Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рауил Бикбаев

Камиллыҡ ҡатарына кергән яҡшы!

Йыйылышҡа килешләй үк мин бынан илле биш йыл элек Өфөлә булып үткән тарихи ваҡиғаны хәтерләнем. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Ҙур залында ошоғаса беҙҙә быға тиклем  күрелмәгән әҙәби саралар уҙҙы.  Яңы барлыҡҡа  килеү осорон кисергән Рәсәй Яҙыусылар берлеге Башҡортостандың баш ҡалаһында үҙенең ойоштороу комитеты пленумын  уҙғарҙы. Уға тиклем республика матбуғатында ҡунаҡтарҙың байтаҡ шиғри шәлкемдәре, фекерҙәре баҫылды. Шул йылы  Башҡорт дәүләт университетының беренсе курсында уҡып йөрөһәм дә, миңә лә, башҡа йәш шағирҙар һымаҡ, ошо пленумдың тамашасыһы, йәғни тыңлаусыһы булырға насип иткәйне.

Олуғ йыйынды  Рәсәй Яҙыусылар союзының буласаҡ рәйесе  Леонид Соболев асты. Көн тәртибенә башҡорт әҙәбиәте хаҡында биш доклад ҡуйылғайны. Мостай Кәримдең «Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап» тигән  аһәңле доклады  нәҡ ошо сарала яңғыраны. Кирәй Мәргән, Әнүәр Бикчәнтәев, Ибраһим Абдуллин, Шәриф Бикҡол төрлө жанрҙар буйынса сығыштарында әҙәбиәтебеҙ үҫешенең актуаль мәсьәләләрен  күтәрҙеләр. Һиммәтле ҡунаҡтарҙан С. Михалков, В. Смирнов,      В. Катаев, Ғ. Әбсәләмов, А. Тимонен һәм башҡалар һүҙ алды. Шулай итеп,  Башҡортостан тарихындағы был иң ҙур әҙәби форум Рәсәй һәм тотош ил күләмендәге  әһәмиәтле күренешкә әйләнде  (әйткәндәй, ошо йыйындан һуң  мәшһүр Хәсән Туфанды йәш яҙыусылар һырып алған саҡта төшөрөлгән фоторәсемде ҡәҙерләп һаҡлайым,  ул матбуғатта ла баҫылды).

...Тарихты барлаһаҡ, Рәсәй Яҙыусылар союзының ойоша башлауында Башҡортостандың индергән өлөшө лә һәлмәк. Сөнки Евразия киңлектәрендәге бихисап этностарҙы берләштергән Рәсәй Федерацияһы өсөн милли әҙәбиәттәрҙең бәйләнештәрен үҫтереү һәр саҡ мөһим булды.

Һуңғы осорҙа евразиясылыҡ идеяһы яңынан популярлаша бара. Аңлашыла ки: бөгөнгө донъя йәмәғәтселеге тарҡалыуҙы инҡар итеп, берләшеү юлдарын  эҙләй. Донъялар үҙгәрә, кешеләр үҙгәрә.  Быуындар алмашына, тормош  майҙанына баҫҡан алмаш быуындың  донъяға ҡарашы башҡасалана.

Евразиясылыҡ идеяһы географик, сәнәғәт, тарихи, фәлсәфи, сәйәси, мәҙәни һәм башҡа  бик күп аспекттарҙы үҙ эсенә ала. Евразиясылыҡта беҙҙе бөтәһенән элек  яҡынайыу,  үҙ-ара аңлашыу, халыҡтар араһында рухи таяныстар эҙләү идеялары ҡыҙыҡһындыра, сөнки Көнбайыш һәм Көнсығыш әҙәби традицияларының үҙ-ара  бәйләнештәре айырыуса актуаль проблемаға әйләнде.

Кешелектең  бөйөк аҡыл эйәләре, мәшһүр  фәйләсүфтәре ғәҙәти, йәғни тар милләт-ара ҡыҫаларға һыймай. Гетеның «Көнбайыш – Көнсығыш диуан» исемле шиғырҙар йыйынтығы – кәнде ошо фекергә дәлил. Немец шағиры Көнбайыш – Көнсығыш традицияларына шәхсән ынтылышын түбәндәгесә аңлатҡан: «Көнбайыш менән Көнсығышты, үткәндәрҙе һәм хәҙергене, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, фарсыларҙың  һәм немецтарҙың традицияларын һәм фекерләү ҡеүәһен бергә уҡмаштырыу ине минең маҡсатым». Европа менән Азияны уҡмаштырған Башҡортостан иһә үҙенең  меңәр йыллыҡ тамырҙары менән Көнсығыштың һәм Көнбайыштың иң һәйбәт традицияларынан һутлана. Башҡортостандың донъяға ҡарашы  гелән асыҡ һәм киң булды.

