Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Халыҡсан шағирҙар ғына...

(Самат Ғәбиҙуллиндың тыуыуына – 75 йыл)

Бер төркөм яҙыусылар менән Бөрйән районында йөрөп ҡайттыҡ. Был төбәктә рухи донъябыҙ йәнлелеген, милли дәртте тойоп күңелем үҫте.

Бөрйәндә Самат Ғәбиҙуллин тигән шағир йәшәгәнлеген ишетеп белә инем. Шағирҙы үҙ тыуған тупрағында, үҙ халҡы менән аралашҡанда күреү илаһи күренеш икән. Ул үҙ илендә һәр кешене, һәр ташты, һәр һуҡмаҡты белә, уны ла һәр кем үҙ итеп таный. Халыҡсан шағирҙар ғына ошондай танылыуға эйә булаларҙыр...

Мостай Кәрим,

Башҡортостандың халыҡ шағиры

1989 йыл, 20 октябрь.

 

Остазым да, серҙәшем дә ине

Танылған шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙей улы 1939 йылдың 30 октябрендә  Бөрйән районының Аҫҡар ауылында тыуған. Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, БДУ-ның филология  факультетын тамамлай.

Хеҙмәт юлын  Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә  уҡытыусы булып башлай. Артабан журналистикаға күсә: Нуриман, Күгәрсен «районка»ларында, республиканың «Ленинсы» гәзиттәрендә эшләй.  Һуңғы ун алты йылда  үҙ районының «Таң» гәзитендә – бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһында. Ул бер ваҡытта ла шиғриәттән айырылманы, йәмәғәт эштәренән баш тартманы, өҫтәүенә йәш ҡәләмдәштәренә эскерһеҙ ярҙам ҡулын һуҙа торғайны. 1997 йылда донъя ҡуйҙы.

Самат ағай минең остазым да,  дуҫым да,  серҙәшем дә ине...

Зөфәр Вәлит,

шағир.

Ҡибла итеп халыҡ күңелен...

Шағир менән тәүләп Белорет педучилищеһының  өсөнсө курсын  бөтөүгә  йәйге педпрактикала таныштым.  Ағиҙел буйы... Атаҡлы  Инсебикә  ҡаяһы аҫтында ине Бөрйән районының  пионер  лагеры – палаткалар ҡаласығы.  Физрук та, баянсы ла булдым. Самат ағай тәүҙә «Таң» гәзите хәбәрсеһе булып килде, аҙаҡ  тотош  лагерға  шиғырҙарын уҡыны. Практика бөткәс беҙҙе, Белорет вожатыйҙарын, аэродромдан оҙатып ҡалды. «Кукурузник»тан үҙенә ҡул болғаныҡ. Йәнә иҫкә төштө: бер төркөм күренекле башҡорт яҙыусылары Бөрйәнгә килгәйне бит әле.  Кәтибә апай Кинйәбулатова, Муса Ғәли, Рафаэль Сафин һәм башҡалар. Район Мәҙәниәт йортонда ғәләмәт шәп әҙәби кисә уҙғарҙылар, иртәгәһенә  кәмәлә  йөҙҙөләр.

Ағай  беҙ 4-се курста саҡта педучилищеға ла инеп сыҡты. Ауылдаш һеңлекәштәрен күрергә, ыңғайҙан – мине лә. Бына шунан бирле мин шағирҙы туғанымдай яҡын күрҙем, шиғриәтен яраттым, үҙен ғүмерлек дуҫ иттем.

Ябайлыҡта – бөйөклөк, тигән булабыҙ, бәлки, шулайҙыр, бәлки, түгелдер.  Шағир  поэтикаһының ябайлығы, минеңсә,  халыҡ телен нескә тойоу,  халыҡ  педагогикаһын таяныс,  халыҡ идеалдарын ҡибла итеүҙәлер. Самат Ғәбиҙуллиндың ҡәҙимге тау-ҡыраздарға, йылға-инештәргә, туғайҙарға арналған шиғырҙары ла йырлап тора бит. Ул тыуҙырған пейзаждар бәғерҙәрҙе телә. Бына ҡайҙа ул таланттың асылы!

