Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Исмәғил Ғимранов

Ялған ҡорбаны

Моңһоу иҫтәлек

2012 йылдың көҙөндә, өс йыллыҡ хәрби хеҙмәтебеҙҙе бергә атҡарыуыбыҙға алтмыш йыл тула тигәндә, элекке полкташым Рәшиттең йәмәғәте Мөнәзәнән ҡайғылы хат килеп төштө: «Рәшит кинәт башланған йөрәк сиренән оҙаҡ та ятмай вафат булды. Һуңғы көнөнә ҡәҙәр тик һине иҫләне. «Ауырыуымдан ҡотолһам, ғаиләһе менән ҡунаҡҡа саҡырайыҡ! Әгәр инде төҙәлә алмаһам, Исмәғилдең һуңғы хатына яуап яҙа күр!» – тип үтенде...»

Оҙаҡ ҡына мөңөлөп1 ултырҙым, һалдат сағыбыҙҙы иҫләнем.

Донъя үҙенекен итә. Рәшит дуҫым менән хатлашып ятһаҡ та, Бөрө районына барып, үҙен, донъяһын күрергә яҙманы миңә. Ғаиләләрендә бала булмауы ла һәләк үкенесле ине. Хәҙер килеп, дуҫымдың ниндәйерәк кеше булғанын иҫләп, һеҙгә еткерһәм, бәлки, күңелемдәге үкенеүле һағыш төйөрө осмоттай булһа ла кәмер, йөрәгем әрнеүе тыныслана төшөр ине, тигән өмөттәмен.

...Әрмегә барғас уҡ бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ, дуҫлашып киттек. Яҡын туғандар һымаҡ шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә, ҡыйынлыҡтарҙы ла уртаҡлаштыҡ. Тыуған төйәктән килгән хаттар ҙа беҙҙең өсөн сер булманы. Өс ай тигәндә тейешле ғәскәри «ант»ты бирҙек һәм беҙҙе, өлгөрә башлаған һалдаттарҙы, ҡарауыл һағына, сиратлап кухня нарядына йөрөтә башланылар. Рәшит менән булған аяныс хәл нәҡ ана шул келәткә барып, ашханаға тейешле аҙыҡ-түлек килтереү осоронда сыға.

Аҙыҡ-түлек алғанда Рәшиттең ауылдашы  Рәйес  Моратов уның эргәһенә килә лә: «Ошо ит консерваһын һинең кеҫәгә һалайыҡ, минеке тишелгән», – тип шыбырлай һәм уның ризалығын да көтмәй, тиҙ арала банканы кеҫәһенә тыға. Күп тә үтмәй, келәт мөдире бер банка консерва етмәүен сержантҡа хәбәр итә. «Мин һанап, әҙерләп ҡуйғайным. Кем алды консерваны?» – тип тауыш күтәрә. Етмәһә, бындай хәл тәүгеһе генә түгел, тип бәлә һала. Сержант Ласло һәр береһенең кеҫәһен тикшерә лә Рәшиттекенән консерваны килтереп тә сығара.  

«Был турала тиҙ арала командирығыҙға еткерегеҙ!» – ҡыҙып туҙына мөдир. Ә Рәшит көтөлмәгән хәл боролошонан ни тиергә белмәй албырғап ҡала. Шулай ҙа: «Ни булһа, шул булыр. Рәйес  ауылдашым ғына түгел, ике туған ҡустым», – тип уйлап, консерваны Рәйес тығыуын йәшерә. Әммә нәҡ ошо сәбәпле уны бур һанап, кухня нарядынан бушаталар ҙа урынына икенсе һалдатты ебәрәләр.

Иртәнге строй тикшереүендә рота командиры капитан Томсинский төнгө ваҡиғаға яза итеп  Рәшиттең биш тәүлеккә гауптвахтаға ебәреләсәген хәбәр итте һәм сержант Корниловҡа арест йортона оҙатырға бойорҙо. Беҙ, йәш һалдаттар, тик төшкө тәнәфескә туҡталғанда ғына «тәмәке тартыу урынында» өйөлөшөп гәпләшеп алдыҡ. Һәр беребеҙ хәлдең нисегерәк килеп сығыуы менән ҡыҙыҡһынды. Бүздәк районы егете Тимур: «Рәйестән һорашырға кәрәк, улар бергә булғандар ҙаһа» – тине. Рафиҡ: «Әйткәндәй, ә Рәйес ҡайҙа һуң?» – тип элеп алды. Ә Рәүеф Таһиров Рәйестең нарядтан һуң ял итеүен хәбәрләне һәм төшкө ашҡа барғанда унан мотлаҡ ваҡиғаны асыҡларға кәрәклеген иҫкәртте.

