Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Фәнил Күзбәков

Яңы осорҙа уҡыу-уҡытыу, милли тәрбиә, нәфис әҙәбиәт

(Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмә)

 

Фәнил Күзбәков:

– Мәғариф өлкәһендәге рәсми етәкселәр менән «Башҡортостан» гәзите ойошторған «Түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә (2013, 23 апрель) Һеҙҙең «Етәкселәр барған саҡта уҡытыусылар тормоштоң гел яҡшы, ыңғай яҡтарын ғына күрһәтеп ҡалһа, минән бер нәмәне лә йәшермәй» тиеүегеҙгә: «Кире күренештәрҙе лә күп күрәбеҙ... Беҙгә лә ҡаты эләгә...» – тип яуапланылар. Хөрмәтле Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, уҡытыусылар үҙҙәре йәшермәй әйткән төп етешһеҙлектәр нимәнән ғибәрәт һәм нимә менән бәйле? Уларҙы юғары даирәләр ҙә белгәс, ни өсөн эшлекле, һөҙөмтәле саралар күрелмәй? Әллә күрһәләр ҙә күрмәмеш, белһәләр ҙә белмәмеш булып, хәл-торош үҙағышына ҡуйылғанмы? Уҡыу-уҡытыу, мәктәптәге тәрбиә эштәрен ҡалыплаштырыу, Рәсәйҙәге һикһәнләп төбәк өсөн бер төрлөгә әйләндереү, йәғни унификациялау, милли традициялар, халыҡ педагогикаһы менән иҫәпләшмәү... Мәғариф системаһындағы бар бәләләрҙең башы ошонда түгелме икән? Мәктәп директорҙарына үҙаллылыҡ күп бирелеп, уларҙан тәү сиратта Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренең юғары булыуы ғына һорала икән, уларҙың тәрбиә эшенә лә, тел-әҙәбиәт уҡытыуға ла тейешле иғтибар бирмәүҙәренә, бының өсөн яуаплылыҡ һиҙмәүҙәренә аптырарға урын ҡаламы һуң? Дөйөм алғанда, мәғариф системаһы эшенең сифатына урап үтеүе бик ҡыйын кәртәләр алдан уҡ һуҙылған булып сыға түгелме?

Мәрйәм Бураҡаева:

– Мәғарифта ниндәй генә үҙгәрештәр үткәрелмәй ҙә ниндәй генә яңы алымдар ҡулланылмай… Минеңсә, иң тотороҡһоҙ өлкә – ул мәғариф өлкәһе. Әммә был үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты аңлашылмай. Кешенең зиһенен эшләтеүгә йүнәлтелгәнме, әллә бутауғамы? Беренсе кластан башлап бала берҙән алып унға тиклем йүнләп һанап өйрәнмәйенсә  үк юғары математика алымдарын ҡуллана башлау, бала йүнләп һөйләшә алмаған йәштән үк тел теорияһын аңлатыу, әҙәбиәткә, әҙәби китапҡа һөйөү уятыу урынына юғары уҡыу йорттары студенттарына өйрәткән алым менән әҙәби әҫәр теорияһын уҡытыу, илебеҙҙә рус булмаған милләттәрҙә баланың туған теле барлығын иҫәпкә алмайынса сит телдәр өйрәтә башлау, бала күңелендә  иң элек туған моң ауаздарын яңғыратыу урынына, классик әҫәрҙәр тип, ят музыканан башлап йырҙар өйрәтеү, һәр милләттең үҙ халыҡ педагогикаһы нигеҙендә, ҡанына һалынған фиғел аша  тәрбиәләү урынына бөтөн халыҡтар өсөн уртаҡ ҡалып уйлап сығарыу – былар барыһы ла эҙмә-эҙлекле белем һәм тәрбиә биреүҙе юҡҡа сығара. Шуның өсөн төп теләгем: ғаиләлә тәрбиә мәсьәләһенә үҙгәреш индермәһен ине бындай реформалар. Бала иң элек өйҙә, атай-әсәй ҡулында тәрбиәләнә. Атай-әсәй ҡулында, ғаилә мөхитендә төп тәрбиәгә нигеҙ һалына. Шуның өсөн Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын мин иң элек үҙемә әйтелгән тип ҡабул итәм һәм беренсе сиратта үҙем һәм балаларым “кәм күңел” булып, үҙ туған телен кәм һанап үҫмәһен тип тырыштым. Рәми ағайҙың был бөйөк шиғырын рәсми яҡтан  ҡабул итәләрме-юҡмы – уныһы икенсе мәсьәлә. Рәсми яҡ – ул тимәк вазифалы урын биләгән әһелдәр. Улар алмашынып, рәсми вазифа даирәһендә фекер үҙгәреп тора. Ә төп фекер – халыҡта. Ә халыҡ кем ул? Халыҡ – ул мин, минең балам, ейәнем, нәҫелемде дауам итеүселәр. Улар – үҙгәрмәй торған һәм мәңгелек төшөнсәләр. Шуға ла мин бөйөк шағирыбыҙҙың  шиғри юлдарға һалынған бөйөк фекерен үҙемә төбәп әйтелгән тип ҡабул иттем һәм ҡабатлап әйтәм:  балаларымды “кәм күңел” итмәҫкә тырыштым.

Мәғарифта үҙгәрештәр артабан да булып торор –  уларға хатта аҡыл да, күҙ ҙә эйәрмәй. Ә халыҡ тәрбиәһе үҙгәрешһеҙ. Уның төп маҡсаты – үҙенә ҡарағанда зиһенлерәк, аҡыллыраҡ, камилыраҡ киләсәк тәрбиәләү. Нәҫел шәжәрәһендә үҙ быуыны менән нөктә ҡуймау, нәҫел сылбырын өҙмәү.

