Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зәйтүнә Шәрипова

Һәр бер сәскәнең үҙ йәме...

Матурлыҡ – ҙур бәхет, әгәр ҙә ул

һинең өсөн һәләкәт шишмәһе булмағанда!

 Әбүс.


“...Мин ҡараҡ та түгел, кеше лә һуймаған, алдашыуҙы ла , шулай уҡ хыянат ҡылыуҙы ла һөймәйем. Әгәр ҙә минең йөрәгем халҡыма булған тиңһеҙ бер мөхәббәт менән нурланған икән, был хыянатмы ни? Бының өсөн мине енәйәтсе тип атарға кемдең хаҡы бар?”

Әбүс 1943 йылдың 12 октябрендә  Алыҫ Көнсығыштағы лагерҙа ултырғанда бәләкәй-бәләкәй генә һары ҡағыҙ киҫәктәренә яҙған иҫтәлектәрендә шундай риторик һорау ҡуя. Ысынлап та, уның ғүмер һуҡмаҡтарын юллағанда, “ни өсөн ул шундай яҙмышҡа дусар булған?” тигәнгә  яуап эҙләй башлайһың. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, 1997 йылдың яҙына тиклем Әбүс исеме минең өсөн бары ҡолаҡҡа салынған, әммә ижады-фәләне таныш түгел бер зат ине. Ҡыҙы Фәриҙә апайҙың университет кафедраһына, мине эҙләп, оло ҡара сумка тулы көс еткеһеҙ ҡулъяҙма һөйрәп килеп инеүе мине шаңҡытҡайны һәм апайҙы йәлләүҙән иҫкереп бөткән ярым-йыртыҡ яҙмаларҙы алып ҡалғайным. Уҡый башлағас, автор шиғырҙарының төҙөклөгө, тел оҫталығы, кешелек булмышы, рухының ныҡлығы, әҫәрҙәрендә сағылған балаларса ихласлығы ғәжәп итте. Бына әле уның ижади мираҫы тупланған “Урал мөхәббәте”(1998), “Әбүс яҙмалары”(2007) тигән  йыйынтыҡтарҙы, үрҙәге һорауға яуап эҙләп,  яңынан барлайым да,  Әбүстең фекер тәрәнлегенә, белем кимәленә, идея-эстетик ҡараштарының тормошсанлығына, ҡыҫҡаһы, уның иҫ киткес әҙерлекле әҙип булыуына тағы бер ҡат инанам.

Әбүс –  Сабит Әбүсуфийән Суфияновтың тормош юлы, бер ҡарағанда, шул осорҙа – уның йәшлек йылдарында  ижадҡа килеүсе байтаҡ ҡәләмдәштәренекенән әллә ни айырылмай. Буласаҡ шағир 1904 йылда хәҙерге Учалы районының Сәфәр ауылында ярлы ғаиләлә тыуа һәм бәләкәйҙән  донъяның әсе-сөсөһөн бик иртә татый. 1921 йылғы аслыҡ тырнағынан ҡотҡарып, Сермән балалар йортона урынлаштырылмаһа һәм дәүләт артабан үҙ ҡурсалауына алмаһа, был үҫмерҙең алдағы тормошо  ниндәйерәк боролоштарҙан барыр икәнен, әйтеүе ҡыйын. Сермән балалар йортон тамамлағас, 1924 йылда Ырымбурҙағы БИНО-ға (һуңынан Башпедтехникум) уҡырға инә. Уларҙың быуынын – Каруанһарай ижадсыларын – тотошлайы менән башҡорт әҙәбиәтенең киләсәге булғандар тип атарға мөмкин.

Каруанһарай студенттары – ижади түңәрәк ағзалары:
икенсе рәттә уңдан беренсе – З. Биишева, икенсе – Әбүс. 1925 йыл.
З. Биишева музейындағы фото.

Ғ. Хәйри, С. Агиш, Ғ. Амантай, Б. Бикбай, 3. Биишева, С. Суфиянов, Т. Морат һ.б. Ырымбурҙың мәҙәни атмосфераһын билдәләүсе ҡеүәтле йәш көстәр булып таныла.

