Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Наил Ғәйетбай

Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр

Урал аръяғында әҙәби мөхит

1979 йылдың майында, Сибай ҡалаһында Урал аръяғы райондарында йәшәүсе йәш яҙыусыларға ижади ярҙам  маҡсатында, “Ирәндек” әҙәби берекмәһе ойошторолғайны. Уның нигеҙендә 1993 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының Сибай төбәк ойошмаһы төҙөлдө лә уңышлы эшләп китте. Шуға ла бөгөн берекмәнең ойошторолоуын, тәүге аҙымдарын иҫләп алыу яҙыҡ булмаҫ.

“Ирәндек” әҙәби берекмәһе 80-се йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының ижади йәштәр менән эшләүсе әҙәби консультанты, билдәле яҙыусы Рәшит Солтангәрәев инициативаһы менән ойошторолдо.

Рәшит Солтангәрәевтың яҙмышыма йоғонтоһо ҙур булды. Ул минең тормоштағы ҡылыҡтарыма, ижадыма ҡарата тура һүҙле ине. Әсе генә итеп тәнҡитләп тә ташланы, әммә ауыр хәлдәргә эләкһәм, кәңәштәр бирҙе, ярҙам итте. Беҙ уның менән ныҡ дуҫтарға әйләндек. Дөрөҫө – ул мине бер туған ҡустыһы кеүек яҡын күрҙе, мин Сибайҙа йәшәгәндә көн дә телефон аша һөйләштек, бер-беребеҙгә төрттөрөүгә, юморға тулы хаттар яҙыштыҡ. Мин Өфөгә килеп ятаҡҡа урынлашҡас, яҡында ғына йәшәгәнгә күрә, кистәрен килеп инә торғайны, командировканан ҡайтышлай һәр саҡ миңә һуғыла, хәлдәрен һөйләй, ижади проблемалары менән уртаҡлаша ине.

Ул осор ике повесым “Ағиҙел” журналында баҫылып (“Әлфиә” – 1976 й., “Тәүге ҡар” – 1979 й.) миңә яҙыусы тигән исем-шәрифе йәбешә башлағайны. Йәштәргә һәр саҡ иғтибарлы булған Рәшит ағай, “Ирәндек” әҙәби берекмәһе ойошторолор булғас, мине етәксе тип тәҡдим итте. Ләкин ул мәлдә Сибайҙа ла, Урал аръяғы райондарында ла минең абруйым юҡ ине әле. Ә ошо уҡ ҡалала бер нисә пьесаһы төрлө театрҙарҙа ҡуйылған драматург, билдәле журналист Гәрәй Исхаҡов йәшәп ята. Шуға мин уны етәксе итеп ҡуйыу яғында инем. Телефон аша һөйләшкәндә Рәшит ағай бының менән килешмәне, Сибайҙа һөйләшербеҙ, тине.

1979 йылдың йылы май көндәрендә, “Ирәндек” берекмәһен ойоштороу маҡсаты менән, Өфөнән билдәле яҙыусылар Рәшит Солтангәрәев, Булат Рафиҡов, Ирек Кинйәбулатов, Вафа Әхмәҙиев, Ғәлим Дәүләтовтар килеп төштө. Сибайға шулай уҡ Урал аръяғында йәшәүсе бик күп ижади йәштәр:  Рәшит Туйсин, Гөллирә Исхаҡова, Мөслим Әбсәләмов, Ҡадир Әлибаев, Буранбай Исҡужин, Самат Фәйзуллин һәм башҡалар йыйылғайны. Ошо ултырышта мин уларҙың күбеһе менән тәү тапҡыр осраштым. Сибай ҡалаһының Үҙәк китапханаһында йыйылыш башланды. Хәтеремдә, “Китап” нәшриәтендә мөхәррир булып эшләүсе шағир Ғәлим Дәүләтов Өфөнән яңы ғына баҫылған китабымды алып килгәйне. Был ваҡиға йәштәрҙең күңелендә оло өмөт уятты, ойошторолорға тейеш “Ирәндек”  берекмәһе үҙ китаптарын күрергә ярҙам итер, тип хыялланды улар.

Йыйылышҡа тиклем Гәрәй ағай Исхаҡов менән дә, Өфө әҙиптәре менән дә берекмәнең етәксеһе кем булырға тейешлеге хаҡында һөйләшергә өлгөргәйнем. Гәрәй ағай ҡаршы түгел, шуға бер тауыштан берекмә башлығы итеп уны һайлап ҡуйҙыҡ.