Бынан күп йылдар әүәл Яйыҡ буйында дуҫтарым менән  балыҡ аулағанда мин  шаяртып әйтеп ҡуйғайным:«Беребеҙ  йылымды Азия ярынан, икенсебеҙ Европа ярынан тарта лаһа!» Яйыҡ... Ошолай боронғоса атай милләттәштәрем һаман Урал йылғаһын. Беҙ, башҡорттар, быуаттар төпкөлөндә үк был ерҙәрҙе Ватан  тип нарыҡлағанбыҙ. Эйе, уң аяғыбыҙ менән – Азияла, һулы менән  Европаға баҫҡанбыҙ. Әгәр  Азияла ҡурай уйнап ебәрһәк,  уның  моңона Европала йырлап ҡушылабыҙ. Европа далалары буйлап елгән ҡолонсаҡтың муйынындағы ҡыңғырау зыңы Азия  киңлектәрендә лә ишетелә. Хәлбүки,  ҡайһы ҡитғала йәшәүебеҙ, ҡайһыһына ерегеүебеҙ хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ,  Азия һәм Европа ерҙәренә  ышаныслы  баҫып донъя көтәбеҙ.

Гәрсә кем һуң беҙ, йәғни башҡорттар? Меңәр йыллыҡ  данлы тарихҡа сорналған азиаттармы, әллә «үтә цивилизациялы» европалылармы? Евразиясылыҡ  хаҡында  һөйләһәләр,  күҙ алдыма оҙон-оҙаҡ быуаттар ағымында  туҡылған бәйләнештәр һәм үҙ-ара йоғонтолар, халыҡтарҙың берен-бере рухи-матди байытыуы,  күңел  ҡәрҙәшлеге балҡып киткәндәй.

Башҡорт этносы  бөтәһенән элек тамырҙары менән  көнсығышҡа бәйле, милләттең рухиәте лә көнсығыш традицияларында формалаша һәм үҫешә.  923 йылда ғәрәп сәйәхәтсеһе Әхмәт Ибн Фаҙлан  үҙенең сәйәхәтнамәләрендә тәү тапҡыр телгә алғандан бөгөнгә саҡлы халҡыбыҙ ниҙәр генә күрмәй ҙә ниҙәр генә кисермәй. Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе, фарсы һәм ғәрәп мәҙәниәтенең йоғонтоһо һәм төрки халыҡтарҙың  берҙәмлеге, фин-уғыр, славян мөхите менән бәйләнештәр, һуңғы биш быуат дауамындағы колониаль баҫмасалыҡ – һәммәһе лә Евразия киңлектәрендә барған  бик тә ҡатмарлы процестарҙың айырылғыһыҙ өлөшө, милләтебеҙҙең рухи донъяһы, шул иҫәптән әҙәби һәм мәҙәни артылыштары сағыу тоҫмаллана. Шулай итеп, Евразия беҙгә әлмисаҡтан бирле йоғонто яһаған, тиһәләр, был раҫлауҙа  хәҡиҡәт тә юҡ түгел.

Туҡтаһыҙ хәрәкәттә фажиғәле бәрелештәр ҙә, ҡан ҡойоштар ҙа булған. Көслөләр көсһөҙҙәрҙе йотҡан, һуңғылары яңы мөхиткә яраҡлашҡан, хатта ки бәғзе халыҡтарҙың  ер йөҙөнән юғалғандары ла  байтаҡ. Бары тик  рухи яҡтан сыныҡҡан, тормошҡа талымһыҙ этностар ғына аяуһыҙ көрәштә еңеп сыҡҡан. Әгәр башҡорт халҡы ана шул ауыр  һынауҙарға бирешмәгән икән, тимәк уның рухи ҡеүәһе лә  ҡатҡыл булған. Ләкин иң әһәмиәтлеһе шул:һанап үтелгән йоғонтолар арҡаһында халыҡ аҡыллыраҡ була барған, донъяны нығыраҡ танып белгән, донъя көтөүҙә мул тәжрибә туплаған. Сөнки яңы рухи ҡиммәттәр тыуған, фәлсәфи ҡараштар үҫкән һәм нығынған, эстетик талаптар алмашынған һәм киңәйгән. Һәр этник ҡатлам өсөн  ҡитғаларҙың үҙ-ара бәйләнеше файҙаһыҙға үтмәгән, шул уҡ ваҡытта айыҡ аҡыл менән йәшәү, үҙ-үҙеңде  һаҡлау менталитеты өсөн көрәш тә ифрат  аяуһыҙ икәнлеге мәғлүм.

