Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Ризван Хажиев

Иңдәрендә ине ил хәстәре

Очерк 

(Партия һәм дәүләттең күренекле эшмәкәре

Фәйзрахман Зағафурановтың тыуыуына – 100 йыл)

Фәйзрахман Зағафуран улы Зағафуранов 1913 йылдың 10 октябрендә хәҙерге Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуа. Вафаты  – 1975 йылдың 5 сентябре, Өфө. Совет-Фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Башҡортостан юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбен тамамлай. Башҡортостан коммунистик юғары уҡыу йортонда (1935 – 1937) уҡыта, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу мәктәбе (1937 – 1940),  Темәс педагогия училищеһы (1943 – 1945) директоры, 1945 – 1950 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының бүлек мөдире, секретары, беренсе секретары булып эшләй (1945 – 1950), 1940 – 1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. СССР Юғары Советы (1955 – 1959, 1963 – 1967), БАССР Юғары Советы (1951 – 1967) депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963), «Почет Билдәһе» (1949), Ҡыҙыл Йондоҙ (1940) ордендары  менән наградлана.

 

...Беҙ,  Һөләймән ауылының бер төркөм егеттәре, Әй буйында йылым менән балыҡ һөҙөп йөрөйбөҙ. Ауылдан алыҫ ҡына «Зауыт ҡаштауы» тип аталған төбәктә балыҡ шәп эләгә. Етмәһә, йылымдың да еллеһен тапҡанбыҙ. Үҙе балыҡ тотмаһа ла, беҙҙең  кеүек йәш-елкенсәккә биреп, «гәрнис»ен  алып торған Ғафый ҡарттың 50 метрлыҡ йылымы ине был. Шуға ла балыҡ өләшкәндә: «Быныһы – һиңә, быныһы – йылымға» тигән лаҡап ауылда әле лә онотолмаған. Көн матур, аяҙ июль күгендә ҡояш йылмая, яҡындағы болонда  салғы тауыштары  сыңлай, аръяҡ талында ҡоштар сутылдай, яр аҫтына теҙелгән оялары тирәләй ҡарлуғастар өйөрөлә.

Ҡапыл беҙ йылым менән сығасаҡ ташлы утрауға ҡаршы яр башына ҡара «Волга» килеп туҡтаны. Беҙ шыр ебәрҙек, сөнки йылым менән балыҡ тоторға ярамағанлығын яҡшы беләбеҙ.  

– Ҡурҡмағыҙ, егеттәр, ҡурҡмағыҙ! – Машинаның асыҡ тәҙрәһенән Ғафый ҡарттың яңғырауыҡлы тауышы ишетелде. Ул кабинаның ишеген асып, йәшел үләнгә төштө. Артынан ҡара сәстәренең уртаһынан ғына буйҙан-буйға сал йүгергән, урта буйлы, ҡалын ғына кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, илленән уҙған ят ағай күренде һәм  таяғына таянып, сатанлабыраҡ беҙҙең яҡҡа атланы. Беҙ ҙә, бәләнең баш осонан үтеп китеүен күреп, иркен тын алдыҡ һәм йылымды ярға тарттыҡ.

– Оһо, – тине  ят ағай, һикерешеп ятҡан балыҡтарға төбәлеп. – Бәрҙеһе лә, борожо ла, ажауы ла, алабуғаһы ла бар бит. Бындай балыҡ   Әйҙә генә булалыр ул!

– Ә һеҙ, ағай, үҙегеҙ ҡайҙан һуң? – тип һорай һалды кемдер, батырсылығы  етеп.

– Мин дә, һеҙҙең һымаҡ, Әй һыуын эсеп үҫкән Һөләймән егете. Зағафуранов булам.

– Зағафуранов! – Беҙ өнһөҙ ҡалдыҡ. Уның беҙҙең ауылдан булыуын, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе икәнлеген  күптән белһәк тә,  тәүләп күрәбеҙ.

