Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Наил Ғәйетбай

Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр

 Йәш драматургтар семинары

Минең “Пьеса нисек яҙыла?” тигән китабым өсөн күптәр ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Йәнәһе, һин кем әле ошондай китап яҙырға? Бөйөк драматургмы? Хәҙер пьесаны һин өйрәткәнсә генә яҙырғамы?

Юҡ, бер кем дә пьесаны мин өйрәткәнсә генә яҙырға тейеш түгел. Китаптың баш һүҙендә был хаҡта: “Был яҙмалар – минең тәжрибәм. Уларҙың барыһы ла дөрөҫ, ҡанунлашҡан фекер, тип уйларға ярамай. Яҙмаларҙа айырым хаталар ҙа, яңылышыуҙар ҙа осрар. Ләкин, нисек кенә булһа ла, улар ысын күңелдән, башлап пьеса яҙырға теләүселәргә ярҙам итеү теләге менән яҙылған. Йәштәр ошо яҙмаларға таянып ары китер, үҙ фекерҙәрен туплар, минең хаталарҙы табыр. Был – тәбиғи хәл”, – тигән ишарам бар.

Икенсе урында былай тип тә өҫтәнем: “Китаптың төп маҡсаты – йәш драматургтарға кәңәштәр биреү, драматургия тигән ифрат ауыр жанрға инеү өсөн дөрөҫ юл күрһәтеү. Әлбиттә, был яҙмаларҙы уҡып ҡына драматург булып китеүе шикле. Уның өсөн башҡа драматургтарҙың, режиссерҙарҙың, театр белгестәренең китаптарын уҡырға кәрәк. Шулай ҙа тәү осорҙа ошо яҙмалар йәш яҙыусыларға бер әсбап булыр, тигән өмөттә ҡалам”.

Был китапты яҙырға беҙҙең драматургияға йәш көстәрҙең килмәүе мәжбүр итте. Мин үҙем тәүге пьесаларымды яҙа башлағанда драматургия буйынса дәреслек юҡлығы арҡаһында бик ыҙалай инем, ниңә билдәле драматургтар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашмай, пьесаны нисек яҙа башлап, нисек ослап ҡуйыуҙары хаҡында энәһенән ебенә тиклем һөйләмәй икән, тип уйлай инем. Ана шуға ла (бер аҙ тәжрибә туплағас) йәштәргә ярҙам итеү өсөн яҙҙым да мин әлеге китапты. Ә һис тә үҙемде «әллә кем» итеп күрһәтеү өсөн түгел. Пьесаны нисек яҙыу тураһында насар ғына китаптың булыуы, ундай әсбаптың булмауына ҡарағанда отошлораҡ түгелме ни?

Тәнҡитселәр, театр белгестәре раҫлауынса, 80-се йылдарҙа башҡорт драматургияһы ҙур кризис кисерә башланы. Тәжрибәле драматургтарыбыҙ, олоғайыу сәбәпле, һирәк яҙышты йәки сәхнә әҫәре яҙыуҙан бөтөнләй туҡтаны, ә йәш исемдәр күренмәне. Театрҙа милли авторҙарҙы аяҙ көндө шәм яндырып та табып булмай ине.

Йәш авторҙарҙың драматургияға килмәүенең сәбәбе төрлөсә. Иң олоһо, әлбиттә, – драматургияның сәхнә ҡанундарын яҡшы белеү талап ителеүендә. Башҡорт яҙыусыларының күбеһенең дәүләт университетында алған белеменә таянып ҡына (ә унда уҡытыусылар әҙерләү ҡаралған) ғүмер буйы ижад итергә теләүе сәхнә үрҙәрен яуларға мөмкинлек бирмәне. Ә бит күп кенә билдәле һәм йәш прозаиктар, шағирҙар 80-се йылдарҙа пьеса яҙып ҡараны, әммә береһенең дә әҫәре театр ишеген асып үтә алманы. “Ни өсөн?” тигән һорау тыуһа, күп кенә әҙиптәр быны театрҙа туған-тыумасалыҡ хөкөм һөрөүе менән генә аңлатырға маташты. Ләкин проблема күпкә ҡатмарлыраҡ һәм тәрәнерәк ине. Нисек кенә уратһаң да, төп бәлә – яҙыусыларҙың сәхнәне өйрәнергә, ошо йәһәттән белемен арттырырға теләмәүендә. 

