Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Миңниса Баһуманова

Бөйөк ябайлыҡ

Здоровье, сон и богатство может

по-настоящему оценить только тот,

кто их потерял и обрел снова.

Жан Поль

(Иоганн Пауль Фридрих Рихтер)

Фән тарихында академик, медицина фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Аҙнабаевты оло ғалим, оҫта ойоштороусы һәм етәксе тип беләләр. Үҙ эшенең маһиры Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев фундаменталь асыш авторы булараҡ ҡына түгел, ә шул фәнде ойоштороусы, тыумыштан һуҡырлыҡты микрохирургия ярҙамында дауалаусы, күреү һәләтен ҡайтарыу өсөн яңы ысулдар уйлап табыусы, операция яһарлыҡ микроинструменттар әҙерләү буйынса яңы йүнәлешкә, Өфө офтальмологтарының ғилми мәктәбенә нигеҙ һалыусы булараҡ бөтә ғаләмдә билдәлелек яуланы. Аҙнабаевтың академик С. Н. Федоров етәкселегендә 1987 йылда Мәскәүҙә яҡлаған докторлыҡ диссертацияһы нигеҙендә офтальмология өлкәһендә микрохирургияның үҙ проблемалары, үҙ бурыстары һәм хәл ителер юлдары барлығын теоретик яҡтан раҫланы.

Артабан уның теоретик асыштары эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. Марат Тәлғәт улы инициативаһы һәм урындағы администрация етәкселәре ярҙамында Рәсәйҙә тәү башлап Яңауыл, Сибай, Күмертау, Учалы, Туймазы ҡалаларында һәм Малаяҙҙа район-ара күҙ ауырыуҙары буйынса микрохирургия үҙәктәре асыла. Һөҙөмтәлә махсуслашҡан квалификациялы дауалау-профилактика ярҙамы алыҫ төбәктәргә барып етә. Марат Аҙнабаевтың һәм ул етәкләгән коллектив хеҙмәткәрҙәренең ғилми хеҙмәттәре яңылығы, төплөлөгө һәм ғәмәли әһәмиәте яғынан бик юғары тора. Улар башҡа фән тармаҡтары белгестәре менән тығыҙ бәйләнештә ғилми тикшеренеүҙәр алып бара. Әйтәйек, педиатрҙар, генетиктар, иммунологтар, фармакологтар, вирусологтар һ.б. Рәсәйҙең алдынғы офтальмологы һәм уның уҡыусыларының хеҙмәттәре новатор башланғысы яғынан донъя кимәлендә шөһрәт яуланы. Мәҫәлән, сабыйҙарҙың тыумыштан һуҡырлығын хирургик юл менән дауалау, күҙ ҡабағының һалынып төшөүен дауалау сараларын һәм инструменттарын булдырыу һ.б. Башҡорт дәүләт медицина университетындағы офтальмология кафедраһының абруйлы мөдире Марат Тәлғәт улының иң мөһим ғилми эҙләнеүҙәре тыумыштан һуҡыр балаларҙы яҡты донъяға сығарыуға арнала. Илдә тәү башлап ҡара ҡылау (катаракта) менән яфа сиккән балаларға, тыуғас та, хатта тәүге аҙнаһында уҡ микрохирургия ярҙамы күрһәтеү, хатта ике күҙенә лә бер юлы операция яһау мөмкинлектәре ыңғай һөҙөмтә биреүе раҫлана. 1972 йылда уҡ, Советтар Союзында беренселәрҙән булып, микроскоп ярҙамында операция яһала. Операция яһау өсөн бер нисә уникаль сара тәҡдим ителә. Шул ваҡыттан башлап балалар офтальмологияһына яраҡлы инструменттар, төрлө ҡорамалдар күпләп етештереү юлға һалына. Был асыштар күҙ имгәнеүенә юл ҡуймай, хирургик дауалауҙы уңышлы тамамларға мөмкинлек бирә. Марат Тәлғәт улының тырышлығы менән институтта клиник үлек хәлендәге ауырыуҙарҙың операция мәлендә һәм унан һуңғы ауыртыныуҙарын баҫыу хеҙмәте яйға һалына һәм яҡшыртыла. Операциянан һуң күҙлек йәки контакт линзалар ярҙамында насар күреү етешһеҙлектәре бермә-бер бөтөрөлә. Шулай итеп күҙ ауырыуҙарының Өфө ғилми-тикшеренеү институты Рәсәйҙә ҡара ҡылауҙы тыумыштан дауалау үҙәге булараҡ танылыу таба.

