Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәмзиә Бикәнәсова

Иман иле – Мәккә бишегенә асып индем донъя ишеген...

Бисмилләһир-рәхмәниир-рәхиим! Рәсәйҙең хажға барыуҙы үҫтереүгә ярҙам күрһәтеүсе хәйриә фонды аша беҙҙең төркөм, 2011 йылда тур операторҙарҙан алданып, хаж сәфәренә бара алмаған мосолмандар, 2012 йылдың 19 октябрендә Ислам диненең бишенсе әрҡанын үтәү өсөн сәфәргә юлландыҡ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә шулай тигән: “…Кешеләрҙең Аллаһ алдында булған бурыстарына  хаж ҡылыу керә, әгәр улар быны үтәй алырлыҡ булһалар” (“Ғимран”сүрәһе, 97).

Хаж мөмкинлеге булған, бәлиғ һәм һау-сәләмәт кешеләргә фарыз. Ибраһим һәм Исмәғил  пәйғәмбәрҙәр тарафынан тергеҙелеп, улар, башҡа пәйғәмбәрҙәр һәм сәхәбәләр ғибәҙәт ҡылған урын булғанға күрә,  Ҡәғбәтулла мөбәрәк бер ғибәҙәтхана иҫәпләнә. Шуның өсөн дә Аллаһы Тәғәлә беҙгә шул ғибәҙәтхананы зыярат ҡылырға ҡушҡан. Быны атҡара алған кешеләргә ҙур әжер һәм сауаптар вәғәҙә иткән. Ғалимдарҙың һүҙҙәренә нигеҙләнеп, хаж Һижриҙең алтынсы йылында фарыз булған, шул нигеҙҙән Аллаһы Тәғәлә аят иңдергән: “Аллаһ ризалығына өмөт менән хаж һәм үмрәне иң камил рәүештә үтәгеҙ” (Баҡара сүрәһе, 196-cы  аят).

Билдәле бер ғибәҙәттәрҙе ҡылыу ниәте менән  Сауд Ғәрәбстанындағы Мәккә ҡалаһына сәфәр, “Тауаф” (Ҡәғбә тирәләй әйләнеү), “Сәғи” (Әс-Сафа һәм Әл-Мәрүә тауҙары араһында йүгереү), Арафат  майҙанында булыу хажға барыу иҫәпләнә. Пәйғәмбәребеҙ, Аллаһының сәләме һәм салауаты булһын Уға, хаждың Ислам диненең бишенсе әрҡаны икәнен аңлатып, ошоларҙы әйткән: “Ислам дине биш әрҡанға нигеҙләнгән: Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылырлыҡ бер ниндәй илаһи зат юҡлығына, Мөхәммәт Уның илсеһе икәненә шәһәҙәт ҡылыу, намаҙ уҡыу, зәҡәт биреү, хаж ҡылыу һәм Рамаҙан айында ураҙа тотоу”.

Беҙ – Рәсәйҙә динһеҙлек хөкөм һөргән осорҙа донъяға килеп, ғүмеребеҙҙең ярайһы өлөшөн Советтар дәүерендә үткәргән быуын. Бигерәк тә “бәләкәй халыҡтар”ҙың зыялылары күпләп юҡ ителгән 1937 йылда ауылдарҙа мәсеттәр емертелеп, муллалар  атылып, динде тар-мар итергә тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙең бәләкәй генә боронғо Усман (Ҡаҙморон) ауылында уҙған быуаттың 70-се йылдары  урталарына тиклем, мәсет булмаһа ла, уҡымышлы мулла – Аҫылгәрәй бабай Әхмәтов иҫән ине. Уның Ураҙа, Ҡорбан байрамдары алдынан ауылдағы һәр йортҡа инеп, Ҡөрьән аяттарын уҡып йөрөүен ауылдаштар әле булһа хөрмәт менән иҫкә ала. Иҫемдә, 60-сы йылдарҙың ҡояшлы иртәһендә, ниндәйҙер дини байрам алдынан, Аҫылгәрәй олатай беҙгә килеп инде. Өлкәндәр өйҙә юҡ, иҙәндәр тап-таҙа итеп ҡырып йыуылған, урындыҡта йыуып киптерелгән, әле таҫлап төрөлмәгән кер өйөмө ята. Бабай уларҙы ипләп кенә этәреп, ҡиблаға ҡарай йәтешләп ултырҙы ла: “Балалар, һеҙ тик кенә ултырып тороғоҙ, мин Ҡөрьән уҡып алам”, – тип бәләкәй генә дүрт баланы йөҙҙәребеҙҙе ҡиблаға ҡаратып   теҙеп ултыртып ҡуйҙы. Ул доғаларын тамамлап, бергәләп  “әппәр” итеп ҡуйғас, мин, балаларҙың иң ҙурыһы булараҡ, бабайға өсмө-бишме тин тимер аҡса бирәм хәйергә. Тағы ла бергәләп “әппәр” итәбеҙ. Шулай бәләкәй саҡтан күңелдә уйылып ҡалған изге Ҡөрьән доғалары, матур дини йолалар ғүмеребеҙ буйына күңел түрендә һаҡланып, изге аманат булып беҙҙе оҙата килә. Заманында сәйәси золомға дусар ителеп, Аҡ диңгеҙ каналын төҙөгән Аҫылгәрәй мулла бабайыбыҙҙың йәне йәннәтте биҙәйҙер, тип уйлайым.

