Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Сергей Янаки

Башта шағир, унан ғына тәржемәсе

Тәржемәсе өсөн мәңгелек булып торған «әҫәр нөсхәһен теүәл биреүме, әллә?..» тигән һорауҙы һәр кем дә үҙе өсөн генә түгел, ә һәр автор, хатта һәр шиғыр өсөн үҙе хәл итә. Был, әлбиттә, тәжрибә аша килә. Хәҙер был йүнәлештә эшләргә теләүсе генә түгел, өйрәнергә, уҡырға теләүсе йәштәр ҙә юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Йәштәргә бөгөн әҙер генә кәрәк, улар – ҡулланыусы ғына. Өйрәнергә теләүсе булһа, өйрәтеүсе булыр ине, тиергә теләүем.

Миңә тәржемә менән шөғөлләнергә тәҡдим булғас, кемдән өйрәнергә икәнен белә инем инде. Александр Филиппов, Юрий Андрианов, Николай Грахов, Дим Дәминев һымаҡ билдәле шағирҙарҙың башта үҙ ижады менән, аҙаҡ улар эшләгән тәржемәләр менән танышып, сағыштырып ҡараным. Шунан һуң был мәсьәләгә үҙемдең ҡарашым барлыҡҡа килде. Шуны тәжрибәлә һынап ҡарарға ғына кәрәк ине.

Күп милли республикаларҙа тәржемәселәр хеҙмәтен шундағы шағирҙарҙың кимәленә күтәреп, тиң баһалайҙар. Мәҫәлән, мин үҙем өсөн Станислав Сущевский тигән ҡыҙыҡ тәржемәсене астым. Баҡтиһәң, ул беҙҙә башлаған һәм, тәҡдим булғас, Дағстанға сығып киткән. Уға шағир булмаҫҡа, ә үҙен фәҡәт тәржемәсе булараҡ асырға тәҡдим иткәндәр икән. Була шундай осраҡтар: кешенең шиғыр яҙыу оҫталығы бар, ә бына шағир булараҡ үҙ йөҙө юҡ! Ул Дағстанға барып, ундағы милли шағирҙарҙы Рәсәй, СССР кимәленә күтәреп, үҙен дә аса алды. Александр Филиппов шуға бәйле бер хәлде лә һөйләгәйне. «Торналар» шиғырында шиғырҙы миллилектән айырып, дөйөмләштереү өсөн, егеттәр (подстрочникта – джигиты, бәлки, шәһиттәр ҙә булғандыр – Д. Ш.) һүҙен һалдаттар тигән донъя өсөн уртаҡ төшөнсәгә әйләндерергә кәрәклеген Рәсүл Ғамзатовҡа бик оҙаҡ тәфсирләргә кәрәк булған. Һөҙөмтәлә Ғамзатовты бар донъяға танытҡан йыр тыуған. Бына ҡайҙа асыла ул тәржемәсенең һиҙгерлеге һәм алдан күрә белеүе! Был – иҫәпләнгән аудиторияға ҡарап, ҡайһы ерҙә миллилекте һаҡларға, ә ҡайһы ерҙә, киреһенсә, киңәйтә һәм юйҙыра бирергә кәрәклеге тураһында әйтеүем.  

Мин Өфө агрегат предприятиеһында эшләгәндә, бракка сығарылған изделиены заводҡа кире ҡайтарыу тәртибе бар ине. Әле лә боҙоҡ автомобилдәрҙе кире ҡайтарыу осраҡтары булғылай. Шуның һымаҡ, мин, мәҫәлән, Мәскәүҙә сыҡҡан «Из века в век» серияһындағы башҡорт шиғриәте  энциклопедияһының һуңғы сығарылышын китапханаларҙан кире йыйып алыр инем. Ул ысынлап та брак булып сыҡҡан! Төҙөүселәр – Мәскәү әҙиптәре Сергей Гловюк менән Виктор Широков аңлатыуҙарынса, ул бик ашығыс эшләнгән, ниндәйҙер датаға өлгөртөргә тырышҡандарҙыр инде. («Из века в век» – кириллицала яҙылған төрлө телдәр шиғриәтен руссаға тәржемәлә нәшер итеү серияһы. «Башҡортостан» сығарылышында 1000 дана менән баҫылған был китапта 72 башҡорт шағирының әҫәрҙәре ике телдә бирелгән – Д. Ш.) Проект булғас, уға аҡса ла бүленгәндер. Төҙөүселәр үҙҙәре уны бик юғары баһалаған булған, «һуңғы дәүерҙәге иң аҫыл поэтик өлгөләр тупланды» тигәндәр.  Ләкин беҙҙең бит сағыштырып ҡарарлыҡ өлгөләребеҙ бар! Мәҫәлән, «Поэты Башкирии» тигән ике томлыҡ сығарылыш. Унда, минеңсә, «үткенсе» шағирҙар һәм шиғырҙар юҡ, төҙөүселәрҙең яуаплылығынан тора был.

