Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әсғәт НУРЕТДИНОВ

Әсә күңеле

Гонаһтарың, ҡылыҡтарың өсөн

Борсоғанда намыҫ ғазабы,

Ярлыҡау йә яҡлау өмөт итеп,

Әсәң күҙҙәренә ҡара һин:

 

Иң йылыһы – әсә ҡарашы,

Иң хәтәре – әсә ҡарашы.

Дан һәм шөһрәт төшһә өлөшөңә,

Маҡтау тейһә тартҡан йөгөңә,

Лайыҡмынмы данға, ҙурлауға, тип

Күҙеңде һал әсәң йөҙөнә:

 

Йә яҡты нур балҡыр күҙендә,

Йәки хәүеф булыр йөҙөндә.

Тормошоңдоң ауыр бер мәлендә

Мохтаж булһаң кәңәш һүҙенә,

Дөрөҫ йәшәйемме донъяла, тип

Ҡолаҡ һал һин әсәң һүҙенә:

 

Иң ғәҙеле – әсә һүҙҙәре,

Иң наҙлыһы – әсә күҙҙәре.

 

Аяныслы яҙмыш һине бөкһә,

Өмөтөңдө өҙмә йәшәүҙән –

Үҙ ғүмерен ҡуйып һәләкәткә,

Әсәң ҡурсыр һине әжәлдән:

 

Иң шәфҡәтле – әсә күңеле,

Иң ҡәҙерле – әсә ғүмере.

 

Ҡара ҡайын

Ҡара ҡайын үҫә юл ситендә,

Ҡара һөрөм тәнен ҡаплаған.

Ни булған һуң уға? Һағыштымы,

Ил күтәргән ҡара ҡайғынымы

Һомғол зифа һыны һаҡлаған?

 

Йәшел шәле ҡупшы, йөҙө моңһоу,

Тыштан көлә, эстән – ут йота.

Был башыңа ниндәй афәт килде,

Бәғереңде ниндәй ғазап телде?

Ғәжәпһенеп шуға баш ватам.

 

Тәү күреүем һине, ҡара ҡайын.

Ҡараным да  ҡапыл шаҡ ҡаттым.

Баштарыңдан утлы дауыл үтеп,

Һин дә, минең олатай, өләсәй кеүек,

Әллә балаларың юғалттың?

 

Улар ҙа бит күпме йылдар буйы

Өҙөлөп көттө һөйгән улдарын.

Ҡара ҡағыҙ ҡулға алһалар ҙа,

Һуңғы ышаныстан яҙһалар ҙа,

Һүрелтмәне изге уйҙарын.

 

Хәбәр килә: ике оло улың

Һәләк булды яуҙа, ил һаҡлап.

Өҙөлгәндәй була бәғер ите,

Ҡара хәбәр йөрәктәрҙе өтә,

Ҡайғы-хәсрәт баҫа һәр яҡлап.

 

Командирҙан йәнә ҡағыҙ килә:

«Кесе улың ғәйеп хәбәрһеҙ».

Мөмкинме һуң ышанырға быға?

Үлгәндәр ҙә ҡайсаҡ ҡайтып төшә,

Күп һөйләйҙәр ундай хәлдәрҙе.

Бәлки, ул терелер, үлмәгәндер?

Үлгәнен бит һис кем күрмәгән!

Мәйетен бит бер кем күрмәгән дә

Ҡара ергә бер кем күммәгән –

Шуғалыр ҙа өмөт һүнмәгән.

 

Йылдар үтә торҙо. Минең ҡарттар

Сабый хөкөмөндә ҡалдылар.

Үткән ғүмерҙәрен ҡат-ҡат урап,

Күргән төшөн күрешеүгә юрап,

Уға ҙур мәғәнә һалдылар.

 

«Әкрәмемде бөгөн төштә күрҙем –

Көлә-көлә килеп күреште…»

Әллә бәпкәм ҡайтып киләме, тип,

Алыҫ юлдан асығып киләлер, тип,

Өләсәйем усаҡ терелтте.