Әҙәбиәттең  үҫеше традицион образдарҙың эволюцияһы һәм мотивтарының балҡышы – ҡатмарлы процесс, был процесс этностың  оҙайлы рухи эҙләнеүҙәренә айырылғыһыҙ бәйле. Башҡорттарҙың образлы фекерләү системаһы быуаттар һуҙымында көнсығыш сәйәсәте һәм философияһы сфераһында  ярала. Боронғо башҡорттар тәбиғәтте илаһ урынына күреп ололоҡлай, йәнлектәргә һунар итерҙән алда, хатта  яңы ағасты йығырҙан әүәл улар Тәңренән  фатиха һораған. Матди донъяны улар бөтәһенән элек тойоп-белеү арҡаһында тормоштоң мәғәнәһенә төшөнөргә тырышҡан. XIX быуат аҙаҡтарында Башҡортостанды өйрәнеүсе Руф Гаврилович Игнатьев түбәндәгеләрҙе яҙған:«Башҡорт үҙенең йырҙарын һәм көйҙәрен яңғыҙ сағында импровизациялай. Урман эргәһенән уҙҙыниһә – урман хаҡында, тау битләүенән барһа –  тау тураһында, йылға буйлаһа – йылға хаҡында йыр сығарған. Ағасты ул  һылыуҡай менән сағыштыра, ялан сәскәләрен  ҡыҙ күҙҙәренә, ул кейгән күлдәктең төҫөнә  һ.б. оҡшата».

Музыкант-этнограф Сергей Гаврилович Рыбаков иһә:«Башҡорт халҡы тормошта, практик булыуҙан бигерәк, рәссам ул»,– тип билдәләгән.

Көндәлек мәсьәләләрҙән бигерәк, башҡорттарҙы  йәшәйештең мәғәнәһе нығыраҡ ҡыҙыҡһындырған. Нәҡ ошондай менталитет, йәғни башҡорттарҙың тәбиғәтте аңларға һәм һаҡларға ынтылышы, ә донъяны буйһондорорға йә үҙгәртеп ҡорорға тырышмауы үҙенең тамырҙары менән көнсығыштың  донъяны танып белеүенә, Азияның донъяны нисек бар шулай ҡабул итеүенә тығыҙ үрелгән. Башҡа халыҡтар менән татыу, күршеләрсә йәшәү башҡорттарҙың тормош принцибы һаналған. Үҙ-ара һыйышып, килешеп йәшәү теләге  атай-олатайҙарыбыҙҙы бынан 40 йыл элек Мәскәүгә юлландырған да инде. Унда  Евразия киңлегендә уникаль акт  бойомға аша: Рус дәүләте менән башҡорт халҡы араһында Киң хоҡуҡлы договор төҙөлә. «Цивилизация»лы Европа иһә был осорҙа  үҙ ҡул аҫтындағы халыҡтар менән бары тик  сыбыртҡы, сынйыр һәм зиндандар теле  аша мөғәмәлә итә.

Үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылғандан бирле Башҡортостанда тора-бара образлы фекер системаһы ла үҙгәреш кисерә. Урал тупрағында көнсығыштың донъяны танып белергә ынтылышы Европаның практицизм йоғонтоһона дусар ителә. Башҡорт сәхрәләрендә бығаса һабан төрәне теймәгән сиҙәм күтәрелә,  тау битләүҙәрендә аҫыл урмандар  рәхимһеҙ ҡырҡыла,  йәнлектәр ҡырыла, иҫәпһеҙ заводтар һалына. Кеше һәм тәбиғәт араһындағы нисбәттең емерелеүе, изге мәнфәғәттәрҙең  һәм гармонияның тапалыуы халыҡтың ауыҙ-тел ижадында, бигерәк тә сәсәндәр һүҙендә протест мотивтары уята.

Рәсәйгә ҡушылырҙан күпкә алдараҡ та башҡорттар күп мәртәбә илбаҫарҙарға ҡаршы ҡораллы  яуға күтәрелгән.  Һәм быларҙың бөтәһе лә эпостарыбыҙҙа һәм йырҙарыбыҙҙа  аһәңле  сағылыш тапҡан.  Әммә ул саҡтарҙа  кеше һәм донъя араһындағы гармония әллә ни боҙолмаған була әле. Ә тәбиғәт  тарихтың, халыҡтың  хәтер һандығы һымаҡ кәүҙәләндерелә. Башҡорттарҙың борондан уҡ халыҡ гимнына әүерелгән классик «Урал» йырының мәшһүр дүрт юлын ғына иҫкә төшөрөү ҙә етә:

Эй Уралым, һинән ҡырҡып алһам

Ат ҡыуырҙай шыйыҡ талдарың,

Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта

Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары.