Марат Тәлғәт улы бер юлы бер нисә проблеманы хәл итеп эшләргә өйрәнгән етәксе. Ул яңы асыштарға яраҡлы яһалма хрусталик етештереүсе “Уфаленс”, контакт линзалар, вискоэластиктар һәм транспланттар әҙерләүсе лаборатория ойоштора. Уның һәм ул етәкләгән коллективтың ғилми эштәре клиник дауалау үҙәктәрендә ғәмәли ҡулланыла башлай. 2000 йылда Рәсәй офтальмологтарының VII съезында академик С. Н. Федоров Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына “Рәсәйҙең офтальмология флагманы” тигән баһа бирә. 

Марат Аҙнабаев 1939 йылдың февраль башында Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 30 йыл колхоз рәйесе вазифаһын үтәгән Тәлғәт Аҙнабаевтың мөхәббәтле ғаиләһендә тыуған. Уның ҡатыны Хупъямал инәй үҙҙәренең тормош ҡора башлауҙарын былай тип иҫләй: “Ул йылдарҙағы йәштәрҙең күңелле тормошон һағынып һөйләрлек кенә инде. Эшкә йырлап бара, йырлап ҡайта торғайныҡ. 1934 йылдың яҙында Тәлғәт миңә тәҡдим яһаны. Беҙ ҙә комсомол туйын 8 мартҡа тура килтереп клубта үткәрҙек. Ата-әсәләребеҙ, колхоз, ауыл Советы етәкселәре изге теләктәр теләне, бүләктәр тапшырҙы. Ғүмеребеҙҙе шул теләктәргә тап килтереп, мөхәббәт менән үткәрҙек, балалар үҫтерҙек...” Бына шундай тулы, мөхәббәтле ғаиләлә тыуған дүрт бала ла юғары белем ала. Һәр баланың үҙ һөнәре: Румил ағай – инженер, Рәйсә – уҡытыусы, Фәнисә менән Марат ағай табиптар. “Аҙнабаевтарҙың ир-аттары бер төптән, бер-береһенә терәк булып, ярҙам итешеп, донъя көтәләр,” –  халыҡ араһында шундай фекер йәшәй. Моғайын, абруйлы Тәлғәт Аҙнабаев, бөйөк В. А. Сухомлинский кеүек, балаларының алсаҡ, ҡыйыу, һәр һүҙенә һәм эшенә яуаплы булыуҙарын теләгәндер. Был күркәм ғаиләнең генә түгел, бөтә башҡорт донъяһының иң сағыу йондоҙо ул Тәлғәт бабайҙың баш балаһы Марат ағай.

Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау, клиник ординатураһында, күҙ ауырыуҙары буйынса аспирантурала белем алған, 1969 йылда профессор Ғ. Х. Ҡоҙаяров етәкселегендә өҫкө күҙ ҡабағының һалынып төшөүен клиник һәм хирургия ярҙамында дауалау тураһында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған йәш ғалим 1971 – 1980 йылдарҙа күҙ ауырыуҙары кафедраһы доценты итеп билдәләнә. Киң, тәрән белемле табип 26 йыл Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты директоры вазифаһын үтәй, бер үк ваҡытта  Башҡорт дәүләт медицина институтының күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире булып эшләй. 1981 йылдан Рәсәйҙең Урал Һәм Көнбайыш Себер төбәктәрен хеҙмәтләндереүсе Өфө өлкә-ара күҙ микрохирургияһы үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡаларға үрнәк булырлыҡ итеп үтәй.  

Марат Тәлғәт улы, үҙен арнаған фәндең киләсәге хаҡында ла хәстәрлек күрә: уҡыусылары араһында 7 доктор, 44 кандидат бар. Бик юғары квалификациялы офтальмологтар, ғилми һәм дауалау учреждениеларының етәкселәре. Марат ағай һәм ул етәкләгән институттың уңышы Аҙнабаевтың, тотош Башҡортостаныбыҙҙың данын ил һәм донъя даирәһенә күтәрҙе.