Мин Рәшит менән булған ваҡиға хаҡында күпме генә уйланһам да, уйымдың осона сыға алмай яфаландым. Ҡыҫҡаһы, ышансаҡ кеше булһам да, был ғәйепләүгә ышанаһым килмәне, сөнки уның быға тиклемге тоғролоғона шикләнмәнем. Ә уйҙар тынғы бирмәй, фекер асыҡлығы юйылды, зиһен таралды. Төрлө уйҙарға, һығымталарға күсәм: «Рәхимле, шәфҡәтле, хәйләһеҙ, бер ҡатлы ауыл егете. Атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, әсәһенең берҙән-бер улы. Дуҫлашҡаны бирле юҡты бар итеп һөйләү, үпкәләшеү, эреләнеү кеүек кире сифаттары һиҙелмәне. Киреһенсә, асыҡ, кешелекле мөнәсәбәте менән арбап, күңелемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Һәм бына һиңә, ысынын да тоғро күреп йөрөгән иптәшем хәйләкәр, тоғролоҡто боҙоусы, намыҫһыҙ мөртәт кенә булып сығамы? Юҡ, быға ышанмайым! Был ғәләмәттең булыуы мөмкин түгел! Тотолмаған уғры ишандан да тоғро, тигән боронғолар. Был хәл ялған ғыналыр. Дөрөҫөн асыҡларға, Рәшит ҡайтыуын көтөргә. Ул мине алдамаҫ – нисек булған, шулай әйтер...»

Бишенсе тәүлек тулыуға кискә табан Рәшит казармаға ҡайтып инде. Йөҙөндә һис бер ҡайғылы сырай һиҙелмәй. Ауыҙ йырып көлдө лә: «Иптәш Ғимранов, бур рядовой Рәшит Миңлеғәлиев тотҡондан иҫән-һау ҡайтты,» – тип шаяртып честь бирҙе. Казарманың теге һәм был осонан тотҡонда булған тәүге һалдат эргәһенә яҡташтары, яҡын дуҫтары йыйнала башланы.

Рәшиттең үҙен яҡшы кәйефтә, ихлас тотоуы башҡаларға ғына түгел, үҙенә лә сәйер тойолдо. Ни сәбәпле насар ғәҙәтлеләр иҫәбендәге һалдат бер ҙә бошонмай? Бына әле лә иптәштәре ҡаршылап күрешһәләр ҙә, һиҙелеүенсә, һәр береһенең йөҙ-ҡарашы, сырайы үҙенсәлекле һымаҡ күренде, миңә ҡалһа. Кемелер яманатлы һалдатҡа һынаулы ҡарашын сағылдырһа, кемдеңдер эстән уны ғәйепләүе, частың бәҫен ебәреүсе тиеп шелтәләүе күҙгә салына ине.

Рәшит кинәт хәрби бурысын еренә еткереп үтәмәй, әңгәмәләшеп тороуын иҫенә төшөрҙө:

 – Сабыр итә күрегеҙ, егеттәр, аҙаҡ һөйләшербеҙ. Хәҙер төп хәрби бурысымды үтәп киләйем, – тип сержанттар бүлмәһенә йүнәлде.

Иртәгәһенә тәмәке тартыу урынында Рәшиттән иптәштәре ысын мәғәнәһендә төпсөнөп «һорау» алдылар. Ул башта, тырт-мырт иткән булып, мәсьәләнең асылын һөйләмәй маташты. Яҡташы Рафиҡ Насиров: «Һин алдашаһың, беҙгә дөрөҫөн һөйләмәйһең», – тигәс, Рәшит ҡапыл-ҡара үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Үҙенсә, күрәһең, кемдер аша дөрөҫөн ишеткәндәр, ахыры, тип яңылыш ысҡындырҙы:

– Минең урында һеҙ ни эшләр инегеҙ? Ул бит миңә ике туған ғына ҡусты. Эйе, консерваны Рәйес кеҫәмә һалды. Кеҫәләрҙе тикшергәндә ул тыҡҡанды әйтмәнем. Вот и все! Консерва кеҫәмдә булғас, әйтһәм дә файҙаһы булмаҫ ине.  Сөнки барыбер сообщниктар булып һаналабыҙ. Шуға күрә лә инде, Рәйесте ғәйепләтмәҫкә ниәтләп, үҙ өҫтөмә алдым.