Ул йылдарҙа Каруанһарай уҡыусылары бөтә Ырымбурҙы, тирә-яҡ ауылдарҙы шаулатып концерт-кисәләр, агитсығыштар, спектаклдәр менән үҙҙәренсә халыҡты яңылыҡҡа ылыҡтырырға, иҫкенән арындырырға ынтылған. Сабит та үҙешмәкәр түңәрәктәр өсөн ҡыҫҡа пьесалар яҙа, уларҙы «Сәхнә уттары» тигән баш аҫтында бергә туплаған. Уның ҡарашынса, яңы осор кешеһе өсөн ят булырға тейешле кәмселектәрҙе фашлап бик күп сатирик әҫәрҙәр ижад итә. Йор һүҙле, төртмәс телле Сабиттың шағирлыҡ даны тарала, шиғырҙары ҡулдан-ҡулға йөрөй, әммә ул ҡайҙалыр баҫылырға ашыҡмай. Уның үҙ ижадына ҡарата талапсанлығы хайран ҡалырлыҡ: «пролетар әҙәбиәттең йөҙөн йыртмаҫ, нәфислеген, бәҫен ебәрмәҫ өсөн» ул «ҡеүәтле, әммә ҡазаға күтәрелгән болот» булғыһы килмәй, сөнки «боҙло ямғыр бөртөктәренең нәфис баҡсаға һәләкәт кенә килтергәне кеүек, үтеп барышлай ғына, аңламаҫтан сәселеп ҡалған тамсылар ҙа уға рух керетә алмай».

Тимәк, уның ижад кредоһы – оло йөрәктән урғылған хис моңо, рух тергеҙерлек шиғриәт, улай түгел икән, сәнғәт тигәнең тик ерҙең сүп-сары булып сыға!  Әбүс шағирҙарҙы хатта алға китештең бер этәргесе тип таба: «Әгәр ҙә шағир үҙенең нескә хистәре менән бөтә кешелек донъяһындағы барлыҡ тойғоларға яңынан-яңы йән, ҡайнар ҡан йүгертеп тормаһа, уны үҙенең ҡайнар хистәре аҫтында иретеп, ялҡынландырып килмәһә, ул (йәғни кешелек донъяһы –            З. Ш.) әллә ҡасан үҙенең иң түбән нөктәһендә ваҡытта уҡ мәңгелеккә шулай туңып ҡалған булыр ине. Шағир уны һаман шаулата һәм алдан-алға үрләтә. Әбүс, 12 март 1928 йыл».

 

Ерҙә йәшәү һәм белем алыу бәхетен биреп, башҡалар араһында тиң хоҡуҡлы ысын кеше булып өлгөрөп етеү барышында барлыҡ мөмкинлектәрҙе тыуҙырғаны өсөн Әбүс күңелендә ғүмере буйына Октябрь революцияһына һәм Совет власына ҡарата оло рәхмәт тойғоһо йөрөтә. Шуның өсөн дә ул үҙен дәүләт алдында ҙур бурыслы, илдең киләсәге алдында яуаплы тоя, халыҡ тормошон яҡшыртыу маҡсатында йәне-тәне менән хеҙмәт иткән граждан булараҡ сығыш яһай. Совет власына ҡарата бындай позицияның хаҡлығына ул шул тиклем инана, икенсе төрлө ҡараштарҙың (ә инде ниндәйҙер ҡораллы ҡаршы сығыштар хаҡында әйтеп тә тораһы юҡ!) булыуын тәрән хата тип иҫәпләй. Шуның өсөн дә ул башҡорт автономияһы өсөн көрәшкән милли хәрәкәт лидерҙарын «советтар юлынан – дөрөҫ юлдан аҙашыусылар» тип иҫәпләй һәм «Дауыллы йылдарҙа», «Башҡорт фажиғәһе» драмаларында ошондай ҡарашты эҙмә-эҙлекле үткәрә. Үҙе «шағирҙарҙың шағиры» тип табынған атаҡлы Бабичтың да поэтик оҫталығын күктәргә күтәреп маҡтау менән бергә, үҙенең «Бабич ижадиәте һәм уның яҙмышы: Бабичты өйрәнеү юлында» тигән шаҡтай ҙур мәҡәләһендә Әбүс («Беҙҙең юл» журналы, 1929, № 11) Бабичтың 1918 –1919 йылдарҙа «һаҙлыҡҡа батыуын» әйтеп, уның милли хәрәкәт идеологияһынан сығып яҙған шиғырҙарын аҙмы-күпме тәнҡитләп тә сыға.