Милләт киләсәгенең бәкәленә наҙанлыҡ һуғып  шаңҡыта. Ысын наҙанлыҡты иң элек үҙебеҙ аңларға тейешбеҙ. Ҡолаҡ менән ишетеп кенә, тышҡы күңел менән генә түгел, ә тойоп, кисереп, эске күңел менән аңларға кәрәк наҙанлыҡтың төп әрәсәһен. Балаңды кәм күңел итеп үҫтереү – наҙанлыҡ һөҙөмтәһе. Төп наҙанлыҡ – ул туған телеңде, ижадыңды, тарихыңды, традицияңды, туған моңоңдо белмәү, һанға һуҡмау. Ошондай  кәм күңелле нәҫел ҡалдырыу – халыҡ, киләсәгебеҙ алдында, беҙҙең булмышыбыҙҙы һаҡлау, ҡурсалау өсөн башын һалған, ҡан ҡойған атай-олатайҙарыбыҙ алдында оло енәйәт ул. Бына ниҙән ҡурсаларға тырышҡан бөйөк Рәми. Миңә, һиңә, беҙгә, үҙ халҡы наҙандарына төбәп яҙылған был шиғыр.

Халыҡ яҙмышын хәл итеүҙә туранан-тура ҡағылышы булған вазифалы әһелдәребеҙ ҙә, киләсәгебеҙ өсөн янып-көйгән һәм  халыҡты уйландырырлыҡ,  төрлө тайпылыштарҙан ҡурсаларлыҡ әҫәрҙәр яҙырға ынтылған яҙыусыларыбыҙ ҙа, халҡыбыҙҙы уяулыҡҡа әйҙәгән, байраҡ итеп күтәрерлек шиғырҙар яҙған шағирҙарыбыҙ ҙа, төрлө өлкәләрҙә эшләүсе зыялыларыбыҙ ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә, Аҡмулла әйтмешләй, эстәрен таҙартып, Рәми шиғырының төп әрәсәһен аңлап, ошо шиғырҙы йәшәү девизы, төп йүнәлеш итеп алһындар ине.  Тағы шуны онотмау бик тә мөһим: күҙгә эленгән, исемдәре халыҡ араһында киң билдәле шәхестәребеҙҙең һүҙҙәре генә түгел, ә шәхси өлгөләре айырыуса ныҡ тәрбиәләй. Шуның өсөн шәхестәребеҙ эске бөтөнлөккә эйә булырға тейеш. Шәхестәребеҙ булмышы үҙе һөйләгәндәрҙән айырыла икән – халыҡта өмөтһөҙлөк барлыҡҡа килә, уның рухы һына, ҡанаты төшә. Аҡмулла шиғырын мин шулай тип аңлайым һәм миңә – әсәйгә, уҡытыусыға, ижадсыға төбәп әйтелгән тип ҡабул итәм. Тәрбиәсе әсәнең, тәрбиәсе уҡытыусының, тәрбиәсе вазифаһы иңенә һалынған башҡа әһелдәрҙең һүҙе эшенән айырылмаҫҡа тейеш.  Айырыуса үҙ балалары өсөн.

Шул уҡ Рәми шиғырын алайыҡ. Беҙ үҙебеҙ был шиғырҙың әрәсәһен аңланыҡмы һәм тәрбиә эшендә файҙаланабыҙмы? Бөгөнгө аралашыу телебеҙ баймы? Ниндәй телдә һөйләшәбеҙ? Үҙ фекеребеҙҙе туған телдә аңлата алабыҙмы? Балаларыбыҙ менән ярым-йорто башҡорт телендә һөйләшмәйбеҙме? Мәктәптәрҙә уҡыусылар ниндәй телдә аралаша? Бал ҡортондай һут йыйып, кәрәҙ тултырып ҡалдырылған хазинабыҙҙы һанға һуғабыҙмы? Үҙ балаларыбыҙ менән ошо һутлы телдә аралашабыҙмы, телебеҙҙең яғымлы булыуын балаларыбыҙға аңлатабыҙмы? Беҙ үҙебеҙ сәсән телле халҡыбыҙҙың тел байлығын ни дәрәжәлә һаҡлайбыҙ? Асылда бөгөн күбебеҙ үҙ фекеребеҙҙе русса аңлата башланыҡ. Радио-телевидение тапшырыуҙарында көнөнә бер нисә тапҡыр “русса әйткәндә” тигән һүҙбәйләнеш ишетергә тура килә. Бынан утыҙ-ҡырҡ йылдар элек кенә әле “халыҡ әйтмешләй”, “халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә” тип раҫлайҙар ине үҙ фекерҙәрен.  Бөгөн иһә башҡорт башҡортҡа фекерен рус телендә аңлата.

Халҡыбыҙҙа “кәм күңел”дәр артыуы хәүефкә һала. Үҙ халҡын кәм күргән, телен һанламаған, фекерен ят телдә аңлатҡан, үҙ балаһы менән ят телдә аралашҡан, ғаиләһендә туған моңо яңғырамаған, атай-олатайҙар рухын дауам итерлек  нәҫел ҡалдырмаған халыҡтың киләсәге хәүефле.

