Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Гөлсөм Мостафина

Елмерҙәк тотҡоно

Мажаралы бәйән

Сара

– Һуғыш йыра-а-ҡ. Атайым һөйләүенсә, ул теге ярман һуғышында Киевҡа саҡлы ғына ла өс аҙна барған. Аръяғына, ил сигенә тиклем тағы нисәмә көн шарпылдарға? Э-э-й, дошман килеп еткәнсе әле? Кем уларға яҡшы юл әҙерләп ҡуйған бында. Йүшәр яуындарҙың башланыуы ғына көс, батҡаҡҡа батыра ул ниместе...

Сара, күҙҙәрен айыра алмай, ирен тыңлай. Ә ул ир баһаһын төшөрмәй, ышаныслы итеп, ашыҡмай ғына һөйләй, һурпаһын болғатып ала ла китек ҡалағын һаҡ ҡына ауыҙына илтеп бушата. Шунан тәмле аштан ҡәнәғәт кикереп, йырылған ауыҙын шапылдатып ара-тирә ҡатынына күтәрелеп ҡарап ҡуя. Ғөмүмән, риза ул тормошонан, тулыһынса риза! Ауылда, бисәнән уңдың, тип бушҡа әйтмәйҙәр уға барыһы ла. Бәс, шулай тимәй! Юҡ нәмәләре юҡ таһа. Артынан лыҡа тулы килгән һандыҡлы ҡатын бығаса кемгә тәтегән дә, кем ундайҙы күргән? Сынаяҡ тиһеңме, буйтым сепрәк-сапраҡ... Тимер карауаттарының башында көмөш ялатылған көҙгө һымаҡ ялтырап торған, тауыҡ йомортҡаһындай тимер шарҙары бар хатта. Ә ауылда, ҡалтанлап торған ҡаҡ һикенән башҡа, кемдең бындай ҡаралтыһы бар? Күҙгә күренерлек һауыт-һабаны ҡуя торған кәштәнән ҡала, ҡаҡ маңлайыңды бәреп ярырлыҡ кейем урҙаһы, һирәктәрҙә генә – һуғылған балаҫ... Төн етһә, кейеҙ түшәп, барыһы ла шунда йоҡларға тәгәрәшә. Иртән әрмәк түшәлә: ашау урыны ла, бала-сағаға уйын ҡороу ҙа шунда.

Сара иренең уңған булыуына ҡыуана. Ҡыуанырлыҡ та шул. Ал бирмәҫ, маҡтаулы эшсе уның ире. Башҡалар кеүек стансалағы парауыздай уфылдап төтөнгә сәсәп ултырмағас, аҡсаны ла көрәп ала. 1 Майға ҡаршы «Металлург өсөн» гәзитенә һүрәтен баҫып сығарҙылар. Былтыр бүләк итеп алтын ялатылған балта бирҙеләр хатта.

Хан ҡыҙын алды, тип көнләшә унан ауыл халҡы. Хан ҡыҙымы, түгелме, ир тапҡанды тота белергә лә кәрәк. Сара быны яҡшы аңлай. Тинен тингә ҡушып, үҙе йыйнаштырмаһа, нисек итеп баҙарға барыр инеләр ҙә шул тиклем әйбер йөкләп ҡайтыр инеләр? Шуны күреп, Сара хаҡында «донъя күргән, йышылған бисә» тигән һүҙ йөрөй кеше араһында.

Ниңә ҡыуанмаһын, ти? Бала тыумаҫ элек тип, бер йәй эсендә бурап, алты мөйөшлө өй күтәреп сыҡтылар бит. Урыҫтыҡы ары торһон. Һыуыҡ төшөүгә оло мейес сығартып, мөрйәһенән урғылған ҡуйы төтөнгә лә сикһеҙ шатландылар. Мейес сығарған оҫта урыҫ ҡына, эшен бөткәс тә ҡайтмай ятып эсеп, шатлыҡтарын «яңырта» яҙып ҡуйҙы шулай ҙа.

Һуғышҡа алманылар Сараның ирен, өс кеше нурмыһын бер үҙе үтәүен күреп, бронь бирҙеләр. Ул ҡырҡҡан әрҙәнә, күмер булып, ҡорос ҡойоуға китә. Ҡоростан яһалған ҡорал менән туҡмайҙар ҙаһа ниместе. Тимәк, ул балта тотоп та дошманға ҡаршы насар һуғышмай.

– Йыраҡ тиһәң дә, ул һуғышты... Кем белә бит? Мине лә алып китеүҙәре бар, – тип дауам итә ир тыныс ҡына. Сара, уны бүлдермәһен тип, мыжый башлаған бала ауыҙына имсәген ҡаптыра һала.    

– Бесәнгә төшә башлағансы әсәйеңә ҡайтып килһәң, яҡшы булыр ине, ә? Малайҙы күргәне лә юҡ бит әле. Йә, ниңә өндәшмәйһең?

– Һыйырҙы һауып, мал-тыуарҙы һинекеләр ҡарап тора алһа?..

– Көндәр ҡоро торғанда, йыҡҡан ағасты сығарып өлгөртөргә кәрәк. Уның нимәһен һөйләп тораһың, артелдә ете генә кеше ҡалды тип, парторг Хәлилов бөгөн диләнкәгә йыйылыш үткәрергә килгәйне, тағы план өҫтәгәндәр... Уны кем менән үтәргә лә белмәйбеҙ, шуға күрә  ҡапылғара мине лә фрунтҡа алып китә һалмаҫтар, ти. Көҙ еткәнсе һуғыш бөтмәһә, ҡарт-ҡоро менән билдәре ҡатмаған шыйыҡ малай-шалайға ҡалыр микән көнөбөҙ? Ҡылысын һөйрәп ҡыш та килер. Нисек итеп уларҙы бил быуарынан ҡар кистермәк? Бисә-һәсәгә барып терәлә инде бар ышаныс. Ә ҡыуғынға кемде төшөрөрбөҙ?

