Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Наил Ғәйетбай

Өҙөк-йолҡоҡ хәтирәләр

Бәләкәй генә аңлатма

Ғүмерҙең тиҙ үтеп барыуы күңелдә һәр саҡ һағыш тыуҙыра. Әммә ҡыуаныс та солғай йөрәкте. Яҡты хыялдарға ынтылып, күпме матур эштәр башҡарылған, нисәмә шатлыҡлы мәлдәр кисерелгән. Әлбиттә, хаталар ҙа яһалған. Уларһыҙ буламы ни тормош? Һағышы ла, ҡыуанысы ла мөлдөрәмә булғанға ла йәмле бит ул йәшәмеш. Ошо сәбәпле беҙ тормошто яратабыҙ, беҙ уға ғашиҡ! 

Мин дә, бар кешеләр кеүек, был донъяны, тормошто яратам. Ана шуға ла ошо хәтирәләремдә бер нәмәне лә йәшермәй, ғүмеремдең шатлыҡтарын да, үкенестәрен дә яҙырға тырыштым. Уңыштарым хаҡында һүҙ барғанда маҡтаныр өсөн түгел, ә маҡсатҡа өлгәшеү юлдарын һәм ысулдарын күрһәтергә ынтылдым, хаталарымды һүрәтләгәндә үкенеү һәм аҡланыу өсөн түгел, ә уҡыусылар фәһем алһын, минән айырмалы рәүештә, яҙмыштарын дөрөҫ ҡорһон тип ниәтләндем. Хәтирәләрҙе һеҙҙең иғтибарға тапшырам. Уларға баһа биреү –  һеҙҙең ихтыярҙа...

Ихтирам менән: автор.

Үткән ғүмер – аҡҡан һыу

Бала саҡтан өлкәндәрҙең: “Һай, был тормош! Төш кенә кеүек булды. Үткәне лә һиҙелмәне!” – тиеүҙәрен ишеткеләй инем.

Уйламаным да, тоймай ҙа ҡалдым – ҡапыл үҙем шулай тип әйтер йәшкә еткәнмен. Ысынлап та, тормош ығы-зығыһы менән мәшғүл булып йөрөп, етмешкә атланғанымды һиҙмәгәнмен дә! Ни өсөн шулай тиҙ, ҡапыл үтте был алтмыш биш йыл ғүмер? Мин ошо хаҡта уйландым һәм ҡыҙыҡ ҡына фекергә килдем.

Баҡһаң, беҙ тормош барышында даими рәүештә үҙебеҙгә ниндәйҙер маҡсат ҡуябыҙ ҙа шуға ынтылып йәшәйбеҙ икән. Маҡсатҡа өлгәшкәс тә, ынтылыш юғала һәм шул ынтылыш менән йәшәгән ғүмер ваҡытлыса йәшәлгән булып сыға.

Ошонан сығып ҡарағанда – мин бик ғәжәпләндем – ғүмерем фәҡәт ваҡытлыса йәшәүҙәр теҙмәһенән торған икән.

Мәҫәлән, мәктәп, институт ваҡытлыса икәнлеген һәр кемебеҙ белә, сөнки улар киләсәк тормош өсөн баҫҡыс ҡына, ҡасан да булһа тамамлана. Был 1955 – 1972 йылдарҙа булды. Мин 7 йәштән 24 йәшкәсә уҡыным. 

1972 – 1976 йылдар (миңә 24 – 28 йәш). Мин институт тамамлап, Кемерово өлкәһенә эшкә ебәрелдем. Был осорҙоң да ваҡытлыса икәнлеге көн кеүек асыҡ ине, сөнки мин Башҡортостанға мөмкин тиклем тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға йыйына инем. Тәүге повесым “Ағиҙел” журналында баҫылып сыҡҡас, был тойғо тағы ла көсәйә төштө.

1976 – 1978 йылдар (28 – 30 йәш). Сибай тау-байыҡтырыу фабрикаһында өлкән механик булып эшләйем. Аҡсаһы күп, әммә эше бик ауыр, күп ваҡытты, энергияны ала, шуға яҙышып булмай. Етмәһә, кешелә фатирҙа йәшәйбеҙ. Бындай тормошто, әлбиттә, ваҡытлыса тип һанай инем.

1978 – 1981 йылдар (30 – 33 йәш). Фатирлы булдым. Яратҡан эш таптым (конструкторҙар бюроһында өлкән инженер). Ниһайәт, төп тормошом менән йәшәй башланым тигәндә, ҡатыным менән аралар   боҙолдо. Ә бит икенсе улым тыуғайны, ике китабым донъя күргәйне. Былай йәшәү мөмкин түгел, тигән уйҙар был мәлде лә ваҡытлысаға әүерелдерҙе.

1981 – 1983 йылдар (33 – 35 йәш). Ғаилә менән хәлдәр бик хөртәйгәс, Мәскәүгә Юғары әҙәби курстарға уҡырға киттем. Ә уҡыу осоро һәр саҡ ваҡытлыса.

1983 – 1986 йылдар (35 – 38 йәш). Китаптарым сыҡты, эшем һәйбәт, шахмат буйынса күп тапҡыр Сибай ҡалаһының чемпионы булдым. Урал аръяғындағы йәш яҙыусыларҙың “Ирәндек” әҙәби берекмәһен етәкләйем, даими рәүештә осрашабыҙ, әҫәрҙәр тикшерәбеҙ, халыҡ алдында сығыштар яһайбыҙ. Әммә ғаилә хәле иҫ киткес хөртәйҙе, һәм был ваҡытлыса осор айырылышыу менән тамамланып ҡуйҙы.