Һәр кешенең тормош нигеҙендә ғаиләһенән, үҙен уратып алған мөхитенән алынған тәрбиә ята. Биш бала тәрбиәләп үҫтергән, һуғыш ветераны атайым Исламғәли һәм әсәйем Миңнисаның: “Балаҡайым, кейемең урыҫ булһа ла, күңелең дөрөҫ булһын,” – тигән һүҙҙәре ҡолағыбыҙҙа бөгөн дә яңғырап тора. Беҙ был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йәшәй-йәшәй төшөнәбеҙ. Әйткәндәй, атайым берәй нәмә тураһында аңлатһа: “Төшөндөңмө?”– тип һорай торғайны. Ә үҙебеҙҙең нәҫелдә 1937 йылда атылған мулла бабайыбыҙ тураһында беҙ бәләкәй саҡта бик һөйләп барманылар. Ләкин уның тураһында миңә урта мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона ингән саҡта, Совет власы һағында “уяу” торған ҡайһы бер ауылдаштар тиҙ белгертте. Улар КПСС Өлкә комитетына: «...мулла нәҫеленән булған Рәмзиә Бикәнәсованы ни эшләп юғары уҡыу йортона алдығыҙ?” – тип  ялыу яҙып ебәрҙеләр. Ул бабайҙарҙың  йәндәре йәннәттә булһын, балаларының балаларына ла юғары белемдәр алып, мул, матур тормошта үҙ урындарын табып, әйләнә-тирәһендәгеләргә игелекле кешеләр булып ғүмер итеүҙәрен теләйем. Ошо ялыуҙан һуң мин мулла бабайым Муллағәли Ғәйнулла (1864 – 1937) улы Бикәнәсовтың яҙмышы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башланым. Төрлө архивтарҙа  ҡаҙыныуҙар, бабайыбыҙ яҙмышы тураһында ғына түгел, шул осорҙа Ауырғазы районынан ҡулға алып юҡ ителгән башҡа дин әһелдәре, муллалар яҙмышы тураһында ла  ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе асыҡларға насип булды. Бына уларҙың исемдәре: Фәхретдин Миңлеғәзетдин улы Нәжметдинов, 1874 йылғы, Солтанморат ауылы муллаһы; Бәхтиәр Ғәбделнасир улы Әбдрәшитов, 1866 йылғы, Түбәнге Ҡарамалы ауылы муллаһы; Мөхәмәтғариф Мөхәмәтсафа улы Уразбахтин, 1863 йылғы, Батыр ауылы муллаһы; Ҡорбанғәли Сафа улы Насиров, 1884 йылғы, Мораҙым ауылынан; Исхаҡ Хафиз улы Шафиҡов, 1900 йылғы, Сәлих ауылынан;  Хөсәйен Мөфтәхетдин улы Кәримов, 1870 йылғы, Талбазы ауылынан; Муллағәли Ғәйнулла улы Бикәнәсов, 1864 йылғы, Ҡаҙморон ауылынан. Мулла бабайыбыҙ 1937 йылдың 23 ноябрендә ҡулға алынып, 1937 йылдың 14 декабрендә Өфө төрмәһендә атыла. Уның менән бергә булған Исхаҡ Шафиҡов та атып үлтерелә. Әйткәндәй, ул күренекле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың нәҫеленән. Палачтар үҙ эшенең оҫталары булған, ҡорбандарын ҡасан юҡ ителеүен сәғәт-минутына тиклем күрһәтеп яҙып барған. Был ҡот осҡос язаны атҡарыусының фамилияһы ла теркәп ҡуйылған.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, ниһайәт, Рәсәйҙә дин рөхсәт ителгәс, шәриғәт ҡанундарын төшөндөрөп, намаҙ уҡырға, тәжүид ҡағиҙәләрен аңлатып, Ҡөрьән уҡырға өйрәткән беренсе мөғәллимдәрем Рәҡип, Ҡасим, Тулҡын, Ғәббәс хәҙрәттәргә, уҡытыусыларым Флүрә, Наилә абыстайҙарға сикһеҙ рәхмәтлемен. Бәхеткә күрә, Башҡорт дәүләт университетында беҙгә дүрт йыл, ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән иҫке төрки теленән башҡа, ғәрәп телен дә уҡытҡайнылар,  Аллаһының рәхмәте менән, миңә Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү еңел булды.