Шым ултырған Сараһынан кәңәш алмаҫын белһә лә һөйләне ире быларҙы. Дөрөҫөрәге, һөйләнә-һөйләнә ирҙәр генә хәл итә ала торған мәсьәләләр тураһында бисәһенә лә ишеттереп уйланы.

Сара үҙ урынын белә. Мыйыҡ бороп һөйләшә торған ерҙә бер ҡасан да ауыҙ күтәреп һүҙ әйтмәҫ. Елкә ҡашып та аҡыл бирә алмай. Сара ла күберәген баштан ашҡан үҙ мәшәҡәттәрен ҡайғыртыуҙы хуп күрә. Бисәләрҙең хәсрәте былай ҙа етерлек. Әле ире, барып ҡайт, тип әйтеп тә бөтмәне, ул күңеленән юлға йыйына ла башланы. Бүләккә нимә алырға? Юлсыға янсыҡ та ауыр. Йыуаса-фәлән тиһәң дә, ауырлыҡ бер иңгә ятасаҡ. Юлға бер нисә көнлөк аҙыҡ кәрәк. Көс еткеһеҙ, тумажнай малайын тау-таш араһынан йөҙ саҡрымдай араға нисек күтәреп барыр? Беләк кенәләре һау була күрһен.

Бармаҫ ине, әсәһен дә һағынған, ире үҙен оҙатып алып ҡайтҡаны бирле күрмәгән бит. Ҡустыһының ун һигеҙе тулып килә. Ул китә-нитә ҡалһа, күрмәй ҡалыуы бар. Һуғыш йыраҡ, тиеү менәнме.

– Һинеңә өндәшәм бит, ниңә шымыйҙың? Закун һуғыштағы кеүек ҡаты, тим. Минеңә ышанып ятма, эштән барыбер ебәрмәҫтәр. Шуға күрә бесән сабыу ҙа һинең өҫтә. Әсәйеңә күрһәтеп ҡайтҡас та, малайҙы имсәк ташлатырһың. Бесәндә һеңлекәштәр ҡарашыр. Артыңдан аҙ-маҙ тырма тотоп йөрөргә лә ишкенерҙәр әле.

– Ярай, ҡушҡасың, иртүк сығырмын, Хоҙайға тапшырып. Минеңә әллә ни йыйынып тораһы түгел. Иҫән-һау барып етһәм, ҡайтыу яғына, үгәй булһа ла, атай бар. Ҡуй, тимәҫ әле, ат менән килтереп ташлар.

– Баланы һелкетеп йонсотма, йомшаҡ баҫып атла! Үҙең дә бик арымаҫһың, шулай итһәң.

Бесәнлеккә сығып йоҡларға йыйынған ир, иртән ҡатынының сәфәр китәсәген иҫенә төшөрөпмө, кирелеп-һуҙылды ла уның түшәгендә ҡалырға булды...

***

Иртүк һыйыр һауырға йыйынған Сара арбаларын шатыр-шотор һөйрәп кисеүгә төшөп барған аттарҙы күрҙе. Тәҙрәнән. Арбанан ҡалмаҫҡа, диләнкәгә китеүселәр йүгерекләй. Ҡулындағы сабыйы менән ул да ҡабаланған хәләле менән хушлашты. Йоҡоһонан уянмаған малайының яланғас тояҡтарын, биттәрен һыйпап, бары тик:

– Бөтәһенә лә минән күп сәләм, улымды һаҡла! Башҡаларҙан ҡалмайым, – тип ире лә ашығып сығып йүгерҙе.

Ос үртәгәндә кейеменә һеңгән әсе төтөн менән сайыр еҫе генә ҡалды унан. Инйәр өҫтөнә төшкән иртәнге ҡуйы томан урмансыларҙы һалҡын ҡуйынына алып,  күҙҙән йәшерҙе…

Юлға сығам тип Сараға әллә ни йыйынаһы ла түгел – бөтә нәмәһе өҫтөндә. Ауырлыҡ итеп ашарға ла артығын алмаҫ. Арып, бик тә хәле бөтә башлаһа, йөрәгенә ял бирерлек ылашта ыҫлап киптергән ҡорото бар. Уны сәйнәп йотмай, һурып барһаң да һыуһын ҡана, асыҡтыра һалып та бармай. Ҡайын туҙынан майҙа ҡайнатылған һағыҙ алырға була. Тамаҡ сылатырлыҡ та һыу табалмаһаң, шуны сәйнәп, уртҡа дым йыйырға була, тик төкөрмә генә. Әлбиттә, һыуға манып ашарлыҡ күмәсһеҙ сығып булмай оҙон юлға. Әсәһенә бүләккә матур кишәмир шәле бар. Әхирәттәренә, үҙенә лә кеше араһына  сығырлыҡ сәскәле яулыҡтар алыр. Шуларҙы төйөнсөкләгәс, бисмилла әйтеп, юлға сығыр.

Ирен оҙатҡас, малайын имеҙгәс,  муйыны аша бәйләгән шәленә һалып, уны ҡуйынына ҡыҫты ла  урамға сыҡты. Күршеһен күреп, кәртә аша ғына унан донъяларына күҙ-ҡолаҡ булыуын  үтенде, шунан мөгөҙө менән ҡапҡаны тызып торған кәзәһен индерҙе. Юл ыңғай, мин юҡта һыйырҙы һауып эсегеҙ, тип ҡәйнәһен иҫкәрткәс, тиҙ-тиҙ атлап алыҫта күренеп ятҡан зәңгәр тауҙар яғына ашыҡты. Әйтерһең дә, уға кәртә артына бара һалып әйләнергә...

