Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Наил Ғәйетбай

ДИВЕРСАНТ

Комедия, ике бүлектә

 

Ҡатнашалар:

Ғаяз, Таһир, Хәким, Руслан, Миләүшә, Йәмилә,  Сара.

Беренсе бүлек

Вагон алды. Вагонға “Мәскәү – Өфө” тип яҙылған. Миләүшә, Ғаяз һәм Таһир инәләр. Миләүшә проводница кейемендә, Таһир хәрби формала, лейтенант, баян күтәргән. Ғаяз граждан кейемендә, ҡулы бығаулы.

Таһир. Атла, атла шәберәк!

Радио һөйләй,

 улар туҡтап тыңлап тора.

Радио. Передаем сообщения Совинформбюро. 19 июля 1944 года в результате кровопролитных боев советские войска освободили города Орш, Минск, Могилев…”

Миләүшә. Кәрәген бирәбеҙ фашистарҙың!.. Туҡтағыҙ! Ошонда көтөгөҙ. Иң аҙаҡ ултырырһығыҙ. Бөтә пассажирҙар ултырып бөткәс.

Таһир.  Туҡта, тиҙәр һиңә! Ниңә улай? Вокзал начальнигы әйтте…

Миләүшә.  Ул әйтте лә ҡотолдо. Ә һеҙҙең билетығыҙ юҡ. Был һеҙҙең баянмы?

Таһир. Юҡ. Бүләк итәм. Вокзал начальнигы рөхсәт ҡағыҙы бирҙе. Ҡултамғаһы бар, мисәте бар. Давай, ултырт!

Миләүшә. Башымды ҡаңғыртма! Әйттем – бөттө! Иң аҙаҡ ултыраһығыҙ! Буш ҡалған урындарға.

Таһир. Ә урындар ҡалмаһа? ...Йөрөмә, тик тор!

Йәмилә менән Руслан инә.

Йәмилә. Һаумыһығыҙ!

Руслан.  Һаумыһығыҙ! Бишенсе вагон ошомо?

Миләүшә. Һаумы. Һин уҡый беләһеңме?

Руслан.  Юҡ, ҡайһы саҡта…

Миләүшә. Был – ҡайһы саҡ түгел. Билеттарығыҙ?

Йәмилә. Руслан, ҡара!

Руслан. Арестант! Иптәш, ни ҡылған ул?

Таһир. Унда ни эшең бар?

Йәмилә. Кем ул?

Таһир. Диверсант.

Йәмилә. Йә, Хоҙай! Ҡарап тороуға һис тә уйламаҫһың…

Руслан. Ух, күрә алмайым һатлыҡ йәндәрҙе! Немец ҡурҡыныс түгел, бына ошондай йәшерен дошмандар ҡурҡыныс! Урынында атырға кәрәк ундайҙарҙы! Ҡайҙа алып бараһығыҙ уны?

Таһир. Бар ин, ин вагоныңа!

Руслан. Йәмилә, индек!

Йәмилә менән Руслан

 вагонға күтәрелә.

Руслан. Беҙҙең вагонғамы?

Миләүшә. Инеүеңде бел!

Таһир. Һеңлем, әгәр беҙгә урын ҡалмаһа…

Миләүшә. Уртаҡ вагонда ҡайтырһығыҙ.

Таһир. Нисек? Арестант менәнме? Төҙ тор!

Миләүшә.  Оҡшамаһа, икенсе поезды көтөрһөгөҙ.

Таһир. Был мөмкин түгел! Беҙгә иртәгә үк Өфөлә булырға кәрәк. Башҡа купелы вагондарҙа урын юҡмы ни?

Миләүшә.  Юҡ. Ситкәрәк китегеҙ. Һеҙ миңә эшләргә ҡамасаулайһығыҙ.