Ул осорҙағы рәсми совет сәйәсәтенән, партия ҡарарҙарынан бер нисек тә ситләшмәгән позицияны инанып тотҡан, үҙ эшмәкәрлегендә шуларҙы ғәмәлгә ашырырға тырышҡан  Әбүскә ҡайһылайтып  ғәйеп тағырға мөмкин булған һуң?

Әбүстең совет иленә, тыуған еренә, совет ҡоролошона ыңғай мөнәсәбәтен, уның тарихи дөрөҫлөгөнә тәрән инанысын 1937 йылдың дәһшәтле елдәре лә ҡаҡшатмай.  Лагерҙарҙа ултырғанда ла, хатта тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтыу хоҡуғынан мәхрүм ителеп, Алыҫ Көнсығышҡа (хәҙерге Хабаровск крайына) мәңгелеккә һөрөлөп, шахталарҙа яфаланған мәлдәрендә лә уның был йәһәттән фекерҙәре үҙгәрмәй. Бына уның 1944 йылдың ноябрендә Умальта лагерында бер ҡағыҙ осмотона теркәп ҡуйған уйланыуҙарына күҙ һалайыҡ. Уның яҙғандары бөгөнгө ысынбарлыҡта ла бик  актуаль яңғырай. Гәзит киҫәгендә уҡығанмылыр, “агрессор милләт ... һәм агрессор милләткә ҡаршы сара” тигән  һүҙбәйләнеш күҙенә ташлана һәм шул уның күңелендә ҡаты асыу уята. Уның  мәғәнәһен “был ниндәй туҙға яҙмаған өп-өр яңы теория тағы” тип баһалап, төптө хата икәнлеген тәфсилләп асыҡлай. «Донъяла бөтөнләйе менән саф бер агрессор халыҡтарҙан ғына торған ниндәй ҙә булһа берәр милләттең булғанлығын тарих ҡасан һәм ҡайҙа күргәне бар? Үҙ милләтен һөймәгән, үҙ милләтенең ижтимағи, иҡтисади, сәйәси  һәм мәҙәни бөтөнлөгө, көсө, ҡеүәте, үҙаллылығы, башҡалар менән бер тигеҙ хоҡуҡталығы теләге менән янмаған ниндәй ҙә булһа айырым милләт ағзалары ҡайҙа бар!? Бит донъяла булған һәр бер кеше үҙ милләтен һөйә һәм уның был мөхәббәтенә ҡаршы йөҙөргә һис берәүҙең хаҡы ла юҡ. Бөйөк татар халыҡ шағиры мәрхүм Ғабдулла Туҡаев үҙенең: «Күңел берлән сөйәм бәхетен татарның. Татар бит мин үзем дә, чын татармын, татар бәхете өчен мин жан атармын!» – тигән бөйөк бер йөрәк йырын йырлау ҙа енәйәтсе тип ғәйепләргә кемдең хаҡы бар?»