Был китапта миңә – белеме буйынса филолог булмаған кешегә лә ярылып күренеп ятҡан хаталар күп. Шиғырҙы уҡығанда уҡ төшөп ҡалған ижек, тотош һүҙҙәр һиҙелә, ирекһеҙҙән, был шағир улай яҙмағандыр, ябай орфографик хаталыр, тигән шиккә төшәһең. Шул уҡ шиғырҙың элеккерәк тәржемәләрен ҡараһаң, айырма күренә. Мәҫәлән, мин Роберт Паль тәржемәһенең нисек боҙоп бирелеүен күрҙем. Унда «сети-западня» тигән һүҙбәйләнеш ниңәлер «сети Запада» булып киткән. Рифмаға яраҡлаштырып ижектә баҫым үҙгәреүенә шунда уҡ иғтибар итәһең, ә абайлап уҡыһаң, тотош мәғәнә лә үҙгәреп киткән бит!

Артабан, әҙәбиәттә билингизм – ике теллелек тураһында. Сөнки тәржемәсе оригинал телен дә белергә тейеш, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Тел әсә һөтө менән һеңдерелә, тип әйтергә яратабыҙ. Минең күп таныштар башҡорт телен көндәлек аралашыу кимәлендә белә, тик был телдә әҫәрҙәр тыуҙырырға һәләтле түгел. Сөнки уларға, дөрөҫөн әйткәндә, был тел әсә теле менән һеңмәгән, улар тормошонда был осорҙо үткәреп ебәргән. Рус теллеләргә лә ҡағыла был. Сит, үҙеңә туған булмаған  телдә яҡшы әҙәби әҫәр тыуҙырыу – бик һирәктәргә иҫкәрмә рәүешендә генә эләккән сифаттыр, тим. Әйтәйек, Набоковҡа. Ә бына Ғәзим Шафиҡовтың был йәһәттән шаҡтай ҡыйынлыҡтары булғанлығы хаҡында беләм. Ул, Ҡырғыҙстанда тыуып, Башҡортостанда үҫеп, русса ижад итергә бик теләгән кеше, һәр ваҡыт тел мәсьәләләренә килеп төртөлөр булған. Һәм, әйтергә кәрәк, үтә ныҡышмаллығы һәм тырышлығы ярҙамында был кәртәләрҙе еңә барған.

Тел – ул халыҡтың донъяға ҡарашы, уның мәҙәниәте, йәшәү рәүеше. Тел шул төшөнсәләрҙең һәр, күҙәнәгенә тип әйтәйекме, үтәнән-үтә һеңгән. Өҫтәүенә, һәр ауылда, ғаиләлә лә уны ҡулланыуҙың үҙенсәлектәре бар. Телде өйрәнеп була, тип беҙ бигерәк ябайлаштырып әйтергә күнеккәнбеҙ. Улай түгел шул. Мин, бына, бик теләһәм, башҡорт телен яҡшы уҡ өйрәнә алыр инем, тиәйек. Академик кимәлдә, бәлки, өйрәнә лә алыр инем, ниндәйҙер уртаҡул мәҡәләләр ҙә яҙыр инем. Ләкин мин был телдә бер ҡасан да халыҡсан, кешеләр кинәнеп уҡырлыҡ әҙәби-нәфис әҫәр тыуҙыра алмаясаҡмын. Милли кейем кейеп, башҡортса һөйләшеп йөрөһәм дә, мин башҡорт булмайым. Шундай уҡ һорау тыуа: башҡорт русҡа әйләнә аламы? Йәмғиәтебеҙҙә, артыҡ ҡыҙған баштанмы, шундай фекер ҙә йөрөй: башҡорт һәм башҡа милләт балалары ҡала шарттарында русҡа әйләнә, тиҙәр. Юҡ, мөмкин булмаған эш был. Һәр телдең, ана шул, инә һөтө менән һеңдерелгән серле сигналдары була, уны өлкәнәйгәс, телде уҡып өйрәнеп табып булмай. Мин үҙем йыш ҡына шиғырҙарымды ысын рус кешеһенә биреп (Янаки сығышы буйынса грек – Д. Ш.), унан һорағаным бар: «Ҡайһы ерҙәре менән килешмәйһең?» Шунда, бына ошо ере русса әйтелмәгән, былай һөйләшмәйҙәр, тигән яуап ишетәһең.