Шулай итеп, 2012 йылдың 19 октябрендә көндөҙгө сәғәт 1-гә беҙҙе Өфө аэропортына йыйҙылар. Документтарҙы барлап, төрлө инструктаждар үтеп, төнгө сәғәт ун икеләр тулғас ҡына, “Төрөк һауа юлдары” самолетына ултыртыу башланды. Иорданияның Акаба ҡалаһына илтәсәк самолет хеҙмәткәрҙәре баштарына яулыҡ ябынған мөләйем, тыйнаҡ стюардессалар булыуы хажға барыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Биш сәғәттән һуң Акабаға килеп төшкәс, бөтә уңайлыҡтары булған “Мерседес-бенц” автобустарында, күп таможнялар үтеп, Мәккәгә йүнәлдек. Һәр туҡталышта йыуынып, тәһәрәт алырға, намаҙ уҡырға бөтөн уңайлыҡтар бар. “Юл ғазабы – гүр ғазабы” тигән әйтемдең дөрөҫлөгөн үҙ елкәбеҙҙә татып ҡарарға мәжбүр ителгән мәлдәр ҙә булғыланы. Ләкин беҙ уларҙы Аллаһының бөйөк һынауы икәнен һис кенә лә иҫебеҙҙән сығарманыҡ. Өфөнөң «Ғуфран» мәсетендә, әле 2011 йылда уҡ, беҙҙең төркөмдө уҡытып, хажға барырға әҙерләгән Тулҡын хәҙрәттең төплө белем биргәненә мең-мең рәхмәттәр уҡыным. Уға Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте яуһын. Хәҙрәтебеҙ иҫкәрткәйне: “Мәккәгә барыу еңел түгел. Аллаһының рәхмәтенә ирешеү ҡыйынлыҡтар аша килә. Ниәттәрегеҙҙе дөрөҫләгеҙ. Саф ниәттәр менән генә йөрөргә кәрәк. Ибн Мәсғүд әйткән: “Мәккәнән башҡа ҡалаларҙа Аллаһы Тәғәлә яман ниәт өсөн кешене тиҙ язаламай. Ул ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса. Ләкин Мәккәлә кеше яман уйҙар өсөн дә яза ала, ниәтен ғәмәлгә ашырмаһа ла.” Быға дәлил – Ҡөрьәндең “Хаж” сүрәһендәге 25-се аяты: “Ысынлап та, иман килтермәй, Алла юлынан тайпылған, Беҙҙе унда йәшәүселәргә лә һәм күсеп йөрөүселәргә лә халыҡтар өсөн уртаҡ итеп һалынған “Харам мәсет”тән  ситләшкән, золом менән мөртәтлек ҡылырға  уйлаған кешеләргә  ғазаплы язаны Беҙ күрһәтербеҙ” (22:25).

“Түҙемле булырға тырышығыҙ. Сәфәр – ул һынау. Сәфәр сыҡмай тороп, кешене белеп булмай,”  – тип өйрәтте хәҙрәт һәм һүҙҙәрен һәр саҡ хәҙистәр менән дәлилләй торғайны. “Бер ваҡыт Үмәр Ибн Әл-Хаттаб, Аллаһ унан разый булһын, хәҙрәт янына бер мосолман килеп,  икенсе берәүҙе маҡтай башлағас: “Һин уның менән сәфәрҙә булдыңмы?” – тип һорай. “Юҡ”, – тип яуаплай теге мосолман. “Кеше менән сәфәрҙә булмайынса, һин уны маҡтама,”–  тигән уға хәҙрәти Үмәр.