Артабан Әбүс ул был терминдың дөрөҫ вариантын дәлилләп тәҡдим итә: «Әгәр ҙә инде беҙ был һүҙҙәрҙе теге йәки был бер милләттең дәүләт аппаратын үҙ ҡулында тотоп килеү бер төркөм агрессор вампирҙар һәм агрессор вампирҙарға ҡаршы сара, тип төҙәтәбеҙ икән, быныһы инде бына ғәйәт дәрәжәлә хаҡлы бер талап булып, был турала ике төрлө һүҙ һөйләп тороуҙың һис бер кәрәге булмаҫ ине. Шуның өсөн дә беҙ милләттәрҙең милли яҙмыштарына тотош бер милләт халыҡтары үҙҙәре түгел, ә бәлки «дәүләт аппараты» тигән бөйөк бер көсләү, мәжбүр итеү ҡоралы үҙ ҡулдарында тотоп һәм ул ҡорал ҡеүәте аҫтында уларҙың һәр төрлө тар, хайрани бер теләктәрен бөтөн бер милләт халыҡтары өҫтөнә көсләп тағып килеүсе бер төркөм ас күҙле, ҡан эскес милли вампирҙар баш булып килгән бер ваҡытта теге йәки был милләт өҫтөнән эшләнгән агрессия, провокация, көсләү кеүек һәр төрлө бысраҡ эштәр өсөн бөтөн бер милләт халҡы өҫтөнә бысраҡ ташлау кеүек тупаҫ эштәргә барыуҙан ҡәтғи рәүештә баш тартабыҙ һәм ундай ғадаләтһеҙлек (ғәҙелһеҙлек) эштәренең эшләнеүенә теш-тырнағыбыҙ менән ҡаршы торабыҙ, протест тыуҙырабыҙ. Ни өсөн? Бына ни өсөн: әгәр ҙә беҙ үҙебеҙҙең көслөләр булыусылығыбыҙҙан файҙаланып «гонаһына күрә яза» тигән хәрәкәтебеҙ, митинг аҫтында теге йәки был милләттең тотош бер халҡына ҡарата ҡулланған, ғүмер-ғүмергә һабаҡ булып тороп ҡалырлыҡ бер «аҡылға ултырыу» кеүек бындай бер саралар менән ул милләттең барлыҡ киң ҡатлам хеҙмәт эйәләре өҫтөнә икеҡатлы бер яфа һәм ике ҡатлы бер һәләкәт афәте төшөргән булыр инек”. 

Күренеүенсә, ул илдәге власты һәм шул власть исеменән теге йәки был осорҙа ваҡытлыса идара иткән бер төркөм хаким-түрәләрҙе бутарға ярамағанлыҡты киҫәтә. Шулай уҡ халыҡтың һәм халыҡ исеменән сығыш яһаусы айырым төркөмдәрҙең дә “йә аҡ, йә ҡара” тип мөһөр баҫылырға, йәғни, бер бөтөн  итеп ҡаралырға һәм баһаланырға тейеш түгеллеге хаҡында уйлана, властағы хакимдарҙың, хатта енәйәтсел эшмәкәрлеге булған хәлдә лә, уларҙан сығып ил һәм дәүләт, халыҡ һәм шәхес хаҡында объектив һығымталарҙан ситләшергә ярамауға баҫым яһай.

Шәхес культы фашланып, иреккә сыҡҡандан һуң азатлыҡ тойғоларынан иҫереп, “ҡайттым туған балаң булып”, тип ашҡынып  поезда Өфөгә ингәндә лә  уның “йөрәгендә һүнмәҫ ҡояштан ҙур бөйөк коммунарлыҡ әләме” балҡып елберҙәй.

Яһалма ғәйептәрҙән тулыһынса аҡланып ҡайтһа ла, эш таба алмай, баш ҡаланың Мосолман зыяратында ҡәбер ҡаҙыусы булып көн иткәнендә лә уның бындай көнкүрешкә  мөнәсәбәте артыҡ  үҙгәрмәгән кеүек:

Коммунизм ысындағы ерме –

Беҙҙең өсөн һис юҡ тойолош.

Ҡәбер ҡаҙыу беҙгә кәрәк икән,

Беҙ уға ла барырға тейеш!

Бындай ыҙа-михнәттәрҙе ул ирҙәрсә олпат сабырлыҡ менән  фәлсәфәүи күҙлектән  “тормош ҡаршылығы ” тип баһалай. Совет тормошона яңынан илһөйәр булып йәшәгән Әбүс, 1967 йылдар аҙағында Рәми Ғариповтың ҡайғы-хәсрәт менән һуғарылған бер шиғырын уҡып, ысынлап аптырауға ҡала һәм “Рәмигә бер һорау” тигән яҙмаһында тәнҡитләп сыға. Туҡай һәм С. Рәмиевтың аһ-зарлы әҫәрҙәренең йөкмәткеһе ауыр капитализм тормошо шарттарынан килә, тип аңлата Әбүс. Йәп-йәш  Рәмиҙең:

Яҙмыштың был әллә ҡарғышымы,

Көлөүеме әллә мыҫҡыллап?

Тауҙай итеп бирә ҡайғыларын,

Шатлыҡтарын бирә мыҫҡаллап,–

тип яҙыуы уны аптырашта ҡалдыра, сөнки “ кешенең йәшәү өсөн йәшәү мөмкинлектәренең бөтә киңлеген асҡан беҙҙең бөгөнгө социалистик тормош шарттарында быны әйтә алырлыҡ бер ниндәй  нигеҙ ҙә юҡ”.