1979 – 1981 йылдарҙа “Ирәндек” берекмәһе ағзалары йылына бер-ике тапҡыр ғына Баймаҡ ҡалаһында йыйыла ине. Унда беҙ бер-ике ҡулъяҙма тикшерҙек, әммә төп эшебеҙ, гәзит-журналдарға яҙылыуҙы пропагандалау йәһәтенән, клубтарҙа әҙәби кисәләр ойоштороуға   ҡайтып ҡалды.

Боролош мәле

1981–1983 йылдарҙа Мәскәүҙә уҡығанда “Ирәндек” менән бәйләнешем бөтөнләй өҙөлөп торҙо. Әммә 1983 йылдың йәйендә Сибайға ҡайтҡас, ошо төбәктә йәшәүсе йәш яҙыусылар осраған һайын “Ирәндек” эшенең һүлпәнәйеүен, ҡулъяҙмалар тикшерелмәүен, ултырыштар, осрашыуҙар үткәрелмәүен, ойошма эшен йәнләндерергә кәрәклеген һөйләйҙәр ҙә мине быға тотонорға тәҡдим итә башлайҙар. Яҡшылап уйлағас, “Ирәндек” берекмәһен етәкләргә риза булдым. Ошо маҡсат менән 1983 йылдың 24 сентябрендә Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғында йәшәүсе барса талантлы йәштәрҙе йыйҙыҡ. Шул юлы ла, киләсәктә лә бар ойоштороу эштәрендә миңә ике шәхес ихлас күңелдән ярҙам итте: бөгөн билдәле шағирә, ғалимә Рәсимә Ураҡсина  менән 2002 йылда ваҡытһыҙ вафат булып ҡалған талантлы шағирә һәм журналистка Гөллирә Исхаҡова. 

Йыйылыш   ҡыҙыу үтте. Ни сәбәптәндер, унда Гәрәй Исхаҡов үҙе килмәгәйне. Шунан файҙаланыпмы, уның эшен бик ҡаты тәнҡитләнеләр, “Ирәндек”тең һүнә барыуында ғәйепләнеләр һәм киләсәктә миңә был хаталарҙы ҡабатламаҫҡа өндәнеләр.

Бына шул ултырыштың протоколы. Һөйләшеүҙең нисек үткәнлеген күрһәтеү өсөн, ҡыҫҡартып булһа ла, шуны хәтерләйек. “Ирәндек” берекмәһенең бөтә протоколдары Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡлана.

“Ирәндек” әҙәби берекмәһе ултырышының протоколы

Баймаҡ ҡалаһы, 24 сентябрь, 1983 йыл.

Ултырышта ҡатнаштылар: Рәсимә Ураҡсина, Гөллирә Исхаҡова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Наил Ғәйетбаев, Фәүзиә Юлдашбаева, Рәшит Туйсин, Әнүәр Хәсәнов, Ҡадир Әлибаев, Буранбай Исҡужин, Әғзәм Ишморатов, Әмир Моратов, Зилиә Ҡужабәкова, Фирүзә Алсынбаева, Фәнүзә Рыҫҡужина.

Көн тәртибенә өс һорау ҡуйылғайны:

1982–1983 йылдарҙа эшләнгән эш хаҡында отчет, берекмәнең яңы бюроһын һайлау һәм 1983–1984  йылдарға эш планын раҫлау.

Тәүге һорау буйынса өс кенә кешенең сығышын ҡыҫҡартып килтерәбеҙ.

Рәсимә Ураҡсина: “Насар эшләнек, активыраҡ булайыҡ, ҡулъяҙмалар тикшерергә кәрәк. Наил Ғәйетбаевты етәксе итеп ҡуйырға тәҡдим итәм”.

Гөллирә Исхаҡова: “Эйе, активлашырға кәрәк. Республика гәзит-журналдарына подборкалар әҙерләп бирәйек”.

Наил Ғәйетбаев: “Яңы бюро һайлайыҡ. Һәр кемгә конкрет эш бирергә кәрәк. Ултырышты ике айға бер тапҡыр, төрлө ерҙә үткәреү дөрөҫ булыр: Асҡарҙа, Аҡъярҙа, Йылайырҙа, Баймаҡта, Сибайҙа. Һәр ерҙә ултырышты үткәреүгә бюроның бер ағзаһы яуаплы булырға тейеш”.

Шулай итеп, “Ирәндек” әҙәби берекмәһенең бюроһына түбәндәге иптәштәр һайланды: Наил Ғәйетбай (берекмә етәксеһе, Сибай ҡалаһы), Рәсимә Ураҡсина (Сибай ҡалаһы), Гөллирә Исхаҡова (Баймаҡ ҡалаһы), Гөлшат Әхмәтҡужина (Әбйәлил районы), Буранбай Исҡужин (Баймаҡ ҡалаһы), Әлфиә Ҡырымғужина (Хәйбулла районы), Фәүзиә Юлдашбаева (Йылайыр районы).