Муйынына бауланған балаһы булмаһа, аҙна тигәндә кире ҡайтып та инер ине, бәлки. Әсәһе менән ҡустыһы йәшәгән ялан яҡтарына был урмандар аша оло юл юҡ шул. Ауылдар ҙа бер береһенә терәлеп ултырмай. Ҡара урмандар шомло, ҡош-ҡорт хәүефле яңғыҙ юлсыға.

Ни хәл итмәк, маңлайға яҙылғандың шатлығымы, әллә хәсрәтеме күберәк икәнен белмәгәс. Тамсылап, бөртөкләп татып ҡарамайынса, яҙылғандан ялтанып бер кем дә ҡала алмаған әлегә.

Юлға сыҡҡан көндө малайын күтәреп барыу еңел булмаһа ла, ул ирәбе атланы. Балаһын йыш-йыш имеҙгеләп барҙы, имсәк осонан тамған һөтө түшен лыпылдатып мәшәҡәтләне. Сара үҙе лә өләсәһенән өйрәнеп белгән төрлө емеш-еләк, үләндәр менән, көлсә һындырып, тау шишмәләренә манып тамаҡ ялғаны. Доғалар уҡып, Тәғәләһенән ярҙам һораны. Өләсәһенең, «урманда эйелеп алырға иренгән тома наҙан кеше генә асығыуы мөмкин» тигәнен, ниндәй үҫемлектәрҙе ашарға, ниндәйҙәре менән дауаланырға икәнен хәтеренә төшөрҙө. Һуғыш ваҡыты бит, ҡаршыға осраған юлаусы-фәлән юҡ, ул барған яҡҡа иптәш булып атларлыҡтары ла тап килмәне. Күҙҙәрен тондороп, бер үҙенә алға ҡарап аҙым һанарға ҡушылған... уныңа.

Юлда беренсе эңер төшөрөүгә, талсыҡҡан юлаусы Елмерҙәк итәгендәге ташландыҡ ултырышҡа етте. Серегән бүрәнәләре нигеҙенә тиклем ҡойолоп төшкән бурамалар – ҡасандыр хәлле кешеләр йәйләп ятҡанға ишара. Әрсемә йүкә ҡабығын ҡыҫып эшләгән аласыҡтар булғанлығы ла һиҙелә. Эркет ҡайнатып, ҡорот ыҫлағандарҙыр аласыҡта, кемдәрҙер айран туғып мөрхәтһенһә, кемдәренеңдер ҡымыҙ бешеүҙәре лә шикһеҙ. Мал ҡараусылар, көтөүселәр ҙә йәйге аласыҡтарҙа көн күргән, әлбиттә. Был – ҡасандыр хөр йәшәгән ҡатай башҡорттары көнкүрешенең онотторолған бер өлөшө генә. Шулай ҙа, артелгә көсләп индереүгә  риза булмайынса, совет органдары үткәргән башҡа золомдарҙан да ҡасып, бер нисә ғаилә йәшәп ята икән әле булһа.

Йоҡлап сығырлыҡ урын эҙләп йөрөгәнендә, ергә һеңеп бөткән аласыҡ кеүек өйҙә, һикелә ултырған аяҡһыҙ бабай сәләмләп ҡаршыланы уны:

– Иҫәннек-һаулыҡмы, ҡыҙым! Ҡайһы тарафларға юл тотоу?

– Тирәкле яғына, әсәйемде күреп ҡайтырға китеп барыш. Төнәрлек урын эҙләйем.

– Урын йәл түгел тә ул, сабыйыңты ҡурҡытам. Бөрсә, ҡантала күп беҙҙә. Мине талап туйып бөтһәләр ҙә, ҡотолор әмәл юҡ уларҙан. Ят кешегә ней, ас бет кеүек бит улар. Ҡарсығымтың завутҡа барып ҡайтам, тип киткәненә өс көн, һаман юҡ. Бер-бер хәлгә тарып ҡуймаһа ярар ине, тим. Заманы шулай. Беҙ бер ҡайҙа ла ысшутта тормайбыҙ бит, ҡасып килгәс. Анау, күрше ҡатын ас итмәй әлтә лә, әҙерәк булһа ла көн һайын кәзә һөтө интереп бирә. Шуның менән үҙәк ялғап торам инте, ҡарсыҡ ҡайтып кергәнсе. Һин тә асыҡҡанһыңтыр, ҡыҙым? Соланҡа сыҡһаң, урҙала элеүле арыш оно бар, аҙ булһа ла. Усаҡтағы ҡуҙҙы өргөләп, шунта боламыҡ әтмәләһәң, арыу булыр ине, икебеҙгә лә. Шишмә өй артынта ғына, ҡула тотоп, шунта сығып кил һыуға. Шунта һөйәүле торған һайғауларҙан соланҡа урын рәтләп ятырһың, ҡараңҡы төшкәс. Әлегә йылынып мейес янынта ултырһағыҙ ҙа була. Таңҡараҡ кереп, тағы йылынырһың. Хәтәйә, йылы төнтө кем өшөһөн инте.

Көлсәгә ҡушып арпа ашап туйғас, Сара аяҡһыҙ бабайға доға уҡып, һаулыҡ теләп, сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Ә ул, доға ҡылғас, тағы һүҙ башланы:

– Донъяла ни хәлләр бар, һуғыш яҡларынан нимәләр ишетелә? Беҙ, ҡыҙым, донъя хәлен ипләп белмәйбеҙ.