Әбүстең Рәмиҙе белмәгәнлектән түгел, ә яҡшы белгәнлектән, хөрмәт иткәнлектән тыуған был юлдар.

...Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың Әбүс исеме менән «танышыуы» 1951 йылдың 2 ноябрь көнө Мәскәүҙәге Ленин китапханаһында була. Хәлбүки, шағир көндәлегендә был датаны ғына түгел, урынын да үтә конкретлаштырған: Ленин китапханаһы, 2-се өҫтәл, 64-се урын.

1951 йыл... Берия ҡоторған заман... Ә студент Рәми «Октябрь» журналының 1930 йылдың өсөнсө һанын алдырып, С. Ҡудаштың Әбүс менән бәхәскә инә-инә Бабичтың ижад юлын тасуирлаған мәҡәләһен конспектлап ултырһынсы!

Әбүстең ошо осорҙа сыҡҡан башҡорт әҙәбиәтенең торошон сағылдырған «Бабич  ижадиәте һәм уның яҙмышы» («Беҙҙең юл», 1929, № 11), «Яңы тулҡындар» («Октябрь», 1930, №11 – 12), «Бөгөнгө әҙәбиәтебеҙ һәм ундағы «кризис» тураһында» («Октябрь», 1931, №4 – 5) һәм башҡа мәҡәләләрен уҡығандырмы-юҡтырмы, әммә Р. Ғариповтың Әбүскә булған иғтибары шул замандарҙан уҡ яралғандыр, тигән уй нығый зиһендә.

Ошо йәһәттән күренекле яҙыусы Динис Бүләковтың ҡатыны Рәйлә  ханым Бүләкованың иҫтәлеге ифрат ҡыҙыҡлы.

– 1971 йылдың йәйе ине. Рәми ағай беҙгә, йәғни телеүҙәк тирәһендәрәк яр башындағы фатирыбыҙға, хәл белергә килде. Байтаҡ ҡына әңгәмәләшкәс, ул Динис менән икебеҙҙе әйҙәләп, «бер ҡыҙыҡ, аҡыллы кеше» менән таныштырырға алып китте. Трамвай менән проспектҡа сығып, «Мәктәп-интернат» туҡталышына тиклем барҙыҡ. «Урожай» тигән магазин тирәһенән урман һымағыраҡ ергә еткерҙе лә, ышығыраҡ бер эскәмйәгә ултыртып, үҙе «ҡыҙыҡ» кеше эргәһенә китте. «Ярай, эш башлап ҡына тораһығыҙ, һеҙ күренеп-фәлән йөрөмәгеҙ, ошонда көтөгөҙ», – тигәс, бер аҙ шомланыбыраҡ та ҡуйҙыҡ.

Хәтһеҙ ваҡыт үтте, бер кеше лә йөрөмәгән аулаҡ урын – ҡурҡыңҡырап та ҡуябыҙ. Шунан оҙон ҡара плащ кейгән олораҡ, өндәшмәҫ бер ҡартласты эйәртеп, Рәми ағай күренде. Өйөнөң эргәһендәме, әллә эсендәме ҡарауыл булып, шунан рөхсәт алып сыҡҡан һымаҡ тойолдо беҙгә. Таһир Байышев ағайығыҙ, тип таныштырҙы Рәми ағай. Уларҙың үҙ-ара һөйләшеүенән аңлашылғанса, Байышевтың ҡайҙалыр хат яҙыуы, уны бик ҡаты тикшереүҙәре, ағайҙың бик бошонҡо сырайы шуның сәбәбенән икәнлеге мәғлүм булды. Рәми ағай нисек тә уның күңелен күтәрергә тырышты, «Каруанһарай» йырын да мөңгөрләп алды.

Байышев ағай теләһә кемгә ышанысын юғалтҡандырмы, Динискә лә тәүҙә һынсыл ҡараны, ҡайҙа тороуыбыҙҙы һораны. Яр буйында, тигәс, зыярат эргәһеме, тип асыҡланы ла, Рәми ағайға әйләнеп, «Әбүсте күргәнең бармы?» – тип ҡыҙыҡһынды. Рәми ағай, яңыраҡ күрҙем, тигәс, «Һаман да ҡәбер ҡаҙып, мәйет күмеп көн күрәме бахыр?» – тип белеште. Аҙаҡ: «Күпме әйттем, һине Ҡазанда электән беләләр бит эшләп киткәс, шунда китеп ҡара, берәй йүнен табырһың, тип. Юҡ, һаман «Башҡортостаным» тип йәбешеп ята. Минең генә барыр ерем, батыр күлем юҡ шул», – тип өҙгөләнде.