Ултырыш аҙағында бюро шундай ҡарар ҡабул итте:

1. Әҙәби берекмәнең ултырышын (шулай уҡ уҡыусылар менән осрашыуҙарын) ике айға бер үткәрергә.

2. Ултырыштарҙы алмашлап төрлө районда ойошторорға.

3. Ултырышты үткәреүҙә шул районда йәшәгән бюро ағзаһын яуаплы итеп тәғәйенләргә.

4. Киләһе ултырышты Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа 1983 йылдың 19-20 ноябрендә үткәрергә.

5. Киләһе ултырышты үткәреүҙә яуаплы итеп Гөлшат Әхмәтҡужинаны тәғәйенләргә.

6. Киләһе ултырышта Рәсимә Ураҡсинаның ҡулъяҙмаларын тикшерергә.

7. Рәсимә Ураҡсинаға тикшереү өсөн ҡулъяҙмаһын әҙерләп, бер ай алдан бюро ағзаларына таратырға.

8. Рәсимә Ураҡсинаға балалар фольклоры тураһында 20 минутлыҡ сығыш әҙерләргә.

Протоколда әйтелгәнсә, “Ултырыштарҙы ваҡытында үткәрергә” тип әйтеү генә аҙ, уны ойоштора белергә лә кәрәк. 

Ойоштороу серҙәре

“Ирәндек”тең ултырышын партияның район комитеттарыһыҙ юғары кимәлдә үткәреү мөмкин түгел. Ә Сибайа йәшәүсе, әҙәбиәт донъяһында әле танылмаған, рәсми органдар араһында абруйы бөтөнләй булмаған Наил Ғәйетбаевтың уларға йоғонто яһарға бер ниндәй мөмкинселеге юҡ ине. Шуға ла баштан уҡ ойоштороу эшенә Яҙыусылар союзы рәйесе, республикабыҙҙың Юғары Советы рәйесе, СССР Яҙыусылар союзы секретары, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әсғәт Мирзаһитовты әйҙүкләргә булдым. Төрлө хәйлә-мәйлә менән уның исеменән ултырыш үткәрелгән төбәктәге райкомдың беренсе секретарына хат ойоштора инем. Унда Башҡортостандың Яҙыусылар союзы Урал аръяғы ижади йәштәрен берләштереүсе “Ирәндек” менән бергә киңәйтелгән ултырыш үткәреләсәге хаҡында әйтелә, уға Мостай Кәрим, Булат Рафиҡов кеүек билдәле яҙыусыларҙың киләсәге хәбәр ителә һ.б. Бындай хаттан һуң ниндәй район етәксеһе үҙ төбәгендә үтәсәк оло байрамға битараф ҡалһын?! Хат артынан уҡ үҙем районға килеп төшәм үә ултырышты ойоштороу Яҙыусылар союзы тарафынан миңә йөкмәтелгәнлеген, Әсғәт Мирзаһитовтың тура райондың беренсе кешеһенә инергә ҡушҡанлығын хәбәр итәм.

Әйткәндәй, минең туранан-тура район хужаһына мөрәжәғәт итеүем комсомол етәкселәренә, партия райкомындағы түбәнерәк дәрәжәләге түрәләргә оҡшап етмәй торғайны. Әммә, ултырышты юғары кимәлдә үткәреү фәҡәт урындағы   хужаға бәйләнгәнгә күрә, бер нимәгә ҡарамай, был ғәҙәтемдән бер ҡасан да баш тартманым, һәр саҡ тик райондың беренсе етәксеһе менән эш иттем. Ошо сәбәпле бар ултырыштарҙы кәрәкле сифатта үткәрергә өлгәшә алдым, тим. Әлбиттә, йыш ҡына Әсғәт Мирзаһитовтың хатында күрһәтелгән оло шәхестәр районға килә алманы, хәйер, хөрмәтле ағайҙарыбыҙҙың килеүенең кәрәге лә юҡ ине, беҙ уларһыҙ ҙа ултырыштарҙы ла, осрашыуҙарҙы ла бынамын итеп үткәрә инек. «Оло шәхестәр килә» тигән хәбәрҙең төп маҡсаты – ултырышты, әҙәби кисәләрҙе, йәш яҙыусыларҙы ҡаршылау һәм оҙатыуҙы тейешле кимәлдә ойоштороуҙа ярҙам итеү ине бит. Абруйлы исемдәр, ысынлап та, үҙ бурысын үтәне, улар килә тип район ныҡ әҙерләнә, ә инде шуларға тигән һый-хөрмәткә Урал аръяғында йәшәүсе ябай, йәш, әммә талантлы яҙыусылар эләгә ине. Йәштәр быға бик ҡыуана, әҙәбиәт донъяһында һәр саҡ ошондай матур, бай, йәмле тормош көтә, тип ышана ла бер нәмәгә ҡарамай әҙәбиәткә ныҡлап килергә, үҙҙәренең талантын асырға тырыша торғайны.