 

«Белмәйем шул, – тине олатайым, –

Бәлки, үҙе беҙҙе көтәлер.

Беҙҙең ғүмер инде күп ҡалманы,

Көткән тиклем көтә алмабыҙ,

«Күрешергә» ваҡыт етәлер».

 

Күп илауҙан әсә күҙһеҙ ҡалды,

Атай башын баҫты сал ҡылған.

Әсә йөрәгендә тетрәтерлек,

Хатта таш йөрәкте иретерлек

Әрнеү, һағыш тулы йыр тыуған:

 

«Әллә утта янып көл булдыңмы?

Бер гонаһһыҙ ғәзиз йән инең.

Ҡәбереңде күреп зыярат ҡылһам,

Төңөлөр ҙә ине күңелем.

 

Әллә үле кәүҙәң һыу төбөндә

Балыҡтарға аҙыҡ булдымы?

Әллә, әсир төшөп, ғүмеркәйең

Ғазап-хәсрәт эсеп уҙҙымы?

 

Һыу һөлөгө кеүек улҡайымды

Насип булырмы бер күрергә?

Донъялыҡта күрешеп, бәхилләшеп,

Яҙһа ине тыныс китергә…”

 

Көтә-көтә улын, донъя ҡуйҙы

Бер-бер артлы олатай, өләсәй.

Өмөттәрен гүргә китте алып,

Һағыштарын беҙгә ҡалдырып…

Шуға һаман әрнеп йән әсей.

 

Тәүге тапҡыр ҡара ҡайын күргәс,

Шундай уйҙар миндә тыуҙылар.

Зиһенемде йәшендәй балҡытып,

Йөрәгемде дауылдай ҡуҙғытып,

Хәтирәләр баштан уҙҙылар.

 

Күбек ялайым

Әсәй иртән һөт айырта,

Һемәктән аға ҡаймаҡ.

Күбек яларға яратам:

Ҡулымда ағас ҡалаҡ.

 

Әсәйемдең сепараты

Көйлө – майланған кеүек.

Ҡаймаҡты һәйбәт айырта,

Күнәккә тула күбек.

 

Кинәнеп күбек ялайым,

Тик тарта күҙҙе ҡаймаҡ.

Ҡаймаҡтың да күбеге бар –

Эләгә һирәк-һаяҡ…

 

Олоғайғас, бына мин дә

Һүҙ ҡаймағын айырам.

Уйҙар диңгеҙен айҡайым,

Һүҙ даръяһын аҡтарам.

 

Тик ниңәлер эш ырамай,

Табыштарым кес кенә.

Ҡаймаҡҡа тип ҡалаҡ һонам,

Эләгә күбек кенә.

 

Сепаратым үтә көйһөҙ,

Әйләнә дағыр-доғор;

Ҡаймаҡ һемәгенән аға

Һөт кенә шабыр-шобор.

 

Ҡалағым һыртын тейҙерәм,

Ҡалаҡҡа яғылмай ҙа.

Күпме бешмә, ундай  ҡаймаҡ

Май булып яҙылмай ҙа.

 

Ҡат-ҡат үткәреп ҡарайым,

Ҡаймағы наҡыҫ ҡына.

Күп өлөшө һөткә китә –

Буласаҡ ҡатыҡ ҡына…

 

Хәҙер миндә булһа икән

Әсәйем сепараты!

Һығыр инем һүҙҙең майын

Һыуҙарын сығарғансы!..

 

Үлгән һыйыр

Үлгән һыйыр һөтлө була, тиҙәр,

Саф дөрөҫлөк ошо һүҙҙәрҙә.

Ҡәҙере юҡ уның тере саҡта,

Иҫкә төшә, кергәс гүрҙәргә.

 

Ысын талант – ҡуҡыр түрәләрҙең

Буш йөрәген телер хәнйәр ул;

Күҙенә төшөр аҡ ул нәфселенең,

Көнсөл күңелен игәр игәү ул.