Изге сәфәргә юлланғанда үҙеңә юлдаштар һайлау ҙа сөннәт ғәмәлдәргә инә. Беҙ бүлмәлә, бер ғаилә кеүек,  алты кеше йәшәнек. Икенсе тапҡыр хаж ҡылыусы Әминә һәм Флүрә абыстайҙарҙың тәжрибәләре беҙгә генә түгел, күрше-тирәләге хажиәләр өсөн дә файҙалы булды.  Һөнәре буйынса табибә Флүсә хажиәнең дә ярҙам-шәфҡәте бөтәбеҙгә лә етте. Нәсимә  һәм Рәзидә абыстайҙарҙың тормош тәжрибәләре лә минең өсөн бик фәһемле  ине. Уларҙың барыһына ла Аллаһының рәхмәте яуһын! Алға китеп шуны әйтәйем: беҙ, алты хажиә, хаждан һуң да туғандарса аралашып, дини байрамдарҙы Ҡөрьән табындарында бергәләшеп билдәләп йәшәйбеҙ.

Хаж ҡылыусы ниәтен һәр ваҡыт дөрөҫләй, ул уны ниндәйҙер донъя мәнфәғәте өсөн йәки маҡтау йәки хажи исемен йөрөтөү өсөн түгел, бәлки, Раббыһына яҡынайыр, Уның ризалығы өсөн генә ҡыла. Юлға сығыр алдынан васыятыңды, бурыстарыңды яҙып ҡалдырыу ҙа бик яҡшы эш һанала, ваҡытлыса алған кеше әйберҙәрен кире ҡайтарыу йәки ҡалдырып тороуға рөхсәт алыу, сөнки йәшәү һәм үлем Бөйөк Раббыбыҙ ҡулында бит. Шулай уҡ үткән гонаһтарыңа үкенеп тәүбә итеү һәм уларҙы бүтән ҡабатламауҙа ныҡлы ниәтләү, берәйһенең хаҡһыҙға мал-мөлкәтен үҙләштергән булһаң, уны хужаһына ҡайтарыу. Ғөмүмән, кешеләрҙе бәхилләтеп, үҙеңде шулай киләсәк ҙур  әжер-сауаплы юлға әҙерләйһең.  

Хаж йәки үмрә ҡылғанда иң беренсе мөһим эш ихрамдан башлана. Ихрам – ул хаж ғәмәлдәренә кергәндәге ниәт, үмрә ҡылырға теләгән кеше йылдың теләһә ниндәй айында ниәтләй ала, әммә хаж ҡылыусы фәҡәт ҡайһы бер көндәрҙә генә ниәтләй ала. Ул көндәр: Шәүәл айы, Зөлҡәғиҙә айы һәм Зөлхизә айының беренсе ун көнө. Хажға йәки үмрәгә ниәтләнеп  кереү өсөн махсус урындары бар. Ул  миҡат тип атала. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм,  ихрам хәленә керә торған биш урынды билдәләп ҡуйҙы, хажи шул “миҡат” урындарынан ғына  ихрам хәленә керә ала. Бына ул биш “миҡат”: Зөлхүләйфә, Әл-джүхфә, Карн Әл-мәнәзил, Йәләмләм, Зәтү ғирҡ. Пәйғәмбәребеҙ, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, әйткән: “Был миҡаттар ошо ерҙәрҙә йәшәгән кешеләр һәм шулай уҡ миҡат тирәһенән хаж йәки үмрә үтәйем тип үтеп барыусылар өсөн урын” (Бохари һәм Мөслим хәҙис йыйынтыҡтарында). Хажиҙарға миҡатты ихрам хәленә кермәйенсә үтеп китеү тыйыла. Белә тороп үтеп китә икән, уға кире барып ихрамға керергә кәрәк буласаҡ.  Шулай эшләмәһә, Мәккәлә булған ваҡытта бер һарыҡ салып, уны фәҡирҙәргә таратыу мәжбүри буласаҡ.