Таһир. Юҡ, был – возмутительно! Мин мөһим дәүләт заданиеһы менән китеп барам. Ә һеҙ…

Миләүшә.  Ниндәй мөһим дәүләт заданиеһы? Ошо ҡулы бәйле әҙәмде Өфөгә алып барыумы?

Таһир. Һеҙ белмәйһегеҙ. Ул бик ҡурҡыныс арестант. Диверсант.

Миләүшә. Ҡулы бәйле. Уны Өфөгә мин һинһеҙ ҙә алып бара алам. Ниңә өндәшмәй әле ул? Эй, ауфидерзеен! Хинде хох!

Таһир.  Башҡорт ул.

Миләүшә. Башҡорт? Ысынмы? Башҡорт башың менән ниңә СССР-ға ҡаршы һуғышып йөрөйһөң? Оятһыҙ! Ух!

Сара инә. Уның бер ҡулы бинт менән бәйләнеп муйынына эленгән.

Сара. Бишенсе вагонмы? Был кем?

Таһир. Апай, үтегеҙ.

Сара. Юҡ, был кем? Кем был? Фашистмы? Күҙе сәсрәгер?

Таһир. Апай, ашығығыҙ, хәҙер поезд китә!

Сара. Ух, үлтерә һуғырға. Мә һиңә, мә!

Таһир. Апай, нимә эшләйһегеҙ? Туҡтағыҙ!

Сара. Фашист! Ҡулымды өҙә яҙҙы ошолар! Бишенсе вагонмы, тием?

Миләүшә. Апай, ана, уҡы, унда яҙылған.

Сара. Яҙылһа ни? Әйтһәң телең ҡорор инеме? Һине шуның өсөн ҡуйғандар ошонда! Ух! Пистолетым булһа, атыр ҙа үлтерер инем!

Таһир. Апай, әйҙә ярҙам итәйем. Ин, ин!..

Сара. Кит! Мин әбей түгел, ярҙам итергә! Үҙем дә инә алам. Ух! Дошман!

Сара вагонға инә.

Таһир. Уҫал апай.

Миләүшә. Ҡулын немецтар яралаған. Касса янында һөйләп тора ине.

Хәким инә.

Ул НКВД капитаны формаһында.                                                           Ҡулында сумаҙан һәм саңғы һалынған кеүек оҙон ҡумта.

Хәким. Һаумыһығыҙ! НКВД капитаны Сабитов!

Таһир. Һаумыһығыҙ. Лейтенант Алтынбаев.

Миләүшә. Был нимә? Саңғымы? Товар вагонына илтегеҙ.

Хәким. Саңғы! Секретный аппарат. Ул минән бер сантиметр ҙа ситтә булырға тейеш түгел.

Миләүшә. Рөхсәт ҡағыҙы?

Хәким. Бына. Был кем? Енәйетсеме, әллә һатлыҡ йәнме?

Таһир. Диверсант.

Хәким. Башҡортмы әллә?

Таһир. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы.

Хәким. Смирно! Төҙ тор! Төҙ тор, тиҙәр һиңә! Эсеңде ал! (Ғаяздың эсенә һуға).

Таһир. Теймәгеҙ!

Хәким. Башҡорт башың менән! Немецкә һатылдыңмы? Хайуан! Мин бит һине хәҙер!..

Таһир. Яҡын килмәгеҙ! Мин уны Өфөгә алып барып еткерергә тейеш! Бөртөк тә сәсен төшөрмәй! Ул тикшереүселәр өсөн бик ҡәҙерле арестант.

Хәким. Ҡәҙерле арестант! Күрһәтермен уға ҡәҙерле арестантты!

Миләүшә. Ниңә бында тауыш күтәрәһегеҙ? Инегеҙ вагонға!

Хәким. Инәм, инәм! Бына ошондай һатлыҡ йәндәр булмаһа, күптән дөмөктөрә инек ниместе!

Хәким вагонға инә.

 Ғаяз сүгәләп ултыра.

Таһир. Хулиган! Ныҡ һуҡтымы?