Тимәк, драматургияға яңы исемдәрҙең  яй өҫтәлеүенең төп сәбәбе – яҙыусыларҙың, бигерәк тә йәштәрҙең, «драматургия» ғилемен, хатта «әҙәбиәт ғилеме»н өйрәнергә теләмәүендә! Бына ошоларҙы иҫәпкә алып, Мәҙәниәт министрлығы янында йәш драматургтар семинары ойошторолдо ла инде.

1992 – 1994 йылдарҙа йылына икешәр семинар үткәрҙек. Йәш драматургтарҙы Өфөгә йыйып, уларҙың әҫәрҙәре тикшерелде, әгәр әҫәрҙәре булмаһа, берәй классик авторҙың пьесаһындағы оҫталыҡтың серҙәрен өйрәнеүгә бағышланды. Тәүге семинарҙарға инде прозала ла, поэзияла ла исемдәре ныҡлы урын ала башлаған йәш һәм талантлы авторҙар саҡырылды. Улар араһында Рәмил Ҡол-Дәүләт, Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин, Ғәбиҙулла Зарипов һәм башҡалар бар ине. Мәҫәлән, тәүге семинарҙа Рәмилдең “Һарысәс” пьесаһы тикшерелде. 1990 йылда  Йәштәр театры (ул саҡта –  Йәш тамашасылар театры) ойошторған драма әҫәрҙәре конкурсында Рәмил Ҡол-Дәүләттең   “Һарысәс” пьесаһы  беренсе урын алғайны.

 Әлбиттә, конкурста беренсе урын алған әҫәрҙе тикшереү кәрәкмәгәндер ҙә. Әммә Рәмилдең уңышы башҡа йәштәрҙең дә сәменә тейер, пьеса яҙырға этәрер, тип уйлағайным. Икенсенән, барыбер әҫәрҙең етешһеҙлектәре лә юҡ түгел ине. Беҙ Рәмилгә әҫәрҙе еренә еткереү өсөн күп кенә кәңәштәр бирҙек.

Мәктәп-лабораторияның ошо тәүге ултырышына Салауат дәүләт драма театрында баш режиссер булып эшләй башлаған Вәзих Кашапович Сәйфуллинды ла саҡырғайныҡ. Вәзих ағай пьесаны бик хупланы. Әммә Йәштәр театрының конкурсында еңеп сыҡҡан әҫәрҙе үҙ театрында ҡуйырға хаҡы юҡ тип һанай ине. Мин был темаға Олег Ханов менән (ул Йәш тамашасылар театрының етәксеһе ине) һөйләштем. Олег тәүҙә Рәмилдең пьесаһын икенсе театрға бирергә ҡаршы булды. (“Ул беҙҙең пьеса!”.) Миңә: “Әгәр тағы ла ярты йылдан ҡуймаһағыҙ, Салауат театрына сәхнәләштерергә рөхсәт итәсәкбеҙ”, – тиергә тура килде. Ярты йылдан да Йәштәр театры “Һарысәс”кә тотонманы. Ни өсөн икәнлеген хәҙер хәтерләмәйем. Әллә режиссер таба алманылар, әллә героинялары юҡ ине. Ни булһа ла, Салауат театрына  “Һарысәс”те ҡуйырға рөхсәт бирелде, һәм күп тә үтмәй был пьеса Салауатта сәхнәләштерелде.

Ә икенсе семинарҙа Рәмилдең “Бермуд өсмөйөшө” пьесаһы тикшерелде. Унда йәш режиссерҙар Гөлдәр Ильясова, Азат Нәҙерғолов саҡырылғайны. Пьесаның күп кенә етешһеҙлектәре күрһәтелде, уларҙы төҙәтеү буйынса кәңәштәр әйтелде. Һөҙөмтәлә Гөлдәр Ильясова әҫәрҙе үҙе эшләгән театрҙа сәхнәләштерергә булды. Уны ҡуйыу өсөн Азат Нәҙерғоловты саҡырҙы. Ғөмүмән, беҙҙең режиссерҙар яңы исемдәргә һәр саҡ ихлас ҡарай. Шул уҡ Гөлдәр Ильясова ваҡытында Булат Рафиҡов, Рәшит Солтангәрәев кеүек оло яҙыусыларҙы ниндәйҙер  кимәлдә драматургияға йәлеп итте. Азат Нәҙерғолов, Дамир Ғәлимов етәкләгән театрҙарҙа ла йәш драматургтарҙың әҫәрҙәре йыш ҡуйылды.

