Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Динис Ғилманов

Аҡтыҡ зарым

Йән көйә, үҙен төйә-төйә –

Һис тә генә шиғыр  сыҡмағас!..

Күпме ваҡытым бушҡа  уҙып,

Шул бушлыҡҡа килеп сырмалғас...

 

Үртәй-үртәй йәнем үҙ-үҙен,

Сығарыр булғайны ла һүҙен;

Күпме ҡағыҙға юҡты һыҙып,

Маташты гөрләп, уттай ҡыҙып.

 

Тапмай йүнен, йән ҡара көйҙө,

Ҡара тап хәҙер төшмәҫ инде...

Минең кеүек айырым ҡаҙандағы

Бешмәгәс, бер ҙә бешмәҫ инде...

 

Ә шулай ҙа йәнем көйөүе

«Һөйөүем – илгә!» тиеп яныуҙан!

Бындай ҙа көйөк кәрәк әле,

Артығыраҡ бит ул сүп яғыуҙан!..

 

Даһи тыуһа икән

Мең ғазаптан даһи тыуһа икән,

Меңдән берәү шағир булһа икән...

Тирә-йүнде сихри моңға күмеп,

Ошо төндә шиғыр тыуһа икән...

 

Маҡтап балдай татлы, ғәзиз телен,

Данлар ине йәндәй ғәзиз илен!

Һүҙе менән киҫеп золом ҡулын,

Эйәрләр ҙә ине уның билен!..

 

Йәһәннәмдәй дөрләп яныр ине,

Ялғанды ялҡынға ялмар ине;

Халҡым өсөн, аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн,

Азатлыҡты даулап яулар ине!

 

Иретеп туңған күңел боҙҙарын,

Ағыр ине моң, ишеп ярҙарын,

Бар донъяны күмеп йәшеллеккә,

Яҡынайтыр ҙа ине яҙҙарын!..

 

Былар бары ла булһа икән дә,

Тирә-йүн йыр-моңға тулһа икән!..

Күңелемдең мең-мең ғазабынан

Ошо төндә даһи тыуһа икән! –

 

Бары тик йәнем янып көйгәндән,

Үҙ-үҙен шулай шашып төйгәндән...

Миндәй генә хыялый бер бәндә

Үҙ илен, телен ярһып һөйгәндән...

 

Хәйерле иртә, халҡым!

Төн.

Йоҡлай ғәләм.

Тик мин, төштө алыштырып өнгә,

Өнһөҙ өмөт яҡтым ҡара төнгә...

Булһа ла ҡап-ҡараңғы һәр кемгә

Ҡараған бит һуң ул килер көнгә.

Ҡатһа ла ҡан, аңлай аң: атыр таң,

Һәм ғәмәленә табып әмәлен,

Ярһыу ҡәләмем әйтер сәләмен,

Күктәргә сөйөр һөйөү әләмен!

Ай-йондоҙҙарҙы тишер әләмем!

Ай үлер, ишелеп төшөр йондоҙҙар,

Ә ҡондоҙҙар ҡайрап-ҡайрар тешен,

Тик һин, ташлап төшөң, шуны төшөн:

Йәйеп, елпеп илһам ҡанаттарын,

Сапсып саптыр саптар аттарын!

Һаҡла намыҫ хаҡын, хаҡлыҡ хаҡын!

Мин ҡаршылармын: «Хәйерле иртә, халҡым».