 

Тере саҡта баһаланмай талант,

Үлгәс, әрнеп йөрәк һыҙлана.

Үлгән һыйырҙарҙы маҡтағанда

Халыҡ йөрәгенән ҡан тама.

 

Бәйҙән ысҡынған эт

Ажғырып та тора бәйҙәге эт,

Өҙмәк була тимер сылбырҙы.

Холоҡһоҙ хужа бер саҡ ысҡындырҙы

Эте муйынындағы сынйырҙы.

 

Ҡоторған эт, йыртҡыстан да яман

Ярһып, әҙәмдәргә ташланды;

Берәүҙәрҙең алды алҡымынан,

Икенсеһен талап ташланы.

 

...Уҫал, ауыр, ытырғаныс заман

Әҙәм башын тамам шаңҡытты.

Сынйырынан ысҡынған эт һымаҡ,

Бәйһеҙ хаҡтар талай халыҡты.

 

Ырымбурға сәләм әйт

Яйыҡта яҙын боҙ китә,

Ярҙа уйнай малайҙар.

Боҙ өҫтөндә усаҡ яғып,

Оҙатып ҡул болғайҙар.

 

Боҙ-карап юллана төтәп,

Йә, хәйерле сәйәхәт!

Малайҙар ихлас һөрәнләй:

«Ырымбурға сәләм әйт!»

 

«Ырымбурға сәләм әйт!» – тип

Геү килә бала-саға…

Был һүҙҙә тарих сағыла,

Шиғырға керҙе шуға.

 

Бонапартҡа ҡаршы яуға

Ғәскәр йыя Ырымбур.

 

 

Аҡ батша ярҙам һорағас,

Атҡа атлана башҡорт.

 

Губернатор Перовский

Аҡмәсеткә юлланған.

Башын һалған күпме башҡорт,

Күпме сәләм юғалған.

 

Башҡорттарҙың көсө менән

Төҙөлгән Каруанһарай.

Күпме сәләмдәр осҡандыр

Каруанһарайға ҡарай.

 

Аҡтар, ҡыҙылдар ҡыйышты

Аямайынса йәнен.

Күпме сәләм аҙашҡандыр,

Табалмайса эйәһен…

 

Әле һаман ғәскәр тора

Ырымбур далаһында.

Сәбәп бар сәләм юлларға

Башҡорттоң балаһына.

 

Малайҙар сәләм оҙата,

Булһындар һау-сәләмәт…

Боҙ өҫтөндә усаҡ аға:

«Ырымбурға сәләм әйт!»

 

Һүҙбәйләнеш

Телмәрҙәрҙең нигеҙ ташы – һүҙҙә,

Һүҙбәйләнеш – уның ҡеүәте.

Бәйләнешкә керһә генә һүҙҙәр,

Көсө арта, арта ҡеүәте.

 

Яңы бәйләнешкә керһә һүҙҙәр,

Аҫылташтай балҡып китәләр;

Эйә булып яңы мәғәнәгә,

Тыңлаусыны әсир итәләр.

 

Кеше лә бит көслө бәйләнештә,

Яңғыҙ әҙәм – хәлһеҙ бер байғош.

Тау аҡтарыр көскә эйә кеше,

Берҙәмлектә – бейек осар ҡош.

 

Тик бер төҫтән йәйғор булмағандай,

Айырым һүҙ телмәр булалмаҫ;

Яңғыҙ байғош – бары ҡанатһыҙ ҡош,

Яңғыҙ яугир ғәскәр булалмаҫ.

 

Үҙ урынын тапһа телмәрҙә һүҙ,

Йөҙ ҡат арта уның баһаһы;

Әгәр инде таба алмай икән –

Бихисаптыр уның ыҙаһы.

 

Тормош сылбырында – аҫыл быуын,

Тапһа кеше әгәр үҙ эшен.

Шул сылбырҙа йөҙөк ҡашы булыр,

Бәйләнештә тапһа үҙ ишен.