Беҙ Мәккәнән 410 саҡрымда, Мәҙинә ҡалаһынан йыраҡ түгел, Зөлхүләйфә тигән ерҙә туҡтап, йыуынып, ихрам кейемдәрен кейгәс, ошо минуттарҙа ҙур ихласлыҡ менән  үлемде лә иҫкә алып,  ике рәҡәғәт нәфел намаҙҙарын уҡығас: “Аллаһүммә инни үридүл-хәжжә фәйәссирһү ли үә тәҡаббәлһү минни”,– тип Хажға ниәт ҡылдыҡ. Мәғәнәһе: Йә Рабби, мин хаж ҡылырға ниәт иттем; инде Һин уны миңә еңел ҡыл һәм уны минән ҡабул ит”. Ниәт ҡылғандан һуң ошо тәлбиәне уҡыныҡ: “Ләббәйкәл-лааһүммә ләббәйк, ләббәйкә ләә шәриикә ләкә ләббәйк, иннәл-хәмдә үән-ниғмәтә ләкә үәл-мүлкә, ләә  шәриикә ләк!” Мәғәнәһе: ”Бына мин Һинең ҡаршыңда, Йә Аллаһ! Бына мин Һинең  ҡаршыңда! Бына мин Һинең ҡаршыңда, юҡ Һиңә тиңдәшлек, бына мин Һинең ҡаршыңда! Бөтөн  маҡтау Һиңә бөтөн ниғмәт һәм хужалыҡ Һиндә, юҡ Һиңә бер ниндәй  тиңдәшлек!” Был тәлбиәне артабан ысын күңелдән, йөрәгең, йәнең-тәнең менән йыш ҡына, һәр саҡ өсәр тапҡыр әйтергә кәрәк. Ирҙәр ҡысҡырып, ә  ҡатын-ҡыҙҙар тауышын күтәрмәй генә әйтә.

Ниәт ҡылып, ошо тәлбиәне уҡығандан һуң, беҙ, хажиҙар, “ихрам”лы тип атала башланыҡ. Ихрам хәлендәге хажиға ҡайһы бер  ярамаған ғәмәлдәр бар: сәс, тырнаҡ киҫеү. Әгәр хажи, ихрам  хәлендә була тороп, онотоп, белмәйенсә киҫһә йәки яңылыш тырнағы һынып төшһә, уға гонаһ юҡ. Хажиға барлыҡ хушбуй-еҫле майҙарҙы кейемендә, тәнендә ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк. Һәр бер мосолманға –  ирме, ҡатынмы, ихрам хәлендәме,  юҡмы – берәүгә лә Мәккәлә һунар менән шөғөлләнергә һәм был эштә ярҙамлашырға ярамай. Шулай уҡ һәр бер мосолманға – ирме, ҡатынмы, ихрам хәлендәме,  юҡмы – берәүгә лә Мәккәлә ағас йәки йәшеллекте өҙөргә, һындырырға ярамай, әммә кешеләрҙең үҙҙәре ултыртҡандары был хөкөмгә инмәй. Шулай уҡ, һәр бер мосолманға – ирме, ҡатынмы, ихрам хәлендәме – юҡмы, берәүгә лә Мәккәлә берәйһенең юғалтҡан йәки төшөрөп ҡалдырған байлығын алырға ярамай, ләкин юғалған әйберҙе хужаһына ҡайтарыр өсөн алыу зыян итмәҫ. Ихрам хәлендә булған хажиға өйләнеү, танышыу, өйләндереү, таныштырыу, бигерәк тә ир менән ҡатын араһындағы яҡынлыҡ мөнәсәбәттәре тыйыла. Ихрам хәлендә булған ир кешегә башына кейеү тыйыла, әммә онотолоп йәки белмәйенсә кейеп ҡуйһа, иҫкә төшөрөү менән һалһа, уға гонаһ булмаҫ. Ихрам хәлендә булған ир кешегә кеше ҡиәфәтендә тегелгән кейемдәр (күлдәк, салбар һ.б.)  һәм ябыҡ, арты ябыҡ аяҡ кейемдәрен кейеү тыйыла. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус ихрам кейеме юҡ.

Ә ихрам хәлендә хажиға ниҙәр рөхсәт ителә? Сәғәт, наушник кейеү, сандали кейеү, күҙлек кейеү, ҡайыш быуыу, зонтик ҡулланыу, ҡояштан ҡасып машина йәки башҡа берәй әйбер аҫтына инеү, яра өҫтөндәге бинтты һүтеү,  яңынан урау рөхсәт ителә.  Ихрам кейемен һалып йыуыу, башты, тәнде йыуыу һәм ошо ваҡытта сәс ҡойолһа, уға гонаһ булмаҫ.

