Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Бер минутлыҡ әңгәмә

Һиндә, Сибай, күңел йырлай...

Ҡалала уҙған Белорет, Учалы, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ райондары һәм ҡалаларынан утыҙға яҡын өмөтлө ҡәләм оҫталарының конференцияһы әһәмиәтле әҙәби-мәҙәни ваҡиға төҫөн алды. Ошо уңайҙан жюри ағзалары шәхсән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Наил Ғәйетбаев,

Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе, жюри етәксеһе:

– Рәхмәт инде ҡала хакимиәте башлығы Хәмит Сөләймәновҡа, уның урынбаҫары Илгиз Хәйруллинға, мәҙәниәт бүлеге мөдире Сулпан Аҡназароваға, БДУ-ның Сибай филиалы ректоры Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа, А. Мөбәрәков исемендәге һәм «Сулпан» театрҙары, күп профилле профессиональ колледж, Халыҡ мәҙәниәте үҙәге, китапханалар  селтәре, урындағы яҙыусылар ойошмаһы етәкселәренә – һәммәһе лә сараны ойоштороуға рухи һәм матди көстәрен ҡыҙғанманы. Жюри ағзалары эшенән дә ҡәнәғәтмен: драматургия, проза һәм шиғриәт (башҡорт һәм урыҫ телендә) секциялары йәштәр ижадына заман күҙлегенән төплө анализ яһаны. Иң мөһиме, быуындар бәйләнеше бар һәм дә ул нығырға тейеш. Бығаса бер-береһен матбуғат аша ғына белгән таланттар  күҙмә-күҙ фекер алышты, илһам бүлеште. Ҡала менән танышыу иһә бөтәбеҙҙең дә иҫендә ҡаласаҡ.

Ә ҡайтышлай жюри Магнитогорск ҡалаһына һуғылды – һуңғы осор ижад елкәндәрен киң кирергә керешкән «Урал ынйылары» әҙәби берләшмәһе менән ихлас әңгәмә уҙғарып, мастер-класта биш кешенең төрлө жанрҙағы ҡулъяҙмаларын ғәҙел һәм талапсан баһаланыҡ. Форсаттан файҙаланып, Силәбе  өлкәһенең әҙәби остаздарына, Магнитогорскиҙың Этник-медиа үҙәгенә рәхмәт күндерәм.

Алыҫ юлды яҡын күреп, беҙҙең оҫтаханала Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры  Илһам Йәндәүләтов та аҙмы-күпме ҡатнашырға форсат тапты. Киләсәктә, йәғни Әҙәбиәт йылы – 2015-тең барышында, конференцияла юғары баһа алған унлап ҡулъяҙманы нәшриәткә тәҡдим итмәксебеҙ.

Төбәк яҙыусылар ойошмаһы сәркәтибе, драматург Әминә Яхина, урындағы режиссерҙар менән драматургия буйынса семинар ойошторҙом. Өс пьесаны иләктән үткәрҙек, улар хаҡында ентеклерәк һүҙ киләсәктә булыр, тим.

 

Сабир Шәрипов,

проза семинары етәксеһе:

– Сибайҙар маладис, дүрт йыл элек проза буйынса республика оҫтаханаһы ла ошонда уҙҙы  бит. Һөҙөмтәләр ҙә һәлмәк: биш авторҙың китабы сыҡты, ике кеше Яҙыусылар берлегенә ҡабул ителде, йәнә  икәү «сират»ҡа баҫты, кемдәрҙер төрлө дәрәжәлә лауреат исемдәрен яуланы...

Элекке  һәм әлеге конференция араһындағы һөҙөмтәләрҙе күҙаллау өсөн йәш прозаиктар – Сибайҙан Рәмилә Торомтаеваның ижади отчетын тыңланыҡ, Миләүшә Ҡаһарманованың «Йәнем йылы теләй» тигән йыйынтығының  исем туйын уҙғарҙыҡ. Өҫтәүенә, конференция һуңында Миләүшәне халыҡ-ара премияға лайыҡ булыуы айҡанлы күмәкләп ҡотланыҡ.