Рәмил Ҡол-Дәүләт хаҡында һүҙ сыҡҡас, тағы шуны әйтеү фарыз. Бөгөн күптәр Рәмилдең ошо семинарҙан сығыуын онотоп бара. Ҡол-Дәүләттең өсөнсө әҫәренең яҙмышы ҡатмарлыраҡ булды, әммә ул да семинарҙа тикшерелде. 1993 йылда семинарҙың өсөнсө ултырышына әҙерләнгән саҡта Рәмил үҙенең яңы пьесаһы барлығын белдерҙе. Ул “Самолетта – шартлатҡыс” тип атала ине. Мин әҫәр менән таныштым, әммә, уны еренә еткереү өсөн күп кенә эшләйһе бар, тинем. Был ваҡытта Рәмилдең тәүге ике пьесаһы яҙылған, әммә улар, театр портфелдәрендә ятһа ла, һаман ҡуйылмай. Ошоларҙы иҫәпкә алып, йәш авторға тәүге әҫәрен сәхнәлә күрергә ярҙам итеү маҡсатында, “Китап” нәшриәте менән (Рәмил ул саҡта шунда эшләй ине) һөйләшкәндән һуң, йәш драматургты ике аҙнаға Сибайға командировкаға ебәреүҙе ойошторҙоҡ. Унда Рәмил билдәле һәм тәжрибәле режиссер Рафаэль Әйүпов менән пьесаны еренә еткереү өҫтөндә эшләне. Аҙаҡ, театр менән килешкәндән һуң, Рафаэль ағайҙы ике аҙнаға Өфөгә саҡырып, Рәмил менән улар йәнә пьесаны төҙәтте. Бер ай үтеүгә пьеса театрҙың репертуарына алынды һәм репетициялар башланды. Аҙаҡ (режиссер эшенән бушатылды) әҫәр Сибай театрында сәхнәләштерелмәй ҡалды. Һуңынан Рафаэль Әйүпов пьесаны башҡа театрҙа сәхнәләштереү теләге менән янды, әммә, һаулығы насарайыу сәбәпле, был теләген тормошҡа ашыра алманы.

Ә Рәмилдең был пьесаһының Рафаэль Әйүпов менән эшләгән варианты һуңғараҡ Башҡорт академия театрында ла, “Нур” татар театрында ла сәхнәләштерелде.

Рәмилдең дүртенсе пьесаһы ла (“Тышаулы өйөр”) йәш драматургтар семинарында тикшерелде. Был әҫәргә лә төҙәтеү йәһәтенән төрлө кәңәштәр әйтелде. Һөҙөмтәлә семинарға саҡырылған Сибай режиссеры Сәлих Әфләтүнов әҫәрҙе сәхнәләштерергә булды. Рәмил менән Сәлих Өфөнөң “Йәйғор” профилакторийында беҙҙең семинарҙа аҙна буйы эшләнеләр. Ярты йылдан Сибай театры сәхнәһендә ғәҙәти булмаған, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи әҫәр донъя күрҙе. Мин, ул спектаклде ҡарап, Башҡортостан сәхнәһендә яңы, йәш драматургтың үҫеп сығыуына шатланғайным. Ләкин Рәмилдең ғүмере иртә өҙөлөп ҡуйҙы…

Рәмил менән булған уңыштар драматургия семинарын дәртләндереп ебәрҙе: беҙ тағы ла яңы исемдәр аса алабыҙ! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең был өмөттәр аҡланманы. 1994 – 1996 йылдарҙа семинарҙы йылына ике тапҡыр үткәреп, унда өмөтлө прозаик һәм шағирҙарҙы саҡырһаҡ та, уларҙың береһе лә драматургияға Рәмил кеүек ныҡлап тотонманы. Семинар Өфөлә үткәс, күптәр, семинарға тәүге көн килһә лә, башҡа көндәрҙә күҙен дә күрһәтмәне. Ҡайһы саҡтарҙа лекция уҡырға ике-өс режиссер, белгес саҡырабыҙ, ә залда бер генә тыңлаусы ултыра. Бигерәк тә 1996 йылдың яҙында ойошторған семинар ҡотһоҙ үтте. Уны асыу өсөн билдәле драматургтар Нәжиб Асанбаев, Фәрит Богданов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев, уның урынбаҫары Раил Байбулатов, Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре  союзы рәйесе Олег Ханов һәм, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары булараҡ, мин килгәйнек. Ә залда ике генә йәш шағир ултыра. Саҡырылған егермеләп йәш прозаик менән шағирҙың береһе лә юҡ.