Шүлгән мәмерйәһенә барышлай –  йәш саҡта әле, үҙем дә ике-өс китап сығарғас – әйтеп һалдым: «Ниңә берәй ҡалаға, мәҫәлән, Өфөгә күсмәйһең? Һин бит әҙәбиәткә ифрат кәрәкле  шәхес. Үҙең шағир, журналист, етмәһә бына тигән мөхәррир...» Шағир ҡаялы тауҙарға сабыр ҡараш ташланы ла: «Мин тауҙарҙан бағам донъяға», – тине. Нисектер баҫалҡы, моңһоу, итәғәтле һағыш менән яңғыраны – ошо хикмәтле фекере, зиһенде яҡтыртып ебәргәндәй була хәҙер.  Айһыҙ төндәге шаңдаҡ  һымаҡ.

Атҡаҙанған исемдәргә ҡыҙыҡманы, премия-фәләнгә лә ымһынманы ул. Мәгәр егерме йыллап элек баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында  гөрләп уҙған  шиғриәт бәйгеһендә  ҡалын свитер, аҡ быйма кейеп, илһамланып шиғырҙарын уҡыны, ихлас алҡыштар ҡаҙанды. Беренсе приз өсөн төймәле телефон менән бүләкләүҙәренә эскерһеҙ ҡыуанғаны хәтерҙә. Ул саҡта заманса телефондар сауҙала һирәк ине: Бөрйәненә ҡайтҡас, «кеҫәле»ләр ике-өс хаҡҡа һатып алырға теләгәндәр икән, шағир, ғәҙәтенсә, «Һэ-э...» – тип кенә ризаһыҙлыҡ белдергән. Оҙон-яҫы һөйләмәҫ ине шул хәбәрен.

Илгә иткән изгелектәр

Үҙебеҙгә ҡайтыр бер саҡ, –

тип йәшәне шағир, башҡаларҙы ла шуға инандырҙы һәм философтарса фекер төйнәне:

Ваҡытына ҡарап

                               мөһимлеге –

Һәр кемдең дә үҙ урыны бар...

Минеңсә, әҙәбиәттә шағирҙың шанлы урыны, маҡтаулы мөнбәре бар.  Бейек тә, моңсол да, балҡыу ҙа ул мөнбәр. Ә Иҫке Собханғолда, райүҙәктә, шағир исемендәге урам бар. Ошо ҡыҫҡа ғына урамдың арғы осонда, ярлауҙа, иҫ киткес күренеш асыла. Уйсан Ағиҙел диңгеҙҙәргә алҡына,  ҡар ҡунмаҫ ҡаяларҙа ҡыйғыр ҡоштар кәйелә. Шағирҙы онотмай ул данлаған тауҙар.

                                                                                              Сабир Шәрипов.

Ҡәләмгә бергә үрелдек

Самат менән  Өфөләге атаҡлы  1-се һанлы мәктәп-интернатында бергә уҡыным. Күренекле һуҡыр шағир Батыр Вәлиткә лә икәүләшеп барыр,  яҙыу-һыҙыу эштәрендә ярҙамлашыр инек. Интернатта «Йәш көстәр» тигән стена гәзитенең мөхәррире инем мин. Самат иһә йыш ҡына ошо  гәзиттә үҙенең шиғырҙарын баҫтыра торғайны. Ә бит беҙ күп кенә  шиғырҙарыбыҙҙы  мәктәптең ҡыйыҡ аҫтына менеп яҙырға әүәҫ инек.

Яҙмыш беҙҙе Мораҡта ҡабат осраштырҙы. Сөнки 1973 – 1974 йылдарҙа Күгәрсен районының мәғариф бүлегендә инспектор вазифаһында эшләнем, ә ҡәләмдәшем район гәзите редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр йөгөн тартты. Аралашып йәшәнек. Ул бәләкәй генә йортта фатирҙа торҙо, хужаһы яңғыҙ  ғына урыҫ ҡарты ине. Шул иҫтә: Самат ниндәй хәлдәрҙә лә  кешегә асыуланып өндәшмәне, аҙ, ләкин тапҡыр һүҙле булды. Талантлы шағир Бөрйән урмандарының аяуһыҙ киҫелеүенә ҡаршы шиғри һүҙ менән дә, журналист ҡәләме менән дә аяуһыҙ  көрәште. Шуға күрә бәғзе чиновниктарҙың уның исемен инҡар итергә маташҡандарына ғәжәпләнергә ярамай. Сәйер, үҙе тамамлаған данлы мәктәптә уның  фотоһүрәте лә  эленмәгән....

 Марс Нуриев,

прозаик, мәғариф ветераны.

 

Самат Ғәбиҙуллин

 

Кешеләрем

Аҡыллы һүҙ  һеҙгә һөйләй алмам –

Ул аҡылды һеҙҙән йыяһы бар.