Академик Марат Аҙнабаевҡа, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспондентына (1991–1995), уның президиум ағзаһына сит ил ғилми ойошма-институттары ла хөрмәт менән ҡарай. Ул 1994 йылда Канада имплантологтары фәнни ойошмаһының абруйлы ағзаһы, ҡара ҡылауҙы хирургия ярҙамы менән дауалау һәм күҙ рефракцияһы (күҙҙең тыныс хәлендә яҡтылыҡ нурҙарын һеңдереү һәләте) буйынса Халыҡ-ара Совет ағзаһы, 2003 йылда Испанияның Барракера институтының Ғилми Советы ағзаһы итеп һайлана. Марат Тәлғәт улының дан-шөһрәте күктәргә олғашһа ла, ул ижади эҙләнеүҙәрҙән туҡталмай. Йәнәш ҡуйғыһыҙ фән өлкәләрендә лә уңышлы хеҙмәт итә, йәмәғәтселек эштәрендә актив ҡатнаша.

 2007 йылда Марат Аҙнабаев етәкселегендә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институттары тарафынан Марат Аҙнабаев “Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге” нәшер ителде. Уға тиклем энциклопедик белемле ғилем эйәһе, ғалим-уҡытыусы Рәсәйҙә һәм сит илдә нәшер ителгән 17 монография, 600-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы булып танылғайны инде. Уның мөхәррирлегендә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының 9 йыйынтығы, һуҡырлыҡты, насар күреүҙе яңы ысулдар ярҙамында иҫкәртеү һәм дауалау тураһындағы 145 методик тәҡдимдәр ҡулланмаһы донъя күргән. 129 авторлыҡ кенәгәһе һәм  уйлап табыу патенты бар.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә ойошторолған үрҙә әйтелгән  һүҙлектең исем туйында китап күргәҙмәһенә Марат Аҙнабаевтың байтаҡ ҡына хеҙмәттәре сығарылды. Мәҫәлән, офтальмология һәм медицина терминдарының русса-латинса-башҡортса һүҙлеге, күҙ йәше ҡабы һәм танау ҡыуышлығын хирургик операция яһап тоташтырыу (“Лазерная дакриоцисториностомия”) тураһындағы монографияһы (2007 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһына лайыҡ булғайны), коллегаһы менән 2011 йылда нәшерләгән күҙ ауырыуҙары атласы (“Атлас глазной патологии”) һ.б. Атласта ауырыу күҙҙәрҙең фотоһы, урыҫ һәм латин телдәрендә ауырыу атамалары бирелгән. Ябай кеше лә аңларлыҡ, бына тигән уҡыу әсбабы. Был ҡулланма өсөн уға Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы бирелде. Китаптарынан ғына ла күргәҙмә галереяһы ойошторорлоҡ! Күпме тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ арҡаһында тыуған фәнни байлыҡ!

“Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге”нә килгәндә, ул медицинаның барлыҡ өлкәләрен эсенә алыуы, терминдарҙың тулы аңлатмаһы бирелеүе, ғәмәлгә индерелгән яңы һүҙҙәрҙең ҡушылыуы, ғөмүмән, энциклопедик характерҙа булыуы менән отошло. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлләштереү буйынса Комиссия тарафынан хупланған ҡулланманың киң ҡатлам уҡыусыларының телмәр мәҙәниәтен үҫтереүҙә, ғөмүмән, милли терминологиябыҙҙы камиллаштырыуҙа файҙаһы бик ҙур. Халҡыбыҙҙың тел байлығын туплаған төрлө типтағы һүҙлектәр араһында иң  ҙур фундаменталь әсбап булып тора. 

Китап туйы кисәһендә ҡатнашҡан Нәсимә Суфьянова, Эрнест Ишбирҙин, Фәнүзә Нәҙершина, Марс Юлдашев кеүек оло ғалимдарыбыҙ ошо бик әһәмиәтле ике китап хаҡында фекер алышты, Марат Тәлғәт улының фиҙакәр хеҙмәтен ҙурлап баһаланы. 