Ғаяз. Кит!

Миләүшә. Тор, тор! Хәҙер поезд ҡуҙғала! Әйҙә, инегеҙ вагонға. Урын табып урынлаштырам. Йә туҡмап үлтерерҙәр. Туҡта, туҡта! Йөҙөгөҙ таныш. Мин бит һеҙҙе ҡайҙалыр күрҙем!.. Кем һин?

Ут һүнә.

 Вагондың купеһы.

Купеға Йәмилә менән Руслан инә.

Руслан. Һәйбәт! Купела беҙ икәү генә!

Йәмилә. Нимәһе – һәйбәт? Руслан, һинән һорайым.

Руслан. Кәрәкмәй береһе лә. Йәмилә, беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк. Ултыр әле. Бер кем дә ҡамасауламай. Теге һүҙемде әйтәм.

Йәмилә. Көнө буйы ҡурҡытаһың, үҙең әйтмәйһең. Ниндәй һүҙ ул?

Руслан. Бөтә ерҙә – кеше, яйы сыҡманы. Ә был – икәүҙән-икәү генә саҡта әйтелә торған һүҙ.

Йәмилә. Аңлашыла. Тик уны әйттең бит инде. Көлкө был. Өс көн беләбеҙ бер-беребеҙҙе. Ике көн тыйнаҡ ҡына һаулыҡ һорашып йөрөнөң дә, кисә – һаумы, ҡоҙағый! – мин һине яратам!

Руслан. Был бер күреүҙә ғашиҡ булыу, Йәмилә.

Йәмилә. Мин ышанмайым. Улай китапта, кинола ғына була. Ә тормошта…

Руслан. Ышанмайһыңмы? Ә Мәскәүҙе ташлап, һиңә эйәреп Өфөгә китеп барыуым? Яратмаған кеше шулай эшләйме?

Йәмилә. Һинең туғандарың юҡ. Һиңә ҡайҙа ла бер ҡояш.

Руслан. Юҡ, Йәмилә. Улай түгел. Мәскәүҙә минең эшем бар ине, бәләкәй булһа ла бүлмәм. Ә Өфөлә ни көтә мине – билдәһеҙ… Һине юғалтмаҫ өсөн…

Йәмилә.  Шуға ла ашыҡма, тинем бит мин һиңә. Уйлашайыҡ. Бөтәһен дә үлсәйек…

Руслан.  Юҡ, Йәмилә. Әгәр бөтәһен дә өҙә һуғып һинең менән Өфөгә китмәһәм, мин һине юғалтыр инем. Ә хәҙер гел генә яныңда буласаҡмын. Өйҙә лә, эштә лә.

Йәмилә. Һин анһат ҡына уйлайһың. Мотор заводы секретный. Унда эшкә урынлашыуы бик ауыр. Бәлки, икенсе урында эшләрһең?

Руслан.  Юҡ, Йәмилә. Һинең яныңда эшләгем килә, көнө буйы һинең яныңда булғым килә. Икенсенән, хәрби заводта эшләһәм, мин илемә күберәк файҙа килтерәм. Ошондай ваҡытта минең ҡулым тейгән моторҙар фашистарҙы ҡыйратырға ярҙам итеүен белеү – был минең өсөн бик мөһим. Аңлайһыңмы, Йәмилә?

Йәмилә. Аңлайым, Руслан, аңлайым. Тик беҙҙең заводҡа һәр кемде алмайҙар шул.

Руслан. Мине алырҙар. Һин әйтәһең: зинһар, алығыҙ, уға миңә ышанған кеүек ышанығыҙ. Ул – минең… ирем!

Йәмилә. Нимә?

Руслан. Йәмилә! Мин көнө буйы шул һүҙҙе әйтергә теләйем бит. Өйләнешәйек. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ – ниңә һуҙырға? Ризамы?

Йәмилә. Юҡ, юҡ! Был мөмкин түгел!