– Йә, ауылдаштар, – тип башланы  Фәйзрахман ағай, беҙ ике биҙрәгә яҡын балыҡты яр башындағы йәшел сиҙәм өҫтөнә сығарып  түккәс, – ҡайһығыҙ кем малайы була? Һеҙ йәштәрҙе мин   әтейегеҙ буйынса ғына белермен инде ул.

Һәр ҡайһыбыҙ  кем нәҫеленән, кем улы булыуы тураһында теҙеп алып киттек. Фәйзрахман ағай иһә тыныс ҡына тыңлап, беҙҙең атайҙарға үҙенсә баһа биреп ултырҙы. Ул арала усаҡ яғылды, балыҡ таҙартылып, ҡаҙанға һалынды. Үҙ-ара йылы әңгәмә оҙаҡ ҡына дауам итте, һәм беҙ балыҡ һурпаһын һемереп, йәнә йылымға тотондоҡ. Үкенескә ҡаршы, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы ир-азаматын бүтән  күрергә насип булманы миңә. Ул 1975 йылдың 5 сентябрендә, мин «Совет Башҡортостаны» гәзитенең Учалы яҡтарындағы үҙ  хәбәрсеһе булып эшләп йөрөгәндә, донъя ҡуя. Үҙе үлһә лә, яҡты һәм үлән баҫмаҫ эҙ ҡалдырып китте ул. 

Һөләймән ауылының Әй ярына терәлеп ултырған мәсетендә күп йылдар  ислам диненә тоғро хеҙмәт иткән Насибулла мәзиндең Әхмәҙулла һәм Фәйзулла исемле  улдары була. Әхмәҙулланан – Мостафа, Мөғәфә, Мортаза, Фәйзулланан – Зағафуран, унан Фәйзрахман донъяға килә. Әммә уның бала сағы фәҡирлектә  үтә: биш йәшендә атайһыҙ, туғыҙ йәшендә әсәйһеҙ тороп ҡала. Ярай әле, малайҙы ике йыл  алда ғына Мәләкәс ауылындағы Ҡорбанғәлегә икенсе бисәлеккә барған Зөләйха апаһы һыйындыра. Ләкин унда ла, 1921 йылғы аслыҡтан һуң, тормош шәптән түгел. Армиянан әле генә ҡайтҡан Мөғәфә ағаһы хәл белергә тип Мәләкәскә килә һәм оло мейес алдында йыртыҡ күлдәк-ыштан кейеп, әсе  ҡатыҡ ашап ултырған, күҙҙәре йәшкә батҡан ябыҡ сырайлы Фәйзрахманды  күреп, йөрәге әрней ҙә, апаһының ай-вайына ҡуймай, алып ҡайтып китә.

Ике йыл тигәндә Фәйзрахман, һуңлап булһа ла, мәсеттәге мәктәпкә йөрөй башлай. Дүрт йыл уҡый ул бында. Уҡытыусы Абдулла Таһиров, малайҙың зирәклеген, тырышлығын күреп, уға төп уҡыу программаһынан тыш та һабаҡ бирә, үҙ ҡанаты аҫтына ала. Фәйзрахман бигерәк тә математика дәрестәрен үҙ итә,  мәктәпте тамамлағас, Благовещенск ҡалаһындағы хисапсылар курсына барып керә. Артабан ул Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылындағы сельпола, Мәсетле районының кустпомсоюзында хисапсы булып  эшләй.  Уҡыуға көслө   теләк инде егет  ҡорона кереп, танауы еҫ белә башлаған Фәйзрахманға тынғы бирмәй. Тик ҡайһылай итеп Өфөгә китергә? Эшләп алған  аҡсаһы ашарға, кейенергә лә етмәй, осон осҡа саҡ ялғап тора. Әллә  хәллерәк йәшәгән Әхмәҙулла бабаһына барып  ҡарарғамы?