Шағир һәм яугир Салауат Юлаевтың ижадында  ҡатын-ҡыҙ матурлығына һәм атайсал тәбиғәт ғәзизлегенә табыныу  азатлыҡ өсөн  көрәшкә әйҙәү мотивтары менән тығыҙ үрелгән. Фәлсәфи уйланыуҙар һәм нескә лиризм ҡобайырҙың  нәфрәтле юл-ауаздарынан күберәк тә. Үҙенең яугирҙарына шиғри һүҙ менән өндәшкән сағында Салауат ҡулдарына карателдәр тарафынан башҡорт ауылдарының  ҡуҙ-күмерен тотоп һөйләй. Шунлыҡтан уның поэзияһы  донъяға ер улының мөнәсәбәте менән туҡылған. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алайыҡ: Салауат Юлаев  күтәргән байраҡ аҫтында башҡорттар ғына түгел, ә татарҙар, сыуаштар, мариҙар, хатта рустар ҙа  алышҡа ингән. Тап бына ошо юҫыҡта башҡорт  юлбашсыһының эшмәкәрлеге милли күренеш кенә тип һаналмай, уны  ысын мәғәнәһендә  евразия ҡоласына тиңләргә лә мөмкин.

XVI быуат  аҙаҡтарынан  һуң Башҡортостан тупрағына  Көнбайыш  һәм Көнсығыш традицияларының үтеп инеүе бигерәк тә көсәйә. Әгәр элек Урал   ҡитғаларҙы айырып торғандай булһа, хәҙер иһә ул  Европа менән Азияны бер дәүләт биләмәләрендә тоташтыра. Нәҡ Башҡортостанды үҙенә ҡушҡаны бирле – XVI быуаттан Рәсәй дәүләтенең көнсығыш тарафтарҙа  биләмәләре киңәйә һәм XVIII быуатта Рәсәй империяһы донъя йылъяҙмаһында үҙ булмышын Евразия күренеше, анығыраҡ әйтһәк, Евразия державаһы итеп таныта. Әлеге үтә мөһим тарихи процеста Башҡортостандың роле бик тә һиҙелерлек. Тотош халыҡтың үҫеше кеүек, башҡорт әҙәбиәтенең үҫеүе лә  тап ошо арауыҡта бара һәм беҙҙең яҙмыш  бөтә  Рәсәй яҙмышына айырылғыһыҙ бәйләнә – был яҙмыштың  үҙенсәлектәре иһә барса донъяға евразиясылыҡ идеяһын тарата ла инде.

XIX быуатта  башҡорт әҙәбиәтендә суфыйсылыҡ поэзияһы төп йүнәлеште ала.  Суфыйсылыҡ әҙәбиәте, нигеҙҙә, кешенең Хоҙай менән бәйләнешен үҙәккә ҡуйып, әҙәм балаһының рухи ҡиммәттәрен алға сығара, шул уҡ ваҡытта  матди  байлыҡҡа  ынтылышын ҡәһәрләй. Айырым суфыйҙарҙың  бәғзе әҫәрҙәре тормош тәжрибәһен һәм халыҡтың аҡыл-фиғелен һанға һуҡмаһа ла, асылда  суфыйсылыҡ шиғриәте ысынбарлыҡтан алыҫ торҙо. Әммә, заман елдәренә ярашлы, XIX быуат аҙағында, боронғо  тормош ҡалыбын һәм  донъяны  традицион өйрәнеү-ҡабул итеү  һыҙаттары үҙен  ярайһы ныҡ һиҙҙерткән хәлдә лә,  рухиәт өлкәһенә  Рәсәйҙең һәм Көнбайыштың йоғонтоһо баҙығыраҡ инә. Мәғрифәтселек әҙәбиәте үҫешә, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев ише зыялылар  халыҡты белемгә өндәй. Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән өндәмәһе XIX быуат  ахырында яу ораны һымаҡ яңғырай. Мәғрифәтселек мәсьәләләрен, туған халҡына белем биреүҙе шағир киләсәсккә ҡараш ташлап күтәрә.  Бына уның аһәңле нәсихәте:

Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдар ҡатарына  кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

Башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәтен үҫтереүҙә Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев тәрән эҙ һала.  Үҙенә замандаш зыялыларҙан айырмалы рәүештә,  ул  фарсы һәм ғәрәп телдәрен генә түгел, рус телен дә  бик камил үҙләштерә. Төрки мәҙәниәтендә беренселәрҙән булып  Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, шағирҙың тыуыуына 100 йыл  тулыу алдынан, бөйөк Пушкиндың «Баҡсаһарай фонтаны»  поэмаһын башҡортсаға  ауҙара. Юғары ғилемле әҙәбиәтсе һәм  фән әһеле булараҡ,  Өмөтбаев  үҙенең тикшереүҙәрендә  Башҡортостандың Рус дәүләте менән берләшеүенең прогрессив әһәмиәтен  билдәләй.