Йылына 4-5 тапҡыр йыйылып, 1983 – 1986 йылдарҙа беҙ “Ирәндек” берекмәһенең барлығы 17 ултырышын ойошторҙоҡ, 21 ҡулъяҙма тикшерҙек, шуларҙың 14-е аҙаҡ китап булып сыҡты.

Һәр ултырыш ошондайыраҡ тәртиптә үткәрелә ине. Беренсе көн иртәнсәк районға киләбеҙ. Беҙҙе алдан билдәләнгән урында, тәғәйенләнгән ваҡытта ихлас ҡаршылайҙар, шунан көн эсендә дүрт-биш урында уҡыусылар, колхозсылар менән осрашабыҙ, ә кискеһен район үҙәгендә  төп әҙәби кисә һәм мәжлес ойошторола. Икенсе көн иртәнсәк берекмәнең ултырышын үткәрәбеҙ, ҡулъяҙма тикшерәбеҙ ҙә, төшкө сәй эскәндән һуң, киләһе осрашыуҙың үткәрәһе урынын, көнөн тәғәйенләп, тикшереләһе ҡулъяҙмаларҙы билдәләп таралышабыҙ. Ултырыштарҙың нисек үткәнлеген, ауыл эшсәндәре менән ҡайһылайыраҡ осрашҡаныбыҙҙың барыһын да һөйләү мөмкин түгел. Шуға 1983 йылдың 19-20 ноябрендә Әбйәлил районында үткән осрашыуҙарыбыҙҙы һәм ултырыштарыбыҙҙы тулыраҡ бәйән итмәксемен. Ул “Ирәндек” әҙәби берекмәһенең йөҙөн, кимәлен, осрашыуҙарҙың атмосфераһын, иң мөһиме, халыҡтың шул йылдарҙағы рухын һәм әҙәбиәткә ниндәй йылы ҡарашта булғанлығын күрһәтә, тип уйлайым.

Әбйәлил – ҡунаҡсыл ил

Ҡыштың яңы ғына нығынып аяҡҡа баҫҡан осоро. Һалҡынса. Күңелдәрҙе арбап, йөрәктәргә илһам өҫтәп иртәнән бирле ябалаҡлап ҡар яуа. Алда үҙҙәрен көткән осрашыуҙарҙан йәш шағирәләр, йәш шағирҙар тулҡынлана ла, шул уҡ ваҡытта уны ашҡынып көтә лә. Шулай булмай ни! Улар бит айҙар буйы яңғыҙ ҡалып ижад иткән әҫәрҙәре тураһында үҙҙәренең яҡташтары алдында отчет бирергә тейеш. Нисек ҡабул итерҙәр уҡыусылар уларҙың эштәрен, яратырҙармы, әллә, киреһенсә, битараф ҡалырмы? Йәш яҙыусы өсөн был бит шундай мөһим!

Әйтергә кәрәк, йәш яҙыусыларҙан ғына торған делегацияның ауылдан-ауылға әҙәби осрашыуҙар үткәрергә йыйыныуы – әбйәлилдәр өсөн яңы күренеш. Етмешенсе йылдар башында бындай сығыштарҙы үткәреү тураһында уйлау ҙа мөмкин түгел ине. Әммә 1976 йылда КПСС-тың Үҙәк Комитеты “Йәш ижади көстәр менән эште яҡшыртыу тураһында”ғы ҡарары ҡабул ителгәндән һуң, ул йылдарҙа беҙҙең республикала йәш яҙыусыларға ҡарата хәстәрлек бермә-бер үҫте. Етмешенсе йылдарҙа тәүге китабын сығарыусылар һаны бер-ике кешенән артмаһа, һикһәненсе йылдар башында ғына егерменән ашыу йәш яҙыусы үҙенең тәүге китабын ҡулына алыу бәхетенә иреште. Урал аръяғындағы дүрт райондың ижади йәштәрен берләштереп торған “Ирәндек” берекмәһе лә ошо ҡарарҙың бер емеше ине.  