Фәнил Күзбәков:

– Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы! Һеҙ – йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү йүнәлешендә эҙмә-эҙлекле, ныҡышмал, фиҙакәр эшләгән шәхестәребеҙҙең береһе. Төптән уйлаһаң, белем биреүҙән алда тәрбиә булырға тейеш бит. Һеҙҙең 2005 йылда нәшер ителгән “Арғымаҡ” исемле китабығыҙ был фекерҙе тулыһынса ҡеүәтләй. Миңә ҡалһа, был йыйынтыҡ һәр башҡорт ғаиләһенең төп китаптарының береһенә әүерелергә тейеш ине. Ә ул мең ярым дана күләмендә генә донъя күргән... Был да хөкүмәт, мәғариф етәкселеге, йәмғиәт  (!) тарафынан йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә ҡарата мөнәсәбәтте белдереүсе бер күрһәткестер һымаҡ.

Эйе, мәғариф өлкәһендәге яңы закон да башҡорт телен туған тел итеп кенә түгел, ә дәүләт теле булараҡ та өйрәнеү мөмкинлеген сикләмәй. Закон рөхсәт итә ул, әммә... Заманында Рәми Ғарипов “Бер телдән дә телем кәм түгел” тип яҙғас, “Ә кем һиңә, телең кәм, тип әйткәне бар?” – тинеләр. Эйе, туранан-тура ҡаршы сыҡманылар, әммә һөҙөмтәләр билдәле. Бөгөн килеп хатта аҫаба башҡортҡа туған телде белеүҙең әһәмиәте тураһында тылҡырға мәжбүрбеҙ. Сәбәп нимәлә һуң? Миңә ҡалһа, төп сәбәптәрҙең береһе телде белгән, рухи яҡтан бай шәхестәрҙең йәмғиәт тормошонда хаҡлы урынын ала алмауында. Тел тип, милли рух тип янған Рәми ағайҙың тере сағында тейешле баһа ала алыуы мөмкин булмаған хәл ине. Әле асыҡлыҡ дәүере булыуға, халыҡ ундайҙарҙы ҡабул итеү-итмәүенә, таныу-танымауына ҡарамаҫтан, рәсми яҡтан уларҙың тейешенсә баһалана алыуына объектив шарттар уңайлы, тип әйтеп буламы һуң?

Беҙ күбеһенсә эҙемтәләр юлынан бармайбыҙмы икән? Сәбәптәрҙе асыҡлап, башта шул сәбәптәр менән эшләргә кәрәк ине бит. Нисек уҡытыуға ҡарағанда, нимә уҡытыу, нимә өсөн уҡытыу мөһимерәк. Шәп дәреслектәр ҙә булыр, алдынғы технологияларҙы ла файҙаланырбыҙ, тик шуларҙы дөрөҫ файҙалана алырҙай рухлы уҡытыусыларыбыҙ булырмы? Уларҙы аңлармы ата-әсәләр?    

Мәғариф өлкәһендә беҙҙең төп стратегик хата тәрбиә эштәрен артҡы планға күсереп, белем биреүҙе алға сығарыуҙа түгелме икән? Аҡмулла ла бит  “Эс таҙарһын, эс таҙарһын! Юҡһа, һис ни бирмәҫ ҡоро белем!” тигән фекер үткәрә. Ә беҙ тап киреһен эшләйбеҙ. Һөҙөмтәлә әсә телен бар тип тә белмәгән моңһоҙҙарҙы ишәйтеп, уҡыу-уҡытыу сифатын юғалтып ҡына ҡалмайбыҙ, ә рухи яҡтан зәғиф быуын үҫтерәбеҙ. Бындай солғанышта ни эшләй алабыҙ һәм ни эшләргә тейешбеҙ?

Мәрйәм Бураҡаева:

– Рәмиҙең шиғыр юлдарын һәр беребеҙ үҙебеҙ аңларға, “кәм күңел” балалар үҫтермәҫкә тейешбеҙ. Бөтөн юғалтыуҙарыбыҙ үҙеңде, телеңде, милләтеңде башҡаларҙан кәм күреүҙән башлана бит. Иң әсенеүлеһе – ысын мәҙәнилекте аңламау. Балаларың менән туған телдә түгел – рус телендә аралашыу, үҙ тарихыңды түгел – сит тарихты яҡшы белеү, балаңдың мама, папа тип өндәшеүе, үҙ милләтең вәкиле менән түгел, икенсе милләт вәкиле менән ғаилә ҡороу һәм башҡа шундай үҙ милләтеңде кәм күреү, башҡорт телен ауыл теле генә тип ҡарау йәһәтенән яһалған аҙымдарҙы мәҙәнилек тип аңлау ябай халыҡта ғына түгел, ә интеллигенция вәкилдәре араһында – юғары вазифа биләгән етәкселәрҙә, милләтебеҙ киләсәген тәрбиәләүсе мәктәп директорҙарында,  яҙыусыларҙа, ғалимдарҙа, сәнғәт әһелдәрендә, хатта башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғалимдарҙа ла, уҡытыусыларҙа, журналистарҙа, артистарҙа ныҡ таралған. Бының шулай икәнлеген иҫбат итеү өсөн уларҙың ғаилә теленә иғтибар итеү ҙә етә. Башҡорт мәктәптәренә балалар йыйған саҡта был хәлгә иҫ китте. Ә халыҡ һинең яҙыуыңа, сәхнәнән сығыш яһауыңа түгел, шәхси өлгөңә нығыраҡ иғтибар итә. Туған телеңде һатыу – ул илеңде һатыу, тип шиғри юлдар аша халыҡҡа оран һалып та өйөңдә кәм күңел – үҙ телен һанға һуҡмаған, икенсе милләт вәкиле менән ғаилә ҡороп, рус телле ейәндәр үҫтергән  ҡартатай, өләсәй әҙиптәрҙән ни көтәһең дә ниндәй фәһем алаһың? Шуның өсөн дә халыҡҡа мәҙәнилектең һәм наҙанлыҡтың ни икәнен аңлатыуҙы шәхси өлгөнән башларға кәрәк. “Ҡайҙа бараһың башҡорт теле менән? Кәртә артына, ауыл осона ғына еткәнсе кәрәк бит ул һиңә”,  –  тигән фекер киң таратылды һәм таратыла. Әлбиттә, башҡорт телен башҡа милләт вәкилдәре аңламай. Шулай уҡ рус телен дә донъя кимәлендә аңлаусылар бик аҙ. Әммә бит туған тел ҡайҙалыр барыу, кемгәлер хәбәр һөйләү, башҡа ил етәкселәре менән әңгәмә ҡороу, юғары уҡыу йорттарында имтихан тапшырыу өсөн түгел, һинең булмышың өсөн кәрәк. Туған тел – ул һинең булмышың, ҡаныңа һеңгән барлығың һәм ошо булмышыңдағы һәләтте, талантты аса, уята, хәрәкәткә килтерә торған асҡыс бит ул. Классиктар бөйөк әҫәрҙәрен фәҡәт туған телдәрендә ижад иткән. Туған телдә һөйләшеү, йырлау, туған көйгә бейеү, халыҡ ижады менән танышыу, ҡобайырҙар һөйләү һинең ҡаныңда булған һәм ойоп ятҡан илһамыңды уята. Күңел теле, тойғо теле ул. Донъяға күңел күҙен аса торған ҡөҙрәткә эйә булған мөғжизә ул туған тел. Туған тел тамырҙарың менән тоташтыра, туғанлыҡты бәйләй, кешенең төп таянысы булған “беҙ” тип атарлыҡ мөхит булдыра, халҡынан айырмай, рухи байлығыңды, милләтеңде һаҡлай. Кешегә йәшәү өсөн таяныс булған төп өс тағандың – тел, ил, ерҙең –  береһе ул туған тел. Бына ни өсөн кәрәк туған тел!  Тәбиғәт беҙгә тиҫтәләгән телде өйрәнеү, әллә нисә телдә аралаша алыу һәләте биргән икән – юҡҡа түгел, телдәр өйрән, тик үҙ туған телең иҫәбенә булмаһын, тигән фекер һалынған бит был һәләткә. Ошо хәҡиҡәтте аңлатырға һәм үҙ тәрбиәм өлгөһөндә иҫбат итергә тырыштым. Һеҙ әйткән эске бөтөнлөккә ынтылыу ошо маҡсаттан килеп сыға ла инде. Халыҡ бит “Ә үҙең?”  тигән һорау бирә. Ауыҙыңа тәмәке ҡабып, уның зыяны тураһында аңлатып торған һымаҡ килеп сыға бит бер төрлө яҙып, икенсе төрлө ғәмәли эш башҡарыу. Туған телдең әһәмиәтен иң элек үҙең аңламаһаң, үҙең ғәмәли башҡармаһаң, йәғни балаларың, ейәндәрең менән туған телдә аралашмаһаң, сәхнәгә сығып “Мин – башҡорт” тип хәбәр һөйләү – наҙанлыҡ. Үҙ ейәне менән башҡортса һөйләшмәгән кеше башҡорт буламы? Әҫәрҙәрен үҙ балалары уҡый алмаған әҙип  башҡорт яҙыусыһы буламы? Мәҙәнилекме был күренеш? Нимә ул мәҙәнилек һәм наҙанлыҡ? Минеңсә, ниндәй дәрәжәгә генә өлгәшмә, вазифалыҡ баҫҡыстары буйынса ниндәй генә юғарылыҡҡа күтәрелмә – туған телеңдә һөйләшмәһәң, үҙ халҡыңдың булмышын белмәһәң, халҡың рухында шәжәрәңде дауам итерлек кимәлдә тәрбиә һәм белем алмаһаң, һин наҙанһың, “кәм күңел”һең. Ә рухһыҙ кәм күңелдәр халыҡҡа таяныс булып, алға әйҙәй аламы? Халҡыбыҙ бит юҡҡа ғына “Ҡоро һүҙ – ҡуңалтаҡ итек” тимәгән. Ялан аяҡлап итек кейеп күпме йөрөй алаһың? Ҡайһы бер башҡорт  зыялыларының, зыялылар өлгөһөндә ябай халыҡтың үҙ балаларын кәм күңел менән үҫтереүҙәре арҡаһында милләтебеҙ  киләсәгенә, уның артабанғы йәшәйешенә, булмышына, яҙмышына хәүеф янауына, шағирыбыҙҙың фекерен үҙҙәренә ҡарата түгел, ә кемгәлер әйтелгән, кемдер беҙҙең телебеҙҙе кәм күрә,  тип уйлағандарға, үҙеңде үҙең кәмһетмәһәң, бер кем дә һине кәмһетә алмаҫ, тигән фекерҙе ҡайһылайыраҡ аңлатырға икән тип уйланыуҙарҙан килеп тыуҙы “Арғымаҡ” әҫәре. Ошо төшөнсәне аңлатырға тырышыуҙан һәм ниндәй юлдар-ысулдар менән булһа ла ғәмәли башҡарырға, ғәмәли эш менән фекер дөрөҫлөгөн иҫбат итергә ынтылыуҙан тыуҙы  “Тормош һабаҡтары” предметы, “Халыҡ күңеле – хазина” программаһы, “Шәжәрә” байрамы концепцияһы, “Йәйләү” ял итеү үҙәге, “Башҡортостан ынйылары” конкурсы, “Балалар һабантуйы” концепцияһы. Һәм шуныһына айырыуса шатмын: был ғәмәли эштәрем балаларымдың әүҙем ҡатнашлығында тормошҡа атҡарыла. Халҡыбыҙҙа  бит милләт яҙмышына битарафлыҡ киҫкен тора – үҙебеҙҙе үҙебеҙ ер йөҙөнән юҡ итеүгә алып барабыҙ. Үҙ ихтыярыбыҙ менән баланы туған теленән айырыу, традициябыҙҙы, йола-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәтмәү, тарихыбыҙҙы һанға һуҡмау – былар барыһы ла милләт тамырына балта сабыу бит. Ҡайһы саҡта шундай уй быраулап үтә лә зиһенде, йөрәкте яндыра: атай-олатайҙарыбыҙ Рәсәйгә ҡушылыр алдынан оҙаҡ уйланғандыр. Ҡазан ханлығынан, нуғайҙарҙан йотолоу ҡурҡынысы янаған халҡыбыҙға. Телебеҙ башҡа, динебеҙ төрлө булған рус халҡынан йотолоу баштарына ла килмәгәндер… Ә бөгөн? Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Свердловск башҡорттарының тел юғалтыу (юғалттырыу) арҡаһында йотолоуын күрмәйме икән Башҡортостан башҡорттары? Телевидениела барған “Башҡорттар” тапшырыуын ҡарап, башҡорт кейемле башҡорттарҙың рус телендә шәжәрәләрен уҡып торғандарын, башҡортса бейеп, башҡорт милли ашы бешереп, русса аралашыуҙарын күреп фәһем алмайҙармы? Бөгөн  ил ағалары, ил инәләре булырҙай башҡорттарыбыҙ ниндәй генә милләт вәкилдәре  менән ҡоҙалашмай ҙа ғәзиз балаларын (ә милләттең киләсәктә бынамын тигән башҡорт балалары үҫтерерлек егеттәрен һәм ҡыҙҙарын!) туйлап-туйлап тороп ят ҡулдарға оҙаталар, ят бауыр үҫтерергә фатиха бирәләр. Ә бит һәр башҡорт ҡәҙерле, һәр башҡорт ғәзиз. Ошо хаҡта яҙған саҡта бер фәһемле ваҡиға иҫкә төштө. Мин “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгендә  яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡарған саҡтарға тура килде Әрмәнстанда көслө ер тетрәү ваҡиғалары. Шул саҡта Әрмәнстандан ниндәйҙер ойошманан (онотҡанмын) бер ҡатын килеп, беҙҙән балаларын урынлаштырып торорға ярҙам һораны. Киң күңеллелеге, бәләгә тарығандарға (үҙенә булмаһа ла) һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороуы менән дан алған башҡорт халҡы вәкиле булараҡ, шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнлегебеҙҙе аңлаттым. “Ярай, ғаиләләр менән һөйләшербеҙ ҙә нисә бала алырға мөмкинлек була – хәбәр итербеҙ”–  тинем. “Юҡ, –  тине әрмән ҡатыны, -– беҙгә һәр бала алтынға бәрәбәр, шуның өсөн беҙ уларҙы берәмләп таратмайбыҙ. Төркөмләп һәм мотлаҡ тәрбиәсе менән бергә. Улар үҙ-ара туған телдәрендә аралашырға, уҡырға һәм, донъялар тынысланғас, мотлаҡ теүәл генә кире ҡайтырға тейеш. Әрмәндәрҙә етемдәр юҡ, улар атай-әсәйһеҙ ҡалһа, туғандары ҡарай”, –  тине. Ә бит башҡорт халҡында ла һәр баланы ҡәҙерләү, юғалтмау йолаһы булған. Шуның өсөн тол ҡалған киленде ҡайны йортонан ҡайтарып ебәрмәгәндәр, атайһыҙ етем ҡалған балалар атай йортонда, атай туғандарында тәрбиәләнгән. Халҡыбыҙ йолаһындағы ошо фекерҙе беҙ бәләкәйҙән бала күңеленә һала барырға тейешбеҙ бит. (Ҡайһы бер ғалимдарыбыҙ, уны килен артынан килгән малды кире ҡайтармаҫ өсөн, тип аңлатмаҡсы. Башҡортҡа ялан ябып йөрөгән мал йәл булғанмы ни?  Уға бала ҡәҙерле булған, туғанлыҡ тойғоһо көслө булған.) Ә күпме аҡыл, күпме талант юғала балаларыбыҙ менән. Иҫбат итергә, тарих төпкөлөнә төшөргә лә түгел – донъя кимәлендә танылыу алған йырсыларыбыҙҙың ғаиләһенә күҙ һалыу ҙа, күренекле әһелдәребеҙҙең юбилейҙарын билдәләгәндә, интервью биргән балалары-ейәндәре телмәренә ҡолаҡ һалыу ҙа етә. Ошо буламы мәҙәнилек?

