Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Әлфидә ҠАНСУРИНА

Шағир-иҫәр

«Шағир-иҫәр» – кемдер әйткән шулай,

(Ғәйеп ташлаусыһы сер булһын!)

Әгәр инде иҫәр булһа шағир,

Торған ерҙә ерем убылһын.

Уйылманы... бәлки, шулай зарур,

Тыйып буламы ни йөрәкте?!

Нахаҡ һүҙҙе ҡай саҡ тыңламаҫҡа,

Бәлки, иҫәрлек тә кәрәктер?

 

Ҡороп ҡуйсы...

Ҡороп ҡуйсы ҡормаларҙы,

Бөгөн ҡояш ҡамасау.

Әлегә барлыҡ теләгем –

Был яҡтылыҡтан ҡасыу...

Кәйефтәрҙең төшкән сағы,

Болоҡһоған күңелем.

Күҙ йәшен ҡояш күрмәһен,

Мин бит илаҡ түгелмен.

Бәлки, ҡояш ғәйеп итмәҫ, –

Ҡороп ҡуйсы шулай ҙа.

Дошман күреп һөйөнмәһен:

«Еңелеүҙән илайҙыр»...

Ҡороп ҡуйсы ҡормаларҙы...

 

Бурандарҙа тыуған һөйөү

Беҙҙең һөйөү бурандарҙа тыуҙы.

Аҡ биләүгә генә ураныҡ.

Күҙҙәр генә әллә тейҙе микән,

Һалҡын елдән мәллә ҡыураны?

Ҡарҙар яуа... Уй-хистәрем минең,

Өйрөлмәләр булып өйрөлә.

Яҙмыштарҙың ебен бутай-бутай,

Бурандарға инеп өҙөлә.

Уйҙар әгәр ярһыу, сапсан икән,

Аҡыл йүгән булһын хистәргә!

Һине эҙләп инәм аҡ ҡыштарға.

Таба алмаһам, миңә нишләргә?

 

Бала инек

Беҙ ул саҡта бала инек әле,

Һартай буйҙарында үҙәндә –

Муйылдарҙың ҡотороп бешкән мәле,

Кемуҙарҙан емеш өҙгәндә,

Һындырғанда һинең ботаҡтарҙы,

Муйылҡайым, ниҙәр кисерҙең?

Рәнйейһеңме, иҫләп шул саҡтарҙы,

Әллә күптән беҙҙе кисерҙең?

Әле килеп шул саҡ һынған муйыл

Һыҙланыуы баҫты үҙемде.

Ҡаш өҫтөнә ҡулдарымды ҡуйып,

Эҙләйем мин йомарт үҙәнде.

Барыһы ла шул саҡтарҙа ҡалған,

Емеш бирмәй инде муйылдар.

Бала саҡтар беҙҙе эҙләп һаман,

Илай төҫлө Һартай буйында.

Инде емеш бирмәҫ муйылдар...

 

Әнейемдең йылы шәлдәре

Сит-яҡтарҙа йөрөп, өшөгәндә

Тәнем генә түгел, йәндәрем.

Күңелдәрҙе нурлап, иҫкә төшә

Әнейемдең йылы шәлдәре.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була:

Шатлығы бар, ауыр мәлдәре.

Көс өҫтәрҙәй шул саҡ иңдәремдә –

Әнейемдең йылы шәлдәре.

Самауырың ҡайнайҙыр өҫтәлдә,

Һүнмәгәндер өмөт шәмдәре...

Һин көт беҙҙе, әней, беҙ ҡайтырбыҙ,

Иңгә һалып мамыҡ шәлдәрең ...

 

Көҙгө елдәр

Көҙгө елдәр, ниңә иҫәһегеҙ,

Ҡурҡаҡ күңелдәргә  шом һалып?

Тыныслыҡҡа инде бер күнеккәс,

Мин тыңлайым һеҙҙе тын ҡалып.

Көҙгө елдәр, ниңә ҡапҡа шаҡып,

Йән өрөргә һүнгән өмөткә?

Килер кеше күптән килер ине,

Ишек ҡаҡмаҫ инде мин көткән...

 

***

Көслө булып өйрәндем дә һымаҡ –

Элеккеләй илаҡ түгелмен.

Әле ҡасан ғына күҙ йәштәрем

Ерле-юҡҡа әҙме түгелде?

Яуыз һүҙҙәр, яуыз күҙҙәр хәҙер

Тоҙ һалмайҙар ҡатҡан күңелгә.

Таш атҡанға инде таш атыуға

Өйрәндерә, ахыры, күнегәм...

Тик шулай ҙа ҡай саҡ көтмәгәнең,

Көтмәгәндә һуҙһа ярҙам-ҡул.

Эй, йөрәгем, зинһар, баҙап ҡалма,

Рәхимлерәк, рәхмәтлерәк бул!