1986-1987 йылдар (38-39 йәш). Йәнә Мәскәүгә Юғары театр  курстарына уҡырға киттем.

1987-1988 йылдар (39-40 йәш). Сибайға ҡайттым. Нисек йәшәргә белмәйенсә ер менән күк араһында өҙгөләнгән осор. Әлбиттә, бындай тормошта  бер кем дә ғүмер буйы йәшәргә теләмәй.

1988 – 1990 йылдар (40 – 42 йәш). Яңынан өйләндем. Өфөгә күстем. Китаптарым сыға. Пьесалар яҙыла һәм ҡуйыла. Ниһайәт, тормошом төп өлөшөнә күсте кеүек. Тик фатир юҡ, эш (Яҙыусылар союзында әҙәби консультант) ваҡытты күп ала. Яҙышырға ваҡыт ҡалдырмай, шуға был осорҙа эштән китер, фатир алыр көндө көтөп йәшәнем.

1990 – 1992 йылдар (42 – 44 йәш). Тормошомдоң иң бәхетле мәлдәренең береһе. Кәләшем менән өй һатып алып, ауылда йәшәп ятабыҙ. Улыбыҙ тыуҙы. Бер ҡайҙа ла эшләмәйем, фәҡәт ижад менән шөғөлләнәм. Шул осор 6 пьеса, 8 повесть (шул иҫәптән 6 повестан торған, балалар араһында бик популяр булған “Ҡара ҡумта” романы), тиҫтәләгән хикәйәләр яҙҙым. Бөтә ғүмерем шулай дауам итер кеүек ине. Әммә ул да ваҡытлыса булып сыҡты. Сөнки...

1992 – 1998 йылдар (44 – 50 йәш). Мәҙәниәт министры Салауат Әминев, Өфөнән фатир бирәм, тигәс, министр урынбаҫары вазифаһын башҡарырға риза булдым. Бер-ике йыл эшләрмен дә, фатир алғас, был эштән китермен тигәйнем. Әммә ундай яуаплы вазифанан анһат ҡына ебәрмәйҙәр икән. Алты йыл эшләп ташланылды. Иң ҡыйыны – көнө-төнө эш тип йөрөп, ғаиләмде, балаларымды һирәк күрә инем. Ә донъяла ғаиләнән, балаларҙан ҡәҙерлерәк, мөһимерәк бер нәмә лә юҡ. Аллаға шөкөр, был  осор ҙа ваҡытлыса булды.

1998 – 2000 йылдар (50 – 52 йәш). Йәнә тормошомдоң төп өлөшө башланды кеүек. Ошо ике йылда 4 пьеса, 2 повесть яҙып ташланым. Көтмәгәндә...

2000 – 2007 йылдар (52 – 59 йәш). Министрлыҡҡа саҡырып, ҡаршылашыуыма ҡарамайынса, “Тамаша” журналының баш мөхәрриренә өҫтәп, Милли әҙәбиәт музейына генераль директор итеп тәғәйенләнеләр. Ваҡытлыса, тип...

Музейҙың “м” хәрефе лә юҡ ине. Уны нулдән башлап ойошторорға кәрәк булды. Әммә ике вазифа башҡарыу уғата ауыр. Уның ҡасан да булһа сиге булырға тейеш. Ниһайәт, 2007 йылда,  күп тапҡырҙар үтенеп һорай торғас, музейҙан ебәрҙеләр.

Шулай итеп, был тормошта гел генә ваҡытлыса миҙгелдәрҙә йәшәгәнмен булып сыға. Ә ваҡытлыса тип йәшәгәндә кеше һәр саҡ был дәүерҙең аҙағын түҙемһеҙләнеп көтә, тиҙ генә үтеп китеүен теләй, ошо сәбәпле ваҡытлыса осорҙарға бүленгән ғүмерҙең үтеп киткәнен һиҙмәй. Ана шуға ла ғүмер тиҙ генә үтеп киткән кеүек тойола. 

Шулай ҙа, алтмыш биш йәшкә еткән мәлдә, мин төп тормошом менән йәшәй башланым шикелле. Күҙ теймәһен, ғаиләм матур. Ашыҡмай ғына, һәүетемсә генә ижад менән шөғөлләнәм. Алдымда мотлаҡ өлгәшергә тигән оло маҡсат та юҡ, бөтәһенә риза булып, бөгөнгө көнгә ҡыуанып йәшәйем, Аллаға шөкөр. Түбәндәге мемуарым ошо ваҡытлыса дәүерҙәргә – яҙмыш  һикәлтәләренә   шәхсән ҡараш, аңлатма рәүешендәрәк яҙылды.

Ҡала һыйыры

Иҫ белгәндән шуны яҡшы хәтерләйем: иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә беҙҙең ғаилә “бесән” дә “бесән” тип ҡаңғыра. Сөнки, ҡалала йәшәһәк тә, беҙҙең һыйырыбыҙ бар. Уға бесән әҙерләү оло бер проблемаға әйләнә. Беренсенән, бөтә бесәнлектәргә ауыл  Советтары хужа, улар ҡала кешеләренә сабырға рөхсәт бирмәй. Төрлө хәйләләр менән сапҡан хәлдә лә, күбәләп ҡуйылғандарын, ҡарап тормаһаң, яҡындағы ауыл кешеләре урлап алып китә. Яйын табып алып ҡайтам тиһәң, милиция бесәнде ҡалаға индермәй. Ул проблеманы еңеп сыҡһаң, бесәнде өй янына һалдырырға янғын һүндереүселәр рөхсәт итмәй, шуға фәҡәт ныҡлап ҡар яуғас ҡына трактор менән тарттырып килтерә торғайныҡ. Ни өсөн ауыл халҡы бесәнде ҡасан теләһә шул ваҡытта өй янына килтереп өйә алған, ә ҡала кешеләренә рөхсәт ителмәгән – быны мин бер нисек тә аңлай алманым. Икенсенән, бесәндән янғын сығыу ихтималлығы ҡыш көнө кәмейме ни?