– Мин дә, бабаҡай, һеҙҙән артыҡ белмәйемдер ул. Һау ирҙәр барыһы ла китеп бөттө. Кем менән бесән эшләргә белмәй баш ҡатырабыҙ.

– Беренсе ярман һуғышынтағы беҙҙең кеүек, ҡаты һуғышалар инте. Нисә ҡат алтылар әле кешене?

– Ике рәт йыйғайнылар, бала-саға менән ҡарт-ҡоронан башҡа, ауылда бер кем ҡалманы. Поселок-заводтан өс тапҡыр, тип ишетелде. Унан хатта мәрйә ҡыҙҙары ла духтырға уҡырға китәләр  Өфөгә. Уҡып бөткәс, һуғышҡа ебәрәләр ти, уларҙы ла.

– Урыҫ марьяларын беҙҙең бисәләр менән сағыштырып булмай инте ул. Сая ла, ҡыян та улар, ҡурҡыуҙы бар тип тә белмәйләр. Мосолман ҡыҙлары нимә, тел белмәүләре етмәй, оялсаннар ишшыу. Акуп эргәһентә бер кем тә әбрәкәй эшләп ҡуймай унта. Ирҙәр һымаҡ, аяҡ өҫтө саптырып йөрөһөнмө ни улар?  Оло хәжәт кәрәк булһа? Тфу, бисәләр эше түгел  ул һуғыш, өсләтә марья булһалар ҙа. Ярман һуғышынта туйҙым инте мин  акупларынта. Күп күрелте. Снәрәт ярсығы аяғымты өҙөп ырғытҡас, мине елкәһенә һалып һөйрәп сығарған марья тере микән әленте? Өңөнтәге айыу һымаҡ айлар буйы акупта бет һимертеп ятҡан мужикты һөрәтергә, ай-һа-ай, ниндәй көс кәрәк ул бисәләргә. Нимә генә күреп ҡайтмай һуғыштан матур ҡыҙлар, боҙолоп. Ҡуй инте!.. – Шунан бабай топ-тойоҡтан икенсе хәбәргә күсеп, Сараға текләне: – Ҡара, ҡара, бигерәк һылыу икәнһең тәһә? Әсәң һине күҙ тейҙермәй, төрлө ауырыуларҙан һаҡлап үҫтергәнкә оҡшай. «Матур ҡатыннар күрһәм, йөрәгем ҡылт-ҡылт итә», – тип әйтә икән айыу ҙа. Яхыя күреп ҡалып, эләктермәһә ярай ҙа үҙеңте. Ҡайҙалыр Елмерҙәк тирәһентә һуғыштан ҡасып йөрөй, тейләр. Һаҡ бул! Ҡуйыныңта имсәк балаң бар, тип ҡарап тормаҫ, иманһыҙ.

Бабайҙың яман хәбәрен ишетеп, йоҡо ҡайғыһы осто Саранан. Ағас аяғын үҙе ынтылып алырлыҡ ергә генә һөйәп ҡуйған бабайҙың үҙе тураһында ла ни уйларға белмәҫһең? Ә ул, мәңге бәхет күрмәгер, ҡурҡыныс Яхъяһын уйлап сығарҙы әллә ҡайҙан. Шулай ҙа әҙерәк серем иткәс, ни булһа ла булыр тип, урынынан да ҡыбырламай таң аттырған бабай менән йәһәтләп сәй эсте лә иртүк  юлға сыҡты.

Ҡуҙғалғанда артына боролоп ҡараһа ла, ниндәйҙер көс уға кире әйләнмәй атларлыҡ ҡыйыулыҡ бирҙе...

Яхъя

Яхъяның йорт төҙөүе оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Ҡарлы-буранлы ҡыш килер ҙә етер... Түбә таҡтаһы урынына һайғауҙар әрсеп һалғас, һыу ятҡырмаҫлыҡ ер өйөп, түбәһенә муйыл килтереп ултыртты. Стена һайғауҙарын да, түбәнекен дә ер менән күммәҫ элек шыршы ылыҫы ташып екләне. Шулай итһәң, сысҡан эйәләмәй, йыландар ҙа урап үтә. Ҡар, ямғыр һыуҙары үтмәҫлек итеп мәте һыланған ҡатламды тышын ер төйөп тығыҙланы. «Өң»өн ҡаҙғанда ыуалтмай ғына ситкә һалған кәҫтәрен  кире урындарына теҙҙе. Усаҡтан сыҡҡан төтөн һауаға күтәрелмәһен өсөн,  йәтеш урын эҙләп табыуы ла шәп булды. Ҡыҫҡаһы – тулы маскировка... Шулай итмәйенсә лә ярамай. Бында күпме йәшәрен дә теүәл генә тоҫмалламай. Киләһе йыл тағы ла бер нисә шундай торлаҡ эшләп ҡуйырға кәрәк булыр, тип тә уйлай. Донъя хәлен белмәк юҡ. Мохтажлыҡ тыуа ҡалһа, эҙ яҙҙырып, тиҙ генә күсеп йөрөрлөк булһын, тигән уйҙа Яхъя. Дөрөҫөн әйткәндә, ул төҙөгән ҡоролма өң дә, землянка ла түгел, бәлки, һуғыш бынан алыҫ булһа ла, блиндаж тип атарға мөмкин.