“Ирәндек”тең Асҡарға тәүге килеүе. Ошоға тиклем был яҡтарҙың йәш ижади көстәре гел генә Сибай ҡалаһында, ара-тирә генә Баймаҡта осрашты. Ләкин сентябрь айындағы үҙҙәренең ултырышында йәш яҙыусылар, әгәр беҙ дүрт районға ла ҡараған әҙәби берекмәнең ағзалары икәнбеҙ, һәр районға ла “Ирәндек”те алып барырға, шундағы уҡыусылар менән осрашып, улар алдында ижади отчет тоторға тейешбеҙ, тигән фекергә килделәр. Район етәкселәре лә был уйҙы хупланы.

Хәҙерге заманда  яҙыусыларыбыҙ барып етмәгән бер генә мөйөш ҡалмаһа ла, әбйәлилдәр ҙә уларҙың күбеһен күреп белһә лә, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен үҙ ауыҙҙарынан ишетһәләр ҙә, әле билдәһеҙ булған, ләкин ижади дәрттәре ташып, күңелдәренән дә, йөҙҙәренән дә йәшлек тыны бөркөп торған шағир-шағирәләр менән ҡайҙа ла ҡыуанып осрашырға риза булдылар. Эргәңдә генә эшләп йөрөүсе, һинең менән йәнәш йәшәүсе яҙыусыларҙың ижады менән танышыу күңелдә бөтөнләй икенсе хис, тойғо уята бит. Үҙ ауылына, үҙ тауына бағышлап яҙған шиғри юлдарҙы тыңлаған һәр кеше уны уратып алған матурлыҡты яңы   күргәндәй тирә-яғына ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарап ҡуя, шул уҡ ваҡытта үҙенең янында ябай колхозсы, йә булмаһа уҡытыусы булып эшләүселәрҙең шиғри таланты менән ғорурланыу ҙа тыуа   күңелендә.

Беҙҙең делегация составында Әбйәлил районының төрлө ауылдарында уҡытыусы булып эшләп йөрөүсе Мәүҙиға Рәхмәтова, Зөһрә Кашапова, Фәнүзә Биктимерова исемле йәш шағирәләр ҙә бар ине. Шуныһы ҡыҙыҡлы: улар сәхнәнән залда ултырыусыларға исемләп өндәшеп, уларға арнаған әҫәрҙәрен ҙур бер тулҡынланыу менән уҡыны. Шуға күрә лә йәш шағирәләрҙең сығышынан һуң һәр саҡ дәррәү ҡул саптылар, оҙаҡ ебәрмәйенсә яңынан-яңы шиғыр  уҡыуҙарын һоранылар.

Был өс Әбйәлил ҡыҙынан башҡа, беҙҙең төркөмдә райондың тағы ике йәш шағиры бар. Улары – райондың “Осҡон” гәзитенең хеҙмәткәрҙәре Гөлшат Әхмәтҡужина менән Самат Фәйзуллин. Баймаҡ ҡалаһынан өс шағир килгән: электрик Рәшит Туйсин, балта оҫтаһы Әғзәм Ишморатов, район  радиоһы редакторы Буранбай Исҡужин. Сибайҙан да делегация составында өс кеше: педагогия училищеһының башҡорт теле уҡытыусыһы Рәсимә Ураҡсина, шул уҡ училищеның студенткаһы Фирүзә Алсынбаева һәм ошо юлдарҙың авторы. Йәш шағирҙар,  яҙыусылар төркөмөн Әбйәлил райкомының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире Әшрәф Әсғәт улы Илһамов оҙатып йөрөнө.

Асҡар уҡыусылары алдында сығыш яһағандан һуң, йәштәрҙе тейәп алған автобус, яңы ҡар менән ҡапланған яландарҙы кисеп, райондың тау зонаһына ҡарай елде. Бында инде “Ирәндек” ағзаларын район эшсәндәре менән осрашыуҙар көтә ине.

Тәүге туҡталыш – Амангилде ауылында. Клуб халыҡ менән шығырым тулы. Йәш яҙыусыларҙың тулҡынланыуы йөҙҙәренә сыҡҡан. Әммә ауылдың пионерҙары уларға хөрмәтләп икмәк-тоҙ тапшырғас, ҡотлап йыр бүләк иткәс, улар бер аҙ тыныслана төштө. Ә инде шул уҡ уҡыусылар “Ирәндек” берекмәһенең һәр ағзаһының икмәккә, хеҙмәткә арналған шиғырҙарын ҡысҡырып уҡып ишеттергәс, тағы ла Амангилде мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Булат Әйүповтың Гөлшат Әхмәтҡужинаның һүҙҙәренә яҙған “Студент саҡтар” һәм “Юлдар” исемле йырҙарын башҡарғас, йәш шағирҙар үҙҙәре лә илһамланып сығыш яһарға тотондо. Был ваҡытта уларҙың йөҙҙәрендәге тулҡынланыу һыпырып ташлағандай юҡ булғайны.