Ошо ерҙә “Ниңә ыҙалап һыйыр тоттоғоҙ һуң?”  тигән һорау тыуыуы ихтимал. Бөгөнгө көндә ул, ысынлап та, аңлайышһыҙыраҡ. Әммә үткән быуаттың 60-сы йылдарында Сибай ҡалаһында һөт, ит, май һатып алыу түгел, икмәк табыуы ла бик ауыр ине. Хәтеремдә, дуҫым һәм күршем Зиннур Йәрмөхәмәтов менән (Сибай ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы, оҙаҡ йылдар Сибай институты директоры булып эшләне) Сибай магазиндары буйлап икмәк эҙләп сығып китә инек. Бар булған магазиндарҙы ҡыҙырабыҙ – икмәк юҡ. Беҙ уның ҡасан килтерелергә тейешлеген беләбеҙ, әммә килтермәгәндәр. Иң һуңғы нөктәбеҙ – тимер-бетон изделиелар заводы ашханаһы. Ундағы буфетта эшләгән апай беҙҙе таный, мөмкинселек булһа, икебеҙгә бер буханка икмәк ҡалдыра. Шуны уртаға бүлә лә йәшереп кенә беҙгә тоттора. Эй, шул икмәккә ҡыуана инек, ҙур шатлыҡ менән өйөбөҙгә алып ҡайтабыҙ.

Бына ошондай хәлдә һыйыр ғаилә бюджетына – килем һәм өҫтәлгә ярайһы ғына ризыҡ килтерә ине. Йәйен – һөтөбөҙ, яҙға тиклем итебеҙ була торғайны. Әсәйемдең – өй хужабикәһе, атайымдың эш хаҡының ҙур булмауын иҫәпләгәндә (ә беҙ биш бала), ғаиләгә был, әлбиттә, бик ҙур ярҙам.

Хәҙер бесән сабыу, уны өйгә алып ҡайтыуҙың бер-ике хикмәтен иҫләмәксемен.

Ҡала кешеләренә бесәнлекте туғайлыҡтан эләктереү хаҡында уйларға ла ярамай. Кемдәргәлер был бәхет эләгә, әммә бының өсөн ҙур блат кәрәк. Беҙ Сибайҙан ун саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Боғалыҡыр исемле тау башында ҡылған саба инек. Бесән әҙерләгән һәр кем белә: ҡылғанды сабыуы бик ауыр, шуға ул ергә ауыл халҡы яҡын да килмәй, уларға туғайлыҡтағы яҡшы үлән етерлек. Ана шуға ла беҙҙең ҡылған сабыуыбыҙға ауыл кешеләре дәғүәләшмәй ине тиерлек. Әммә ауылда объезщик тигән ҡанһыҙ әҙәм була икән. Беҙ Әхмәр ауылы янындағы тау башында сабабыҙ. Ошо ауылдың объезщигы, Ғәйзулла исемле берәү, беҙҙең бында бесән сабыуыбыҙҙы белеп алды бит. Көн дә атына атланып килә лә етә, һәм атайым менән уның араһында ошондай һөйләшеү башлана:

Атайым. О-о! Ғәйзулла ҡоҙа, әйҙә рәхим ит! (Ул ысынлап та атайымдың өс туған һеңлеһенең ҡайнағаһы ине.)

Ғәйзулла. «Рәхим ит» тороп торһон! Һин хужамы бында? Давай, туҡтатығыҙ сабыуығыҙҙы!

Атайым. Һуң, ҡоҙа!..

Ғәйзулла. Рөхсәт юҡ! Хәҙер үк китегеҙ! Был ер – колхоздыҡы!

Атайым. Һуң барыбер бер кем сапмай бит.

Ғәйзулла. Беҙ уны махсус сапмайбыҙ. Ҡыш көнө аттарҙы ошонда тибенгә ебәрәбеҙ.

Атайым. Бында тибенлек урын күп...

Ғәйзулла. Бер ни белмәйем! Шагом марш!

Атайым. Ҡуй, ҡоҙа, улай тимә. Бына сәйебеҙ ҡайнаған...

Ғәйзулла. Сәй эсеп торорға мин ауыл әбейе түгел. Мин эш кешеһе! Давай, күп һөйләнмә! Юғиһә, хәҙер ауыл егеттәрен саҡыртам.

Атайым. Улай итмә инде, ҡоҙа. Бына, сәмәгүнем дә бар ине. Төш мәле бит. Бер генә сынаяҡ сәй эсеп китһәң.

Ғәйзулла. Шулай төш тә килеп еткәнме ни? Ярай, улайһа, бер сынаяҡ сәй эсеп китәйем.

Атайым ошо Ғәйзулла өсөн өйҙән махсус рәүештә самогон килтерә ине. Объезщик атын үләнгә ебәрә лә әҙерләнгән урынға ҡырын төшөп ята. Атайым уға ризыҡтарҙы яҡын ҡуя, шунан стаканға самогон ҡоя.