– Ауыр һорау ҡуйҙың бит әле,  улым, – ти Әхмәҙулла ҡарт,  уны тыңлап бөтөргәс. – Бына Мортаза ла (Мортаза Әхмәҙуллин һуңынан хәрби училище тамамлай. Танкист. 1941 йылдың 7 ноябрендә Мәскәүҙә хәрби парадта ҡатнаша. Һуғыштан һуң Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хәрби комиссары. «Славные сыны Башкирии» тигән  4 томлыҡ китаптың хәрби консультанты, полковник – Р. Х.), хәрби училищеға барам, тип  теңкәгә тейә. – Ул бер аҙ уйланып ултырҙы ла һүҙен дауам итте: – Әллә, тим, ҡышлау үгеҙен һуйып һатырғамы икән?

Шулай итәләр, һәм  бер айҙан ВЛКСМ-дың Мәсетле район комитеты йүнәлтмәһе  менән ике туған егеттәр Өфөгә килеп төшә. Зағафуранов коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенең  комсомол бүлексәһенә урынлаша, ә Әхмәҙуллин Ульяновск танк хәрби училищеһына китә.

Уртаса буйлы, төҫкә сибәр, сөм-ҡара сәсле, һәр саҡ ыҫпай кейенеп йөрөгән Фәйзрахман белемгә ынтылышы, яҡшы уҡыуы, әүҙем йәмәғәтсе булыуы менән башҡа  студенттарҙан айырылып тора, һәм, мәктәпте тамамлау менән, уны уҡытырға ҡалдыралар. Ләкин ил өҫтөнә ҡара һөрөм булып ҡанлы 1937 йыл яҡынлаша. Көндәрҙең береһендә Фәйзрахманды директор Буранчин саҡыртып ала.

– Илдә лә, республикала ла хәл ҡатмарлаша бара, – тип уратыбыраҡ башлай ул һүҙен. – «Халыҡ  дошмандары» ишәйеп китте. Хаҡмы, нахаҡмы  икәнен ҡарап тормайҙар, алалар ҙа китәләр. Белеп булмай, уларҙың беҙгә лә килеп етеүе ихтимал. Телең бигерәк тик тормай шул үҙендең: кем булыуына  ҡарамай, тотаһың да туранан һалдыраһың. Эте бар, бете бар, тигәндәй, берәйһе өҫтөңдән  яҙҙы  ебәрҙе. Ярлы малайы тип  тормаҫтар. Бәләнән баш-аяҡ. Әллә шау-шыу баҫылғансы Стәрлетамаҡта  яңы ғына асылған мәҙәни-ағартыу училищеһына китеп уҡытып тораһыңмы? Ризамы?

Стена буйына теҙелгән ултырғыстарҙың  береһенә  арҡаһын  терәп ултырған Фәйзрахман сәстәрен артҡа һыпырҙы ла борсолған йөҙөн үҙен ҡурсаларға тырышҡан директорға борҙо.

– Риза булмай ҡара, –  тине ул уйсан ғына. – Тик шуныһы ғәжәп: беҙҙә лә хаиндар табылыр микән?

– Осоро шундай: аптырарға кәрәкмәй хәҙер.

– Ҡасан юлға?

– Иртәгә үк. Бына Мәҙәниәт министрлығы биргән йүнәлтмә.

Икенсе көндө егет яңы ғына өйләнгән йәш ҡатыны, шул уҡ комвуздың һуңғы курсында  уҡып йөрөгән Баймаҡ ҡыҙы Маһикамалды етәкләй ҙә вокзалға төшә. Тәүге йылда ул Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһының комсомол ойошмаһы секретары булып эшләй, һуңынан уҡытырға күсә, артабан училище директоры итеп тәғәйенләнә. Йыл ярымда  ябай уҡытыусынан директор дәрәжәһенә  еткәс, Зағафуранов Стәрлетамаҡта насар эшләмәгән.

«Көндәрҙең береһендә, – тип хәтерләй ул йылдарҙа Стәрлелә уҡып йөрөгән яҡташыбыҙ, Абдулла ауылы егете Нурый  Мирсаев, – директор беҙҙе коридорға теҙҙе лә уҡыу өсөн түләү кәрәклеге тураһында хөкүмәт ҡарарын уҡып ишеттерҙе. Беҙҙең күҙҙәр дүрт булды. Нишләргә хәҙер? Уҡырға түләү түгел, унда-бында эш табып,  йәнде көскә аҫыраған көн.  Минең кеүек үкһеҙҙәр өсөн ул ифрат ауыр. Шулай башты баҫып тәҙрә төбөндә торғанда,  Зағафуранов саҡыртып алды.