Тик был өңдө һуғыштан ҡурҡып, йәшенеп ятыр өсөн төҙөмәне ул. Туҡтауһыҙ һуғыш сығарып торған кешелек йәмғиәтенән ваз кисеп, күңел азатлығын юғалтыуҙан ҡурҡты, йәмғиәттән алыҫыраҡ булыу өсөн төҙөнө. Шул ҡылығы өсөн тәбиғәттән миһырбанлыҡ көтөүсө ҡасҡын һунарсы, ҡасан да булһа үҙенә Хызыр Ильяс бирәсәк хаҡлы һорауға яуап тотор көн етеүен белеп, ошонда йәшәү өсөн төҙөнө.

Уйҙары күп. Эшләр эштәре унан да былайыраҡ. Беттән таланып ятмаҫ өсөн, мунса кеүек нәмә төрәкәләп өлгөртөргә кәрәк. Оҙон ҡыштың килеп еткәнен көтмәй, аҙыҡ һаҡлағыс эшләргә. Сырхаулап китһә, ҡайнатып эсерлек урман тулы дарыуҙы ла үҙенән башҡа бер кем йыйып  киптермәҫ.

Өйөр ҡанундарына буйһонмай айырылып сыҡҡан йыртҡыс та түгел ул. Кеше! Шулай булғас, Алланың биргән көнө бөткәнсе йәнен һаҡлау өсөн, тәбиғәт ҡанундары менән килешеп йәшәмәй сараһы юҡ...

Яхъя  кешеләр менән асыҡтан-асыҡ бер ҡасан да бәрелешмәне, хатта тәмһеҙләшкәне лә булманы. Ләкин улар менән килешә лә алманы. Бәләкәйҙән һунарсы атаһына эйәреп урманда йөрөп үҫеүе сәбәп булды уның ҡырыҫлығына. Ғәрәпсәнән латинсаға, шунан башҡортса тип урыҫ яҙыуына күсереп ялҡыта башлағастары, мәктәпте лә ташлап ҡуйҙы. Бер кем, бер ни өндәшмәне. Ә «урман яҙыуы»н ул танып ҡына түгел, биш бармағылай яҡшы белә. Урманда ғына ул үҙен тулыһынса азат тоя, урманда уны бер кем ихтиярһыҙламай. Ә тегендә, кешеләр араһында, һәр саҡ кемдер кемгә  ниҙер бурыслы: теләһәң-теләмәһәң дә колхозға кер, йә артелгә; һуғышҡа барып кеше үлтер ҙә, тере ҡайталһаң, балалар үҫтер һәм башҡа үҙең теләмәгән көсләп тағылған нәмәләр. Быға тиклем түҙҙе ул барыһына ла. Ләкин һуңғы ҡайтҡанында әсәһенең уны ҡәһәрләп мыжыуы шул түҙемдең шартлауына сәбәпсе булды:

– Биғылый (әсәһе «ҡасҡын» мәғәнәһен шулай әйтә), биғылый атайың алдатты мине! – тип нимә тураһында һүҙ барғанын аңламаған улына сәрелдеге сыҡты. – Өйләнһәң, һине армияға алмайҙар, тип алдатып китте... биғылый. Хәҙер һуғыш? Яңғыҙ ҡалһам, кем ҡарай мине, ҡарт киҫкәне? Ололары йүргәктән дә сыҡмай үлеп бөттөләр ҡыҙылсанан. Хатын килтереп китһәң, балаһы ишкенеп торор ине, тим, ҡайтыуыңа...

– Эйе ләһә, хәҙер! Урам буйына сығам да кәләш эйәртеп килтерәмме? Нимә булғанын аңлат башта, әсәй!

– Мә, шатлан! Армияға тип бавис биреп киттеләр. Алданы мине биғылый атайың. Бер аяғым менән гүргә кереп барғанда кемгә ҡалдырып китәһең мине, ишкенмәгән? Атайың ғошап һин дә биғылый! Торғаны бер йүнһеҙ булһаң да. Ир булырҙай ир ярты ғүмерен халастуйға үткәрәме? – Шымышып киткән улы тынын да сығармай үҙен тыңлай, тип уйлаған әбей, оторо ҡыҙып, кәмселектәрен күрмәй, яҡшы яҡтарына ғына һуҡтырып, иргә сығалмай ултырған ҡыҙҙарҙы, ирҙән ҡалған ҡатындарҙы, сатанын да, быжырын да ҡалдырмай, ауылдың осонан осонаса һанап бөттө...

– Бөгөндән берәйен алып ҡайт! Ана, түбән яҡтағы Ғәйниәгә бар, ат һымаҡ здарауай, һыйырын етәкләп бөгөндән барам, тип әйтә, ти, алыусы булһа. Анау Заһита ла бына тигән, түлке әсәһе ҡараусыһыҙ ҡала, минең һымаҡ. Самсикамал өй аша ғына йәшәй ҙәһа, күҙең сыҡҡыры, иҫ! Һайланып, һандыҡ тулы әйбер менән тороп ҡалды, кешенең һуғышҡа китеп бөткәнен көтөп...

Хыялыйланып барған әсә үҙен тыңламай, атаһының сәкмәне менән үҙенең кейемдәрен киндер тоҡҡа тултырып йөрөгән улына барып йәбеште. Күреп ҡалғас, түҙә алмайынса, Яхъя тоҡто яуырыны аша һалды. Әсәһе йәбешкән ҡулын еңелсә һелкеп, ишек тотҡаһына үрелде. Арт ҡапҡанан урман яғына сығып барғанында ла әсәһе, ике ҡулын алға һоноп, тубыҡланған килеш уны ҡарғауҙан туҡтаманы:

– Кире борол, кемгә ташлайһың мине, биғылый! Сәсрәп киткер, кире ҡайтмаһаң, урманыңда дөмөгөп ят, әсәң ҡарғышы тороп ҡалыр тиһеңме артыңдан?