Октябрь революцияһына тиклем үк әле башҡорт әҙәбиәтендә Көнсығыш  традициялары көслө була. Өфө Рәсәйҙең  мәғрифәтселек һәм  дини-рухани  үҙәктәренең береһенә әүерелә:мосолман Диниә назараты эшләй һәм «Ғалиә» мәҙрәсәһе киң популярлыҡ яулай. Бында башҡорттар һәм татарҙар менән бер ҡатарҙан Ҡаҙағстан, Кавказ  ҡәүемдәре вәкилдәре  белем ала, мәҙрәсә тамамлағандан һуң уларҙың күптәре билдәле яҙыусылар булып таныла. Башҡортостан  әҙиптәре иһә алыҫ-алыҫ тарафтарҙа  таныҡлыҡ яулай.  Башҡорттар ҙа, ҡаҙаҡтар ҙа, татарҙар ҙа Аҡмулланы үҙҙәренең шағиры тип иҫәпләй. Мәжит Ғафури һәм Шәйехзада Бабичтарҙың ижади балҡышы башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, ҡәрҙәш халыҡтар мәҙәниәтендә лә абруй ҡаҙана, Көнсығыш традициялары үҫешкән бер мәлдә Рәсәйҙең мосолман донъяһына, бигерәк тә башҡорт менән татар мөхитенә, Көнбайыш цивилизацияһы ҡаҙаныштарын айырыбыраҡ әйткәндә, рус мәҙәниәте һәм Рәсәй ҡаҙаныштарын ҡыйыуыраҡ индерергә өндәмәләр көсәйә. XX быуат баштарында Мәжит Ғафури «Себер тимер юлы», «Аурупа-Азия» һәм башҡа әҫәрҙәрен яҙа, уларҙа шағир Азия һәм Европа  ҡаҙаныштарының кире яҡтарын да, ыңғай яҡтарын да  ифрат тапҡыр  һүрәтләй. Сөнки Европаның  фәнни-техник  прогресын  Мәжит Ғафури иң перспективалы модель тип иҫәпләй.

Революциянан һуң башҡорт әҙәбиәтенең эволюцияһы һәм милли әҙәбиәтебеҙҙең рус, көнбайыштың классик әҙәбиәте менән бәйләнештәре көсәйә барыу процесында яңы жанрҙар һәм формалар барлыҡҡа килә. XX быуаттың егерменсе йылдар аҙағында  Ғәйнан Хәйри тарафынан «Боролош» тигән тәүге башҡорт романы яҙыла. Ләкин был әҫәргә бары тик уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ғына донъя күрергә насип итте.  Утыҙынсы йылдарҙа иһә роман жанрын үҫтереүгә Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Имай Насыри тос өлөш индерәләр. Яңы эстетик тәжрибә туплай барыусы әҙәбиәтебеҙ үҙенең художестволы ҡаҙаныштарын һәм донъя мәҙәниәте  традицияларына ауаздашлығын  өр-яңы күҙлектән баһалауҙы алға һөрә. Мәжит Ғафуриҙың «Аурупа-Азия»һы ташҡа  баҫылыуға ярты быуат уҙғандан аҙаҡ Мостай Кәрим үҙенең  киң билдәле «Европа-Азия» тигән шиғри циклын ижад итте, был шәлкемдә иһә  айырым шәхестең, халыҡтың һәм кешелектең үҙ-ара ҡатмарлы бәйләнештәре бик тә ҡоласлы, шул уҡ ваҡытта  үтә лә тос асып бирелә. 

Шуны ла әйтергә кәрәк: уҙған быуаттың 30-сы  йылдарында ижади бәйләнештәрҙең үҙгәреүҙәре һөҙөмтәһендә әүәлдән ҡулланылған ғәрәп-фарсы әҙәби терминологияһында  көнбайыш  терминологияһы  нығыраҡ  инә башлай. Мәҫәлән,  ҡәҙимге ҡисса, мәҙхиәләр «ода» менән алмаштырыла, мәрҫиә – элегия, мәҫәл – басня, ҡисса – миниатюра, шәлкем  цикл булып китә, әҙәби жанрҙар билдәләмәһендә башҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта бәғзе көнсығыш терминдарын башҡорт һүҙҙәре ҡыҫырыҡлай: диуан – йыйынтыҡ (шиғри), нәсихәт (өгөт), кәңәш (совет) һ.б. Дөрөҫ, ғәрәп-фарсы традициялары  жанрҙар системаһында, интонацион яңғырашта, стилистик үҙсәнлектәрҙә хәҙер ҙә ярайһы ныҡ һаҡлана, тик улар  көнсығыш поэтикаһының  классик ҡанундарына бәғзе йәһәттән тап килеп бөтмәй. Ошоно уҡ Көнбайыш әҙәбиәтенән беҙҙәге ҡулланышҡа ингән жанрҙарға һәм формаларға  ҡарата ла әйтергә мөмкин.

Үҙенә  донъя әҙәбиәте  тәжрибәһен һеңдереп,  Көнсығыш  һәм Көнбайыш  традицияларын уҡмаштырып (синтез), бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте традицион сюжеттарҙы һәм образдарҙы яңыса  тоҫмаллата.