Ғәйзулла тәүҙә бик етди төҫ менән закондарҙың ҡатылығын иҫкә төшөрә, сит кешеләргә бесәнлекте бирмәҫкә ҡушыуҙарын әйтә. Теге стаканды күтәреп ҡуйғас, ҡылған сабыуҙың ауырлығы тураһында фәлсәфә һата, икенсе-өсөнсө стакандан һуң был тирәлә үҙенең баш та, түш тә икәнлеген иҫбат итә башлай, иң аҙаҡ ҙур изгелек күрһәтә һәм атайыма:

– Ярай, Әсғәт ҡоҙа, сап! – тип әйтә. – Бер кемдән ҡурҡма, минән рөхсәт һиңә. Әгәр берәйһе килеп бәйләнһә, әйт: “Ғәйзулла рөхсәт итте” – бер кем теймәҫ!

Ғәйзулла атына атлана алмай этләнгәндә, атайым уның бер аяғын тотоп өҫкә күтәрә, шунан һуң ғына теге атына менеп ултыра һәм:

– Сап, рәхәтләнеп сап! Ҡылған – иң ырамлы бесән ул. Япраҡ бесән баҫыла, ә был шул көйө ята! Сап! – ти ҙә атын саптырып китеп бара.

Атайымды көслө кеше тип һанай торғайным, шуға уның ошо әҙәм алдында ярамһаҡланыуы бик аптырата ине. Шуны аңлаған атайым:

– Нишләйһең инде, улым, закон уның ҡулында. Ошолай һыйламаһаң, ҡыуа ла ебәрәсәк.

Иң ғәжәбе: иртәгәһенә Ғәйзулла йәнә килә, һәм һөйләшеү тулыһынса ҡабатлана.

Бесәнде атай менән икәүләшеп сабабыҙ. Миңә ун ике йәш тулғас, атайым миңә етеле салғы эшләп бирҙе. Мин тиҙ арала ҡылған сабырға, салғы сүкергә, янырға өйрәндем.

– Ҡылғанға бар көсөңдө йәлләмәй һуҡ, – тип өйрәтә ине атайым. – Юғиһә, ул ултыра ла ҡала.

Ныҡ арыта торғайны. Көс йыйыу өсөн ит ашарға кәрәк, йәй көнө ауыл ерендә юҡ ит ҡалала ҡайҙан булһын! Ит урынына урыҫ салоһын ашайбыҙ. Ул заманда (60-сы йылдар) сусҡа майын ашау оло гонаһ һанала ине әле. Әсәйем сало ҡырҡырға бысағын бирмәй, шуға атайым гонаһ итенә махсус бәке тота. Гонаһ бәкеһе! Уны шунан башҡа бер нәмәгә лә тотмай. Ҡайһы мәл ул салоны йәшереп кенә өйҙә лә ашап алабыҙ. Ашарға башҡа нәмә юҡ бит! Күрше-күлән күреп ҡалмаһын! Әгәр тәҙрәнән кемдеңдер инеп килгәнен күрһәк, атайым тиҙ генә салоны төрә лә йәшереп ҡуя.

Сабырға атайым менән йөрөһәк, бесән йыйырға әсәйем менән бара инек. Ҙурая төшкәс, һеңлемдәрҙе лә эйәртә башланыҡ. Беҙҙең ИЖ-49 тигән мотоцикл бар ине. Мин уны ун ике йәштән йөрөтөргә өйрәнеп алдым. Тәү осор сиденьеһына ултырһам, аяҡ етмәй ыҙалатты, әммә яйын таптым:  ишек алдында бейегерәк урын бар, шуның янына мотоциклды килтерәм дә атланам, аяҡ теге бейек урынға етә. Йөрөп килгәс, йәнә шул урында туҡтайым. Әммә ошо арҡала төрлө сетерекле хәлдәргә эләгелә ине. Мәҫәлән, мотоцикл уйламағанда һүнһә йәки икенсе урында туҡтарға кәрәкһә, мотоцикл менән ҡуша ергә ауырға тура килә ине. Ә бер тапҡыр йылға уртаһында һүнде лә ҡуйҙы бит, һәм миңә мотоцикл менән бергә һыу эсенә сумыуҙан башҡа сара ҡалманы.

Үҫә төшкәс инде мотоцикл йөрөтөүҙең ауырлығын тойманым. Фәҡәт йыш боҙола ине һәм йүнәтеү теңкәне ҡорота.

Бесән йыйырға ана шул мотоциклға әсәйем менән һеңлемде ултыртып алып барам. Атай эшкә киткәндә:

– Бөгөн йыйығыҙ. Бесән кипкән, ямғыр яуып китһә, әрәм буласаҡ, – тип ҡуша.

Бесән йыйғанда иң ҡурҡҡаныбыҙ шул ямғыр. Әгәр йыйырға өлгөрмәһәк, икеләтә эш эшләнә – бакуйҙы әйләндереп, йәнә киптерергә кәрәк. Бесәнлек эргәлә булһа, уның ауырлығы юҡ, әммә ун саҡрым алыҫлыҡтағы ҡаланан килеп уны эшләүе еңелдән түгел.

Күбәләрҙе бер урынға тарттырыу ҙа мәшәҡәтле:  ауылдан атлы кешене ялларға кәрәк, ә уларҙың йә аты ҡырҙа, йә үҙҙәренең ваҡыты юҡ. Әммә былар әле оло бәлә түгел. Иң ауыры – бесәнде ҡалаға алып ҡайтыу.