Ошонан һуң, семинарҙа ҡатнашыусыларҙың составын үҙгәртергә, тигән ҡарарға килдек. Йәштәрҙе түгел, ә прозала, поэзияла исемен тапҡан, инде 50-гә етеп барған, ләкин ошоғаса пьеса яҙып ҡарамаған, яҙһа ла, драматург булырға бик үк ынтылмаған, әммә тормошҡа етди ҡараған яҙыусыларҙы саҡырырға булдыҡ. Икенсенән, ҡасып ҡайтып китеү мөмкинселеген бөтөрөү маҡсатында, уларҙы Өфөнән мөмкин тиклем алыҫыраҡ алып китеп, шунда драматургия серҙәренә өйрәтергә хәл иттек.

Шулай итеп, семинарҙы “Баймаҡ” ял йортонда ике аҙна буйы үткәреү уйы тыуҙы. Эшкә етди тотонғас, Мәскәүҙән дә уҡытыусылар саҡырылды. 1997 – 1999 йылдарҙа өс семинар үткәрелде. Унда инде Таңсулпан Ғарипова, Зөһрә Фәйзуллина, Гөлшат Әхмәткужина, Хәмит Ирғәлин, Рәлиф Кинйәбаев, Сөләймән Латипов, Тамара Ғәниева, Сәрүәр Сурина, Буранбай Искужин кеүек исемдәре билдәле яҙыусылар ҡатнашты. Тәжрибәле әҙиптәр, йәштәрҙән айырмалы рәүештә, драматургияға ныҡлап тотондо. Һөҙөмтәлә 2000 йылдың апрелендә Сибай, Стәрлетамаҡ театрҙарының Өфөлә үткән гастролдәрендә драматургия семинарында ҡатнашыусыларҙың күбеһенең әҫәрҙәре Өфө тамашасыларына тәҡдим ителде. Улар – Таңсулпан Ғарипованың “Төштәге йыр” һәм “Ямғыр көткәндә”, Рәлиф Кинйәбаевтың “Эх, Байтимер дуҫ”, “Айғырыңды үтескә бир”,  “Гүргә инер сер ине”, Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Абыстай”, Тамара Ғәниеваның “Тамарис”, Хәмит Ирғәлиндың “Инә бүре ҡарғышы” пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәр.

Әлбиттә, тәүге әҫәреңдең сәхнәгә күтәрелеүе – оло бәхет. Был ваҡытта баш әйләнеп китеүсән, әҙип арттырыбыраҡ әйтелгән маҡтау һүҙҙәренә ышаныусан. Шуға күрә лә ул үҙен оло драматург итеп тоя, әҫәрендәге етешһеҙлектәрҙе күрмәй, һиҙмәй башлай. Бының өсөн әҙипте тәнҡитләргә ярамай. Был – уңышҡа өлгәшкән һәр ижади шәхес өсөн хас. Иң  мөһиме,  премьераларҙағы шау-шыу үтеп киткәс, тыныслана төшөп, үҙ әҫәреңә объектив ҡарарға тырышыу, ара-тирә ишетелеп ҡалған тәнҡит һүҙҙәренең ысын мәғәнәһен аңларға ынтылыу. Шунда ғына тәүге әҫәрҙәрен сәхнәлә күргән яҙыусы ысын драматург булып китә ала. Ә инде, гениаль әҫәрҙәр яҙғанмын, тип үҙен әллә кемгә һанай башлаған, «тәнҡит һүҙҙәре дөрөҫ түгел» йәки «көнсөллөктән килә» тиеүсе драматург тиҙҙән көрсөккә барып төртөләсәк. Ә инде драматургия семинарҙарында ҡатнашып, әҫәре шунда ҡат-ҡат тикшерелгәндән һуң ғына сәхнәгә күтәрелеүенә ҡарамай, мин драматург булғас – еткән, тигән кеүек, драматургия семинары кәрәкмәй, тип уға ҡаршы эш алып барыу – бигерәк тә ҡара мәкерлек, тип әйтер инем. Әйткәндәй, ошо семинарҙар үткәрелә башлағас, бер драматург: “Нимәгә кәрәк ул семинар? Драматургтар бер көтөү булмай. Конкуренттар үҫтермә. Үҙебеҙ яҙғас, еткән”, – тигәйне.

2000-се йылдарҙа семинарҙа ҡатнашҡан Артур Иҙелбаев, Владимир Жеребцов, Салауат Әбүзәров, Артур Сакаев, Светлана Чураева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Лилиә Ҡәйепова һ.б. үҙҙәренең тәүге пьесаларын сәхнәлә күреү бәхетенә иреште. Әммә һуңғы осор ҡаршы көстәр еңде, драматургия семинары үткәрелмәй...