– Мин дә һинең һымаҡ етем үҫтем, – тине  ул,  арҡамдан ҡағып. –Ләкин нишләйем, хөкүмәт ҡарарын үтәргә кәрәк. Хәлеңде лә аңлайым. Беҙ былай эшләйек: уҡыуың тамамланырға күп ҡалмаған бит, шуға, бөтә яуаплылыҡты үҙ  өҫтөмә алып, һиңә аттестат тоттороп ебәрәм (ул йылдарҙа диплом тигән нәмә юҡ ине). Тик ҡара, кешегә һөйләнеп йөрөмә! Ҡайтҡас уҡ РОНО-ға ин. Уның мөдире  минең  яҡташ. Эш табып бирер. Бына уға хат та яҙҙым.

Тиҙҙән мин Ҡорғат ете йыллыҡ мәктәбендә йыр дәрестәре алып бара башланым, пионер вожатыйы вазифаһын да үтәнем».

Йәше лә һалдат хеҙмәтенән үтеп барған Фәйзрахманды көтмәгәндә Ҡыҙыл Армия сафына саҡыралар һәм уҡсы  полктың комсомол комитеты секретары итеп һайлайҙар. Шул килеш 1940 йылдың  ғинуарында аҡ финдар менән башланған һуғышҡа барып керә һәм шунда күрһәткән батырлығы өсөн тәүге хәрби награда – Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Хәҙер  һүҙҙе Фәйзрахман Зағафурановтың оло ҡыҙы  Флүрәгә  бирәйек. Ул медицина фәндәре кандидаты, 1963 йылда Башҡортостан медицина  институтын тамамлағас, 22 йыл Өфө Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының кеше эшмәкәрлегенең хәүефһеҙлеген  тәьмин итеү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кафедраһында уҡыта.

– Фин  кампанияһы бөткәс, 1940 йылдың майында, әтейем Стәрлетамаҡҡа ҡайтып  төштө, – тип хәтер  ебен тағата Флүрә Зағафуранова. – Электән дә һомғол кәүҙәле, киң яурынлы әтейем  хәрби формала бейегерәк, ҡалҡыуыраҡ булып күренде. Баҫҡан урынымда күҙҙәремде таҫырайтып ҡаттым да ҡалдым, ә ул мине күтәреп алды ла иҙән буйлап бейене лә китте. Үҙе бейей, үҙе һуғышта отоп ҡайтҡан «Три танкиста» йырын йырлай. Эй рәхәт миңә уның йылы ҡосағында. Ҡысҡырып көләм, сәпәкәй итәм. Әсәйем иһә ниңәлер күҙ йәштәрен һөртә. Өйҙә күп торманы әтейем, ун көн тигәндә йәнә армияға китеп барҙы.

Бөйөк Ватан һуғышын Фәйзрахман Зағафуранов Одесса хәрби округының 173-сө дивизияһы 223-сө полкында ВЛКСМ комитеты секретары сифатында ҡаршылай. Фашистарҙың көслө баҫымы аҫтында ҙур юғалтыуҙарҙы үҙ елкәһендә татый ул. Мәскәү янындағы алыштарҙа кәрәген алған немецтар 1942 йыл баштарында һөжүмде туҡтата, фронт тын алып ҡала. Ошонан файҙаланып, Зағафурановты Горький хәрби-сәйәси училищеһының ҡыҫҡа ваҡытлы курсына ебәрәләр. Майҙа уны тамамлай һәм Дон менән Сталинград араһында һуғышҡан 169-сы танк бригадаһының 370-се батальонына хәрби комиссар итеп тәғәйенләнә.