Эйе, халыҡ яратты яҡташтарының ижадын. Шуға ла йәштәрҙең әҙәбиәттәге тәүге аҙымдарын хуплап, уларҙы яңы бейеклектәр яуларға ҡеүәтләп, дәррәү ҡул саптылар. Ошо минутта ауыл эшсәндәре яҡташтарының күңелдәргә үтеп инеүсе шиғырҙарын тыңлап ғорурланмаған тиһеңме лә, халыҡтың йотлоғоп тыңлауын күреп, йәш шағирҙар үҙ ижадының кәрәклеген тоймаған, яңынан-яңы әҫәрҙәр яҙыу өсөн илһамланмаған тиһеңме?! Улар ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа булһа ла бер үк тойғолар кисерҙе, бер үк ут эсендә янды. Шулай булғас, кәрәк, кәрәк ул бындай байрамдар!

Йәш яҙыусылар Амангилде колхозсылары һәм уҡыусылары менән иҫтәлек өсөн клуб алдындағы Ленин һәйкәле янында фотоға төштөләр ҙә ары юлландылар.

Берекмәнең даны

Райондағы байрамдың иртәгәһенә, йәғни 1983 йылдың 20 ноябрендә, “Ирәндек” ултырышында Рәсимә Ураҡсинаның шиғырҙар йыйынтығы тикшерелде.

Асҡарҙағы ултырышта Сибайҙан Наил Ғәйетбаев,   Фирүзә Алсынбаева, Әбйәлилдән Самат Фәйзуллин, Зөһрә Кашапова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Фәнүзә Биктимерова, Мәүҙиға Рәхмәтова, Шәмсетдинов М.Р. (“Осҡон” гәзитенең баш мөхәррире), Баймаҡтан Рәшит Туйсин, Буранбай Исҡужин, Әғзәм Ишморатовтар ҡатнашып, Рәсимәгә ҡулъяҙмаһын яҡшыртыу өсөн шәп кәңәштәр бирҙе һәм йыйынтығын китап итеп сығарырға тәҡдим яһаны.

Ул осор өсөн был тәҡдим ҙур яңылыҡ ине. Сөнки ошоғаса фәҡәт Яҙыусылар союзы секцияһы ғына ҡулъяҙманы «китапҡа әүерелдерергә» рөхсәт бирә торғайны. Ә беҙ, һис тә ҡурҡып тормай, шундай яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ. Иң ҡыуаныслыһы шул: беҙҙең тәҡдим буйынса Рәсимәнең китабы бер нисә йылдан донъя күрҙе.

“Ирәндек»селәр «Киләһе ултырышты 1984 йылдың 28 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында үткәрергә, унда Рәшит Туйсиндың ҡулъяҙмаһын тикшерергә, уға шағир Булат Рафиҡов менән Аҫылғужа Баһумановты саҡырырға» тигән ҡарар сығарып, үҙҙәре йәшәгән, эшләгән төбәктәргә таралышты. Алға китеп шуны әйтәм: ултырышҡа Аҫылғужа килә алманы, әммә Булат Рафиҡов менән  ғинуарҙың һыуыҡ көндәрендә Баймаҡ районында оло кимәлдәге бик күп осрашыуҙар үткәрҙек. Булат ағай “Ирәндек”тең эшенә юғары баһа биреп ҡайтып китте, аҙаҡ яҙыусылар йыйылышында ошо хаҡта шатланып һөйләгән.

