Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фирүзә Йәнгирова-Ҡолмәнбәтова

Ҡарлы буран

Ҡарлы буран, әсе ел ажғырып,

Сикәләрҙе ала семетеп,

Гүйә, ҡолағыма әкрен генә

Ниҙер әйтә миңә сер итеп.

Ағастарҙың нәҙек ботаҡтары

Күтәрә алмай аҡ ҡар кәҫтәрен,

Һығылып төшкән, гүйә, ергә тиклем

Тирә-яҡҡа йәйеп сәстәрен.

Көмөш юрған ябынғандар кеүек

Аҡ бәҫ ҡунған мәғрур ағастар.

Йым-йым килеп, күҙҙе ҡамаштыра,

Түшәлгәндәй ергә  балаҫтар.

Быйылғы ҡыш үтә ҡарлы булды –

Өйөп-өйөп һалды аҡ тауҙар.

Ҡояш нурын  һибеп, көн йылытһа,

Иреп бөтөр әле ул яҙға.

 

Яңғыҙ аҡҡош

Зәңгәр күлдә йөҙә аҡҡош,

Ҡанаттары ниңә ҡайырылған?

Яңғыҙ аҡҡош моңһоу, башын эйгән,

Үҙ парынан ниңә айырылған?

Пар аҡҡоштар йөҙгән зәңгәр күлдә

Нур бөркөтөп, үҫә томбойоҡ.

 Әйтегеҙсе миңә, яңғыҙ ҡоштоң

Күңелдәре ниңә бик бойоҡ?

Зәңгәр күлдә йөҙгән яңғыҙ ҡоштай,

Һөйгән йәрһеҙ  ҡала  күрмәгеҙ.

Тормош һынауҙары бик  ҡатмарлы,

Бер бәйләнгән епте өҙмәгеҙ.

Яр ситендә ята яңғыҙ  аҡҡош,

Ҡауырыйҙары ергә һибелгән.

Был донъяла беҙгә барыбыҙға

Йәшәр өсөн ғүмер бирелгән...