 Минең өсөн мәҙәнилектең иң юғары өлгөһө – балаларымдың атаһы Диҡҡәт Бураҡаев булды. Ул – һөнәре буйынса геолог ине. Әммә ерен, халҡын, телен, тарихын, башҡорт әҙәбиәтен шул тиклем ныҡ яратты, тәрән белде, ике телдә лә иҫ китмәле грамоталы яҙҙы, рус классикаһын да, башҡа туғандаш халыҡтарҙың байтаҡ классик шағирҙарының шиғырҙарын да яттан белә ине. Михаил Лермонтовтың “Мцыри” поэмаһын, Рәсүл Ғамзатовтың ғына түгел, уның атаһының да шиғырҙарын яттан һөйләй ине. Рәми Ғариповтың ташҡа баҫылып сыҡмаған шиғырҙарын бер тапҡыр ишетеү менән ятҡа бикләй ине лә дуҫтар йыйылған ерҙә һөйләй ине, Зәки Вәлидиҙең исемен телгә алыу ҡурҡыныс йылдарҙа ул Мәскәү китапханаһынан уның хаҡында белешмәләр табып, кем икәнлеген асыҡлап, уның исеме ҡайтыуына тәрән ышана ине. “Ул бөйөк тарихсы булған, уның хеҙмәттәре аша беҙ халҡыбыҙҙың ысын тарихын беләсәкбеҙ”, – ти торғайны. Диҡҡәт халыҡ  йырҙарын тәрән тойоп, үҙенсә генә талғын  моң менән башҡарҙы. Йырҙарҙың легендаларын илһамланып һөйләй торғайны. Иң мөһиме – Диҡҡәт Бураҡаев халыҡ ижадын, халыҡ тарихын һәм үҙ фәнен, донъя кимәлендәге фән үҫешен һәм ҡаҙаныштарын яҡшы белгәнлектән, башҡорт халҡының боронғо ғилеменә ныҡ иғтибар итә ине. Башҡорттарҙың булат ҡылыс ҡоя белеүе, металл иретеү мейестәренең булыуы, дары яһауы, файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү-табыу-эшкәртеү ысулы, “Урал батыр” эпосында башҡорттоң ғилми ҡараштарының сағылыуы һәм башҡалар… Әгәр беҙҙең ғалимдарыбыҙ һәр береһе үҙ йүнәлешендә халҡыбыҙ ғилемен тикшерһә (был йәһәттән үҙ заманында врач Вәрис Ғүмәров, хәҙерге көндә бал ҡорттары менән шөғөлләнеүсе Әмир Ишемғолов халыҡ аҡылына мөрәжәғәт итә), әллә ниндәй асыштар яһалыр ине. Үкенес, “кәм күңелдәр” үҙ халҡына  юғарынан ҡарай шул.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә “Тормош һабаҡтары” предметына бүленгән сәғәттәр ҡыҫҡартыла. Дөрөҫөн әйткәндә, был предмет – башҡорт балаларына башҡортлоҡ һалып, тәрбиә эшендә ҙур әһәмиәт уйнаған предмет ул. Уны барыһы ла белә. Сөнки һәр халыҡтың үҙ  милли педагогикаһы бар, һәр милләт  үҙ ҡалыбында тәрбиә алһа ғына ысын патриот, интернационалист булып үҫә. Интернационаллек нигеҙендә патриотлыҡ тәрбиәләп булмай, ә, киреһенсә, патриотлыҡ нигеҙендә интернационаллек тәрбиәләү күпкә отошло. “Тормош һабаҡтары”– ошо хәҡиҡәтте аңлап, шул хәҡҡәттән сығып яҙылған  тәрбиә һабаҡтары  ул.  Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Мәскәү ғалимдары өсөн тип, бынан өс йыл элек минән был предметтың концепцияһын ентекле яҙып биреүҙе һораны. Мин шатланып риза булдым, ике тиҫтә йыл инде башҡорт мәктәптәрендә был предмет уҡытыла һәм фәҡәт ыңғай һөҙөмтәләр бирә, тәрбиә эшен еңеләйтә, бөтөн милли мәктәптәргә лә һәр халыҡтың үҙ милли педагогикаһы нигеҙендә яҙылған ошондай предмет индерелһә, яҡшы булыр ине, тигән һығымта яһап ҡуйҙым концепция аҙағында. Һөҙөмтәһе нимә? Бөтөн мәктәптәргә лә, нигеҙҙә, рус мәҙәниәте, рус халҡы йолалары өҫтөнлөк алған предметтар индерелә башланы. Мәктәп директорҙарының күпселеге тәрәндән уйлап та бирмәй, йөкмәткеһенә лә ҡарамай (бөтөнөһө лә түгел, ҡайһы берҙәре үтә тәрән уйлап, алдан күреп эш итә), юғарынан ҡушылды, тип хатта башҡорт мәктәптәрендә лә “Тормош һабаҡтары”н, туған телде  ҡыҫырыҡлай башланы.