Руслан. Ниңә? Ниңә мөмкин түгел?

Йәмилә. Улай бик тиҙ була. Кисә “яратам” тип шаҡ ҡатырҙың, бөгөн…

Руслан. Бер-береһен яратҡан йәрҙәр өйләнешергә тейеш.

Йәмилә. Мин… мин “яратам” тип әйтә алмайым…

Руслан. Мин бит һиңә оҡшайым. Оҡшайым бит?

Йәмилә. Эйе, оҡшайһың.

Руслан. Ана шул яратыу була ла инде. Һинең икеләнеүең бик һәйбәт. Ҡыҙҙар икеләнергә тейеш. Ә егеттәр өҙә һуғырға!

Йәмилә. Миңә уйларға кәрәк. Атай-әсәйем менән кәңәшләшергә.

Руслан. Улай булғас, бөттө! Улар риза булмаясаҡ.

Йәмилә. Ниңә?

Руслан. Тома етеммен, бер тин байлығым юҡ. Инженер тигән һөнәремдән башҡа. Нимә эшләргә миңә, Йәмилә?

Йәмилә. Улай ҡайғырма әле. Минең атайым менән әсәйем һәйбәт кешеләр. Уларға һинең туғандарың да, байлығың да кәрәкмәй. Әгәр мин һине ныҡ-ныҡ оҡшатам икән…

Руслан. Йәмилә, зинһар, әйт, һин мине ныҡ-ныҡ оҡшатаһыңмы?

Йәмилә. Былай һәйбәт кешегә оҡшағанһың…

Руслан. Тимәк, риза! Риза, шулаймы?

Йәмилә. Руслан!.. Поезд ҡуҙғалды! Хуш, Мәскәү! Әйҙә, тамбурға сығайыҡ! Унан Мәскәү һәйбәт күренә!

Сығалар. Бер аҙҙан купеға Миләүшә,

Ғаяз һәм Таһир инәләр.

Миләүшә. Был ике урында кеше бар. Ә бына был ике урын – һеҙҙеке.

Таһир. Рәхмәт, һеңлем. Исемең нисек?

Миләүшә. Миләүшә.

Таһир. Мин – Таһир.

Миләүшә. Ә диверсанттың исеме нисек?

Таһир. Ғаяз.

Миләүшә. Ниңә ул бер ни өндәшмәй? Теле юҡмы әллә?

Ғаяз. Зинһар, беҙҙе ҡалдырығыҙ!

Миләүшә. О! Уҫал! Шулай ҙа ҡайҙалыр күрҙем бит мин һине! Ҡайҙа?

Ғаяз. Бер ҡайҙа ла күрмәнең һин мине! Зинһар, тиҙерәк китегеҙ! Беҙҙең һөйләшәһе һүҙ бар!

Миләүшә. Грубиян! Ана шуға ла диверсант һин!

Ғаяз. Һин! Телеңде тый!

Таһир. Һау булығыҙ!

Миләүшә. Полкаға ҡуша бәйләп ҡуйығыҙ. Бик ҡурҡыныс әҙәм!

Миләүшә китә.

Ғаяз. Үҙеңде бәйлә! Дура!

Таһир. Ниңә тупаҫ ҡыланаһың? Беҙгә уның алдында…

Ғаяз. Тупаҫ ҡыландыммы? Улайһа бул һин диверсант! (Ҡулындағы бығауҙы ысҡындырып ырғыта). Рәхим ит – бул!

Таһир. Ҡысҡырма! Күршеләр ишетә. Бығауҙы кей!

Ғаяз. Ишетһен! Миңә кәрәге юҡ был спектакль!

Таһир.  Ғаяз, һин бит яҡшы беләһең – был, беҙҙең өсөн, берҙән-бер юл. Юғиһә хәҙер үк беҙҙең артыбыҙға тибәләр!