Беҙҙең төркөм автобустарға ултырырға сыҡҡанда, Зөлхүләйфәлә ҡойоп ямғыр яуып үткәйне. Был ямғыр беҙҙең Мәккәгә килеү менән һис  кенә лә бәйләнмәгән. Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте менән, беҙҙә ҡышын ҡар яуған кеүек, йылдың ошо миҙгелендә бында ямғырҙар яуа икән. Артабан төндә, ихрам хәлендә, юлыбыҙҙы Мәккәгә ҡарай дауам иттек. Юлдарҙа беҙҙәге кеүек тығындар юҡ, асфальт көҙгө һымыҡ ялтырап ята, хатта стаканға һалынған һыу ҙа сайпылмай. Туҡталыштарҙа хажиҙар автобустары янында бушлай күстәнәстәр, һуттар, зәм-зәм һыуҙары тарата. Улар бөтөн кешегә лә етә, хатта артып ҡала, ләкин тәүҙә ошо минуттарҙа беҙҙең ҡайһы берәүҙәребеҙҙә  элекке Совет заманында сираттарҙа этешеп-төртөшөп әйбер өсөн тартҡылашҡандан ҡалған яман ғәҙәттәр уянған  саҡтар ҙа була. Ояла белгәндәргә ғәрәптәр алдында уңайһыҙ, әлбиттә, ләкин әлеге теге “ҡара һаҡал”, ҡайҙа ғына барһаҡ та, һаман үҙебеҙ менән бергә…

Ниһайәт, алдыбыҙҙа – донъяның иң гүзәл ҡалаһы  Мәккә! Ул тауҙар-таштар араһында урынлашҡан, шуға күрә ҡалаға килеп ингәнсе күренмәй. Мәккәгә барып инеүҙең дә әҙәбе һәм доғаһы бар. Бына ул: “Эй Раббым! Был Һинең изге һәм бәрәкәтле ҡалаң! Минең итемде, ҡанымды, тәнемде тамуҡ утына харам ҡыл һәм дә Ҡыямәт көнөндә үҙеңдең әүлиәләрең сафтарында ҡыл.” Тағы ла күп мәртәбә “ләббәйкә” уҡыла. Мәккәлә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм, тыуған (571 йәки 570 йылдың 30 авгусы), йәшәгән. Бында уға вәхи килгән һәм Ҡөрьән иңә башлаған. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә был ҡаланы ахрызаманға тиклем имен-аман һаҡлаясағын хәбәр итә.

Барлыҡ уңайлыҡтары булған  ҡунаҡханаға урынлашҡас, йыуынып, тәһәрәтләнеп, ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, Ҡәғбәтуллаға, Әль-Харам Мәсетенә юлландыҡ. Меңәрләгән халыҡ диңгеҙе шул  тарафҡа ағыла. Хәҙрәттәребеҙ беҙҙең төркөмдө сафтарға теҙеп, миллионлаған халыҡ араһында юғалып-нитеп ҡалһаң ни эшләргә икәнен тағы ла бер тапҡыр аңлатҡас, доғалар уҡый-уҡый, йәйәүләп беҙ ҙә  ҡуҙғалабыҙ. Хаж көндәрендә Мәккәлә йәйәү йөрөйҙәр, сөнки халыҡ бик күп, юҡҡа ғына, буласаҡ мәхшәр көнөн күрһәтә  бында Аллаһы Тәғәлә, тимәйҙәрҙер.

“Әйҙә, үтегеҙ, Рәсәйҙән килгәндәр”, – тип бер кем дә һиңә юл күрһәтеп, юл биреп тормай унда. Аллаһы Тәғәлә ярҙамы менән, таҫыллығыңды ла ҡушып, әйләнә-тирәләге күршеләреңдең йөҙ-ҡиәфәтен, килеш-килбәтен иҫеңдә ҡалдырырға тырышып, ҡулыңдан килһә, өлкәнерәктәргә ярҙам ҡулы ла һуҙып, алға юрғалайһың. Етәксе хәҙрәттәрҙең кәңәш-күрһәтмәләренә үтә лә иғтибарлы булырға һәм мотлаҡ ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки улар хажда тәү тапҡыр түгел, уларҙың күбеһе ғәрәп телен яҡшы белә һәм ғәрәптәр менән иркен аралаша. Арафатта йәки Мөздәлифәлә аҙашып ҡалып, хәҙрәттәр көс-хәл менән эҙләп алып ҡайтҡан кешеләр ҙә осрай, сөнки һәр кемдең үҙ холҡо, үҙ топографик хәтере.

Уң аяҡ менән, доғалар уҡый-уҡый, донъялағы иң ҙур мәсет – Әл-Харамға инәбеҙ…Нурға күмелеп ултырған Ҡәғбәтулланы тәүге  күреү менән, уға күҙең төшкәс тә, доға уҡыйһың. Был мәсеттең гүзәллеген тасуирларға, Аллаһының бөйөк ниғмәтен үҙ күҙҙәрең менән күреүҙән йөрәктәрҙәге кисерештәрҙе уҡыусыға еткерергә һүҙҙәр етмәй, бәлки, Аллаһы Тәғәлә һәм уның ҡоло араһында ошо минуттарҙа тыуған  нескә бәйләнештәрҙе матур һүҙҙәргә төрөп, ҡағыҙға төшөрөүҙең кәрәге лә юҡтыр,  был юлдарҙы уҡырға насип булғандарға: Аллаһы Тәғәлә Һеҙҙәргә лә  Мәккәгә барып, хаж ҡылырға юлдар асһын, тип теләктәр теләйһем генә килә.