Тыя алмам хилаф аҙымдарҙан –

Үҙ-үҙемде әле тыяһы бар.

Ниҙәр ҡылып, ниҙәр кисерһәм дә,

Һеҙҙең менән булдым, булырмын гел,

Һеҙҙән алда бара алмам, ахыры,

Барһам икән артта ҡалмай ғына.

Үтһәм икән юлдың осонаса

Ауырлыҡтар һеҙгә һалмай ғына.

                               1990

Бөрйәнем

Швейцария тиҙәр Бөрйәнемде

һәм «икенсе» тип  тә ҡуялар.

Ошо «икенсе»не ишеткәндә

Йөрәгемдә дауыл ҡуҙғала.

Әле лә аҙ түгел тауҙарымда

«Швейцария» эҙләп йөрөгәндәр.

Берүк, заман, шундай әҙәмдәрҙе

Алыҫ  йөрөт әле Бөрйәндән.

Мең йылдарҙы һалып баш аҫтына,

Тарих серем итә Шүлгәндә.

Ә ниндәйҙер ғилем әһелдәре

Капованы* эҙләп килгәндәр.

Бында – Бөрйән!

Әле уҡылмаған

Эпопея һәр бер һуҡмағы.

– Экзотика! – тимә,

                               шул тарихты

Булдыра алһаң, уҡы туҡталып.

Тауҙары таш түгел,

                                          уҡмашҡандар

Әсе тирҙән,

                              ҡандан,

                                         күҙ йәштән.

Монарланып ятҡан Юрматауҙың

Һәр киртләсе – изге бер кәштә.

Мәсем менән Баҙал күкрәгенә

Уйылып ҡалған Һәүбән эҙҙәре.

(Һуҡмаҡтағы һәр бер даға эҙен

Мин үбергә әҙер теҙләнеп.)

«Швейцария» тиҙәр.

Юҡ, Бөрйән был –

Оло Уралымдан бер сатҡы.

Шул сатҡыны күрә алһа ғына

Ултыртыр ул түргә ҡунаҡты.

                               1974, 1992

 

Ошо оло, изге исемдәргә

Сит ауылға барһам, кешеләре

Ҡаршы ала юрап, төҫмөрләп:

«Туҡта, кем был?

Әллә... хәҙер беләм –

Кемгә инер...» – тигән төҫлөрәк.

Һәр яңы ер – уҡылмаған шиғыр.

Ашыҡмайса барам урамдан.

Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына сәләм бирәм

Ҡарттар эргәһенән уҙғанда.

Улар, әллә танымаҡсы булып,

Текләп-текләп миңә ҡарайҙар.

Танымағас:

– Улым, ҡайһы ауыл,

Кем улы? – тип  минән һорайҙар.

Ауылымды, атайымды әйтәм,

Ә ҡарттарым ниҙер хәтерләй.

Шунан әйтеп ҡуя бер генә һүҙ

Күңелемде әсир итерҙәй:

– Беләм! –

Өҫтәй:

– Һәйбәт кеше ине!

Унан китә: шундай... шул йылда...

Йәки бергә ут-һыуҙарҙы кискән,

Йә ултырҙаш булған табында.

...Ауылымды, ғәзиз атайымды

Ҡуйғаны юҡ бер кем яманға.

Ошо оло, изге исемдәргә

Минең исем дә бит ялғанған...

                               1970, 1989

Ил йәшәр, тел йәшәр, дан йәшәр...

Нурлана, нурлана, нурлана

Салт ҡояш аҫтында тауҙарым.

Күңелем илһамлы саҡтарҙа

Шул тауҙар хаҡында йырҙарым.

Киңәйә, киңәйә, киңәйә

Офоҡтар тауҙарға менгәндә.

Тауҙарҙан уҡталып, хыялдар

Йондоҙҙан йондоҙға елгәндәй.

Уралып, уралып, уралып,

Тауҙарҙы аралап юл үтә.

Шул юлдан саҡ та соҡ елеүсе

Һыбайлы йөрәкте елкетә.

Ил йәшәр, тел йәшәр, дан йәшәр,

Халҡым һис һыр бирмәҫ яттарға;

Алдарҙар, Салауат, Ҡаһымдар

Тоҡомо елгәндә аттарҙа!

                                         1988

Кисереү юҡ!

