тыуғанмын!

Сабый бала кеүек ҡыуанамын

Һәр үләнең, һәр бер ташыңа.

Тыуған яғым!

Ал таңдарың, зифа тирәктәрең

Килеп баҫты минең  ҡаршыма;

Килеп баҫты һандуғаслы яҙым,

Киске шәфәҡ, моңһоу ай нуры:

Алдарымда бейей ҡайындарым –

Сәләм бирә миңә Айнурым!

– Оҙаҡ ҡайтмай торҙоң, ни булды, тип,

Үрге остан

Килеп еткән һағынып Хәйбулла:

– Оноттоң һин, ахыры, ауылыңды,

Күрешмәүгә нисә йыл була?

Йылдамы ни хикмәт, мин бында ла

Һеҙҙең менән бергә тын алам;

Һеҙҙең менән бергә йәшәйем мин,

Юҡ онотҡан, юҡ, һис оноталмам!

Һис онотмам! Төштәремдә хатта

Һеҙҙең янға ҡайтып урайым;

Әллә инде бөтөнләйгә ҡайтып,

Һеҙҙең янда ғына торайым?

Һеҙҙең йырсы ғына булайым!..

Сабый бала кеүек шатланам мин

Таңда төшкән һәр нур, ысыҡҡа.

Мин хыялый: ҡыуанысым сикһеҙ

Ябай ғына төшкә, шул утҡа!

Утлы усаҡ! Һүндермәгеҙ уны,

Ҡуҙ алайым ошо усаҡтан;

Утлы усаҡ! Төштәремә инеп,

Йылытаһың өс көн тоташтан!

Йылытаһың... Эйе, был йөрәгем

Кесе йәштән һинән ут алған;

Кесе йәштән һинән илһам алған,

Кесе йәштән һинән тоҡанған.

...Ошо  усаҡ яна бөгөн дә,

Төштә түгел, яна өнөмдә.

 

* * *

Юлдар дуҫтарҙы арттыра:

Осраштырмай кемдәр менән?

Танышаһың донъя менән,

Серләшәһең төндәр менән.

Юлдар дуҫтарҙы арттыра,

Юлдар йоҡоно ҡасыра:

Артта ҡалды тыуған яғым,

Алға Тыуған ил саҡыра.

Һул яғымда  – һандуғасым,

Уң яғымда – һаҡау кәкүк,

Табанымда – тыуған тупраҡ,

Баш осомда – зәп-зәңгәр күк.

Бөтәһе лә үҙемдеке!

Бөтәһе лә – Еремдеке!

Юлға сыҡҡан мосафир һуң,

Кемдеке ул?   Илемдеке!

 

* * *

Тауҙар буйлап йөрөп ҡайтһам –

Көсөм арта.

Шишмәләрҙән һыуҙар эсһәм –

Хисем арта.

«Улым!» – тиеп әйтһә тауҙар –

Күңелем тула,

Йөрәгемдә, хис ҡайнашып,

Йырым тыуа.

Ҡайнар ҡояш нурын  һипһә –

Ерем йәнле;

Туған халҡым шат йәшәһә –

Донъям йәмле!

Тауҙар буйлап йөрөп ҡайтһам –

Йырҙар яҙам;

Йөрәгемдә һүнмәй торған

Усаҡ яғам!

 

Юҡ, еңеллек эҙләп сыҡманым...

Бына инде йәшлек үтеп бара,

Ашығып үткән матур яҙ һымаҡ.

Юлға сыҡтым. Оҙон юлға сыҡтым,

Ә үтелгән юлдар аҙ һымаҡ.

Юлсы ғүмере юлда үтә тиҙәр,

Тауҙар, һуҡмаҡ, урман эсендә.

Оло юлға сыҡтым илем өсөн,

Ерем өсөн, һинең өсөн дә!

Юлсы иптәш! Ә ул ишетмәне,

Һәр саҡ ярһыу, алға ашыға.

Юл аҙабы – гүр ғазабы, тиҙәр,

Сыҙамлыҡтар бирһен юлсыға.

Юл аҙабы – гүр ғазабы. Эйе,

Еңел түгел, беләм, юлсыға.

Бәлки, бер аҙ еңел булыр ине,

Тау гүзәле сыҡһа  ҡаршыға.

Еңел булыр ине... Ләкин юлға,

Юҡ, еңеллек эҙләп сыҡманым.

...Тау-урмандар аша үтһен юлым,

Ҡаяларға китһен һуҡмағым!