Генерал-лейтенант Андрей Еременко етәкселегендәге Сталинград фронтының  уртаһында ҡайнай уларҙың танк  бригадаһы. 1942 йылдың 19 ноябрендә Көньяҡ-Көнбайыш һәм Дон фронттарының көслө  контрһөжүме башлана. Икенсе көн уларға сентябрҙән ҡамауҙа һуғышып, Волга  ярындағы ҡаланы дошманға бирмәгән Сталинград фронты ғәскәрҙәре лә ҡушыла. 23 ноябрҙә Калач-Советский районында Көньяҡ-Көнбайыш һәм Сталинград фронттары осраша, дошмандың 330 мең кешелек 22 дивизияһы ҡамауҙа ҡала. Алыштар тағы ла киҫкенләшә, сөнки көн һайын тәрән ҡар йырып алға барырға, ҡамау ҡулсаһын ҡыҫырға кәрәк, ә уны тик «Т-34» танкылары ғына булдыра. Рота политругы, өлкән лейтенант Фәйзрахман Зағафурановҡа ла эш етерлек. Әле бер взводҡа, әле икенсеһенә саба ул, егеттәрҙең рухын күтәреү өсөн  ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырыша: фронт хәбәрҙәре менән таныштыра, айырым яугирҙарҙың  ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләй, ил һәм донъя яңылыҡтарын еткерә. Теге йәки был  танкист яраланып госпиталгә оҙатылһа, танк рычагтары артына ултырған, пушка, пулеметтарға тотонған саҡтары ла аҙ булмай.

1943 йылдың 9 ғинуарында уның фронттағы һуңғы алышы була. Дон далаларына һибелгән сираттағы станицаны алыу атакаһы һүнеп ҡала. Алда барған рота командирының да танкыһы яндырыла. Быны күҙәтеп торған Зағафуранов резервтағы һуңғы танк башняһына һикереп менде лә:

– Күрмәйһегеҙме, командирҙың  машинаһы яна! –  тип люкты асып ҡысҡырҙы. – Алға! Командирҙы ҡотҡарырға!

Ләкин экипаж ашыҡманы.

– Рота командирының бойороғо булмайынса бер ҡайҙа ла бармайбыҙ! – тип ҡырт киҫте танк командиры.

Бындай һөмһөҙлөк тыныс холоҡло, һалдаттар менән иркен һәм ябай һөйләшеүсе   Зағафурановты сығырынан сығарҙы.

– Мин һиңә, рота командирының танкыһы яна, тип әйттем! – тип екереп ебәрҙе ул, кобураһынан  пистолетын сығарып, командирҙың  елкәһенә терәне. – Хәҙер үк машинаңды бор! Юғиһә...

Шунда уҡ танк водителе – рычагтарға, наводчик – пушкаға, радист –  рацияһына, уҡсы пулеметына тотондо,  һәм «Т-34» танкыһы, айыуҙай үкереп, Дон ярҙарында  үҫкән ҡыуаҡтарҙы төбө-тамыры менән аҡтарып, боҙ ҡатыш ҡар киҫәктәрен сәсрәтә-сәсрәтә алға ырғыны. Танк башняһының тотҡаһына саҡ тотоноп барған Фәйзрахман: «Ниңә малай-шалай һымаҡ килеп мендем әле? – тип ыжғыр елдән битен тун яғаһы менән ҡаплап, үкенеп ҡуйҙы. – Үҙҙәрен генә лә ебәрергә мөмкин ине бит». Ләкин һуң ине, һәм танк алға  барыуын дауам итте.

Ҡапыл яҡында ғына снаряд шартланы, һәм уның көслө тулҡыны Зағафурановты танк өҫтөнән йолҡоп алды ла ҡалын  көрт өҫтөнә  атып  бәрҙе. Тәкмәсләп барып төшкән комиссар байтаҡ өнһөҙ ята һәм кискә табан ғына аңына килә.

– Суҡынмыштар, – тип эстән генә әрләне ул танкистарҙы, – әллә мине күрмәнеләрме, әллә күрмәмешкә һалыштылармы? Кем асыҡлай уны хәҙер?

