Журнал Агидель

Журналдың һандары

Яңы һан

«Ағиҙел» рубрикалары

Шиғриәт

Сәсмә әҫәрҙәр

Шишмәләр

Өмөтлө ҡәләм

Әҙәби тәнкит

Беҙҙең юбилярҙар

Беҙҙең календарь

Публицистика

Музейҙар - мәҙәниәтебеҙ көҙгөһө

Заман үә замандаштар

Әҙәбиәт ғилеме

Әҙәби мираҫ

Ҡәләмдәштәр төҫө

Иман нуры

Яҙмыштан һыҙмыш юҡ

Сәнғәт

Журнал уҡыусылар ижады

«Ағиҙел»гә хаттар килә

Рухи ынйыларыбыҙ

Рухи хазиналарыбыҙ

Сәхнә әҫәрҙәре

«Ағиҙел» ҡунағы

Сатира һәм юмор

Ҡәҙер һәм хәтер

Тәржемә мәктәбе

1812 йылғы Ватан һуғышына – 200 йыл

Әҙәби-мәҙәни мөхит

Бер минутлыҡ әңгәмә

Быуат йылъяҙмағы - 100

Тере хәтер

Исемегеҙ хәтер күгендә

Дин һәм фән

«Ағиҙел»дең 8-се һанында:

Риф Мифтахов, Айһылыу Ғарифуллина, Рәшит Заһиҙуллин. Шиғырҙар.

Әбүскә 100 йыл.

Әҙәби мираҫ. Ибраһим Ҡыпсаҡ.

Яңылыҡтар

Хикәйәләр ярышмаһы!

«Ағиҙел» журналының 2017 йылғы лауреаттары

«Ағиҙел» – «Йыл журналы»!

Беҙҙең дуҫтар

Башкирское книжное издательство Китап имени Зайнаб Биишевой
Информационно-публицистический еженедельник Истоки

Рәшиҙә Ғиззәтуллина

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә

Мәҡәл-әйтемдәр халыҡтың быуаттар һуҙымында тупланған тапҡыр аҡылын һаҡлауы менән әһәмиәтле. Уларҙың туғанлыҡҡа бәйлеләрен ҡарап үтәйек.

Ҡан-ҡәрҙәште мал ҡәрҙәше айырған.

Ауырыу – аштан, дау – ҡәрендәштән,

Таҙ – таныштан, ҡутыр – ҡамыштан.

Ашап-эскәндә дуҫ яҡшы,  ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы.

Ҡатын ҡәрендәш ҡаҙан янында, ир ҡәрендәш ишек төбөндә.

Ҡәрендәшең юҡ булһа, далала ҡалыр яңгыҙ баш.

Ҡәҙер белмәгән ҡәрендәштән ҡәҙер белгән эт яҡшы.

Ҡәрендәшең үлһә лә, ҡәҙерләүсең үлмәһен.

Ҡәрендәштең байы яҡшы,  ҡатындың һауы яҡшы.

Йән ҡәрендәште мал  ҡәрендәш айырған.  

Тауҙа булыр тарғыл таш, тарыҡһаң, сыға күҙҙән йәш;

Тар ҡултыҡтан уҡ тейһә, тартып алыр ҡәрендәш.

Яҙ  ҡышынан билдәле, ҡыҙ – ҡәрендәшенән.

Яҡын дуҫ  йыраҡ ҡәрендәштән яҡшыраҡ.

Яулы көндә ят яҡшы, ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы.

Күреүебеҙсә, туған-ара мөнәсәбәттәрҙә киҫкенләшеү осраҡтары булыуына ҡарамаҫтан, ҡан-ҡәрҙәшлек ептәренең өҙөлөүе хупланмай. Юҡҡамы ни башҡорттоң үҙ нәҫелдәштәрен ете быуынына тиклем мотлаҡ белергә тейеш булыуы йола, ҡанун рәүешендә үтәлгән һәм халыҡты туплау, бер бөтөнгә ойоштороуҙа төп шарт булып быуындан-быуынға күсә килгән.

Үҙ-ара мөнәсәбәткә бәйле мәҡәл-әйтемдәр ҙә фәһемле:

Аҡылдың юлдашы – бәхет.

Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.

Арбалыға юлдаш булма, юрғалыға юлдаш бул.

Ат – егеттең юлдашы.

Атлы юлдаш арбалыға иш түгел.

Атлы йәйәүлегә юлдаш түгел.

Ауға барһаң, зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.

Ашты һеңгәс маҡта, юлдашты белгәс маҡта.

Берәү йәнгә юлдаш, берәү малыңа юлдаш.                

Бүре һарыҡҡа, бай ярлыға юлдаш булмаҫ.

Ир үҙенән күрер, ирлекһеҙ юлдашынан күрер.

Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.

Ир-егетте юлдашына ҡарап беләләр.

Ир-егеттең ике юлдашы бар: батырлыҡ һәм тәүәккәллек.

Йүнһеҙгә юлһыҙ юлдаш.