“Ирәндек”тең данлы, матур, бай йөкмәткеле үткән күп ултырыштарында ҡатнашҡан талантлы шағир Рәйес Түләков бер мәл әйтеп һалды: “Наил ағай, һин шул ултырыштарҙы иҫ киткес итеп үткәрә инең... Икмәк-тоҙ менән ҡаршылайҙар, клубта халыҡ тулы була ине. Һәр кемгә, шиғыр уҡығас, оҙаҡ итеп ҡул сабалар, киренән саҡырып сығаралар. Аҙаҡтан  һый ойошторалар, һәм беҙ, яҙыусыларҙың тормошо һәр саҡ шулай була икән, тип әҙәбиәткә килдек. Ә баҡһаң... Һин беҙҙе алдағанһың!..” Эйе, мин йәш таланттар өсөн бер аҙ алдатҡыс донъя ойошторғанмындыр ул саҡта, алтын тауҙар вәғәҙә иткәнмендер. Әммә, ни генә булһа ла, 80-се йылдарҙа “Ирәндек” берекмәһенә йөрөгән йәштәрҙән бөгөн республикабыҙ әҙәбиәтенең тотҡаһы булған әҙиптәр үҫеп сығыуы оло ҡыуаныс түгелме ни?! Һүҙҙәремдең буш түгеллеген аңлатыу өсөн уларҙың исемдәрен генә һанап китәйек. Бына улар: Гәрәй Исхаҡов, Мөслим Әбсәләмов, Ҡадир Әлибаев, Буранбай Исҡужин, Рәсимә Ураҡсина, Фәүзиә Юлдашбаева, Әлфиә Ҡырымғужина, Рәмил Ҡолдәүләтов, Әхмәр Үтәбаев, Рәйес Түләков, Нияз Мәһәҙиев, Лилиә Ҡәйепова, Фәнил Әбделмәнов, Рәмилә Ибраһимова, Зилиә Ҡужабәкова, Фәнүзә Биктимерова, Зөһрә Кашапова, Самат Фәйзуллин, Әнүәр Хәсәнов, Булат Әйүпов һәм башҡалар. Уларҙың күбеһенең ҡулъяҙмалары беренсе булып “Ирәндек”тә тикшерелде, нәшриәткә тәҡдим ителде һәм китап булып донъя күрҙе.

Беҙҙә ултырыштарҙың даими үтеүе хаҡында хәбәр Өфө әҙиптәре араһында тиҙ таралды. Бер мәл оло, билдәле яҙыусылар үҙҙәре “Ирәндек”те килеп күрергә, уның ултырышында, уҡыусылар менән осрашыуында ҡатнашырға теләүен әйтә, саҡырыу алмағандары өсөн үпкәләүҙәрен һиҙҙерә башланы. Шуға күрә тиҙҙән беҙ ултырышыбыҙға олпат яҙыусыларҙы ҡатнаштырыу буйынса бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар кисермәнек. Бына шул йылдарҙа Өфөнән килеп, беҙҙең ҡулъяҙмаларҙы тикшереүҙә, әҙәби кисәләрҙә ҡатнашҡан яҙыусыларҙың тулы булмаған исемлеге: Булат Рафиҡов, Яныбай Хамматов, Әнғәм Атнабаев, Динис Бүләков, Рәшит Солтангәрәев, Ғәлим Дәүләди, Роберт Байымов, Мирас Иҙелбаев, Аҫылғужа Баһуманов, Муса Сиражи, Рауил Ниғмәтуллин, Рәдиф Тимершин, Сабир Шәрипов һәм башҡалар. Олпат әҙиптәрҙең талапсанлығы, файҙалы кәңәштәре йәш яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын яҡшыртырға, аҙаҡ китап итеп сығарыуға ныҡ ярҙам итте.

“Ирәндек” берекмәһенең Өфөнән алыҫта, Урал аръяғында йәшәгән йәштәр өсөн рухи яҡтан ниндәй урын тотҡанлығын аңлатыу өсөн 1984 йылда көндәлегемә яҙған юлдарҙы килтерәм. Был һүҙҙәр аҫтына “Ирәндек”тең һәр ағзаһы ла ҡулын ҡуйырға риза булыр ине, тип уйлайым.

“Ирәндек”, “Ирәндек”! Һин булмаһаң, нисек йәшәр инек икән беҙ? Өс айға бер тапҡыр ғына йыйылһаҡ та, ике генә көн бергә булһаҡ та, ҡәләмдәштәрем менән осрашыуҙарҙан күпме ҡыуаныс, күпме дәрт, күпме илһам алам мин! Нисек һағынышып осрашабыҙ ҙа, нисек моңайышып хушлашабыҙ! Ә ҡайһылай ҡунаҡсыл ҡаршылайҙар беҙҙе ауылдарҙа, сығыштарыбыҙҙы нисек ихлас тыңлайҙар! Шул саҡ үҙебеҙҙең дә, әҙәбиәттең дә халыҡҡа ни тиклем кәрәк икәнлеген аңлағандай булабыҙ. Ләкин “Ирәндек”тең ултырышы, нисек кенә матур, файҙалы ойошторолмаһын, шундай тиҙ үтеп китә һәм хушлашыр мәл етә. Иң ҡыйыны – ошо. Һәм беҙ йәнә өс ай буйы осрашыуыбыҙҙы иҫләп һағышланабыҙ, киләһе ултырышты түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Тиҙерәк саҡыр беҙҙе, йый үҙ яныңа, һөйөклө “Ирәндек”!..

Буранбай буран туҙҙыра

Әлбиттә, берекмәлә осрашыуҙар ойоштороуҙан, ҡулъяҙмалар тикшереүҙән башҡа эштәр менән дә шөғөлләнергә тура килә ине.  