Миҫал  өсөн йәнә  Мостай Кәримгә мөрәжәғәт итәйек. Әгәр шағирҙың «Йылмайыу», «Сер» поэмаларында Көнсығыш  ҡисса-хикмәттәре шауҡымы үҙенсәлекле үҫтерелһә, «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһында иһә мифик геройҙың образы яңыса асыла, ә бит шуғаса Прометей хаҡында Европаның  мәшһүр шағирҙары аҫыл  әҫәрҙәр ижад  иткәйне. Прометейҙың кешеләргә ут биреүе – төп ваҡиға. Был ваҡиға  быуаттар һуҙымында әҫәрҙән-әҫәргә ҡабатланып килде. Мостай Кәрим иһә был ситуацияны яңы яҫылыҡҡа күтәреп, бүтәнсәрәк хикәйәләй. Башҡорт шағирының новаторлығы нәҡ ошонан ғибәрәт. Мөһабәт шиғри трагедияһын тыуҙырырҙан алда уҡ Мостай Кәрим:«Мин Прометей образын, уның хаҡындағы легенданы үҙемсә, яңы  фекер  юҫығында  кәүҙәләндерергә теләйем. Мине ошо проблема ҡыҙыҡһындыра:  герой тапшырған утты кешеләр нисек ҡабул иткән һуң? Боронғо бәйәндә был хаҡта бер ни әйтелмәй. Минең уйлауымса, кешеләрҙең идеяға, идеалға, хыялға мөнәсәбәте – бик тә мөһим». Шулай итеп, традицион сюжет һәм классик образдар Мостайса һыҙатланыш ала, һөҙөмтәлә уның әҫәре ҡалыплашҡан ҡараштар менән бәхәскә инә һәм  илаһтар менән көрәшеүсе хаҡындағы популяр мифтың йөкмәткеһенә оригиналь  һыҙаттар өҫтәй.

Йыйып ҡына әйтһәк, башҡорттарҙың һүҙ сәнғәте йылдар уҙған һайын үҙенә  Европа менән Азияның  эстетик тәжрибәһен  тулыраҡ һеңдерә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт әҙәбиәтенең бейеклектәре, миҫал өсөн, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Назар Нәжми, Яныбай Хамматов, Әхиәр Хәкимов, Флорид Бүләков һәм башҡаларҙың  ижади артылыштары  бүтән милләттәрҙең рухи  хазиналары кәштәһенә  өҫтәлә бара.

Уҙған быуаттың  80-се йылдарында уҡ әле Сыңғыҙ Айытматов үҙенең бер сығышында, хәҙерге донъя әҙәбиәтенең үҫеш юлдарын барлап, фәһемен белдергәйне: «Бөтәһе лә һәммәһенә ҡағыла». Ошо уҡ фекергә Сыңғыҙ Гусейновтың:«Һәр әҙәбиәттән   һәр әҙәбиәт өйрәнә» тигән һынамышы ла ауаздаш. Ҡытай йәки ғәрәп, инглиз йә иһә рус телдәренә ҡарағанда, әлбиттә, башҡорт телендә китаптар сағыштырғыһыҙ әҙ яҙылған. Тик мин  оло яуаплылыҡ  һәм ғорурлыҡ менән  шуны әйтәм:  башҡорт телендә ошоғаса яманлыҡҡа һәм көсләүгә әйҙәгән, фәхишәлекте һәм  боҙоҡлоҡто пропагандалаған бер генә китаптың да баҫылғаны юҡ.

Ер йөҙөн  күп һанлы һәм әҙ һанлы халыҡтар төйәкләй. Ләкин  милләттәргә  ҡарата кеше иҫәбен ҡулланыу хилаф. Һәр этнос кешелектең  рухи булмышында яҙмышы һайлаған билдәле бер урынды биләй һәм  дөйөм  йәмғиәт үҫешендә  үҙ эҙен ҡалдыра.