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә 15 урында Мәккәнең был Мәсетен Изге Мәсет тип иҫкә ала. Иннә әүүәлә бәйтиү-уудыиғә линнәәси ләлләҙии бибәккәтә мүбәәрәкәү-үә һүдәл-лилғәәләмиин”. Мәғәнәһе: “Ысынлап та, кеше өсөн Мәккәлә һалынған беренсе йорт –мөбәрәк, ул ғаләмгә юл күрһәтә” (Баҡара сүрәһе, 96-сы аят).

“Әйт: “Миңә Ул изге иткән ошо ҡаланың (Мәккәнең) Раббыһына ғибәҙәт ҡылырға ҡушылды. Бөтә нәмә – Уның ҡулында. Миңә мосолман булып, Ҡөрьән уҡырға ҡушылды,”– тиең. Хаҡ юлдан барған кеше үҙе өсөн бара, ә аҙашҡан кешегә әйт: ”Мин өгөтләүсе-киҫәтеүсе генә бит,”–  тиең. ”(Ән-Нәмл сүрәһе, 91-92-се аяттар). Ошо факттар – мосолмандарға Аллаһының был изге йортон хөрмәтләргә тейешлеген иҫбатлаусы дәлил. Ибраһим пәйғәмбәргә  һәм уның улы Исмәғилгә Аллаһы Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләм төҙөгән был йортто тергеҙергә бойора. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм) һәм беренсе  хәлиф Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ, Аллаһ унан разый булһын, заманында был йорт үҙгәреш кисермәгән. Бары тик икенсе хәлиф Үмәр Ибн Әл-Хаттаб, Аллаһ унан разый булһын, ваҡытында, башҡа халыҡтар ҙа Ислам юлына баҫа башлағас, изге Мәсетте киңәйтеү талап ителә. Хәлиф мәсет тирәһендәге йорттарҙы  һатып  алып емертә лә, мәсет алдындағы майҙанды киңәйтеп, яңы стеналар төҙөтөп, унда шәмдәр ҡуйырға бойора, ҡапҡалар эшләтә. Унан һуң килгән хәлифтәр, батшалар һәм әмирҙәр ҙә  Аллаһ Йортона ҙур иғтибар бирә.

Әл-Харам мәсетен быуаттар дауамында үҙгәртеп ҡороуҙар ошо тәртиптә атҡарыла:

1. Үмәр Ибн Әл-Хаттаб, Аллаһ унан разый булһын, ваҡытында киңәйтеү (17 Һижри), (639 й.).

2. Усман Ибн Аффан, Аллаһ унан разый булһын, ваҡытында беренсе тапҡыр Мәсеттең түбәһен ябалар (26 Һижри), (648 й.).

3. 66 Һижриҙә Абдаллаһ Бин Әл-Зөбәйер  тарафынан үҙгәрештәр индерелә. Ул 65 Һижриҙа Ҡәғбәтулланың конструкцияһын яңырта (685 й.).

4. 91 Һижриҙә (709 й.),  Әл-Вәлид Бин Әбдел Малик хакимлыҡ иткән осорҙа, Изге Мәсет бинаһын киңәйтеп, яңынан төҙөйҙәр. Мысырҙан һәм Сириянан мәрмәр колонналар килтерелә. Әл-Вәлид Мәсеттә колонналар ҡуйыусы беренсе хәлиф була.

5. 139 Һижриҙә (755 й.), Әбү Йәғәфәр Әл-Мансур тарафынан Мәсет тағы ла ҙурайтыла, яңы ябыҡ галереялар төҙөлә,  Мәсеттең стеналары орнаменттар менән биҙәлә.