Һәр водитель бесән алып килергә риза булмай, сөнки был  – законһыҙ эш. Шофер дәүләт машинаһын үҙ файҙаһына файҙалана, тимәк, яуапҡа тарттырылыуыңды көт тә тор. Шулай ҙа ҡалала һыйыр аҫраусылар бесән ҡайтарыу өсөн бер ни йәлләмәй. Тимәк, шоферҙарға һәйбәт кенә аҡса эшләргә була. Шул сәбәпле ҡайһы бер водителдәр был хәүефле аҙымды яһарға ризалаша. Әммә шундайҙарҙы табыуы, ай-һай.... Мин быны атай-әсәйемдең үҙ-ара һөйләшеүенән беләм. Машина эҙләргә сығып киткән атай  йыш ҡына ҡайтып инә лә:

– Был Азаров бөтөнләй хаттин ашты. Йөҙ һум һорай, оялмай ҙа! – тип уфтана. – Минең айлыҡ эш хаҡым бит.                  

– Ни эшләйһең, риза бул, – ти әсәйем. – Булмаған машинаны хәҙер ҡайҙан табаһың?

Атай уфтана-көрһөнә Азаров менән һөйләшергә китә. Шунан бесән тейәүселәр йыйырға кәрәк. Быныһы ауыр түгел, сөнки ҡалала һыйыр тотоусылар бесән алып ҡайтҡанда бер-береһенә ярҙам итергә тырыша.

Бер мәл кискә табан көндөҙгө төп эштәренән ҡайтҡан биш-алты ир, машинаға тейәлеп, Боғалыҡыр тауына юллана. Араларында мин дә бар.  Был борсоулы сәйәхәткә атай ун ике йәшемдән ала башланы. Бесәнде иҫән-һау алып килебеүеҙгә ныҡ өмөтләнеп (юлға сығыр алдынан ултырып доға уҡыла), сығып китер алдынан атайым әсәйгә аш һалырға ҡуша, самогон күптән әҙер. Ана шул һуңғыһы бигерәк тә бесән алып ҡайтышыусыларҙың тамаҡтарын ҡытыҡлай.

Бесән тейәгән саҡта ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанын хәтерләмәйем. Фәҡәт бер йылды ғына бер урынға йыйылып ҡуйылған күбәләребеҙҙең (улар, тейәүгә уңайлы булһын өсөн, уртаһына машина инерлек “П” хәрефе рәүешендә теҙелә ине) яртыһын урлап алып киткәйнеләр.

Ирҙәр шаяра-көлөшә бесәнде машинаға тейәй,  беҙ атай менән йөк башында торабыҙ. Атай миңә нисек итеп аҫтан бирелгән бесәнде эләктереп алырға, бер-береһен баҫырлыҡ итеп тәңкәләп һалырға өйрәтә. Бер һәнәклек бесәнде тәңкә-тәңкә итеп бер-берен баҫтырып, йөк ситенән бер өйрөлгәс, уртаһына «кәпәс» һалына. Шулай итеп бер ҡатлам бесән нығытылып ҡуйыла. Бесән тейәлеп бөтөүгә табан шаярышып көлөшөүҙәр, һөйләшеүҙәр йышая, әммә машинаға ултырып ҡайтырға сыҡҡас (был ваҡытта инде ҡараңғы төшкән була), барыһы ла шымып ҡала, тирә-йүндә шомло тынлыҡ урынлаша. Сөнки һәр кем белә: тимер юл аша ҡалаға инеү урыны берәү генә, ә унда милиция һағалай. Унан бесәнселәр уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа. Сөнки тегеләр бик һирәктәрҙе үткәреп ебәрә, күбеһен кире бора, ә ҡайһы берәүҙәрҙең бесәнен шунда уҡ ауҙарырға ҡуша.

Ул сират ҡапҡаһын үткәс, бығаса шымып ултырған бесәнселәр ҡапыл шаулаша башлай, шаярышып-көлөшөргә тотона.

Шулай ҙа бер тапҡыр бесән алып ҡайтып барғанда, хәтеремдә, миңә 13-14 йәштәр тирәһе булғандыр, беҙҙең бесәнде машинанан бушатырға ҡуштылар. Быҫҡаҡлап ҡына ямғыр яуа башлаған төн ине. Бындай ямғыр аҫтында ауҙарылған бесән юҡҡа сығасаҡ, беҙҙең йәй буйы түккән хеҙмәтебеҙ харап буласаҡ. Атайымдың милиционерҙарҙан ныҡ итеп үтенгәне, инәлгәне иҫемдә. Милиционерҙар бесәнде ауҙартҡас, атайымдың күҙенән йәштәр килеп сыҡты. Был миңә бик ныҡ тәьҫир иткәйне. Атайым, донъяла унан да батыр, унан да аҡыллы, унан да көслө бер кем дә юҡ тип һанаған атайым, машина өҫтөнән ямғырлы ергә ауҙарылған бесәнде күргәс, ситкә боролоп, тауыш-тынһыҙ ғына иланы. Уның шул саҡтағы йәлләткес, көсһөҙ, бахыр ҡиәфәте әле лә күҙ алдымда.

Иртәгәһенә ул ҡаланың баш врачы Исхаҡовҡа барҙы (уның менән болниста ятҡанда танышҡан). Ул милиция начальнигына шылтыратҡас ҡына, бесәнде кире машинаға тейәп алырға рөхсәт иттеләр. Әлбиттә, төнө буйы яуған ямғыр бесәнде үтәнән-үтә еүешләгән. Аҙаҡ беҙ уны ике аҙна буйы әйләндерә-әйләндерә киптергәйнек.

Әйтеүемсә, көҙ көнө бесәнде өй янына килтерергә рөхсәт итмәйҙәр, уның өсөн ҡала ситендә махус урын бирелә. Шул ерҙе һәр кем кәртәләй һәм бесәнен килтереп урынлаштыра. Беҙ ҙә шулай итә инек. Бесәнде шунда килтереп ауҙарғас, тейәүселәр ҡәнәғәт төҫ менән беҙҙең өйгә килеп инә. Бында тәмле еҫ сығарыусы бишбармаҡ әҙер, самогон өҫтәлдә ултыра.