Ғаяз. Типһендәр! Бындай кәмһетеүгә, позорға түҙгәнсе, ҡайтмайым Өфөгә, Мәскәүҙә ҡалам!

Таһир. Ғаяз, тыныслан. Таҡ бығауҙы. Хәҙер күршеләр инһә…

Ғаяз. Инһен!

Таһир. Улар һине бығауһыҙ күрергә тейеш түгел. Ултыр!

Ғаяз. Ултыр!.. Һиңә рәхәт – “тыныслан, ултыр!” Һин – конвоир! Ә мин кешеләрҙең күҙҙәрендә… нәфрәт күрәм! Әрләүен ишетәм! Туҡмалам!

Таһир. Уларҙы мин дә ишетәм бит…

Ғаяз. Ишетәһең! Улар һиңә төбәлмәгән, улар һиңә ҡул күтәрмәй!

Таһир. Ғаяз, беҙҙең башҡа сара юҡ, бик үтенеп һорайым, зинһар, кей бығауҙы!

Ғаяз. Вәт мин – иҫәр! Имеш, анһат ҡына диверсант рәүешендә Өфөгә ҡайтам! Бына – ҡайттың! НКВД-эшник эскә шундай һуҡты, һаман ауырта.

Таһир. Ҡана ҡарайыҡ эле. Берәй нәмәң өҙөлөп ҡуймаһын. Ят.

Ғаяз. Кит әле! Һин – хәйләкәр! Ниңә үҙеңде – арестант, ә мине конвоир итмәнең? Сөнки һин алдан белгәнһең – арестантты бар күргән кеше әрләйәсәк, туҡмаясаҡ!

Таһир. Юҡ, белмәнем был тиклем нәфрәт булыр тип. Мин хәрби кейемдә булғас, үҙенән үҙе…

Ғаяз. Кейемде алмаштырыуы ҡыйынмы ни? Сисен, давай! Мин хәрби кейемеңде кейәм дә, конвоир булам, ә һин – диверсант! Сисен!

Таһир. Ғаяз, туҡта! Беҙҙе барыһы ла күрҙе, проводница күрҙе. Ҡапыл һин – конвоир, мин арестант булып китһәк, улар беҙҙе фашлаясаҡ!

Ғаяз. Улайһа, киләһе станцияла үк төшөп ҡалабыҙ! Туҡмалып үләһем юҡ! Төшәбеҙ!

Таһир. Ғаяз, иң ауырын үттек, беҙгә барыһы ла ышанды. Инде уйыбыҙ бойомға ашты тигәндә генә… Һин борсолма: купенан сыҡмаҫһың, бында бер кем дә инмәҫ, бер кем дә һине әрләмәҫ, туҡмамаҫ!

Ғаяз. Их! Ҡайҙан килеп төштөң һин башыма?! Билет ал да тыныс ҡына Өфөгә ҡайтып кит ине бит! Юҡ! Килеп инде! Герой! “Батырлыҡ өсөн” миҙалы биргәндәр берәүгә! Ун көнгә Өфөгә отпускыға ҡайтып бара! Ҡайта икәнһең, ҡайт! Ниңә килдең миңә?

Таһир. Ярай, әрләмә инде. Ни тиһәң дә ауылдаштар бит беҙ. Класташтар. Өс йыл күрешкән юҡ. Мәскәүгә кил дә һине күрмәй кит, имеш! Һин ишетһәң, ни тиер инең?

Ғаяз. Рәхмәт әйтер инем! Һин бит ғүмер буйы ана шулай авантюрист булдың! Һинең өгөтләүеңә бирелеп йә бабайҙар булып кейенеп ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын ҡурҡытабыҙ, ҡыҙҙар булып кейенеп егеттәрҙе аптыратабыҙ, йә колхоз баҫыуынан ҡыяр урлайбыҙ! Һин бит электән енәйәтсе булғанһың! Бына һин ул – ысын диверсант!

