Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәмзиә Бикәнәсова

Ҡулъяҙмалар шағир һүҙен һаҡлай

(Рәшит Назаровтың тыуыуына – 70 йыл)

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивында Рәшит Назаровтың бер папка шиғырҙары бар. Мин был папкаға эш буйынса Яҙыусылар союзы фондында ҡаҙынғанда юлыҡтым. Һары ҡатырғанан эшләнгән папканың тышына «Рукописи произведений Рашита Назарова за 1963 – 1965 годы» тип яҙылған аҡ ҡағыҙ киҫәге йәбештерелгән папкала туҡһан бер бит. Был «дело»ның 1970 йылдың 10 февралендә тегелеүе хаҡында яҙыуҙа архив хеҙмәткәренең ҡултамғаһы ҡуйылған. Папка тышында 1963 – 1965 йылдарҙағы әҫәрҙәре тип күрһәтелгән булһа ла, утыҙ һигеҙ шиғыры яҙылған айырым дәфтәрҙә «1962 окт. – дек.» тип шағир үҙе яҙып ҡуйған. Ни сәбәптәндер, архив һүҙҙәре менән әйткәндә, документтар (шиғырҙар, хаттар) хронологик тәртиптә тегелмәгән. Папканың тәүге битендә ҡулланыусылар листогы ла юҡ. Ҙур  ғына блокнот-дәфтәр биттәренә яҙылған егерме шиғырын Рәшит Назаров, үҙе нумерлап, 1963 йылдың сентябрендә Төрөмбәттән ебәргән.

Рәшит Назаров кеүек талант эйәһенең бер генә юл шиғыры табылыу ҙа әҙәбиәтебеҙ өсөн оло ҡыуаныс. Был папкала – шағирҙың 124 шиғыры, «Гөлбикә» поэмаһы һәм Яҙыусылар союзына тәғәйенләп яҙылған хаттары. Шиғырҙарҙың күпселеге 2002 – 2005 йылдарҙа Өфөлә нәшер ителгән ике томлыҡ әҫәрҙәре китабына  ингән инеүен, ләкин папкалағы шиғырҙарҙы китапта баҫылып сыҡҡан шиғырҙар менән сағыштырып ҡарағас, архивта һаҡланғандары камиллыраҡ бит, тигән фекергә киләһең. Сөнки улар шағирҙың үҙ ҡулы менән яҙылған төп нөсхә.

Архив папкаһындағы ике шиғыры  нәшер ителгән бер китабына ла инмәгән. Был шиғырҙар 1965 йылдың 23 февралендә армиянан  Яҙыусылар союзына ебәрелгән. Биш битлек хаттың һәр битен нумерлап, һәр ун ике шиғырҙың ҡасан яҙылыу датаһын күрһәтеп, һуңғы биттә «Ҡәҙерле Яҙыусылар союзы»на ошо хатын юллай:

«Ҡәҙерле Яҙыусылар союзы!

Һеҙгә бына бер нисә шиғыр ебәрәм. Шуларға ҡарата үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙығыҙ, әгәр мөмкин булһа. Етешһеҙлектәре хаҡында яҙығыҙ. Шунан һуң тағы ла бер һорау: «Ҡаялар» («Гөлбикә» һәм «Шаршау асыла» («Башаҡтар шаулай») тигән ике нәмәкәй Яҙыусылар союзында ята булырға кәрәк,  мөмкин булһа, юғалмаһа, шуны түбәндәге адрес менән миңә ебәрмәҫһегеҙме икән. Челябинский обл.  г. Златоуст-20, в/ч 3442 «в» Назаров Рашит.

Әгәр ҙә шуны тиҙ арала ебәрә алһағыҙ был бик яҡшы эш булыр ине минең өсөн. Сәләм м-н Рәшит Назаров. 1965. 23 февр.»

Шағир ижадын ғилми яҡтан өйрәнеүсе әҙәбиәт ғалимдары үҙ һүҙҙәрен әйтер, беҙгә ҡалһа, шағир был папкала тупланған әҫәрҙәре өҫтөндә ҡайта-ҡайта эшләгән, уның Яҙыусылар союзына яҙған хаттары ла ошо хаҡта һөйләй. Һәр хатында тиерлек шиғырҙарына тәнҡит күҙенән ҡарауҙы, ентекле анализ яһауҙы һорай ул, был турала ҡат-ҡат үтенә.