Мәғлүм ки, Лев Толстой башҡорт далаларында күп тапҡырҙар йәйге ялын үткәргән. Ҡатыны Софья Андреевнаға ебәргән бер хатында ул:«Бөтәһе лә яңыса һәм күп нәмә ҡыҙыҡ:  шул иҫәптән Геродот һулышы аңҡыған башҡорттар ҙа...» – тип яҙған. Әгәр башҡорт ҡымыҙы  уның һаулығын нығытһа, башҡорттарҙың көнитмеше иһә бөйөк рус яҙыусыһын «Кешегә күпме ер кәрәк?», «Ильяс» кеүек тәрән фәлсәфәле хикәйәләр ижад итеүгә илһамландырған. Евразиясылыҡ хаҡында һүҙ йөрөтһәк, бындай осраҡтарҙы хәтерләмәҫкә хаҡыбыҙ юҡ. XVI быуатта  Башҡортостанды  үҙенә ҡушҡас,  Рәсәй өсөн  Себерҙе  буйһондороуға һәм евразиясылыҡ юҫығындағы дәүләт булдырыуға ыңғай тәүшарттар тыуҙырыла. 1917 – 1919 йылдарҙа башҡорттар  ҡулдарына ҡорал алып үҙҙәренең дәүләтселеге өсөн көрәшәләр һәм Зәки Вәлиди юлбашсылығында Рәсәйҙә иң беренсе автономиялы республика ойоштороуға өлгәшәләр. Шул осор  Вәлиди Туған иң тәүгеләрҙән булып федерализм принцибын иғлан итә, сөнки ул был принципты милли дәүләтселектең нигеҙ ташы тип һанай. Ана шулай итеп, Рәсәйҙә федерализмдың үҫеш алыуына Башҡортостан индергән өлөш ифрат һәлмәк.

Зәки Вәлиди Туғандың  евразиясылыҡҡа мөнәсәбәте бер яҡлы ғына булмай.  Ғүмеренең һуңғы йылдарында киң ҡоласлы «Хәтирәләр» китабында – ә уның был хеҙмәте Башҡортостандың егерменсе быуаттағы тәүге сирегендәге панорамаһын асыҡ кәүҙәләндерә – түбәндәгеләрҙе яҙа:«Берлиндағы татар интеллигенттары күңеленә хуш килгән «Евразия» хәрәкәте хаҡында һөйләгәндә, мин,  был хәрәкәт Рәсәй империяһы өсөн... көнсығыш халыҡтарҙы  артабан  йотоуҙың  алдаҡ сараһы булып хеҙмәт итә, тигәнерәк рухта  сығыш яһағайным». Гәрсә ул саҡтағы  евразиясылыҡ менән  был мәсьәләне бөгөнгө күҙлектән тоҫмаллау – бер үк нәмә түгел. Шулай ҙа  Зәки Вәлидиҙең – зирәк сәйәсмәндең һәм  мәшһүр  көнсығыш белгесенең ҡаһарманлығын иң тәүҙә ғәҙәти ҡанундарҙы емереүендә, халыҡ-ара киң бәйләнештәр урынлаштырыуында күрәбеҙ. Оҙон-оҙаҡ йылдар буйы нисәмә илдең бихисап ғалимдары йә евроцентризм шауҡымынан айырыла алмай, йә  тик көнсығыш тәжрибәһенә генә таянып  эш иткән. Зәки Вәлиди иһә Төрки тарихнамәһендә беренсе булып Көнсығыш менән Көнбайыштың үҙ-ара бәйләнештәренә юл аса.

Тормошта аптырарлыҡ тап килеүҙәр осрай. Бына шуларҙың береһе. Ғәжәп бит, башҡорттарҙы  телгә алған Ибн Фаҙландың Волга буйына сәйәхәте хаҡындағы яҙмаларының  иң тулы вариантына теүәл  мең йылдан һуң Мешхед тигән Иран ҡалаһындағы мәсеттең китапханаһында нәҡ башҡорт Зәки Вәлиди юлыға. Ҡиммәтле табышы хаҡында ул  1924 йылда  «Рәсәй Фәндәр академияһы хәбәрҙәре» баҫмаһы аша тотош ғилем донъяһына белгертә. Һәм был асыш  Көнсығыш Европа халыҡтары тарихын  өйрәнеүҙә иң бай мәғлүмәтле сығанаҡҡа әйләнә.

Евразиясылыҡ идеяларында  этностарҙың  тиң хоҡуҡлылығы, милләттәрҙең  рухи үҫеше мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтеү мөһим принциптарҙан һанала.  Әммә  һуңғы осорҙа,  халыҡтар ғаиләһендә  беҙгә тотҡан урынды  глобалләшеү билдәләй һәм күрһәтә, тигәнде лә  йыш ишетәбеҙ.

Кешелек берләшә – был процесҡа  кем ҡаршы сыҡһын инде? Ерҙәге тормош та  бергә тупланған һәм бер тамырҙан  һутланған бит. Әйтәгүр, экосистема булараҡ, Ер шары – бер бөтөн. Хоҙай Тәғәлә лә һәммәбеҙ өсөн  бер бөтөн. Шуға күрә лә барса диндәр ҙә халыҡ-ара туғанлыҡты көҫәй. 

Глобалләштереүҙе ҡабул иткән хәлдә лә, беҙ  был процестан халыҡтарҙың  үҙ йөҙөн юғалттырмауын, милли мәҙәниәттәрҙе һәм дини инаныстарын һаҡлауҙы  талап итергә хоҡуҡлыбыҙ.