Конференцияла иң йәше Зөлфиә Сәлихова булды. Уҡытыусы, Бөрйәндә тыуған, Белоретта йәшәй. Теле бай, халыҡсан, донъяны үҙенсә күрә, үҙенсә һүрәтләргә маһир. Бик тә өмөтлө, кем әйтмешләй, «мал сығасаҡ» унан.

Әмир Әминев:

–  Миңә ҡалһа, һөйләшеү сәсмә әҫәрҙәрен  тикшереүгә ҡуйған йәш авторҙар өсөн дә, семинар етәкселәре өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Мәҫәлән, Рәзилә Ырыҫҡужина, Сәғирә Шәрәфетдинова хикәйәләре, Әнисә Аҫылғужинаның   күләмле бәйәне төрлө фекерҙәр, хатта бәхәстәр тыуҙырҙы. Байгилде Моталлаптың «Күгәүен» исемле детектив повесын мин редакцияла уҡ уҡып барғайным. Тик автор осрашыуға килә алманы, шуға  күрә әҫәр хаҡында оло һүҙ ҡуҙғатманыҡ. Әммә тормошсан әйбер бар һәм беҙ уны журналдың ошо һанында бирәбеҙ.

Нишләп өс жанр (проза, шиғриәт, драматургия) ғына ҡуйылды һуң, тигән һорау ҙа бирелде семинарҙа. Урынлы һорау, тимен, сөнки публицистика, әҙәби тәнҡит, сатира һәм юморҙы ла  хәстәрләп булыр ине, тип  иҫәпләйем. Ул өлкәләрҙә ижад итеүселәр ҙә бар бит һәр  тарафта. Алдағы конференцияларҙа, семинарҙарҙа был  мәсьәләне иҫтә тоторға кәрәктер. Йәнә шул: ошондай форматта йәштәр конференцияларын республиканың башҡа төбәктәрендә лә үткәреү зарур. Бөгөн йәштәрҙе әҙәби ижадҡа ныҡышмал ылыҡтырмаһаҡ, әҙәбиәттең иртәгәһе көнө хәүефле буласаҡ, әҙәби алмаштың  сафтары шыйыҡланасаҡ.

Әйткәндәй, Магнитогорскиҙағы ҡәрҙәштәребеҙ ҙә ҡәләмдәрен  апаруҡ үткер юна. Мәгәр күп йәһәттән ярҙамға мохтажлыҡ кисерәләр, шуға күрә улар менән бәйләнеш тә нығый барырға тейеш.

Тамара Искәндәриә,

Башҡортостан Яҙыусылар союзының поэзия секцияһы рәйесе:

– Шиғриәт секцияһында эреле-ваҡлы туғыҙ ҡулъяҙма ҡаралды. Араларында  Рәсимә Сәлихова кеүек поэтик аһәңде нескә тойомлағандары ла, Динара Йәрмөхәмәтова, Алина Ғәлина, Гөлназ Искәндәрова, Тимур Рәхмәтуллин һымаҡ ижад һуҡмағынан яңы атлағандары ла бар.

 Шуныһы ҡыуандыра: шиғри юлдарының һәлмәклеге, үҙҙәренә генә хас табыштары, ил-көн тураһында етди уйланыуҙары менән был юлы егеттәр ҡыуандырҙы. Поэзияға егеттәр килмәй, тигән фекер менән хушлашырға ваҡыт етә шикелле. Әлбиттә, әле был ҡулъяҙмаларҙа бойҙайынан бигерәк кәбәге күп, әммә киләсәктә   һирәк орлоҡтарҙан бәрәкәтле иген баҫыуы хасил булыр, тигән өмөттәбеҙ. Күгәрсен егете Хәким Алсынбаев үҙенең таҙа, ирҙәрсә ышаныслы тауышы менән ҡыуандарҙы, уның ҡулъяҙма йыйынтығын, ҡайтанан ҡарап, «Китап» нәшриәтенә тәҡдим итергә ҡарар сығарҙыҡ.   Йылайырҙан Азамат Үтәшевтың саф йөрәгенән урғылып сыҡҡан шиғырҙары, Учалынан Денис Ғилмановтың Бабичҡа – эйәрепме, үҙ тәбиғәте шулай ярһыумы – хәҡиҡәт эҙләп Ер-күкте байҡауы Шағир юлы хаҡында уйландырҙы. Әбйәлил егете Тимур Рәхмәтуллин ҡулъяҙмаһы шиғыр төҙөлөшө, аһәңе хаҡында фекер алышыуға нигеҙ булды. Конференцияның асышы тип Белореттан Венер Сәлиховты атарға мөмкин. Тыуған ауылында  ижад итеүсе Венер шиғриәттең нимә икәнен тыумыштан аңлай һымаҡ. Тәбиғи моң, Хоҙай тарафынан бирелгән тел асҡысы бар унда. Әлегә шиғырҙары күп түгел, артабан арымай-талмай ижад итергә, уҡырға инергә кәңәш бирҙе уға өлкән ҡәләмдәштәре.