Мин тиҙ генә ҡапҡылайым да йоҡларға ятам. Әүен баҙарына китеп барышлай бер аҙ ҡыҙмаса булып алған ағайҙарҙың ҡурайҙа уйнауҙарын, оҙон башҡорт йырҙарын йырлағандарын ишетеп ҡалам.

Ҡар яуғас, атайым, трактор яллап, ҡала ситендәге баяғы бесәнде һөйрәттереп өй янына алып килә. Аҙаҡ өмә яһап, беҙ уны ҡул менән ташып һарай янына кәбән итеп ултыртабыҙ. Был инде ноябрь айында була. Һәм май айына тиклем беҙең өйҙә бесән һүҙе бик һирәк әйтелә. Әйтелһә лә, унан борсолоу интонацияһы ишетелмәй. Әммә май аҙаҡтарында инде “бесән” тип өндәшеү “тревога” тигән ауаздан һис тә ҡалышмай, ул һүҙ йәнә күңелдә борсолоу, хәүеф, ҡайғы уята башлай...

Самогонщиктар

Самогон ҡыуыу тураһында бик күп һөйләргә була. Илленсе йылдар аҙағында уҡ халыҡ араһында самогон (беҙҙеңсә “сәмәй”, “сәмиғулла”) ҡойоу модаға инә башланы. Әлбиттә, ул юҡтан килеп сыҡманы. Һуғыш осоронда һәр атака алдынан наркомдың йөҙ грамын эсергә күнеккән һалдаттар еңеп тыуған еренә ҡайтҡас та ул ғәҙәттәренән баш тартырға теләмәне. Көн дә йөҙ грамм эҙләй башланы. Ошо сәбәпле беҙҙең халыҡҡа эсеү килеп инде. Шуға ҡарамай, илленсе йылдар уртаһында бар районға бер-ике генә эскесе була торғайны һәм уны бар район белә ине. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһында эсергә яратҡан Сафа исемле әҙәм йәшәне. Уны “Эскесе Сафа” тип кенә атанылар. Ғибрәт итеп һөйләнеләр, йәштәрҙе “Эскесе Сафа булаһың икән” тип иҫкәрттеләр, ҡурҡыттылар. Әммә, шуға ҡарамай, эскелек халыҡ араһында әкренләп тарала барҙы. Быға хөкүмәт үҙе лә булышлыҡ итте. Сөнки араҡынан килгән аҡса бюджеттың байтаҡ өлөшөн тултыра ине. Халыҡ ни тиклем араҡыны күп эсһә, дәүләттең бюджеты (аҡсаһы) шул тиклем арта.

Алтмышынсы йылдарҙа инде һәр эшләгән эш өсөн араҡы менән түләү, рәхмәтте белдереү ғәҙәткә инеп китте. Хатта шундай лаҡап кеүек нәмә лә бар ине. Иң яҡын кешеңә, туғаныңа, танышыңа, күршеңә берәй үтенес менән мөрәжәғәт итһәң, яуабы  – “Бер ярты!”  

Әммә бәләкәй генә эш хаҡы алған халыҡ өсөн ярты литр араҡы бик ҡыйбат. Бында ла араҡынан күберәк аҡса алырға теләгән дәүләт ғәйепле. Бына шул саҡта ла инде кешеләр бер-береһенән күреп самогон ҡойорға өйрәнеп алды. Самогон араҡыға ҡарағанда биш тапҡыр арзанға төшә – был ғаилә бюджеты өсөн оло файҙа.

Атайым да бик йәшереп самогон әҙерләй ине. Йәшерә, сөнки самогонщикты тотһалар, бик хурлайҙар, гәзиткә яҙалар, хатта мөлкәтен тартып алалар. Атайым үҙе араҡы эсмәй ине, фәҡәт байрам мәлдәрендә генә ауыҙ итеп ала. Ләкин ҡала ерендә ни генә эшләтәм тиһәң дә – утын ташытып быстыраһыңмы, бесән килтерәһеңме һ.б. эштәр – араҡы менән түләү ғәҙәткә ингәс, ул да самогон ҡойорға тотондо.

Тәү мәл был минән йәшерен эшләнде. Ул осор миңә ун өс-ун дүрт йәш тирәһе булғандыр. Бер көн атайым төнгә табан ниндәйҙер тимер мискә алып ҡайтты ла тиҙ генә гаражға индереп ҡуйҙы.  Атай һәр тимер-томор эшен минһеҙ башҡармағанға, уның нимә алып ҡайтыуы менән ҡыҙыҡһындым. Әммә ул аңлатып торманы, хатта теге тимерҙе күрһәтмәне лә, тиҙ генә гаражды бикләп, асҡысты кеҫәһенә һалды. Быныһы бигерәк тә сәйер тойолдо миңә, сөнки ул гараж асҡысын үҙебеҙ белгән билдәле урынға элә торғайны. Яңылышҡандыр, тип уйлап, төпсөнөп торманым. Ләкин төнөн уянып китһәм, өй эсе шәрбәтле һаҫыҡ еҫ менән тулған. Кухняла атайым менән әсәйем шыбыр-шыбыр һөйләшә, көлөшөп тә ала. Мин урынымдан тороп, улар янына килдем. Уларҙың шул саҡта ҡурҡыуҙан ҙурайған күҙҙәрен хәҙер ҙә хәтерләйем.

– Нимә ул шулай һаҫыҡ?! – тип һораным йоҡо аралаш.