Урман ауыҙына еткәнсе яңғыраған ҡарғышҡа бик иғтибар ҙа итмәне Яхъя. Әсәһен йәлләү тойғоһон кисермәгән кеүек, уға ҡарата сәбәбен белеп бөтмәгән үҙенең аяуһыҙлығына үкенеү ҙә тойманы.

Тыуған өйөн алыштырып, күңеленә урман яҡыная барған һайын, уның йәшәү рәүеше лә ҡырағайлана барҙы...

...Бөгөн ул, бар эшен ҡалдырып, бер көндә урап сығырлыҡ ерҙәрҙе тикшереп ҡайтып килә ине. Уйламағанда аяҙ күкте болот баҫып, ҡойма ямғыр башланды. Туҡтауһыҙ дөбөрләгән йәшенгә ер һелкенеп торҙо хатта. Сәй ҡайнатып ял иткән еренән алыҫ китеп өлгөрмәһә лә, кире боролоп тормай, ҡарағай төбөнә һыйынды. Унда ла һыу үтә башлағас, яҡындағы ялбыр имән аҫтына күсергә ынтылып та өлгөрмәне, баш осонда ҡолаҡ тондорғос шартлау гөрһөлдәне. Күҙҙәре алдынан һуҙылып үткән оҙон утлы бау уны имән төбөнә салҡан һалды. Тотош ут ҡапҡан күк көмбәҙе Яхъяның өҫтөнә ишелеп килгәндәй тойолдо. Иҫенә килеп, аяҡтарына баҫыуға, ҡарт ҡарағайҙан күккә олғашҡан ялҡын да юҡ булды. Әле генә утлы ҡылыстарын уйнатып, ер йөҙөн юҡ итергә йыйынған ғәрәсәт, үҙе тоҡандырған ут көлтәһен ҡайҙандыр һоҫоп алған һыуын бөркөп, юҡҡа сығарҙы.

Һиҙҙермәй килгән ямғырҙың үтеп киткәне лә һиҙелмәне. «Әсәйемдең ҡарғышынан нимә араланы икән мине?» Ҡурҡышынан ҡалтыранған Яхъяның күҙҙәренә аңлашылмаған нәмә күренеп, тағы ла ҡотон алды... Төрлө ғөрәфәттәргә ышанып бармаһа ла, был хәл уны, әсә ҡарғышы ҡалдырмай, тигәндәре ысын, ахрыһы, тип уйларға мәжбүр итте.

***

Юлға сығыуының өсөнсө көнөн һанап, менеп етһәм, күк төбөнә ҡәҙәр ҡул һуҙымылай ғына ҡала, тип килә торғас, ниһайәт, Елмерҙәк һыртына ла артылды Сара. Һыртҡа менеп етеүенә баш осондағы күк зәп-зәңгәр булып, бөтөнләй төпһөҙгә әйләнде. Артта, аҙым һайын алыҫая барған Ямантауҙың түбәһендә генә, аяҙ күктең саңырты аша бүрек шайы болот киҫәге аҫылынып торғандай.

Тигеҙ, йәйрәп ятҡан болонло киң һырттың уртаһына еткәс, юл икегә айырыла. Олоһо – үҙәк буйына, икенсеһе – йәйәүлеләр, һыбайлылар йөрөгән тура юлдыр, моғайын. Бейек һырт булһа ла, юл айырмаһында урғылып шишмә сыға. Шишмә янына аҫҡаҡ ҡағылған. Һыу һибеп һүндерелгән торомбаш, көл-күмер ҡалдыҡтары, әйтәгүр, юлаусылар туҡтап, тамаҡ ялғап китә бында. Эйелеп кенә усына һыу алып, ирендәрен сылатҡас, Сара  битен сайҡатты ла йыш аҙымдар менән юлын дауам итте. Ни булһа ла, һырттың аръяғына сығып, туғайға төшөп туҡтарға. Һо-ой, Елмерҙәк армыттарын  менә лә төшә, менә лә төшә. Бер аҙ ял итеп, тағы ныҡ ҡына атлаһа, иртәгә төнләтеп булһа ла ауылына етеренә өмөтө уянды, зәңгәрләнеп алыҫта ятҡан таныш тауҙар һыны төҫмөрләнгәс. Һырттың иң текәһен артта ҡалдырғас, ул ҡуйы ботаҡлы кәкре ҡайын аҫтына кереп сүгәләне. Ләкин көтөлмәгән ҡунаҡҡа шунда уҡ айыу ҡырмыҫҡалары һөжүм итте. Хаяһыҙ ҡыҙҙырған ҡояштан ышыҡларлыҡ йәш сауҡа аҫтына күсеүҙән башҡа юл ҡалманы уға. Ваҡыт та ашыҡтыра, арыуҙан хәле лә мөшкөлләнгәйне.