Һәр эшкә ысын күңелдән, ал-ял белмәй тотонған Марат Тәлғәт улы коллегалары, илдең оло ғалимдары менән осрашырға һәр саҡ ваҡыт таба. Ул  2004 йылдан бирле Рәсәйҙең абруйлы журналдарының, “Проблемы офтальмологии” журналы редакцияһының баш мөхәррире, “Вестник офтальмологии”, “Рефракционная хирургия” һәм “Казахский офтальмологический журнал” редакциялары Советы ағзаһы. 1991–1992 йылдарҙа Марат Аҙнабаев инициативаһына ярашлы, СССР-ҙың Балалар фонды менән берлектә Рәсәйҙә “Һуҡыр балалар”акцияһы ойошторолдо һәм, насар күреүселәргә консультация бирелеп, хирургик ярҙам күрһәтелде. Мәрхәмәт акцияһында Ырымбур, Ҡурған, Пермь, Свердловск өлкәләрендә һәм Татарстанда йәшәгән кешеләрҙең күҙҙәрен бушлай тикшереү, хирургик ярҙам күрһәтеү саралары ҡаралғайны.

“Почет России”, “Салауат Юлаев”, Абхазияның “Чести и Славы” ордендары кавалеры Марат Аҙнабаевтың ғилми ҡаҙаныштарын төпсөрләп барлар өсөн тотош трактат яҙырға кәрәктер ул.

Тормошта ул бик ябай, ифрат мәҙәниәтле, тәрән белемле кеше. Беҙ, Таймаҫ урта мәктәбендә белем алыусылар, уның менән ғорурланып үҫтек, кумирыбыҙ һымаҡ күрҙек. Унда Марат ағайҙы ҙурлау, хөрмәт итеү культы йәшәне. Мәктәп администрацияһы ошо уҡыу йортон тамамлаусыларҙы 60 йыллыҡ юбилей кисәһенә саҡырғайны. Миңә телефондан “Башҡортостан” гәзитенә иғлан бирергә ҡуштылар. Тап ошо мәктәпте тамамлаған һымаҡ күңелемә һеңгәс, мин уны саҡырыу исемлегенә индерҙем. Өфөлә ҡайҙа ла Марат ағай килеп күрешеп, хәлемде һорашып йөрөгәс, быға ышанмау мөмкин түгел ине. Баҡһаң, ул Яҡшембәт урта мәктәбен тамамлаған икән.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Баҡсабыҙҙа яңы ғына оя ҡорған саҡ. Тупһа урынына һалынған бүрәнә тәгәрләп китте лә, төрлө эш ҡоралдары ятҡан баҙға тәгәрәп төштөм. Күҙемә зыян килде. Күҙҙе ҡан баҫты, әҙәмгә күренерлек түгел. Бара торғас, бер яғы бөтөнләй ябылды. Өфө вокзалындағы травпунктта күҙҙе ниндәйҙер дарыу һиптереп йыуҙылар ҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына мөрәжәғәт итергә ҡуштылар. Марат ағайҙың табип булараҡ тәүге ярҙамын шунда күрҙем. Аҙна-ун көн буйы ул мине махсус ҡабул итте.

Хәйерһеҙ, әлеге ашығыуым бәлә сығара ла тора: баҡсала  үлән утап йөрөгәндә, ҡоро үлән һабағы күҙемә төртөлдө. Күҙҙе аса ла алмайым, йәш ҡойола ғына. Күршем Рәйлә апай ялап сүбен сығарҙы, ҡыҙы Ләйсән дарыу һалды. Аҫылғужа Марат ағайға шылтыратҡайны, ул командировкала икән. Иртәгәһен иртүк институттың Иҫке Өфөләге филиалына мөрәжәғәт иттем, сөнки унда элекке күршемдең ҡыҙы Гөлнара эшләй. Тәүҙә: “Марат Аҙнабаевҡа мөрәжәғәт иткәс, беҙ ниңә?” – тигән шикелле баш күтәреп ҡарау менән сикләнгәйнеләр, алдарындағы эштәрен тамамлағас, яҡшылап ҡаранылар.