Улар мине тиҙ генә балалар бүлмәһенә оҙатты.

– Ят, ят! Йоҡла! Бында бер май түгелде.

Иртәнсәк тороуға теге еҫ саҡ-саҡ ҡына һиҙелә ине. Мин был хәл тураһында оноттом тиерлек. Әммә бер көнө ауылдан беҙгә туған тейешле ағай килгәйне. Атайымдар табын әҙерләне, өҫтәлгә араҡы ҡуйҙы. Шул ағай менән һаулыҡ һорашырға ингәндә танауыма таныш еҫ борҡ итеп бәрелде. Кухняға әсәй янына инһәм, унда ла – шул  шәрбәтле һаҫыҡ еҫ.

– Ниндәй еҫ ул? – тип һораным әсәйемдән.

– Самогон, – тине әсәйем. – Анау ағайың ауылдан алып килгән. Бигерәк һаҫыҡ икән.

Үҙҙәре ҡойоуын ана шулай йәшереп маташһалар ҙа, тиҙҙән барыбер мин уларҙы тоттом. Шунан атайым оҙаҡ итеп минең алда аҡланып маташты. Хәйер, мин халыҡта түләү сараһы булып ярты йөрөүен күптән белә инем инде.

Иң ҡыҙығы шунда: беҙ йәшәгән урамда бөтәһе лә тиерлек самогон ҡыуа торғайны. Быны урамдан үткән саҡта һәр өйҙән сыҡҡан еҫтән һиҙергә була. Һәм тағы ла бер ғилләһе: һәр кем күршеһенең законһыҙ эш менән шөғөлләнгәнен белә, хатта «сәмиғулла»ны ҡойоу, таҙартыу серҙәре менән бүлешә. Быны участковый милиционер ҙа күреп йөрөй. Ул хатта килеп «дегустация» ала, ашығыс рәүештә араҡы кәрәкһә, үтескә бер нисә шешә алып китә. Әлбиттә, уны бер ҡасан да ҡайтармай. Шул уҡ ваҡытта ҡалала самогонщиктарға ҡаршы көрәш бара, уларҙы тотоу буйынса йыш ҡына рейдтар яһала. Ләкин беҙҙең урамда бер кемде лә тотмайҙар, сөнки бындай рейдтың буласағын участковый милиционер алдан иҫкәртеп ҡуя. Хәйер, рейдта ҡатнашыусы дружинниктарҙың барыһы ла таныш, улар үҙҙәре йәки уларҙың туғандары самогон яһай. Шулай булғас, ниңә күрә тороп үҙҙәре кеүек кешеләрҙе фашлаһындар инде?

Шул уҡ ваҡытта ара-тирә ҡала гәзитендә ниндәйҙер самогонщиктың тотолоуы хаҡында мәҡәлә донъя күреп ала. Бында теге әҙәмдең нисә литр самогоны булғанлығы, күпме һатҡанлығы,  нисә һум законһыҙ аҡса эшләгәне яҙыла. Ниңә уларҙы тоталар? Минеңсә, хаттин ашып һаранланып, самогон ярҙамында байырға теләүселәрҙе фашлайҙар ине шикелле.

Шундай әҙәмдәрҙең береһе менән миңә лә осрашырға тура килде. Миңә 19 йәш тирәһе. Йәш егеттәр, ҡыҙҙар 23 февраль – Совет Армияһы көнөн байрам итмәксебеҙ. Тик аҡсабыҙ аҙ. Аҙыҡ-түлеккә етә, ә эсемлеккә – юҡ. Өйҙә самогон бар, әммә ул эсеү өсөн түгел, ә эш өсөн, дөрөҫө, башҡаларға түләү, кемделер яллау өсөн ҡойола. Башыбыҙға уй килә: эргәлә генә самогонды күпләп һатҡан ағай йәшәй. Беҙгә бушлай бер нисә шешә бирә ала бит инде. Байрам һылтауы менән. Уйлаған уй – эшләгән эш. Ике егеттән торған делегацияны ағайға ебәрәбеҙ. Теге бирмәй. Шул саҡ арабыҙҙағы төрлө уйҙырмаларға оҫта Әбдисов Ринат исемле егет ҡайҙандыр милиция фуражкаһы, беләккә бәйләй торған дружинник бәйләме табып ала.

– Рейд! Самогон ҡойоусыларҙы эҙләйбеҙ! – тип барып индек өс-дүрт егет теге ағайҙың өйөнә. – Самогон ҡояһыңмы? Аппаратың бармы?

– Юҡ, юҡ! – ти ағай.

– Тентейбеҙ! – Ринат өй эсен арлы-бирле ҡарап сыҡты. Әммә тегенең самогонын ҡайҙа тотҡанлығын беҙгә алдан әйтеп ҡуйғайны. – Ас баҙыңды!

– Юҡ инде бер нәмә лә! – тип маташты ағай кеше.

– Ас, тиҙәр һиңә! – Ринат, хужаның ҡыбырлауын көтөп тормайынса, баҙҙы асып эсенә төшөп китте. – Егеттәр, минең арттан!

Ағай  баҙын харап йәтеш эшләгән, бында уның самогон аппараты ла, ниндәйҙер шыйыҡса тултырылған өсәр литрлы биш-алты банкаһы ла ултыра. Ринат берәүһен асып еҫкәне лә:

– Фу! Самогон! – тине. Шунда уҡ берәүһен үҙе эләктерҙе. – Нисә банкаһын  конфисковать итәбеҙ? Бөтәһен дә алып китергә ине лә, һаран! Ярай, икәүһе етәр!