Тотош кешелек донъяһы юғарылығынан ҡарағанда ла билдәле бит: тел бөтһә, милли үҙенсәлек бөтә, милли төрлөлөк кәмей, һәм һөҙөмтәлә, һәр халыҡтың милли үҙенсәлегенән, тел моңонан, көй-йыр моңонан, рухи байлығынан  илаһи көс, ҡөҙрәт алып, нурланып, тирә-яҡ мөхитте, тәбиғәтте, үҫемлектәрҙе меңәр төҫкә мансыған, сафландырған, һайрар ҡоштарға үҙенсәлекле тауыш биргән юғары көстөң йәшәү ҡеүәтен туҡландырыусы сығанаҡ ҡаҡшай булһа кәрәк, минеңсә. Донъяны һары сәскә баҫыуы, күҙ яуын алып торған болон сәскәләренең төҫһөҙләнеүе, һайрар ҡоштарыбыҙҙың моңһоҙланыуы ла халыҡта йыр-моң кәмеүенә бәйле түгелме икән, тип уйлайым. Хәҙер кешеләр, башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә йырламай. Ауылдарҙа йыр-моң юҡ. Ә кеше бит үҙ телендә  йырларға тейеш. Тәбиғәт йән сәләмәтлеге, күңел сафлығы булдырыу өсөн йыр-моң бар иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ҡиммәтле һаулыҡ сығанағы кәмей бара, шуға ла һау-сәләмәт кешене табыуы ауыр хәҙер. Кеше үҙ күңелен үҙе дауалауҙан мәхрүм, сөнки туған телен белмәгәс, туған телендә  йырламай. Ә йән сәләмәтлеге менән тән сәләмәтлеге бер-береһенә тығыҙ бәйле  (фекерҙе раҫлау өсөн әйтеп китәйем: йырсыларҙың ғүмер оҙайлығын башҡаларҙыҡы менән сағыштырып ҡарағыҙ.) Донъя медицинаһында хәҙер музыка терапияһы тигән дауалау ысулын файҙаланалар. Ә бит бындай терапия кешелек донъяһы менән бергә бар булған. Шуның өсөн юғары көс тарафынан һәр халыҡтың үҙенә тел, тел моңо, йыр моңо бирелгән. Ә беҙ, балабыҙ юғары белем алһын өсөн бер телдә генә һөйләшергә тейеш, тигән төптө ялғанға ышанып, тәбиғәт биргән иң ҙур байлыҡтан:  туған телдән, туған моңдан, рухи сәләмәтлек, тимәк,  физик сәләмәтлек сығанағынан мәхрүм итәбеҙ – юғары мәҙәнилектән айырабыҙ.