Быға тиклем Әбүс тигәнде ишетмәгәс, беҙгә ҡыҙыҡ булып китте, кем икәнлеген һораныҡ. Ул кинәйәләберәк яуап бирҙе:

– Каруанһарайҙа сатнатып тураһын әйтеп өйрәнгәндәр ҙә, бик ҡыйын булды уларға. Сатирик булам тиһәң, кеше менән дошманлашырға кәрәк бит инде. Ах, ялтлап килгән шәп сағы бар ине, әрәм булды Әбүс, – тип көйәләнде Байышев ағай. Рәми ағай менән улар иркенләп тел, сәйәсәт, шулай уҡ Әбүс тураһында ла оҙаҡ ҡына фекер алыштылар. Рәми ағай Әбүсте бик яҡшы белеп, йыш күрешкән һымаҡ һөйләште...

(Хәтергә төшөрһәк, Р. Ғарипов үҙенең «Табыныу» поэмаһын яҙыуы, өҫтәүенә, тап шул 1971 йылдың көҙөндәге шиғыр кисәһендә йәмәғәтселеккә башлап ишеттереүе, бәлки, күп йәһәттән, үрҙәге шәхестәрҙең йоғонтоһо һөҙөмтәһе  булғандыр).

Нисек кенә булмаһын, Әбүстең  совет иленең ҡоролошона, ленинизм һәм партия идеяларына бер ниндәй ҙә дәғүәһе юҡ,  иңдәренә төшкән ғазаптар өсөн  берәүгә лә хатта үпкә йә үс тотмағанлығы бәхәсһеҙ. Тимәк, сәйәси репрессияға дусар итерлек  ғәйеп тағыу уның икенсерәк сәбәптәргә бәйле. Мин  уның китаптарын төҙөп, баҫмаға әҙерләгәндә Башҡортостан республикаһы буйынса РФ федераль именлек хеҙмәте архивында Әбүскә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эше менән танышҡайным. Унда теркәлгәнсә, тикшереүсе иң элек Әбүстең сәйәси ҡараштарына бәйләнә.

Тикшереүсе.  ...у вас взгляды изменились. Какие были у вас политические убеждения до 1935 года?

Әбүс. У меня было мировоззрение идеалистического направления. Моя платформа, отрицающая классовость в искусстве и что поэт должен быть посланником небесного мира, т.е. некоего священного существа, есть плод мелкобуржуазной идеологии. Воспринял идеализм как единственно правильное мироззрение, я отрицал марксизм как мировоззрение  пролетариата и мировоззрение, в основе которого лежит материя. Исходя из своеого мироззрения, я отрицал диктатуру пролетариата, классовую борьбу... Я находился в плену мелкобуржуазной идеологии и литературного анархизма. С 1928 – 29 годов отошел , признав эту идеологию вредной для пролетариата.

Тикшереүсе. Почему отошли от комсомола?

Әбүс. Не встал на учет в 1928 году в Уфе....Никогда не считал комсомол политически деловой организацией...

Тикшереүсе. Ездили ли вы на родину Бабича собирать биографические материалы и когда?

Әбүс. В 1931 году отдыхал в Дюртюлинском районе, специально ездил в Асяново для изучения биографии Бабича, хотя никаких поручений не имел, а делал по своей инициативе...Бабича я  признаю подлинным талантливым писателем башкирского и татарского народов.

Тикшереүсе. Вам известны тезисы о башкирской литературе, опубликованные в советской печати и на пленуме писателей в Минске, где Бабич не признается подлинным башкирским писателем?

Әбүс.Тезисы я не читал, но об этом мне передавали, что Тагиров причислил Бабича к лагерю конрреволюционеров наравне с Х. Габитовым и что мы не должны их изучать как писателей. Я считаю, что такой подход совершенно неверным. Это односторонний и легкомысленный подход...