Быға ҡәҙәр мыжымай шым ғына килгән малай төш ауыуға тулай, маҙаһыҙлай башлағайны. «Асыҡтың инде, бәләкәсем! Имсәккә һөт төшөрөрлөк ризыҡ ҡалманы шул. Иртәгәгә тигән бер һыныҡ көлсә генә... Бөгөн иҫән-һау төн үткәрһәк, тағы бер көн атларлыҡ ҡалған юлға сығырбыҙ, Алла бирһә. Уҙған ике төндө нисек тә кешеләр янында үткәрҙек, бәхеткә. «Был тау-таш, ҡара урман араһында ауыл йә тере йән һаҡланған утар барлығын ишеткәнем дә юҡ, ярҙамыңдан айырма, Хоҙайым!» Сара баянан бирле сәйнәп-сәйнәп тә тамағына бармай ыҙалатҡан, киндер кеүек ҡатып һуты ҡалмаған ҡымыҙлыҡты төкөрҙө. Үләндәр бешеп, ана-бына бесән башланырға торған саҡта өҙөп ҡабырлыҡ нимә ҡалһын инде урманда? Монар көпшәһе, балтырғаны ла сәскәһен ҡойоп, ҡатып бөткән. Юл ситтәрендә, исмаһам, турғай сүпләрлек тә еләк юҡ. Ул, һурып тартҡылауҙан өҙөлөп төшөрҙәй булып һыҙлаған буш имсәгенән айырып, балаһын ағас төбөнә йәтешләп һалды ла йүргәген тағатып елләтергә элде. Биләүҙән ҡотолоп, ҡоро шәл өҫтөндә рәхәтләнгән сабый асығыуын онотоп, тыпырсына-тыпырсына, бәләкәй ҡулдарын йоҙроҡлап үҙе генә белгән телдә әсәһенә ҡарап һөйләнергә тотондо: «Ығы-ғы-ғы, ығы-ғы-ығы!»

Улын алдына алып иркәләтә торғас ойоп киткән Сара ҡапыл һыуыҡ ел иҫеүенә һиҫкәнеп уянһа, бәй, урман эсе ҡап-ҡараңғы. Әле генә салт аяҙ булған күктә, шайтан таяғын тығып болғатҡан кеүек, ялбыр болоттар зыр әйләнә. Был күренештән ҡото алынып, байраҡ булып ботаҡта елберҙәгән йүргәкте алып,  сабыйын төрә һалды. Уңарса бар донъяны көпә-көндөҙ ҡараңғылыҡҡа сумырған болот араһынан ут салғыйы күренде. Ер өҫтөнә күҙ сағылдырғыс яҡтылыҡ һибелде. Елмерҙәк һыртынан буш мискә тәгәрәткән кеүек тауыштар ишетелде. Уныһы тымып өлгөрмәне, күктә уйнаған утлы сыбыртҡы осо яҡында үҫкән меңйәшәр ҡарағас башына ҡунып шартланы. Шартлауҙан тонған ҡолаҡтары асылып, зиһене яңырған әсә балаһын күкрәгенә ҡыҫты.

Әсә инстинкты, тирә-яҡҡа ут бөрккән шайтан уйынын күтәрә алмай, күк көмбәҙе өҫтөнә ишелергә торғанда ла бар көсөн тик балаһын һаҡлап ҡалыуға ғына тупланы. Ямғыр ҡойоп яуа башлағас, баланы алып, тиҙ генә тәүҙәге ҡайын аҫтына күсте. Был ваҡытҡа  дауыл килерен белгән бөжәктәр ҙә йәшенеп бөткән. Сара йүргәк өҫтөнән шәлгә урап һалған сабыйына  бишмәтен сисеп япты. Тирә-яғына ҡаранып башҡа нәмә тапмағас, күлдәксән кәүҙәһе менән балаһын ҡапланы. Ағас япраҡтары сатыр булыуҙан туҡтап, йылға булып өҫтөнә һалҡын ямғыр ҡойолғанда ла, ул шул рәүешле дүрт аяҡланып, балаһын үҙенең кәүҙәһе менән һалҡын ямғырҙан ышыҡлап торҙо. Ер һелкетеп туҡтауһыҙ күкрәгән арала, шарт та шорт йәшен атыуынан ғына тертләп, ҡалтыранып ҡуя ине. Ҡойоп яуған ямғыр туҡтамаһа, уның шул килеш өшөүҙән ҡатып үлеренә лә  шик юҡ ине был мәлдә.

Бындай ғәрәсәтте күргәне булманы ошоғаса. Сөнки тауҙарҙа ғына була бындай тамуҡ һынауҙары. Ысынмы, бушмы, тип ямғырҙың үтеүенә ышанмай тороп күккә ҡарағас, ысынлап та күҙҙәре күргәнде Сараның аҡылы ҡабул итмәне. Әллә бөтә болот ямғырға әйләнеп, ергә ағып төшкән? Әле генә баш осонда шарт та шорт утлы сыбыртҡыһын һелтәгән болот шыйығайып, үтә күренә башлаған. Бәхеткә, тамсы ла һыу үтмәгән балаһы ҡоро. Ҡара урман уртаһында оялырлыҡ бер кем булмаһа ла, ул ян-яғына ҡарана-ҡарана сүкәйеп, күлдәген сисеп һыҡты. Шул арала уны тертләтеп, ҡайын япраҡтары араһынан төшкән йылы ҡояш нуры, уның яланғас осаһын һыйпап, кире йәшенергә лә өлгөрҙө. Болот араһынан сығып  йәшенмәк уйнаған ҡояш нурҙары урман эсенә әүәлге йәнлелекте ҡайтарҙы. Ағас ботаҡтарында төрлө ҡоштар сиптырлаша башланы. Үҙ тормошо, үҙ шөғөлө тәбиғәт балаларының. Тик, юлға төшөп атлайым тиһә, бала күтәргән бисара йәш ҡатындың барыр юлы тотош йылғаға әйләнгән. Башҡа әмәл ҡалмағас, ул юл ситләтеп атларға мәжбүр булды. Һыу үлән хәүефле, тау түбәненә атлағанда тайғаҡ. Етмәһә, оҙон үләндәр менән ботаҡ-һатаҡтан елгә ҡойолған ысыҡ сирҡандыра.