...“Ирәндек”тең тәүге ултырыштарында уҡ үҙенең үҙенсәлекле һәләте, тапҡыр теле менән Буранбай Исҡужин тигән йәш шағир иғтибарҙы йәлеп итте. Уның тиҙ арала китабын сығарыуына ла, ысын яҙыусы булырына ла бер кем дә шикләнмәне. Әммә ҡапыл... юҡҡа сыҡты: берекмәнең ултырышына йөрөмәй башланы, ҡайҙа икәнлеген бер кем дә белмәй. Беҙ уны эҙләргә тотондоҡ, ләкин бер нисек тә таба алмайбыҙ. Ара-тирә хәбәр ишетелеп ҡала: Себергә олаҡҡан, әҙәбиәтте ташлаған. Бер мәл ишетәбеҙ: тыуған яҡтарына ҡайтҡан һәм – ҡот осҡос яңылыҡ: эшендә уң ҡулын өҙҙөргән... Мин Баймаҡта эшләп йөрөгән талантлы шағирҙарға – Рәйес Түләков, Әхмәр Үтәбаев,  Нияз Мәһәҙиевтарға – Буранбайҙың ниндәй талантлы шәхес икәнлеген аңлатҡандан һуң, уны эҙләп табыуҙарын үтендем. Был һөйләшеү “Ирәндек”тең Сибайҙа үткән бер ултырышынан һуң булғайны. Рәйес, Әхмәр, Нияз минең Буранбай хаҡындағы һүҙҙәрем йоғонтоһо аҫтында автобуста Сибайҙан Баймаҡҡа ҡайтып барғанда, пассажирҙар араһындағы тапҡыр һүҙле шаян егеткә иғтибар итәләр, етмәһә тегенең уң ҡулы яртылаш  юҡ... Шағир егеттәр шунда уҡ унан һорайҙар: “Һин Буранбаймы?” “Эйе”, – ти теге. Шулай итеп, Буранбайҙы таптыҡ һәм киләһе ултырышҡа саҡырып алып килдек.

Тәү мәл Буранбай үҙенең ижадына бик битараф ине. Элек яҙған бар хикәйәләрен дә тиерлек юғалтып бөткән. Шуға ҡарамай, 1984 йылдың декабрендә булған республиканың йәш яҙыусылар конференцияһына “Ирәндек” берекмәһе исеменән Буранбайҙың юморескалар йыйынтығын тикшереүгә ҡуйҙырҙым. Шунда уҡ   хикәйәләрен табырға, тапмаһа, киренән яҙырға ҡуштым. Ул ныҡыш егет булып сыҡты: күп тә үтмәне, алдыма хикәйәләр йыйынтығын килтереп тә һалды. Уҡып сыҡтым, ашығыбыраҡ әҙерләгән, әммә конференциянан нәшриәт исеменә «Китапты сығарырға!» тигән фатиха алырға кәрәк ине, ә хикәйәләрҙе аҙаҡтан да еренә еткерергә була бит. Ләкин нисек итеп Әнғәм Атнабаев, Рәсих Ханнанов, Ибраһим Абдуллин, Рәдиф Тимершин кеүек олпат яҙыусыларҙың ыңғай фекерен алырға? Хәйлә ҡорҙом. Секция ултырышында беренсе булып һүҙ алдым да Буранбайҙың йыйынтығын бөтә яҡтан ныҡ ҡына тәнҡитләнем, бар етешһеҙлектәрен асып һалдым, хатта буласаҡ китапты юҡҡа сығарҙым. Аҙаҡтан Буранбай: “Һин шулай сығыш яһағас, мин ныҡ аптыраным, былай булғас, баҫылмай икән, тип ҡурҡтым”, – тигәйне. Әммә мин һүҙемде былай тип тамамланым: “Буранбай бик талантлы яҙыусы, әле ваҡыт бар. Ул мин әйткән бар етешһеҙлектәрҙе төҙәтеүенә шигем юҡ. Мин уның ҡулъяҙмаһын китап итеп сығарырға тәҡдим итәм”. Минән һуң ултырыштағы бар яҙыусылар: “Наил бар етешһеҙлектәрҙе әйтте, ҡабатлап тормайыҡ”, – тинеләр ҙә Буранбайҙың ҡулъяҙмаһын китап итеп сығарыу хаҡындағы тәҡдимгә ҡушылдылар. Күп тә үтмәй, Буранбайҙың был китабы донъя күрҙе. Шунан һуң Буранбай  ижадҡа ныҡлап тотондо. Уның  буран туҙҙырып әҙәбиәткә кире ҡайтыуында “Ирәндек” берекмәһе ҙур роль уйнаны, тип уйлайым.