Ошо урында Диҡҡәт Бураҡаевты тағы бер тапҡыр телгә алғы килә. Бөтөн предметтар ҙа башҡорт телендә уҡытылған йылдарҙа 9-сы интернат-мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Мәскәү дәүләт университетынан  ҡыҙыл диплом менән ҡайта. Башҡорт телендә һөйләшкән саҡта бер генә рус һүҙе файҙаланмай ине, русса тап-таҙа, бай тел менән һөйләште, әйтеп үтеүемсә, ике телдә лә грамоталы яҙҙы. Уны Мәскәү университетында курсташтары “башҡорт Ломоносовы” тип йөрөткәндәр. Туған телен бик яҡшы, тәрән белеүе уның рухи донъяһын байыта ғына ине.

Тағы шуны ла әйтке килә: халҡыбыҙға юғары белемле белгестәр бик кәрәк, әммә шуны ла иҫтә тотайыҡ: әгәр юғары белемле булып та, туған телен, рухи донъяһын белмәү арҡаһында, үҙ халҡынан ситләшә баралар икән бындай белгестәр, беҙҙең ер йөҙөндә милләт булып йәшәй алыуыбыҙ хәүефле түгелме? Юғары белемле белгестәре бик күп булған мишәр халҡы бөгөнгө көндә милләт булараҡ телгә алынмай бит. Ошо хәлдә ҡалмабыҙмы? Шуның өсөн беҙ һәр уҡыусыға наҙанлыҡтың ни икәнен төшөндөрөргә, шәжәрәңдең тамырҙарын белеү генә түгел, ә дауам итеү зарурлығын аңлатырға тейешбеҙ. Һәр шәжәрә башына “Бел һәм тамырың рухын дауам ит!”  тип яҙырға кәрәк. Ошо уңайҙан бөтөн Шәжәрә байрамдарына ла хас булған бер күренеште һүрәтләп үтке килә.

Тармаҡ-тармаҡ ботаҡлы шәжәрә төҙөлә. Тирә-яҡтан ҡайтҡан туғандарҙың иң өлкәндәре шәжәрә янына килеп баҫып, боронғоларҙы иҫкә төшөрә, туғандарын барлай, саҡ ҡына арыраҡ торған урта быуын туғандарына тарих һөйләй. Унан арыраҡ  ярым русса һөйләшкән йәшерәк быуын вәкилдәре ара-тирә шәжәрәгә күҙ ташлап ала, урта быуын атай-әсәйҙәренән ниҙер һораша, шунан шәжәрәгә иҫтәре лә китмәгән, ҡулдарына төрлө эсемлек һауыты тотҡан һәм ҡиммәтле машиналар янында тап-таҙа рус телендә генә һөйләшеп торған үҫмерҙәргә ҡысҡыра:

–  Влад, подойди сюда, к дедуле, оказывается  вы с  Русалиночкой совсем близкие  родственники.

– Да-а-а, вот  какая приятная новость. Слышишь, Русалина? Ладно, папуль, потом подойдем.

Миңә райондарҙа Шәжәрә байрамдарында йыш булырға тура килә, һәм һәр ваҡыт шәжәрәнең иң осондағы ят телдәге исемдәргә иғтибар итәм дә тәрән  көрһөнөп ҡуям. Күҙ алдыма Киҫәкбикә исемен Катеринаға алмаштыртмаған, динен һатмаған  өсөн усаҡта яндырылған алтмыш йәшлек ҡатын килеп баҫа. Тәне яна, әммә көслө рухы әле лә беҙҙе ҡурсалай һымаҡ.  Ошондай  рух  халҡыбыҙҙа хәҙер ҡаҡшай барамы әллә?

Фәнил Күзбәков:

– Күптән түгел Һеҙҙең “Көҙгө ысыҡ” тигән хикәйәгеҙҙе ҡайтанан уҡып сыҡҡайным. Шундай уй-фекер яралғандай итте: бындай әҫәрҙе лә аңлай алмаған уҡыусыға уның елеге ниҙә икәнлеге, художестволылыҡтың нисек булырға тейешлеге хаҡында тылҡып тороу кәрәкме икән? Һеҙҙең өсөн, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, әҙәбиәт нимә ул?