Эйе, глобалләшеү – бөтә мәҙәниәттәр өсөн дә, мәғарифтың бөтә системалары, барса милли әҙәбиәттәр  өсөн дә  ҡаты  һынау ул. Һүҙ ҙә юҡ, аҙ һанлы халыҡтар өсөн был һынау, күп һанлы халыҡтарға ҡарағанда, ифрат ҡатмарлы. Һөҙөмтәлә глобалләштереүҙең объектив барышы тора-бара кире эҙемтәләргә килтереүе ихтимал; бөтәһенән элек  бәләкәй этностар өсөн. Уйлауымса, XXI быуатта  бары тик  үҙен фәнни артылыштар һәм техник фекерләүе төрҙәре менән  байытҡан халыҡ ҡына глобалләштереү карабынан төшөп ҡалмаясаҡ, әммә бер шарт менән: әгәр был  этнос  туған телен һәм ғәзиз моңон юғалтмаһа, ҡулында милләт шәхсиәтенең үҙенсәлекле танытмаһын – милли  китабын   кәметмәй йәшәһә.

Һәр милли  әҙәбиәттең  үҙенә генә хас юлы, үҙенә генә хас  үҫеш ҡиблалары бар.  Әлбиттә, иң төп,  тормошто раҫлаусы ҡибла – ул үҙ этносыңдың  донъяһын  мөмкин тиклем тәрән һәм сағыу образдарҙа асыу. Шул уҡ ваҡытта  милли  офоҡтар менән генә  сикләнеү,  үҙ  ҡәүемеңдең ҡабатланмаҫлығын,  теге йәки был  үҙсәнлеген  дәлилһеҙ, туҡтауһыҙ ҡабартыу ҙа  килешмәй.

Миллилектән дөйөм кешелек синтезына, һәр әҙәбиәттә образлылыҡ системаһын тотош донъяла өлгәшелгән заманса художестволы табыштар яҫылығында  үҫтерергә ынтылыш, тар образлылыҡтан  күп образлылыҡҡа ынтылыу – бары тик ошондай  берҙәмлектә, ҙурҙан ҡубып әйтһәк, беришлектә генә  һүҙ сәнғәте  үҙенең яңы баҫҡысына күтәрелә ала, тип уйлайым.

Азиат  булырға, шул уҡ ваҡытта европалы  булырға – был  һыҙаттар гармоник рәүештә үҙ-ара ярашырға тейеш. Асылы менән бары тик азиат йәки европалы булырға, бары тик  көнсығыш йә иһә  көнбайыш  юҫыҡтағы яҙыусы була алмай бөгөнгө әҙәбиәтселәр. Әлбиттә, көнбайыш йә көнсығыш образлылыҡ фәлсәфәһен төбөнә төшөп ижад итеү бик һирәк мәшһүрҙәрҙең генә ҡулынан килә. Бөгөнгө әҙәби мөхиттә бөйөк Сыңғыҙ Айытматовтың ижады ана шундай күренешкә әйләнде.

Глобалләшеү һәм Интернет быуатында Көнбайыш менән Көнсығыш бер-береһенә бик ҡыҙыу, бик тығыҙ тартыла һәм уҡмаша. Йылдар уҙған һайын Көнсығыш Көнбайыштың йоғонтоһона нығыраҡ бирелә, ә Көнбайыштағы замандаштарыбыҙ  Көнсығыштың фәлсәфи аҡылын күберәк  үҙләштерә бара.

Глобалләшеү, бәлки, кирегә бороп булмай торған процестыр ҙа, мәгәр ул  процесс үҙенең йүнәлешендә «шәхес – халыҡ – кешелек» тигән өс тағанды үҙәккә  ҡуйһа ғына  алға  ынтыласаҡ.  Емерелгән яҙмыштар,  иҙелгән милләттәр, таланған дәүләттәр өйөрмәһендә дөйөм бәхеткә эйә  йәмғиәт төҙөп булмаясағы  көн кеүек асыҡ. Заманалар ағышының бөгөн беҙгә биргән  төп һабағы, моғайын, ошолор ҙа әле.

Агрессив глобалләшеүҙән айырмалы рәүештә, евразиясылыҡ идеяһының нигеҙен  бары тик  экономик  маҡсаттар ғына түгел, бәлки, рухи  ҡиммәттәрҙең бер-береһенә тартылыуы, бер-береһен байытыусы мәҙәни бәйләнештәр тәшкил итә.  Евразиясылыҡтың өҫтөнлөгө нәҡ шунда. Тимәк, милли әҙәбиәттәрҙең  роле һәм тәғәйенләнеше ошоға таянырға бурыслы. Шул иҫәптән башҡорт әҙәбиәтенең дә булмышы ошо ҡиблаларҙан тайпылмаҫҡа тейеш. Мостай Кәрим әйтмешләй: «Йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ  бүлешкәндән арта ғына».