Айҙар, йылдар  үтә тора, Яҙыусылар союзы кеүек етди ойошманың эштәре үтә лә тығыҙ, армиянан шиғыр яҙып ятҡан йәш шағир Рәшит Назаровҡа бер кәлимә яуап яҙып һалырлыҡ ваҡыттары булмағандыр, күрәһең. Ниһайәт, бер-ике йыл хеҙмәт иткәс, шағир-һалдат Яҙыусылар союзының ул саҡтағы рәйесе Назар Нәжмиҙән хат ала. Рәйес Рәшит Назаровты редакцияға ебәргән бер хатында ҡайһылыр (хатта уның фамилияһы бар) әҙәбиәт чиновнигына ҡаты бәрелеп хат яҙырға баҙнат иткәне өсөн тәнҡитләгән булырға тейеш. Был турала шағирҙың архивта һаҡланған хатынан фараз итергә була. Бына ул хат:

«Назар Нәжми  ағай!

Хатығыҙҙы алдым. Ниҙәр яҙған булһағыҙ – бөтәһен дә уҡыным һәм бөтәһен дә аңланым. Н. Н.-ға яҙылған хаттың тоны тупаҫыраҡ булыуы менән килешәм. Ләкин бында, әлбиттә, әллә ни уйларға һис урын юҡ. Хат минең кәйеф юҡ саҡтараҡ  килеп төшкән, ә мин яуап яҙырға ашыҡҡанмын – бөтә мәсьәлә шунда  ғына. Әгәр ҙә хат бер көн алда йәки һуңыраҡ килгән булһа, йәки мин бер көн һуңыраҡ яуап яҙһам, минеңсә, ул тупаҫлыҡтың  эҙе лә булмаҫ ине, тип уйлайым.

Ғөмүмән, мин хатты хатта бик уйлап яҙһам да унда, хат аша фекер алышыуҙың үҙенсәлектәре арҡаһында, хатта иң кескенә нимә лә бик ҙур әһәмиәтле нәмәгә әүерелә алыуын, һөйләмдәге кескенә үҙгәреш, (бер һүҙен уҡып булманы – Р.Б.) һ.б. һ.б., хатта, бер генә һүҙҙең яҙылышы, бер кескенә һыҙыҡ – бөтәһе лә бөтә хатҡа һәм, айырым алғанда, һүҙгә бүтән йөкмәтке бирә алыуын бик яҡшы беләм. Шуға күрә, мин хатты бөтөнләй уйламай-нитмәй генә яҙып унан тиҙерәк ҡотолорға тырышам. Бәлки, ҡайһы бер хаттарҙа шуның эҙе ҡалалыр.

Ул хаҡта шулар.

Ә исемгә килгәндә, ниндәй шиғырҙар яҙғанмын һис хәтерләмәйем, шуға күрә, уйлауы бик ауыр. Шулай ҙа бер нисә исем яҙам.

«Юлдағы уйҙар» – был ошо хат менән ебәрелгән шиғырҙан алына.

«Юл башында» һ.б. һ.б. һис юғында ниндәйҙер берәй шиғырҙың исеме ҡуйылһа ла ярар кеүек.

«Таң» – шундай шиғыр булырға кәрәк.

«Шишмә» – шундай шиғыр булырға кәрәк.

«Таң һуҡмағы» (хатта шулай яҙылған) «Ташҡын» – шундай шиғыр булырға кәрәк,

«Йылға» – «Азатлыҡ йыры» тигәндән үҙгәртеп, хәйер был нисектер, белмәйем, һ.б.

Ғөмүмән, мин шиғырҙарҙы  онотҡанмын, ни яҙһам да дөрөҫ булмаҫ кеүек.

Сәләм менән Р. Назаров».

Юлдағы уйҙар

Бынан кеше, ең һыҙғанып,

Сәфәр сыҡҡан таң яғына.

Бар өмөтөн уйға аҫып,

Бар байлығын – таяғына.

 

Һаумы, юлым! Ул – минеке.

Шул юлдарҙа минең Ватан.

Шул юл буйлап ер йөҙөнә

Ватанымдан урғыла таң.

 

Баҫып торам – кескәй кеше –

Бөйөклөккә хайран ҡалып.

Бынан ҡылыс болғай-болғай

Тарих уҙған ажарланып.

 

Ул үлемһеҙ. Уттарыңа,

Бураныңа китмәй иҫе.

Замандарҙың көсөн ала

Уға аяҡ баҫҡан кеше.

 

Билем бөгөп башым эйәм...

О,  мин беләм, уның аша

Мең-мең нурлы ептәр менән

Йөрәгемә ил тоташа.

 

Бөйөклөк тә, ябайлыҡ та,

Алмағанмы ғүмер юлдаш.