Ул, аяғына баҫырға тип,  ҡуҙғала ғына башлағайны, һул аяғының сәнсеп алыуына ҡысҡырып ебәрҙе лә йәнә  көрткә сумды. Тик шунда ғына Фәйзрахман ҡан  һарҡып торған һул сирағының салбар аша  һерәйеп тороуын күреп ҡалды. Күрәһең, снаряд ярсығы сираҡ һөйәген аҡтарып бәргән, ләкин аяҡ бөтөнләй өҙөлмәгәйне әле. Ул ҡалтыранған ҡулдары менән салбар ҡайышын сисеп алды ла, яраһын  сепрәк менән ҡушып бәйләгәс, яҡындағы таш һарайға шыуышты.

Иртәгәһенә төштән һуң ғына һарай эргәһенән үтеп барыусы икенсе часть һалдаттары, ыңғырашҡан тауышты ишетеп, яралы Зағафурановты табып алалар һәм госпиталгә оҙаталар. Табиптар снаряд ярсығы сәрпәкләгән сираҡты шунда уҡ киҫеп  ташлай. Әммә оҙаҡ ваҡыт медицина ярҙамы күрмәй ҡан эсендә  ятҡан яралы комиссарҙа гангрена башланғас, операция яһап, аяҡты тубыҡтан  өҫтәрәк  киҫеп алалар.

Февраль баштарында Фәйзрахманды поезд менән Магнитогорскиҙағы эвакуация госпиталенә алып  китәләр. Уның өсөн ауыр, ғазаплы көндәр башлана. Юҡ, тән яраһынан һыҡтанмай ул. Яра ни булыр ҙа бөтәшер, ә бына күңел яраһынан нисек ҡотолорға? Һыңар  аяҡлы һайыҫҡан һымаҡ  һикергеләп   йөрөгән ғәрип һалдаттың хәҙер кемгә кәрәге бар?  Маһикамал шундай йәш, матур, сибәр. Үҙе кеүекте табыр әле, ә миңә ғәриптәр йортона  юлланырға ғына  ҡала. Әллә бөтөнләй күҙ көйөгө булып йөрөмәҫкәме? Шундай ауыр уйҙар борсой Фәйзрахманды, һәм ул  үҙенең Магнитогорскиҙа ятыуын да, ҡайһы ере яраланыуын да һуғыш ваҡытында Стәрлетамаҡтан Иҫке Сибай ауылына күсеп килгән ғаиләһенә  хәбәр итмәй, хаттарында госпиталдең номерын ғына  күрһәтә.

Бер көн Молотов исемендәге колхоз парторгы Маһикамал Зағафуранованы саҡыртып ала.

– Бына почтальон ниндәйҙер сәйер хат ҡалдырып китте, – тип ҡаршылай парторг йәш ҡатынды. – Адресы Магнитогорскиҙа ятҡан Фәйзрахмандыҡы, тик яҙыуы уныҡы түгел. Әллә бер-бер хәл булдымы икән?

Маһикамалдың йөрәге «жыу» итеп ҡалды  һәм ул хатты асып, күҙ йүгертте. «Мин ирегеҙ дауаланып ятҡан госпиталдың  баш врачы булам, – тип  яҙылғайны унда. – Өлкән лейтенанттың Дон фронтында һул аяғын  снаряд ярсығы  телеп үтә, һәм ампутация яһайҙар. Ләкин гангрена башлана. Беҙгә килтергәс, йәнә операция яһарға тура килде. Хәҙер  яраһы  уңалып килә. Тик шуныһы, Маһикамал Лотфулловна: Зағафуранов өйөнә ҡайтырға теләмәй, минең  кемгә  кәрәгем бар, тип зарлана. Ирегеҙҙе алып ҡайтырға теләһәгеҙ, яҡын  көндәрҙә килеп сығығыҙ. Тик тәүҙә үҙемә керегеҙ, сөнки Фәйзрахман Зағафуранов был  хат тураһында белмәй».