Теремек, итәғәтле йылы ҡарашлы, талапсан, кеше менән ҡыҙыҡһыныусан, һәр нәмәне етеҙ ойошторор Марат Тәлғәт улын йыш ҡына халыҡ араһында күрәһең. Актерҙар йортонан ниндәйҙер кисәнән һуң, иремдән алда һауаға сыҡтым. Марат ағай тап булды. Бындай кисәләрҙән бер ҙә ҡалмай йөрөй ул. Аҫылғужа кем менәндер һөйләшеп фойелә ҡалғайны. Иҫәнләшеп күрештек. Һүҙ ыңғайында Марат ағай:

– Иҙелбаевтар һеҙгә күрше тора бит әле? – тип һораны.

– Эйе, беҙҙән бер ҡат аҫта йәшәйҙәр.

– Мирас Хәмзә улына әйтегеҙ әле, килһен. Һуңлаһа, күҙе һуҡырая бит. Ғалим кешегә улай үҙ-үҙенә иғтибарһыҙ йөрөргә ярамай. Аҫылғужа ла күҙен ҡаратып торһон, – тине.

Мин, күршеләргә мотлаҡ инеп әйтәсәгемде белдереп хушлаштым. Өйҙә Аҫылғужа аша Мирас ағайға табиптың үтенесен тапшырттым. Ул күҙенә операция яһатты.

Ҡайһы берәү, был бит уларҙың һөнәри эше, һәр табип ауырыуға ярҙам итә инде, тип уйлар.  Әммә бөтә ғүмеребеҙ тигәндәй Өфөлә үтеп тә, урамда йә башҡа урында һаулыҡты яҡшыртыр кәңәш биргән йә үҙенә күренергә саҡырған табипты мин белмәйем.

2000 йыл. Ноябрь тамамланып килә. Иртән эшкә ашығып китеп барғанда, Ленин менән Пушкин урамы киҫешкән мөйөштә, Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевты осраттым.

– Һаумы, һылыу, ни эшләп былай иртүк борсолоп йөрөйһөң?

Башымды аҫҡа эйеп, кешегә күтәрелеп тә ҡарамай килеүемә шул тиклем уңайһыҙланып ҡына иҫәнләштем.

Табип кеше табип инде, нисек минең шул арала йөҙгә иғтибар иткән дә, нисек эске кисерештәремде тойған?

– Эй, ағай, һеңлемде алтынсы больницаға һалғайным. Әле шунан киләм. Дүрт ай буйы операция яһауҙарын көтөп ята. Ауылда хатта ҡәйнәһе: “Беҙҙең килен апаһында ҡунаҡ булыуҙан бушамай,” – тип һөйләп сығарған. Һеңлемә борсолорға ярамай, ә ул был хәбәрҙе ишетеп ҡайғыра ла ҡайғыра. Тәүге иренән уңманы, ҡәйнәһе ҡәйнәлеген итте. Күпме түҙергә була? Уҡытыусы кешенең йөрәге сыҙаманы: сепрәк һымаҡ тамырҙары йылбырап бөткән. Йөрәгенә клапан ҡуйырға кәрәк, һаман Мәскәүҙән аппарат килеп етмәй...

Марат ағайҙы электән белеп, яҡын күргәс, бына шулай түкмәй-сәсмәй ҡайғымды систем дә ташланым. “Ярҙам итегеҙ әле,” – тип тә һораманым. 

Һеңлемә был осрашыу хаҡында әйтеүҙе лә кәрәк тапманым, сөнки Марат ағайҙың, оло башын кесе итеп, больница тупһаһын тапар тип башыма ла килмәне.

Бер көн үткәс, көндәгесә, ирем эштән ҡайтҡас, алтынсы больницаға һеңлемдең хәлен белергә барҙыҡ. Беҙ килеүгә уның ҡото осҡан: “ Апай, бында хирургия бүлеге мөдире Олег Федоровичты эҙләп медсестралар югереште. Марат Аҙнабаев килгән, тинеләр. Мин, палатаға инеп ҡуймаһа ярар ине тип, хафаланғайным, оят бит, ярай әле, инмәне,” – тине.