Таһир. Ярай, ярай, булды. Минең миҙалды, һинең өсөнсө курсты тамамлауыңды йыуырға итмәһәк, бөтәһе лә һәйбәт булыр ине.

Ғаяз. Ниңә икебеҙҙең дә аҡсаны бергә ҡуштың! Айырым булһа, беребеҙҙеке юғалһа, икенсебеҙҙең аҡсаһы иҫән булыр ине!

Таһир. Мин бит бер юлы табынға ваҡ-төйәк, ҡайтырға билеттар алырға иткәйнем.

Ғаяз. Нисек шуның сама аҡсаны төшөрөп ҡалдырырға мөмкин?! Ҡайҙа һалдың һин уны?

Таһир. Бына ошонда – артҡы кеҫәмә һалғайным. Төшөрөп ҡалдырманым, урланылар! Мәскәү шулерҙары! Их, килеп эләкһәләр!.. Ярай, үткән эштән төш яҡшы. Бер тин аҡсаһыҙ ҡайтып барабыҙ бит. Шуға ҡыуан!

Ғаяз. Эйе, һиңә ҡыуаныс! Минең һаман да эс ауырта.

Таһир. Ҡайғырма, үтә ул. Шулай ҙа шәп уй килде бит башыма, эйеме? Диверсант, конвоир! Тик вокзал начальнигы, алйот, әллә ниндәй документтар һорап аптыратты. Хайуан! Әйтеп торам бит инде: мин – конвоир, ул – диверсант, ултырт та ебәр беҙҙе Өфөгә тиклем! Бушлай! Юҡ! Йә уныһын күрһәт, йә быныһын! Ярай, изге кеше икән. Ышанды. Бригадирға шәп әйтте:”Өфөгә имен-аман алып барып еткер! Баштарынан бер бөртөк сәстәре төшмәһен!” Ха-ха-ха! Беҙ бик ҡәҙерле пассажирҙар хәҙер!

Ғаяз. Ә проводница, дура, һорап тора: “Билеттары бармы?”

Таһир. Ә вокзал начальнигы: “Ниндәй билет? Ниндәй билет? Ул мөһим дәүләт заданиеһын үтәй! Ултырт икеһен дә билетһыҙ! Мә һиңә рөхсәт ҡағыҙы!” Ха-ха-ха! Мин былай уҡ шәп килеп сығыр тип көтмәгәйнем.

Ғаяз. Тик бына диверсант булып ҡыланыу ғына… Мин үҙем һатлыҡ йәндәрҙе күрә алмайым. Нисек үҙ илеңә хыянат итеп дошманға хеҙмәт итергә мөмкин? Һатлыҡ йән тиһәң, таракан да үпкәләр! Хәҙер үҙем – арестант! Артымда – конвоир! Вокзал буйлап киләбеҙ, кешеләрҙең күҙҙәрендә – нәфрәт! Шундай оят! Ер тишеге булһа, ырғыр ҙа төшөр инем, валлаһи!

Таһир. Ярай, үртәнмә! Иртәгә – Өфө! Шундай һағындым Башҡортостанды! Һуғышта бит үлем – эргәлә! Әллә тере ҡалаһың, әллә – юҡ. Ҡайсаҡ тыуған ауылды, атай-әсәйҙе бер ҡасан күрә алмам, тигән уйҙар килә башҡа. Шулай ҙа бәхетем бар минең, бар! Бына ҡайтып барам! Күңелдә – шундай шатлыҡ! Әллә йырлап ебәрергә инде? Теге тыуған ауыл тураһындағы йырың шәп һинең. Йырла әле шуны.

Ғаяз. Кит әле! Миндә йыр ҡайғыһы юҡ.

Таһир.  Ултырма инде шулай, атаһы үлгән кеше кеүек. Һиңә ҡараһаң, илағы килә башлай. Иң ауырын үттек бит инде. Хәҙер бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.

Ғаяз. Эйе, һиңә һәйбәт буласаҡ.

