Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Мөнир ИҠСАНОВ

Буран

поэма

Урай ҙа ғына урай буран бурай.

Урал тауы сумған буранға.

Көндәр түгел, айҙар буйы бурай,

Был буранды нигә юрарға?

 

Урай ҙа ғына урай буран бурай...

Бер ауылға китеп барышым.

Буран бурай офоҡтарҙы ҡаплап,

Барыр юлға һырый ҡарышып.

 

Аяҡ баҫҡан һайын ҡеүәтләнә,

Индермәҫкә итә ауылға.

Саҡ-саҡ килеп керәм, дауыл мине

Маташһа ла кире ҡыуырға.

 

Ауыл, гүйә, әсирлектә ҡалған,

Буран тотҡононда юл, урам.

Алға аяҡ баҫам ғына тиһәм,

Аяғымдан йыға был буран.

 

Урай ҙа ғына урай буран бурай.

Үҙәктәргә үтеп өшөтә.

Тәүге күргән өйгә яҡынлайым.

Бына, ҡапҡа... Бына, ишек тә.

 

Бар көсөмә шаҡып ҡараһам да,

Ишек асмай миңә бер кем дә.

Түҙмәй, үҙем инәм – ни хәл итмәк,

Уҫал эттәй буран өргәндә!

 

Шар асылып китте тартҡан ишек...

Инергәме, юҡмы был йортҡа?

Ниңә бер кем: «Әйҙүк, ин, ин», – тимәй,

Нимә булған һуң был башҡортҡа?

 

Өйгә индем. Тышта буран олой,

Шом урала минең эргәлә:

Иҫерешеп, иҫһеҙ ҡолап ята

Йорттоң хужалары бүлмәлә.

 

Уятырға күпме тырышһам да,

Ҡуҙғалмайҙар... Күҙҙәр шешенгән.

Мин урамға кире сығып киттем,

Ярҙам һорар өсөн күршенән...

***

Урай ҙа ғына урай буран бурай,

Ҡеүәт йыя заман бураны.

Ҡоралдары уның ҡарлы түгел.

Ҡура түгел уның ҡорбаны.

 

Зәһәр заман бурандары ҡуба

Һәм ҡуптара ауыл нигеҙен.

Ауыл нигеҙендә – ил нигеҙе,

Йыртып һaлa буран ил йөҙөн.

 

Урай ҙа ғына урай буран бурай.

Милләт көнитмеше – михнәттә.

Бала түгел, буран тауыштары

Ауыл йөрәккәйе – мәктәптә.

 

Кисә генә сабый тауышына

Урам тора ине күмелеп;

Ҡапҡа төптәрендә бала-саға

Уйнап йөрөй ине күмәкләп.

 

Урам тулы бала йөрөй ине

Йүгерешеп, көлөп, шаярып.

Бала тауышына етмәҫ хатта

Моңло һандуғастар һайрауы.

 

Уйнай-уйнай ҡунаҡ ҡаршыламай

Хәҙер сабый ауыл башында.

Бала-саға уйнар ерҙә хәҙер

Заман бурандары шашына.

 

Һандуғастар һайрағанда хәҙер

Һайрай балаларҙы юҡһынып.       

Күрә алмай ата-әсә күҙе

Сибәрләнеп килгән ҡыҙҙар йөҙөн,

Мыҡтыланып килгән ул һынын.

 

Ҡарар төшә: синыфтарҙы ябыу.

Балаларҙы ҡарай интернат,

Халыҡ ризалығы кәрәк, тиҙәр,

Ризалығын торһон кем һорап?

 

Күрше ауылға ла дәрестәргә

Ниндәй күңел менән бараһы?

Ҡышҡы бурандарҙа тапай бала

Ауыл менән ауыл араһын.

 

Үтә иртә бушап ҡала йорттар,

Тынып ҡала ауыл урамы.

Балаларҙы бынан алып китә,

Алып китә заман бураны.

 

Ул бурандың бурар юлы ҡайҙа? –

Ҙур ауылға, өлкән ҡалаға.

Буран юлын ҡалай борорға һуң,

Нисек кенә итеп ҡамарға?

* * *

Кисә генә, мәктәп асыла, тип

Күпме халыҡ алды һөйөнсө.

Асылып та өлгөрмәне, күпме

Мәктәптәрҙең бөгөн көнө бөттө,

Ябалар, тип хәбәр йөрөйсө.

 

Кисә генә күпме ауылдарҙа

Ҡалҡып сыҡты белем усағы.

Яңы мәктәп ишектәрен асты

Ил башлығы, халыҡ ҡул сапты.

 

Һарай кеүек балҡып торҙо мәктәп,

Бар ауылға нурын таратып.