Юҡ, драматургия семинары Наил Ғәйетбай өсөн генә кәрәкмәй. Ул башҡорт драматургияһын, башҡорт әҙәбиәтен, башҡорт театрҙарын үҫтереү, күтәреү өсөн, уларҙың киләсәге өсөн кәрәк. Шуны аңлаған хәлдә генә, был эшкә күмәкләшеп тотонған осорҙа ғына башҡорт драматургияһына яңы исемдәр өҫтәләсәк.

”Тамаша” журналы

Журналды ойошторғанда, уның ни төҫлөрәк булырын, ниндәй темалар яҡтыртырға тейешлеген яҡынса ғына төҫмөрләгәйнек. Хәйер, шулай булырға тейештер ҙә. Ул осор иң мөһиме – журналды ойоштороу, баҫтыра башлау ине.

Тәүҙә “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире Рәмил Йәнбәк ярҙамында ике номер сығарып ҡараныҡ. Беҙгә яңы журналды халыҡтың нисек ҡабул итеүен тойомлау кәрәк ине. Баҫмаға йәпле  исем дә табылды – “Тамаша”! 1993, 1994 йылдарҙа сыҡҡан номерҙарҙы беҙҙең спонсорлыҡта “Китап” нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлеге мөдире, яҙыусы Сабир Шәрипов төҙөнө. Әлбиттә, ул һәр материалды алғанда Мәҙәниәт министрлығы менән кәңәш тотто. Сөнки журналды ойоштороусы – беҙ инек. Нисек кенә булмаһын, ул ике һан ашығыс төҙөлдө. Мин быны факт булараҡ әйтәм. Хәйер, ул осор журналдың ниндәй булырға тейешлеге хаҡында министрлыҡтың үҙенең дә аныҡ ҡына концепцияһы юҡ ине.

Ниһайәт, 1995 йылдан журнал рәсми теркәлеп, үҙ редакцияһын туплап, мөстәҡил сыға башланы. Хәҙер инде килгән бар  материалды алып ултырыуҙан ҡотолорға, баҫмаға үҙ йөҙөн, үҙ юлын, үҙ позицияһын табырға кәрәклеге аныҡланды. Ошо ерҙә журналдың нисек булырға тейешлеге хаҡында уйланырға тура килде. Ул бөтөн мәҙәниәткә арналырға бурыслымы, әллә фәҡәт сәнғәткә йүнәлеш тотоп, профессиональ сәнғәт менән сикләнергә тейешме?

Уйлана торғас, шул асыҡланды: дөйөм мәҙәниәт беҙҙең һәр гәзиттә, һәр журналда бик яҡшы яҡтыртыла икән. Мәҫәлән, ниндәй генә гәзит  йәки журналдың теләһә ниндәй һанын ал, унда мәҙәниәт тормошона ҡағылған репортаж йәки мәҡәлә, мәҙәниәт әһелдәре, райондарҙың үҙешмәкәр сәнғәте хаҡында материалдар бар. Тимәк, ошо юлдан китһәк, беҙ башҡа баҫмаларҙы ҡабатларбыҙ ғына, уларҙа сыҡҡан материалдарҙы бер йыйынтыҡҡа туплаусы журналға ғына әүереләсәкбеҙ. Ә ундай баҫма – ҡабатлаусы баҫма беҙгә кәрәкме? Журналды сығарыу өсөн бик күп аҡса сарыф ителеүен генә күҙ алдында тотҡанда ла, әлбиттә, кәрәкмәй. Ә бына сәнғәткә, профессиональ сәнғәткә профессиональ күҙлектән ҡараған материалдар беҙҙең гәзит-журналдарҙа бөтөнләй күренмәй, ундай журнал да юҡ. 

Ошондайыраҡ уйланыуҙан һуң, “Тамаша”ның фәҡәт профессиональ сәнғәткә бағышланған булырға тейешлеге асыҡланды. Һәр өлкәләге кеүек сәнғәттә лә проблемалар тулып ята. Беҙҙең журнал ана шуларҙы асырға, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә тейеш. Ә һис тә ялтыр маҡтауға ҡоролған юбилей мәҡәләләренән тормаһын. 

 Иң талантлы яҙыусы ла, иң һәләтле журналист та, башҡа баҫмалар өсөн “һә” тигәнсе бынамын тигән мәҡәлә яҙып бирә алһа ла, сәнғәткә белгестәрсә ҡарап, белгес кимәленә күтәрелеп яҙа алмай. Күп кенә танылған яҙыусы, журналистарыбыҙҙың журналға килтергән материалдарын уҡып сығып, уларҙы баҫыуҙан баш тартҡандан һуң, мин ошондай фекергә килдем. Әлбиттә, үпкәләүселәр булды. Әммә беҙ профессиональ сәнғәткә бағышланған баҫма сығарырға булғанбыҙ икән, башҡаса юл юҡ. Беҙ һәүәҫкәр кимәленә төшә, гәзиткә әйләнә алмайбыҙ.