6. 160 Һижриҙә (777 й.) хаж ҡылғанда Хәлиф Әл-Мәһди ғибәҙәт ҡылыусылар өсөн Мәсеттең бәләкәй икәненә иғтибар итә һәм уны төньяҡ һәм көньяҡ тарафтарынан киңәйтергә фарман бирә. Төҙөлөш эштәре тамамланғас, Ҡәғбәтулла Мәсеттең көньяғына  күскәнлеге беленә. 164 Һижриҙә хаж ҡылған ваҡытта Әл-Мәһди быға иғтибар итеп, Ҡәғбәтулла уртала булһын өсөн Мәсеттең майҙанын  көньяҡтан да киңәйтергә бойора. Атаһы башлаған эште улы Муса Әл-Һаҙый 167 Һижриҙә тамамлап ҡуя.

7. 284 Һижриҙә (797 й.), Аббасидтар хәлифе Әл-Мөтадид  Изге Мәсеттә тулыһынса реставрация яһата. Мәсеткә инеү өсөн яңы “Ҡунаҡ ҡапҡалары” эшләнә.

8. 306 Һижриҙә (918 й.) Аббасидтар хәлифе Әл-Мөҡтәдир Мәсетте ҙурайтыу  эштәрен яңынан башлай. Инеү өсөн тағы ла бер ҡапҡа – “Ибраһим ҡапҡаһы”н төҙөтә. Ошонан һуң Мәсеттең дөйөм планы оҙаҡ йылдар үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Хәлифтар һәм Солтандар уны биҙәү һәм реставрациялау менән генә шөғөлләнә. Ләкин 604 Һижри йылында Мәсеттең бер өлөшө янғындан зыян күрә. Уттың таралыуына сил ташҡыны ҡамасаулау ғына тулыһынса юҡ ителеүҙән ҡотҡара. Мысыр Башлығы Ибн Барғуҡ Солтан янғындан зыян күргән Мәсетте  тергеҙергә бойора, һәм ул тиҙ тормошҡа ашырыла.

9. 979 Һижри йылында (1571 й.) Осман солтаны Сәлим Мәсеттең стеналарында ярыҡтар барлыҡҡа килеүен ишетеп, уларҙы яңынан һалырға бойороҡ бирә. Был эште бик сифатлы итеп башҡарып сығалар. Осман архитектураһы стиленә яраҡлаштырап, көмбәҙ формаһында яңы түшәмдәр эшләнә.

Солтан Сәлим вафат булғандан һуң, уның улы Солтан Морат етәкселегендә 984  Һижри йылында эш тамамлана. Аббасидтар Хәлифе Әл-Мөтадид Мәсетте  киңәйткәндән һуң, 1069 йыл буйына уның майҙаны үҙгәрешһеҙ ҡала.

1368 Һижри йылында Сауд Ғәрәбстаны Батшаһы  Әбдел Азиз Ибн Абдрахман Ас-Сауд Ике Изге  Мәсетте киңәйтеү, яңыртыу тураһында мосолмандарға хәбәр итә. Беренсе сиратта Мәҙинәләге Пәйғәмбәребеҙ Мәсетен яңыртыу тамамланғас, 1375 Һижри йылының Рабиғел-әүәл айының 4-се-көнөндә (1955) Мәккәләге Изге Мәсеттә эштәр башлана. Ваҡытты һаҡлау маҡсатынан, проектты эшләү һәм төҙөлөш бер ҡатарҙан алып барыла.  Төҙөүселәр яңы галереяны хаж  башланғансы төҙөп тапшырырға тырыша. Шул маҡсаттан сығып, төҙөлөштө ике яҡтан –  көнсығыш һәм көньяҡтан алып барыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1375 Һижриҙың 23 шәғбанында әҙерлек эштәре тамамланғас, яңы проекттың ташы һалына.  Йыл аҙағына юл хәрәкәте төҙөлөш  майҙанынан ситкә алынғас, яңы галереяны төҙөү башлана. Ниһайәт, хаж ҡылыусылар, мең йыл эсендә беренсе тапҡыр, Сафа һәм Мәрүә тауҙары араһында йәйәү йөрөүселәр һәм сауҙагәрҙәр менән бәрелешмәйенсә, ғибәҙәттәрен үтәргә мөмкинлек ала.

Йылдан-йыл  хаж ҡылыусыларҙың артыуын иҫәпкә алып,  беренсе Сауд проектына ярашлы, галерея ике ҡатлы итеп төҙөлә. Уның оҙонлоғо – 394,5 метр, киңлеге – 20 метр. Беренсе ҡаттың бейеклеге – 12 метр икенсеһенеке 9 метр. Ул махсус барьер менән ике йәнәш коридорға бүленгән. Береһе – Сафа тауы яғына, икенсеһе – Мәрүәгә. Уртала ауырыуҙар һәм өлкән йәштәгеләр өсөн махсус үтеү юлы ла бар.