– Дә-ә, ну и дела, – тип бот сапты Рафиҡ. – Бында, егеттәр, шулай булыу ихтималлығы бар. Рәйестең, ғөмүмән, мөхтәлдең «һалманым», тип таныуы ла мөмкин ине бит. Мөхтәл – хәйләкәр була ул. Әле бына, ҡарағыҙ, беҙҙең арала ул юҡ. Тимәк, аңлы рәүештә аралашыуҙан ситләшә. Так что, Рәшит дуҫ, ҡустың һине күрәләтә ғәйепләтеп рәнйеткән. Әйткәндәй, был хаҡта уның менән әле һөйләшкәнегеҙ булдымы? – тип ныҡышты Рафиҡ. – Нимә ти?

– Нимә тиһен? Минең турала әйтмә инде, – тип үтенде.

– Бына нәмә, Рәшит! Әйҙә, бер аулаҡ урында бер аҙ аҡылға ултыртайыҡ үҙен. Бынан ары шуҡланып, танау сөйөп йөрөмәһен...

– Кәрәкмәҫ! Уның өсөн «наряд вне очереди»һын килтереп сәпәрҙәр, – тине Рәшит тегенең фекере менән килешмәй.

– Сәпәрлек итеп бәргесләмәҫбеҙ, – тип көлкөгә борҙо Рафиҡ, елле йоҙроғон үргә сөйөп.

...Хет әллә ни эшлә, Рәйес бәргеләүҙән анһат ҡотолдо. Рафиҡтың елле йоҙрoғo бер тапҡыр ғына эләгеүгә, взвод сержанты Корнилов килде лә сыҡты. Танауынан борҡоған ҡаны ирененә аҡҡанын күрҙе лә, ул ни булғанына аптырап, төпсөнә башланы. Ә тегеһе: «Ташҡа һөрлөгөп йығылдым», – тип алдашты. Сержант уны ашығыс рәүештә эргәләге санчастҡа илтеп, «тәүге ярҙам» күрһәтеп килтерҙе.

Әйтергә кәрәк, әллә яҙмыш, әллә бәхет Рәйесте ҡурсалай ине. Нәҡ ошо осорҙа элемтәселәр ротаһы икегә бүленде. Намыҫын боҙоп, үҙ туғанына хыянат итеүсе мөртәт Комсомольск ҡалаһына оҙатылды. Ҡалғандар хеҙмәттәре тамамланғансы Хабаровск ҡалаһы эргәһендәге аэродромға эләкте. Рәшит һуңғы йылын почтальон булып йөрөнө.

Хеҙмәтем тамамланыуға бер нисә ай ҡалғас, мин бөйөрөмә һыуыҡ алдырып, госпиталдә дауаланып сыҡтым. Демобилизацияға күп ҡалмағанды иҫәпкә алып, башҡа һалдаттарҙан алдараҡ ҡайтарҙылар. Мине оҙатып ҡуйырға Рәшит старшинанан рөхсәт алды. Ҡыуаныстанмы, әллә айырылышыу ҡайғыһынанмы, тимер юл  станцияһында ҡосаҡлашып, ауыр хистәргә бирелеп, күҙ йәштәрен түгеп алдыҡ.

Уйламаҫтан, иҫтәлек булыр тип, Рәшит минең беләккә ҡул сәғәтен таҡты.

«Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Гражданкала күрешергә яҙһын!» – тигән һүҙҙәре әле һаман ҡолағымда яңғырап сыңлап тора. Эх-х, ни сәбәптәндер инде осрашырға Хоҙай насип итмәне беҙгә?!

Хыялдар осто, китте, юғалды. «Дуҫ, йәнең йәннәттә булһын!» – тиеүҙән башҡаһы ҡалмай...