Тау төбөнә етәрәк, шаулап аҡҡан йылға тауышы ишетелде. Барып еткәс, ундағы мәшхәргә, күҙҙәре күреп торһа ла, ышана алманы. Ғүмер буйы Ҡоро шишмә тип йөрөтөлгән, йәйгелеген юлаусы эсерлек һыуы ҡалмай торған йылға әле ярҙарынан ашып ҡотороп аға. «Аға ғына» булһа – бер хәл. Юлындағы бар нәмәне йыуып, һепереп олой. Күргәненә ышанмай иҫ-аҡылы киткән Сараның ни уйларға ла, ни ҡылырға ла башы етмәне. Кире боролорғамы? Тағы ла өс көн кире атларлыҡ көстө ҡайҙан алырға? Юҡ, был – һәләкәткә илтеүсе юл. Тағы ла бер көн генә атларға ҡалды тигәндә. Алға, тик алға ғына! Тик һыуҙы нисек сығырға? Йылғаның берсә үренә, берсә түбәненә йөрөп, ул кисеү эҙләне. Булырҙай тойолмағас, ҡулына йәтеш таяҡ алып, яр ситенән һыуҙың тәрәнлеген үлсәне. Бот төбөнә етерлек булмаһа ла, бала күтәреп, үҙенең ҡалған хәл генәһе менән кисеп сығыу ауыр буласағын аңланы. Таяғын ҡат-ҡат тығып ҡараһа ла, йылға төбөнә еткерә алманы. Көслө ағын, һыуҙың яртыһына ла еткермәй, таяҡты бәрә лә сығара. Берҙән-бер сара – ташҡын баҫылыуын көтөү. Күпме көтөргә һуң? Сараның артыҡ ваҡыты юҡ. Бөгөн нисек булһа ла йылғаны сығып, бараһы юлын ҡыҫҡартмаһа, иртәгә хәл өҫтөндә ҡалыуы ихтимал. Бер аҙ һыу ҡайтҡанын көткәс, ул, ни булһа ла Хоҙай ихтыяры менән яҡты күҙҙә сығып ҡалырға тип, ташҡын һыуҙы кисергә тәүәкәлләне. Йылға аҙ ғына кәмегәндәй ҙә күренде. Һуңғы һыныҡ күмәсен итәгенә урап бөрмәһенә ҡыҫтырғас, бисмилла әйтеп, һөҙәгерәк урындан һыуға төштө. Шәле менән муйынына яҡшы итеп аҫһа ла, ышаныслыраҡ булһын өсөн һул ҡулы менән балаһын күкрәгенә ҡыҫып, уңындағы таяҡ менән һыу төбөн ҡапшаны. Көслө ағын таяҡ ҡуйған ерҙе нурыта. Ҙур таштың ал яғына таяғын терәп, аяҡтарын шылдырып  ҡараны. Ҡырҡ бәлә менән ике аҙым атлағас, Сара ағынға арты менән әйләнеп, һыу ыңғайына барыу еңелерәк, хәүефһеҙерәк икәненә төшөндө. Былай ҙа, ҡаршы яҡҡа бер аҙым яһағансы, һыу ыңғайына бер нисә метр китергә тура килә. Икенсе ярға яҡынайған һайын һыу тәрәнәйә барып, тубыҡтарынан өҫкә күтәрелде. Боттарына тулҡын һуғыуы көсәйеп, аяҡтан йығыу хәүефе лә бермә-бер артты. Һалҡын һыуҙа оҙаҡ көсәнеп атлауҙанмы, аяҡтары тартыша башланы. Ҡаршы ярға бер ынтылыуҙа сығып баҫырлыҡ та бит... Ләкин таяҡ тотоп йән асығына һыу менән көрәшкән ҡулы ла хәлһеҙләнеп ҡалтырана башланы. Былай ғына ярға сыға алырына ышанысы бөтә башлаған бисара, шәлен муйынынан ысҡындырып, бар көсөнә һелтәп, яр башына ташланы. Шәлгә уралған бала үлән араһына барып ятҡас, еңел һулап ҡуйҙы. Баланы ярға ташлаған арала көслө тулҡын аяҡтарын һыу төбөнән айырғас, ул, үҙенең йәшәүгә хоҡуғын яулап, бар көсөн үлән араһында имес көтөп ятҡан балаһы хаҡына йәнтәслим алышҡа ҡушты. Көслө ағын уны төпкә тарта, Сара, серәшеп, ҡулдарын ҡырҡтыра-ҡырҡтыра ҡанға батып, яр ситендәге ярҡа үләндәргә булһа ла тотоноп ҡалырға тырыша. Өҙөлгән үләндәрҙең береһенән икенсеһенә йәбешә-йәбешә аға торғас, уның ҡулы ағында ялбырап ултырған бер ҡыуаҡты һәрмәп өлгөрҙө. Инде бөттө тигән ҡулдарына хәл кереп, ул быуынһыҙға әйләнгән кәүҙәһен һөйрәтеп ярға сығарҙы. Ләкин хәл йыйып ятыр форсат ҡалмаған. Ул, шыуышып, йылға үренә балаһын эҙләп китте. «Ташҡындан тере ҡотолғас, хәҙер ни күрһәк тә бергә...», тигән уй көс-ҡеүәт өҫтәгәндәй. Шыуышып йылынған тәне еңеләйеп, ул аяҡтарына тороп баҫты.Үлем менән көрәшеп хәттәй ер ағып киткән дәһә. Улын таба алмай бара торғас, әллә тулап ярҙан тәгәрәнеме, тип төңөлә лә башланы. Шул саҡ үлән араһынан хәлһеҙ илаған бала тауышы ишетелде. Шатлығынан аҡтыҡ көсөн йыйып, балаһын ҡосағына ҡыҫҡан әсә бер-ике аҙым яһап, иҫтән яҙып үлән араһына йығылды. Уның ҡулынан шыуып төшкән баланың тауышы асылып, ямғырҙан сафланған һауаны ярҙы...