Беҙгә журналистика факультетын тамамлаған йәки гәзит-журналда эшләп ҡараған һәләтле генә кешеләр эшкә урынлашырға теләп килә башланы. Әммә, эстән генә ауыр һыҡрап, уларға журналыбыҙҙың башҡа баҫмаларҙан айырылып тороуын, беҙгә белгестәр кәрәклеген аңлатырға һәм баш тартырға тура килде. Сөнки, саҡ ҡына һөйләшкәндән һуң да, уларҙың театр, музыка сәнғәтен, һынлы сәнғәтте ябай кеше күҙлеге кимәленән саҡ ҡына өҫтөнөрәк аңлауын күрәһең. Ә ундай журналистар менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, профессиональ сәнғәткә арналған баҫма сығарып булмай…

Бында тағы бер проблема асыҡланды. Баҡһаң, республикабыҙҙа тота һалып профессиональ кимәлдә яҙырлыҡ музыка, театр, һынлы сәнғәт белгестәре бик аҙ икән. Ә булғандары араһында башҡортса яҙышҡандары бөтөнләй юҡ! Сөнки Өфө сәнғәт институты ара-тирә музыка белгестәре генә сығарһа, театр һәм һынлы сәнғәт белгестәрен бөтөнләй әҙерләмәй. Шунан ҡайҙан булһын беҙҙә профессиональ сәнғәт белгестәре, бигерәк тә уларҙың башҡортса белгәндәре? Башҡортса, тигәндән, кемдәр ҡабул ителә икән һуң институттың шул музыка белгесе әҙерләү бүлегенә? Баҡһаң, 1994 йылда бер башҡорт ҡабул ителгән, уныһы ла башҡортса белмәй.

Бына ошондай хәлдә «Нисек башҡорттоң профессиональ сәнғәтенә бағышланған башҡортса журнал сығарырға?» тигән ҡатмарлы һорау баҫты алға. Теләһәк-теләмәһәк тә журналға урыҫса яҙған белгестәрҙе ылыҡтырырға, аҙаҡ уларҙың мәҡәләләрен тәржемәләргә тура килде. Тимәк, журналдың төп маҡсаттарының береһе булып, уҡыусыларҙа сәнғәтте аңлау кимәлен үҫтереүҙән тыш, башҡорттар араһында ана шул профессиональ сәнғәт белгестәре үҫтереү һәм тәрбиәләү торасаҡ. Ошо йәһәттән беҙ сәнғәт институтында студенттар менән ижади аралаша башланыҡ.

Журналда драматургияға (уның да фәҡәт профессиональ театрҙа ҡуйылғандарын ғына) һәм танылған сәнғәт әһелдәребеҙҙең тормош юлына, ижадына бағышланған төплө күләмле тикшереү-мәҡәләләренә таянырға булдыҡ. Беҙ, шәхестәребеҙҙең юбилейҙарына бағышланған йәки улар хаҡындағы 5–10 битлек дежур материалдарҙан баш тартырға кәрәк, тигән фекергә килдек. Сөнки ундай мәҡәләлә шәхесте тулыһынса асып та, күрһәтеп тә булмай. Улар фәҡәт маҡтауға, ҡайһы саҡта дәлилһеҙ данлауға  ҡоролған. Икенсенән, ундай мәҡәләләр башҡа баҫмаларҙа ла тулып ята. Ә беҙ, әйтеүебеҙсә, ундай юлдан ситләшергә тейеш.

Тағы бер яңылыҡ индерҙек: сәнғәт әһелдәренә арналған күләмле мәҡәләләребеҙҙе “Тамаша” журналының айырым ҡушымтаһы итеп сығарыуҙы күҙ уңында тоттоҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында 1997 йылда был ҡушымтаның бер генә китабын сығарырға өлгөрҙөк. Ул Камил Вәлиевтың  “Үткән ғүмер – моңло йыр” исемле  мемуары  ине. Режиссерҙар Рафаэль Әйүпов, Лек Вәлиев хаҡында хәтирәләр китаптары һ.б. планлаштырылғайны. Әммә яңы мәҙәниәт министры был матур башланғысҡа ҡырҡа ҡаршы булды һәм туҡтатты. 

