Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Зимфира ӘБУШАХМАНОВА

Ҡайтыу

Ҡайттым, әсәй, ризыҡ яҙғас,

Йылдар аша юлдар гиҙеп,

Һарыларға һабышыуҙан

Һағыныуҙан күңел биҙеп.

 

Ябыҡ тора ғәзиз ҡапҡам

Бау тартырға көс ҡалмаған.

Күңел яҙам тән һөйәлтеп,

Йән күтәртер, хәл йыймаһам.

 

Йән һөйәлтер тупһаларҙың

Бағанаһы ауып бара.

Дауалармын, тиеп ҡайтҡан,

Яраларым күңел яра.

 

Ғазап сигеп, юлдар гиҙеп,

Арығанмын, талсыҡҡанмын.

Һуғарылмаҫ китек барын

Белә тороп ашыҡҡанмын.

 

Сөйҙә торған күлдәгеңдең

Еңдәренә һағыш һөртәм.

Шул күлдәккә һеңеп ҡалған

Танһыҡ еҫкә күңел төртәм.

 

Китәм, әсәй, талған килеш

Һыуһындарым ҡанмайынса,

Ғәзиз ҡапҡама һөйәлеп

Хәл дә ала алмайынса.

 

***

Ауыр түгел юл аҙабы,

Оҙатмаһа йән ғазабы.

Меңәр саҡрым баш йөҙәткән

Уйҙарымдың юҡ яуабы.

 

Ҡайтыуҙарҙа йөрәкһеү юҡ,

Ашҡыныуҙы һағыш баҫҡан.

Күңел ебен урап-урап

Юлдар менән уй тоташҡан.

 

Ҡайтыуҙарҙың төрлөһө бар:

Моңһоу мәле, көләс сағы.

Ғүмер булғас, уйҙарҙың да,

Юлдарҙың да юҡ аҙағы.

 

Ике һеңлем

Иңдәремдә ишле ғәйрәт:

Ике һеңлем – ҡуш ҡанатым.

Ҡаршылыҡтар аша үрләп,

Алға сапҡан парлы атым.

 

Осоштарҙа йән арымаҫ,

Пар ҡанаттар аҫылғанға,

Һәлмәк төҫлө донъя йөгө,

Алмаш-тилмәш тартылғанға.

 

Береһе уң, береһе һул –

Айырылмаҫ ике ҡулым.

Икегеҙ ҙә йән киҫәге,

Берҙәй күрәм уңын, һулын.

 

 

Күңелемә һырлап сиккән

Ике һеңлем – парлы йөрәк.

Туғанлыҡтың тартыу көсө

Һырланыуҙан бөйөгөрәк.

 

Йәнебеҙ бер, тәнебеҙ бер,

Өс ҡыҙ туған – беҙ өс таған.

Бетеү итеп йәнгә тағам.

 

Бүленмәһен парлы атым,

Өҙөлмәһен пар ҡанатым.

Күңелемде бөтөн итер

Һеҙҙең йәндә ҡалған яртым.

 

Бәхет

Бәхеттәрҙең өҫкө ҡаты –

Әсәй йәйгән йомшаҡ урын,

Буй етмәҫлек булып ҡалды,

Ынтылһам да, етмәй ҡулым.

 

Әсәй тигән иң бөйөк һүҙ

Тылсым менән туҡылған да,

Сер һаҡлаған, асылмаған,

Яныбыҙҙа һин булғанда.

 

Күрер күҙгә күренмәгән,

Иғтибарға эленмәгән,

Урынымдың  бөйөклөгө,

Хис-тойғолар бейеклеге.

 

Инеп, тотоп, ҡарап булмаҫ

Буй етмәҫлек хыял иле.

Әсәй менән булған ваҡыт

Ғүмерҙәрҙең алтын мәле.

 

Балам

Күңелемә имсе-томсо

Көс-ҡөҙрәтең сикһеҙ, балам.

Бүҫкәртергә хәсрәтемде,

Ҡулдарыма һине алам.

 

 

Тәнем, йәнем күҙәнәге

Йәшәйешем йәме – балам.

Иңдәремә булмышыңды

Фәрештәләр итеп тағам.

 

Берҙән-берем, гәүһәр ташым,

Затлыларҙан-затлы балам.

Бәхеттәргә ҡамашыуҙан

Күҙем түгел, үҙем талам.

 

Күҙем туймаҫ, үҙем туймаҫ

Тәмлеләрҙән-тәмле балам.

Тормош әсеһен шәрбәтләп

Өлөшөмә төшкән ҡалъям.

 

Йән һуғарған бер остоғом

Йәнемдән дә артыҡ – балам,

Һиңә әүрәп арбалыуҙан

Һағышымды һыуға һалам.

 

Яҡтылыҡтың сығанағы

Ай-ҡояштан нурлы, балам.

Ҡараңғыла сыра итеп

Яратҡандыр һине Аллам.

 

Буранғолом

Күңел төбө-тамырынан

Ереккән ер – Буранғолом.

Башмағосҡан ҡуйынында

Ҡыҙыл аға – оҙон  толом.

 

Мәңгелеккә әсирлеккә

Мин эләккән һинең ҡолоң,

Сыға алмай шул ҡоллоҡтан

Тағы ҡайтам, Буранғолом.

 

Ялан аяҡ Ҡыҙыл кискән,

Моң һеңдереп буйға еткән,

Исемеңде һәйкәл итеп

Йәнгә уя һинән киткән.

 

 

Буранғолом, Буранғолом,

Тиеп ҡайта ҡыҙың, улың.

Күпме быуынды һыйҙырған

Мең йәшәгән оло олон.  

 

Берәү килә, берәү китә

Тик Буранғол мәңгеләшкән.

Кендек ҡырҡҡан изге ергә

Ер йөҙөндә юҡ тиңләшкән.

 

Килгән-киткән моң һуғарған

Моңло урын – Буранғолом.

Күңелемдә моң ҡоромаҫ,

Һиңә ҡабат төшһә юлым.

 

Ҡояшым

Күңел көмбәҙендә һүнмәҫ ҡояш –

Берҙән-берем, тыуған илгенәм.

Нурҙарыңды һүреп, рух байытып,

Баш ҡалҡытып өҫкә үреләм.

 

Нур көлтәһе булып балҡый халҡым,

Ҡара болоттарҙы таратып.

Йырҙарыма ҡушып нур өләшәм,

Ялҡын һибәм көлтә тағатып.

 

Диуарҙарҙы тишер ялҡындарға

Кәртә түгел меңәр саҡрымдар.

Сит ерҙәрҙә йылылыҡҡа сорнап,

Нур көлтәһе һипкән халҡым бар.