Әйтергә кәрәк, шиғриәт секцияһында Учалынан Мәүлит Ямалетдин, Стәрлетамаҡтан Рита Фәтҡуллина, Сибайҙан Наилә Ласынова ла ең һыҙғанып эшләне.

Мәүлит Ямалетдин,

«Ҡуңыр буға» ойошмаһы етәксеһе:

Конференция, дөйөм алғанда, бик йәнле уҙҙы. Уның ижадҡа ылығыусы ҡәләм тибрәтеүселәр күңелендә тәрән эҙ ҡалдырасағына, уларға өр-яңы дәрт һәм илһам бирәсәгенә иманым камил. Секция ултырыштарында әҙәбиәттә киң танылыу тапҡан олпат яҙыусыларҙың ҡатнашыуы, үҙҙәренең күп йыллыҡ тәжрибәләре менән уртаҡлашыуы, йәш дуҫтарына ихлас кәңәштәрен биреүе сараның әһәмиәтен бермә-бер арттырҙы, бәҫен күтәрҙе. 

«Урал аръяғы ижади көстәренең «Ҡуңыр буға» берләшмәһе» төбәк йәмәғәт ойошмаһы өсөн был сара йомғаҡтары икеләтә һөйөнөслө булды, сөнки ҡулъяҙмалары айырым китап итеп баҫтырыу өсөн Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә тәҡдим ителгән Хәким Алсынбаев менән Әнисә Аҫылғужина – ижади ойошманың әүҙем ағзалары. Уларҙың уңышы – беҙҙең тарафтан алып барылған эҙмә-эҙлекле һәм планлы эшмәкәрлегебеҙҙең ҡыуаныслы һөҙөмтәһе, татлы емеше. Йәнә бер ҡыуанысыбыҙ – Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, урыҫ телендә шиғырҙар яҙған Бибикамал Шәйҙуллинаның ҡулъяҙмаһы «Китап» нәшриәтенә тәҡдим ителәсәк. Быны ла «Ҡуңыр буға»ның ҡаҙанышы тип атарға мөмкин, сөнки Магнитогорскиҙағы «Урал ынйылары» әҙәби берләшмәһе һәм ундағы ижади эшмәкәрлек даими иғтибар үҙәгендә. Был әҙәби берләшмә Силәбеләге «Аҡмулла» ойошмаһының филиалы һаналһа ла, аралар яҡын булыу сәбәпле, улар менән бер ҡаҙанда ҡайнайбыҙ, күп яҡлы методик һәм рухи ярҙам күрһәтеүҙе мөҡәддәс бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Киләсәктә был эш дауам итер һәм берлектәге көсөргәнешле ижад үҙенең тағы ла емешлерәк һөҙөмтәләрен бирер, тип ышанам.

 Николай Грахов,

рус телендәге шиғриәт төркөмө етәксеһе,

«Бельские просторы» журналының шиғриәт бүлеге мөхәррире:

–  Урал аръяғындағы ике ҡалаға әҙәби сәйәхәтебеҙ тәьҫораттары ғүмергә етер, моғайын. Тәбиғәт матурлығы, кешеләрҙең ҡунаҡсыллығы хаҡында сурытып тораһы түгел. Арыныҡ, шулай ҙа күңелебеҙ төшмәне, яңы ҡәләмдәштәр таптыҡ, аралаштыҡ, дуҫлаштыҡ.