Ҡылыс сүкеп Урал ҡоросонан,

Күп  халыҡтар менән туғанлашып,

Ҡаның ҡойоп, һөйәктәрең түшәп,

Күп залимдар менән янъяллашып,

Ирек алдың, Башҡортостан!

Тик кемдәрҙер аҙаҡ, ялбыратып,

Үтмәҫ бысаҡ менән тунағандар.

Араларҙы сиктәр ҡырҡып үткәс,

Аймылышта ҡалған бер туғандар –

Кем әрнемәҫ, Башҡортостан!

Бүлеп ятҡас шул саҡ аралары,

Һинең күпме ғәзиз балаларың

Атайлы ла көйө йәтим һаман, –

Әсәйле лә көйө йәтим һаман –

Ситтә йәшәй, Башҡортостан!

Кем онотһон,

                             төп йортонда янған,

Йәнгә йылы бирер усаҡтарҙы...

Рухыбыҙ үтмәҫ бысаҡтарҙы

Кисереү юҡ, Башҡортостан!

 

Бабай, тауҙар һинең һымаҡ

Бабай, тауҙар  һинең һымаҡ:

Тешен ҡыҫа, дауыл булһа...

Балҡып тора ҡайҡайышып,

Таштарына ҡояш ҡунһа.

Бабай, тауҙар һинең һымаҡ:

Күргән берен һөйләп бармай.

Йәне, тәне йәнселһә лә,

Ут сәсрәтә, йәш сығармай.

Бабай, тауҙар һинең һымаҡ:

Күрәләр һәр аҙымыңды...

Рухтарына лайыҡ булһаң,

Ҡалдырмаҫ һис яңғыҙыңды.

Бабай, тауҙар һинең һымаҡ:

Ил хәстәре күкрәгендә.

Тик уфылдап ҡуя ҡай саҡ,

Ер ярып күк күкрәгәндә.

                1976, 1991

 

Күҙе  була үрҙә, ҡояшта

Ҡабарынып ҡалҡҡан ҡаяларҙың

Баштарында бөркөт балаһы

Күҙләп ята үҙе тишеп сығыр

Болот менән оя араһын.

Кеше лә бит, уйлап ҡарағанда,

Нәҡ шул бөркөт инде тәү башта:

Сәңгелдәктә ятҡан сағында ла

Күҙе була үрҙә, ҡояшта.

                               1965

Сағандар

Ҡояш күҙен яңы асҡан,

Иҙел иҙрәй аҡһыл томанда.

Тауға  менәм,

Текә һуҡмаҡ буйлап

Теҙелгәндәр баҙыҡ сағандар.

Аяҡтарым тайһа, аумаһын тип,

Сағандарым миңә ҡул һуҙа.

Етәкләшеп тауға үрмәләйбеҙ,

Һиҙелмәй ҙә ҡала бар ыҙа.

Шулай инде...

Юлым уртаҡ борон-борондан,

Ата-бабам минең улар менән

Туғанлашҡан яуҙар юлында.

Салауаттың аҫыл егеттәре

Ирек даулап яуға  сапҡанда,

Сит яуҙарҙы  ҡыуып Ҡаһым түрә

Парижғаса етеп ҡайтҡанда –

Сағандарҙан осҡан осҡор уҡ бит

Дошман йәнен ҡыйып барыусы;

Батыр ирҙәр, баҙыҡ сағандар бит

Тыуған ерҙе ҡурсып ҡалыусы.

Тау битенә, текә һуҡмаҡ буйлап,

Теҙелешеп баҫҡан сағандар.

Уралыма һиҙгер һаҡсы булып

Мәңге шулай тороп ҡалғандар.

Ҡояш  һаман юғарыға үрләй,

Сағандарым тора тын ғына.

Елдәр иҫһә, ҡапыл һағая ла,

Шыбырлаша башлай шым ғына.

Ҡоштар әле яңы телгә килә,

Иҙел иҙрәй аҡһыл томанда.

Тауға менәм.

Аяҡтарым тайһа,

Ҡул һуҙалар миңә сағандар.

                               1964, 1990

 

Редакциянан: Самат Ғәбиҙуллиндың әлеге шиғри шәлкемен шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайы менән  баҫмаға Зөфәр Вәлит әҙерләне. Рәхмәт уға: мәрхүм әҙиптең «Шаңдаҡ» исемле популяр йыйынтығын (2009) сығарыуға, ә быйыл балаларға тәғәйен китабын туплаусы ла, шулай уҡ бына тигән юбилей буклетын төҙөүсе лә – ул.