Билингизмда мәсьәлә уны ниндәй кимәлдә белеүгә ҡайтып ҡала. Бына, минең алдымда профессор Кәбир Закирйәновтың «Двуязычие и перевод» тигән китабы. Бик файҙалы китап. Ул  билдәле телсе Гудковтың, сит телде юғары кимәлдә  белеү мөмкин түгел, тигән дәлилен килтерә. Тимәк, беҙ билингизм тураһында һүҙ йөрөткәндә тик уны өйрәнеү кимәле тураһында һүҙ алып барырға тейешбеҙ. Рус теле халыҡ-ара аралашыу теле булып һанала. Рәсәйҙә был телде белмәгән бер кеше лә юҡ, тиергә мөмкин. Илебеҙҙең ярты халҡы билингивист хәҙер. Тик ниндәй һуң ул белем кимәле? Аңлашыла – аралашсы һөйләш теле, хатта иң ябай грамоталылыҡ хаҡында ла әйтеп булмай. Бындай кимәлгә сит халыҡ вәкиле менән аҙна буйы яҡын аралашып та етергә мөмкин.

Беҙ бында белеү кимәлен ошо телдә юғары әҫәрҙәр яҙыу менән билдәләйбеҙ бит. Ә бит бер телдә булған ҡайһы бер һүҙҙәрҙең икенсе телдә ауаздашы ғына түгел, хатта төшөнсәһе лә булмай сыға. Шуны нисек ҡыҫҡа ғына шиғыр юлына һыйҙырмаҡ кәрәк? Мин бер тапҡыр Рәмзилә Хисаметдинованың ике юлын тәржемә итер өсөн аҙна буйы баш ватҡаным хәтерҙә.

Дөрөҫ, беҙ әле тәржемә тураһында әҙ һөйләйбеҙ. Шулай уҡ, тәржемәләрҙе тикшереү, бер-береңә тәнҡит һүҙҙәре әйтеү ҙә юҡ.  Секцияларҙа, түңәрәктәрҙә йәш авторҙарҙың яҙмаларын тикшереү бар. Ә бына тәржемә әҫәрҙәр тураһында – ләм-мим. Мәҫәлән, һуңғы арала «Бельские просторы» журналында тәржемәи әҫәрҙәрҙе хатта редакторлап та тормай баҫа башланылар. Оҫта кеше яҙған, уны ярайһы уҡ оҫта тәржемә иткәндәр – нимәһен ҡарарға, тигән һымағыраҡ инде. Ә был юл бик насар – кешене тәржемә әҫәрҙәрен уҡыуҙан бөтөнләй биҙҙерергә мөмкин. Маҡсат бит – башҡорт яҙыусыһын рус телле уҡыусыға асыу. Тимәк, был әҫәр рус телендә башҡортса һымаҡ уҡ матур яңғырарға тейеш! Әгәр тәржемәсе шуны оҫта эшләй алмаһа, ул үҙен тәржемәсе булараҡ түгел, ә авторҙы насар шағир тип күрһәтәсәк. Баяғы әйткәнемсә, «иң аҫыл өлгөләр һайлап алынды» тиелгән дә булһа, уҡыусы, ғөмүмән, был халыҡтың әҙәбиәте шундай икән, тип уйлап ҡуймаһа әле.