 

Һәр ауылды матур тормошҡа тик

Ошо мәктәп торҙо ҡаратып.

Ә алыҫта (кемдәр белһен инде!)

Бөрөләнде заман бураны.

 

Алыҫтарҙа буран бөрөләнде,

Ауылдарҙа ҡояш балҡыны.

Шул ҡояштай йәшәү дәрте янды

Күңелендә ауыл халҡының.

 

Нигеҙ ҡороп ниңә төпләнмәҫкә,

Йәшәмәҫкә ауыл ерендә?

Ниңә бында бала үҫтермәҫкә,

Мәктәп яҡын булһа йөрөргә?

 

Күпме йәш ғаилә, мәктәп бар, тип

Ауылдарҙа тормош башланы;

Мәктәп бар, тип төпкөл ауылдарға

Алмаштырҙы күптәр ҡаланы.

 

Мәктәп булған ерҙә ғүмер ҡайнай,

Мәктәп бит ул – тормош үҙәге.

Уҡыу йорто – аҡыл, зиһен тигән

Ҡуласаның бит ул күсәре.

 

Ошо күсәр бер ысҡынһа әгәр,

Өҙөлөп ятып ҡала ҡуласа.

Ғәжәпме ни, алға китеп барған

Арбалағы халыҡ ҡолаһа?

 

Ошо күсәр барҙа, тирәһендә

Халыҡ моңо, заңы әйләнер.

Кемдә күсәр – киләсәккә күсер,

Быуындарға быуын бәйләнер.

 

Шөкөр, тимен – тыуған ауылымда

Гел әйләнде күңел-ҡуласам.

Минең мәктәп, һиңә әйтәм рәхмәт,

Ҡуласама яҡты юл астың.

 

Килде заман – ауыл күсәрҙәрен

Өҙөп ташлай буран, ҡуптарып.

Кире яҡҡа бөгөн әйләндерә

Ҡуласаны заман бураны.

 

 

Белем менән бергә рух өстәлә,

Рух үҙәге, тимен, мәктәпте.

Мәктәптәрҙе япҡан туң күңелдәр

Ҡороталар, тимәк, үҙәкте.

 

Рухи аҙыҡ, ҡара икмәк кеүек,

Халыҡ ҡулы менән сәселә.

Шул аҙыҡтан илгә ҡеүәт килә,

Шул аҙыҡты ашап йәшәлә.

 

Уҡытыусы, гүйә, ул – игенсе,

Гүйә, кескәй йөрәк – беҙҙең Ер.

Ошо ерҙә рухты үҫтергәндә

Аҙ түгеләме ни ҡара тир?

 

Минең мәктәп, һиңә һәр саҡ әйтәм:

Рәхмәт һиңә, ғәзиз мәктәбем!

Миндә рухи орлоҡ үҫтерҙең һин,

Булдың миңә рухи икмәгем.

 

Һис үҫергә бөгөн әмәле юҡ

Халыҡ ҡулы сәскән орлоҡҡа.

Шытып ҡына килгән рух орлоғон

Тамырынан буран ҡорота.

 

Буран йыра хәҙер, буран һала

Бала йөрәгендә бураҙна.

Рух игене түгел, сүп үләне

Йөрәктәрҙә үҫә буранда.

 

Уҡыу йорто – ул бер иман йорто,

Мәктәп – ул бер туған мәсеткә.

Мәсеттәрҙә дин ғилеме йәшәй.

Тормош фәне йәшәй мәктәптә.

 

Мәсет кенәме ни?

Мәктәп – Мәккә!

Халыҡ күңеленең Мәккәһе.

Шәриғәттән, әхлаҡ ҡанундарын

Һаҡлап килә ауыл мәктәбе.

 

Мәктәптәргә йөрөгән уҡыусылар.

Әйтерһең дә, көн дә хаж ҡыла.

Диуарынан хатта көс алалар,

Алған кеүек ҡәғбә ташынан.

 

Урай ҙа ғына урай буран бурай.

Урап килә заман бураны.

Ғазапланды бурандарҙан мәсет,

Ғазап сигә хәҙер туғаны.

 

Юҡ! Мәккәне, гүйә, емерәләр,

Ҡылған доғаларҙы бүлдереп.

Кем мәктәпкә ҡул күтәрә, шулар

Кафыр булып сыға түгелме?!

 

Аҙаштыра буран, аҙаштыра,

Һәм юғала булған ҡиблалар.

Изге йәндәр, Мәккәйенән китеп,

Иблис ҡоло булып ҡалалар.

 

Был буранға кем эләгә тиһәң –

Башҡорт ауылдары эләгә.

Ауылынан ғына һут алыусы

Башҡорт тигән милләт бәләлә.