Өҫкә күтәрелгәс, Ринат шартына килтереп протокол төҙөнө, алты литрҙы конфисковать итеүен күрһәтте, һәм беҙ сығып киттек. Аҙаҡ кис буйы нисек итеп етди төҫ менән рейд яһаусыларҙы уйнауыбыҙҙы хәтерләй-хәтерләй, ҡыҙҙарға һөйләй-һөйләй көлөштөк.

Икеме-өсмө ай үткәс, рейд мәлендә шул ағайҙың тотолоуы хаҡында гәзиттә уҡыным. Ана шул һаранлығы арҡаһында булғандыр был, тип уйлап ҡуйҙым.

Горбачевтың 80-се йылдар аҙағында эскелеккә ҡаршы көрәшкән осоронда самогон ҡайнатыу бигерәк тә сәскә атты. Ул осор законһыҙ эш менән шөғөлләнгәндәрҙе төрмәгә ултырттылар, йорт-мөлкәтен конфисковать иттеләр. Ә халыҡ барыбер самогон ҡойҙо.

Хәтеремдә, 1985 йылдың йәйендә араҡыға ҡаршы кампанияның иң ҡыҙған сағы ине. Бер көрөшкә һыра эскән өсөн ҙур-ҙур түрәләрҙе эшенән алалар, гәзиттәргә яҙалар. Ошондай мәлдә Яҙыусылар союзы Сибайҙа йәш шағирҙар конференцияһы үткәрергә булды. Етәксе булып абруйлы яҙыусылар килә. Мин ул саҡта Сибайҙа йәшәйем. Хужа булараҡ, ҡунаҡтарҙы һыйларға теләйем бит инде, әммә беләм: Сибайҙа араҡы юҡ. Ул арала партияның ҡала комитетында конференцияға әҙерлекте  тикшереү  ултырышы үтте.

Беренсе секретарь (хәҙергесә хакимиәт башлығы була инде) Марат Кашапович Резбаев әҙерлек буйынса төрлө һорауҙар бирҙе һәм ҡәнәғәт ҡалды. Аҙаҡ бөтәһе менән хушлашты ла миңә ҡалырға ҡушты.

– Наил Әсғәтович, – тине ул, икәүҙән-икәү ҡалғас. – Һиңә бер үтенесем бар. Мин аңлайым, һин дуҫ яҙыусыларыңды һыйлаясаҡһың. Табыныңа, зинһар, араҡы ҡуйма. Әгәр белеп ҡалһалар, һине лә, мине лә юҡҡа сығарасаҡтар.

– Ҡайҙан алып ҡуяйым араҡы, Марат Кашапович? – тим. – Сибайҙа араҡы юҡ бит.

– Һин табырһың ул. Аңланыңмы?

– Аңланым, – тинем мин һәм ҡала комитетынан сыҡҡас та әсәйемдең бер туған ағаһы – Шәйхислам олатайыма киттем. Мин уның йәшереп кенә үҙе өсөн, иң яҡын ҡунаҡтары өсөн самогон ҡойоуын белә инем.

Шәйхислам олатай менән   инәй мине ҡыуанып ҡаршы алды, шунда уҡ табын әҙерләнде, өҫтәлгә бер шешә самогон да килеп ултырҙы. “Быныһы һәйбәт!” – тип уйланым. “Самогонығыҙ бармы?” – тип һорап тороу кәрәкмәй.

Бер аҙ тамаҡ ялғап алғас, Йофар инәй кухняға сығып киткән арала, Шәйхислам олатайҙан һорайым:

– Олатай, самогон кәрәк ине. Өфөнән ҡунаҡтар килә, ә Сибайҙа, үҙең беләһең, бер ҡайҙа ла араҡы юҡ.

– Күпме кәрәк һуң? – тип борсолдо олатай.

– Өс литр тирәһе. Ҡунаҡтар күп.

– Күп кәрәк икән.

– Барҙыр бит?

– Бар ҙа ул. Тик улай күп кәрәккәс, инәйеңдән һора.

Яныбыҙға килгәс, инәйҙән һораным. Ә ул:

– Наил, һорама! Бирмәйбеҙ! Һин тотолорһоң! Шунан беҙгә киләсәктәр, бар донъябыҙҙы конфисковать итәсәктәр! – тип ҡырҡа ҡаршы торҙо.

Ә минең эсемлекте башҡа урында табырҙай яйым юҡ. Нисек тә ошонан алырға кәрәк, шуға ныҡышам. Бер кем дә белмәйәсәк, тип тынысландырырға тырышам. Инәй иларға тотондо:

– Юҡ, юҡ! Һорама беҙҙән! Үтенеп һорайым, икенсе ерҙән тап. Үлтермә беҙҙе.

Бына шундай атмосфера тыуғайны араҡыға ҡаршы көрәш мәлендә. Нисек кенә ҡурҡыныс булһа ла, кемдәрҙер тотолһа ла, йорт-милкенән яҙһа ла, халыҡ самогон ҡойҙо. Сөнки тормош дауам итә, йәшәргә кәрәк ине.

Шәйхислам олатайымды аҡлау өсөн шуны әйтәйем. Уға хәҙер (2013 йылда) 89 йәш, инде күптән ҡаты эсемлекте ауыҙына ла алмай, көнөнә биш намаҙын ҡалдырмай, 2006 йылда етмеш мең түләп Мәккәгә барып ҡайтты, хажи булды.

Ә самогонды бөгөн дә ҡоялар. Шулай булмай ни – аппараты асыҡтан-асыҡ һатыла бит. Белешкәнем бар: самогон эшләү һатып алыуға ҡарағанда һаман да шул биш тапҡыр арзанға төшә икән…