Йыланға юлдаш булһаң, ҡулың сағыр.

Йыр – кешенең юлдашы.

Кешене юл боҙмай, яман юлдаш боҙа.

Күңеле һуҡырға юлдаш булма, күҙе һуҡырға юлдаш бул.

Ҡараҡ менән юлдаш булма, ғәйбәтсе менән серҙәш булма.

Ҡатының – ғүмерлек юлдашың.

Ҡурҡаҡ менән юлдаш булма, көйһөҙ менән моңдаш булма.

Ҡурҡаҡты юлдаш итмә.

Һуҡыр күңелле әҙәмде юлдаш итмә, юлдаш итһәң, хаҡ юлыңда уңыш көтмә.

Тиле менән тиңдәш тә, юлдаш та булма.

Тыштан йыуаш, эстән шайтанға юлдаш.

Уғры менән юлдаш булма, ҡатын-ҡыҙ менән серҙәш булма.

Үҙ башыңды дауға бирһәң дә, юлдашыңды яуға бирмә.

Үҙеңдән юлдашың батыр булһын.

Һуҡырҙың күҙе – бармаҡ, юлдашы – таяҡ.

Юл юлдашһыҙ булмай.

Юлдашланмайынса кешене белеп булмай.

Юлдашлының юлы киң.

Юлға сыҡһаң, юлдашың үҙеңдән артыҡ булһын.

Юлға сыҡһаң, янып сыҡ, юлдашыңды танып сыҡ.

Юлға юлдаш алып сыҡ.

Юлда юлыҡҡан юлдаш булмаҫ.

Юлдан ҡал, юлдаштан ҡалма.

Юлдаш тапмаған юлынан яҙыр.

Юлдашы яманды яу алыр.

Юлдашың яман булһа, йыраҡ йөрөп тән ҡатма,

Ҡатының яман булһа, кеше алдында һүҙ ҡатма.

Юлы уңыр егеттең юлдашы сығыр алдынан.

Юрға менгән юлдашынан айырылыр,

Күп йәшәгән ҡорҙашынан айырылыр,

Күп һөйләгән дуҫынан айырылыр.

Юрғалы менән юлдаш булма, наҙан менән серҙәш булма.

Юрғалы менән юлдаш булһаң, юлда ҡалырһың.

Яҡшы йәнеңә юлдаш, яман малыңа юлдаш.

Яҡшы менән юлдаш булһаң – ирешерһең моратҡа,

Яман менән юлдаш булһаң – ҡалырһың һин оятҡа.

Яҡшы менән юлдаш булһаң – уңырһың,

Яман менән юлдаш булһаң – туңырһың.

Яҡшы менән юлдаш булһаң – шатланырһың,

Яман менән юлдаш булһаң – ҡартайырһың.

Яҡшы менән юлдаш булһаң – эшең бөтөр,

Яман менән юлдаш булһаң – башың китер.      

Яҡшы юлдаш юлға күндерер,              

Яман юлдаш юлдан дүндерер.

Яман айғыр өйөрөн яуға алдырыр,

Яман егет юлдашын дауға ҡалдырыр.

Яман менән юлдаш булһаң – ярға йығылырһың,

Яҡшы менән юлдаш булһаң – малға юлығырһың.

Яман юлдаш яу булыр, бөтә эше дау булыр.

Яман юлдаш яуға ҡалдырыр, яман бей дауға ҡалдырыр.

Яман юлдаштан яман таяҡ яҡшы.

Яман юлдаштан яңғыҙлыҡ яҡшы.

Яман юлдашты ярты көн һаҡла.

Яманға баш булғансы, яҡшыға юлдаш бул.

Аҡыллы үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр.

Алтау ала булһа – аулағаны китер,

Икәү иптәш булһа – аңдығаны китер.

Выжданлыға выжданһыҙ иптәш түгел.

Иплегә иптәш күп.

Иптәшең һуҡыр булһа, күҙең ҡыҫ.

Үҙең һәләк бул – иптәшеңде ҡотҡар.

Яҡын иптәшем киткәс, ҡанатым һынды.

Ағай-энең бар ерҙә  «дошманым юҡ» тимә,

Апһының бар ерҙә «көндәшем юҡ» тимә.

Бер ҡатындың ире үлһә, ҡырҡ ҡатынға көндәш була, ти.

Көндәш күргәндең ҡыҙын алма.

Көндәшле өйҙә көн дә көйөнөс.

Көндәшлегә төн оҙон, көнлөксөгә көн оҙон.

Көндәштең көлө лә көндәш.

Көткәнгә көн оҙон, көндәшлегә төн оҙон.

Өйҙәш булғансы, көндәш бул.

Аптыраш менән йөҙәш икәүһе кергән өйҙәш.

Өйҙәш – көндәш.

Өйҙәш көндәштән яман.

Өйҙәш менән торғансы, көндәш менән тор.

Өйҙәш өс көн торһа, өй минеке, тиер.       

Өйҙәш аҫраһаң – һүҙ сығыр, тауыҡ аҫыраһаң – сүп сығыр.