Әйтеүемсә, театр белгестәрен әҙерләүҙе Өфө сәнғәт институтында ойошторорға булдыҡ. Әммә “театровед” специальносына Мәскәүҙән лицензия алырға кәрәк. Ә уның өсөн факультетта театр фәне буйынса бер доктор, өс фән кандидаты булыуы мотлаҡ. Улары Өфөлә юҡ. Аптырағас, шундай хәйләгә барҙыҡ: Мәскәүҙән театр буйынса бер фән докторын, ике фән кандидатын сәнғәт институтына эшкә алдыҡ, шунан һуң ғына лицензия юллап, театр белгестәре әҙерләй башланыҡ.

Бөгөн мине “Тамаша”ның үҙ уҡыусыһын тапҡан популяр журнал булыуы ҡыуандыра.

Сибай сәнғәт училищеһын асыу

Ваҡытында ошо уҡыу йортон асыуҙың сәбәбен аңламаусылар, уға аяҡ салыусылар осраны. Шуға күрә, филиалды ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, ни өсөн Сибайҙа сәнғәт училищеһы асырға булғаныбыҙҙы ентекләберәк һөйләп үткем килә.

Был уҡыу йорто рәсми рәүештә 1997 йылда асылһа ла, быға әйҙәгән ваҡиғалар күпкә алданыраҡ башланды.

Мин 1992 йылда мәҙәниәт министры урынбаҫары ҡамытын кейгәс, шуға иғтибар иттем:  филармониялағы йырсыларҙың күбеһе ҡартайған, ә ир-ат юҡ иҫәбендә. Бер тапҡыр районда командировкала саҡта гастролдә йөрөгән филармонияның бер бригадаһын осраттым. Концерттарын ҡарарға булдым. Инһәм, бригадала гел ҡорһаҡлы пенсионер ирҙәр, ҡатындар йәштәргә оҡшатып бейегән, йырлаған була – ләкин пародияға оҡшап тора, осһоҙло мәрәкә сыға. Шул уҡ йылдарҙа Опера һәм балет театрының репертуарында ла бер генә башҡорт әҫәре юҡ икәнлеге күҙгә ташланды. Ҡазандың Опера һәм балет театры йыл да үҙенең сезонын “Муса Йәлил” операһы менән асып ебәрһә, беҙҙең театр үҙ репертуары менән рус һәм италия театрына оҡшап тора ине. Ә ул Башҡортостан театры исемен йөрөтә, Башҡортостан Республикаһы бюджеты иҫәбенә йәшәй.

Бындай хәл мине тамам ғәжәпләндерҙе, һәм мин филармония директорына һорау бирҙем:

– Ни өсөн филармонияла йәш йырсылар, егеттәр һирәк?

Директорҙың   яуабы шул булды:

– Беҙҙә йәш йырсыларҙы, бигерәк тә егеттәрҙе, әҙерләмәйҙәр.

Опера һәм балет театры директоры Радик Гәрәевтан һорайым:

– Ни өсөн репертуарығыҙҙа башҡортса әҫәрҙәр юҡ? Ниңә “Салауат Юлаев”ты ҡуймайһығыҙ? Әгәр сезонығыҙҙы милли әҫәр менән асып ебәрһәгеҙ, шәп булыр ине, – тим.

– Салауат арияһын башҡарырлыҡ йырсыбыҙ юҡ, – тине Радик Гәрәев.

Ирекһеҙҙән иғтибарымды Өфө сәнғәт училищеһының һәм Өфө сәнғәт институтының вокаль бүлектәренә йүнәлттем, унда кемдәр уҡығанлығын белештем, ҡабул итеү имтихандарына барып ултырҙым.

Һәм шул асыҡланды: училищеның да, институттың да вокаль бүлектәрендә башҡорт балалары бик аҙ уҡый, ә егеттәр бөтөнләй юҡ. Мин уҡытыусыларҙан һорайым:

– Ниңә улай?

– Башҡорттар уҡырға бөтөнләй килмәй, егеттәр – бигерәк тә, – тиҙәр.

1994 йылдың 1 сентябрь көнө Өфө сәнғәт институтының уҡыу йылы асылыу тантанаһында мин, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә дөйөм ҡағылып, вокаль бүлеге мөдире М. Ғ. Мортазинаға мөрәжәғәт иттем:

– Миләүшә Ғәлиевна, Салауат арияһын башҡарыусылар булмағанға, беҙ опера театрында “Салауат Юлаев”ты   ҡуя алмайбыҙ. Һеҙ йырсы башҡорт егеттәрен эҙләүгә нығыраҡ иғтибар итергә тейешһегеҙ.