Икенсе көн  Маһикамал таң һарыһы менән  колхоз рәйесе Ибраһим Уйылданов егеп  йөрөгән ат менән  кашауайға етеһе менән барған ҡыҙы Флүрәне толопҡа  төрөп ултыртты ла,  ҡырпаҡ ҡарҙы ярып, Иҫке Сибайҙан  40 саҡрымда ятҡан Магнитогорскиға юлланды. Сана еңел, ат та шәп, башын алға һоноп, дуғаһындағы  еҙ ҡыңғырауҙы сыңлатып, малҡай иҫкән елгә ҡаршы елә генә. Күңеле лә шатлыҡ менән тулы Маһикамалдың бит алмалары тағы ла алһыуланып, күпереп торған ирендәре бер аҙ асылған, күҙҙәренән өмөт сатҡылары сәсрәп торған йәш ҡатын үҙе лә бына-бына ҡанаттарын йәйеп, осоп китер төҫлө. Әйтерһең, һуғыш ҡойононда зәғифләнгән ғәрип ирен ҡаршыларға түгел, ә туйға китеп бара. Йәнгел ауылында төн үткәреп, төш ауғансы госпиталь ҡапҡаһы төбөнә килеп тә туҡтаны.

Флүрә Зағафуранова иҫтәлектәренән: «Оҙон юлдан арып килгәнгәме, бесәнгә күмелеп йоҡлап киткәнмен. Күҙҙәремде асһам, алдымда ҡултыҡ таяғына таянған, йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, арҡаһына тоҡсайға  ҡуша бәйләнгән  аяҡҡа оҡшаш ниндәйҙер әйбер аҫҡан ят  ир тора. Ул, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, нимәлер әйтергә теләй, ләкин һүҙҙәрен ишетмәйем. Эргәһендәге әсәйем:

– Бына был әтейең була, – ти, шат йылмайып.

Күҙ алдыма өс йыл  элек кенә фин һуғышынан  орден тағып ҡайтҡан, киң күкрәкле,  төҙ һынлы, гимнастеркаһына портупеялы ҡайыш быуған офицер килеп баҫты. Ул мине көслө ҡулдары менән күтәреп, иҙән буйлап  бейеп  киткәйне. Ә был – бөтөнләй икенсе кеше.

– Юҡ, был минең әтейем түгел! – тип  сәрелдәп илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. – Әтейемдең аяғы икәү ине лә баһа.

Атайым, күҙҙәренә тығылған йәштәрен һөртөп, ситкә боролдо.

– Ул саҡта һинең әтейең булмаясаҡ! – Әсәйем ҡапыл ҡырыҫланып китте. – Башҡаларҙыҡы булыр, ә һинеке – юҡ.

Тик  аҙаҡ ҡайтып, мине мунсала йыуындырып, аяҡтарыма һәҙәпле туфлиҙар кейҙергәндә генә мин  уның  йомшаҡ ҡулдарын  тойҙом, һәм уға булған ихтирамым, һөйөүем тағы ла арта төштө. Шуныһын да әйтәйем: әтейем бер ҡасан да һуғыш тураһында һөйләргә, һуғыш тураһындағы  фильмдарҙы ҡарарға яратманы. Иҫке Сибайҙан Темәскә күсеп, Башҡорт педагогия техникумында директор булып эшләгән осорҙа ул йыш ҡына Өфөнән, арҡаһына йөкмәп, уҡыусылар өсөн дәреслектәр, дәфтәрҙәр, ә миңә печенье, перәниктәр алып ҡайтыр ине».

Темәстә ни бары йыл ярым ғына эшләп ҡала Зағафуранов: 1945 йылдың март урталарында КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары Әхәт Биктимеров үҙенә саҡыртып ала.

– Ишетеп беләм, – тине ул, Зағафурановтың таяҡҡа таянған протез аяғын алға уратыбыраҡ ташлап, ишекте шар асып килеп  кереүен күреп, ике ҡуллап барып күреште лә өҫтәл янына ишараланы. – Темәстә ярайһы ғына тәртип урынлаштырғанһың икән. Халыҡ та, техникум коллективы ла маҡтау һүҙҙәре генә әйтә һинең турала..