Шуға күрә, әгәр берәйһенең шиғырын мин тәржемә итергә һайлап алғанмын икән, уны тотош донъя кимәленән сығып баһаларға һәм шул кимәлдә торорлоҡ итеп эшләргә лә тейешмен. Мәҫәлән, инглиз һәм Европа телдәренән руссаға тәржемә ителгән әҫәрҙәрҙе беҙ алдан уҡ яҡшы тип ҡабул итәбеҙ. Сөнки алдан уҡ был әҫәрҙәр шул халыҡ араһында киң таралып, автор танылған була. Беҙ барыбыҙ ҙа дөйөм бер эш менән булабыҙ, тимәк, ни тиһәң дә, иң алдан барыбер шағир булыу килергә тейеш, шунан һуң ғына ул һәйбәт тәржемәсе лә була ала. Хәйер, һеҙҙең алдағы сығарылыштарығыҙҙа бөтә бөйөк яҙыусыларҙың да тәржемә менән әүҙем шөғөлләнгәне тураһында һүҙ булғайны инде. Хәҙер шиғыр яҙыусылар күп ул. Төрлөсә шөғөлләнәләр. Тик бына шул шиғырсылар араһынан ысын шағирҙарҙы табыу ҡыйын. Был ниҙән килеп сыға? Элекке, классик тип әйтәйекме, шағирҙарҙы алып өйрәнеп ҡараһаң, шуны күрергә мөмкин: уларҙың һәр ҡайһыһы – айырым һәм бөтөн бер донъя! Унда инергә, ҡыҙырып йөрөргә, шул донъяла йәшәргә һәм шуға бәйле үҙеңә лә үҫешергә була. Шул донъяны ҡорорға уларҙы үҙҙәре йәшәгән ваҡыт, донъя, шуға ҡараш этәргән. Һуғыш ваҡытында халыҡ араһынан геройҙар килеп сыҡҡандағы һымаҡ.

Беҙҙең әлеге дәүерҙә лә (уны нисек кенә атамаһындар, шиғри һүҙгә мохтажлыҡ юҡ) матур яҙа белгән кешеләр күптер ул, тик ана шул сағыу балҡырлыҡ, үҙ донъяһын булдырырлыҡ шәхестәр күренмәй. Бигерәк тә яҙыу һәм сығарыу өсөн мөмкинлектәр күбәйеп киткәндә. Улар үҙҙәренең ваҡ ҡына донъясыҡтарында, бер нисә дуҫ-иштәре араһында шағир исеме күтәреп йөрөй ҙә, шуның менән ҡәнәғәт. Был айырыуса йәштәрҙең ижадын байҡағанда асыҡ күҙгә ташлана. Ҡасандыр, Матбуғат йортонда эшләгәндә, беҙҙең арала бер эшсе яҙыусы ла бар ине. Ул миңә үҙенең сатирик хикәйәләрен уҡырға биреп торҙо. Шуларҙы уҡығанда, ғәжәпкә ҡалдым: уның һәр хикәйәсеге кем тарафынандыр ентекләп тикшерелгән, иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр менән сыбарланып бөткән! Ул шуны бер ҙә аптырарлыҡ тип тә, үҙен кәмһетеү тип тә һанамай, төҙәтеп эшләй ҙә, тағы тикшертергә алып китә ине. Йәше лә ул замандар өсөн әллә ни йәш түгел, ҡырҡты уҙған «йәш яҙыусы». Бына нисек бәпләп, ентекле рәүештә тәрбиәләгәндәр йәштәрҙе.

Ә хәҙерге йәштәргә берәй һүҙ әйтеп ҡара! Креатив, оригиналлек тигән тулҡынды үҙҙәренең кәрте итеп алған да улар, барыһынан да тик маҡтау һәм хуплау ғына көтә. Мәҫәлән, «Бельские просторы» журналы үткәргән конкурстарҙы тикшергәндә беҙ күптән инде бергә йыйылышмайбыҙ. Интернетта асылған биттә яҙып барһаҡ, барыбыҙ ҙа шунда бер биттәбеҙ бит, тигән менән килешкәнбеҙ. Был ваҡытты экономиялаһа ла, һәр ваҡыт файҙа бирмәй. Ә бит йәш кеше менән ҡара-ҡаршы ултырып, үҙенең тиңдәштәре һәм абруйлы өлкәндәр алдында уға фекерҙәреңде еткереү, һинең дәғүәләреңә яуабына уның дәлилдәрен дә ишетеү бөтөнләй икенсе нәмә бит. «Клавиатура ҡыҙармай» тигән заманса әйтем бар, яҙғандары тураһында ижадташтарының ни уйлауын ишетһә, кеше, бәлки, уйлана ла башлар ине, шунан уларҙы ҙур аудиторияға сығарыуҙан тыйылып та ҡалыр ине. Кем әйткән әле йәш яҙыусыға, яңы шиғырҙарыңды әсәйеңә һәм һөйгәнеңә уҡыма, тип? Сөнки улар бер ҡасан да, насар яҙылған, тип әйтмәйәсәк, тик маҡтауҙар ғына яуҙырасаҡ. Ана шунан тыуа һәм үҫә лә инде беҙҙә һеркәһе һыу күтәрмәҫ  «бөйөк» йәш таланттар. Быны мин башта – шағир, унан һуң тәржемәсенең нисек тыуыуына бәйле әйтәм.