Иртәгәһенә мине Президент аппараты етәксеһе булып эшләгән Салауат Хөрмәт улы Әминев   саҡыртып алды.

– Һин ниңә унда халыҡ алдында Мортазинаны тәнҡитләйһең? Һин бит уның тырнағына ла тормайһың! Ул – бөйөк педагог!

– Бөйөк педагог икәнлеген беләм, – тим, мин уға, Салауат арияһын башҡарырлыҡ егеттәр әҙерләргә кәрәк, тинем.

– Ул һинең эшең түгел! Ҡыҫылма! – тине Әминев.

Ни өсөн был минең, министрҙың сәнғәт буйынса урынбаҫарының, эше түгел икәнлеген аңламаным, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта, нисек итеп кисә генә әйтелгән һүҙемдең Президент аппаратына тиҙ арала барып етеүе лә ғәжәпләндергәйне. Аҙаҡ ҡына белдем: Мортазина үпкәһен Радик Гәрәевҡа әйткән, ә теге тиҙ генә С. Х. Әминевҡа алып барып еткергән. Мин уларға үпкәләмәнем. Башҡорт йырсылары әҙерләү менән ҡыҙыҡһынмаған, уның өсөн борсолмаған кешеләргә ни әйтәһең инде?

Шуға күрә мин, был һинең эшең түгел тиеүгә ҡарамай, башҡортса белгән, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған йәш йырсылар әҙерләүҙе һәм мөмкин тиклем тиҙерәк Опера һәм балет театрында “Салауат Юлаев”ты ҡуйҙырыуҙы үҙемә маҡсат итеп алдым. Был темаға йәнә Радик Гәрәев менән һөйләшеп ҡараным. Ул ”Салауат Юлаев” операһының ҡуйыуға ҡырҡа ҡаршы торҙо. Тәүҙә “Салауат Юлаев” операһының насар яҙылғанлығына һылтанды, аҙаҡ йәнә, Салауат арияһын йырларға йырсы юҡ, ти башланы. Башҡа сәбәптәр ҙә тапты. Ә ваҡытында Мәскәүҙе шаулатҡан “Сыңрау торна” балетын ҡуйыу өсөн балетмейстер юҡ, тип аҡланды. Шулай итеп, Опера һәм балет театры репертуарында һаман да бер генә лә башҡорт операһы ла, балеты ла юҡ көйө ҡала килде. Ошо сәбәпле Мәҙәниәт министрлығы менән Опера һәм балет театры директоры Радик Гәрәев араһында оло конфликт килеп тыуҙы. Бында Радиктың ауырый башлауы ла өҫтәлде: Гәрәевты эштән бушатырға тура килде.

Театрға килгән яңы директор Владимир Савельев менән беҙ репертуарға исмаһам бер башҡорт операһын һәм бер башҡорт балетын индереүҙе беренсе маҡсатыбыҙ итеп ҡуйҙыҡ һәм ошо йүнәлештә эш башланыҡ. Шул осор Ҡазанда Салауат арияһын башҡарырҙай тенор Хәмит Ишбулдин эшләгәнлеген ишетеп белдек тә уны Өфөгә килтерергә булдыҡ. Хәмит менән осрашҡас, ул үҙенең шартын әйтте:

– Әгәр миңә Өфөлә ике бүлмәле фатир, «Башҡортостандың халыҡ артисы»  исемен бирһәгеҙ, күсәм Өфөгә һәм Салауат партияһын йырлайым, – тине.

Ризалашырға тура килде.

Башҡорт балетын ҡуйғанда ла ошондайыраҡ ҡаршылыҡтарҙы үттек. Ни булһа ла шулай итеп, театрҙың репертуарына башҡорт операһы һәм балеты индереүгә өлгәштек. Әммә театрҙа урыҫ администраторҙары эшләй ине, улар ҙа башҡорт әҫәрҙәрен яратып еткермәй һәм тамашасы  йыймай. Йыш ҡына спектаклдәр ярым буш залда үтә. “Ни өсөн тамашасы юҡ?” – тигән һорауға: “Телде аңламайҙар”, – тип яуап бирәләр, ә шул уҡ ваҡытта итальян, немец телендә барған операларға халыҡ шығрым тултырыла. Был йүнәлештә лә күп кенә эшләргә тура килде.

Ярай, театрҙың репертуарына башҡорт әҫәрҙәрен ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла индерҙек. Ләкин иң ауыр эште икенсе йүнәлештә башҡараһы бар ине әле. Филармония өсөн дә, опера театры өсөн дә йәш башҡорт йырсылары – егеттәр әҙерләргә тотонорға кәрәк ине.