Ә ул йәшәй тыныс, сабыр, –

Уғамы ат, уғамы дан? –

 

Уҙған саҡта сабый ҡулдан

Төшөп ҡалһа бер гөл кинәт,

Ошо уға иң ҙур бүләк.

                Ғинуар, 65. г. Златоуст-20».

Р. Назаров әҫәрҙәренең икенсе томында алтмыш алтынсы биттә (Өфө, «Китап», 2005.) был шиғыр «Юл» тигән исем менән ошо вариантта бирелгән:

Нисә быуын ғүмер бынан

Сәфәр сыҡҡан таң яғына, –

Бар өмөтөн уйға аҫып,

Бар байлығын – таяғына...

 

Һаумы, юлым! Һин – минеке.

Шул юлдарҙа минең Ватан.

Шул юл буйлап Ер йөҙөнә

Ватанымдан урғыла таң.

Баҫып торам – кескәй кеше –

Бейеклеккә хайран ҡалып,

Бынан, ҡылыс болғай-болғай,

Тарих  уҙған ажарланып.

 

Юл – үлемһеҙ. Уттарыңа,

Буранына китмәй иҫе.

Замандарҙың көсөн ала

Уға аяҡ баҫҡан кеше.

 

Билем бөгөп башым эйәм...

О, мин беләм: уның аша

Мең-мең нурлы ептәр менән

Йөрәгемә ил тоташа.

 

Бөйөклөк тә, ябайлыҡ та

Алмағанмы ғүмер юлдан!

Ә ул йәшәй тыныс, сабыр,

Уғамы шан, уғамы дан?!

 

Уҙған саҡта, сабый ҡулдан

Төшөп ҡалһа бер гөл кинәт –

Ошо уға иң ҙур бүләк.

Китапта шиғыр 1964 йыл яҙылған, тип күрһәтелгән.

 

Шулай итеп, Яҙыусылар союзы рәйесе Назар Нәжмигә 1965 йылдың ғинуарында Златоустан яҙған ошо хатында «Юлдағы уйҙар» исемле шиғырын да ебәргән. Шағирҙың  хатынан күренеүенсә, һүҙ  бында уның нәшриәттә баҫылып сығасаҡ китабына исем һайлау тураһында бара, ул тыйнаҡ  ҡына үҙенең тәҡдимдәрен әйткән. Элегерәк ниндәй шиғырҙар яҙып ебәргәнен һис хәтерләмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алған. Рәшит Назаров шиғырҙарҙы бик күп ебәргәндер, күрәһең, йылына бер нисә генә шиғыр яҙып ебәргән булһа, моғайын, уларҙың исемен онотмаҫ ине. Өс биткә һыйған туғыҙ шиғыры бер ниндәй дата менән дә билдәләнмәгән.

 «Ҡәҙерле редакция, бәлки, ошо шиғырҙарҙың бер-икеһен журналда баҫып сығарырһығыҙ, әгәр ҙә ярарлыҡ тип тапһағыҙ. Сәләм менән Назаров Рәшит». Моғайын, был хатты «Ағиҙел» журналына яҙғандыр.

Биш биткә семәрләп яҙылған егерме ике шиғырын нумерлап, ошондай хат менән юллай:

«Ҡәҙерле Яҙыусылыр союзы! Һеҙгә тағы бер нисә шиғыр ебәрәм һәм бер ыңғайҙа элеккеләренең дә ни хәлдә генә ятыуҙары хаҡында һорашып белешмәксе булам. Арала эшкә инерҙәйҙәре бармы? Мөмкин булһа, ваҡыт табып, шулар хаҡында яҙһағыҙ ине. Адрес шиғырҙарҙың аҙағында яҙылған. Сәләм менән Назаров Р. Стәрлетамаҡ районы, Степановка ауыл советы, Төрөмбәт ауылы.» Ошо һүҙҙәрҙән һуң «Алйотбай» тигән мәҫәлен теркәп ҡуйған.

Адресынан күренеүенсә, Ауырғазы районы инде бөтөрөлгән була, Рәшит Назаров армияла хеҙмәт иткән саҡта илдә райондарҙы эреләтеү кампанияһы үткәрелә. Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы ингән «Өршәк» колхозы ла бөтөрөлөп, ауыл Советы ла, колхоз үҙәге лә күрше Степановка ауылы «Рассвет» колхозына ҡушыла. Төрөмбәт ауылында колхоз үҙәге лә, ауыл Советы ла ҡалмағас, халыҡҡа йомош-юлға йөрөргә, район үҙәге Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларына сәфәр сығырға тағы ла нығыраҡ ауырлаша. Быны мин ете – һигеҙ саҡрым Төрөмбәткә йәйәү мәктәпкә йөрөп уҡыған, коммунизм төҙөү осороноң ошо «нескәлектәр»ен үҙ елкәһендә татыған быуын вәкиле булараҡ әйтәм. Армиянан йонсоп-ауырып ҡайтҡан шағирға Өфөләргә барырға, әҙәбиәт мөхитендә ҡайнарға форсат булмағандыр. Бәлки, шуға ла ауылдан ебәргән ҡайһы бер әҫәрҙәре әрәм-шәрәм ителеп, юғалыуға дусар ителгәндер.