Мәрйәм  Бураҡаева:

 – Минең өсөн әҙәби әҫәр – ул кешенең тойғоһона, күңеленә нәфис һүҙ менән тәьҫир итеү ысулы. Кеше әҙәби әҫәрҙе ысын тормош, ә геройҙарҙы үҙе менән бергә йәшәгән, бергә аралашып йөрөгән замандаштары йәки үткәндә йәшәгән күңеленә яҡын кешеһендәй ҡабул итә. Геройҙар аша кеше күңелен яулау еңелерәк, әйтер фекерең үтемлерәк. Бер үк ваҡиғалар төрлө жанрҙа төрлөсә ҡабул ителә. Мәҫәлән, мин журналистика өлкәһендә редакцияларҙа эшләгәндә, тәбиғәтте һаҡлау, башҡорттарға башҡортлоҡ тойғоһо һалыу, туған телдә уҡыуҙың әһәмиәтен аңлатыу, аҙағыраҡ башҡорт ауылдарын һаҡлау, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүсе булып ҡайтып та иғтибарҙан ситтә ҡалған яугирҙар мәнфәғәтен яҡлау, башҡорт мәктәптәре, балалар баҡсаһы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн журнал булдырыу һәм башҡа шундай мәсьәләләр бик киҫкен торған йылдар ине. Айырыуса тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ көслө булды. Илдә гигант төҙөлөштәр менән мауығыу, ҙур-ҙур фермаларҙы йылға буйҙарында төҙөп, ҡалдыҡтарҙы йылғаға ауҙарыу, химик ашламаларҙы тау-тау итеп баҫыуҙарҙа ҡалдырыу… Ә сәнәғәттә?  Был  хаҡта инде гәзит биттәрендә Диҡҡәт Бураҡаев әсенеп-әсенеп сығыш яһай торғайны. Ул айырыуса ер аҫты, йәғни эсәр һыуҙарҙың бысраныуына, киләсәкте эсәр һыуһыҙ ҡалдырыу ихтималлығына һәм ер өҫтөн сүп-сар – көнкүреш ҡалдыҡтарының баҫып алыуына борсолдо. Диҡҡәт Бураҡаев тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһен ярһыу күтәрҙе, киләсәк быуын яҙмышы өсөн битарафтарға йәне-тәне менән көйҙө-янды. Миңә: “Әллә әҙәби әҫәр аша халыҡ күңеленә тиҙерәк етеп булырмы икән?  Әйҙә, һин тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын әҙәби әҫәрҙәр аша күтәреп ҡара”, – тигән фекер әйтте. Диҡҡәт күтәргән проблемаларҙы мин повестар аша яҡтырттым. “Һүнмәҫ нурҙар”, “Шишмә”, “Йәнтөйәк” повестары аша тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын асырға тырыштым. Ысынлап та, әҙәби әҫәр аша халыҡ күңеленә төпкәрәк үтеп инеп, тәрәнерәк уйландырып булғанлығы шунда уҡ күҙгә ташланды. “Шишмә” повесы кластан тыш уҡыу әҫәрҙәре исемлегенә индерелде. Уҡынылар, өйрәнделәр, мәктәптәрҙә “Шишмә” операцияһы киң йәйелдерелде, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә “Шишмә”, “Йәнтөйәк” тигән рубрикалар барлыҡҡа килде. Диҡҡәттең мәҡәләләренә ҡарата тиҫтәләп килә торғайны хаттар, “Шишмә” операцияһы буйынса ла эш киң йәйелдерелде. Әммә оҙаҡҡа барманы был кампания. Юғарынан хуплау булмағас, халыҡ башланғысы  һүлпәнәйә барып, һүнеп ҡуйҙы. Айырым илһөйәрҙәр  тарафынан ғына урыҡ-һурыҡ башҡарыла торған эш булып ҡалды.

Фәнил Күзбәков:

– Телдәрҙе белеү кешене белем йәһәтенән генә түгел, рухи яҡтан да ныҡлы байыта. Был – аксиомаға әйләнгән хәҡиҡәт. Әммә тиҫтәләп тел белеп тә, әсәйеңдең телен белмәһәң, һин барыбер рухи яҡтан фәҡирһең, меҫкенһең. Был да хәҡиҡәт бит...

Мәрйәм Бураҡаева:

– Мин әңгәмәне төшөнкө күңел менән тамамларға теләмәйем. Йәштәребеҙ  кәм күңелле булыуҙан арына бара. Был – шатлыҡлы хәл.

Ә йылына бер нисә тапҡыр үҙгәреп торған уҡыу программалары  хаҡында һүҙ алып барғы килмәй. Халыҡ булмышы уҡыу программаларына ғына ҡайтып ҡалмай. Әлбиттә, ул бала аңына ныҡ йоғонто яһай, әммә төп тәрбиә нигеҙе ғаиләлә һалына. Мәңгелек төшөнсәләр булған халыҡ, халыҡты милләт итеп уҡмаштырып тороусы тел, традиция, моң, мөхит, аң, рух төшөнсәләрен һәр атай-әсәй, өләсәй-олатай аңлап, эште үҙ өлгөһөнән башлап йәшәһә, рухи ҡол булып йәшәүҙең ни икәнлеген күҙ алдына килтерһә, үҙ балаларын кәм күңел итеп үҫтермәһә, нәҫел шәжәрәһен атай-олатайҙар рухында дауам итһә, егеттәребеҙ милләт киләсәгенең әсәйҙәр ҡулында икәнлеген, ә әсәйҙең  тел аша ғына түгел, ә ҡанына һалынған рухи булмышы менән тәрбиәләүен аңлаһа – киләсәгебеҙ өмөтлө булыр, Дауыт Юлтый әҫәрендә әйтелгәнсә, бәндәгә бәндә булып түгел, үҙебеҙ булып, тиңдәр араһында тиң булып йәшәрбеҙ.