Тағы ла, һуңғы ваҡытта үтә модалыға әйләнгән «әҙәбиәттә креативлыҡ» тигән төшөнсә тураһында. Был, нисек кенә парадоксаль булмаһын, йәш кешенең ҡурҡаҡлығынан киләлер, тием. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: ҙур, иркен ипподром буйлап яңғыҙ ат сабып йөрөй… Ул бер үҙе, бар иғтибар тик унда ғына. Тик бына янында башҡалар юҡ, уның сығышын сағыштырып ҡарарлыҡ дәғүәселәре юҡ. Был бер яҡтан шәп тә, ләкин трибуналар тиҙҙән уны онота. Ана шуның өсөн дә был сапҡынсы төрлөсә ҡыланып, үҙенә күҙ һалдырырға тырыша башлай – бына мин нисек булдыра алам!

Үҙҙәрен алдынғы ҡарашлы һәм үҙенсәлекле тип атаған бөгөнгө йәш ижадсыларҙың тормоштан түгел, ә текстан текст эҙләүҙәрен мин шул «ат сабышына» оҡшатам. Быуаттар дауамында әҙәбиәттең үҙ критерийҙары барлыҡҡа килгән бит, хәҙер нимәнелер ниҙер менән сағыштырып ҡарап була: яҙа беләме кеше, әллә бик яҙғыһы ғына киләме. Шуға ла, бөтөнләй иҫәргә һанамаһындар өсөн, халыҡ алдына (күпселектә публикаға түгел, ә интернетҡа) сығыр өсөн мөмкин тиклем  аңлайышһыҙыраҡ нәмә уйлап сығарырға кәрәк. Был юлдарҙа автор ни әйтергә теләне икән, тип уйланып ултырһындар өсөн.

Ә бит бөйөклөктөң ябайлыҡта икәне мәғлүм. Шуға ла бөйөк әҙиптәрҙе күберәк кеше уҡый, аңлай һәм ҡабул итә. Ә креативлыҡ ул – бер стакан һыу эсендә дауыл ҡуптарыу, бер түңәрәк эсендә ҙур шағир булып танылыу. Шуға ундай китаптарҙы ҙур тираж менән сығарып булмай, уларҙы алыусы булмаҫ ине, 100 – 500 дана булһа ла етә.

Ошонда беҙ әҙәбиәттең дә сәнғәт икәнен иҫкә төшөрөргә тейешбеҙ. Һәр сәнғәт төрөнөң үҙ ҡанундары булған кеүек, әҙәбиәттең, шиғриәттең дә беҙгә тиклем барлыҡҡа килгән, халыҡта һыналған һәм ҡабул ителгән ҡанундары бар. Тәржемә менән дә халыҡтар, илдәр үҙ-ара аралаша башлағандан алып шул уҡ хәл. Был өлкәлә хәҙер нимәлер уйлап сығарыу мөмкин түгел, тип әйтмәҫ инем, әммә беҙгә тиклем булған тәжрибәне лә өйрәнәһе лә өйрәнәһе. Шул иҫәптән – беҙгә иң яҡын булған руссанан башҡортсаға, башҡортсанан руссаға тәржемә тәжрибәһен дә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтәйекме, был өлкәлә һәр кем, үҙемдең тәжрибәмдән сығып әйтә алам, үҙе генә юлдар һалыусы, системалы эш алып барылмай. 

Руссанан Дамир Шәрәфетдинов тәржемәһе.