Таһир. Бөттө, бөттө!.. Нисек әле Һүҙҙәре? “Тыуған яғым минең…” Әйт инде һүҙҙәрен.

Ғаяз. Әйтмәйем.

Таһир. Ярай, тыныслан! Көнләшәм мин һинән! Композитор! Шундай шәп яҙаһың йырҙарҙы. Моңло. Яҙма һин шул операларыңды. Кемгә кәрәк улар? Халыҡ өсөн ябай йырҙар яҙ, бына булырһың ысын композитор!

Ғаяз. Һин ни аңлайһың! Опера – йыр сәнғәтенең иң юғары нөктәһе!

Таһир. Булһын! Операны кем белә лә, кем тыңлай! Ә “Тыуған яғым минең”де бөтә халыҡ йырлай! Һалдаттарҙың нисек яратҡаның белһәң! Йырлайһыңмы?

Ғаяз. Юҡ.

Таһир. Улайһа, үҙем йырлайым. Йырһыҙ кеше – үлгән кеше! (Ҡулына баян ала).

Ғаяз. Йырлама. Ҡуй баянды.

Таһир. Ниңә? Кәйефең күтәрелер, исмаһам.

Ғаяз. Яратмайым тоҙһоҙ үҙешмәкәрлекте.

Таһир. Нисек? Ә кисә минең йырлауымды маҡтағайның.

Ғаяз. Кәйефеңде төшөргөм килмәне. Юҡ һинең тауышың.

Таһир. Уҫал кеше һин.

Ғаяз. Һин бик изге кеше. Бар аҡсабыҙҙы юғалтып, мине ошо хәлгә килтереп ҡуйҙың!

Таһир. Бирмәҫкә ине аҡсаны миңә!

Ғаяз. Кем белгән һинең асыҡ ауыҙ икәнлегеңде!

Таһир. Мин асыҡ ауыҙмы? Минме?

Ғаяз. Эйе, һин!

Таһир. Минме? Йөҙ нимес йәшенгән подвалға бер граната менән йүгереп инеп: “Хинде хох, сволочтар! Хәҙер шартлатам бөтәгеҙҙе лә!” – тип барыһын да ҡулға алған мин асыҡ ауыҙмы?

Ут һүнә. Ярым ҡаранғы подвал.

Унлаған немецтарҙың һаҡсы һалдаттары. Туп тауыштары. Шартлауҙар. Автоматтан атҡан тауыштар ишетелә. Һалдаттар немецса һөйләшә.

Синхрон тәржемә бара.

1-се һалдат. Хәҙер кемдең төркөмө ҡарауылға сыға?

2-се һалдат. Беҙҙеке. Нимә – ваҡыт еттеме ни?

1-се һалдат. Юҡ әле. Тағы биш минуттан.

Шартлауҙар һәм автоматтан

атҡан тауыштар яҡыная.

3-сө һалдат. Һөжүмгә күстеләр. Әгәр советтар бында үтеп инһә ни эшләйбеҙ?

1-се һалдат. Беҙ объектты уларға һис тә бирергә хаҡыбыҙ юҡ. Ҡурҡыныс тыуһа, объектты шартлатырға тейешбеҙ. Бер нимәгә ҡарамай!

Ҡапыл подвалға бер ҡулына – граната,

икенсеһенә автомат тотҡан

Таһир йүгереп инә.

Таһир. Ятырға! Ятырға! (Автоматтан ата). Шартлатам! Үлтерәм!

Немец һалдаттары иҙәнгә ята.

Таһир. Ҡыбырламаҫҡа! Атам! Шартлатам! (Ситкә). Иптәш капитан! Объект беҙҙеке! Беҙҙеке! Шартлатып өлгөрмәнеләр!

Капитан һәм һалдаттар йүгереп инә.

Капитан. Молодец, лейтенант! Как ты любишь выражаться – афарин!

Ут һүнә.