Миңә «Истоки» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, шағирә Светлана Марсель ҡыҙы Ғафурова менән рус телендә яҙышыусылар секцияһын етәкләргә насип итте. Үкенескә күрә, был төбәктә профессиональ шағирҙарҙың булмауы үҙен һиҙҙертте: ҡулъяҙмалар ашыҡ-бошоҡ әҙерләнгән, хаталары күп, ысын шағир ундай кәмселектәргә юл ҡуймаҫ ине. Бәғзе  ҡәләмгирҙәр ҡылым рифмалары менән мауыға, шиғырҙың композицияһын төҙөй белмәй, икенсе берәүҙәр һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса дөрөҫ ҡулланмай. Ҡыҫҡаһы, семинарҙа йәштәр менән индивидуаль юҫыҡта эшләргә тырышылды. Мәгәр Магнитогорск ҡалаһында бына тигән «табыш»ҡа юлыҡтыҡ.

«Урал ынйылары» берләшмәһе ағзаһы, ҡала мәсетендә урыҫ теленән һабаҡ биреүсе Бибикамал ханым Шәйҙуллинаның шиғырҙарынан һәйбәт йыйынтыҡ төҙөргә мөмкин. Әлбиттә, аҙмы-күпме редакторлағандан һәм еңелсә төҙәтмәләр индергәндән һуң. Иң мөһиме, Арҡайымда тыуып, Магниткала төпләнгән, йәмәғәт эштәрендә сабыулап йөрөгән ханымдың шиғриәте һәммәбеҙгә лә кәрәк, шуға күрә лә уның ижад емештәрен теләһә ниндәй китап нәшриәтенә икеләнеүһеҙ тәҡдим итергә мөмкин. Шулай уҡ үҙебеҙҙең Инйәр буйында үҫкән, хәҙерге көндә ҡала полицияһында лейтенант погондары тағып хеҙмәт иткән Мәргән Хөсәйеновтың да замандаштарға әйтер шиғри һүҙе бар. Ижадын камиллаштырыу йәһәтенән уға ла, башҡаларға ла изге теләктәр күндерҙек.

Гөлкәй Сәмерханова,

филология фәндәре кандидаты:

– Ҡулъяҙмалары билдәле яҙыусылар, шағирҙар тарафынан ентекле һәм берәмтекләп тикшерелде, шәхсән һәр йәш ижадсыға яҙмаларын художестволы юғарылыҡҡа күтәреү өсөн кәңәштәр бирелде. Секцияларҙың диалог, фекер алышыу формаһында барыуы бигерәк оҡшаны, авторҙар ғына түгел, институт уҡытыусылары, студенттар ҙа һорауҙарын бирҙе, баш ҡала ҡунаҡтары һәр ҡайһыһына ихлас яуап ҡайтарҙы. Уларҙың үҙ тормоштарынан төрлө хәлдәрҙе иҫкә төшөрөүе, пафосһыҙ аралашыуҙары “йылы” эш атмосфераһы тыуҙырҙы. Әңгәмә барышында башҡорт әҙәбиәтенең хәҙерге торошо буйынса, яңы тема, хәҙерге заман геройы мәсьәләләре күтәрелде.

Наил Ғәйетбаев билдәләүенсә, йыйындың төп маҡсаты – илебеҙҙең төрлө төбәктәренән, күрше өлкәләрҙән әҙәбиәтебеҙең киләсәген билдәләрҙәй йәш таланттар табыу, тимәк, семинар әҙәбиәт донъяһына трамплин ул. Шуға күрә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә, Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

 

Шулай итеп, Сибай йәнә үҙенең әҙәби һәм мәҙәни ҡала икәнлеген раҫланы. Конференция эшендә институт уҡытыусылары һәм талиптарының, театр эшмәкәрҙәренең, журналистарҙың, тағы ҡәҙимге әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күпләп ҡатнашыуы үҙе үк ошо фекергә дәлил.  

 

«Ағиҙел»дең махсус хәбәрсеһе.