Өйҙәш тә бер, көндәш тә бер: ҡысҡырыш та талаш.

Эт менән ҡоҙа булһаң, һөйәк менән туй итерһең,

Яман менән өйҙәш булһаң, яу менән көн итерһең.

Ағай-эне татыу булһа, менергә ат етә,

Килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә.

Килен – килендәшкә көндәш.

Атаһы ҡорҙаштың балаһы ҡорҙаш.

Дуҫты айырған – дау, ҡорҙашты айырған – яу.

Ҡорҙашыңа – түр башың.

Ағай-эненең аты уҙғансы, ауылдашыңдың тайы уҙһын.

Күршеләш байың булһын, аҡһаҡ тайың булһын.

Шулай итеп, халҡыбыҙ меңйыллыҡтар дәүерендә бөртөкләп йыйған тәжрибә-белемдәрен был осраҡта ла йыйнаҡлап, мәҡәл-әйтемдәрҙә төйнәп һаҡлаған. Улар – ысын мәғәнәһендә һәр кемдең тормошона ҡағылышлы иҫкәртеү-киҫәтеүҙәр, тәрбиә ҡанундары. Халҡыбыҙҙың тел байлығындағы был аҫыл һүҙҙәр, йышыраҡ ҡулланылып, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләр, хөрмәтләр сара булып хеҙмәт итһен, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә һығылмалылыҡ, йомшаҡлыҡ, ихтирамлылыҡ билдәһе булып ҡалһын ине! Уларҙың яҙма телмәрҙе нисек биҙәүен түбәндәге миҫалдарҙан күҙәтергә мөмкин:

Арҡалаштар барҙа аҙашманым,

Аяҡтарым ғына талмаһа.

                                                                                                              (Шәһәрғәзи Ғәбдиев)

Ҡатын-ҡыҙ шиғыр юлы кеүек,

Мең төрлө яңғыраш уята беҙҙә.

Шул мең төрлө яңғыраштың береһе

Ауаздаш булһа ҡатын-ҡыҙ күңеленә –

Ҡатын-ҡыҙ йөрәгендә һөйөү уяна.

                                                                                                              (Шамил Анаҡ)

Яҡшымы алтын кейеү, ҡәрҙәш һөйөү, меңдәр йыйыу?

Остоҡ саҡлы булмаһа күңелдә инсанлыҡ һөйөү.

                                                                                                              (Ғизетдин Иҫәнбирҙин)

Кил әле һин, иптәш! Бир һин миңә

Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды:

Янған йөрәк менән ысын, ихлас

Тәбрик итәм изге юлыңды.

                                                                                                              (М. Ғафури)

Яңғыҙлыҡтан яфа сиккән саҡта

Иптәш була икән сәғәт тә. 

                                                                                                              (М. Ямалетдин)

Кешеләрҙе ғүмер оҙонлоғо ғына

Оҙаҡ йәшәтмәне, йәшәтмәҫ.

Ҡыҫҡа ғүмерҙе лә онотолмаҫлыҡ,

Файҙалы итә бел һин, иптәш.

                                                                                                             (Б. Бикбай)

Бер ни ҡалмаҫ телдән, илдән,

Ҙур тарихлы башҡортлоҡтан –

Оран һалып остан осҡа,

Иңдәш булып йәндәш дуҫҡа,

Ҡалҡынмаһаң, Башҡортостан!

                                                                                                              (Р. Ниғмәтуллин)

Ялп-ялп иткән ябалаҡ

Кемгә юлдаш булмаған?

Ҡырҙа үҫкән төҙ ҡурай

Кемгә моңдаш булмаған?

                                                                                                              (Ҡобайырҙан)

Тормоштоң мин төрлө сағын

Күрҙем, булды һөйөнөсө, нужаһы.

Тик һөйөүем өйҙәш йәшәмәне,

Ә күңелем булды хужаһы.

                                                                                                             (А. Игебаев)

Яуҙа – яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш

Изге һуғыш үткән майҙанда.

                                                                                                              (М. Кәрим)

Мөхәббәт – ул йәшлеҡ юлдашы,

Шатлыҡ, һағыштарҙың юл башы.

                                                                                                              (Ҡ. Даян)

Юлдашы булмам һис ваҡыт ебектең,

Орсоғо булмам һис ваҡыт сүбәктең.

                                                                                                              (С. Ҡудаш)

Юлдаш булһын миңә егәрлелек,

Башҡорт аты, һинең түҙемлек.

                                                                                                              (Ғ. Рамазанов)

Саҡ туңған йылға өҫтөнән

Үтергә булһаң тәүләп,–

Ҡыйыулығыңды юлдаш ит,

Ҡурҡма!

                Баҫ тәүәккәлләп.

                                                                                                              (Фәнил Күзбәков)

Йыйып ҡына әйткәндә, халыҡтың тапҡыр аҡылын ижади үҫтереү бөгөнгө шиғриәтте лә балҡытып ебәрә.