Архив папкаһына тегелгән «Гөлбикә» поэмаһы ун икешәр битлек дүрт мәктәп дәфтәренә ваҡ ҡына почерк менән яҙылған, поэманың беренсе битенә шағир ҡулы менән һүрәттәр ҙә төшөрөлгән. Поэманың һуңғы битендә ошо хаты ла бар:

«Ҡәҙерле Яҙыусылар союзы!

Һуңғы ваҡытта мин ошо «Гөлбикә» исемле др.(аматик) поэманы яҙып маташҡайным. Ни рәүешлерәк булды икән, уҡып сыҡһағыҙ ине. Етешһеҙлектәрен күрһәтеп хат яҙһағыҙ ине; әгәр был нәмәнән рәт сығарлыҡ булһа, бөгөн түгел, ҡасан да булһа һуңғараҡ, бәлки, төҙәтер ҙә инем. Иғтибарға алырлыҡ нәмә түгел икән, барыбер, шул хаҡта яҙығыҙ.

Бик күп сәләмдәр менән Назаров Рәшит.

Хатты Төрөмбәт ауылына адреслап яҙырһығыҙ, әгәр яҙһағыҙ. Мин өйҙә булмаһам, унан миңә ебәрерҙәр. 1963 йыл 30 октябрь.»

«Ағиҙел» журналын уҡыусыларға шағир Рәшит Назаровтың Үҙәк дәүләт йәмәғәт берекмәләре архивында табылған бер папка шиғырҙары шәлкеменән бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ. Шағирҙың ижадына битараф булмаған уҡыусылар уның бер исем аҫтында бер нисә шиғыры булыуына иғтибар иткәндер. Башта әле бер ҡайҙа ла баҫылмаған ике шиғыры:

Әкиәт

Ҡасан әле мин оноттом ул хаҡта,

Ҡасан әле – киске шәфәҡ моң ғына,

Алһыуланып һуңғы тапҡыр йыраҡта,

Төн-юлбаҫар сыҡҡандамы юлыма?

 

Әйтерһең дә, яңғыҙ кәмә диңгеҙҙә,

Хәлһеҙ генә тирбәлә ай болотта...

Ҡасан әле мин оноттом ул хаҡта,

Ҡасан әле, ҡасан – ҡайһы минутта?..

 

Иҫеңдәме, тынып ҡырҙа гөлдәрҙең

Хуш еҫ һирпеп беҙгә ем-ем көлгәне?

Ҡолағыма тылсымлы бер әкиәт

Һандуғасмы, һинме-кемдер һөйләне.

 

Әкиәтем! Ул юҡ, алыҫ. Тик ниңә

Был моң? Күр, ер нисек гүзәл, гүзәл ҡыр!

Әкиәткә ышаналар ғүмерҙә,

Ышаналар, дуҫым, бары бер тапҡыр.

Ҡасан әле мин оноттом ул хаҡта?

Йондоҙ шул уҡ...Тик ай тылсым-баҫмаһыҙ.

Ҡасан әле... Ах, мин белһәм әгәр ҙә

Онотормо инем уны?! Ташлағыҙ!

 

Ташлағыҙ һеҙ, хыялдарым! Бит ҙурҙар

Ышанмайҙар әкиәткә. Улмы йәл?

Ышанмайҙар... Тик тыңлайҙар гел теләп,

Мең ҡабатла – мең ҡат бынан ул гүзәл.

                17-19 февр.65.

 

О2

(химия дәресендә)

Ай, ағай, шайтан алһын

Кислород формулаһын!

Ике бөртөк йәш күҙҙән

Атылып сыҡты – һиҙәм.

Тирләнем, ҡасты өнөм:

О! Ике... Бөттөм! – тинем, –

Тын ғына башым эйеп,

Бөгөлдөм «ике» кеүек,

Ә абый маҡтай, иҫтә:

 

«Молодец!» Бирҙең «биш»кә!»

Көлдөм һуң эстән шунда, –

Ай, донъя, донъя, донъя!

Атлап киттем турайып,

Биш кеүек ҡуҡырайып.

                                               20 февр.65.